Арғымаҡ ат юл башлар 2 страница
— «Юғары вазифа» арҡаһында башҡорт мәктәбендә уҡытырға «ҡурҡҡан» сүрәттә лә, өйҙә һөйләшергә кем тыйҙы һуң һеҙҙе? Бала менән туған телдә һөйләшмәү — күңел берлеген юғалтыу бит, — тип һорау менән яуап бирҙем.
Ошо урында «ҡурҡҡан, ҡурҡытылған» тигән һүҙҙәргә аңлатма биреп китеү кәрәктер.
КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетында эшләгән бер егет үҙенең ике балаһын да башҡорт мәктәбенә уҡырға бирҙе. Был хаҡта Өлкә комитетта билдәле булған, һәм идеология буйынса сәркәтип һүҙ ыңғайында ғына:
— Һинең балаларың 20-се мәктәптә уҡыйҙар икән, — тип әйтеп ысҡындырған.
— Эйе, унда уҡыйҙар. Тыйылған мәктәпме әллә ул? — тип яуап ҡайтарған йәш атай.
Бер аҙҙан был ирҙе республикабыҙҙың иң артта ҡалған райондарының береһенә КПСС-тың райком секретары итеп эшкә тәғәйенләнеләр. Ул «партия ҡушыуы буйынса» китергә мәжбүр булды, аҙаҡ, «һөт буйынса план үтәй алмағанлыҡтан», секретарлыҡтан алынды һәм хаҡлы ялға киткәнсе бөтөнләй икенсе районда белгес булып эшләне.
Донъя кимәлендә үткәрелгән фестивалдәргә, һәр төрлө башҡа сараларға илебеҙҙән төрлө милләт вәкилен ҡатнаштырып, беҙҙең илдә бөтә милләттәргә лә ирекле үҫеш, үҙ сәнғәтен, мәҙәниәтен үҫтереү өсөн мөмкинлек тыуҙырылған, теләгәндәр үҙ туған телдәрендә уҡый алалар, тип күрһәтергә маташалар. Ә милләттәрҙе, милли сәнғәтте һаҡлауға шул тиклем ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтәләр. Ни өсөн шулай? Бөтә милләттәрҙең дә үҙенсәлеген һаҡлау донъя алдында маҡтанып күкрәк һуғырлыҡ ҡаҙаныш булғас, ни эшләп асылда иһә уға ҡаршы булырға? Илебеҙҙә милләттәр ни тиклем күберәк, ни тиклем төрлөрәк булһа, уртаҡ сәнғәт тә шул хәтлем байый. Һәр милләткә үҫеш өсөн ни тиклем күберәк мөмкинлек бирелһә, дөйөм рухи байлыҡҡа шул тиклем тосораҡ өлөш индерелә. Халыҡ рухи яҡтан байыған һайын, күңел күтәренкелеге, эшкә дәрте арта. Дәртләнеп башҡарған эш сифатлы ла, һөҙөмтәле лә була. Был — хәҡиҡәт. Быны иҫбат итергә кәрәкмәй. Ә ни өсөн шундай тотҡарлыҡ? Ни өсөн ҡамасаулау? Юғарынан төшкән күрһәтмәме ул, әллә урындағы берәй яуызының эшеме? Ошоно аңлай алмайым. Тағы шуныһы ғәжәп: әллә күпме ҡаршылыҡтар аша йырып сыҡҡан берәй эште, шуға уҡ ҡаршы сыҡҡан вазифалы әһелдәр үҙҙәре, мин эшләнем дә, мин эшләнем, тип, күкрәк һуғып маҡтана башлайҙар.
