Таналыҡ буйында ҡалам 4 страница
Бер төркөм янычар нығытма эсенән сығып, батырҙарының кәүҙәһен күтәреп алдылар һәм кире инеп юғалдылар.
Хәнйәр һуғышының тамам булыуын белгерткәндәй, рустар яғынан пушкалар телгә килде, гөп - гөп итеп ата башланылар. Төрөктәр ҙә яуапһыҙ ҡалманы. Бөтә майҙанды ҡара төтөнгә күмгән оҙайлы туп атышы башланды.
Атакаға беренсе булып казактар күтәрелде. Атаман Фрол Минаевтың полктары бер - нисә тулҡын булып Азов нығытмаһына ҡарай елде, аттарынан төшөп, алдан әҙерләнгән баҫҡыстар ярҙамында стенаға үрмәләй башланылар. Төрөктәр уларҙың баштарына түмәр, таш, ҡайнар ыҫмала һәм һыу бырағыттылар, терәп тигәндәй уҡ менән аттылар, һөүгөгә алдылар Рус стрелецтары казактар артынан ҡәлғәғә яҡынлап, уларға ярҙам итергә тырышып, стена башындағыларға мылтыҡтарҙан ут асты. Көн буйы тиерлек барған һуғыш файҙаһыҙға булды, стеналарға үрмәләп менеп етеп булманы.
Кире сигенергә тура килде.
Ошо ваҡытта флангынан Ҡырым ханы һыбайлылары һөжүм ойошторҙо. Улар, ҡаршы торғандарҙы йәшен тиҙлегендә тапап үттеләр, рус армияһы урынлашҡан лагерға сабып килеп инделәр.
Бөйөк ҡыйралыш башланды.
Тураш, сабыш, һүгенеп ҡысҡырған, аҡырған, йәки ыңғырашҡан тауыштар араһында аттар кешнәне, ҡылыстар сыңланы, мылтыҡтар шарт - шорт атты. Дон яры ҡан һәм үлек менән тулды.
Башҡорт һәм казак полктарының ике яҡтан контрһөжүмгә күсеп ҡыҫыңҡыға алыуы ғына татар атлылырын һыуындырҙы. Тулыһынса ҡамалып ҡыйралып бөтмәҫ элек, Ҡырым һыбайлылары табан ялтыратырға мәжбүр булды. Рус армияһы был юлы, Аллаға шөкөр, тотошлай ҡыйралыуҙан ҡотолдо.
Кискә ҡарай алыш һүрелә барып туҡтаны.
Алдар батыр ял итергә ятып торғайны, ,, батша һине үҙенә саҡыра “ тип килеп әйтеп киттеләр.
Петр Беренсе үҙенә генә тәғәйенләнгән ҙур батша сатырында ине.
Батыр рапорт бирә башлағайны - батша туҡтатты:
- Беләм! Барыһында беләм! Күреп торҙом! - тип уны ҡосаҡлап алды. - Полковник Иҫәнгилдин, бөгөн һинән дә шәп һуғышсы юҡтыр, күрәһең. Ҡотлайым! Төрөк батырын еңеүең менән, тере ҡалыуың менән, татар һыбайлыларын баҫтырып ебәреүең менән ҡотлайым! Мәңге йәшә! Молодец! Һине иң яҡын һәм ышаныслы дуҫтарым исемлегенә индерәм һәм ғүмерем буйы һине, һинең батырлығыңды онотмаясаҡмын!
- Рәхмәт, Петр Алексеевич! Һеҙ эргәлә булғанда алышҡа инеү ҡурҡыныс түгел.
Петр батша генералиссимус Шеинға әйләнде:
- Алексей Максимович! Баяғы эште башҡорт полковнигына йөкмәтәбеҙме, юҡмы ? Йөкмәтһәк - аңлатырға кәрәк. Эщ асылын ҡыҫҡаса һөйләп бир әле!
- Беҙгә бөгөн төндә теге яҡҡа разведчиктар ебәрәбеҙ, - тип һүҙ башланы Шеин, - шуға һине, Алдар Исәкәевич, бында саҡырҙыҡ! Эш былай ойоштороласаҡ: өс яҡҡа өс разведтөркөм бер юлы китәсәк. Флот үҙ төркөмөн дошман кораблдарына ебәрә. Форд эсенә инер өсөн казактар әҙерләнә. Ә һинең бурыс, полковник, Дон аръяғындағы Ҡырым ханы атлылары урынлашҡан лагерь яғына барып ,, тел “ алып ҡайтырға кәрәк! Төркөмөң ни тиклем әҙерәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ булыр. Үҙегеҙ тере ҡайтырға тырышығыҙ!
