Кинйә Арыҫланов, Ҡаранай Моратов, Бәҙәрғол Юнаев 3 страница

- Һуң был бит бөтөнләй башҡа һыймаҫтай ынтылыш, уны нишләп китапҡа яҙып, таратып булышҡан икән, - тип Ҡаранай ғәжәпләнде. - Ана, Ҡараһаҡалды иҫкә алығыҙ! Ни менән барып бөттө аҙағы!

Әбделвәхит абыҙ һүҙен артабан дауам итте:

- Морат мулланың уйы буйынса тәүҙә бөтә мосолмандар берләшергә тейеш. Шулар Мораттың китабын уҡып, һеңдереп, артабан таратырға бурысдылар. Ошо тәғлимәт арҡаһында өр - яңы дин барлыҡҡа килергә тейеш. Уның яҙғандары Ветхий Завет, Евангелие, Псалтыр һәм Әлҡөрьәнгә нигеҙләнгән һәм шуларҙың ҡатнашмаһы булып тора икән. Артабанғы аҙым - христиандарҙы ошо берләшмәгә йәлеп итеү. Беҙ уның китаптарын күсерештек, таратҡанда ла яҡындан ярҙам иттек һәм инанабыҙ: тормошҡа ашырҙай ҡыйыу ҡараш.

- Ярай, христиандар танышты, ти. Артабан нимә була ? - Өй хужаһы ҡыҙыҡһынып һорауын бирҙе.

- Артабан ни булыры ла китапта сағылыш тапты. Беҙ бер илдең дә, дәүләттең дә йәшәйешен үҙгәртергә уйламайбыҙ, Аллам һаҡлаһын! Беҙ иңтаралған ике динде, христиан менән ислам динен берләштереп, Африка,Европа һәм Азияны үҙ эсенә алған дини ойошматөҙөргәуйлағайныҡ.

- Һеҙҙеңсә уның үҙәге ҡайҙа була ? Башында кем тора ? - Ҡаранай төпкәрәк төшөп тел төбөн аңлап алырға теләне.

- Морат мулланың яҙыуынса, дини берләшмәнең башында бөйөк Солтан торорға тейеш. Ә үҙәге - Мысыр ( Египет ) була инде, сөнки ул алға киткән һәм мәҙәниәтле боронғо ил. Дини ойошманың төп маҡсаты: дини ҡанундар нигеҙендә халыҡтарҙы тәртипкә өйрәтеп тормоштарын бөтәйтергә, мәҙәниәтле итергә!

- Ҡара һин аны, ҡыҙыҡ икән! Тағы ниҙәр яҙып ташаны Морат мулла ?

- Морат мулланың фекеренсә, мосолмандар хаж ҡылыр өсөн Мәккәгә барып күп аҡса тәләф итәләр, һаулыҡтарын ҡаҡшаталар. Унда барып йөрөгәнсә Казан эргәһендәге боронғо ҡалабыҙ Булғарға барып хаж ҡылыу уңайлы булыр ине, ти. Мин дә шулай уйлайым.

- Һинеңсә, Әбделвәхит абыҙ, мосолмандар Булғарға барып хаж ҡылып йөрөр тип уйлайһыңмы ?

Быға тиклем тыңлап ҡына ултырған Әбделрәшит телгә килде:

- Нишләп Булғарҙа хаж ҡылмай, ти ? Ундағы мосолман зыяратында күпме зыялыларыбыҙ, дин әһелдәребеҙ ята. Ул беҙҙең изге ҡалабыҙ. Шуны ишеттек: ғибәҙәт ҡылыу өсөн унда килеүселәр бар һәм йыл һайын күбәйә баралар икән. Был күренеш Ырымбур губернаторын хафаға һалған, тиҙәр, хатта старшиналарға Булғарға барырға теләүселәр булһа - ебәрмәгеҙ, тип хаттар таратҡан, ти.

- Ярай, Булғарҙы ҡалдырып торайыҡ! Баяғы китап тураһында һөйләп бөтөп ҡуймайһыңмы ? Артабан нисек булды ?