Илебеҙ халыҡтарын бер генә милләтле, рус телле милләт итеүгә ынтылыш күптән килә. Бындай маҡсатҡа динде христианлаштырыу юлы менән өлгәшергә уйлаусылар ҙа булған. Башҡорт балалары өсөн кириллица нигеҙендә «Әлифба» төҙөлгән. Революциянан һуң Ленин тарафынан әйтелгән: «Тел — аралашыу ҡоралы» тигән фекер ҙә кеше мейеһен ныҡ бутаны. Һәр ерҙә ошо һүҙҙәр яҙылды. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә лә ошондай рубрика бар ине. Мин редакторға бындай рубриканың дөрөҫ түгеллеген иҫбат итеп, алдыртыуға өлгәштем. Юғары урында ултырған вазифалы кешеләр, уҡытыусылар өйҙәрендә үҙ балалары менән рус телендә һөйләшеүҙе юғары мәҙәнилек тип һананылар. Ауылдарынан ситкә сығып киткәндәр бер йыл да йөрөмәй, ҡайтып ата-әсәһе менән ят телдә һөйләшеүҙе мәртәбәгә һананылар.
Бөгөнгө көндә беҙ һәр уңайы килгән осраҡта туған телебеҙҙең мәртәбәһен күтәрмәһәк, уның ҡулланылыш даирәһен киңәйтмәһәк, беҙҙең балаларыбыҙға ла «туған тел ул ауылды сыҡҡансы ғына кәрәк» тигән фекер һеңәсәк. Беҙ былай ҙа туған тел ҡулланылышын мәктәптә башҡорт теле дәресе һәм өйҙә кухняла һөйләшеү теле кимәленә тиклем тарайтып киләбеҙ. Туған телгә дәүләт статусы тип янып йөрөгән әһелдәребеҙҙең байтағы үҙҙәре үк өйҙәрендә ейәндәре менән рус телендә һөйләшә. Бер тел ғалимы, фән докторы минән: «Хәҙер нисә внукка бабуля булып киттең инде?» — тип һораны. Ә бер саҡ урамда, бер әһелебеҙ менән һөйләшеп торған саҡта, үҙҙәренә саҡырҙы ла, бәләкәй ҡыҙым Таңсулпанға мөрәжәғәт итеп: «Мамаң менән беҙгә килегеҙ, йәме?» — тигәйне, ул: «Минең мамам юҡ», — тине. Танышым аптырап китте. «Ни эшләп улай? Был бала һинеке түгелме ни?» — ти. «Минең мамам юҡ, әсәйем бар», — тип аңлатты алты йәшлек ҡыҙым үҙе. Ҡунаҡҡа барғас, тағы бер тапҡыр тәнҡиткә дусар булдылар таныштарым. Балалары менән рус телендә һөйләшкәндәрен ишеткәс, ҡыҙым ихлас аптыраны һәм тағы: «Мин үҙ балаһы менән русса һөйләшкән кешене аңламайым ул!» — тине. Ҡыҙым өләсәһенең һүҙҙәрен ҡабатланы, ә бала исеменән әйтелгән был һүҙҙәр таныштарымдың ҡыҙҙарын уйға һалған булырға кәрәк, сөнки Мәскәү әҙәбиәт институтының тәржемә бүлегендә уҡыған Зөһрә ҡыҙымдың «Известия Башкортостана» гәзитендә башҡортсанан рус теленә минең хикәйәмдең тәржемәһе баҫылып сыҡҡас, теге танышымдың ҡыҙы: «Зухра русский язык знает лучше, чем мы, потому что к русскому она пришла через родной», — тип, атаһы менән әсәһенә үпкә һүҙҙәре әйткән.
Телевидение аша «Ғаилә мөхите» тигән тапшырыу алып барған саҡта тапшырыуҙа ҡатнашыу өсөн Өфө ҡалаһында үҙ-ара ҡоҙа булышҡан башҡорт ғаиләләре, килене лә, ҡәйнәһе лә башҡортса һөйләшеүсе ғаилә, ейән-ейәнсәрҙәре менән башҡортса һөйләшеүсе ҡартатай менән өләсәйҙәр эҙләп теңкә ҡорой торғайны. Барҙар улар, әммә һирәктәр. Булғандары ла, башлыса, юғары трибуналарҙан телдең әһәмиәте тураһында һөйләүселәр түгел, ә уларҙың аҡылын тыңлаусы — ябай хеҙмәт кешеләре. Мәҫәлән, ғүмере буйы заводта инженер булып эшләгән Фәниә Тимерғазина үҙенең башҡорт килене Гөлназ менән, физик Салауат Әбсәләмов өс балаһы һәм ҡатыны менән һәм башҡа шундай үҙ телдәренең ғәмәли патриоттарын саҡырҙым. Бер нисә әһелдең — тел белгестәренең — өйөнә шылтыратып тапшырыуҙа ҡатнашыу тураһында һөйләшергә тура килде. Шылтыратам. Телефонды ейәне йәки ейәнсәре ала.
