Кинйә Арыҫланов, Ҡаранай Моратов, Бәҙәрғол Юнаев 4 страница

Юнаевтың бөтә Исәт провинция башҡорттарын үҙ ҡулына алып, ҡораллы отряд төҙөп, шуны Пугачевҡа ҡаршы йәһәтләп ебәрмәй ятыуын Силәбе администрацияһы һиҙҙе. Бигерәк тә Исәт воеводаһы Веревкиндың сыҙамы бөттө. Ул Силәбенән утыҙ һыбайлы алдырҙы. Башында Осип Мещеряковский торған был төркөм олоҫтарға инеп, ундағы отрядтарҙы кисекмәҫтән Ырымбурға оҙатырға тейеш. Шулай уҡ Юнаевты - ҡулға алырға, Силәбегә килтерергә бурыслы. Халыҡты ҡотортоусы - ул. Башҡа ҡаршы сығыусылар, йәки ҡамасаулаусылар булһа - урынында сыбыртҡы менән ярырға һәм төрмәгә тығырға!

Бер - нисә олоҫта булып та Мешеряковский ҡораллы башҡорт отрядтарын Ырымбурға оҙата алманы. Йәне көйөп тура Мәкәтегә тартты һәм киске ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан Бәҙерғол старшинаның ауылын воеводаның атлы казактары килеп тә баҫты. Сасҡау һыуыҡ, халыҡтың барыһы ла өй эсендә, шуға күрәлер, казактарҙың урам буйлап үткәнен берәү ҙә һиҙмәне.

Старшина йоҡларға йыйынып бөткәйне инде, тышта ниндәйҙер ҡыштырлау, тупылдаған, ат бышҡырған, кеше һөйләшкәне ишетелеп ҡалды. Бәләкәй ҡапҡа шығырланы ,тәҙрә тапҡырынан шәүләләр үтеп китте. Тышҡы ишекте ҡаҡтылар. Бәҙәрғол ишек төбөнә килде:

- Кем бар унда ?

- Силәбенән ашығыс пакет, ишекте асығыҙ! Тиҙерәк булығыҙ, ваҡыт юҡ!

Келәне алып ташлау менән 5 - 6 кеше һөрлөгөшөп килеп инмәһендәрме! Өй хужаһы өндәшмәй генә бер - нисә май шәмде тоҡандырып ебәрҙе. Ни булып китте тағы ? Әллә берәй нәмә һиҙенеп мине ҡулға алырға булдылармы икән ? Шулай ҙа үҙен тыныс тоторға тырышты. Хужаларса ҡыланған береһен танып ҡалды. Бәй, был ни отставкалағы поручик Яков Мещеряковский бит! Милләте - мишәр. Батырша яуында күпме башҡорттоң башына еткән ҡәбәхәт. Башҡаларға нисек хәбәр итеп өлгөрөргә ? Быларға ышаныс юҡ, кеше башына етеү улар өсөн серәкәй үлтереү менән бер.

- Ниңә воеводаның указын үтәмәйһең! Отрядтар ҡайҙа ? Нишләп быға тиклем ебәрелмәгәндәр ? - Поручик ҡашын емереп төбәлде.

- Отрядтар төҙөлөү өҫтөндә, ваше превосходительство!

- Ҡайҙа ул отряд ? Нишләп күрмәйем ? Нишләп походта түгел ?

- Ҡорал етешмәй әле! Аҙыҡ - түлекте лә йыйып бөтмәгәнбеҙ, ваше превосходительство.

- Алдайһың! Бөтә һүҙең ялған! Һине ҡулға алмайынса булмаҫ! Һин - ҡотҡосо! Һин - саботажник! Отрядтарҙы һинһеҙ йыйып бөтөрөрҙәр! Әйҙә кейен, юлға сығабыҙ!

- Нишләп ҡабаланаһығыҙ, ваше превосходительство ? Отрядты иртәгә иртә менән йыйырбыҙ, үҙегеҙ күрерһегеҙ, күҙегеҙ алдында походҡа оҙатырбыҙ! Әлегә сәй эсеп йылынып алығыҙ! Хәҙер малайымды сотниктарға ебәрәм. Бер аҙ көтөгөҙ, ҡырҡа һуғырға ярамай ҙа инде!

- Давай малайканы, сотниктарҙы саҡырһын!

Малайға ике һалдат эйәрҙе.