- Хәҙер һөйләп бөтөрәм. Артабан нисек булһын - ҡәҙимгесә булды. Бер ваҡыт Ҡарғалыға Ҡазан, Өфө уездарынан күпләп кешеләр килә башланы. Баяғы китапты уҡыйҙар, хуплайҙар, ҡайһы берҙәре кәрәк урындарын күсереп яҙып алып ҡайта. Баҡһаң, беҙҙең эшмәкәрлек Ҡарғалы ахуны Әбделнасир Әбделсәлимовҡа оҡшамаған икән. Ул беҙҙең өҫтән ялыу яҙып губернаторыбыҙ Рейнсдорпҡа ебәргән, яңы ҡанундар уйлап сығарып Рәсәй именлегенә зыян килтерәләр, тип яҙған.

- Шунан ?

- Шунан ни шул. Ялыу тураһында ишетеп ҡалып Морат мулла үҙе Ырымбурға сапҡан. Губернаторға инеп бер дана китабын уның алдына һалған. Был китап та мосолманлыҡты яңыртыу тураһында һүҙ бара, болаға ҡотортоу түгел, тигән. Ярҙамсыларығыҙ кемдәр, тип һораған губернатор. Морат мулла беҙ өсәүҙе атаған. Бына бер саҡ дүртебеҙҙе ҡулға алып Ырымбур аша башҡалаға оҙаттылар. Китапты тулыһынса урыҫсаға әйләндергәндәр. Уҡып тикшерә торғас беҙҙән ғәйеп тапмай ҡайтарып ебәрҙеләр.

- Ә төрмәләре ниндәй ? Ас тотҡандарҙыр ул һеҙҙе ? - тип ҡыҙыҡһынды Ҡаранай.

- Төрмә - төрмә инде, ҡараңғы, дымлы һәм һыуыҡ. Тәүҙәрәк этеп - төртөп алып йөрөттөләр, әбей батша ярлыҡағандан һуң мөнәсәбәт яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, һәйбәтерәк ашата башланылар. Артабанғы өлөшө әллә ни ҡыҙыҡ түгел, шулай итеп, имен - һау ҡайтып төштөк. - Әбделвәхит абыҙ туҡтап ҡалды, ҡымыҙын эсте һәм һүҙен дауам итте:

- Морат уғлы! Һорауым бар һиңә! Баянан бирле ҡайһылайыраҡ итеп һорайым икән, тип аптырап ултырам.

- Аптырамағыҙ, ағай - эне! Ярҙам кәрәк булһа - тура әйтегеҙ, хәл барса ярҙам итербеҙ, Алла бирһә!

- Юҡ, ярҙам кәрәкмәй! Һорауыбыҙ шул: Петр Өсөнсө исеменән яҙылған хат алманыңмы ?

- Юҡ, алманым! Һуң уны үлгән тигәйнеләр ?

- Үлмәгән булып сыҡты. Шул батша әбей батшаға ҡаршы яу күтәрә икән, башҡорттарҙы үҙенә ҡушып алыр өсөн хаттар яҙып тарата. Беҙҙең яҡтағы старшиналар ир батшаның хаттарын алдылар. Бер һүҙ менән әйткәндә: халыҡ ,,геү“ килә башланы. Алмаһаң - алырһың, бөгөн - иртән килеп етер ул ҡағыҙ. Ҡалғанын үҙең уйла! Әлегә йоҡлап ял итергә рөхсәт һорайбыҙ. Беҙҙе ҡабул ҡылғаның өсөн мең рәхмәт!

Иртәгәһе көнө иртә менән юлаусылар юлға сыҡтылар. Улар китеүгә Ҡаранай бер - бер артлы яҙылған ике хат алды. Беренсеһе - Петр III манифесы, мөһөрө бар, ҡул ҡуйылған, шунан нисек ышанмайһың уға ? Вәғәҙәләре оло һәм аңлайышлы, үҙе халыҡ яҡлы икәне яҙыуынан күренеп тора.

Икенсе хат - губернаторҙан. Унда Петр батша итеп үҙен иғлан иткән ҡасҡын казак Пугачев Емельян бола ҡуптарған, уны баҫтырыу өсөн отряд ойошторорға бойороҡ бирелгән.

Уйҙар, уйҙар! Осо - ҡырыйы юҡ! Шулай ҙа ҡәтғи ҡарарға килергә, егеттәрҙе күндерергә кәрәк.

