Кинйә Арыҫланов, Ҡаранай Моратов, Бәҙәрғол Юнаев 5 страница

Сәғәт тә үтмәне иртәгә көнө генералдың ғәскәре ҡаланы ташлап китәсәге тураһындағы яңылыҡ Грязновҡа билдәле булды. Ул тиҙ генә Силәбене уратып алды. Генерал ҡаланан сығыр юлды ауырлыҡ менән ярҙы, уға һуғыша - һуғыша, үлек һалдаттарын юлда ҡалдыра - ҡалдыра сигенергә тура килде. Сигенгән ғәскәрҙең артынан төшөп, бер туҡтауһыҙ тегеләрҙең ҡойроғо менән алышып, ҡыуалап барҙы башҡорт атлылары. Бер көнө Бәҙерғол һуғышсылары генерал ғәскәрен урап алдына үтеп, тегеләрҙе уҡ - һаҙаҡ менән ҡаршы алды. Аптыраған де Колонг Екатеринбургка барыр юлынан тайпылып, ҡыуылған мал кеүек арттан ҡайыҙланып, Шадринскиға табан боролдо. Генералды тулы хурлыҡтан уға ярҙамға килеп еткән майор Жолобов командаһы ғына ҡотҡарҙы. Уның ныҡ ҡоралланған, ял итеп алған карателдәре арманһыҙ булған, тик ҡылыс менән генә ҡалған боласыларҙы мылтыҡтарҙан атып,ҡырып, туҙҙырып үтте. Күп әсир, ҡорал дошман ҡулына эләкте. Тарҡатылған баш күтәреүселәрҙең отрядтары Силәбегә ҡарай сигенде, эҙәрлекләүселәр менән ҡаты һәм ҡанлы бәрелештәргә инде. Исәт провинцияһы яғынан секунд - майор Гагриндың ғәскәре Кәҫле, Ҡыштым заводтарына бәреп инеп, артабан Силәбегә ынтылды. Иван Грязнов менән Бәҙерғол отрядтарының төп көстәренә бер юлы ике фронтта һуғышырға тура килде. Был һуғыштарҙа ныҡ ҡаҡшаған пугачевсылар, ҡалған көстәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм ял итеү маҡсатында Сыбаркүлгә ҡарай сигенде. Бәҙерғол Юнаев үҙ яусыларын артабаныраҡ алып китеп, ял итеп хәл йыйыр өсөн ҡара урман төпкөлөнә йәшереп торҙо. Ләкин ҡышҡы урманда, алдан әҙерләнгән торлаҡ булмайынса, ҡайһылайтып йән аҫырайһың ? Ике тәүлек ял итте яугирҙәр, аттарын ҡырҙа ултырған кәбәндәргә ҡушып, туйындырҙылар, шунан кәңәш ҡорҙолар: артабан нишләргә ? Көндәр йылынғанға тиклем таралышып торорға булдылар атлылар. Ул - был була ҡалһа, осрашыу урыны - Байғаҙы ауылы. Май башына тиклем бер ай самаһы ваҡыт бар, шул көндәрҙә ял итеп, ҡорал һәм аҙыҡ - түлек йыйып, буласаҡ бәрелештәргә әҙерләнер өсөн һәр -кем үҙ иләүенә, үҙ өйөнә ҡарай юл алды.

Шулай итеп, 1774 йылдың башындағы Исәт провинцияһындағы һәм Силәбе эргәһендәге өс айлыҡ һуғыш көслө ҡоралланған хөкүмәт армияһының ваҡытлыса еңеүе менән тамамланды. Шулай булһа ла баш күтәреүселәрҙең төп көстәре тулыһынса тарҡалманы, һаҡланып ҡалды. Тулыһынса утлы ҡорал менән ҡоралланған регуләр армияға ҡаршы көршеүе, ай - һай, еңел түгел икән. Туптарға, мылтыҡтарға ҡаршы уҡ - һаҙаҡ, ҡылыс менән барырға тура килә!