Хужабикә тороп самауырҙы, ҡаҙандағы ҡалған ашты йылытып бөтөп һыйлана башлауға сотниктар, писарь килеп инде. Уларҙы ла һүгеп ҡаршы алды поручик Мещеряковский һәм иртәгә көн асылыуға отрядты ошонда йыйып килтерегеҙ, тип кире ҡайтарып ебәрҙе.

Сотниктар тилбер булып сыҡтылар, төн йоҡламай үҙ эштәрен башҡарҙылар, күрше ауылдарға сапҡындар ебәрҙеләр. Старшинаға хәүеф янай, тиҙерәк килеп етегеҙ, тип аңғарттылар.

Көн яҡтырыуға отряд йыйылып бөттө. Хәҙер Осип үҙе казактары менән ҡораллы башҡорт отряды ҡулсаһында ҡалды, шуға күрә кикереге тиҙ төштө, ҡысҡырынып йөрөүен туҡтатты. Уның алдында йөҙҙән ашыу ҡораллы башҡорт атлылары йыйылғайны. ,, Арҡыс - торҡос, уҫал итеп ҡарап торалар, бына ҡайҙа ул ҡырағай башкиҫәрҙәр, фамилияңды ла һорап тормаҫтар - йәһәннәмгә оҙатырҙар,” тип уйлап ҡуйҙы Осип.

Башҡорттар Осиптың фамилияһын бик яҡшы беләләр, үҙен дә таныйҙар, халыҡ ҡанын ҡойоусыны күптән күрә алмайҙар ине, ләкин яу яланында берәүҙең дә ҡулы уға барып еткәне булманы.

Нишләп еңелтә ҡорал менән аҙыҡ - түлекһеҙ көйө йыйылғандар, ҡайтһындар ҙа походҡа әҙерләнеп килһендәр, үҙем ҡарап оҙатам, - тип Осип старшинаға ыҫылданы. - Йөҙ түгел, ике йөҙ кеше йыйығыҙ!

Олоҫ башлығы Бәҙерғол алғараҡ сыҡты һәм тыныс ҡына тауыш менән яңы йыйылыусыларға мөрәжәғәт итте:

- Йәмәғәт! Ағай - эне! Һеҙ барыһын да аңлап тораһығыҙҙыр, тип уйлайым, Тиҙ йыйылыуығыҙ өсөн рәхмәт. Ишетеп тораһығыҙҙыр, поручик Мещеряковский ике йөҙ кеше талап итә. Төнө менән өй баҫып инеп кисәнән бирле йәнде алып бара. Ҡулыбыҙҙа ике батша саҡырыуы. Шуның ҡайһыһына хеҙмәт итергә теләйһегеҙ - шуны асыҡтан - асыҡ әйтегеҙ!

- Ир батшаға хеҙмәт итергә теләйбеҙ, Петр Федорович - беҙҙең ысын батша, - тигән ҡысҡырыш китте, - әбей батша тәхеттә законһыҙ ултыра.

- Петр Федорович үлгән, юҡ ул был донъяла. Манифест таратыусы батша түгел, ә фетнәсе казак Пугач Емелька, - тип ҡысҡырып ебәрҙе поручик. - Ышанмағыҙ уға.

Арғынбай сотник алға сыҡты:

- Йәмәғәт, шаулашмайыраҡ тороғоҙ әле! Мине тыңлағыҙ: Манифесты яҙып ебәреүсе батшамы, генералмы, һалдатмы әллә казакмы беҙҙең өсөн әллә ни мөһим түгел. Иң мөһиме - ул беҙгә ер, ирек вәғәҙә итә. Шуға ла беҙ Битер батшабыҙ ғәли йәнәптәренә ҡушылабыҙ. Ул ялғансы түгел, халыҡтың ысын батшаһы. Тереләрҙән терерәк булып яу ҡуптарып йөрөй.

- Дөрөҫ әйтәһең, Арғынбай ! Бик дөрөҫ! Һүҙҙәреңде хуплайбыҙ, - тип ҡысҡырыштылар һыбайлылар.

- Ах, вы - сволочи, бунтовать захотели, значит! Да всех вас надо немедленно арестовать и расстрелять! - тип Мещеряковский ҡыҙып китте һәм ҡылысына йәбеште. Шул ҡыланышы менән саҡ торған тыныслыҡты бөтөнләйгә боҙҙо. Бөтәһе лә күҙ асып йомғансы килеп сыҡты: бер - нисә башҡорт поручикка йәбешеп ергә бөрөп һалдылар, унда - бында өйөлөшөп торған казактарға уҡтар төбәлде, улар ҡымшана ла алмай ҡаттылар. Ҡаты тынлыҡ урынлашты.

