Кинйә Арыҫланов, Ҡаранай Моратов, Бәҙәрғол Юнаев 6 страница

- Ышанабыҙ, әлбиттә, ышанабыҙ!

-Тыңлайһығыҙмы мине ?

- Тыңлайбыҙ, тыңлайбыҙ.

- Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙгә, ағай - эне, ғәҙеллек өсөн алып барған көрәшебеҙҙе тамамларға ваҡыт етте. Эйе, беҙ еңмәнек, беҙҙе лә дошман еңә алманы. Беҙҙең тирәне язалау отрядтары тулыһынса ҡулсаға алды һәм ул сәғәт һайын ҡыҫылғандан - ҡыҫыла бара. Шуға күрә ныҡлы уйланылған һуңғы ҡарарымды һеҙгә еткерәм: таралышырға ваҡыт етте. Ҡаңғырмай - нитмәй ошо әмерҙе үтәүегеҙҙе һорайым. Йорттарығыҙға, ғаиләләрегеҙгә ҡайтығыҙ, донъя көтөгөҙ, ял итегеҙ! Дошман ҡулына эләгеп ҡуйыуҙан һаҡланығыҙ!

Тәрән тынлыҡ урынлашты. Салауаттың тағы ниҙер әйтерен көттөләр, буғай, ләкин ул оҙаҡҡа тынып ҡалды. Яйлап ҡына ризаһыҙлыҡ белдереп шыбырлашауҙар башланды һәм ул еңелтә геүләүгә әүерелде. Унда - бында тауыш ишетелде:

- Ҡорал ташламаясаҡбыҙ...

- Ҡатауҙы алайыҡ, шунан ҡайтырбыҙ...

- Өйгә ҡайтһаҡ та язалау отрядтары барыбер беҙҙе табасаҡ...

- Шауламай тороғоҙ әле, яуҙаштар! Салауат ҡустым, мин бер - ике һүҙ әйтәйем. - Сафтарҙан айырылып өлкәнерәк йәштәрҙәге Дыуан олоҫо старшинаһы Миңлеяр Арҡаев алға сыҡты. - Бригадирыбыҙҙың әмерен беҙгә мотлаҡ үтәргә кәрәк. Таралышмайынса булмай. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: хәлһеҙ көйө, саҡ баҫып торған аттарға менеп Ҡатауға һөжүм итеү - үҙе үк еңел аҡыллылыҡ. Заводҡа ҡул һелтәгеҙ, кәрәге - бер тин. Аллаһы Тәғәлә үҙе шулай ҡушҡандыр. Таралайыҡ, хәл йыяйыҡ. Ҡыш көнө нисек һуғышмаҡсы булаһығыҙ ?

- Рәхмәт, Миңлеяр ағай! Һүҙҙәрең - алтын. - Салауат сафтарға күҙ йүгертеп сыҡты. - Кем һеҙгә ҡорал ташларға ҡуша ? Берәү ҙә ҡушмай. Киреһенсә булған ҡоралдарығыҙҙы нығыраҡ йәшерегеҙ! Һуңыраҡ кәрәк булыуы бик мөмкин. Ә хәҙер тағы ла ҡабатлайым: таралығыҙ! Ни тиклем тиҙерәк ҡыбырлаһағыҙ, шул тиклем яҡшыраҡ булыр. Ут ҡулсаһы эсендә ҡалып ҡуймайыҡ!

Тауыштар ишетелде:

- Таралыу дөрөҫтөр, туғандар, ҡуҙғала башлайыҡ.

- Салауат батырҙың һүҙе дөрөҫ, тыңлағыҙ, ҡаңғырмағыҙ!

- Ҡыш сығып алһаҡ - тағы күтәрелербеҙ. Батырға ла ял кәрәк!

- Бригадир, үҙеңде һаҡла! Һин беҙгә кәрәкһең!

Халыҡ ашыҡмай ғына таралыша башланы. Яуҙаштары: һыбайлылар, йәйәүлеләр, ылаулылар бөтә кәрәк - яраҡтарын йыйып алып, ҡоралдарын тағып урман эсенә ынтылды. Дүрт яуҙашы нишләптер тик тороуҙарын дауам итте.

- Ә һеҙ нимә ҡарап тораһығыҙ ? Әллә минең әмерҙе аңламанығыҙмы ? Есаул, ҡуҙғалырға бойороҡ бир! Мин генә бында ҡалам.

