Нисә (Ҡатындар) сүрәһе 5 страница
— Бөтөн сифатлы һәм саф нәмәләр һеҙгә хәләл ителде. Аллаһ өйрәткәндәрҙе ҡулланып, һеҙ аусылыҡҡа өйрәткән януарҙар һеҙгә тотоп биргән кейектәрҙе ашағыҙ һәм Аллаһты онотмағыҙ. (Йәғни, салғанда ла, ашағанда ла «бисмилләһ» әйтегеҙ.) Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ. Шөбһәһеҙ, Аллаһ һеҙҙе бик тиҙ яуапҡа тартасаҡ. (5) Бөгөн һеҙгә саф һәм сифатлы нәмәләр ашарға хәләл ҡылынды. Үҙҙәренә Китап индерелгән халыҡтарға бирелгән (йәһүди, христиан һ.б.) ризыҡтарҙы ашау һеҙгә лә хәләл ителде. Һеҙ ашай торғандар ҙа уларға хәләлдер. Ғиффәтле мосолман ҡатындары менән байтаҡ йылдар әүүәл Китап индерелгән халыҡтың ғиффәтле ҡатындары ла, мәһерегеҙҙе биреү шарты менән, намыҫлы булып, зина ҡылмайынса һәм йәшерен һөйәркә тотмау шарты менән булған никах һеҙгә хәләлдер. Иман килтермәгәндәрҙең был ғәмәле бушҡа сығасаҡ. Улар Әхирәттә лә зыян күрәсәк.
6. Әй, мөьминдәр, намаҙ уҡырға ниәтләгәс, йөҙөгөҙҙө, терһәктәрегеҙгә ҡәҙәр ҡулдарығыҙҙы, башығыҙҙы мәсех итеп, ашыҡ һөйәгенә ҡәҙәр аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ ғөсөлһөҙ икәнһегеҙ, ғөсөл алығыҙ (баштан аяҡ сайҡанығыҙ). Сирле булһағыҙ йәки сәйәхәттә икәнһегеҙ йәки бәҙрәфтән сыҡҡан булһағыҙ йәки ҡатын менән булғандан һуң һәм һыу булмаған ерҙә булһағыҙ, таҙа тупраҡ-ҡом менән тәйәмүм итегеҙ, йөҙөгөҙҙө, терһәктәргә ҡәҙәр ҡулдарығызҙҙы һыпырығыҙ. Аллаһ һеҙгә ауырлыҡ теләмәй, фәҡәт һеҙҙе саф-пак итер өсөн һәм һеҙгә ниғмәт бирер өсөн шуны талап итә, бәлки һеҙ шуға шөкөр итерһегеҙ? (7)Аллаһтың һеҙгә булған мәрхәмәтен һәм Уға биргән антығыҙҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ:
— Ишеттек һәм Һиңә итәғәт иттек, — тип әйттегеҙ. Тик, һеҙ Аллаһҡа (биргән антығыҙҙы боҙоуҙан ҡурҡығыҙ) итәғәтле булығыҙ! Шик юҡ, Ул һеҙҙең күңелдә нимә барын белеп тора. (8) Ий, мосолмандар, Аллаһ Хәҡиҡәтен иҫтә тотоп, ғәҙеллек менән шаһитлыҡ ҡылыусы кешеләр булығыҙ. Башҡа бер халыҡҡа булған асыуығыҙ, һеҙҙе ғәҙелһеҙлеккә этәрмәһен. Ғәҙел булығыҙ. Аллаһтан ҡурҡыу һеҙҙән йыраҡ йөрөмәһен. Аллаһҡа ҡаршы баш күтәреүҙән һаҡланығыҙ. Ысынлап та, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да белеп тора.
9. Аллаһ Тәғәлә иманлыларға һәм изгелек ҡылғандарға ярлыҡау һәм олуғ һәдийә (бүләк) вәғәҙә итте.