- Бәҙерғол ағай, быларҙы нишләтәбеҙ, - тип һораны берәү.

- Һалдаттарҙың ҡоралдарын тартып алып бикләгеҙ! Көслө һаҡ ҡуйығыҙ! Поручиктың ҡулдарын бәйләп айырым бикләгеҙ! Иртәгә аҡһаҡалдарҙы йыябыҙ, хөкөмдө улар ҡулына тапшырам.

Икенсе көнө аҡһаҡалдар ҡоро йыйылды һәм поручик Мещеряковскийҙы, күп кешеләрҙең башына еткәне өсөн, аҫып үлтерергә, тигән ҡарар сығарҙы. Ҡулға алынғын һалдаттарҙың күҙ алдында был ҡарар еренә еткерелде. Ҡоралһыҙ һалдаттар атһыҙ көйө иреккә ебәрелде, ләкин уларҙың береһе лә Силәбегә барырғы ашыҡманы, йәйәүләп кем ҡайҙа тырым - тырағай таралышып бөттө. Силәбелә уларҙы хөкөм итеү һәм төрмәгә ябыу буласағын һәр казак бик яҡшы аңлай ине. Ошо уҡ ҡорҙа ике йөҙ кешенән торған отряд төҙөү тураһында ҡарар сығарылды һәм етәксеһе итеп депутат Бәҙерғол Юнаев тәғәйенләнде.

Шулай итеп, Пугачевтың ебәргән манифестары Себер яҡтарына ла килеп етте, халыҡтың күңеленә хуш килеп, уларҙы көрәшкә әйҙәне. Ҡуҙғыш тош - тош урындарҙа ҡабынды, бигерәк тә Исәт провинцияһында боларыштар ҡыҙыу ғына башланып китте. Ҡуҙғышҡа ҡышҡы һалҡындар, Себер бурандары ҡамасаулай алманы. Байтаҡ отрядтар Пугачев йәки уның атамандары менән элемтә булдыра алдылар.

1773 йылдың аҙағында Исәт провинцияһындағы хәрәкәткә етәкселек итер өсөн пугачевсыларҙан Табын казагы Иван Кузнецов ебәрелде. Егермеләгән һыбайлынан торған Кузнецовтың төркөмөн Һатҡы заводы икмәк - тоҙ менән ҡаршыланы. Злотоус заводы ла шулай итте, булған ҡоралдарын туптарын ике завод та биреп ебәрә. Кузнецовты казак Иван Грязнов алмаштырҙы, сөнки тегенеһе Красноуфимск яғына халыҡты яуға күтәрер өсөн ебәрелә. Грязнов Усть - Ҡатау, Златоус, Һатҡы заводтары эшселәренән отрядтар төҙөргә өлгәшә, уларҙы шунда уҡ ҡойған туп, шунда булған мылтыҡтар менән ҡоралландыра. Һәммәһе йөҙ кешенән торған өс бүлекле ошо төркөмгә 400 башҡорт һыбайлыһы ҡушыла һәм ҙурайып алған отряд Силәбе тарафтарына йүнәлә. Екатеринбург яғында Иван Белобородов бер - бер атлы заводтарҙы үҙ ҡулына төшөрә.

Бәҙәрғол Юнаевтың ике йөҙ һыбайлынан торған отряды властарҙы ҡурҡыуға төшөрҙө, сөнки уның ҡулы аҫтында меңдән ашыу һыбайлы башҡорт егеттәре тупланған тигән хәбәр Силәбегә тиҙ арала килеп еткән булған икән. Ҡурҡҡанға һәр нәмә ҡуш булып күренә. 1774 йылдың ғинуарында Юнаевтың отряды Кәҫле заводына һөжүм итте һәм бәреп инде. Ҡаршы торош әллә ни оҙаҡҡа һуҙылманы, сөнки эшселәре стражниктарға ҡушылып заводты ҡорал менән һаҡлауҙан баш тартҡандар. Урам һуғышында ҡаршылыҡ күрһәткән утыҙлаған стражник уҡтан, ҡылыстан һәләк булды, ҡасып ҡалғаны - ҡотолдо, тотолғаны - һуғыш ҡанундары буйынса - әсиргә алынды. Башҡорттарға завод эшселәре үҙ теләктәре менән килеп ҡушылды. Эшселәрҙе әйҙәп йөрөүсе Бәҙәрғолдоң йәшлек дуҫы Яков Плотников икән. Эшселәр упрвляющийҙың ҡасып китеүе тураһында хәбәр иттеләр. Яков менән һөйләшеп, кәңәшләшеп Бәҙерғол яңы власть башлыҡтары һайларға булды.