- Аңлашылды! Һис шикһеҙ үтәрбеҙ, генералиссимус ғәли йәнәптәре- Алдарбай батыр йәнләнеп китте, - татарҙарҙың урҙаһы ҡайһы тирәлә ?
- Дон дельтаһы башланған урында.
Батша һүҙгә ҡушылды:
- Полковник! Төркөмөң өс - дүрт кешенән артмаҫҡа тейеш. Йылға аръяғында һәр илле метрға ҡарауыл ҡуйылған. Шуны онотма!
Аңланым, Петр Алексеевич, заданиены һис шикһеҙ үтәп сығырбыҙ!
Азовҡа штурм файҙаһыҙ тамамланһа ла батшаның кәйефе насарҙан түгел ине. Ул Алдарбайға яҡынырыҡ килеп һорау бирҙе:
- Әйт әле, полковник Иҫәнгилдин, ҡайҙа русса ошолай таҙа итеп һөйләшергә өйрәндең ? Яҡын тирәгеҙҙә рус ауылдары бармы әллә ?
- Рус ауылдары яҡын - тирәлә булманы, хөрмәтле Петр Алексеевич, хәҙер ҙә юҡ. Атайым Иҫәнгилде тархан үҙенең өйөн, ҡунаҡ йортон урыҫ оҫталарынан һалдырҙы. Шуларға ярҙам итешеп йөрөй торғас, әйткәндәрен аңлай башланым, тора - бирә һөйләшеп алып киттем. Ә берәүһе эштән һуң мине руссаға өйрәтте,ә мин уны - башҡортсаға.
- Һы! Ҡыҙыҡ икән! Әйткәндәй, яраң һыҙлайҙыр инде, богатырь ?
- Юҡ! Һыҙламай хәҙер, Петр Алексеевич.
- Әйт әле, полковник, татар тибеҙ, башҡорт тибеҙ - айырмаһы бармы, әллә юҡмы ? Булһа - нимәлә ? Ҡырым татарҙары әллә һеҙгә туған халыҡ булып сығамы ? Бына шуны белге килә!
Алдар батыр уйға батты : нисек ябай итеп кенә аңлатырға икән ? Яуап бирҙе:
- Тел айырмаһы бар. Йәшәү рәүешендә, кейемдә айырма бар. Ләкин телдәр яҡын, шуға күрә бер - беребеҙҙе һәйбәт аңлайбыҙ. Эш шунда: был ике тел төрөк теленән килеп сығып, шунан айырымланып киткән. Ҡыҫҡаса әйткәндә: төрөктәр башҡорт - татарҙың олаталары була.
- Ҡайһылай ҡыҙыҡ! - Петр батша шаңҡылдата көлөп ебәрҙе, ҡулындағы шарап бокалы сайпылып түгелеп китте - тимәк, һеҙ - олатайҙарығыҙҙың улдарына ҡаршы һуғышып йөрөйһөгөҙ! Шулаймы ?
- Эйе. Шулай килеп сыға инде, тик беҙ татарҙарҙың ҡулы аҫтында оҙаҡ ыҙа сиктек, шуға күрә рухи яҡынлығыбыҙ юҡ.
- Ә нуғайҙар татар нәҫеленәнме ?
- Эйе. Нуғайҙар, ҡалмыҡтар, ҡырҡыҙ - ҡайсаҡтар, үзбәктәр, төрөкмәндәр, ҡараҡалпаҡтар, тағы вағыраҡ иләүҙәр - бөтәһе лә татар нәҫеленән.
- Ҡыҙыҡ! Бик ҡыҙыҡ! - Батша тынып ҡалды, шунан һораны:
- Мишәрҙәр ниндәй нәҫелдән ? Телдәре татарҙыҡына оҡшашмы ? Беләһеңме уларҙы, полковник ?
- Беләм. Мишәр халҡының тамыры туранан - тура Алтын Урҙа татарҙарына барып тоташа. Нишләп мишәрҙәр тип аталғандыр - уныһы миңә ҡараңғы.
Шеин әңгәмәгә ҡушылырға булды:
- Атайым ҡарт мишәр аталмышы Мещера ҡалаһы менән бәйле тип һөйләй торғайны. Василий III батша үҙ ваҡытында тоғро хеҙмәттәре өсөн Оло Мөхәммәдтең ике улына ике ҡаласыҡ бүләк иткән. Ҡасим һәм хеҙмәтселәре йәшәгән ҡала уның исеме менән атала башлай, уларҙы ,, Ҡасим татарҙары “ тип атайҙар. Яҡупҡа Мещера ҡалаһы эләккән. Ундағы татарҙарҙы мещеряктар тип атай башлағандар. Һеҙҙә мещеряктар бармы, Алдар Исәкәевич ?