— Һаумыһығыҙ! Өләсәйең өйҙәме? — тип һорайым. Бала өләсәһенә ҡысҡыра.
— Бабуль, тебя к телефону!
— Кто приглашает?
— Я не понял. Улясай только понял.
Ә трибуналарҙан ниндәй матур сығыштар яһайҙар улар!
Милләтте белемле, һәләтле кешеләр күтәрә, ә аңлы кешеләр һаҡлай. Ә аң кимәле иһә белем кимәле менән тап килмәй. Аң кимәле лә, белем кимәле лә юғары булған шәхестәре ишле милләт алға бара, үҫә.
Әгәр аҡыллы хәбәр һөйләүсе әһелдәребеҙ үҙ аҡылдарын үҙҙәре тотһалар, өҫтәүенә, аңлы ла булһалар, шәхси өлгө күрһәтһәләр, ниндәй яҡшы булыр ине. Сөнки иң тәьҫирлеһе — шәхси өлгө. Быға мин ышанғанмын, инанғанмын, һәм был хәҡиҡәт иҫбат итеүҙе талап итмәй. 1975 йылда Ейәнсура районына ялға ҡайтҡан саҡта халыҡ араһында таралған бер хәбәрҙе һөйләнеләр миңә. Атаҡлы ҡурайсы Нәжметдин Хәсәнов Өфөгә командировкаға барған. Ул район гәзите редакцияһында эшләй ине. Йөрөп ҡайтҡас, унан Өфө яңылыҡтарын һорашалар икән. «Башҡа иҫ китерлек яңылыҡҡа тап булманым. Ә бына бер хәл шатландырҙы. Троллейбуста китеп бара инем, бәләкәй-бәләкәй дүрт балаһын эйәртеп Бураҡаевтар килеп инде. Балалары ҡысҡырып тороп тап-таҙа башҡортса һөйләшә. Бына ғәләмәт! Өфөгә нисә барып, урамда башҡортса һөйләшкән кеше осратҡаным булмағайны. Аптыраным да, ҡыуандым да. Тыңлап килә торғас, туҡталышты үткән дә киткәнмен», — тип һөйләгән.
Йыл һайын берәй ауылға барып ял итә торғайныҡ. Балаларҙың башҡортса һөйләшеүенә, ысынлап та, һәр саҡ аптырай ҙа, шатлана ла инеләр. Ә Өфөлә бер ваҡыт урамда китеп барған саҡта күренекле драма артистары Зәкиә апай менән Ғата ағай Арыҫлановтар туҡтаттылар: «Һинең балалар тап-таҙа башҡортса һөйләшә, — тиҙәр. — Әйҙә һөйләштереп ҡарайыҡ әле», — тип, балалар менән оҙаҡ ҡына әңгәмә ҡороп торҙолар.