Кәҫле күленең бейек ярында урынлашҡан сиркәү алдына халыҡты саң һуғып йыйҙылар. Тәүҙә Петр батшаның манифесы ҡысҡырып уҡылды, шунан яңы властҡа тоғролоҡҡа ант иттеләр. Управляющий урынына завод атаманы булып Яков Плотников һайланды, есаул, урядник, капралдар билдәләнде. Йыйылштың ҡарары сығарылды. Унда эшселәр отряды төҙөү, баш күтәреүселәргә дары, туп, мылтыҡ, башҡа ҡоралдарҙы, ҡаҙнаны тапшырыу сағылды. Йыйылған ҡоралды атаман Белобородовҡа эшселәр делегацияһы алып барып тапшырырға тейеш. Ситтән тороп булһа ла, управляющийгә үлем ҡарары сығарылды. Канцелярия ҡағыҙҙары йыйылған халыҡ алдында яндырылды. Йыйылыштан һуң мәжлес иғлан ителде. Кемдең ниндәй һаҡланған аҙыҡ - түлеге бар - өҫтәлдәргә ҡунды. Башҡорттар, рустар, крәҫтиәндәр, эшселәр, казактар, һалдаттар беренсе тапҡыр буталышып ултырып, матур итеп мәжлес ҡорҙолар. Казак йырҙарын башҡорттоҡо, уныһын мари, сыуаш, марҙыуа, рус йырҙары алыштырҙы, бейеүҙәрҙең дә төрлөһөн күрергә була ине бында. Халыҡ ысын күңелдән кинәнес менән ял итеп, төн уртаһында таралды.

Бәҙерғол Үрге Ҡыштым заводында буталыш башланғаны тураһында хәбәр алды һәм оҙаҡҡа һуҙмай үҙ отряды менән шунда ярҙамға ашыҡты. Заводты таңға ҡарай баҫтылар, шуғамылыр ҡоралһыҙ һәм ҡарауылһыҙ казармала йоҡлап ятҡан казактар йүнләп ҡаршылыҡ күрһәтә алмай ҡалдылар. Таң беленер ваҡытта бөтә завод канторалары менән һуғышһыҙ - ниһеҙ Юнаев отряды ҡулына күсте. Түбәнге Ҡыштымдыҡылар Үрге Ҡыштымдағы хәлдәрҙе ишетеп ҡалып, делегация ебәрҙеләр һәм халыҡ исеменән ир батшаға ант иттеләр.

Бында ла байрам башланып китте. Һыра, шарап мискәләре мөгәрәптәрҙән сығарылып бушатылды, уйын көлкө ике көнгә һуҙылды.

Шулай итеп, бер - нисә көн эсендә өс заводты ҡан ҡойошһоҙ ғына ҡулға төшөрөү Бәҙәрғло Юнаевтың тәүге хәрби ҡаҙаныштарының береһе ине. Ул Пугачев полковнигы Иван Грязнов отряды менән элемтәгә кереп бәйләнеш булдырҙы. Полковник уға өс заводта туп ҡойоу, ҡорал яһау эштәрен йөкмәтте. Тағы бер мөһим эш тора: Исәт провинцияһы үҙәге Силәбене ҡулға төшөрөү, Ул ваҡытта бөтә провинция баш күтәреүселәр ҡулында буласаҡ.

Провинция воеводаһы Веревкин белә: иртәме, һуңмы пугачевсылар Силәбе ҡәлғәһенә һөжүм ойошторасаҡтар. Ҡалала гарнизон бар, ҡоралдары, туптары, дарыһы, аҙыҡ - түлеге етерлек. Теләһә - ниндәй оҙайлы осадаға ла бирешмәҫкә мөмкин. Тағы ҡала стеналары бейек һәм ныҡ, тик ағастан булыуы ғына хөрт.Ут төртөп, стенаны асып, баш күтәреүселәр эскә үтеп инеүҙәре бик мөмкин. Быныһы беренсе хәүефле хәл булһа, икенсеһе лә бар: воевода үҙ гарнизонындағы казактарға тулыһынса ышанып етмәй. Шуға ла ярҙамға Себерҙән бер рота һалдат алдыртты. Командиры подпоручик Пушкарев. Уларҙың туптарын воевода йорто эргәһенә урынлаштырып ошо һалдаттарҙан ҡарауыл ҡуйҙы. Казактар араһында ҡотҡо таратыусылар етерлек, баш күтәреүселәр яғына сығырға әҙер генә торалар, барыһын да һиҙеп йөрөй воевода, тик ҡотҡосоларҙы әлегә ҡулға алырлыҡ мөмкинлек юҡ, боларыш башланып китеүе ихтимал.

