Директорыбыҙ бер аҙға шымып ҡалды. Шунан ултыра бирҙе лә шарҡылдатып көлөп ебәрҙе.
Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, тиҙәр, — тине көлөүенән туҡтай алмай. Һинең рәсемдән генә "бишле" бит, ҡалғандары шыр "өслө". Һинең арҡала, Өфөгә барып, комиссия алдында оятҡа ҡалғым килмәй.
Апай, миңә уҡытыусым да шунда уҡырға кәңәш итте. — Ҡыҙҙың йөҙө ҡыҙарып, үҙенең теләген "аҡларға" тырышты.
Юҡ-юҡ-юҡ! — Мәүлиҙә Нурғәлиевна урынынан һикереп торҙо. — Әллә ҡайҙа йәһәннәмдә уҡығансы, ана, үҙебеҙҙең райондағы ПТУ-ға бар. Әгәр һүрәт төшөрөргә яратаһың икән, әйҙә, малярға уҡы. Маляр менән рәссам араһында бер генә лә айырманы күрмәйем.
Шулай итеп, дүртәүҙең ҡайҙа уҡыясағы билдәләнде. Ниңәлер уларҙы район үҙәгендәге училищенан арыраҡ ебәрергә ашыҡманы директор.
Миңә лә сират килеп етте.
Йә, Ильяс, һин ҡайҙа уҡырға теләйһең?
Нимә тип яуап бирергә лә ҡыймай тик торҙом. Ул һүҙ тел осонда ғына торған кеүек, тик әйтергә тотлоғам.
Телеңде йоттоңмо әллә? — тине Мәүлиҙә Нурғәлиевна ручка менән өҫтәлгә таҡылдатып. — Хыяллана торғас, башыңды юғалттыңмы?
Юҡ, — тип саҡ әйтә алдым.
Шунан, ҡайҙа барам тиһең? — Башҡаларҙың да ҡарашы миндә генә ине. Күҙҙәренән күреп торам — һәр кем нимә тип әйтеремде түҙемһеҙләнеп көтә.
Бөткән баш бөткән тинем дә бөтәһе алдында әйтергә булдым:
Университетҡа, — тинем саҡ ишетерлек итеп кенә.
Быны ишеткәс, директорыбыҙ тәүҙә ауыҙын асып, нимә әйтергә лә белмәй тора бирҙе. Берсә тиҫтерҙәремә, берсә миңә ҡараны.
Кит, хәстрүш! Кеше ишетә күрмәһен! Бот сабып көләсәктәр бит! — Өҫтәлдәге дәфтәрҙәрен шапылдата һалды ла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Шунан туҡтаны. Уҫал ғына итеп әйтеп, мине күндерергә тырышты. — Һеҙҙең теләгегеҙҙе һорайбыҙ тигәс тә, ул тиклем ҡоторорға тимәгән. Һинең кеүектәрҙе Өфөлә көтөп торҙолар, ти! Икенсенән, беҙ берәүҙе лә 11-се класҡа ҡалдырмайбыҙ. Һин дә хан балаһы түгел.
Теү, аттестатты алғас, үҙ ауылыма ҡайтам. Шунда ике йыл уҡырмын да...
Мәүлиҙә Нурғәлиевна әйтеп бөтөргә лә бирмәне:
Шулайтҡан, имеш. Аҙаҡ һинең өсөн яуап бир. Анау көндә педучилищеға барам тип тәрбиәсеңә әйткәнһең. Хәҙер килеп оялмай ҙа университет тип тораһың.
Еҙ бит үҙегеҙ теләгемде һоранығыҙ — шуға әйттем.
Быны мин түгел — мәғариф министры үҙе талап итә. Шуға оҙаҡҡа һуҙмай исемлекте ебәрергә кәрәк. Ә һин тораһың бында, ваҡытты алып. — Төкөрөгөн сәсеп директор әрләшә бирҙе. — Шунан, теләк тигәндәй, һин бит хәлеңдән килерҙәйен әйтергә тейешһең. Әйҙә, университет тигәнде онот, икенсе берәй техникумға урынлаштырайыҡ. Бына электрик һөнәрен алайыҡ, насармы?
Насар түгел дә ул... Тик миңә ул оҡшамай.
Оҡшамаһа — оҡшар!
Күмәкләшеп директорҙың кабинетынан сыҡтыҡ. Берәүҙең дә кәйефе юҡ ине.
Был көндән башлап бөтөнләй тынғылым юғалды. Әгәр ысынлап та директор шунда уҡырға ебәрһә! Ә документтарымды ҡулыма тоттормаясаҡ та!
Тик нисек кенә булмаһын, Мәүлиҙә апайҙың әйткәне менән һис тә килешә алманым. Нисек инде яратмаған һөнәр буйынса эшләргә була? Ярай, уҡып диплом алырмын, ти. Ә аҙаҡ нимә? Күңел ятмай бит, күңел...
Бер төндә, шулай йоҡлай алмай ятҡанда, башҡа уй килде әле. "Был отчетты мәғариф министры үҙе талап итә!" тигәйне бит директор. Ул министр ниндәйерәк кеше икән? Моғайын, уның да йөрәге барҙыр. Әллә министрҙың үҙенә хат яҙырғамы?