Алтмышынсы йылдарҙа Өфөлә башҡорт телен ғаилә теле итеүсе ғаиләләр бик аҙ ине. Мәғфирә Ғәлиева менән Николай Головтар, Нәфисә менән Жәлил Кейекбаевтар, Ғәлиә менән Рамаҙан Ҡотошовтар, Лилиә менән Вәли Псәнчиндар, Лена менән Нияз Мәжитовтар, Надя менән Рәми Ғариповтар, Клара менән Әмир Сиразетдиновтар, Ғәлиә менән Әнүр Вахитовтар, Нажиә Аллаярова менән Абрар Ғабдрахманов, Иҙел Агишев ғаиләһе, Марина-Мәсрүрә менән Рәшит Шәкүревтәр, Рәйсә менән Мәсғүт Бикжановтар, Һәҙиә менән Ғирфан Яҡуповтар, Лена менән Урал Нәҙерғоловтар, Алма Сәлмәновна Аллағолова, Әхмәтҡужиндар, Фәниә менән Нил Тимерғазиндар, Роза менән Шәрифйән Ишимовтар һәм тағы бармаҡ менән генә һанарлыҡ бер нисә генә ғаиләлә башҡортса һөйләшеп була ине. Аҙаҡ, 70-се йылдарҙа, бындай ғаиләләр күбәйеп китте. Сибайҙан күсеп килеүсе Сәбилә Сөләймәнова менән Айрат Ғафаровтар ғаиләһе, Мирас Иҙелбаев менән Гөлфиә Юнысова, Бөрйәндән килгән Флүрә менән Әхмәт Сөләймәновтар, Мәсетле яҡтарынан килгән Тәнзилә менән Диас Йәнтүриндар, Салауат районынан Таңһылыу менән Мөхәммәт Ғәниевтарҙың биш улы, апайым Мәрфуға Мусинаның дүрт балаһы, һылыуымдың һәм башҡаларҙың башҡортса һөйләшеүсе балалары өҫтәлде. Хәҙер бындай ғаиләләр артҡандан-арта бара. Бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына түгел. Һуңғы йылдар күңелдәргә өмөт сатҡылары һалды. Өфөлә хәҙер бер кем дә башҡортса һөйләшкәнгә аптырамай, башҡорт мәктәптәренә берәмләп балалар йыйып йөрөү бөттө, башҡорт гимназияларына конкурс нигеҙендә генә ҡабул итәләр. Өфө ҡалаһының һәр районында тиерлек башҡорт гимназияһы йәки мәктәбе, рус мәктәптәрендә башҡорт кластары бар. Мин 1966— 1967 йылдарҙа радио һәм телевидение буйынса комитеттың балалар өсөн тапшырыуҙар редакцияһына тапшырыуҙар әҙерләгән саҡта, Республика башҡорт интернат-мәктәбенән генә уҡыусылар саҡыра инем. Хәҙер «Тамыр» студияһына балаларҙы һайлап алырлыҡ кимәлдәбеҙ. Ә исемдәрҙең матурлығы! Азамат, Урал, Илдархан, Сыңғыҙ, Сәлимә, Зөлхизә, Буранбай, Нурислам, Гөлдәр, Алтынай, Дауыт... Минең Илгизәр, Гөлназ, Гөлнур, Зөһрә, Таңсулпан тигән үҙ балаларымдың балалары — ейән-ейәнсәрҙәрем дә Айгиз, Нәркәс, Сурағол, Әмилә, Айназа, Айсулпан, Юрматы, Мортаза исемле.
Исем — милли ғорурлыҡ билдәһе. Үҙ милләтен яратҡан кеше уның бөтә традицияларын, шул иҫәптән исемдәрен дә, ярата.
Йәштәрҙең аңында бындай фекер уяныу фәҡәт яҡшыға ғына.
Халҡыбыҙҙың үткәнен ғорурланып иҫкә алғанда, тағы бер мөһим сифатҡа иғтибар итергә кәрәк: беҙҙең атай-олатайҙар телебеҙгә дәүләт статусы биреүҙе көтөп тормаған, улар һәр береһе үҙ күңелендә туған теленә статус биргән һәм киләсәк быуынға бына тигән тел ҡалдырған. Ә беҙҙең әһелдәребеҙҙең күптәре балаларын башҡорт теленә өйрәтеү өсөн дәүләт статусы көтөп йөрөнө...
Өндәшмәй-нитмәй генә үҙ урындарында ғәмәли эш атҡарғандар ҙа булды.
Шундай зыялыларыбыҙҙың береһе — Ғата ағай Сөләймәнов.