- Салауат ҡустым! Беҙ һинең яңғыҙыңды ҡалдырмайбыҙ, шулай һөйләштек.- Есаул Раҡай яҡыныраҡ килде. - Мин һәм Әбдрәшит ҡустым яуҙаш ҡына түгел, ә һиңә яҡын туғанбыҙ ҙа. Беҙгә тағы Юртым Әдил уғлы менән Зәйнәш Сөләймән уғлы ҡушылды. Ауыр саҡта хәрби етәксеңде ташлап китеү бер ниндәй ҡанундарға һыймай.

- Һуң минең менән ҡалыу үҙ - үҙеңде үлемгә дусар итеү бит! Шуны аңламайһығыҙмы ни ?

- Аңлайбыҙ, шуға күрә ҡалабыҙ! Беҙҙең ҡарар ҡәтғи, ни күрһәк тә бергә күрербеҙ! Беҙҙе ҡыума!

Салауат ҡул һелтәне:

- Ярай, ҡалығыҙ улай булғас. Тик шуны белегеҙ: ҡараңғы төшөүгә Миндәштә булырға тейешбеҙ, шул яҡ тынысыраҡ күренә. Артабан нишләргә һөйләшербеҙ, әйҙәгеҙ, ҡуҙғалайыҡ!

Биш һыбайлы кәрәк - яраҡтарын алып ҡабаланмайынса урманға тартылды. Яңыраҡ ҡына геүләп торған ялан бушап ҡалды...

Был ваҡытта подполковник Аршеневскийҙың язалау полкы Себер юлына килеп ингәйне инде. Подполковниктың кәйефе бик насар. Уға: ,, Салауатты эҙләп табып, тереләй ҡулға алып килтерергә,”- тигән бойороҡ бирелде. Шуны нисек үтәргә! Был йөрөш ҙур кәбәндән энә эҙләгән кеүек бит инде, ҡайҙа төбәп барырға белмәйһең! Шулай ҙа дүрт тарафҡа дүрт күҙәтсе ебәрҙе ул. Шәүлә артынан ҡыуып йөрөгәндәй тойҙо үҙен Аршеневский. Ҡобай олоҫо сигендә туҡтап ял итеп алырға булдылар. Эңер төшмәҫ элек күҙәтселәр тирә - яҡты байҡап әйләнделәр, йәшертен дозорҙар ҡуйҙылар. Ҡалған һалдаттар командирына ҙур сатыр ҡорҙолар, үҙҙәренә палаткалар ултырттылар, утын ташынылар, ашарға әҙерләнеләр, ял иттеләр. Уйламағанда дозорҙа тороусылар ике кешене тотоп килтерҙеләр. Сатыр эсенә керетеп Аршеневский алдына баҫтырҙылар. Подполковник тотолғандарға күҙ йүгертте: кейемдәре бик затлы күренә быларҙың, икеһендә лә ялтыр атластан тегелгән сәкмән, өр - яңы ҡама бүректәр, аҡ быймалар. Аттары ажар, йонсоуға оҡшамаған, үҙҙәре ҡара елдәрҙә янмаған тулы битле әҙәмдәр. Тыныс ҡына ҡарап торалар, ҡурҡҡанға оҡшамағандар. Сәләмләнеләр.

Подполковник тәүҙә һорау алып шунан һуң һаҡ аҫтында ҡалдырырға булды. Йыйылма өҫтәл артынан тормайынса һорау бирҙе:

- Кемдәр һеҙ ? Бында нимә ҡарап йөрөйһөгөҙ ? - Сатыр хужаһы улар менән иҫәнләшмәне, ултырыға ла тәҡдим итмәне. Кем белә уларҙың кем икәнен!

- Нас ругать нельзя, беҙ - помощники Әбей батша, беҙ - ловить вора - тип берәүһе вата - емерә русса һүҙ башлап нимәлер аңлатып маташты.

Икенсеһе лә һүҙгә ҡушылды:

-Ҡайҙа Салаватка ходит -мы знать.

Аршеневский поручигына өндәште:

- Һин был әҙәмдәрҙең һүҙ бутҡаһынан берәй нәмә аңланыңмы ?

- Аңламаным!

- Тәржемәсене саҡырмаһаң - булмаҫ.

Поручик Лесковский сатырҙан сығып ҡайҙалыр йүгерҙе. Аршеневский был бәндәләрҙән күҙен алмай ҡарап ултыра. Тышҡы ҡиәфәттәре аша кемдәр икәнен самаларға теләй - килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Тыштан күренеп тора: хәлле йәшәгән әҙәмдәр былар, түңәрәк йөҙҙәре бер -береһенекенә оҡшаған. Икеһе лә йәшел түңәрәк күҙле, башҡорттарға тартымдары юҡ кеүек, сәйер әҙәмдәр.

