Саффат (Сафтар) сүрәһе
(Саффат сүрәһе 182 аяттан тора. Сүрәнең беренсе аятында сафҡа теҙелгән фәрештәләр тураһында һөйләнә. Исеме шунан килә. «Саффат» — бер сафтағылар, тигән һүҙ. Мәккәлә ингән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. (Ғибәҙәт ҡылырға, тип) саф-саф теҙелгән фәрештәләр исеме менән; (2) һәм яманлыҡтан тыйылып, (3) (Ҡөръән уҡып, Аллаһты) зикер иткәндәр исеме менән ант итәм: (4) Хәҡиҡәт шулдыр — һеҙҙең Тәңрегеҙ бер генә. (5) Күктәр һәм Ер араһындағы бөтөн барлыҡтың хужаһы бер Аллаһ. Ҡояштың сығышы ла Аллаһ әмерендә.
6. Хаҡтыр, Беҙ иң яҡын Күкте зиннәтле йондоҙҙар менән биҙәп ҡуйҙыҡ.
(Тимәк, беҙ Ерҙән күргән йондоҙҙар, йолдоҙлоҡтар — беренсе ҡат Күктең биҙәктәре. Беҙгә күренә торған яҡтылыҡ сығанаҡтары миллионлаған яҡтылыҡ йылы йыраҡлығында урынлашҡан. Күктәрҙең һәр ҡаты араһында миллионлаған яҡтылыҡ йылы ятһа, Күктең башҡа ҡатына хәтле триллионлаған яҡтылыҡ йылы аралығы ята. Был — сикһеҙлек тигән һүҙ. Ғәләмдең сикһеҙлегенә, ваҡыт сикһеҙлегенә, ваҡыттың шартлылығына Ҡөръәндә ишаралар күп. Аллаһ янындағы ваҡыт менән Ерҙә йәшәүселәр ваҡыты араһында илле мең йыл ята. Ғалимдар (Эйнштейн) был фекергә әле ошо ғасырҙа ғына килде. Быны мөғжизә тип әйтмәй, нимә тип әйтерһең!)
7. Шулай итеп, Беҙ уны (Күкте) итәғәттән сыҡҡан һәр шайтандан һаҡланыҡ. (8) Улар (шайтандар) күктәрҙә кәңәшләшеүсе фәрештәләрҙең һүҙҙәрен ишетеп тормаһын өсөн, (йондоҙ таштары менән атылып) ҡыуылдылар. (9) Улар иге-сиге булмаясаҡ ғазапҡа дусар буласаҡ. (10) Әгәр, (шайтандарҙың) берәйһе берәй сер эләктереп ҡаса башлаһа, уны бер сатҡы (атылған йондоҙ) эҙәрлекләйәсәк.
11. Инде һин (Мөхәммәд) уларҙан (мөшриктәрҙән) һора: — Юҡтан бар итеп яралтыу эштәрендә улар (һындар, боттар) ҡеүәтлерәк яһалғанмы, әллә (фәрештәләр, күктәр, Ер йөҙө һәм улар араһындағы) бөтөн барлыҡмы? — тип. Хаҡтыр, Беҙ уларҙы (кешеләрҙе) йәбешкәк балсыҡтан яралттыҡ.
12. (Пәйғәмбәр булараҡ танымағандарына, Аллаһты инҡар иткәндәренә) һин ғәжәпләнәһең. Шуға күрә, улар мыҫҡыл итеп һинән көлә.
13. (Ҡөръән аяттары ярҙамында) үҙҙәренә вәғәз уҡылһа ла, өгөт бирелһә лә, ҡабул итмәҫтәр. (14) Алдарына (Аллаһтың мөғжизәһе булған аяттарҙы) сығарып ҡуйһаң да, мәсхәрә итерҙәр. (15) — Был — күҙ буяуҙан башҡа бер нимә лә түгел, — тинеләр. (16)
— Үлеп, тупраҡ булғандан һуң, серек һөйәк өйөмөнә әүерелгәс тә беҙ яңынан тереләсәкбеҙме? (17) Боронғо бабаларыбыҙ ҙа шулай тереләсәкме? — тинеләр.
18. Һин әйт уларға:
— Әлбиттә (тереләсәкһегеҙ). Тереләсәкһегеҙ ҙә, хурлыҡҡа ла ҡаласаҡһығыҙ, — тип.
19. Шунан һуң бары тик бер ҡаты ауаз килер (Сурға икенсе тапҡыр өрөлөр). Һәм уларҙың күҙе асылыр (улар үҙҙәре ҡылған яманлыҡтары өсөн ниндәй яза биреләсәген ап-асыҡ күрер). (20)
— Эшебеҙ яман, яза Көнө килеп етте, — тип әйтерҙәр. (21) (Шунан бер ауаз яңғырар).
