Арғымаҡ ат юл башлар 6 страница

РУХ

«Кеше күңеле сәскәнән наҙлы, таштан ҡаты», тигән әйтеме бар халыҡтың. Был, әлбиттә, рух ныҡлығы тураһында. Рух ныҡлығы ҡандан да күсә, тәрбиәнән дә килә, тирә-яҡ мөхиттең тәьҫире лә ҙур. Рух ныҡлығына иғтибар иткән айырым кешеләр генә түгел, халыҡтар ҙа көс-ҡеүәте яғынан айырылып тора.
Диҡҡәттең ҡартатаһы Зыяитдин Бураҡаев тураһында телгә алғайныҡ инде. Уның тормошонан бер фәһемле ваҡи-гаға туҡталып китке килә. Зыяитдин Зәйнәғәбетдин улы Бураҡаев 1905— 1907 йылғы Рус-япон һуғышында ҡатнашҡан һәм әсир төшкән. Әсирҙә саҡта уға килгән бер хатты һаҡлап ҡалдырған ул. Хаттың аҙағына үҙ ҡулы менән рус телендә: «Был хатты миңә Йыһангир Уразбаев яҙҙы. Мин Японияла 9 ай ярым әсирҙә булдым. Тыуған йылым 1876 йыл», — тип яҙып ҡуйған. Хат 1905 йылдың 20 мартында яҙылған. Ошо хат менән бергә Япониянан әсирлектән алып ҡайтҡан тағы бер хат һаҡлана. Уның күсермәһен тәҡдим итәбеҙ. Бынан күренеүенсә, япондар хатта әсир төшкән яугирҙарҙың да рухи яҡтан ҡаҡшамауы хаҡында хәстәрлек күргәндәр. Тимәк, кеше күпме йәшәй, шул хәтлем рухи яҡтан сәләмәт булырға тейеш. Рухың һындымы — йәшәүеңдең мәғәнәһе лә юғала.
Кешенең байтаҡ сифаттары ҡан аша күсә, әммә үҙтәрбиә менән уға үҙгәреш индереп була, тинек. Рухи ныҡлыҡ —тәрбиә менән бирелә торған сифат, һәм уны мотлаҡ тәрбиәләргә кәрәк. Сөнки ул башҡорт ҡанында булған һәм әле ойоған хәлдә. Ә рухи ныҡлыҡ тәрбиәләр өсөн өс шарт — өс таяныс кәрәк: маҡсат, үҙ көсөңә ышаныс һәм ихтыяр көсө йәки ныҡышмалылыҡ. Рухи ныҡлыҡ өсөн ошо өс таяныстың булыу-булмауының ниндәй әһәмиәткә эйә икәнлеген билдәләү маҡсатынан тормошта булған ваҡиғаларға күҙ һалайыҡ һәм «кешене күҙәтәйек, үҙебеҙҙе төҙәтәйек».
Әммә, белеүебеҙсә, кеше ниндәй генә фәһемле ваҡиғалар тыңламаһын, аҡыллы китап уҡымаһын, һабаҡ алырлыҡ тамаша ҡарамаһын, минутында үҙгәреп китә алмай. Шуның өсөн «Арғымаҡ»та тормошта булған төрлө ваҡиғаларға туҡталып киткән саҡта, керпек ҡаҡҡан мәллек үҙгәрешкә иҫәп тотманым. Минең маҡсатым — кеше ошо ваҡиғалар аша башҡалар тормошона күҙ һалһын да үҙ тормошона, холоҡ-фиғеленә байҡау яһаһын, үҙтәрбиә менән шөғөлләнә башлау өсөн этәргес алһын. Кеше фәҡәт оҙайлы ваҡыт үҙтәрбиә менән шөғөлләнгәндә генә уңыштарға өлгәшә ала. Һин былай эшлә, тегеләй эшлә, тигән кәңәш биреп кенә холоҡ үҙгәртеүгә өлгәшеп булмай. Йәшәүгә йүнәлеш биреү — юл өйрәтеү түгел. Бер кемдең дә күңел донъяһы икенсе кешенекенә оҡшамаған. Һәр кеше — үҙе бер донъя, һәр кеше үҙенсә хаҡлы. Шуға ҡалыпҡа һалынған кәңәштәр булмай. Грамматик кағиҙә кеүегерәк ҡалыпҡа һалып, анттар ятлатып, вәғәҙәләр Бирҙертеп, етмеш йылдан ашыу Коммунистар партияһы какимлығы аҫтында бер төрлө генә иман менән йәшәтеп маташыу булды, һәм бер көн килеп барыһы ла селпәрәмә килде. Селпәрәмә килде, сөнки был ҡалып талаптары ҡаныбыҙҙа юҡ һәм бөтөнөһө лә тышҡы ялтырауға ҡоролғайны.