Бүлек

Башҡортостан - ут - ялҡын эсендә

Бүгәсәү батша етәкселегендәге крәҫтиәндәр һуғышының икенсе этабында, уның ут - ялҡыны 1774 йылдың яҙына ҡарай бөтә Башҡортостанды ялмап алды. Төрлө төбәктәрҙә Ҡаранай Моратов, Ҡасҡын Самаров, Ҡәнзәфәр Усаев, Василий Торнов, Иван Белобородов етәкселегендәге отрядтар үҙ - аллы хәрәкәт итте. Әгәр тәүге этапта башлыса урындағы хәрби көстәргә ҡаршы барһа, икенсе этапта батша ғәскәрҙәренең күбәүенә таяныптыр, хөкүмәткә тоғро ҡалып боҫоп ятҡан старшиналар, феодалдар, уларҙың ярандары ҡыйыуланып китеп, хәҙер инде үҙҙәре отрядтар йыйып, баш күтәреүселәр менән бәрелешә башлайҙар. Михельсон уларҙы ,,партизандар“ тип атай. Бындай партизандар һәр төйәктә тиерлек табылған. Башҡорттарҙың башҡорттарға ҡаршы һуғышы бигерәк тә аяныс хәл, батша ярандарына, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Тархан Ҡыҙрас Муллаҡаев, мәҫәлән, хөкүмәткә тоғро булған бер төркөм старшиналар менән уҡмашып ҙур отряд төҙөй, Бишҡораз ауылы эргәһендәге алышта Пугачев атаманы Василий Торновты яралы һәм хәлһеҙ көйө улар ҡулға алырға ирешә. Был турала Муллаҡаев генерал - аншеф Бибиковҡа 10 апрель көнө хат яҙып ебәрә, ә 9 апрель көнө генералдың мәрхүм булып ҡалғанын ул аҙаҡтан ғына ишетеп белә.

Екатерина Икенсе хөкүмәте пугачевсыларҙы баҫтырыу өсөн булған көстө файҙаланырға тырыша. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың үҙендәге язалау командалары ла эштәрен ҡыҙыулата төшә. Генерал - майор П. Голицындың корпусы удар көс тип һанала.Ул 5 000 ғәскәре һәм 70 тубы менән Ырымбурға яҡынлаша һәм генерал Бибиковтың язалау отрядтары менән ҡушыла. 22 мартта Татищев ҡәлғәһе янында пугачевсылар менән ҡаты һуғыш була. Пугачев яғынан 9 000 баш күтәреүсе бәрелештә ҡатнаша. Теләһә - нисек ҡоралланған яусыларҙың ҡаһарманлығына генерал Бибиковтың иҫе киткән. Һуғыш алты сәғәт буйына бара һәм баш күтәреүселәрҙең еңелеүе менән тамамлана. Пугачев ике мең ярым тирәһе кешеһен юғалтҡан, 400 кеше әсиргә алынған.

Голицын менән Пугачев ғәскәрҙәренең осрашыуы 1 апрелдә Һаҡмар ҡаласығы эргәһендә булып, ҡаты бәрелеш һәм яусыларҙың еңелеүе менән менән тамамлана. Был юлы баш күтәреүселәр яғында 5 000 кеше булып, шуның 3 меңе башҡорт була. Шуларҙан 400 яусы һәләк була, ә 3 000 тирәһе һуғышсы әсиргә эләгә.

Пугачев, Кинйә Арыҫлановтың кәңәшен тотоп, ҡалдыҡ 500 һуғышсыһы менән Башҡортостанға ҡарай юл тарта. Бүгәсәү батшаның яҡынлағанын ишетеп урындағы халыҡ яманыраҡ ҡуҙғып киткән. Тиҙ арала 10 000 ғәскәр йыйып алып крәҫтиәндәр юлбашсыһы апрелдә Әүжән - Петров заводын ала, Белорет аша сығып, май башында Магнит ҡәлғәһенә һөжүм ойоштора, шунан һуң Троицк яғына йүнәлгән. Бүгәсәү Лягушино ауылы янында Михельсондың язалау ғәскәре менән алышып, яусыларҙың күп өлөшөн юғалтҡан һәм ҡалдыҡ отряды менән китеп юғалған.