Данлыҡлы ҡурайсыбыҙ Ғата Сөләймәнов халҡыбыҙ араһында ҡурай уйнаусыларҙың кәмеүенә һәр саҡ әсенеп йөрөнө. Ҡурайҙы нотаға һалып, ғәжәп хеҙмәт сығарҙы. Шунан училищела ҡурай бүлеге асыу инициативаһы менән йөрөй башланы. Үҙенең уй-хыялдары менән «Совет Башҡортостаны» гәзитенә килеп уртаҡлашып китер ине. «Училище директоры Камил Вәлиев юллап астырҙы бүлекте, быйыл уҡыусылар йыябыҙ», — тип шатланып һөйләп китте бер тапҡыр. «Курайсы малайҙар эҙләшегеҙ әле», — тип мөрәжәғәт иткәс, республика мәктәптәре буйлап ҡурай уйнаусылар эҙләшә башланыҡ. Беренсе йылда данлыҡлы ҡурайсы Ришат Рәхимовтар төркөмө йыйылды. Икенсе йылына тағы эҙләшә башланыҡ. Республикабыҙҙа ҡурайсылар бик һирәгәйгән осорҙа Ейәнсура ҡурайсылары Нәжметдин Хәсәнов етәкселегендә ансамбль төҙөп, беренселәрҙән булып өс тауышҡа уйнап йөрөнөләр. Ансамблдең өс ҡурайсыһы Ибрай ауылы ингән «Чапаев» колхозынан ине. Ибрай мәктәбендә ҡурай түңәрәге эшләй, йәш ҡурайсылар бар, тип ишеттем. Киттем. Мәктәпкә барғайным, ҡурай түңәрәге етәксеһе Әхмәтсәлим Яҡупов, Дауытовтарҙың быйыл һигеҙенсе класты тамамлаған улдары ҡурайҙа яҡшы уйнай, тине. Уны мин Өфөгә алып килдем. Хат аша башҡа райондарҙан да эҙләштек. Ҡурай бүлеге асыла, тигәнгә аптыранылар ҙа, ышанмайыраҡ та ҡаранылар. Тағы бер курслыҡ йыйылды. Ҡабул итеү имтихандары башланды. Бер саҡ гәзит редакцияһына Гата ағай йүгереп килеп ингән. «Рус теленән изложение ине, бөтәһенә лә икеле сәпәгәндәр. Ҡурай бүлеген яратмаусыларға ҡул булды был имтихан. Быйыл бүлек асыу ҡурҡыныс аҫтында. Камил Вәлиев икенсе тапҡыр имтихан үткәрәрергә риза ла, тағы шул уҡ хәл ҡабатланыр, тип ҡурҡабыҙ», — ти. Ул саҡта ҡабул итеү имтихандары барышында журналистарға репортаж йәки мәҡәлә яҙыу өсөн имтихандарға инеү рөхсәт ителә ине. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә «Вуздарҙа ҡыҙыу көндәр» тигән рубрика башлағайныҡ. Мин байтаҡ ҡына уҡыу йорттарынан мәҡәләләр яҙғайным инде. Училищеға киттем. Камил Вәлиевтың Роза исемле (башҡорт ҡыҙы, фамилияһын хәтерләмәйем. — М. Б.) секретары бар ине. Башҡорт дәүләт университетында филология факультетының рус бүлеген тамамлағайны. Шунан таныш ине. Икәүләшеп имтиханға инеп, уҡытыусыларға һиҙҙермәй генә малайҙарҙың изложениеларын тикшерешеп, хаталарын төҙәтеп сыҡтыҡ. Төркөм йыйылды. Тағы бер курс асылды. Дауытов уҡый башланы, һәм беҙгә килгеләп, бик ҡыуанып, яңылыҡтарын һөйләп китә ине.
— Апай, мин Ибрайға ҡайтам да ун баланы ҡурайға өйрәтәм. Гата ағай шулай ҡушты. «Һеҙҙең һәр берегеҙ унар ҡурайсы өйрәтһен, улар тағы унарҙы өйрәтһендәр. Шул саҡта ҡурай таралып китер», — тине, — тип дәртләнеп йөрөй торғайны. («Торғайны», тип әйтеүем фәжиғәғә бәйле — Дауытовтар ғаиләһе тотош фажиғәле һәләк булды. — М. Б.)
Рус телен бик яҡшы белергә кәрәк, әммә ижад кешеһе өсөн иң мөһиме — талант. Талант тәбиғәттән килә, белемде уҡып алып була. Талантты табырға, һаҡларға, ҡәҙерен белергә кәрәк тә бит... Юҡ, быны иҫкә лә алманылар: иң мөһиме рус теленең ҡеүәтен мейегә һеңдереү, зиһенгә һалыу. «Ана бит, ҡурайҙа яҡшы уйнаһа ла, рус теленән насар билдә алыу арҡаһында ҡурай бүлегенә лә инә алмаған», — тигән фекер һалыу өсөн нигеҙ был.