Кәңәш — грамматик ҡағиҙә түгел. Кеше күңеле ҡағиҙә менән йәшәмәй. Шуның өсөн дә халыҡта аҡылды кинәйә менән биреү ысулы бар. Әкиәттәр, ҡобайырҙар, риүәйәттәр, лаҡаптар, мәҡәлдәр, әйтемдәр, хатта таҡмаҡтар аша кешене уйланырға мәжбүр итеү алымы ул. Әҙәби әҫәрҙәр ҙә ошондай ук маҡсатты иңенә һалған. Кеше уҡый, тыңлай. Үҙенә тейешлеһен зиһененә һеңдерә һәм үҙтәрбиә менән шөғөлләнә башлай. Бына нәмәгә иҫәп тота халыҡ аҡылы.
«Аң» тигән бүлектә Иҫәнғол урта мәктәбендә тәүгә асылған башҡорт синыфында уҡыуым хаҡында әйткәйнем. Рус мәктәбе нигеҙендә башҡорт синыфтары асыу һәм был кластарға, бөгөнгө көндә ЗПР тип аталған синыфҡа туплаған һымаҡ, уҡыуға һәләтһеҙ, тәртипһеҙ балаларҙы туплау, башҡорт теленең бәҫен төшөрөү кемгә кәрәк булғандыр? Был ҡараш әле лә йәшәй. 1995 йылда әле Иҫәнғол урта мәктәбенең уҡытыусылар йыйылышында рус синыфынан Вавилов тигән уҡыусының тәртипһеҙлеге хаҡында мәсьәлә ҡарағанда, бер уҡытыусы, ярымшаярып: «Башҡорт синыфына ултыртығыҙ ҙа ҡуйығыҙ уны», — тине. Ә тәүге башҡорт синыфы асылыуға 40 йыллап ваҡыт үткәйне. Беҙ иһә — тәүге ҡарлуғастар булдыҡ. Ошо ҡарлуғастарҙың рухын һындырырлыҡ мөнәсәбәттән тәүге уҡытыусыбыҙ Н. Ф. Сәйетова ла, аҙаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәликә Ғибаҙулла ҡыҙы Йосопова ла һәр саҡ ҡурсалап ҡына торҙо. Мәликә Ғибаҙулла ҡыҙының үҙенә лә арҡа терәр таяу кәрәккәндер инде.
Бер ваҡыт Өфөнән яҙыусы килергә тейешлеген әйттеләр. Ҙур яҙыусы, тинеләр. Әҫәрҙәрен дәрестә өйрәнгәс, әлбиттә, ҙур инде. Быныһын Мәликә апай аңлатты беҙгә. Бишенсе синыфта уҡып йөрөйбөҙ. Уҡытыусыбыҙға яҙыусы тураһында төрлө һорауҙар бирәбеҙ. Уның башҡортса уҡыуын, институт тамамлауын, уҡытыусы ла булыуын, редакцияларҙа эшләүен, ә хәҙерге көндә фәҡәт китаптар ғына яҙып ултырыуын да белдек. Беҙҙең өсөн иң мөһиме — уның башҡортса уҡып та шундай ҙур кеше булып китеүе ине. Мәликә апай быны бер нисә тапҡыр, баҫым яһап, телгә алды. «Йыйылышта иң алғы рәттәрҙән урын алырбыҙ. Һорауҙар бирербеҙ. Кейемдәрегеҙҙе тәҫләп кенә һалып, матур ғына кейенешеп килегеҙ», — тине. Минең бер нисә шиғырым бар ине. Уларҙы дәфтәргә матурлап күсереп яҙҙым. Рәсемдәр менән биҙәнем. «Яҙыусы ағайға күрһәтәм», — тип әҙерләнәм. Өйҙә лә ҙур әҙерлек барҙы. Кейемемде рәтләһендәрме, дәфтәремдең килешкән-килешмәгән ерҙәрен төҙәтһендәрме. Хатта яңы таҫма ла һатып алдылар. Сәсем бик ҡуйы һәм оҙон ине. Бер нисек тә ыҡсым ғына урап ҡуйып булмай ине. «Яҙыусы тотош халыҡ алдында үҙенең башҡорт синыфында уҡыуы тураһында әйтһә, башҡа балалар алдында һеҙҙең өсөн мәртәбә булыр ине», — тип өмөтләнде Мәликә апай.
