Улым, мин бөгөн яңғыҙым ғына ятып йоҡлайым әле, — тине.

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов

Ҡалдырма, әсәй!

Улым, мин бөгөн яңғыҙым ғына ятып йоҡлайым әле, — тине. - student2.ru Беҙҙең атайҙан да шәп кеше юҡтыр ул донъяла. Берәүгә лә ауыр һүҙ әйтмәй, әрләшеп-талашып та бармай. Уның менән бергәләшеп өйгә эште эшләйбеҙ. Йәй еттеме — атайыбыҙ менән урмандан ҡайтышмайбыҙ. Ул бәшмәген йыябыҙ, туйғансы еләген ашайбыҙ, биҙрә-биҙрә көртмәлеһен алып ҡайтабыҙ. Хатта бер саҡ атай беҙгә боландарҙы ла күрһәтте!

Бынан дүрт йыл элек әсәйебеҙ мәрхүмә булды. Атайым ете бала менән тол тороп ҡалды. "Балаларыңды хөкүмәткә тапшыр, ә үҙең яңынан ҡатын ал. Былайтып үҙеңде бөтөрмә, Ғиззәт, самый йәшәй торған мәлең бит әле!" — тиеүселәр ҙә булғыланы.

"Быларҙы аяҡҡа баҫтыра алмаясаҡһың, әйҙә детдомға бир", тинеләр. Әммә атай уларҙы тыңламаны. Килеүселәргә яуабы ҡаты ине:

Балаларҙы кеше ҡулына бирер өсөн тыуҙырманыҡ. Үҙем иҫән-һау саҡта уларҙың башынан бер сәсе лә төшмәйәсәк!

Шулай итеп атайыбыҙ менән бергә донъя көтөп ятабыҙ. Тик ниңәлер ул һуңғы йылдарҙа йыш ауырый башланы. Беҙгә әллә ни һиҙҙерергә тырышмай, әммә уның күҙҙәре лә хәҙер насар күрә шикелле. Ә ҡулдары минеке һымаҡ нәҙе-е-ек кенә булып ҡалды. Инде йылға яҡын кәртәнән ары сыҡмай. Нимә булды атайға — аңламаҫһың. Әсәй үлгәндән һуң төндәрен йоҡламаны. Кемдеңдер килеүен көткәндәй тәҙрә төбөндә тик ултыра. Бер саҡ төнөн тиргә батып уянып киттем. Ҡараһам, атай әсәйҙең ҙур фотоһын ҡулына алған да, текәлеп тик ултыра. Нимә уйлағандыр, миңә ул ваҡытта ҡараңғы ине...

Ле ике ағайым һәм апайым ҡалала училищела уҡып йөрөй. Алһыу менән Әлиә апайҙарым, мин һәм Зөлфирә һеңлем атай менән йәшәйбеҙ, мәктәпкә йөрөйбөҙ. Һуңғы арала ғәзиз кешебеҙ үҙе аш бешерә алмай. Шуға ла бишенсе класта уҡыған Әлиә апай ҡамыр баҫырға, аш бешерергә, хатта икмәк һалырға оҫтарып алды. Әлиәнең күмәстәре үҙебеҙ кеүек бәләкәй генә килеп сыға. Беҙ уға, әсәйебеҙҙеке кеүек булһын, тибеҙ.

Ур икмәккә ҡамыр баҫыр өсөн көсөм етеңкерәмәй, — тип аҡлана апайыбыҙ. — Бына саҡ ҡына үҫеп алайым да, шул саҡта ҙу-у-ур итеп бешерермен, яраймы.

Яҙғы аяҙ көн ине. Ҡар ҙа күптән иреп бөттө. Болонда тәүге сәскәләр ҙә күренә башланы. Урамда шул хәтлем рәхәт! Тик атай ғына тышҡа сыға алмай, көнө буйына түшәктә ята.

Улым, кил әле яныма, — тип саҡырып алды.

Эйе, атай...