Тәржемәсе ингән ыңғайы сәйер ҡунуҡтар менән әңгәмәләшә башланы һәм шунда уҡ мәғәнәһен подполковникка еткерә барҙы:

- Башҡорттар түгел былар, мишәр тоҡомонан. Ағалы - энеле Мөҡсин менән Йәмғүр Ғәбсәләмовтар. Беҙгә ярҙам итергә йөрөйҙәр. Икеһе лә берәр ҡораллы отряд тота икән. Улар ҙа вор Салауат Юлаевты эҙләйҙәр. Эҙенә төштөк, тотоп бирәбеҙ, ярҙам кәрәк, тиҙәр.

Сатыр хужаһы йәнләнеп китте:

- Һора әле, Лесковский, уларса: вор - Салаватка ҡайһы тирәлә ?

Һораны Лесковский, тәржемәсе әйләндерә барҙы:

- Әй менән Сим исемле йылғалары аралығында булырға тейеш. Һалдаттарығыҙҙы шул тирәгә алып бара алабыҙ, ти. Һеҙ ул ерҙәрҙе белмәйһегеҙ, ти. Бергәләп тетеп сыҡһаҡ - тотасаҡбыҙ.Үҙебеҙҙең йөҙәр кешенән торған ике отрядыбыҙ бар, улар менән генә эш сыҡмаҫ, шуға һеҙгә ҡушылырға уйлап бында килдек. Беҙҙең генә ике йөҙ кеше, алыш - тартыш башланып китһә, күп түгел бит инде.

- Лесковский, быларға ышанаһыңмы ? Ана, ниндәй ҙур вәғәҙә бирәләр.

- Минеңсә, подполковник әфәнде, уларға ышанырға ярамай. Берәй этлек уйлап килмәгәндәрме икән ?

- Мин дә тап шулай уйлап ултырам, тикшереү үткәрмәйенсә - ышанырға ярамай. Әлегә һаҡ аҫтына ҡуйығыҙ! Артабан күҙ күрер.

Подполковниктың һуңғы һүҙҙәрен ишетеп торған Ғәбделсәләмовтар ҡушарлап ҡысҡырыша башланылар:

- Беҙгә нисек ышанмайһың ул ? Был - Йәмғүр абзыйым, Мин - Мөҡсин. Белмәһәң - бел! Бына ошо ҡулдарым менән бер - нисә йыл элек Батыршаны эләктереп, Питергә алып барып тапшырҙым. Ҡараһаҡалды тота яҙған әпәт мин булдым. Беҙҙең ата - бабаларыбыҙ быуындан - быуынға батшаларға тоғро хеҙмәт иткәндәр. Беҙҙе лә шулай тәрбиәләнеләр.

Йәмғүр энеһенең һүҙҙәренә ҡушылды:

- Дуҫты дошмандан айыра белмәгән ниндәй әфисәр һин ? Беҙҙе хатта янаралдар белә: Рылеев, Фрейман, Потемкин, тағы күп әфисәрҙәр. Улар менән бергә йөрөгән саҡтар ҙа булды.

Аршеневский тәржемәсегә өндәште:

- Генералдар менән бергә йөрөгәнен, Потемкин менән булғанын нисек раҫлай ала ?

Йәмғүр нимә әйтергә белмәй аптырап ҡалды. Ә Мөҡсин ҡуйынын ҡапшай башланы һәм теткеләнеп бөткән бер ҡағыҙҙы сығарып Аршеневскийгә һуҙҙы:

- Бына генерал Потемкин имзаһы ҡуйылған ҡағыҙ, моғайын ошоно һорайһығыҙҙыр!

Аршеневский ҡағыҙҙы ҡулына алып уҡый башланы: ,, Обладатель сего подтверждения действительно является помощником регулярных войск в Башкирии. Имеет право бесприпятственно пройти по всем дорогам и постам...”

- Эйе, имзаһы генералдыҡы. Ышанырға тура килә. Ярай, аңлаштыҡ икән, ти. Мине ошондай һорау ҡыҙыҡһындыра: нисек итеп ярҙам итә алаһығыҙ ?

- Ике йөҙ һыбайлыбыҙ менән һеҙгә ҡушылабыҙ һәм юл күрһәтеүсе ролен үтәрбеҙ.