— Әйе, был һеҙ ялғанға һанаған (яҡшыны — ямандан, гөнаһты — сауаптан) айырыу Көнө! (22) (Фәрештәләргә әйтербеҙ):
— Бөтөн кәферҙәрҙе — залимдарҙы һәм уларға иш булғандарҙы: (23) Аллаһтан башҡаға табынған нәмәләрҙе (боттар, һындар, Илаһ урынына тотола торған һәйкәлдәрҙе) бергә туплағыҙ ҙа, йәһәннәмгә алып бара торған юлға сығарығыҙ. (24) Ләкин уларҙы (Сират Күпере янында) тотҡарлағыҙ (туҡтатып тороғоҙ). Сөнки уларҙан һорау алыныр. (25)
— Һеҙгә нимә булды? Ни өсөн һеҙ (донъялағы кеүек) бер-берегеҙгә ярҙам итмәйһегеҙ? — тип һорарҙар. (26) Эйе, ул Көндө улар меҫкен хәлдә, буйһоноулы ҡиәфәттә булыр. (27) Улар (был дәһшәтле хәлде күреп) бер-береһе янына килеп, һораштыра башлар. (28) (Юлдан яҙғандар үҙҙәрен аҙҙырыусыларға):
— Дөрөҫө шул, һеҙ бит (донъяла саҡта) беҙҙең янға уң яҡтан (яҡшыға өндәүсе булып) килдегеҙ, — тип әйтерҙәр. (29)(Тегеләр иһә):
— Юҡ, һеҙ үҙегеҙ иманһыҙ кешеләр инегеҙ, (30) һеҙҙе ирекһеҙләрлек көс беҙҙә юҡ ине. Киреһенсә, һеҙ үҙегеҙ (тәбиғәтегеҙ менән) аҙғын халыҡ инегеҙ; (31) шуға күрә, Раббыбыҙҙың вәғәҙә һүҙе (ғазабы) ысынлыҡҡа ашты. Шик юҡ, беҙ ғазабыбыҙҙы татыясаҡбыҙ. (32) Сөнки беҙ һеҙҙе (боҙолорға теләгәнегеҙгә күрә) юлдан яҙҙырҙыҡ. Сөнки беҙ үҙебеҙ ҙә юлдан яҙған кешеләр инек, — тип әйтерҙәр. (33) Шик юҡ, быларҙың барыһы ла ул Көндө уртаҡ ғазапҡа дусар ителер. (34) Беҙ гөнаһлыларҙың барыһын да шулай итәсәкбеҙ. (35)
— Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырлыҡ һис бер кем юҡ. Һис бер тәңре юҡ, — тип әйткәндә улар йөҙ сөйөрҙө һәм әйттеләр: (36) — Беҙ тилергән бер шағиргә (Мөхәммәдкә) ышанып, табынғандарыбыҙҙан уаз кисергә тейешме ни? — тинеләр.
37. Юҡ, ул фәҡәт Хәҡиҡәт алып килгән кеше ине, (үҙенән әүәл килгән) бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең хаҡлығын раҫланы. (38) Әлбиттә, һеҙ хәтәр язаның тәмен татырһығыҙ. (39) Шуныһы хаҡтыр, һеҙ ҡылған гөнаһтарығыҙ күләмендә генә яза аласаҡһығыҙ. (Нахаҡҡа яза биреләсәк түгел.)
40. Ихластан иманлы булған кешеләр язаланмаҫ. (41) Улар өсөн мәғлүм йәннәт ниғмәттәре әҙерләнгән. (42) (Йәннәт әһелдәре) төрлө ләззәтле еләк-емеш ашап, нәфселәрен теләгәнсә ҡәнәғәтләндерерлек дәрәжәлә мәртәбәлә (хөрмәттә) булырҙар. (43) Ниғмәт тулы йәннәттәрҙәге (44) ҡапма-ҡаршы урынлаштырылған ҡултыҡсалы урындыҡтарға ултырып торғанда, (45) уларҙың һәр береһенә туҫтаҡтарға (касаларға) һалынған саф шишмә һыуы өләшеп йөрөрҙәр. (46) Ап-аҡ, үтә күренмәле, бәллүр кеүек саф эсемлектәрҙе татығандар сикһеҙ ләззәт алыр. (47) Уны эскәндәрҙең башы ла ауыртмаҫ, улар иҫермәҫтәр ҙә. (48) Уларҙың янында оялсан ҡарашлы, ҙур күҙле ҡатындар булыр. (49) (Уларҙың йөҙө Ҡояш нурына күрһәтмәйенсә) һаҡланған (тәүә ҡошоноң) йомортҡаһы кеүек ап-аҡ төҫтә булыр. (50) Улар яҡыная төшөп, бер-береһенән һораштырыр. (51)Араларынан берәүһе һүҙ башлар:
— (Фани) донъяла минең бер танышым бар ине. (52) (Бер көндө был миңә әйтә):
— Үлгәндән һуң яңынан терелеүгә һин дә ныҡ ышанаһыңмы? — ти. (53) — Үлеп, тупраҡ булғас, һөйәк өйөмөнә әүерелгәс, ысындан да, беҙ тереләсәкбеҙме? Шунан һуң язаланасаҡбыҙмы? — ти. (54) (Был хикәйәне һөйләгәне әңгәмәсеһенә ) әйтте:
— Һин уның хәлен күреп белергә теләмәйһеңме? — тине.
55. Ҡарауға уҡ ул (теге инҡарысының) тамуҡ утының уртаһында янғанын күрҙе. (56) (Һөйләүсе мөьмин утта яныусыһына ҡарап) әйтте:
— Валлаһи, һин мине лә һәләк итә яҙҙың; (57) әгәр Раббымдың рәхмәте булмаһа, мин дә (һинең менән бергә утҡа) ташланылғандар араһында булыр инем, — тине
58. (Йәннәткә кергәндәрҙең берһе әйтте):
— Беҙ бер үлеп терелдек бит инде, ысынлап та, беҙ тағын үлмәйбеҙме? (59) Тағын ғазапҡа дусар булмайбыҙмы? — тине.
60. Шик юҡтыр, был, ысындан да, бөйөк ҡотолоштоң үҙелер. (61) Ғәмәл ҡылыусылар бына ошо маҡсат өсөн тырышһындар. (62)Ошондай бер Сәғәдәткә ирешеү хәйерлерәкме, әллә зәҡҡүм ағасымы? (Зәҡҡүм — тамуҡта үҫә торған, әсе, ағыулы ағас). (63)Хаҡтыр, Беҙ уны (зәҡҡүмде) залим кәферҙәр өсөн бер Әхирәт ғазабы булараҡ яралттыҡ. (64) Шик юҡ, ул ағас тамуҡтың төбөнән үҫеп сыға. (65) Уның емештәре шайтандарҙың башына оҡшаған булыр. (66)Шуныһы хаҡ, улар (гөнаһлылар) ошо емештәрҙе ашап, ҡарындарын тултырасаҡ. (67) Шунан һуң уларға (һыуһағандарға) ҡайнар эсемлек бирелер. (68) Һуңынан, уларҙы тағын йәһәннәмгә ташларҙар. (69) Ысынлап та, улар аталарының юлдан яҙғанын күрер. (70) Үҙҙәре лә аталары артынан (язаға) ҡыуып килтерелер. (71) Ысындан да, уларҙан әүәл йәшәп үлгәндәрҙең дә күбеһе аҙғын юлда ине. (72) Шуға ла ҡарамаҫтан, хаҡтыр, Беҙ (уларҙы яманлыҡ ҡылыуҙан тыйыр өсөн) киҫәтер өсөн (пәйғәмбәрҙәр) ебәрә торҙоҡ. (73) Ҡарап ҡара, ул киҫәтеүҙәрҙең нәтижәһе нисек булып бөттө. (74) Ихласлыҡҡа ирешеп, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылғандар ғына был ғазаптарҙан азат.