Бына хәтеремде яңыртып алдым әле. Үткәндәр ниңәлер иҫкә килеп тик тора. Ошондай сағыу көндә әсәйегеҙҙе осратҡайным. Хәҙер инде күпме һыуҙар аҡты, күпме йылдар үтте, ә Гөлнурымды осратҡан минуттарҙы бөгөнгөләй хәтерләйем. Ул көндә әсәйегеҙгә яңы ғына сыҡҡан умырзая сәскәләрен бүләк иткәйнем. — Атай бер аҙға тынып ҡалды. Башын ситкә бороп, уйланып ятты ла, һүҙен дәртле тауыш менән дауам итте. — Улым, туғайға барып кил әле. Быйылғы умырзаяны күргән юҡ бит. Берәй гөлләмә йыйып алһаң, ҡалай шәп булыр ине. Ә мин уны карауатым янына ҡуйырмын. Шәп буласаҡ, ивет?!

Хәҙер, атай!

Баш һелктем дә, йүгереп сығып та киттем. Иң матур сәскәләрҙе йыйып алып ҡайттым. Өйҙә хуш еҫ таралды. Атайымдың да кәйефе күтәрелеп китте, ҡараңғы бүлмә лә яҡтырғандай тойолдо. Ғәзиземде ҡыуандыра алғаныма көнө буйы шатланып йөрөнөм.

Йоҡлар алдынан атай йәнә саҡырып алды.

Ин хәҙер барыһын да аңлайһың, улым. Бына мин һис ҡасан да ҡартайырмын тип уйламағайным. Бөтәгеҙҙе лә аяҡҡа баҫтырып, уҡытып, гөрләтеп туйҙар үткәрергә хыялландым. Хәлемде үҙең күреп тораһың. — Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, әллә нисек ҡыйын булып китте. Атай һөйләүен дауам итте. — Донъяны белеп булмай шул. Әгәр ауырып, балнисҡа ятып китһәм, берәй нисек минһеҙ йәшәп тораһығыҙ инде. Юҡҡа-барға ыҙғышмағыҙ, татыу булығыҙ! Тормошта ауырлыҡтар күп була ул, тик һин бирешмә. Атай балниста ята, эргәбеҙҙә юҡ тип уҡыуыңды ҡалдырма. Апай-һеңлеләреңде ҡарап йөрө, йәме. Хәҙер һин балта ла тота беләһең, йорт тирәһен ипләп тор. Әле һине эргәмә саҡырыуым буштан түгел. Ғүмер буйына минең иң ҡәҙерле әйберем булды. Шуны мин һиңә бирергә уйланым. — Шул саҡ атай быуылып-быуылып йүткерә башланы. Ә был бик оҙаҡҡа һуҙыла икәнен беләм. Йүткергәндә янындағы биҙрәгә әллә ниндәй ҡара төҫтәге шыйыҡсаны төкөрә. Аҙаҡ хәле бөтөп, оҙаҡ ҡына ята бирә. Бына әле лә, нимәнелер бирергә уйланым тип һөйләй башланы ла, сәсәп алып китте.

Ярай, улым, был һөйләшеүҙе иртәгәгә ҡалдырайыҡ, — тине ул бер сама хәл ингәндәй булғас. — Баш әйләнеп киттесе яман.

Атай ауырығас, һәр ваҡыт уның менән бергә ҙур карауатта йоҡлай торғайным. Төнөн уға һыуын да, дарыуын да алып бирәм. Тик бөгөн атайға нимәлер булған.

Улым, мин бөгөн яңғыҙым ғына ятып йоҡлайым әле, — тине.

Башҡа урында йоҡлай алмайым, был карауатҡа күптән өйрәнгәнем, тип киреләнеп маташһам да, ул үҙ һүҙендә торҙо.

Әлиә апайым менән көн дә мәктәпкә бергә барабыҙ. Шуға ла иртән иртүк торабыҙ. Ә минең бер хәйләм бар. Уянам да, йылы юрған аҫтынан сыҡмайым, Әлиә тороп, сәй ҡайнатҡанын, аш йылытҡанын көтөп ятам. Тәмле еҫ танауҙы ҡытыҡлай башлаһа ғына урынымдан торам. Был юлы ла шулайтырға булдым. Әһә, апайым торҙо. Йыуынып алды. Бер аҙҙан сәйнүк шыжлай башланы. Һауыт-һабаның сыңлауы ишетелде. Ә мин шым ғына, йоҡламышҡа һалышып, тыңлап ятам. Ғәҙәттә, атай беҙҙең менән иртән бергә сәй эсә. Шуға Әлиә тәүҙә уны өҫтәлгә саҡырҙы:

Наши рекомендации