Хәҙер Михельсон ғәскәренә ҡаршы Салауат батыр отрядтары сыҡҡан. 7 - 8 майҙа Эҫем заводы һәм Үсҡанды йылғаһы буйында ҡаты бәрелештәр була. Михельсон Салауаттың хәрби оҫталығына иҫе киткән. Май аҙағында Әй йылғаһы буйында Салауат батыр Михельсондың корпусына һөжүм итә, күперҙәрҙе яндырған. Шуға күрә корпус йылғаны кисеп сыға алмайынса туҡтап торорға мәжбүр булған. Салауат күперҙәрҙең юҡлығы Михельсондың хәрәкәтен оҙаҡҡа туҡтатыр, тип фаразлай. Ә Михельсон таң менән ҡоралын аттарға һалып, йөҙә белгән һалдаттарын йөҙҙөртөп йылға аша сыға. Сығыуын - сыға, ләкин башҡорт батырының ғәскәре, ҡайһы аралалыр, юҡҡа сыға ла ҡуя. Батша армияһы уларҙы эҙләп ҡарай - таба алмай, ҡайҙа юғалыуын да белмәй. Был ваҡытта Салауат дошман корпустан айырылып китеп, Бүгәсәү батша менән осрашыуға йүнәлгән була.

2 июнь көнө Салауат Юлаев үҙенең мең ярым кешенән торған отряды менән Пугачевҡа барып ҡушыла. Мужиктар батшаһының ҡыуанысы сикһеҙ була, сөнки май аҙҡтарында уҡ уның хәле ауырлаша. Магнит эргәһенән ул Салауат хәрәкәт иткән яҡҡа ҡарай ынтыла. Юл ыңғайы бер - нисә төбәкте ҡулға төшөрә. Генерал де Колонгтың ғәскәре, Михельсон корпусы менән алыша - алыша Һатҡы заводына килә, Салауатҡа яҡынайыуын дауам итә. Күрәһең, ҡушылыу ваҡыты һәм урыны алдан билдәләнгән булғандыр.

Үрге Ҡыйғы эргәһендә көтөп тороп ҡаршы алды Салауат Юлаев Пугачев ғәскәрен. Һыбайлылары матур итеп өсмөйөш яһап теҙелгән. Бүгәс һыбайлылары яҡынлап туҡтағас та башҡорттар юлбашсыһы юрттырып килеп рапорт бирҙе:

- Петр Федорович батша хәҙрәттәре! Һеҙгә мең ярым яусынан торған башҡорт һыбайлыларын алып килдем. Көрәште артабан дауам итергә әҙербеҙ! Ҡабул итеп алығыҙ ғәскәремде!

- Ҡабул иттем атлы ғәскәреңде, полковник Салауат Юлаевич! Мең йәшә!-

Башҡорт батырын Пугачев ҡыуанысынан ҡосаҡлап алды, күңеле йомшап китте уның бындай шатлыҡтан. Нисек шатланмайһың инде ? Ғәскәрҙең ҡеүәте артты, Емельян Пугачев тағы үҙен күп генераллы батша итеп тойҙо.

Ер һелкетеп ,, ур-ра-а “ тауыштары яңғырай.

Полковник Афанасий Перфильевбашҡорттарҙың юлбашсыһын Пугачевтың атамандары менән таныштырып сыҡты:

- Базаргул Юнаев, фельмаршал, старшина.

- Юламан Кушаев, генерал, старшина.

- Кинзя Арсланов, баш полковник, старшина.

- Иван Белобородов, баш атаман, полковник.

- Алексей Дубровский, дәүләт коллегияһы секретары...

Ике яусыл ғәскәр осрашып берләшкәндең иртәгәһенә, йәғни 3 июнь көнө Михельсон корпусы ҡуҙғалырға әҙерләнгәндә, уларға мең ярым яугирҙән торған Салауат һыбайлылыры ташланды. Алыштар ваҡытында Михельсон менән Пугачев күҙмә - күҙ осрашты, корпус командиры саҡ - саҡ әсиргә эләкмәй ҡала - казактары килеп етеп ҡурсылап өлгөрәләр. Һуғыш баҫылғас та Михельсон корпусын ситкәрәк шылдырып ҡуя. Ике көндән һуң пугачевсылар уны Ҡыйғы аръяғынан табып алалар һәм тағы һөжүм итәләр. Алыштан һуң ике яҡ та үҙен еңеүсе, тип һанай. Пугачевсылар өсөн был һуғыш нәтижәһе әллә ни насар ҙа булмағандыр, сөнки алыштан һуң крәҫтиәндәр батшаһы үҙенең указы менән яңы дәрәжәләр тарата:

- Бәҙерғол Юнаевҡа фельмаршал дәрәжәһе бирелә.

- Юлай Аҙналин бөтә Себер юлы башҡорттарының атманы итеп билдәләнә.