Осрашыу клубта үтте. Халыҡ шығырым тулы ине. Ә беҙ иң алғы рәттәрҙән урын алдыҡ. Минең ҡулымда дәфтәр. Яҙыусы ағайға күрһәтергә, унан баһалау алырға тейешмен бит!
Бөгөнгө көндә был осрашыуҙан ҡалған хәтирәләрем шул. Осрашыу рус телендә барҙы. Беҙгә иғтибар итеүсе лә булманы. Осрашыуҙан һуң клубтың оло залында бейеүҙәр башланды. Яҙыусыбыҙ бер яҡта колхоздың алдынғы помидор үҫтереүсеһе Блуднева тигән апай менән бик оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙы ла күмәкләшеп сығып киттеләр. Мин шиғырҙар яҙған, матур итеп сәскәләр төшөрөлгән дәфтәремде тотоп, һөйләшергә ымһынып байтаҡ ҡына баҫып торҙом да, яҙыусы киткәс, ҡайтырға сыҡтым.
Ошо осрашыу иҫемдә шул тиклем ныҡ уйылып ҡалды. «Әгәр ҙурайып, яҙыусы булһам, башҡорт синыфтары менән айырым осрашыр инем, уларға туған телдә уҡыуҙың әһәмиәтен һөйләр инем, һәр уҡыусыға иғтибар итергә тырышыр инем», — тип уйланым. Әле инде ошо уй-ниәттәремә хилаф килтермәҫкә тырышам.

Мөт шәме


Етенсе класта укыған саҡта дүртенсе кластың пионер вожатыйы итеп билдәләнеләр. Уҡыу йылы тамамланғас, пионерҙар менән яратҡан ауылым Ибрайға сәйәхәткә киттем. Ун ос бала. Иҫәнғол менән Ибрай араһы — ҡырҡ саҡрым. Ун бер йәшлек балалар менән ул араны бер көн оҙайында үтә алмабыҙ, тип уйланым да тура юлдан алып киттем. Туранан егерме саҡрымдан саҡ ҡына ашыу. Тик бер нисә текә тауға ғына артылып төшөргә кәрәк.
Юлға сығыуыбыҙ булды, артыбыҙҙан ҡыуып еткән бер һыбайлы юлаусы йүнәлеште бик матур итеп өйрәтеп ебәрҙе. Беҙ йырлай-йырлай, дәртле баҫып юлды дауам иттек.
Тирә-яҡ иҫ китмәле матур. Бәләкәй-бәләкәй генә тау йылғалары сылтыр-сылтыр йырлап, таштан ташҡа һикерә-һикерә, барыр юлыбыҙҙы арҡырыға киҫеп үтә. Мине генә тыңлап кит, минең тауышыма ҡолаҡ һал, тигәндәй, ярышып-ярышып ҡоштар һайрай. Бер машина ла, хатта егеүле ат та осрамай. Тирә-яҡ һил, сәскәнән сәскәгә ҡуныр өсөн ашыҡ-кан күбәләктәрҙең ҡанат елпеүенә тиклем ишетелер кеүек. Тик балаларҙың шау-гөр килеп йылғалар аша һикереп сығыу-ҙары, кемуҙарҙан йүгерешеүҙәре, ҡысҡырып һөйләшеүҙәре генә тәбиғәт тауышын күмеп китә. Бер аҙҙан тағы бер велосипедлы юлаусы ҡыуып етте. Ул уҙып китә бирҙе лә, ҡайырылып ҡарап:
— Был ыбыр-сыбырҙы ҡайҙа алып киттең, һылыу? — тип һораны.
— Ибрайға! Дөрөҫ барабыҙмы?
— Сирғолға барып еткәнсе бер генә юл ул. Аръяғына Ибрайҙың мәсет манараһы күренеп тора. Ошо юлдан яҙмағыҙ, бер яҡҡа ла боролмағыҙ. Бик ығышмағыҙ ҙа. Тура тиһәң дә, бала-саға аҙымы менән ҡәҙимге алыҫ ара бит, — тине.