75. Хаҡтыр, Нух Беҙгә ялбарып доға ҡылды ла, Беҙ уның доғаһын ҡабул әйләнек. (Беҙ доғаларҙы ҡабул итеүселәрҙең иң хәйерлеһе.) (76) Беҙ уның үҙен һәм дә уның яҡындарын хәтәр афәттән ҡотҡарҙыҡ. (77) Уның нәҫелен (Ер йөҙөндә) йәшәргә ҡалдырҙыҡ. (78) Унан һуң килгәндәргә (пәйғәмбәрҙәр һәм уларҙың өммәтенә лә) уның тураһында яҡшы иҫтәлектәр ҡалдырҙыҡ. (79) Ғәләмдәрҙәгеләрҙән Нухҡа сәләм. (80) Шик юҡ, Беҙ изгелек ҡылғандарҙы бына шулай бүләкләйбеҙ. (81) Дөрөҫ, ул мөьмин бәндәләребеҙҙең береһе ине. (82) Ахырҙа башҡаларҙы (иманға килмәгәндәрҙе) батырҙыҡ.
83. Хаҡтыр, Ибраһим да уның (Нухтың) ҡәүеменән ине. (84) Сөнки ул Раббыһына саф-пак күңел менән килде. (85) Ул атаһына һәм халҡына әйтте:
— Һеҙ нимәләргә табынаһығыҙ? — тине. (86) — (Халыҡты) алдар өсөн, һеҙ Аллаһты инҡар итеп, үҙегеҙ яһаған тәңреләрегеҙгә табынаһығыҙмы? (87) Ғәләмдәрҙең Раббыһы хаҡында һеҙ нимә уйлайһығыҙ? (88) Шунан һуң ул йондоҙҙарға ҡараны.
(«Ибраһимдың халҡы йондоҙҙарға ҡарап, күрәҙәселек ҡыла ине. Байрам ваҡыттарында улар үҙҙәре яһап, табына торған боттарға атап, ризыҡ ҡалдырып китәләр һәм шул яһалма Илаһтарынан бәрәкәт, ярлыҡау көтәләр ине. Һуңынан яңынан боттары янына килеп, ҡалдырған ризыҡтарын үҙҙәре үк ашап бөтөрәләр ине. Байрамға Ибраһимды ла саҡырҙылар». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
89. (Ибраһим) әйтте:
— Мин, ысындан да, ауырып торам әле (байрамға сыға алмайым), — тине. (90) Тегеләре (уның ауырыуы беҙгә йоҡмаһын, тип) артҡа әйләнеп, (байрамға) китеп барҙылар. (91) Шунан һуң ул яһалма тәңреләр янына шым ғына килеп өндәште:
— Әй, һеҙ! Ни өсөн үҙегеҙгә ҡуйылған ризыҡтарҙы ашамайһығыҙ? (92) Һеҙгә нимә булды, һеҙ ни өсөн һөйләшмәйһегеҙ? — тине.
93. Ул уң ҡулы менән һындарға һуҡты (емерҙе). (94) Барса халыҡ йүгерешеп боттар янына килде. (95)(Ибраһим) әйтте:
— Үҙ ҡулдарығыҙ менән юнып яһаған нәмәләргә табынаһығыҙмы? (96)Гәрсә, һеҙҙең үҙегеҙҙе лә ҡулдарығыҙ менән яһаған ул нәмәләрегеҙҙең барыһын да Аллаһ барлыҡҡа килтерҙе, — тине. (97)Әйттеләр:
— Бер бина төҙөгөҙ ҙә, ут төртөп яндырығыҙ һәм (Ибраһимды) ялҡынға ташлағыҙ, — тинеләр. (98)Шулай итеп, улар мәкерле хәйлә ҡорҙо. Беҙ иһә улар ҡорған мәкерҙе хур иттек. (Ибраһимды уттан ҡотҡарып ҡалдыҡ.) (99)(Ибраһим) әйтте:
— Мин Раббым тарафына китәм. Ул миңә тура юлды күрһәтер, — тине. (100) — Йә, Раббым, миңә паҡ күңелле бер ул бирһәң ине, — тип доға уҡыны. (101) Беҙ уның бик тә итәғәтле (Исмәғил исемле) улы буласағы тураһында ҡыуаныслы хәбәр бирҙек. (102) Ул йомошҡа ярарлыҡ булып үҫкәс, Ибраһим әйтте:
— Улым, мин төшөмдә һине (Аллаһҡа) ҡорбан урынына салғанымды күрҙем. Һин был турала нимә уйлайһың? — тине. Улы әйтте:
— Атаҡайым, һиңә (Аллаһтан) килгән әмер нисек булһа, шулай ҡыл. Инша'аллаһ, минең сабыр һәм Аллаһҡа итәғәтле икәнемде күрерһең, — тине. (103) Шулай итеп, улар икеһе лә (Аллаһтың әмеренә) буйһондо һәм (Ибраһим) улын йөҙ түбән ятҡырҙы. (104) Беҙ әйтттек:— Әй, Ибраһим! — тинек. (105)— Һин төшөңә тоғро ҡалдың. Шөбһәһеҙ, Беҙ изгелекле ғәмәлдә булғандарҙы бүләкләйбеҙ, — тинек. (106) Хаҡтыр, был ҡәтғи бер һынау ине.