- Һыбайлыларығыҙ ҡайҙа ?

- Бынан алыҫ түгел. Ял итәләр.

- Улайһа беҙ ҙә бөгөнгә ял итәйек. Иртәнсәк ҡуҙғалырбыҙ. Командағыҙҙы ҡушырһығыҙ һәм алдан төшөрһөгөҙ. Тағы бер һорау: Салаватка ворҙы нисек тотоп бирмәксе булаһығыҙ ?

Йәмғүр ашыға - ашыға яуап бирҙе:

- Уны Сим һәм Әй йылғалары буйындағы ауылдарҙан эҙләрбеҙ. Һеҙҙең ғәскәр берәй тыныс төбәктә ял итер, беҙҙеке - эҙләр, берәмләп һәр ауылды ҡапшап сығыр. Ауылдарҙа минең шымсыларым етәрлек, улар аша баш боласының ҡайһы тирәлә икәнен белеп булыр тип уйлайым.

- Әгәр боласылар ҡаршылашһа - нишләрһегеҙ ? Ворҙың ике меңдән ашыу ғәскәре бар тигән мәғлүмәт бар миндә.

- Бар ине, хәҙер - юҡ. Минең ишетеүемсә Салауат ғәскәрен таратҡан.

- Әгәр был хәбәрең ысын булһа - минең өсөн шәп яңылыҡ. Ә хәҙер йоҡлап ял итеп алыр ваҡыт етте. Әлегә хуш!

Иртәгәһе көнө Аршеневскийҙың язалау отрядын Йәмғүр Әй йылғаһы буйында урынлашҡан Шәрип ауылына еткереп урынлаштырҙы. Тирә - яҡ ауылдарға шымсылар китер таралды.

Штаб өсөн иң ҙур өйҙәрҙең береһен һайланы Аршеневский. Ҡунаҡ бүлмәһенән мебелдән бушаттырҙы, стена буйлап эскәмйәләр эшләтте һәм подразделение командирҙарын кәңәшмәгә йыйҙы. Һүҙҙе былай тип башланы:

- Офицер әфәнделәр! Минеңсә һәр ауылды ҡапшап йөрөп ҡиммәтле ваҡытты әрәм итеүҙән бер файҙа ла юҡ! Бындай ысул бер һөҙөмтә лә бирмәйәсәк, сөнки урындағы халыҡ ҡурҡышынан күрмәмеш - белмәмеш буласаҡ. Былай итәйек: полктың бер отрядын мишәрҙәрҙең төркөмөнә ҡушып ебәрәйек. Кем үҙ теләге һәм отряды менән ошо миссияны үтәргә теләй ?

Башҡа офицер әфәнделәр иҫ йыйғансы поручик Лесковский ырғып килеп торҙо:

- Мине ебәрегеҙ, подполковник әфәнде! Миссияны үтәмәйенсә кире әйләнмәҫмен!

- Офицер әфәнделәр! Кем ҡаршы ? Ҡаршылар юҡ! Тимәк, Лесковскийҙы ебәрергә ризаһығыҙ инде ? - Подполковник рәттәр буйынса күҙ йүгертте. Тегеләр ,,ризабыҙ“ тигәнде белгертеп баштарын һелктеләр. Аңлыға аңлатыу кәрәкмәй: был походтан әллә еңеп - әллә еңелеп, әллә тере - әллә, Аллам һаҡлаһын, үле ҡайтаһың!

Подполковник һүҙен йомғаҡланы:

- Ярай, Лесковский, һиңә ризалыҡ бирәбеҙ! Үҙеңдең ике йөҙ һыбайлың менән бөгөндән ҡалмай юлға сыҡ! Шуны иҫеңдә тот: мишәрҙәр алдан барырға тейеш һәм һуғыш була ҡалһа беренсе булып керһендәр. Һеҙҙең бурыс: уларға ярҙам итеү. Әгәр вор Салаватканың көсө һан яғынан күберәк булһа - сапҡын ебәрәһегеҙ, өҫтәмә көс ,,һә“ тигәнсе барып етер. Үҙегеҙ алыштан ваҡытлыса тайпылып тороғоҙ!

Тиҫтәләгән ауылды тентеп, темеҫкенеп йөрөү бер файҙа ла бирмәне. Халыҡ Салауатты күрмәмеш - белмәмеш булды, Пугачев полковнигы, һыуға батҡандай, юҡҡа сыҡты.