Бола башында батшамы, ҡасҡын казакмы, әллә ябай һалдатмы, офицермы - уныһы мөһим түгел, ә - вәғәҙәләре мөһим. Шуға күрә ул йөҙләгән ир - егетен ҡоралландырып атҡа мендерә лә Ырымбур яғына йүнәлә, тик барып етмәй. Юлда барғанда Ҡасҡын Һамаров отряды менән осрашып бергә ҡушылалар һәм Стәрлетамаҡҡа штурм яһап баҫып алалар. Гарнизон һалдаттары баш күтәреүселәр яғына сыға. Гарнизон командиры майор Маршилов офицерҙары менән ҡасып китә һәм Өфөгә барып һыйына. Тиҙҙән был ҡушылма отряд Өфөгә килеп етә һәм уны ҡамауҙа ҡатнаша. Ошонда полковник чинын алған Ҡаранай Минзәлә яу усағына дөйөм етәкселек итер өсөн ебәрелә. Был яҡтағы татар - башҡорттарҙы Субы - Мең иләүе старшинаһы Турай Ишәлин яуға күтәргән була, ләкин көстәре аҙ икән. Декабрҙең беренсе яртыһында Ҡаранай батыр ике меңдән ашыу һуғышсы туплап өлгөрҙө.Тап ошо ваҡытта Петр Федорович батша үҙ фарманы менән уға ярҙамға Василий Торновты йөҙ һыбайлы казактары менән ебәргән.

Торнов Василий Иванович Пугачевтың атаҡлы атаманы. Төҫө менән бер ҙә урыҫ халҡына оҡшап тормай, сөнки ул Иран кешеһе. Тағы Персианинов тип тә өндәшәләр. Ысын исеме - Вәлид. Ҡасандыр Рәсәйгә сауҙа эше менән килгән булған ул, тик юлда карауандарын ҡалмыҡтар баҫып алып әсир иткәндәр. Уларҙан ҡасып рустар араһына һыйынған. Ә былары уны көсләп христианға әйләндергәндәр. Дербенев ҡалмыҡ командаһында хеҙмәт иткән һәм яу башланыу менән Пугачев казактарына ҡушылған. Атаман Падуров полкына эләгеп Ырымбур яны һуғыштарында үҙен оҫта һуғышсы итеп танытҡан һәм атаман чинын алып Минзәләгә килгән.

Тик ятманы ул, көс туплап алып Нағайбәк ҡәлғәһен баҫып алды. Ундағы гарнизон йоҡоһонан да уянып өлгөр алманы, бирелде.

Хәрби бурыс - Торнов отрядтары Бөгөлмә - Зәй йүнәлешендә хәрәкәт итеп генерал Фрейман карателдәрен юҡҡа сығарырға тейеш, Ҡаранай Моратов Минзәләне ҡамарға һәм баҫып алырға, шунан һуң Каманы үтеп, Алабуғаны ҡамарға һәм баҫып алырға!

Минзәлә ҙур ғына өйәҙ ҡалаһы һәм нығытылған ҡәлғә. Бейек бүрәнә ҡойма менән уратылған, ҡойма тышы буйлап һыу ебәрелгән, Ҡойманың тош - тош урынында туп урынлаштырып атырлыҡ, мылтыҡ менән атыш алып барырлыҡ ҡоролмалары бар. Минзәлә һыуы ҡәлғәғә һуғылып ағып өҫтәмә ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Эстә - гарнизон, һалдат казармалары, ике сиркәү.

Ҡала ҡамалды. Тәүге штурм 1773 йылдың 23 декабрендә булып уңышһыҙ тамамланды. Ҡала туптары йәҙрәләре, мылтыҡ пулялары штурмлаусыларҙы күпләп ҡырҙы, ҡәлғә эргәһенә барып етерлек мөмкинлек булманы. Ике көндән һуң ойошторолған штурмда Ҡаранайҙың башҡорт һыбайлыларынан торған һайланма төркөмө емерелгән стена аша Ҡала эсенә үтеп инә алды, тик кискә тиклем барған ҡылыс алышында егеттәр һирәгәйҙе, ҡаланыҡылар өҫтәмә көс килтереп ҡамарға самаланылар. Сигенергә һәм ҡаланы ташлап кире китергә тура килде. Минзәләне ҡамап тороу дүрт айға һуҙылды, ләкин уны ала алманылар. Алабуғаны ла яулап алып булманы. Яңылыҡ шул: Зәй ҡасабаһын баҫып алдылар.