10. Инҡар итеүселәр һәм аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусылар ялҡынлы ут бәндәләреҙер.
11. Мосолмандар, Аллаһтың һеҙгә биргән ниғмәтен онотмағыҙ, ниндәй ҙә булһа бер ҡәүем һеҙгә һөжүм итергә елкенгәндә уларҙың ҡулдарын Аллаһ тотҡарланы. Ғәҙелһеҙлек ҡылып, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ. Мосолмандар бары тик Аллаһҡа ҡына ышана.
12. Хаҡтыр, Аллаһ Исраил улдарынан һүҙ алды. Араларынан һайлап алып, ун ике өндәүсе (юлбашсы) билгеләнек. Аллаһ уларға шулай тине:
— Әлбиттә, мин һеҙҙең менән бергә. Намаҙҙы дөрөҫ уҡыһағыҙ, зәкәт бирһәгеҙ, пәйғәмбәрҙәргә инанһағыҙ, уларға ярҙамсыл булһағыҙ, Аллаһҡа булған изге вазифағыҙҙы үтәһәгеҙ (бурысҡа аҡса биреп торғанда арттырып риба алмаһағыҙ), һис шикһеҙ, гөнаһтарығыҙҙы ҡаплармын, һеҙҙе арыҡтарынан һыуҙар ағып торған йәннәттәргә кертермен. Ләкин бынан һуң да кем инҡарлыҡты һайлай, ул тура юлдан яҙған тип иҫәпләнер. (13) Ант боҙғандары өсөн уларға ләғнәт ебәрҙек, уларҙы таш йөрәкле иттек. Улар (изге китаптарҙағы) һүҙҙәрҙең урындарын алмаштырҙылар. Үҙҙәренә өйрәткән хөкөмдәрҙе (Тәүрәттың иң әһәмиәтле бүлектәрен (юрамал) оноттолар. Бик әҙ кешенән башҡа, улар араһындағылар өҙлөкһөҙ хыянат ҡылалар. Барыбер һин уларҙы ғәфү ит, уларҙан үс алма. Шик юҡ, Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата.
(«Тәурәт бары тик бер генә нөсхә ине Исраил улдары -йәһүдтәр, бабилләргә әсир төшкәс. шул берҙән-бер Тәурәт юҡҡа сыға. Иреккә сыҡҡас, улар хәтерҙә ҡалғандар буйынса Тәүрәтты яңынан яҙып сығалар. Онотолопмы, махсусмы, төп нөсхәләге күп кенә урындар китапҡа кермәй ҡала». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән )
14. — Беҙ — христиандарбыҙ, — тигәндәрҙән дә һүҙ алдыҡ, әммә улар үҙҙәренә күндерелгән (өгөттәрҙең, китаптың) мөһим бер бүлеген оноттолар, шуға күрә уларҙың араһына Ҡиәмәткә саҡлы дауам итә торған дошманлыҡ һәм нәфрәт һалдыҡ. Оҙаҡламай Аллаһ уларға ҡылғандары тураһында хәбәр бирәсәк.
(«Йәһүдтәр менән христиандар борон-борондан дошманлашып, һуғышып йәшәгән Аллаһ тарафынан Ғайса пәйғәмбәргә индерелгән Инжилдең төп нөсхәһе ошо һуғыштарҙа юҡҡа сыҡҡан. Инжилде хәтер буйынса яҙа башлайҙар, шулай итеп, донъяла бер-берһенә ҡаршы килә торған төрлө-төрлө инжилдәр барлыҡҡа килә. Айырым мәҙһәбтәр пәйҙә була. Донъялағы бөтөн һуғыштар, ысынлыҡта иһә, кәферҙәрҙең ҡапма-ҡаршы үҙ-ара һуғышыуыҙыр. Бер дин әһелдәре бер-берһен ҡыйырһыта, ҡол итә. Был да Аллаһтың вәғәҙәһеҙер». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән )
15. Әй, Китап әһелдәре! Изге Китапта булған бик күп һүҙҙәрҙе йәшергәнлегегеҙҙе асыҡларға тип, Рәсүлебеҙ килде. Ҡайһы бер хаталарығыҙҙы ул күрмәмешкә һалышыр. Ысынлыҡта иһә, һеҙгә Аллаһтан бер нур, ап-асыҡ бер Китап инде.
