Кинйә Арыҫланов, Ҡаранай Моратов, Бәҙәрғол Юнаев 7 страница

Ул арала арыуыҡ яҡтырып өлгөрҙө, тирә - яҡ асығыраҡ күренә башланы.

- Ауыл яғынан ниндәйҙер ҡарасҡылар ҡыбырлаша, - тип Зәйнәш туҡтаны ла ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып күҙәтә башланы. Әбрәшит тә туҡтап ҡарай биреп торҙо ла:

- Һинең ҡарасҡыларың һыбайлылар булып сыҡты түгелме ? - тип фекерен әйтте. - Әллә үҙебеҙҙең егеттәр артыбыҙҙан эйәрмәксе булдылар микән ?

Бөтәһе лә туҡтап өндәшмәй генә офоҡто күҙәтте. Унда, кейемдәре ялтыр - йолтор иткән, бейек папахалар кейгән, погондар таҡҡан казактар аттарын ҡыуа - ҡыуа яҡынлауҙарын дауам итте. Араларында ялбыр кәпәстәре менән рустарҙан аырылып торған һыбайлылар ҙа күренә. Беренсе булып Раҡай телгә килде:

- Юҡ, беҙҙекеләр түгел былар, ә дошмандар! Салауат! Нишләйбеҙ, ҡотолоп булырҙай мөмкинлек ҡалманы түгелме ?

- Мөмкинлекте үҙебеҙ эшләргә тейеш! Ә хәҙер ҡуҙғалабыҙ, тау түбәһенә менеп өлгөрөп булмаҫмы икән ? Бар көсөгөҙ менән алға ынтылығыҙ!

Башҡалар уның артынан эйәрҙеләр.

Эҙәрләүселәр саңғы юлы буйлап киләләр ине, хәҙер ҡасып барыусыларҙың үҙҙәрен күреп ҡалдылар. Ярты ҡулса яһап аттарын нығыраҡ ҡыуалап яҡынлаштылар һәм ҡар бураны сығарып мылтыҡтарҙан ата башланылар. Тырыша торғас бөтөнләй уратып алырға ирештеләр. Утлы ҡулса эсендәге биш батырға туҡтарға тура килде.

- Егеттәр! Ҡорал ҡулланмаҫҡа! - Салауаттың тауышы бойороҡ кеүек яңғыраны, тауышын йомшарта төшөп өҫтәне. - Әсиргә төшкәндә һуғышмаҫҡа өндәйем, ғүмерегеҙ өҙөлөүе мөмкин. Ҡулға алыныу - тормош туҡтауҙы аңлатмай. Бирелегеҙ - туҡмаһалар ҙа үлтермәҫтәр, бәлки. Атайым иректә булһа, һис шикһеҙ, беҙҙе ҡотҡарыр, йәки язаны еңеләйттерер әле.

Атлылар ҡулсаны ҡыҫа башланылар, үҙҙәре шау - гөр киләләр.

- Ана, Салауат! Салауат шул ул! - тип берәүһе татарса ҡысҡыра. Эргәһендәгеһе бының һәр һүҙен йөмләп тора.

Таныны уларҙы Салауат. Шул Мөҡсин менән Йәмғүр яуыздар бит былар. Баяғы икәү аттарынан төшөп ҡамалған төркөмгә ҡарай йүгерҙеләр.

Мишәрҙәрҙе күргәс, ,,ҡаршылашмайыҡ,” тип өндәп торған Салауаттың йәне көйҙө, беренсе килгәнен йән асыуы менән ҡолата һуҡты. Икенсеһенең яҡынлағанын көтөңкөрәп тороп башына ҡуш йоҙроғон ултыртты. Уныһы ла сүгәләп барып йығылды. Башҡаһына өлгөрә алманы, кемдер мылтыҡ төйҙәһе менән башына һуҡты. Салауат иҫенән яҙып ҡоланы...

Ул Ҡалмыҡ ауылында иҫенә килде, шунда уҡ таныны ул Ҡалмыҡты. Был ауыл подполковник Аршеневскийҙың 23 - сө хәрби язалау командаһы менән тулған. Ҡасандыр Салауат Әминәнең тыуған ауылы Ҡалмыҡта һөйгәне менән осраша торғайны, шунан Ҡалмыҡ кейәүе булып китте ул. Бына хәҙер ауыл урыҫ һалдаттары менән тулған. Улар урындағы халыҡты йәберләйҙәр, мыҫҡыллайҙар. Ҡаршы торорлоҡ көс, ғәҙеллек эҙләрлек урын, быларҙан ҡотолорҙай сара юҡ. Былай барһа, башҡорттоң урыҫ аҫтында йәшәүе - меңәр йылға ла һуҙылыуы мөмкин.

Салауаттан оҙайлы һорау алыу бер - ниндәй ҙә файҙа бирмәне. Бер ай буйы Аршеневский төп боласы менән күпме осрашты - бер ниндәй ҙә яңы хәбәр ала алманы. Ошо офицер аша атаһының ҡулға алынғанын ишетте башҡорт юлбашсыһы. Тәуҙә ышанманы, һуңыраҡ ышанырға тура килде тотҡонға, сөнки Аршеневский Юлайҙы үҙенә биреүҙе һорап Скалонға яҙған үтенесенең күсермәһен күрһәтте.

Салауаттың тотолоуы тураһындағы ,,ҡыуаныслы“ хәбәр юғары хәрби дәирәләргә бик тиҙ таралды. Аршеневский кисекмәҫтән Өфөләге генерал - майор Фрейманға ашығыс рапорт - депеша ебәрҙе. Уныһы генерал - майор Скалонға, генерал - майор Панинға хәбәр итте. Панин Юлай менән Салауатты Казанға килтерергә бойорҙо һәм артабан уларҙы нишләтергә тип Екатерина Икенсегә мөрәжәғәт итте.Әбей батша тотҡондарҙы Мәскәүгә килтереп Сенаттың Йәшерен экспедиция бүлеге ҡарамағына тапшырырға ҡушты.

Йәшерен экспедиция ике батыр эше буйынса өҙөп кенә берәй ҡарар сығара алмай этләнә, сөнки тотҡондар улар яҡҡан яуызлыҡтарҙың күбеһен инҡар итә. Сенат шундай ҡарарға килә: Кире Ырымбур губернаһына ҡайтарып тикшереүҙе дауам итергә; яуызлыҡ ҡылған урындарында йөрөтөп язаға тарттырырға; Рогервик крепосына ғүмерлек каторгаға ебәрергә.

Шулай итеп, батша хөкүмәте баш күтәреүселәрҙән аяуһыҙ үс алған. Себер юлы Төйәләҫ олоҫо старшинаһы Собханғол Килтәковты, Уса юлы Ғәйнә олоҫо старшинаһы Сура Рәсүлевты аҫып үлтергәндәр.

Башҡорт яусыларының юлбашсыһы Салауатҡа, атаһы Юлайға иҫәпһеҙ ғазаптар кисерергә тура килә. Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә, Ырымбурҙа суд тикшереү эштәрен үткәреп һәр береһен 175 тапҡыр һуҡтырып, танау япраҡтарын йолҡоп алып, ,,З“, ,,Б“, ,,И“ (злодей, бунтовщик, изменник) тигән келәймә һалып Балтиктағы Рогервик ныҡытмаһына ғүмерлек каторгаға ебәрәләр. Уларҙан алда бында тиҫтәләгән Пугачев етәкселәрен, шул эстән Ҡәнзәфәр Усаевты килтергән булғандар.

Егерме биш йыл ғүмерен Салауат каторгала үткәргән һәм 1800 йылдың 26 сентябрендә үлгән. Салауаттан өс йыл алда атаһы Юлай ҙа вафат булған. 1804 йылда Ҡәнзәфәр Усаев теге донъяға күскән.

* * *

Исәт провинцияһында Бәҙерғол Юнаев етәкселегендәге отряд 1775 йылдың октябрь башына тиклем көрәшен дауам итеүе - факт. Ошо турала генерал исеменән яҙылған документ пакет - һаҡланған. Күрһәтелгән йылдың 2 октябрендә генерал - губернатор Рейнсдорп, Сенатҡа пакет ебәреп, Бәҙерғол Юнаевтың тотолоуы тураһында хәбәр итә.

Депутаттың һуңғы алышы Илмән буйында була. Уның бәләкәй генә отряды алыша - алыша барып, тулы ҡамауға эләгә. Отряд бирелергә теләмәй һуңғы көсөнә тиклем һуғыша. Бирелмәгәнен ҡырып, отряд юлбашсыһын ҡамап ҡыҫырыҡлайҙар. Яраланған аты ҡолай, шул ваҡытта ғына күмәк казактар төркөмө уның өҫтөнә ябырыла. Әсиргә алалар һәм провинция үҙәге Силәбегә килтереп төрмәгә ташлайҙар. Туҡмалған юлбашсыны Себер яғының баш командующийы генерал - аншеф Панин үҙенә алдырта һәм һорау алғанда бик тупаҫ тота:

- Ну, тотҡон, яуызлыҡтарыңды барлап сыҡ әле! Ниҙәр ҡыланып йөрөнөң был яҡтарҙа бар халыҡҡа ҡотҡо һалып ?

- Мин тотҡон түгел,ә халыҡ тарафынан һайланған депутат, икенсе төрлө әйткәндә, Екатерина Алексеевнаның законлы депутаты. Закон буйынса депутат тейелгеһеҙ! Һеҙ шул законды боҙаһығыҙ, жалоба яҙасаҡмын әле өҫкә.

- Депутат түгел һин, ә хыянатсы!

- Нисек депутат түгел ? Бына депутат таҫмаһы, бына миҙалы, - Бәҙерғол был әйберҙәрҙе ҡуйынынан һөйрәп сығарҙы. - Тик ҡулығыҙ менән ҡағылаһы булмағыҙ хөкүмәт тапшырған знактарға. Депутатҡа хөрмәт менән ҡарап һөйләшеүҙе талап итәм.

- Һин үҙеңдең старшина ғына икәнеңде оноттоңмы әллә ?

- Мин - старшина, эйе. Өҫтәүенә - депутат. Тағы миңә батшабыҙ Петр Федорович тарафынан ,, фелдьдмаршал, “ тигән юғары чин - дәрәжә бирелде. Минән һорау алыуҙы минең дәрәжәгә тиң кеше алып барырға тейеш, һеҙҙең дәрәжә минекенән түбән. Бында фельдмаршал саҡырығыҙ, шул ваҡытта ғына мин ҡәҙимгесә һорауҙарға яуап бирермен. Ә былай минән бер - ниндәй мәғлүмәт көтмәгеҙ!

Панин аптырай төштө, бер аҙ йомшарҙы, сөнки бер ваҡытта ла депутаттар менән эш иткәне булманы уның, шуға күрә ҡайһылай һөйләшеү ҡулай икәнен һайлай алмай йөҙәне. Әйтте:

- Бер юлы ике батша буламы ни ? Уйлап ҡараһағыҙ ни була ?

- Әгәр батшаның береһе тәхетте законһыҙ рәүештә тартып алһа - була. Екатерина Алексеевна тәхетте талап алды, халыҡ наказдарын үтәргә вәғәҙәләр бирҙе - һүҙендә торманы. Ә Петр Федорович халыҡ наказдарын ғәмәлдә үтәй башланы, шуға беҙ уны яҡлаштыҡ.

- Ул самозванец. Ысынбарлыҡта ул - казак Емеля Пугачев. Моғайын һиҙгәнһегеҙҙер әле!

- Юҡ, ул ысын батша. Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙгә ышанмайым. Мин - һалдат, ир батшаға ант иткәнмен, ул әйткәнде - үтәгәнмен. Шул ғына. Шулай булғас минең бер - ниндәй ғәйебем булыуы мөмкин түгел.

- Ышанмайым, тип әйтеүең, минеңсә, хәйләләшеп маташыу ул. Улайһа Сенаттан рөхсәт алып һине Мәскәүгә алып барырға кәрәк. Шунда юлбаҫар Пугачевтың язаланғанын үҙ күҙең менән күрерһең!

- Үлер алдынан Мәскәүҙе тағы бер тапҡыр күреүгә мин ҡаршы түгелмен, әлбиттә. Тик белегеҙ: артабан да ябай халыҡ мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмаһағыҙ - ул шундай тулҡын булып күтәрелер һәм һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә йыға һуғып батырыр, йәһәннәмгә ебәрер! Ә мин үлемдән ҡурҡмайым, депутат булып даулашып эш сығара алмағас, яуға сығып, халыҡ наказдарын үтәнем, шуға күңелем тыныс. Киләсәк быуындар үҙ батырҙарын онотмаҫтар әле! Бына шуға иманым камил.

Халыҡ депутаты, яугир һәм юлбашсы Бәҙерғол Юнаевтың артабанғы яҙмышы тарих биттәрендә һаҡланмаған. Депутат булғас, бәлки, үлем язаһына тарттырылмағандыр, һуңғы төйәге төрмә булғандыр, тип фараз итергә генә ҡала.

Бүлек

Наши рекомендации