Темеҫкенеп йөрөгән көндәрҙең береһендә Әбделсәләмовтар, Лесковскийҙан айырылып китеп, тағы бер ауылды ҡапшап сығырға булдылар.

Ҡараңғы төшә башлаған ваҡыт. Ауыл ситендә бер төркөм малай - шалай уйнап йөрөй.

Мөҡсин малайҙарға туҡтап ҡарап торҙо ла атынан төшөп иң оҙон үҫмерҙе саҡырып алды һәм башҡорт телендә ваҡ - төйәк һорауҙар бирә башланы:

- Эй, малай, ниндәй уйын уйнайһығыҙ ?

- Һуғыш уйыны уйнайбыҙ, Батша менән хан көрәшә.

- Ҡараңғыла йөрөргә ҡурҡмайһығыҙмы ни ?

- Ҡурҡмайбыҙ, ә нимәнән ҡурҡырға тейешбеҙ ул ?

- Бапаҡтан.

-Был яҡтарҙа бапаҡтар юҡ, ҡасып бөткәндәр.

Малайҙар уйындарын ташлап әңгәмәләшкәндәр эргәһенә берәм - һәрәм йыйылып тыңлай башланылар.

Икенсе малай үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирҙе:

- Ә һеҙ кемдәр ул, ағайҙар ? Төн еткәс беҙҙең ауылға әтрәтегеҙ менән нишләп килдегеҙ ?

- Нигә килгәнебеҙҙе сер итеп тоторға тейеш инек бит әле. Ярай, серҙе һеҙгә генә асайым, түлке берәү ҙә белмәһен: беҙ - Салауат батырҙың дуҫтары. Уға ярҙам итергә китеп барабыҙ, тик таба алмайбыҙ ҙа ҡуябыҙ. Һеҙ ҙә белмәйһегеҙҙер, шулай булғас, бында ваҡыт уҙғарып тороҙан бер файҙа ла юҡ.

Малайҙар бер - береһенә ,, ялт - йолт “ ҡарашышып алдылар. Оҙоно түҙмәне әйтеп һалды:

- Һе, белмәйһегеҙҙер, имеш. Салауат ағайҙы, уның ҡыйыулығын белмәгән кеше бармы ? Ләкин ул батыр тураһында бер- ни ҙә һөйләргә ярамай, тыңламаһаң - атайҙарҙан, ағайҙарҙан туҡмаҡ эләгеүе мөмкин. Һеҙ уның дуҫтары булғанға ғына әйтәбеҙ: Салауат ағай ошо мәлдә Миндәштә булырға тейеш. Ярҙамсылары аҙ, шуға ашыға һалығыҙ!

- Миндәшкә юл ҡайҙан бара ?

- Бына ошонан тура тартып төшһәгеҙ - һуҡмаҡҡа юлығырһығыҙ. Артабан биләндәр, тау битләүҙәре буйлап барып сығырһығыҙ!

- Алыҫмы ул ауыл ?

- Юҡ, әллә ни алыҫ түгел. Аттарығыҙҙы атлатып барһағыҙ - биш сәғәттә, юрттырып барһағыҙ - ике сәғәт ярымда барып етә алаһығыҙ.

Әбделсәләмәмовтарҙың күңелдәре кинәт күтәрелде. Күрһәтелгән яҡҡа ҡарай аттарын борҙолар, отряды бер һүҙһеҙ арттарынан эйәрҙе. Ике мишәр командаһын әйҙәне , йәһәтләне, һый - хөрмәт вәғәҙә итте.

Был ваҡытта Миндәштә Салауат, Раҡай, Юртым, Зәйнәш, Әбдрәшит үҙҙәре белгән ышаныслы кеше өйөндә кәңәшләшеп ултыралар ине. Егеттәрҙе бер генә һорау борсой: башты ҡайһы яҡҡа борорға ? Аттарҙы саңғыға алмаштырып тауҙар аша китеү хәүефһеҙ булмаҫмы икән ? Һүҙҙе Салауат башланы:

- Туғандар! Мишәрҙәр темеҫкенеп йөрөп бында килеп еткәнсе саңғыға баҫып тауҙар аша олағырға кәрәк. Кем дә кем минән айырылып ҡалырға теләй - үҙ иркегеҙ! Үпкәләмәҫмен.

- Юҡ, айырылышмайбыҙ, үлгәнсә бергә булайыҡ.