- Бар, әлбиттә. - Алдар батыр бармаҡтарын бөгөп һанап сыҡты. - Һигеҙ мишәр ауылы бар беҙҙә...
- Ну, с богом, полковник! Ҡайтҡанда, ярты юлда, казактар һеҙҙе ҡаршы алыр! Заданиены үтәп, тере ҡайтыуыңды теләйем!
Батшаның әңгәмәне ,,ҡырт “ киҫеүе аудиенцияның бөтөүен аңлата ине.
Батша сатырынан сығып, башҡорт яусылары урынлашҡан урҙаға ҡайтҡас, Алдар батыр Дәүләтбай ағаһын алдыртты. Хәлде аңлатты, ,, кемде алып бара алам “ тип һораны.
- Бәй, икенсе булып мин барам инде. Бер туған ағайыңды ҡалдырып дошман араһына бармаҫһың тип уйлайым! Әсәй һине ҡарап йөрөргә ҡушты, шуны онотма, ҡустым! Тағы Аллабирҙене алайыҡ, ул - ышаныслы егет! Минеңсә, өс кеше еткән.
- Ярай, ағай, мин риза! Әҙерләнегеҙ, ҡараңғы төшөү менән ҡуҙғалырбыҙ!
Рус ғәскәренең лагеры йоҡоға талды. Тик ҡарауылда торғандар ғына ары - бире үтеп - һүтеп торалар.
Өс һыбай, ат тояҡтарына сепрәк бәйләп ҡуйып, ҡараңғылыҡҡа инеп сумдылар.
Бына Дон йылғаһы. Ул тын ғына ағыуын дауам итә. Аръяғында - дошман ғәскәренең урҙаһы. Аттарҙы әрәмәлеккә бәйләнеләр. ,, Тел “ эләктереү өсөн йылғаны кисеп, теге яҡ ярға сығыу кәрәк!
Нишләргә ?
Шулай уйлашып, кәңәшләшеп торғанда, был яҡ ярҙа тауыштар ишетелә биреп ҡалды. Былар нығыраҡ ергә һылашып боҫтолар. Бер ни күренмәй, тик йылға таҫмаһы ғына көмөштәй ялтырап күренә.
Бына ҡараңғылыҡтан һыбайлылыр килеп сыҡты. Икәү икән. Аттарын бәйләп, һыуға төштөләр, бит - ҡулдарын сапылдатып йыуа башланылар. Арғы яҡтағылар ишеттеләр, буғай, татар телендә берәү һораны:
- Кем бар унда ? Кем йөрөй ?
- Мәхмүт менән Аблай был, ҡайтып киләбеҙ!
- Улайһа ярай, кафырҙар Донға яҡынламағандармы ?
- Юҡ. Киреһенсә беҙ уларға яҡынланыҡ, уларҙың урҙаһы йоҡо һимертә...
- Юлығыҙ уңдымы ?
- Уңды!
,, Яратҡан ҡолона - сығарып ҡуйған юлына “ тигәндәй, ошонан да уңайлыраҡ мөмкинлек булыуы икеле. Эргәлә генә бер - ни һиҙмәй тегеләр сүкәйешеп ултыра.
Егеттәр тәүәкәлләргә булды.
Икәүһенә бер юлы ташландылар. Береһенә шунда уҡ хәнйәр ҡаҙанылар, икенсеһен тәкмәстерә һуғып ҡолаттылар. Ауыҙына сепрәк тығып маташҡан арала, теге аҡырып өлгөрҙө, шул эште боҙҙо, теге яҡ ярҙағылар ищетте, ғауға ҡупты. Был яҡ ярға сығып тикшерергә булдылар.
Шул арала сырмап бәйләнгән әсирҙе Дәүләтбайҙың атына арҡыры һалып, ҡайтыр юлға сыҡтылар.
Арт яҡтан ат тояҡтары тапылдаған тауыштар ишетелә башланы. Аңлашыла: ҡыуа сыҡҡандар.
- Аллабирҙе! - тип ҡысҡырып ебәрҙа Алдарбай, - йән - фарман алға ел! Казактар был яҡҡа ҡаршы сапһындар, бәлки,ҡотолорбоҙ!