107. Беҙ уға оло бер ҡорбанлыҡ (тәкә) ебәрҙек. (108) Унан һуң килгәндәргә Беҙ уның тураһында яҡшы иҫтәлектәр ҡалдырҙыҡ. (109)(Беҙҙән) Ибраһимға сәләм. (110) Беҙ изгелек ҡылғандарҙы ана шулай бүләкләйбеҙ. (111) Ул, ысындан да, Беҙҙең мөьмин бәндәләребеҙҙән ине. (112) Беҙ уның Исхаҡ исемле улының донъяға киләсәге һәм уның изге кеше, пәйғәмбәр буласағы тураһында һөйөнөслө хәбәр бирҙек. (113) Һәм уның үҙенә лә, һәм Исхаҡҡа ла муллыҡ, үрсем-бәрәкәт бирҙек. Ләкин һәр икеһенең нәҫелендә изгелек ҡылғандары ла, үҙҙәренә туранан-тура яманлыҡ ҡылғандары ла (кәферҙәр ҙә) бар ине.
114. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға ла, Һарунға ла ниғмәттәр (пәйғәмбәрлек, дини дәрәжә һәм донъя малы) бирҙек. (115)Уларҙы һәм ҡәүемдәрен хәтәр бәләләрҙән (һыуға батып үлеүҙән) ҡотҡарҙыҡ. (116)Уларға ярҙам иттек һәм улар еңеп сыҡты. (117) Һәр икеһенә лә (дөрөҫлөктө) ап-асыҡ итеп аңлата торған бер Китап (Тәүрәтты) бирҙек. (118) Һәр икеһен дә тура юлға күндерҙек. (119) Уларҙан һуң килгәндәргә (яҡшы) хәтирәләр ҡалдырҙыҡ. (120) Мусаға ла, Һарунға ла Беҙҙән сәләм (уларға именлек) булһын. (121) Дөрөҫө шул, изгелек ҡылғандарҙы Беҙ ана шулай бүләкләйбеҙ. (122) Шик юҡ, икеһе лә мөьмин бәндәләремдәндер.
123. Шөбһәһеҙ, Ильяс та пәйғәмбәр булды. (124) (Ильяс) халҡына әйтте:
— Һеҙ Аллаһтан (гөнаһ ҡылыуҙан, яза алыуҙан) ҡурҡмайһығыҙмы? — тине. (125, 126) — Юҡтан бар итеүселәрҙең иң изгелеклеһе булған, һеҙҙең дә Раббығыҙ булған, һеҙҙән әүәл килгән ата-бабаларығыҙҙың да Раббыһы булған Аллаһты инҡар итеп, Ба-алға табынаһығыҙмы?
(«Ба-ал — Шамда Бәк исемле шәһәрҙә йәшәүсе халыҡтың табына торған алтын һыны — бот. Был ҡала бөгөн «Ба-аләбәк» тип йөрөтөлә». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
«Ба-ал — ул Ҡояш аллаһы, Тәңреләштерелгән Ҡояш». Мөхәммәд Али тәфсиренән )
127, 128. Ләкин улар уны (Ильясты) ялғансыға сығарҙы. Шуға күрә, Аллаһтың ихлас ҡолдарынан башҡа, уларҙың һәр береһе (йәһәннәмгә) килтереләсәк. (129, 130) Унан һуң килгән халыҡтар араһында уның тураһында яҡшы иҫтәлек ҡалдырҙыҡ:
— Ильясҡа Беҙҙән сәләм! — тинек. (131) Хаҡ, изгелек ҡылғандарҙы Беҙ ана шулай бүләкләйбеҙ. (132) Сөнки ул беҙҙең иманлы бәндәләребеҙҙән ине.
133. Лут та, һис шикһеҙ, пәйғәмбәр ине. (134)Иҫегеҙҙәме, нисек итеп Беҙ уның үҙен һәм нәҫелен ҡотҡарып ҡалдыҡ? (135) Артта ҡалғандар араһындағы ҡарсыҡтан (Луттың ҡатынынан) башҡа. (136) Ҡалғандарҙың барыһын да һәләк иттек. (137,138) Әлбиттә, һеҙ иртә-кис уларҙың (емеректәре) янынан үтеп-һүтеп йөрөйһөгөҙ. Әле һаман аҡылға килмәйһегеҙме ни?
(Сүриялағы карауан юлы өҫтөндә һәләк ителгән ул шәһәрҙәрҙең хәрәбәләре (емеректәре) бар ).
139.Хаҡтыр, Юныс та күндерелгән пәйғәмбәребеҙ ине. (140)Ул шығрым тулы (йөк төйәлгән) кәмәгә ултырып (язанан) ҡасып китергә теләне. (Диңгеҙгә сыҡҡас, кәмә кинәт туҡтай. Кәмәселәр: кәмәбеҙҙә ҡасып киткән бер ҡол бар икән, уны табып, шыбаға һалайыҡ та, диңгеҙгә ташлайыҡ. Шунан һуң ғына кәмәбеҙ юлын дауам итәсәк, тинеләр). (141)Кәмәләгеләр араһында уны шыбаға тоттолар һәм диңгеҙгә ташланылар. Ул юҡҡа сыҡты. (142)(Кәмәгә рөхсәтһеҙ менеп, язанан ҡасырға теләгәненә ул бик үкенде) шул ваҡыт уны бер балыҡ йотто. (143, 144)Әгәр ҙә ул үкенеп (тәүбә итеп), Аллаһҡа тәсбих әйтмәгән булһа, Ҡиәмәт көнөнә саҡлы балыҡ ҡарынында ҡалған булыр ине. (145)Беҙ уны хәлһеҙ рәүештә ҡоро ергә сығарып ташланыҡ. (146)Өҫтөнә (күләгәһе төшөрлөк итеп) киң япраҡлы ағас үҫтерҙек. (147)Уны йөҙ меңдән артыҡ кешегә пәйғәмбәр итеп күндерҙек. (148)Һуңынан ул кешеләр иман килтерҙе. Шулай итеп, Беҙ уларҙы бер ҡәҙәр ваҡыт дауамында йәшәттек.