16. Аллаһтың ризалығын ҡаҙанырға теләгән кешеләрҙе Аллаһ ҡотолош юлына күндерер, ҡөҙрәте менән Ул уларҙы ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарыр, тура юлға күндерер.
17. — Шик юҡ, Аллаһ ул — Мәрйәмдең улы Мәсих (Ғайса), — тип әйтеүселәр ысындан да кәфер булды. Әйт һин:
— Улайһа, Аллаһ Мәрйәмдең улы Мәсихте, уның әсәһен һәм Ер йөҙөндәгеләрҙең барыһын да һәләк итергә теләһә, кем Аллаһҡа ҡаршы сыға алыр ине икән? Күктәрҙә, Ерҙә, икеһенең араһындағы бөтөн нәмә Аллаһ хөкөмөндәҙер Ул теләгәнен яралтыр. Аллаһ бар нәмәгә лә тулыһы менән хаким.
18. Йәһүдтәр менән христиандар:
— Беҙ Аллаһтың улдары һәм уның һөйөклөләре, — тип әйтәләр. Әйт һин:
— Улайһа, ниңә һуң Ул һеҙ — гөнаһлыларҙы язалай? Дөрөҫө, һеҙ ҙә Ул яралтҡан (барлыҡҡа килтергән) бәндәләр бит. Ул теләгәнен ярлыҡар, теләмәгәненә яза бирер. Күктәрҙә, Ерҙә, икеһенең араһында нимә булһа, барыһы ла Аллаһ милкеҙер. Ахырҙа, барыбыҙ ҙа Уның янына ҡайтарыласаҡбыҙ.
19. Әй, Китаплы халыҡ! Пәйғәмбәрҙәр оҙаҡ килмәй торған арала Хаҡлыҡты әйтеп бирер өсөн һеҙгә илсебеҙ килде. Һеҙ һуңынан:
- Беҙгә һөйөнөслө хәбәрҙәр килтереүсе лә, яманлыҡ тураһында киҫәтеүсе лә булманы, — тип әйтмәһендәр өсөн тип, килде, һәм һөйөнсө алырға, һәм киҫәтеүсе булараҡ килде. Аллаһтың бар нәмәгә лә ҡөҙрәте етә.
20. Иҫегеҙҙәме, Муса үҙ ҡәүеменә нимә тине?
— Әй ҡәүемем, Аллаһтың һеҙгә биргән ниғмәтен хәтерләгеҙ; Ул һеҙҙең аранан пәйғәмбәр һайлап алды һәм һеҙҙе милекле-дәүләтле халыҡ итте Ғәләмдәрҙә һис бер кемгә бирмәгәнде һеҙгә бирҙе. (21)— Әй, ҡәүемем, Аллаһ һеҙгә тәғәйенләгән изге тупраҡҡа, (Әрихә) шәһәренә керегеҙ һәм сигенмәгеҙ, юҡһа, барыһын да юғалтырһығыҙ. (22) Улар шулай яуапланды:
— Әй, Муса, шунда бәһлеүән кеүек көслө халыҡ йәшәй, улар унан сығып китмәйенсә, беҙ һис тә шунда керәсәк түгел. Әгәр улар сыҡһа, беҙ, әлбиттә, керербеҙ, — тинеләр. (23) Ҡурҡып ҡалғандар араһында Аллаһ рәхмәтен алған ике кеше бар ине. Улар әйтте:
- Улар өҫтөнә ҡапҡанан керегеҙ, кереүгә үк һеҙ еңәсәкһегеҙ. Әгәр һеҙ ысын мөьмин булһағыҙ, Аллаһҡа тапшырығыҙ, — тинеләр. (24) — Әй, Муса, улар шунда сағында беҙ нисек керәйек? Раббың менән икегеҙ кереп һуғышығыҙ, беҙ бында көтөп торасаҡбыҙ, — тинеләр. (25) Муса әйтте:
— Раббым, мин үҙемдән һәм ҡәрҙәшемдән башҡаға бойороҡсы түгелмен, юлдан яҙған был халыҡ менән беҙҙең арабыҙҙы өҙ! — тине. (26) Аллаһ әйтте:
— Улайһа, ҡырҡ йыл буйына уларға был ерҙә йәшәү тыйыла, шул йылдар эсендә улар Ер йөҙөндә ҡаңғырып йөрөйәсәк, юлдан яҙған был ҡәүем өсөн Һин артыҡ ҡайғырма, — тине.