- Ярай, аңлашылды.Үлергә йыйынмай торайыҡ әле. Бына нәмә: аттарҙы ҡалдырабыҙ, саңғылар әҙер, шуға баҫабыҙ. Тауҙарға күтәреләйек, әгәр йырып сыға алһаҡ - Урал аръяғына тартырбыҙ, бөрйәндәр аша ҡаҙаҡ далаларына инеп юғалырбыҙ. Унда ял итеп, көс йыйып алһаҡ, яҙ көнө кире әйләнеп ҡайтырбыҙ һәм халыҡты яңы ихтилалға күтәрербеҙ! Ризаһығыҙмы ?

- Ризабыҙ, әлбиттә, ризабыҙ. Ҡаҙаҡтарҙа балаларына һабаҡ биреп булһа ла тамаҡ туйҙырырбыҙ әле.

-Тамаҡ туйҙырыу беренсел мәсьәлә түгел, ә утлы ҡулсанан сығып ҡотолоу. Урал аръяғына барып етә алһаҡ - тере ҡалырбыҙ, әсир булмаҫбыҙ, тип уйлайым.

Төн тыныслығын боҙоп эттәр абаларға тотондо. Алыҫта, Бирҙәш йылғаһы буйында, атыш тауыштары ишетелеп ҡалды.

- Ах, инәһеҙҙәрҙе..., тәки тапҡырлап йөрөй торғас эҙгә төшкәндәр икән! Егеттәр, ашығығыҙ,- тип Раҡай ҡалғандарҙы ҡабаландырҙы. Салауат өҫтәп былай тине:

- Хәнйәрҙәрҙе генә алығыҙ! Башҡа бер - ни кәрәкмәй. Аттарҙы, уҡ - яндарҙы, ҡылыстарҙы өй хужаһына ҡалдырабыҙ. Аҙыҡ та табылыр.

Ипләп кенә ишек шаҡынылар. Эстәгеләр һағайҙы. Ҡатыраҡ итеп дөбөрләтә башланылар. Юртым ишек төбөнә килде, һораны:

- Кем унда ? Нимә кәрәк ?

- Салауат ағай! Мин - Вәхит булам, һеҙҙең әтрәттән. Дошман етеп килә!

Ишек асылған ыңғайы Вәхит атылып килеп инде:

- Зинһар, тиҙерәк шылығыҙ бынан! Һеҙҙе эҙәрләүселәр ауылда.

- Аңлашылды, аңлашылды, сығырға торабыҙ бына. Ә һин ҡайҙан бында килеп сыҡтың ? Айырылып киткәйнең түгелме ?

- Эйе, тик һеҙҙән айырылғас та ҡайтманыҡ. Бер төркөм егеттәр менән һөйләштек тә һеҙгә, арттаныраҡ ҡойроҡ кеүек эйәреп, ҡурсылап барырға булдыҡ. Ошо ауылға тиклем һеҙҙе һаҡлай - һаҡлай оҙатып килдек, төндә бағауылдар ҡуйҙыҡ. Таңға ҡарай билдәһеҙ һыбайлылыр яҡынлашты. Туҡтатып асыҡларға булғайныҡ - атыш китте. Минекеләр һуғыша - һуғыша сигенеп ауыл уртаһына килеп еттеләр. Тиҙ булығыҙ!

- Ах, шайтан балаһы! Минең бойороҡто үтәмәгән өсөн яуапҡа тарттырырҫа кәрәк ине лә бит - ваҡыт юҡ. - Салауат ырғып килеп торҙо. - Вәхит, егеттәреңә кире йүгер! Әйт: ҡаршылашып ғүмерҙәрен әрәм итмәһендәр! Урманға сигенегеҙ һәм юҡҡа сығығыҙ! Был минең иң һуңғы бойороҡ.

Салауат төркөмө Эҫем йылғаһы буйына төшкәндә офоҡ яҡтыра башлаған ине. Хәҙер Яғалғы тауына менергә һәм артабан ысҡынырға кәрәк. Ҡар ҡатламының йоҡаҡ икәне һиҙелеп тора, саңғыһыҙ ҙа атлап була. Шулай ҙа саңғыларҙы тағып алып тауға ҡарай үрләй башланылар. Салауат төрлө уйҙарынан арына алмай: эх, бынау тауҙың түбәһенә менеп еткәндә артабан елдәр уйнатып тоҡойорҙар ине лә бит! Ҡана һуң! Менеп етер өсөн, ай - һай, күпме көс кәрәк, әле урманлы битләү алда тора.

Наши рекомендации