Беҙ аҙымдарҙы ҡыҙыулаттыҡ. Балаларҙы тыйып алып булмай. Тыйыуҙы уйламаным да. Үҙем дә улар менән бергә шаярҙым. Миңә лә ун дүрт кенә йәш тулып уҙғайны ул саҡта. Етенсене тамамлап, һигеҙенсе класҡа күскәйнем. Шулай уйнай-шаяра барғанда, бер малайыбыҙ ни эшләптер йығылып китте лә үсекте лә ҡуйҙы. Эй ултыра урынынан ҡуҙғалмай. Эй ултыра. Берәй ерең ауырттымы, тип һорайым. Юҡ, тип баш һелкә. Янына яҡын ебәрмәй. Йомошо барҙыр, тип уйланым да балаларҙы ары алып киттем. Әммә теге малайҙың ҡуҙғалырға иҫәбе лә юҡ. Әйҙәләүебеҙгә ыжламай ҙа. Беҙ бара бирәбеҙ ҙә артҡа ҡайырылып ҡарайбыҙ, бара бирәбеҙ ҙә ҡарайбыҙ. Бер ваҡыт малайыбыҙ юҡ булды. Эҙләйбеҙ, ҡысҡырабыҙ. Балаларҙы төрлөһөн төрлө яҡҡа таратып эҙләргә ебәрергә ҡурҡам. Тағы береһе юғалып ҡуйыр, тип уйлайым. Бер тирәлә генә уҡмашып, эйәртенешеп йөрөйбөҙ. Малайҙы эҙләй торғас, тура юлыбыҙҙан яҙғанбыҙ. Ә ул малай бик үткер, хатта хәйләкәр булып сыҡҡан, — ағасҡа ышыҡланып ҡына боҫоп тора ла, ипләп кенә беҙҙең арттан килә икән. Уның шулай бер тотам да ҡалмай тиерлек беҙҙең эҙҙән юлланғанын бер бала абайлап ҡалмаһа, күпме йөрөр инек — белмәйем. Көндө кисләттек. Был ваҡытта беҙ егерме саҡрымды үтеп, ауылға етергә тейеш инек. Тик Ибрай ауылы янындағы Осло тау ҙа, Ҡабра тау ҙа, мәсет манараһы ла һаман күренмәне. Балалар арыны. Тағы бер тауға артылып еткәйнек, алыҫта берәүҙең шәмгә ут алғаны күренде. «Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк атлайыҡ, хәҙер барып етәбеҙ. Ибрайҙар шәмдәренә ут ала башланы», — тинем. (Электр уты 1954 йылдарҙа Иҫәнғолда ғына үткәрелә башлағайны. Эйектә быуа төҙөлөп, ГЭС төҙөлгәйне. — М. Б.) Балалар дәртләнешеп китте. Бара бирәләр ҙә, ут яҡынаямы, тип һорайҙар. Бара бирәләр ҙә, һорашалар. Хатта ашарға ла туҡтап торманылар, еткәс, бер юлы ашарбыҙ, тигән булдылар. Әммә ул ут... байып барған ҡояштың яланда ҡалған трактор тәҙрәһенә төшкән сағылышы булып сыҡты. Шул сағылыш шәм уты һымаҡ йылтылдап күренгән икән. Шәфәҡ ҡыҙыллығы һүрәнләнгәйне — ут та тоноҡланды. Балаларҙың дәрте һүнде. Аяҡтарына таш бауландымы ни, ығышып ҡына атлай башланылар. Беҙ аҙашҡайныҡ. Оло юлдан яҙып, үлән баҫҡан, күптән йөрөлмәгән һүрәпән һуҡмаҡҡа килеп сыҡтыҡ. Аҙашыуҙы пионерҙарға һиҙҙермәҫкә тырышам. Улар араһында Нәсимә һылыуым да бар. Бик нескә күңелле, һиҙгер, аҡыллы булды бәләкәйҙән. Ул миңә һирпелеп кенә ҡарап алды ла — хәүефте һиҙҙе, әммә өндәшмәне. Хатта үҙенең ҡурҡыуын да башҡаларға белдермәҫкә тырышты. Бер аҙҙан шәфәҡ ҡыҙыллығы бөтөнләй көлһыуланғайны — трактор быялаһындағы ут та юғалды. Тирә-яҡ бөләңгерт төҫкә инде. Ут юғалғанын абайлап ҡалған балалар үкереп иларға тотондолар. Бөтөнләй атламаҫ булдылар. Күҙҙәрендәге дәрт осҡондары һүнде... Ни эшләргә? Нисек алдаштырырға? Тоҫмаллап килгән ут ялған булып сыҡты, һылыуым да илап ебәреүҙән саҡ тыйылып тора. Унан башҡа ун ике бала урман яңғыратып илай. Мин түмгәккә баҫтым да ҡысҡырып былай тинем:
— Пионерҙар! Һеҙ бит мәктәптә иң алдынғы инегеҙ. Һеҙ бит юлға сығыр алдынан тантаналы ант иттегеҙ. Ни эшләп улай ебеп төштөгөҙ? Әйҙәгеҙ, хәҙер барып етәбеҙ, атлайыҡ! Барып етәйек тә бер юлы ял итербеҙ. Яҡында ғына трактор торғас, тимәк, ауыл да яҡын, тик күренмәй генә. Беҙ бит тауҙан күптән төштөк, ауылды урман ҡаплап тора. Беҙ шәп атланыҡ бит, килеп еткәнбеҙ. Ошо урманды аша сыҡһаҡ — ауыл! — тип юғары һүҙҙәр менән дәртләндерергә тырышам. Ә үҙем, уларға һиҙҙермәй генә, телеграф бағанаһы эҙләйем. Атайым, мине һәр саҡ үҙе менән урманға йөрөткәс, төрлө хәлдәр булырын иҫтә тотоп, юлдан яҙлыҡһаң, телеграф бағанаһы эҙлә, оло юл шунда булыр, ти торғайны.
Балалар өгөт-нәсихәткә лә, алдаштырыуға ла иғтибар итмәйҙәр, бер ҙә генә ыҡҡа килерҙәй түгелдәр. «Ошо ҡараңсы урманда йоҡлайыҡмы хәҙер? Өшөрбөҙ бит. Һис юғы атлайыҡ! Таң атҡансы яйлап ҡына атлап барайыҡ», — тип тә өгөтләп маташам. «Арыныҡ...» — тиҙәр. Теге малайҙы әрләй башланылар. Һәр береһе үҙендәге үпкә-асыуҙы әйтеп ҡалырга тырыша. Малай башта бирешмәҫкә тырышты, аҙаҡ шымтайҙы. Ни эшләргә? Үҙемдең дә күңелемдә тыныслыҡ юғалды. Тамаҡҡа ниндәйҙер ҡаты төйөр килеп тығылды. «Төнгөлөккә ҡалырға тура килһә, ни эшләрбеҙ?» — тигән хәүеф мейене зыулатып алды. «Шырпы алдым», — тигән уй был хәүефте ҡыуып сығарҙы. Уныһын да атайым өйрәткәйне. «Урманға аслан шырпыһыҙ йөрөмәгеҙ. Йыртҡыс-маҙарҙан ышаныслы ҡорал ул», — ти торғайны. Бүре килеп сыҡһа, ҡасырырға усаҡ яғып, төн буйы ултырырбыҙ ҙа, таң атыуға юлға сығырбыҙ, тип уйланым. Күҙ бәйләнер мәл етеп килә. Шулай ҙа яҡты күҙҙә тағы бер тапҡыр телеграф бағанаһы эҙләп ҡарайым да, ҡоро-һары йыя башларбыҙ, тип уйланым. Атайым усаҡ яғырға ла, һүндереп китергә лә, ниндәй ағастың ҡуҙланып, ҡайһыныһының ялпылдап төтөнләп янғанлығын да өйрәтә бара ине. «Исемдәре буйынса хәтереңдә ҡалдырмаһаң, япраҡтарынан айыр. Ҡарағусҡыл, ауырыраҡ япраҡлы ағастар ҡуҙланып яна. Тик тиҙ тоҡанмай. Бер яндырып алһаң, оҙаҡ яна», — тип өйрәтер ине.
Телеграф бағанаһы ҡарарға тип, ағасҡа үрмәләнем. Аҙ ғына күтәрелгәйнем, яҡында ғына бағана һыны шәйләп ҡалдым.
Йылдар үткәс, ошо ваҡиға иҫкә төшкән һайын, дүртенсе класты тамамлап, бишенсе класҡа ғына күскән бәләкәстәрҙең атай-әсәйҙәрен күҙ алдына килтерәм дә аптырайым. Ун йәшлек балаларҙы ун дүрт йәшлек ҡыҙ балаға нисек итеп ышанып ебәрмәк кәрәк? Күрәһең, заманаһы ла, кешеләр ҙә тыныс булған, — кешенән ҡурҡмағандар. Хәҙер иң ҡурҡынысы — кеше. Тағы бер сәбәп булғандыр, күрәһең. Һуғыш ваҡытында күп ауырлыҡтар ун дүрт-ун алты йәшлек үҫмерҙәр елкәһенә төшә. Ул йәштәгеләр ҡәҙимге ҙур һаналғандар. Беҙ ҙә һуғыш йылдарында сынығып үҫкән, бик иртә олоғулға әйләнгән балаларҙы ҡыуа килә инек. Шуға күрә беҙгә лә шундай уҡ мөнәсәбәт булғандыр. Кешенең өлгөрөүе йәшенә ҡарамай, күрәһең. Заман, мөхит тәьҫире көслөлөр.
— Пионерҙар! Ана бит юл. Ауыл эргәһенә килеп еткәнбеҙ! — тип ҡысҡырып ебәрҙем, үҙем дә ҡыуанысымдан ни эшләргә белмәй. Балалар мин үрмәләгән ағас янына йүгерешеп килделәр, сәбәкәйләй башланылар. «Апай, ысынлап та күренәме? Яҡында ғынамы?» Тауышым ышаныслы сыҡҡандыр — балалар һиҙҙе, ышанды. «Ҡайҙа-ҡайҙа?» — тип ағасты уратып һикерешә-йүгерешәләр. Ҡайҙандыр хәл дә, дәрт тә килеп сыҡты. Беҙ оло юлға төшөп алдыҡ та йырлай-йырлай алға киттек.
«Өмөт шәме», — тип уйлайым хәҙер, балаларҙа дәрт, алға ынтылыш уятҡан был көстө хәтерләп. Ә ул саҡта балаларҙың ҡыланышына ҡарап шул тиклем аптырағайным. Телеграф бағанаһын күреп ҡалғас, мыжыу ҙа, аптырау ҙа, аҙаштырған малайҙы әрләү ҙә әллә ҡайҙа булды. Ул малай башҡаларҙың әрләүенән ҡасып-боҫоп шымтайып ҡына ултыра ине — уны ла әйҙәләп етәкләп алдылар. «Апай, был яҡтанмы, теге яҡтанмы?» — тип, әйберҙәрен йомарлап тотоп һикерешә башланылар. Өмөт, ышаныс уларҙың быуындарын нығытты, бурбай биҙҙәрен ҡатырҙы, күҙҙәренә осҡондар һирпте.
Өмөт шәме тоҡанды. Өмөт шәме быуындарға көс, йөрәктәргә дәрт бирҙе. Өмөт шәме һүнһә, кеше бөгөлөп төшә. Шуның өсөн кеше күпме йәшәй — шул хәтлем өмөт шәмен һүндермәү сараһын күрергә тейеш. Уны кеше үҙе генә булдыра ала. Өмөт маҡсатҡа бәйле. Ә маҡсаты юғары кешенең өмөтө лә юғарыраҡ була, өмөт шәме лә балҡыбыраҡ яна. Шуның өсөн һәр саҡ юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә кәрәк. Тик маҡсаттар, ысынлап та, тормошҡа ашырҙай булырға тейеш.

* * *

Коммунистар партияһы ышандырған коммунизмға ла оло өмөттәр бағлап, шул тиклем илһамланып барҙы илебеҙ халҡы. Әммә маяғыбыҙ, трактор быялаһындағы яҡтылыҡ һымаҡ, ялған булдымы, беҙҙе юлдан яҙҙырған малай кеүектәр күбәйеп киттеме, — был маҡсатыбыҙға өлгәшә алманыҡ. Күптәрҙең өмөт шәме һүнә яҙҙы. Был үҙгәреште төрлөһө төрлөсә ҡабул итте. Фәҡәт рухи яҡтан ныҡ кешеләр генә заманаға йәһәт яраҡлашты, үҙен юғалтмай һаҡлап алып ҡалды.

Наши рекомендации