- Юламан Ҡушаев генерал итеп үрләтелә.

- Мортаҙа Йортауылов полковник дәрәжәһен ала.

- Салауат Юлаевҡа бригадир дәрәжәһе (генерал - майор) бирелә. Был турала ,, Салауат “ исемле халыҡ йырында былай тип әйтелә:

Салауат нисә йәшендә,

Йәшел ҡамсат бүрке башында.

Булғадир булған, ай, Салауат

Егерме лә ике йәшендә.

Әгәр йыр һүҙҙәренә ышанһаҡ, 1774 йылдың июнь айында Салауатҡа ни бары 22 йәш тулған булып сыға.

Артабан Пугачевтың төп көстәре Башҡортостан аша Казанға юл тотҡан. Алдан төшкән Салауат Юлаев менән Белобородов отрядтары төп көстәр килеп еткәнсе Уса нығытмаһын ҡамауҙа тотҡандар. Төп көстәрҙең бер туҡтауһыҙ һөжүм итеүе арҡаһында Уса гарнизоны оҙаҡ ваҡыт ҡаршы тора алмаған һәм 21 июндә ҡорал һала. Ошо алыштарҙың береһендә Салауат яралана, ләкин сафта ҡала.

Усаны баҫып алғандан һуң Бүгәсәү батша барлыҡ башҡорт старшиналарын өйҙәренә ҡайтарып ебәргән, үҙе ҙур булмаған төркөм менән Волга яғына ҡарай юлланған. Төп көстәре менән юл ыңғайы Ижевск, Воткинск заводтарын ала. Ике сәғәтлек бәрелештән һуң Казанға инә, бары тик ныҡ нығытылған кремль генә ҡулға эләкмәй ҡала. Бай ҡатлам кешеләре һәм ҡала ғәскәре кремль нығытмаһы эсенә инеп, бикләнеп ҡотола.

Пугачевтың артынан төшкән Михельсон Казанға килеп етә һәм ҡала эргәһендә һуғыш ҡыҙып китә. Өс тапҡыр бәрелешкәндән һуң Пугачев сигенә һәм Волга аша сығып китергә мәжбүр була.

Шулай итеп, ихтилалдың икенсе этабы ошоноң менән тамамлана. Бәрелештәр башлыса башҡорт ерҙәрендә бара һәм үҙенең киңлеге менән хөкүмәт етәкселәрен, батша һәм уның чиновниктарын ныҡ ҡурҡыуға төшөрә.

Шуға күрә лә был яҡтарға күп һанлы, көслө ҡоралланған регуляр хәрби көстәр, язалау командалары ашығыс рәүештә ташлана.

Ә Пугачев Волга аръяғында йылдам хәрәкәт итеп Саранск, Саратов, Пенза кеүек эре ҡалаларҙы ала. Ярлы халыҡ баш күтәреүселәрҙе шатланып ҡаршы ала, ғәскәренә ҙур теләк менән ҡушыла. Был хәл Россияның үҙәк губернияларындағы юғары ҡатламды ҡурҡыуға төшөрә, хатта уны Мәскәүҙә лә көтәләр.

Ләкин ихтилал был юлы һүрелеүгә табан бара. Бүгәсәү Мәскәү юлын ҡалдырып, Волга буйлап түбәнгә, Рәсәй сигенә яҡынларға тырыша. Пугачевты батша армияһы ғәскәрҙәре ҡамай башлай. Һуңғы хәл иткес һуғыш 25 августа була. Черный Яр ауылы янында Михельсон менән һуңғы бәрелештә Пугачев еңелә.

Ошондай шарттарҙа үҙ ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу уйы менән янып, тотолғандан һуң йомшағыраҡ язаға иҫәп тотоп, ,,императорҙың“ яҡын көрәштәштәре уны армия генералдарына тотоп тапшырырға йәшертен һүҙ йөрөтәләр. Был эш юлбашсының иң ышанған казагы, хәрби коллегияһы судьяһы ИванТворогов етәкселегендә башҡарыла.

Пугачевты Мәскәүгә килтереп нисек язалауҙары тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡтыр, күрәһең, сөнки был турала китаптарҙа, тарихи монографияларҙа, әҙәбиәттә күп тапҡырҙар яҙылған.