Ләкин был егетте уҡ ҡыуып етте, ул атынан тәгәрәп ергә төштө.
- Ҡустым! Ана, беҙҙекеләр тора, - тип ҡысҡырып ебәрҙе Дәүләтҡол, - һөрәнлә! Был яҡҡа сапһындар!
- Ребята! Казаки! Выручайте! Я - Алдарбай Исякаев, - тип ҡысҡырыуы булды, бер - ни аңламай торған казактар төркөмө алға ташланды. Тап ошо мәлдә Дәүләтбайҙың арҡаһына ла уҡ ҡаҙалды. Уның аты туҡтаны, әсире ергә ҡолап төштө, Дәүләтбай эйәрендә көйө алға бөгөлөп ятты.
Казактар төркөмөн күреү менән татар атлылары кире боролоп, табан ялтыраттылар.
Аллабирҙе йән биргән ине инде. Дәүләтбай тере, тик хәле мөшкөл. Уҡты тартып сығарғандан һуң, ҡан күп ҡойолдо. Ҡайтҡас та Аллабирҙегә ясин сығарып ерләнеләр. Дәүләтбайҙы ҡустыһы үҙенең тирмәһенә урынлаштырҙы, хәле барса ярҙам итергә тырышты. Тик тырышыуҙар файҙа бирмәне, Дәүләтбай яй ғына шиңә башланы.
- Ҡустым! Һин бындамы әле ?
- Бында , ағай, бында! Ҡымыҙ кәрәкме әллә ?
- Юҡ! Бер нәмә лә кәрәкмәй миңә! Һин эргәлә булһаң - шул етә, күңелем тыныслана торған. Һине ҡурсылап йөрөрмөн тип уйлағайным - киреһенсә килеп сыҡты - һин мине тәрбиәләп йөрөйһөң!
- Ҡуй әле, Дәүләтбай ағай, юҡ - барҙы уйлап көйөнөп ятма! Беҙ - бер туғандар, бер - беребеҙҙе ҡарарға тейешбеҙ. Бында, яу яланында, мин - мең башы, һин - йөҙ башы. Мин - һине, һин - үҙ яусыларыңды ҡурсыларға тейешһең. Әрме ҡануны шулай. Хәлең нисек һуң ?
- Хәл тигәнең юҡ шул. Кисәнән алда ғына ҡыя һикереп йөрөй инем әле, бына хәҙер килеп ҡул - аяғыңды ҡыбырлатырға ла ҡурҡып ят инде!
- Санитар бая нимә тип әйтеп сыҡты һуң ?
- Ул ни дарыуын эсерҙе лә : ай - һай, күп ҡан юғалтҡанһың , - тине. Шунан телде тартып сығарҙы, ентекләп ҡараны һәм ,, да, брат, вот такие дела ” тип әйтеп госпиталенә китеп барҙы.
- Бирешмәй тор әле, ағай! Үҙебеҙҙең яҡта эшләнеп бөтмәгән эштәр көтә беҙҙе. Әле бында ла эштәр бөтөп өлгөрмәгән.
Ғорурлана ул ҡустыһы Алдарбай менән. Батша сатырында көн дә була, Петр батша менән ҡул бирешеп күрешеп йөрөй, хатта ҡосаҡлашып ала. Рус телендә һин дә мин аралаша. Икеһе лә әзмәүер кәүҙәле баһадирҙар, ситтән ҡараһаң ике бер туғандар, тип уйларһың! Үҙенең хәлен дә һиҙә Дәүләтҡол, оҙаҡҡа бармаҫ инде! Шулай ҙа бер - ни белгертмәй һүҙен дауам итте:
- Эшләнеп бөтмәгән эштәр бар тиһең! Бөтә кешенәң дә эшләнеп бөтмәгән эш ҡала, сөнки эшләһәң - эш бөтөрлөк түгел. Ялҡау ғына эшһеҙ була: көн һайын емертеп эшләргә уйлай ҙа туҡтай, тағы уйлай ҙа - тағы туҡтай. Ярай, уныһы әллә ни мөһим хәбәр түгел. Бына уйланып ята торғас, бөтә уй - фекер тыуған яҡҡа барып тоташа ла ҡуя. Ситкә китһәң генә үҙ яғыңдың матурлығын аңлай башлайһың!
Әле атай - әсәйҙе иҫкә төшөрөп ятам, ғүмер буйы матур йәшәнеләр, аҡыллы булдылар. Еңгәң, балалар иҫкә төшә: ни эштәр башҡаралар икән ? Айытҡужа ағайыбыҙ үҙ ауылында Таулы менән Сыбалайыр йылғалары араһында дыу килтереп донья көтөп йөрөйҙөр инде. Тыңлап ултыраһыңмы әле, ҡустым, әллә һине бимазалап ташланыммы ?