149. (Һындарға табыныусыларҙан, кәферҙәрҙән) һора:
— Аллаһта ҡыҙҙар ғына, уларҙа гел улдар ғына булып сығамы ни инде? — тип. (150) Әллә һуң Беҙ фәрештәләрҙе улар ҡарап торғанда ҡатын-ҡыҙ булараҡ яралттыҡмы? (151, 152) Иғтибарлы бул, улар ҡәтғи ялған һөйләй:
— Аллаһ бала атаһы булды, — тип. Шик юҡтыр, улар ялғансы. (153) Улдарға ҡарағанда Аллаһ ҡыҙ балаларҙы хуп күргәнме әллә? (154) Һеҙгә нимә булды? Һеҙ был турала нимә уйлайһығыҙ?(155)Һис тә башығыҙға барып етмәйме шул? (156) Әллә һуң һеҙҙең ҡулда асыҡ дәлилдәр бармы? (157) Әгәр (дәлилегеҙ) булһа, китабығыҙҙы килтерегеҙ.
158. Аллаһ менән ендәр араһында туғанлыҡ бар, тип әйтәләр. Хаҡтыр, хисап тотар өсөн ендәр ҙә (Аллаһ ҡаршыһына) килтереләсәктәрен бик яҡшы белеп торалар. (159) Аллаһ улар уйлап сығарғандарҙан бөйөк, паҡ. (160)Аллаһтың ихласлыҡҡа ирешкән (мөьмин) бәндәләре улар кеүек түгел (ғазапҡа тартылмаҫтар). (161, 162, 163)Һеҙ үзегеҙ ҙә, һеҙ табынған нәмәләр ҙә — һис берегеҙ йәһәннәмгә керәсәк кешеләрҙән башҡаларҙы аҙҙырып, Аллаһҡа ҡаршы ҡоторта алмаҫһығыҙ. (164, 165, 166) (Фәрештәләр) әйтә:
— Һәр беребеҙ өсөн билгеләнгән урыныбыҙ бар. Шик юҡ, беҙ шунда саф-саф торабыҙ (намаҙ уҡыйбыҙ). Хаҡтыр, беҙ Аллаһҡа тәсбих әйтәбеҙ. (167,168,169) Дөрөҫө шул, мөшриктәр, һындарға табыныусылар әйтә:
— Әгәр ҙә беҙҙән элек йәшәгәндәргә бирелгән кеүек, беҙгә лә Китап бирелгән булһа, һис шикһеҙ, беҙ Аллаһтың ихлас ҡолдары булыр инек, — ти. (170) Бына, (Ҡөръән килде, ләкин улар) уны инҡар итте. Әммә алға табан (кәферлектәренең ғазабын) беләсәктәр. (171) Ысындан да, бәндәләребеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ, тип һүҙ биргән инек. (172)
— Улар еңеү ҡаҙанасаҡ, — тинек. (173) — Беҙҙең ғәскәребеҙ, һис шикһеҙ, өҫтөн сығасаҡ, — тинек. (174) Шуға күрә, һин (эй, Мөхәммәд) уңай форсат сыҡҡанға саҡлы уларҙан ситләш, — тинек. (175) — Һин уларҙы күҙәт. Улар ҙа тиҙҙән күрәсәк. (176) Ысындан да, улар язабыҙҙы һис кисекмәҫтән татырға теләйме ни? (177) Ғазабыбыҙ уларҙың йортона килеп төшһә, киҫәтеп тә иманға килмәгәндәрҙең таңы ниндәй яман таң булыр. (178) Хәҙергә һин уларға яҡын барма. (179) Уларҙың хәлен күҙәтеп тор. Улар ҙа тәҡдирҙәрендәгеһен күрәсәк. (180) Бөтөн кәмселектәрҙән азат булған, ғиззәткә, ҡөҙрәткә эйә Раббың улар уйлап сығарған ғәйбәттәрҙән өҫтөн.
181. Күндерелгән пәйғәмбәрҙәрҙең барыһына ла (Аллаһтан) именлек булһын. (182) Ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһҡа дан булһын!
Сад (Дауыт) сүрәһе
(Сад сүрәһе 88 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Сүрәнең беренсе хәрефе «Сад». Исеме шунан килә. Ләкин уны «Дауыт сүрәһе» тип тә йөрөтәләр.)
Бисмилләһир-рахмәәнир— рахиим.
1. Сад. Изге Ҡөръән исеме менән әйтәм: (2) иманһыҙҙар (тыштан) тәкәббер һәм (эстән Аллаһҡа, пәйғәмбәренә) ҡапма-ҡаршылыҡта булырҙар. (3) Уларҙан элек йәшәгән күпме халыҡтарҙы һәләк иттек. (Ҡот осҡос ғазап килгәнен күргәс) улар нисек итеп ҡысҡыра-ҡысҡыра ялбарҙылар. Ләкин һуң ине инде. Ҡотолоу форсаты уҙған ине. (4) Үҙ араларынан сыҡҡан кеше, өгөтләүсе килгәс, улар аптырап ҡалды һәм ул кәферҙәр әйтте:
— Был тик алдаҡсы, (бер күҙ буяусы) сихырсы, — тинеләр. (5) Тәңреләребеҙҙе бөтөрөп, бары тик бер генә Аллаһты ҡалдырырмы ул? Ысындан да, был ғәжәп сәйер ғәмәл, — тинеләр. (6) Уларҙың юлбашсылары:
— Әйҙә, барығыҙ! Боттарығыҙ янына китегеҙ ҙә, уларға табынығыҙ. Һеҙҙән башҡа нәмә талап ителмәй. (7) Һуңғы динебеҙҙә (христианлыҡта) беҙ был турала һис тә ишетмәнек. Был бары тик уйҙырма, ялған. (8) Был Ҡөръән арабыҙҙағыларҙан бер уға ғына индерелгәнме? — тип Мөхәммәд янынан китеп барҙылар.
Эйе, улар Китабыма әллә ҡасандан бирле шикләнеп ҡарайҙар ине инде. Сөнки әле улар ғазабымды татып ҡараманы. (9) Әллә һуң ғәзиз, йомарт һәм ҡөҙрәт эйәһе Раббының рәхмәт хазинаһы улар ҡулындамы? (10) Йәки күктәрҙең һәм Ер араһындағы хөкөмдарлыҡ улар ҡулындамы? Шулай икән, ул сағында улар (ысулдары булһа, бөйөклөккә менеп ҡараһындар). (11)Улар төрлө-төрлө төркөмдәрҙән ойошҡан аламан ғәскәрҙәр. Улар шунда уҡ тар-мар ителәсәк.
12, 13. Уларҙан алда ла Нух халҡы ла, Ғәд халҡы ла, ҡаҙыҡтар оҫтаһы Фирғәүен дә, Сәмуд, Лут ҡәүемдәре лә, Әйкә халҡы ла пәйғәмбәрҙәрҙе ялғансыға сығарып, мыҫҡыл иттеләр. Бына шулар (пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы) берләшкән өйөрҙәр ине.
(Али Тургут яҙыуынса, Фирғәүен кешеләрҙе дүрт ҡаҙыҡҡа бәйләп язалай торған булған. Аят шуға ишаралай. Ләкин М. Али «ҡаҙыҡ» кәлимәһе «ҡеүәтле илдең тотҡаһы» мәғәнәһендә килә, ти.)
14.Уларҙың һәр береһе күндерелгән пәйғәмбәрҙәрҙе ялғансыға сығарҙы һәм шуның арҡаһында уларға язам раҫ килде. (15) Былар ҙа (Мәккә кәферҙәре лә) бер миҙгелгә лә кисекмәй торған ҡурҡыныс бер ауаз (гөрөлтө) көтә. (16)
— Раббыбыҙ! (Үҙебеҙгә тейешле язаны) өлөшөбөҙҙө Хисап Көнөнән алдан бир, — тинеләр.
17. (Эй, Мөхәммәд) уларҙың ҡылмыштарына сабыр ит, бәндәбеҙ Дауытты, ҡеүәт эйәһен хәтерләйһеңме? Ул һәр ваҡыт Аллаһҡа йүнәлә ине. (18, 19) Хаҡтыр, Без иртә-кис уның менән бергә тәсбих әйтеүсе тауҙарҙы, төркөм-төркөм ҡоштарҙы уға буйһондорҙоҡ.
20. Уның хөкөмдарлығын (батшалығын) ҡеүәтләндерҙек, уға хикмәт һәм итәғәтле матур һөйләм бирҙек. (21, 22) (Эй, Мөхәммәд) һиңә ике ғауғасы тураһындағы хәбәр килеп ирештеме? Нисек итеп улар мәсет диуарына (ҡоймаһына) үрмәләп, Дауыт янына керҙеләр. Уларҙы күреп, Дауыт бик ныҡ ҡурҡты.
— Ҡурҡма, беҙ ике дәғүәсе. Беребеҙ икенсебеҙгә зыян һалды. Эшебеҙҙе ғәҙеллек менән хөкөм ит. Зинһар, ғәҙеллек менән хөкөм ит. Беҙгә дөрөҫ юлды күрһәт, — тинеләр.
23. (Уларҙың береһе) әйтте:
— Был — минең туғаным. Уның туҡһан туғыҙ баш һарығы бар. Минең һарығым берәү генә. Ул: уныһын да миңә бир, тип (һуңғы һарығымды ла тартып алды) бәхәстә мине еңде.
24. Дауыт:
— Һинең һарығыңды үҙенең көтөүенә ҡушырға ынтылып, ул хаҡһыҙлыҡ ҡылған. Ысындан да, уртаҡ мал менән эш ҡылыусылар бер-берһенә ғәҙелһеҙлек ҡыла. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар иһә улай эшләмәй. Ләкин улар (иманлылар) әҙ.
Дауыт үҙен һынап ҡарағаныбыҙҙы һиҙенде һәм (намаҙын боҙғанына) тәүбә итеп, Аллаһтан ярлыҡау һораны, сәждә итте. (25) Һуңынан уның был эшен (намаҙ боҙғанын) беҙ ғәфү иттек. Яныбыҙҙа уға мәртәбәле һәм күркәм урын бирҙек һәм уның киләсәген бәхетле иттек. (26) Әй, Дауыт, Беҙ һине Ер йөҙөндә (үҙ ҡәүемеңә) хужа иттек. Шулай булғас, кешеләр араһында ғәҙеллек менән хөкөм йөрөт. Артыҡ хирыс (хыял-шәһүәткә бирелеүсән) һәм нәфсе булма. Шулай булһаң, һуңынан улар һине Аллаһ юлынан яҙҙырыр. Хаҡтыр, Аллаһ юлынан яҙғандарға, Ҡиәмәт Көнөнә ышанмағандарға интектергес ғазаптар булыр.
27. Күкте, Ерҙе һәм улар араһындағыларҙы Беҙ кәрәкһеҙгә (маҡсатһыҙ) юҡтан бар итмәнек. Был — инҡарсыларҙың фекере генә. Инҡарсыларҙың эше, һай, мөшкөлдер. Улар утта янасаҡ. (28) Әллә Беҙ иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ эшләгәндәр менән тиң күрәбеҙме? Йәки (Аллаһтың язаһынан) ҡурҡҡандарҙы юлдан яҙғандар хисабына кертәбеҙме?
29. (Рәсүлем) һиңә был изге Китапты, аяттарыбыҙҙы аңлаһындар һәм зиһенле кешеләр өгөт-нәсихәт алһындар, тип индерҙек.
30. Беҙ Дауытҡа Сөләймәнде бирҙек. Сөләймән бик тә яҡшы хеҙмәткәребеҙ ине. Хаҡтыр, ул һәр ваҡыт Аллаһ юлында булды. (31) Аҡшам намаҙы яҡынлашып килгәндә, уға ел етмәҫ етеҙ, саф тоҡомло юртаҡтар килтерҙеләр. (32) Сөләймән әйтте:
— Ысындан да, ат яратыуым арҡаһында мин Аллаһты онотоп ебәргәнем (аҡшам намаҙына һуңлағанмын). Ҡояш батҡанын да һиҙмәй ҡалғанмын, — тине. (Аттар сабып, күҙҙән юғалғас әйтте) — (33) Хәҙер тағын уларҙы минең янға алып килегеҙ, — тип ул аттарҙың муйындарын һыпырып, аяҡтарын ярата башланы.