Халыҡ ихтилалының өсөнсө этабында Салауат Юлаевтың хәрби таланты айырыуса ныҡ һиҙелә. Был осорҙа хөкүмәт ғәскәре айырыуса ҡанһыҙлыҡ күрһәтә. Шулай ҙа баш күтәреүселәр көҙгә тиклем көрәште дауам итәләр. Хәҙер инде Салауат Юлаев Башҡортостандың төнъяҡ яртыһында бөтә баш күтәреүселәрҙең берҙән - бер төп юлбашсыһы булып китә.

1774 йылдың көҙөндә боласыларҙың иң ҙур отряды тик Салауат ҡулы аҫтында ғына була. Шуға күрә хөкүмәт һәм Өфө провинцияһы хәкимиәте борсолоуҙарын йәшермәгән, тиҙерәк хәрби саралар күреп, уларҙы юҡҡа сығарырға тырышҡан. Бындай маҡсатты йәһәтерәк үтәр өсөн һәм Салауаттың отрядын ҡыйратыр өсөн Өфөнән подполковник Рылеевтың күп һанлы язалау командаһы боласылар яғына юл тота. Башҡорт юлбашсыһының авангард төркөмө 18 сентябрҙә Тимошкино ауылы янында башҡорт атлылары командаға кинәт кенә ташланып тегеләрҙә олоғара ығы - зығы тыуҙыралар. Ә 22 сентябрҙә Нурҡа ауылы эргәһендә Салауат батырҙың өс меңләп яусы тәшкил иткән тәп көстәре язалау командаһына һөжүм итә. Көн буйы барған был һуғышта күп ҡан ҡойолған, ике яҡ та сигенергә уйламаған. Баш күтәреүселәр 400 - гә яҡын яусыһын юғалтҡан. Артиллерия һәм мылтыҡтың көслө уты арҡаһында баш күтәреүселәр Елдәк ҡәлғәһенә сигенәләр, артабан Юлай Аҙналинға барып ҡушылыу маҡсаты менән Ҡатау - заводына йүнәләләр. Хәҙер, Пугачев юҡта, властар өсөн Салауат Юлаев иң ҡурҡыныс боласыға әйләнгән һәм ул Рәсәй тәнендә ҡапыл ғына сығарып ташлай алмаҫтай энәләй сәнселеп торған.

Ноябрь аҙағында Салауат батыр һуңғы алышҡа сыға. Был юлы ла ул генерал Фреймандың ун меңлек корпусына үҙе башлап һөжүм итә. Ләкин көстәр һәм ҡорал нисбәте тигеҙ булмау арҡаһында алыш баш күтәреүселәрҙең еңелеүе менән тамамланған. Ошо осорҙа язалау отрядтары менән бөтә Башҡортостан тула. Бындай шарттарҙа, әлбиттә, көрәште артабан дауам итерлек мөмкинлек ҡалмаған. Шуға күрә Салауат батыр киләһе йылдың яҙына тиклем отрядын таратып торорға була. Үҙе ҡаҙаҡ далаларына китеп, яҙғыһын кире ҡайтып көрәште дауам итергә ниәт тотҡан. Ләкин был уй тормошҡа ашмай ҡалған, сөнки Миндәш ауылы янында Салауатты һәм уның дүрт яуҙашын ,,тоғро“ мишәр старшинаһы Мөҡсин Әбдесәләмов үҙ отряды менән ҡыуырға төшә. Шуныһы билдәле: ихтилал ялҡыны һүрелә башлаған осорҙа властарға Мөҡсин кеүек әүмәкәй старшиналар әүҙем ярҙам итә башлаған. Шуларҙың береһе Ҡыҙрас Муллаҡаев Ҡәнзәфәрҙе әсир итеп алырға ирешә. Был эше өсөн Йәшерен Комиссия башлығы уға йөҙ һум аҡса бирә һәм миҙал таға. Ҡыҙрас старшина Салауатты һәм Ҡаранайҙы тотоп бирергә вәғәҙәләп ҡайтып китә.

Ихтилал башланған ваҡытта өс меңлек отряды менән Пугачевҡа ҡушылған Аҙнабай Мырҙағолов хәҙер килеп Салауатты эҙәрлекләй башлай. Шәрип Ҡыйыҡов, Ҡолой Балтасов отрядтары баш күтәреүселәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәш аса.