Утыҙынсы йылдарҙа йырсы, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендә башҡорт студияһы ойоштороуҙы башлап ебәрә һәм башҡорт егеттәренә халыҡ араһынан таланттар эҙләп йыйыу бурысы йөкмәтә. Сәнғәт әһелдәре Фәүзи Саттаров, Ҡадир Бакировтар был эштә әүҙемлек күрһәтәләр. Башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалыусы, башҡорт халҡының иң яратҡан йырсыларының береһе Мәгфирә Ғәлиеваны ошо студияға уҡырға Ҡадир Бакиров алып килә. Әммә Мәғфирәнең тыуған ауылы оло юлдан бер яҡ ситтәрәк ята, рус кешеләре менән аралашыу һирәк булған ыҡтан, р с телен н сар белә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ғәжәп үҙенсәлекле һәм к слө тауыш а эйә б лған Мәғфирә Ғәлиеваны педаго В арин уҡырға ала һәм рус теленән өҫтәмә дәрестәр билдәләй. Хәҙер иһә Мәғфирә Ғәлиева рус телендә һөйләшеү генә түгелда үҙе мыш телдә йырлау һәләтенә эйә булд . Бөтөн илебеҙҙә төрлө телдәрҙә йырлай белеүсе Ирма Яунземдан һуң икенсе йырсы булып танылыу алды.
Мин у та мәктәптә уҡыған йылдарҙа, илленсе йылдар аҙағы — алтмышынсы йылдар башында, Иҫәнғолда укытыус лар уҡыусыларҙың өйҙәренә йөрөп, ғаиләлә рус телендә һөйләшергә кәрәклеген, рус телен белмәһәң, институтҡа юл бикле булыуын аңлатыу эштәре алып баралар ине. Әсәйем уларға ни тип яуап биргәндер, әммә беҙҙе үҙ-ара фәҡәт туған телдә генә һөйләштерҙе. Бер ваҡыт атай-әсәйҙәрҙең дөйөм йыйылышында әсәйемде сығыш яһарға, нисек тәрбиәләүе хаҡында һөйләргә һәм бер уңайҙан өйҙә рус телендә һөйләшәбеҙ, шуға балаларым рус телен яҡшы белә, тигән фекер әйтергә ҡуштылар.
Әсәйем сыҡты сәхнәгә. Йыйылыш клубта бара ине.
— Балаларым гел генә китапҡа текәлеп ултырмай, өйҙә эш күп, хужалыҡ эштәрен бүлешеп алып ярҙам итәләр, һыу алыҫ, мал бар, шәл бәйләйҙәр, шулай ҙа әҙәби китап уҡырға ла, дәрес әҙерләргә лә ваҡыт табалар. Дүртеһенең дә иптәштәре килеп, балаларымдан өйрәнә. Арифметикаһын да, рус телен дә, немец телен дә өйрәнәләр. Диктант яҙалар. Әммә балаларымдың үҙҙәрен өйҙә бер генә ауыҙ ҙа рус телендә һөйләштермәйем. Ни эшләп мин үҙ балаларым менән белер-белмәҫ көйө рус телендә һөйләшәйем, ти! Улыма мандолина, гармун алдыҡ, кистәрен бергәләшеп башҡортса йырлашып та алалар. Бер зыянын да күрмәйемсе. Балаларымды беләһегеҙ. Әйләнгән һайын үҙегеҙ маҡтап тораһығыҙ. Балаларымдың дүртәүһе лә мәктәптең Почет таҡтаһынан төшмәй. Насар уҡыу кешенең тәбиғәтенә бәйләнгән ул. Зиһене ҡабул итмәй икән, ни эшләп уны, рус телендә һөйләштереп, барлы-юҡлы мейеһен миңрәүләтергә?! Ундайҙарын көсләп уҡытмаһағыҙ ҙа була. Тәбиғәт бөтәһенә лә үҙ кимәле менән икмәк эшләрлек һөнәр бирә ул. Уҡымағандар ҙа әмәлен таба, астан үлмәй.