34. Хаҡтыр, Беҙ Сөләймәнде шулай һынап ҡараныҡ, Тәхеттең өҫтөнә уның мәйет кеүек йәнһеҙ-хәлһеҙ гәүҙәһен ултырттыҡ. Ул тәүбә итте.
35. Сөләймән әйтте:
— Раббым, ярлыҡа мине. Минән һуң йәшәйәсәк кешеләргә лә бирелмәй торған хакимлыҡ бир миңә. Шик юҡтыр, Һин һәр ваҡыт сикһеҙ йомарт була килдең, - тине.
36. Шулай итеп, Беҙ елде Сөләймәнгә буйһондорҙоҡ. Ел ул теләгән яҡҡа, ул теләгәнсә йомшаҡ ҡына иҫә торған булып китте. (37) Мөһәбәт бейек биналар төҙөргә һәләтле, диңгеҙҙә сумып, ынйы-мәрйендәр алып сығыусы ендәрҙе, (38)сылбырҙар менән бығауланған ендәрҙе лә уның әмеренә бирҙек. (М. Ғәли нөсхәһендә был ендәрҙең тура мәғәнәһендәге ендәр булмайынса, күсермә мәғәнәләге, йәғни башҡа халыҡтарҙан әсир алынған ҡолдар икәнлеге әйтелә.) (39)
— Бына, беҙҙең йомартлығыбыҙ ошо булыр, - тинек. — Теләһәң, (был байлыҡты) башҡаларға тарат, теләһәң, — үҙ яныңда тот. Һинән хисап һоралмаҫ. (40)Дөрөҫө шулдыр, яныбыҙҙа уның өсөн шәрәфле һәм затлы урын бар.
41. (Рәсүлем) ҡолобоҙ Әйүпте лә онотма, иҫкә алып тор. Ул Раббыһына:
—Хаҡтыр, шайтан миңә ауырлыҡтар һәм күп бәләләр килтерҙе, — тип ялбарҙы. (42) (Әйүпкә әйтелде):
— Аяғың менән тип, — тинек. (Ул типте һәм ике шишмә бәреп сыға башланы.)
— Бына, һинең эсереңә һәм йыуынырға һалҡын һыу, — тинек.
(М. Али был аятҡа яңыса аңлатма бирә. Уныңса «ергә аяк менән тибеү» түгел, «үксәләр менән атты әйҙәкләү» икән. Йәғни, Аллаһ Әйүпкә атын ҡыуаларға ҡуша, Әйүп иһә, һыу тарафына тиҙ барып етә.)
43. Башында аҡылы булған кешеләргә ғибрәт булһын өсөн һәм рәхмәтебеҙҙең киңлегенә үрнәк миҫал итеп, уның ғаилаһенә һәм үҙҙәре менән бергә уларға оҡшағандарын да бүләк иттек.
44. — Ҡулыңа бер бәйләм үлән һабағы ал да, шуның менән (ҡатыныңа) һуҡ. Антыңды боҙма! — тинек. Ысынлыҡта, Беҙ Әйүпте сабыр һәм тура бәндә булараҡ беләбеҙ. Ул гәжәйеп яҡшы хеҙмәткәребеҙ ине. Ул һәр ваҡыт Аллаһ юлында булды.
(«Әйүптең ҡатыны, Яҡуп ҡыҙы Ләйлә, ауырыу ире Әйүп алдында яңғылыш эш ҡыла. Ауырыу Әйүп, терелгәндән һуң, уға йөҙ таяҡ һуҡтырырға ант итә. Әммә ҡатыны Ләйлә уға тоғро хеҙмәт итеп, яҡшы эштәр башҡарған кеше ине. Шуға күрә, изгелектәре күп булғанға, Жәнәбе Хаҡ йөҙ тапҡыр таяҡ менән һуғыуҙы, ант боҙмаҫ өсөн, үлән һабағы менән алыштырырға әмер итә. Әйүп ауырттырмайса ғына, ҡатынын мәғәнәүи язаға тарта». Хәсән Чантай тәфсиренән )
45. (Эй, Мөхәммәд) ҡеүәтле һәм зиһенле бәндәләребеҙ Ибраһим, Исхаҡ менән Яҡупты ла иҫеңә төшөр. (46) Беҙ уларға Әхирәт йорто тураһында уйланыусы айырыуса ихласлы кешеләр итеп яралттыҡ. (47) Хаҡтыр, улар — Беҙҙең яныбыҙҙа айырым урын биләүсе изгелекле бәндәләрҙер.
48. Исмәғилде, Әльясаны һәм Зөлкифелде онотма. Барыһы ла изгелекле кешеләр ине. (49) Бына, был уларҙы яд итеү (хөрмәтләп иҫкә төшөрөү) булды. Шуныһы хаҡтыр, тәҡүәләр өсөн киләсәктә Сәғәдәт әҙерләнгән. (50) Улар өсөн генә асыла торған ҡапҡалы Ғәден йәннәттәре уларҙы көтә. (51) Улар шунда урындыҡтарға ҡырын ятып, йәндәре теләгән емештәр һәм эсемлекләр генә килтертерҙәр. (52) Яндарында тыйнаҡ ҡарашлы үҙҙәренә ҡулай йәштәге гүзәлдәр булыр. (53) Бына, Хисап көнө килеп еткәс, һеҙгә бирелә торған нәмәләр шуларҙыр. (54) Әлбиттә, был - Беҙ биргән ризыҡтар. Улар, бер ҡасан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ булыр.