-Тыңлап ултырам, ағай! Бимазаламайһың! Мин дә үҙебеҙҙең яҡтарҙы күҙаллап ултырам әле, Ҡана буйы ла бик йәмле бит!
- Эйе! Уныһын дөрөҫ әйтәһең!
Дәүләтбай бер аҙға тынып ҡалды. Оҙағыраҡ һөйләһәң - тын алыуы ауырлаша, ҡәһәрең! Һауа етмәй, күкрәкте ниҙер ҡыҫып тик тора. Ә әйтеп ҡалырға кәрәк.
- Ҡустым! Йәшәр көндәрем бик аҙ минең - күңел һиҙә. Бирешмә, ағай, тип мине албырғама, малай - шалай түгелмен. Һиңә ике ҙур үтенесем бар. Шуларҙы үтәргә вәғәҙә бирәһеңме, юҡмы ? Шуны әйт миңә!
- Ай, әттәгенәһе! Бирәм вәғәҙәне, бирәм! Һинең әллә күпме үтенестәреңде үтәргә әҙермен мин, ағай!
- Ярай, рәхмәт! Улай булғас тыңла! Беренсе үтенесем шул: мине Уралыма алып ҡайтып Ҡана йылғаһы буйына ерлә! Бер үк бында ҡалдырма мине!
- Ай, әттәгенәһе үлергә әҙерләнеп бөттөңме ни ?
- Әҙерләнмәһәм дә - беләм, күңелем һиҙә, ә ул бер ваҡытта ла алдамай, тик тыңлай белергә кәрәк. Ә икенсе үтенесем шул: балаларымды, еңгәңде ситкә типмә! Ирең юҡ тип, атаһы йортона ҡайтарып ебәрмә тағы! Еңгәңде үҙеңә ҡатын итеп ал! Өйлән уға! Мин ризалыҡ бирәм! Балаларҙы ҡара, етем итмә!
- Ағай! Тураһын әйтәйем, үсекмә миңә. Балалар ҡарармын - ҡайғырма! Ләкин еңгәйгә өйләнә алмаҫмын мин, сөнки уны, нисегерәк итеп аңлатайым икән, яҡын туғаным итеп күрәм. Апайым һымаҡ яҡын ул миңә. Ул мәңгегә һинеке генә булып ҡалырға тейеш...
- Тревога! Тревога! Бөтә ғәскәргә теҙелергә! Атакаға әҙерләнергә!
Алдарбай ҡоралдарын алып, тирмәнән тышҡа атылды.
Азов ҡәлғәһенә сираттағы һөжүм башланды. Туптар яңынан телгә килде.
Беренсе нәүбәттә фузея ( мылтыҡ төрө ) тотҡан йәйәүле ғәскәр, артынса рейтарҙар, унан һуң казактар менән башҡорттар тулҡын - тулҡын булып, ҡара төтөн араһында бер юғалып, бер күренеп Азовҡа ҡарай ташландылар. Йөҙләгән урындан стеналарға үрмәләү башланды.
Өс башҡорт батыры әсир иткән татар һуғышсыһы ҡор башы булып сыҡҡан, Шеинға кәрәкле мәғлүмәттәр биргән, төрөктәрҙең хәрби пландарын асҡан - бына шулай итеп ул әлегә тере ҡалдырылған.
Ҡәлғә эсендәге төрөктәрҙең хәле мөшкөл, сөнки туп ядролары юҡ иҫәбендә. Өҫтәмә көс, боеприпас килтерә торған караптар күренмәй.
Бына рус флотилияһы һөжүмгә күсте. Ярты көн буйы барған ҡыҙыу һуғышта Дон тамағын ҡаплап торған төрөк эскадраһын ҡыйратып ташланы һәм шул урынды үҙе биләне. Төрөк ғәскәренең сигенеү юлы юҡҡа сыҡты.
Стенаға үрмәләүселәрҙең бер - нисә төркөмө менеп етте һәм стена башында ҡул һуғышы башланды.
Бындай шарттарҙа ҡәлғә өсөн һуғышыуҙың мәғәнәһе ҡалманы. Азов коменданты диңгеҙ яғынан ҡамалыуҙы ишеткәс һәм ҡәлғә стеналарына менгән рус һалдаттарын күргәс, бында йәшәгән халыