Сәлмәндән, — йоҡоһонан уянған Әмилә яуап бирҙе.

Айҙа китеп барыш? — ағай төпсөнөүен дауам итте.

Сәлмәнгә. Шунан тип әйттек бит, — тип ҡырт киҫте юлдашым.

Нис-се-ек?! — ағайҙың ҡаштары төйөлөп китте, аптырашы йөҙөнә сыҡты.

Беҙ шунда йәшәйбеҙ. Өйҙә беҙҙе ата-әсәйебеҙ көтә. Ҡалаға эш буйынса килгәйнек, шунан юлға билет алдыҡ та, ошонда ултырҙыҡ. Йылыға йоҡлап киткәнбеҙ. — Был балалар нишләп үҙҙәре генә йөрөй икән, моғайын, берәҙәктәр тип милицияға һөрән һалмаһын тип уйланымы, Әмилә алдаштырып һөйләп һалды. Имеш, беҙҙе өйҙә һөйөклөләребеҙ көтә. — Ә ниңә, әллә беҙ ауылды үтеп киткәнбеҙме?

Шофер ауыр тын алды.

Шайтандар! Күҙегеҙ бармы һеҙҙең?! — тип екеренде ағай. Беҙ бер ниҙә тимәнем. — Һеҙ бит бөтөнләй икенсе маршрут буйынса, ҡапма-ҡаршы яҡҡа китеп барағыҙ!

Йөрәк табанға төшкәндәй булды. Өҫтөмә боҙло һыу түктеләрме ни!

Икенсе яҡ-ҡа? — Әмилә, ауыҙын асып, тын да алмай торҙо ла ҡысҡырып илап ебәрҙе. — Бөттө улай булғас баш, бөттө!

Мин дә илап ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ни өсөн шулай икән?! Хәҙер беҙҙе детдомда ни эшләтеп ҡуйырҙар. Күҙ алдыма ауыҙын ослайтып, гелән генә әрләшкән Мәүлиҙә Нурғәлиевна, ҡулында бер ус асҡысы менән башҡа һуғырға ғына торған Рәйфә апай килеп баҫты... Харап булабыҙ икән, былай булғас!

Етәр һыҡташырға. Әле машиналар йөрөп тора. Ҡул күтәрһәгеҙ, ҡалаға тиклем апарырҙар. Илау менән бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ. Ваҡытты зәрәгә һуҙмағыҙ — юлға сығығыҙ ҙа машина тотоғоҙ, — "йә инде, йә, сыға һалығыҙ" тигәндәй ҡулы менән ишара яһаны ағай.

Детдомда бер кемдән дә ҡурҡмаған класташымды алыштырҙылармы ни? Туҡтауһыҙ илай, етмәһә, күңелгә шом һалырҙай итеп һөйләнә:

Рәйфә апай нишләтер икән беҙҙе?! Ҡалайтырға беҙгә, Ильяс? Нимә шым тораһың?! — Миңә лә ҡушылып ила тигән кеүек, терһәге менән төрттө.

Ваҡытымды алмағыҙ. Гаражға һуңлатаһығыҙ бит!

Еҙгә әйтәм! — Шофер беҙҙән ҡотолорға ашыҡты.

Аға-ай, беҙҙе ҡалаға тиклем апармаҫһығыҙмы икән? Сәлмәнгә берәй нисек ҡайтырбыҙ әле, — тинем ҡалтыранған тауыш менән.

Хәлдән килһә ине лә ул, хөкүмәт транспортын нисек анау хәтлем араға ҡыуалайым ти, — мыйыҡлы ағай ҡулын тирә-яҡҡа һелтәп дауам итте. — Һеҙҙең өсөн шелтә алаһы түгел. Иғтибарлы булырға кәрәк ине. Был хәтлем бензинды ҡайҙан алайым мин. Өйҙә ғаиләм көтә. Ваҡытымды алмағыҙ, зинһар! Юл буйында торһағыҙ, берәй машина ултыртыр.

Ағай, әгәр... — һүҙемде әйтеп тә бөтмәнем.

Аңлағыҙ мине, ҡыҙҙар-егеттәр! Бара алмайым, алмай-йым, — тине лә автобустың двигателен ҡабыҙҙы. — Һау булығыҙ. Гаражға өлгөрөргә кәрәк.

Тәгәрмәсең тишелһә ярар ине! — Әмиләнең йән асыуынан сыҡҡан һүҙҙәре ине был. Автобустың ишеге ябылды. Ул беҙҙе таныш булмаған ерҙә ҡалдырып китеп тә барҙы.

Ниндәйҙер ауыл янында торабыҙ хәҙер. Ә бына был — оло юл. Беҙҙе ҡалаға илтер юл ул. Шөкөр, ҡараңғыла аҙашып ҡуймайым тигәндәй, фараларын яҡтыртып, машиналар елдерә генә. Әллә ни күп тә түгел улар, шулай ҙа ултыртып алырҙар әле. Ана бит, көн ни хәтлем насар. Әсе ел үҙәккә үтә генә! Мәктәпкә тип бер ҡат кейгән ыштан эсендә был һыуыҡ уйнай ғына. Тиҙерәк берәйһе туҡтаһа ярар ине.

Милә менән икәүләшеп үткән һәр машинаға ҡул болғап торҙоҡ. Туҡтарға уйламайҙар шул. Ә ҡул өшөй. Беҙгә йылға бер бирелә торған бет тиреһеләй бирсәткә менән алыҫҡа барырмын тимә. Бармаҡтар бер ни тоймай башланы. Аяҡ та өшөнө. Сараһыҙҙан урындан һикерәнләп тә алдыҡ. Жыу-у... Жыу-у... Жыу-у... Дүрт тәгәрмәсле "тимер аттар" елдерә генә, әммә туҡтарға ашыҡмайҙар.

Ильяс, әйҙә ҡала яғына атлай торайыҡ. Бер ыңғайҙан ҡул болғап барырбыҙ. Улар беҙҙе юл уртаһында күрһә, алырҙар әле, — тине Әмилә.

Йҙә һуң...

Тик ҡулды алмашлап күтәрәйек. Әтеү ҡулдарым бөтөнләй өшөп бөттө. Һин ҡул болғағансы, мин кеҫәмдә йылытырмын. Шунан һин. — Ысынлап та, бигерәк башлы шул Әмилә. Әтеү икебеҙ ҙә бер юлы ҡулыбыҙҙы күтәреп, икебеҙ ҙә өшөйбөҙ ҙә баһа. Ә былай иһә алмашлап кеҫәлә ҡулыбыҙҙы йылытып була.

Милә, һинең яратҡан һаның нисә?

Дүрт.

Бына күр ҙә тор. Нәҡ дүртенсе машина туҡтаясаҡ. — Класташымды шулай өмөтләндермәксе иттем.

Була күрһен...

Дүртенсеһе генә түгел, бәлки, дүртенсе тиҫтәһе лә беҙҙең яндан геүләтеп үтеп киткәндер. Тик... Автобус беҙҙе ҡалдырған ауылдан да йыраҡ ҡына ара үткәнбеҙ. Кире боролоу ҙа мөмкин түгел. Ә елдә бер ҙә мәрхәмәтлелек юҡ — ҡотора ғына! Ҡар йә ауыҙға, йә танауға бәрә. Ҡоторған әсе ел битте Рәйфә апай кеүек семетеп ала. Һыуыҡ ине тышта. Хәйер, урамда ғынамы ни! Бөтә донъяны һалҡынлыҡ ялмап алғандай тойолдо. Машиналар ҙа һирәгәйә төштө. Ҡараңғылыҡ баҫа. Ел дә шашынғандан-шашына. Тын алыуы ла ауырлашты, атлауы ла ҡыйын була башланы. Аяҡтар тыңламаҫҡа итә кеүек... Һалҡынлыҡ, ҡараңғылыҡ беҙҙе сорнап алды.

Ильяс, башҡа түҙер хәлем ҡалманы. Туңырбыҙ...— Әмилә ҡалтырана-ҡалтырана был һүҙҙәрҙе көскә әйтте. Шунан йәнә илап ебәрҙе. — Минең бармаҡтарым ҡатты. Күҙ йәшемде һөрт әле, Ильяс... — Әлимәнең күҙ йәштәре битендә бәләкәй генә боҙ тамсыларына әүерелгәйне. Уларҙы ипләп кенә битенән айырып алдым. Үҙемдең дә керпектәр боҫланып, бер-береһенә йәбешеп бара. Һыуыҡ.

Бар ғаләм һалҡын. Их-х, әсәкәйем юҡ шул янымда. Үҙенең йылы ҡосағына алыр ине лә, бөтөн Ер шары уның наҙынан иреп китер ине...

Наши рекомендации