Кем һуң ул Ҡолой Балтасов ? Ул - башҡорт тарханы, күренекле шәхес, йәшәгән урыны - Балтас ауылы. Оҙаҡ йылдар ( 1759 - 1780 ) Ҡыр Танып олоҫо старшинаһы булып эшләй, Пруссия походында ҡатнаша, Юлай Аҙналин менән бергәләп Польша конфедераттарына ҡаршы көрәшә. Ихтилал һуңында каратель булып, язалау командаһы етәксеһе булараҡ таныла.

Юлай Аҙналин, тормошто күп яҡлап күргән һәм белгән өлкән йәштәрҙәге кеше булараҡ, көс нисбәтенең нисек үҙгәреп барыуын бик һәйбәт һиҙә. Шуға күрә, көстәр бизмәненең язалаусылар яғына ауышыуын күреп, баш һалырға ҡарар итә. Ҡасҡын Һамаровтың өндәүе арҡаһында килеп сыға был эш. Пугачев полковнигы Ҡасҡын Һамаров баш һалырға өндәп Юлай ағайына бер - нисә тапҡыр килеп китә, коллежский советник Иван Тимашевҡа барырға өгөтләй. 11 октябрь көнө Юлай Аҙналин тағы биш старшина менән берлектә Тимашевҡа килеп баш һала. Тимашев - хәрби кеше түгел, ә Рәсәй армияһына аҙыҡ - түлек, аттарға фураж ташып тәьмин итеүсе сауҙагәр. Ылауҙарын һаҡлау өсөн ҡул аҫтында йөҙҙән ашыуыраҡ һалдатты үҙ эсенә алған хәрби көс тота. Шулай ҙа баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәштә ҡатнашмай, ябай халыҡҡа яуызлыҡ ҡылмайса йомшаҡ мөғәмәлә була. Уның йомшаҡ күңелле кеше икәнен белеп уға баш һалырға генерал Юламан Ҡушаев, полковник Ҡасҡын Һамаров, бригадир Ҡаранай Моратов килә. Тимашев уларҙы ҡабул итә, ҡулға алмай, ирекле йөрөтә һәм үҙ эшендә ярҙамсылар итеп ҡуллана.

Юлай Аҙналин Тимашевтың йомошон үтәп, бер - нисә старшина менән Ҡатау - Иван заводына аттар менән аҙыҡ - түлек ташый башлай, үҙен ярлыҡарҙар тип уйлай. Тап ошо ваҡытта Салауат Юлаев ошо заводты ҡамауҙа тотҡан була.

Салауат батырҙың карателдәр менән һуңғы ҡаты алышы 1774 йылдың ноябрендә Ҡатау - Иван заводы эргәһендә булды. Алыш Салауат төркөмөнөң кәрен алды, аттар ҙа ныҡ йонсоно. Был алышта ла завод эсендәгеләр бирелмәне. Тик шуныһы ҡыуаныслы: отрядтағыларҙың ҡырылыуына юл ҡуйманылар, һаҡ хәрәкәт иттеләр, шулай ҙа бер - нисә һуғышсы баштарын һалды.

Салауат Юлаев отрядын урман ситенә теҙҙе. Үтә күреп тора: ир - егеттәр хәлдән тайған, кейем - һалым тетелеп бөткән.

Салауат һүҙ башланы:

- Ағай - эне, егеттәр! Иғтибар менән мине тыңлағыҙ! Ҡурҡыу белмәй алышҡанығыҙҙы, айбарланып һөжүм икәнегеҙҙе беләм, күреп йөрөйөм. Ләкин бында һеҙҙе маҡтарға тип йыйынманым, ә артабан нишләргә, ниндәй ҡарар ҡабул итһәк - дөрөҫ булыр - ошо мәсьәлә буйынса кәңәш итергә йыйҙым. Бына ошо мәсьәлә беренсел булып ҡалҡты. Күреп тораһығыҙ: уҡтар атылып бөттө, булған туптар сафтан сыҡты, дары һәм патрондар бик аҙ ғына ҡалды. Шуны ла беләм: заводҡа тағы бер ынтылһаҡ - ул беҙҙеке. Ундағылар ҙа ныҡ арыған, йәҙрәләрен атып бөткәндәр, патрондары ла самалы булырға тейеш. Һеҙ, яугирҙар, миңә тулыһынса ышанаһығыҙмы ?

Наши рекомендации