55. Дөрөҫ, уныһы шулай булыр. Әммә аҙғындарға хәтәр бер ғазап әҙерләнгән. (56) Улар йәһәннәмгә керәсәк. Йәһәннәм иһә бик тә хәтәр урын. (57) Уларҙың эсә торғандары ҡайнар һәм эренле һыу булыр. Шуны эсеп ҡараһындар! (58) Ошо ғазаптарға оҡшаш тағын башҡалары ла етәрлек булыр. (59) (Инҡарсыларҙың башлыҡтарына):
— Бына, һеҙҙең менән бергә йәһәннәмгә керәсәк халыҡтар ошоларҙыр. Улар рәхәт күрмәһен. Уларға шул йәһәннәм уты хас, - тип әйтерҙәр. (60)(Уларға эйәргәндәр иһә):
— Юҡ! Һеҙ үҙегеҙ рәхәтлек күрмәҫһегеҙ. Уны беҙгә һеҙ әҙерләнегеҙ. Аһ, ниндәй хәтәр урын был, - тип әйтерҙәр. (61)Йәнә улар:
— Раббыбыҙ, быны (аҙғынлыҡты) беҙгә кем килтергән булһа, шуларға ялҡын эсендәге ғазапты икеләтә бир, тип Аллаһҡа ялбарыр. (62) (Инҡарсылар, йәғни йәһәннәмгә кергән Мәккә кәферҙәре):
— Беҙгә нимә булды? Донъяла саҡта яман һаналған кешеләрҙе (пәйғәмбәрҙәрҙе) бында ни өсөн күрмәйбеҙ? — тип һорарҙар. (63) — Беҙ уларҙы мыҫҡыл иткән инек түгелме? Әллә беҙ уларҙың бында (йәһәннәмдә) икәндәрен күрмәй ҡалдыҡмы? (64) Бына шулай, йәһәннәмдәгеләрҙең ғауғалашыуы шулай булыр.
65. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин:
— Мин бары тик бер киҫәтеүсе генә. Бер Аллаһтан, бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте етә торған бер Раббынан башҡа тәңре юҡ. (66) Күктәрҙең, Ерҙең икеһе араһында булғандарҙың хужаһы Раббы барыһынан да өҫтөндөр. Ул сикһеҙ ярлыҡаусылыр.
67.Әйт һин:
- Был - бөйөк хәбәр! - тип. (68) - Әммә һеҙ унан йөҙ сөйөрәһегеҙ. (69) Улар шунда (Ғәрештә) бәхәсләшә икән, уларҙың нимә тураһында һөйләшкәне хаҡында минең һис бер хәбәрем юҡ, — тип әйт.
70. Бары тик киҫәтеүсе булғаным өсөн, миңә уахи ителгәнде генә һеҙгә еткереүсе, — тип әйт.
71. Раббың фәрештәләренә әйтте:
— Ысындан да, мин балсыҡтан кеше яһаясаҡмын, — тине. (72) - Уны яһап бөтөргәндән һуң, уға рухыбыҙҙан йән өргәндән һуң, шунда уҡ уға сәждә итегеҙ, — тине. (73) Бөтөн фәрештәләр ҙә бер остан сәждә итте. (74) Бары тик Иблис тәкәббер генә сәждә итмәне. Ул тәкәбберлек рәүешен алды ла, кәферҙәрҙән булды. (75) Аллаһ әйтте:
— Әй, Иблис! Үҙ ҡөҙрәтем менән барлыҡҡа килтергәнгә сәждә итеүҙән һине нимә тыйып тора? Ғорурландыңмы һин, әллә бөйөклөк шауҡымы йоҡтомы һиңә? — тине. (76) Иблис әйтте:
— Мин унан яҡшыраҡ. Һин мине уттан яралттың; уны балсыҡтан ғына, — тине. (77) Аллаһ әйтте:
— Улайһа, сығып кит бынан! Һин ләғнәт ителгән булдың, ләғийн булараҡ таш бәреп ҡыуыласаҡһың. (78) Яза көнөнә саҡлы һинең өҫтөңдә ләғнәтем торор, — тине. (79) Иблис әйтте:
— Йә,Раббым, улайһа, һин яңынан терелә торған Көнгәсә миңә донъяла торорға ризалыҡ бир, —тине. (80, 81)Аллаһ әйтте:
— Ярар, тора бир, - тине. — Мәғлүм ваҡытҡаса!
82, 83. Иблис әйтте:
— Һинең ҡөҙрәтең менән ант итәм, мин уларҙың, Валлаһи, барсаһын аҙҙырасаҡмын. Әлбиттә, һиңә ихлас булғандарҙан башҡаларын, — тине. (84, 85) Аллаһ әйтте:
— Хаҡтыр, мин дөрөҫөн һөйләйем, һине һәм һиңә эйәргәндәрҙең барсаһы менән йәһәннәмде тултырасаҡмын, — тине.
86. (Рәсүлем) әйт һин:
— Был эштәрем өсөн мин һеҙҙән һис бер түләү талап итмәйем. Уахи ителгәндәрҙән башҡа, үҙем мин һис бер нәмә уйлап сығармайым, — тип. (87) Был (Ҡөръән) халыҡтарға өгөттән башҡа нәмә түгел. (88) Шунда яҙылған хәбәрҙәрҙең хаҡ икәнлегенә әле һеҙ һуңынан ышанырһығыҙ.
Зүмәр (Халыҡ өйөрө) сүрәһе
(Зүмәр сүрәһе 75 аяттан тора. Мәккәлә ингән. 71-73-се аяттарҙа кәферҙәр менән мөьминдәр ойошторған халыҡ төркөмдәренән сүрәнең исеме килә. «Зүмәр» — төркөм, өйөр, йәмғийәт мәғәнәләрен эсенә алған һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Был Китап ғиззәт һәм хикмәт эйәһе Аллаһ тарафынан индерелде. (2) (Рәсүлем) шөбһәһеҙ, был Китапты һиңә Хәҡиҡәт булараҡ индерҙек. Шуға күрә, һин динде (ихлас) тот. Аллаһ ризалығы өсөн ғибәҙәт ҡыл. (3) Аң бул! Паҡ дин бары тик Аллаһтан ғына килә. Уны инҡар итеп, үҙҙәренә башҡа дуҫтар (уйҙырма Илаһтар) эҙләп табыусылар:
— Беҙҙе Аллаһҡа яҡынайтһындар, тип кенә беҙ уларға табынабыҙ, ҡоллоҡ итәбеҙ, - тип әйтәләр. Дөрөҫө шул, Аллаһ (мөьминдәр менән кәферҙәр араһындағы бәхәсте) ахырына еткереп хөкөм сығарасаҡ. Шик юҡ, Аллаһ ялғансы һәм инҡарсыларҙы тура юлға баҫтырмаҫ.