1774 йылдың башында, ғинуар, февраль айҙарында Ҡаранай Моратов отрядтары генерал - аншеф А. Бибиков менән энеһе Ю. Бибиковтың ныҡ ҡоралланған, эре каратель командалары менән бер - нисә бәрелештә булып, еңелеүгә дусар ителә. Ҡаранай Моратов менән Василий Торнов отрядтары көс туплау өсөн Стәрлетамаҡ яғына йүнәлә...

Урал аръяғы башҡорттары ла Бүгәс батшаның хаттарын алғас ҡуҙғыша башлайҙар. Ихтилалды ойоштороу эшен Исәт провинцияһы Мәкәте олоҫо старшинаһы, Уложенный комиссия депутаты Б ә ҙ е р ғ о л Ю н а е в үҙ ҡулына алырға мәжбүр булды. Унан да абруйлыраҡ тағы кем бар һуң был яҡтарҙа ? Императрицаның үҙе менән осрашҡан, юғары дәүләт етәкселәре менән бергә ултырған башҡа кеше юҡ!

Бик бошоноп ҡайтты Бәҙәрғол Мәскәү яҡтарынан. Депутаттар йыйылышып халыҡ мәнфәғәтенә ыңғай килгән закондар ҡабул итерҙәр, ә хөкүмәт шул депутаттар аша эш итеп ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү буйынса эш итер,тип уйлағайны - бөтә уй - ышаныстары селпәрәмә килде. Депутат булып йөрөүҙең ыңғай яҡтары ла булды: күҙмә - күҙ әбей батша менән дә, хөкүмәт ағзалары менәндә осрашты. Әбей батша тигәндәре йәш һәм матур дама икәнен үҙ күҙе менән күреп аптырай биреп тә ҡуйғайны. Комиссияла ҡоро һүҙ бутҡаһы бешерҙеләр һәм бер етди ҡарар ҙа ҡабул итмәйенсә таралышып бөттөләр. Тимәк, Рәсәй һаман да иҫке ҡалыпта ҡалырға теләй - бына шуны яҡшы аңланы Юнаев депутат.

Ҡайтһа - тормош элеккесә дауам итә. Халыҡтың көнкүреше яҡшырыу түгел, һаман насарая бара, яфа - золомдоң сиге юҡ. Ҡайҙа барма - бер үк төрлө ауыр тормош, аһ - зар, йәбер - золом. Болоҡһоған күңеле бөтөнләй телгеләнде Бәҙәрғолдоң. Тәүҙәрәк Мәскәү хәлдәрен белешергә тип көн дә халыҡ күпләп уға килер булды, һуңыраҡ үҙе күрше иләүҙәргә, таныш старшиналарға сығып әйләнде, осрашҡанда хөкүмәт халыҡ тураһында бөтөнләй ҡайғыртмауын ҡат- ҡат тылҡыны. Ҡайтһа үҙенең күңелһеҙ уйҙарынан арына алмайынса ыҙаланы. Йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе, йәненә тыныслыҡ таба алманы.

Старшиналыҡ йөгө атаһынан күсте Бәҙәрғолға. Ул иҫ белгәндән бире атаһы старшина булды, ғәҙеллек яғында булыуы менән абруй ҡаҙанды. Әҙәм балаһын ваҡ - төйәк кенә өсөн генә ҡыйырһытыуҙы өнәмәне. Бай йәшәнеләр, күп мал аҫыранылар, иркен аҡландарҙа ҡолас ташлап бесән саптылар. Ҙур һәм Бәләкәй Кәҫле буйҙары, Ҡыҙылташ күленең тирә - яғы мал өсөн, тирмәләр ултыртып йәйләп йәшәргә уңай ерҙәр.

Ә балаларға йәйләүҙә - хөрриәт. Ҙурыраҡ малайҙарға эйәреп Бәҙәрғол балыҡ тота, урман - тау ҡыҙырып емеш - еләк йыя, мал ҡараша йәки көн буйына уйнай. Отҡор малайҙы атаһы тәүҙә өс йыл Бәкәтелә уҡытты, шунан Мөслим мәҙрәсәһенә тапшырҙы. Мәҙрәсә хужаһы Әбделмырҙа ахун уҡымышлылығы менән тирә - яҡта танылған шәхес. Сығышы - Һалйот ырыуынан. Бәҙерғол шәкерткә шул билдәле булды: был яҡтарҙа Һалйоттар күпләп урынлашҡан икән, улар утыҙлаған ауылдарҙа көн итәләр.