Бола көтмәгәндә ҡәлғә эсендә үҙ - ара һуғыштан башланып китте. Хорунжий Наум Невзоров ике йөҙ казактан торған командаһы менән тупсы һалдаттарға һөжүм ойошторҙо, туптарын ҡулға төшөрҙө. Таралышып воевода менән ярандарын эҙләгән арала Пушкарев ротаһы туптарҙы кире ҡайтара алды һәм казактарға ҡаршы ут асты. Невзоров үҙенең йөҙ иллеләп казагы менән Силәбене ташлап сығып китергә мәжбүр булды. Ул ҡәлғәнән әллә ни алыҫ та китмәйенсә лагерь булып урынлашты. Ярһыуынан сыҙай алмай Грязновты эҙләп табып ярҙам һораны. Риза булды полковник, тәүҙә сабырлы ғына итеп хәл - торошто һорашып алды, шунан Бәҙерғол Юнаевҡа сапҡын ебәреп Силәбегә барырға ҡушты. Үҙе алты тубы, дүрт мең ғәскәре менән Силәбегә тарафтарына ҡарай ҡуҙғалып, ялға Мәтке ауылына килеп етеп урынлашты. Ике тапҡыр ойошторолған һөжүм файҙа бирмәне, тош - тош урындан ағас диуарҙар туптарҙан ватылып емерелеүгә ҡарамаҫтан эскә үтеп инеп булманы, сөнки яҡынлағандарҙы мылтыҡтарҙың ут өйөрмәһе ҡаршы алды, штурмға барыусылар күпләп ҡырылды. Ул арала Себер яғындағы баш командующий генерал де Колонг ғәскәре һуғыша - һуғыша юл ярып Силәбе гарнизонына ярҙамға килеп өлгөрҙө. Генерал де Колонг - һуғыш тактикаһын һәм стратегияһын ятлап бөткән юғары дәрәжәле командир. Пугачевсыларҙың ҡасан һөжүм итерен көтөп ятҡыһы килмәне, үҙе һөжүмде башланы. Был ваҡатта Иван Грязновтың ғәскәре ҡаланан алты - ете саҡрым алыҫлыҡтағы Пиршино ауылында урынлашҡайны. Баш күтәреүселәр тик ятманы, ауылды нығыттылар, туптарҙы ҡалҡыулыҡтарға, иң ҡулайлы позицияларға урынлаштырҙылар. Пугачевтың баш атаманы Иван Грязнов һөжүм булырын йәне - тәне менән һиҙҙе, сөнки башҡаса ярҙам киләсәгенә өмөтө булмаған генералға һаман да ҡамауҙа ҡалыу һәм һөжүм ойоштормау ҡурҡҡанға ишара ине. Ҡәлғә эсендә оҙаҡ ваҡыт йәшенеп ятыуын белһәләр - башынан һыйпамаҫтар. Ә баш күтәреүселәрҙең ғәскәре яҡын - тирәләге крәҫтиәндәр иҫәбенә көн дә тиерлек арта бара. Шулай булғас ваҡытты һуҙыу ,,һәнәкле мужиктар “ өсөн генә өсөн отошло.

Беренсе февраль иртәһе.