Мәктәпкә барғас, уҡытыусыларҙан уның тураһында белештем. Шунан адресын да таптым. Хатты яңғыҙым бүлмәлә ҡалған мәлдә яҙҙым. Быны берәү ҙә белергә тейеш түгел бит.
Тәүҙә үҙем менән таныштырып үттем. Ҡайһы мәктәптә, нисек уҡыуымды яҙҙым. Ниндәй фәндәр оҡшағаны хаҡында ла уртаҡлаштым. Яҡшы уҡығас, университетҡа инергә теләгем барлығын яҙҙым. Тик директорҙың быға ҡаршы килеүен, ауылыма ла ебәрергә теләмәүен белдерҙем. "Мәктәпте тамамлағас, үҙ көсөм менән университетҡа инәсәкмен, тик һеҙ миңә 11-се класта уҡып бөтөүҙә ярҙам итегеҙ", — тип үтендем.
Бер ай ҙа үтмәне Өфөнән министрлыҡтың вәкиле килде. Мине директорҙың кабинетына саҡыртып һөйләштеләр.
Ильяс шул хәтлем уҡырға теләй икән, әйҙә, уҡыһын, — тине шул апай. — Әйҙәгеҙ уның был теләгенә ҡаршы килмәйек. Бәлки, булдырыр ҙа...
Бынан һуң мине детдомда ҡалдырҙылар. Ә башҡалар 9-сы кластан һуң сығып китте. Тик министрға хат яҙғаным өсөн, әллә күпме эләкте миңә.
Тыуған нигеҙҙә...
Бөгөн мин иртә уяндым. Көнөм нисек булыр? Шуны уйлап, төнө буйына йоҡлай алмай сыҡтым. Ысынлап та, бик тулҡынландырғыс минуттар көтә алда. Тыуған ауылыма ҡайтам бөгөн. Беҙ тыуып-үҫкән йорт ни хәлдә икән? Ауылдаштарым мине танырмы? Күрше-күлән иҫән-һаумы икән? Милиционер беҙҙе апайыбыҙға алып барам тип алып киткән көндө әлегеләй хәтерләйем. Күп кенә йылдар үтте. Хәҙер ул ваҡытта ҡалала уҡыған ике ағайым да, оло апайым да үҙаллы ғаилә ҡорған. Улар беҙҙең хәлде белергә йыл һайын килеп торҙолар.
Балалар йортонан Әлиә менән Алһыу ҙа 9-сы класты бөтөп сығып китте, хәҙер һөнәр үҙләштерәләр. Зөлфирә менән мин генә ҡалдыҡ. Йылдар үткән һайын бөтә нәмә үҙгәрә икән. Элек беҙгә берәйһе ауыр һүҙ әйтһә, илап ебәрә инек. Хәҙер ундай күренештәргә күнеп бөткәнмен. Хатта атайым менән әсәйемде иҫкә алғанда ла күҙ йәштәрем сыҡмай. Белмәйем, бәлки, ағыр йәштәр ағып бөткәндер ҙә. Шөкөр, быйыл имен-аман 11-се класты тамамланым. Бер нисә көндән университетҡа уҡырға инер өсөн Өфөгә алып барасаҡтар. Алыҫ яҡҡа юлланмаҫ элек, атай нигеҙенә барып килергә булдым. Хәҙер мин үҙаллы тиһәм дә була. Ҡасандыр теш һыҙлағанда, уны һурҙырам тип Әмилә менән ҡасҡайныҡ. Ундай замандар артта ҡалды. Әмилә лә туғыҙынсы кластан һуң училищеға уҡырға инде. Тегенсегә уҡып йөрөй. Хат алышып торабыҙ. Гелән беҙҙе ыҙалатҡан Даян да күптән балалар йортонан сығып китте. Уны техникумға урынлаштырғандарын беләм. Детдомдан киткәндән һуң уның тураһында хәбәр ишетелмәне.
Тәрбиәсебеҙгә әйттем дә, иртә менән юлға сыҡтым. Автостанциянан детдомдыҡыларға бирелә торған "проездной" менән ҡалаға тиклем билет алдым. Бына мин ҡала автовокзалында ултырам. Ә унан минең ауылыма күп тә ҡалмай.
Кассаға барып, тыуған ауылыма тиклем барған маршрутҡа билет алдым. Автобус килергә әле ярты сәғәт бар. Автовокзал эсендә шул хәтлем эҫе, шуға ла тышҡа сыҡтым.
Автобус тиҙерәк килһә ярар ине. Ошо көндөң һәр минуты ҡәҙерле тойола башланы. Тиҙҙән тыуған ауылымда буласаҡмын. Быға әле һаман ышанып бөтмәйем. Тулҡынланыуҙан йөрәк дөп-дөп тибә. Күңелдә шул хәтлем шатлыҡ хистәре тулышҡан. Етмәһә, көнө лә сағыу бит.
Кемдәрҙер шар ҙа шор талашҡанға артыма боролдом. Ҡараһам, ике бомж сүп-сар һауыты эргәһендә ыҙғыша. Берәүһе буш шешәне ҡулына ныҡ итеп тотҡан, ә икенсеһе шуны тартып алырға маташа.