Уҡыу ни энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиң: көн дә һабаҡ, көн дә ятлау, көн дә ҡабатлау, көн дә яҙыу. Шулай ҙа Бәҙәрғолдың мейеһендә уйылып ҡалырҙай бер ваҡиға булып алды.

Яҙ көндәренең береһендә Таныптан халыҡҡа билдәле булған шәхес Батырша мулла Мөслимгә килеп төшмәһенме! Батырша өсөн ойошторолған мәжлестәргә, иң отҡор шәкерт булған өсөн, Бәҙерғолды ла эйәртте Әбделмырҙа ахун. Шундағы әңгәмәләрҙе тыңлап Батыршаның киң дәирәле философ, тәрән белемле дин әһеле икәненә инанды шәкерт. Халыҡ олуғ ҡунаҡты өйҙән - өйгә йөрөтөп, матур итеп ҡунаҡ итеп оҙатты. Күп нәмәләр онотолдо, ә Батыршаның: ,, азатлыҡ үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа, үҙегеҙҙе - үҙегеҙ дәррәү яҡламаһағыҙ - кем яҡлаһын,”- тигән һүҙҙәре Бәҙерғол күңеленә мәңгелеккә инеп ҡалды.

Йәш ваҡыттар үтте лә китте, хәҙер ул ил ағаһы булараҡ старшина йөгөн тарта. Мәскәүҙән ҡайтҡас та ил өҫтөндә лә тыныслыҡ юҡ икәнен һиҙемләп йөрөнө старшина. Төрлө шомло хәбәрҙәр ишетелә: ҡайҙалыр сая егеттәр баярҙарын тотоп үлтергәндәр, ҡайҙалыр атҡа атланып баш күтәрергә өндәүселәр йөрөй, имеш. Ә алыҫта, Яйыҡ йылғаһы буйында тәхеттән төшөрөлгән батша Петр Федорович пәйҙә булған, ти. Үлмәгән икән, тере, ти, ҡатыны Екатеринан тәхетте кире тартып алыр өсөн көс йыя икән. Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, тиҙәр. Хәбәрҙәр ҡуйырғандан - ҡуйыра барҙы.

Тиҙҙән төрлө хәбәрҙәргә асыҡлыҡ ингәндәй булды. Бер мәл бер - бер артлы хаттар килеп төшә башламаһынмы ? Тәүҙә батша исеменән яҙылған губернатор указы. Унда фетнәселәрҙе баҫтырыу өсөн әҙерлек алып барыу тураһындағы яҙыу, төп фетнәсе Пугачев һәм ул бер - ниндә ҙә батша түгел, тигән хат. Икенсеһе - бар халыҡты яуға өндәп яҙылған Петр III батша исеменән ебәрелгән манифест. Яҡын дуҫ - иштәре, аҡһаҡалдар менән кәңәшләште, олоҫ халҡынан да йәшермәне был ҡағыҙҙарҙы Бәҙәрғол. Күпселек халыҡ яуға күтәрелеү яғында икәненә инанды. Эйе, мәкәтеләр бер һүҙле халыҡ, уларға ышанырға була, ә башҡа олоҫ - иләүҙәрҙә хәл - торош нисек икән ? Иң яҡын ҡорҙашы Юламан Ҡушаев старшина, шул яҡҡа юл тартты Бәҙерғол.

- Һинең килереңде көтә - көтә көтөк булдым, - тип ҡаршы алды Юламан дуҫын, - үҙем барайым тип нисә ынтылдым, икебеҙ бер - юлы юл йөрөһәк - аймылыш булыр, тип өй тирәһенән сығышмайыраҡ торҙом һуңғы көндәрҙә. Хәлдәрең нисек ?

- Әлегә Аллаға шөкөр, Юламан ҡорҙаш, имен - һаубыҙ, шуны һиңә лә теләйем.

Ҡымыҙ эсә -эсә алынған хаттар эстәлеге тураһында һүҙ алышыу, кәңәш - төңәш итеү башланды.