Көн тыныс, елһеҙ ваҡыт. Генерал бөтә пехотаһы һәм кавалерияһы менән Пиршино ауылына ябырылды. Регуляр ғәскәре сафҡа теҙелеп, мылтыҡтарынан ата - ата алға атлай бара һәм туп йәҙрәләренән ҡырыла бара. Пехотаны арттараҡ ҡалдырып кавалерия алға ҡарай осто, уларға ҡаршы Грязновтың атлылары арҡыры төштө. Ярты юлда һыбайлылар осраштылар, буталдылар һәм ҡылыстар алышынан торған ҡанлы мәхшәр башланды. Арҡырыға буйға дүрт - биш саҡрымдай булған ярты түңәрәк яланда ҡанлы алыш ҡыҙғандан - ҡыҙа барҙы, үлектәр өйөлә барҙы. Һанһыҙ аттар һәм кеше кәүҙәләренән ялан сыбарланды Генерал яңынан - яңы роталарын һуғыш яланына керетһә лә бер - ниндәй һынылыш булғаны һиҙелмәне. Дүрт сәғәт барған һуғышта генералдың кавалерияһы бер генә уңышҡа өлгәшә алды: уң яҡ ҡулдағы, ике йөҙгә яҡын насар ҡоралланған крәҫтиәндәрҙең йәйәүле төркөмөн ҡамап әсиргә алды. Дошмандың бар табышы шул булды. Һул яҡ ҡулдан хәрәкәт иткән дошман кавалерияһы ҡаршылыҡтарҙы йырып үтеп нығытмаға уҡ килеп еткәйне, ошоға тиклем резервта торған Бәҙерғол һыбайлыларын уларға ҡаршы ташланы.

- Иҙрис, сотняң менән дошманды һулдан ҡама! Мин уңға ынтылып кавалерияны йәйәүле һалдаттарҙан айырып алыр өсөн бүҫеп инәм, - тип ҡысҡырҙы Бәҙәрғол. - Егеттәр! Алға!

Иң алда елеп барған Бәҙерғол шуны шәйләп ҡалды: уға ҡаршы ниндәйҙер кавалерист - офицер туп - тура сабып килә, артында кавалеристар массаһы елә. Ике командир үлемесле һуғыш башланы. Аттар бер - береһен уратып өйөрөлә ,үрәпсей, ҡылыстар бер - береһенә һуғылып ялтлай. ,,Оҫта ҡылыссы булып сыҡты, ҡәһәрең,”- тигән уй телеп үтте старшинаның башын. Бер - ике һелтәнгәндә дошманын дөмөктөрөп өлгөрә торғайны, әлегеһе оҙаҡҡа китте, нисек тырышмаһын ҡылысы буш һауаны яра ла ҡуя, тегенеһе ҡайһы аралалыр янтайып өлгөрә. Уңайы тап килде офицерға, дошманының һул яҡ ҡабырғаһынан кинәт яҡынайҙы, ,, азиаттың “ башын урталай сабырға тип ҡылысын өҫтән аҫҡа һелтәгән ыңғайы Бәҙәрғолдоң аты офицерға барып төкөнө, уның ҡылысы старшинаның башына барып етмәй кейемен бүҫеп сығарҙы. Ат төртөүҙән ҡыйшайып киткән офицер ныҡ йәне көйөп Бәҙерғолдоң атына ҡылысы менән сапты. Тап шул ваҡытта старшина ынтылып ҡылысын дошманының тәненә тығып өлгөрҙө. Бәҙәрғолдоң аты ҡолап китте, артынса ергә офицер ,, гөрҫ “ итте...

Бик ажар алышты уның егеттәре, йән аяманылар, шуға күрә дошманға сигенергә тура килде был юлы. Улар артынса урта тош, тора бирә уң ҡанат һәм, ниһәйәт, генералдың бөтә ғәскәре һырт күрһәтә башланы, ҡалаға табан алыша - алыша сигенә барып, эскә, бейек диуарҙар артына инеп бикләнде.

Дүрт сәғәт эсендә ғәскәренең өстән бер өлөшөн түшәп һалған генерал ҡаты уйға ҡалды. ,, Ҡәһәр һуҡҡыры был азиаттар, ныҡ өйрәтелгән ғәскәрҙәй, ҡайҙан оҫта һуғышырға өйрәнгәндәр икән,”- тип аптыраны ул һәм ауыр уйға ҡалды. Тағы ошондай бер бәрелеш булһа - тамам еңелеп хурлыҡҡа ҡалыуыңды көт тә тор! Дүртенсе февраль көнө генерал офицерҙарын кәңәш тотоу өсөн йыйып алды. Көн тәртибендә бер генә мәсьәлә: ҡаланы артабан һаҡлауҙы дауам итергәме, әллә сигенергәме ? Офицерҙар кәңәшмәһендә бер тауыштан: ,,сигенергә һәм Себергә ҡарай хәрәкәт итергә,”- тигән ҡарар сығарылды һәм ғәскәр шунда уҡ табан ялтыратырға әҙерләнә башланы. Ошо уҡ көндө әсиргә эләккән 190 пугачевсы дар ағасында аҫылды.

Наши рекомендации