27. Уларға Әҙәмдең ике улы тураһындағы дөрөҫлөктө аңлатып уҡы: улар икеһе ҡорбан салды, берһенең ҡорбаны ҡабул ителде, икенсеһенеке ҡабул ителмәне. Шуныһы әйтте:
— Һис шикһеҙ, мин һине үлтерәсәкмен! — тине. Тегеһе лә әйтте:
— Аллаһ тәҡүә кешеләрҙән генә ҡорбан ҡабул итә! — тине. Һәм өҫтәп ҡуйҙы: (28) — Әлбиттә, һин мине үлтерергә тип ҡул һуҙһаң да, мин һине үлтерергә тип ҡул һуҙмайым. Мин ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡам. (29) Мине үлтерһәң, минең гөнаһтарымды ла, үҙеңдекеләрҙе лә төйәп, утҡа атылыуыңды теләйем, залимдарҙың язаһы шулдыр, — тине.
30. Көнсөллөк нәфсе (һәм нәфрәт асыуы уның) (Ҡәбилдең) зиһенен ҡотортто һәм уға үҙ ҡәрҙәшен үлтерергә бойорҙо, ул энеһен (Һабилде) үлтерҙе лә бик ҙур юғалтыуға дусар булды.
31. Аллаһ Ҡабил янына бер ҡарға ебәрҙе. Туғанының мәйетен нисек ерләргә өйрәтер өсөн ҡарға ерҙе тырнай башланы. Ҡылғанына үкенеп ул:
— Яҙыҡтар (ҡайғы) булһын миңә! Ошо ҡарғанан да зәғифме ни инде мин, энемдең гәүҙәһен дә ер ҡуйынына тапшыра алмайым, — тине.
32. Бына шуға күрә, Исраил улдарына шулай тип яҙҙыҡ:
— Кем дә кем кеше йәнен ҡыймағанды үлтерһә йәки донъяла боҙоҡлоҡ-фетнә ҡылмағанды үлтерһә, бөтөн кешеләрҙе лә үлтергән кеүек булыр. Бер йәнде ҡотҡарып ҡалған кеше бөтөн кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарған кеүек булыр. Пәйғәмбәрҙәребеҙ быңа ап-асыҡ дәлилдәр килтерҙе, әммә бынан һуң да уларҙың күбеһе (гөнаһ ҡылыуҙа) аштылар.
33. Аллаһҡа һәм Рәсүлгә ҡаршы һуғышҡандарға һәм Ер йөҙөндәге тәртипте боҙорға маташыусыларға яза — уларҙы үлтереү йәки аҫып ҡуйыу йәки аяҡ-ҡулдарын (уң ҡул, һул аяҡ йәки киреһенсә) киҫеү йәки ватандарынан ҡыуыу. Был — уларҙың донъяла ҡаҙанған рисвайлығы (хурлығы). Уларҙы Әхирәттә лә хәтәр ғазап көтә.
34. Һеҙ уларҙы еңеп, әсирлеккә алғанығыҙға ҡәҙәр тәүбә итһәләр, уларға теге язалар бирелмәй. Белеп тороғоҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм кисереүсе.
35. Әй, мөьминдәр, гөнаһ эшләп, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ. Уға яҡынлашырға юлдар эҙләгеҙ, Уның юлында жиһад ҡылығыҙ: бәхеткә ирешерһегеҙ.
36. Кәферҙәрҙең ҡулында Ер йөҙөндәге байлыҡтарҙың бөтөнөһө булһа, хатта икеләтә артыҡ булһа ла, Ҡиәмәт көнөндә язанан ҡотолоу өсөн шул байлыҡты бирһәләр ҙә, ҡабул ителмәҫ. Улар өсөн әсе ғазап бар. (37) Уттан сығырға теләрҙәр, ләкин сыға алмаҫтар. Уларға бөтмәҫ ғазап бар.
38. Уғрылыҡ итеүсе иргә, ҡараҡ ҡатынға Аллаһтан бер яза: ғибрәт өсөн уларҙың ҡулдары киҫелер. Аллаһ — ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһеҙер.
39. Ләкин кем дә кем ҡылғандарынан һуң тәүбә итһә һәм төҙәтһә, шөбһәһеҙ, Аллаһ уның тәүбәһен ҡабул итәсәк. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һәм кисереүсеҙер.
40. Әллә белмәйһеңме, күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, шул мөлкәт Аллаһтыҡыҙыр, Ул теләгәненә ғазап бирер, теләгән кешеһен ярлыҡар. Аллаһ һәр нәмәгә ҡөҙрәтлеҙер.
41. Әй, Рәсүл, ысын күңелдән иман килтермәйенсә, ауыҙҙары менән:
— Инандыҡ! — тигәндәрҙең һәм йәһүдтәрҙең кәферлеккә ынтылыуҙарына иҫең китмәһен. Аллаһ уларҙың күңелен сафландырырға теләмәй. Улар өҙлөкһөҙ ялған тыңлайҙар һәм һинең янға килеп ҡарамағандарҙы тыңлайҙар, (Тәураттәге) һүҙҙәрҙе урындарынан алып, алмаштыралар.
— Әгәр һеҙгә шул бирелһә — алығыҙ; бирелмәһә — алмаҫһығыҙ! — тип әйтәләр.
Аллаһ берәйһен аҙаштырырға теләһә, аҙашҡандың файҙаһына һин Аллаһҡа ҡаршы бер нимә лә эшләй алмаҫһың. Аллаһ уларҙың күңелен сафландырырға теләмәй, улар өсөн донъяла түбәнлек һәм Әхирәттә (махсус әҙерләнгән хәтәр) ғазап бар.
42. Гел ялған тыңлайҙар, өҙлөкһөҙ харам йыялар. Һиңә килһәләр, теләһәң, хөкөм ит, теләһәң, уларҙан йөҙ сөйөр. Йөҙ сөйөрһәң, улар һиңә һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Хөкөм итһәң, ғәҙел хөкөм йөрөт. Хаҡтыр, Аллаһ ғәҙел булғандарҙы ярата. (43) Ҡулдарында Аллаһ хөкөмдәре яҙылған Тәүрәт була тороп, нисек инде улар һине хаким итеп ҡуялар һәм һуңынан һинән йөҙ сөйөрәләр? Улар иманлы бәндәләр түгел. (44) Хаҡтыр, тура юлға етәкселек һәм (тура юлды) яҡтыртыусы нур булған Тәүрәтты индерҙек. Үҙҙәрен (Аллаһҡа) бағышлаған пәйғәмбәрҙәр, Аллаһтың Китабын һаҡлау эше ҡушылған һәм Раббыға тәслим булған зәһидтәр (раббаниҙар) менән дин ғалимдары шуға таянып, йәһүдтәрҙе хөкөм иттеләр. Уларҙың барыһы ла быңа шаһит. Шуға күрә, һеҙ (иманлы) кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ, (иманһыҙ ҡалабыҙ тип) минән ҡурҡығыҙ. Аяттарымды донъя малына һатмағыҙ. Аллаһ индергәндәр менән хөкөм итмәгән кеше кәферҙәрҙең дә кәфереҙер. (45) Тәүрәтта уларға былай яҙҙыҡ:
— Үлемгә — үлем, күҙ сыҡһа — күҙ, танау өҙөлһә — танау, ҡолаҡ өсөн — ҡолаҡ, теш урынына — теш, йәрәхәт урынына йәрәхәт яһап, үс ҡайтарылырға тейеш. Кем быларҙы (ҡан үсен алмаһа) ғәфү итһә, (йәки зыяны өсөн түләһә) ул кешенең гөнаһтары кисерелер. Кем Аллаһ индергәндәр менән хөкөм йөрөтмәй, бына шулар була инде залимдар.
46. Үҙҙәренән элек килгән Тәүрәтты дөрөҫләүсе һәм раҫлаусы итеп, Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандарға тура юл күрһәтер өсөн һәм өгөт-нәсихәт бирергә тип, тура юлға йүнәлтеүсе, шул юлды яҡтыртыусы Инжилде биреп, Мәрйәм улы Ғайсаны пәйғәмбәрҙәр артынан пәйғәмбәр итеп күндерҙек. (47)Инжилгә инанғандар, Аллаһ Инжилгә нисек яҙған, шулай хөкөм итһендәр. Кем Аллаһ индергәндәр менән хөкөм йөрөтмәһә, бына шулар боҙоҡлоҡ ҡылыусылар була ла инде.
48. Һиңә лә (Мөхәммәд!) әүәлге китапты дөрөҫләр өсөн һәм һаҡлар өсөн хаҡлыҡ менән Китапты (Ҡөръәнде) күндерҙек. Инде улар араһында һин Аллаһ индергән менән эш ит, һиңә бирелгән тура юлды ташлап, уларҙың ҡотортҡанына бирелмә.
(Әй, мөьминдәр) барығыҙға ла бер шәриғәт, бер юл бирҙек. Әгәр теләһә, Аллаһ һеҙҙең барығыҙҙан да бер өммәт яһаған булыр ине. Ләкин ошо юл менән ул һеҙҙе һынамаҡ була. Шулай булғас, изгелектәр ҡылыуҙа ярышығыҙ, бер-берегеҙҙе уҙҙырығыҙ. Барығыҙ ҙа Аллаһҡа ҡайтасаҡһығыҙ. Ни өсөн айырым юлдан киткәнегеҙҙе Ул һеҙгә ап-асыҡ итеп күрһәтер.
49. Кешеләр араһында Аллаһ индергән менән хөкөм йөрөт һәм уларҙың ҡотортҡанына бирелмә. Аллаһ һиңә индергән хөкөмдәрҙең бер өлөшөнән һине тайпылдырыуҙарынан һаҡлан. Әгәр йөҙ сөйөрһәләр, белеп тор, Аллаһ шул гөнаһтарҙың бер өлөшөн уларҙың башына (был донъяла уҡ) ҡапларға теләй. Хаҡтыр, кешеләрҙең байтағы юлдан яҙҙы. (50)Әллә һуң улар дҗәһилиәт (мәжүсилек, наҙанлыҡ) замандарын һағынамы? Төплө белеме, иманлы халыҡ өсөн Аллаһтан да ғәҙеллерәк хөкөм йөрөтөүсе башҡа берәү ҙә булмаҫ. (51) Әй, иманлы кешеләр, йәһүдтәрҙе, христиандарҙы дуҫ итмәгеҙ. Сөнки улар үҙ-ара дуҫ. Уларҙы дуҫ иткәндәр шулар ҡәүеменән кеүек булыр. Шик юҡ, Аллаһ залимдар ҡәүеменә юл күрһәтмәҫ.