- Беҙ Уложенный комиссияға ҡуйған наказдарҙы Петр Федорович манифесында йыйнаҡ ҡына итеп әйткән. Тик үҙен батша түгел тигәндәре аптырата. Ялған батша булып һүҙе лә ялғанға сыҡмағайы.

Юламан өҙә һуҡты:

- Миңә был ҡағыҙҙы ныҡ ышанған кешемдең сапҡыны Әй буйынан килеп етеп, ҡулыма тапшырҙы. Ул - Юлай Аҙналин, күренекле һәм аҡыллы кеше, Шайтан - Көҙәй старшинаһы. Улы Салауат батша хәҙрәттәрендә хеҙмәттә йөрөй икән, йәш булһа ла балкауник булып киткән. Ярай, беҙ Петр батшаға ҡушылырбыҙ, әбей батшаға ант иткән старшиналар беҙгә ҡаршы ҡалҡып сыҡһалар, Бәҙәрғол дуҫ, нишләрбеҙ ? Губернатор указы ябай ҡағыҙ түгел бит! Беҙгә ышанып эйәрерҙәр микән ? Тағы һинән башҡа ҙур абруй ҡаҙанған халыҡты күтәрерҙәй ойоштороусы ла күрмәйем әле мин!

- Старшиналарҙың күбеһе халҡы менән эйәрерҙәр тип уйлайым, - тип һүҙен алып китте Бәҙәрғол, - хәҙер әбей батшаның кем икәнен танынылар бит инде. Халыҡ Кәтәне яҡламаҫ, тип уйлайым.

- Ха - ха - ха, Екатеринаны - Кәтә, тип ебәрҙең түгелме ? Депутат булғас, әйтә алаһыңдыр инде. Ярай, быныһы уйын - көлкө өсөн генә әйтелгән һүҙ. Тағы бер уй уйлап йөрөйөм әле мин: Бүгәсәү кем ул, ысын батшамы, түгелме - беҙгә ҡараңғы, иң мөһиме Петр батша манифесы, бына шуны халыҡҡа уҡып ишеттерә, яҙып тарата башларға кәрәк. Кем халыҡты яҡлай, беҙ - шул яҡта булырға тейеш. Бына шулай, - тип һүҙен осланы Юламан.

- Минеңсә, төрлө һүҙ булмаһын өсөн халыҡҡа губернатор указын да, батша манифесын да бер юлы уҡырға кәрәк. Беҙгә, старшиналарға, уйыбыҙҙы киҫә әйтеү ярамаҫ. Халыҡ араһында төрлөһө бар: тарханы, байы, ярлыһы, байғошо, ҡурҡағы, батыры. Күптәре, барыбер, манифесты яҡлар, тип уйлайым. Хәҙергә губернатор указын үтәгән булып отрядтар ойоштора башларға кәрәктер, сөнки бынан да уңайлыраҡ ваҡыт булмауы мөмкин.

Ике дуҫ уртаҡ тел табып, бер - береһенән ҡәнәғәт булып айырылыштылар. Уйлап осона сыҡмаған уй - фекерҙәр асыҡлана төшкәндәй булды. Дуҫ старшиналар менән һөйләшеүҙе депутат үҙ өҫтөнә алды.

Ҡайтҡас та ял итеп тормаҫтан Бәҙерғол Ҡатай, Һырлы, Һалйығут олоҫы старшиналары менән һөйләшеп сыҡты, улар менән еңел генә уртаҡ тел тапты. Дуҫ - таныштары артабанғы олоҫтар менән һөйләшеүҙе үҙ өҫтәренә алды. Был юҫыҡта эш һәүетемсә китте, буғай. Уйлап йөрөгән уй - фекерен тормошҡа ашырҙы. Мәкәте олоҫонда Туғыҙаҡ Тауабылов поход старшинаһы етәкселегендә йөҙ һыбайлынан торған отряд ойошторҙо. Старшиналарҙың үтенесен ҡаҡманы, дөйөм етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алды.

Тик батша власының Силәбе администрацияһында, кемдәрҙер уйлағанса, алйоттар ултырмай шул, ғүмер буйы шул эштең нескәлектәрен белгән, белмәһә - һиҙемләгән санауниктар етәрлек. Уларға ла төрлө хәбәрҙәр етеп тора, сигналдар килеп тора.

Наши рекомендации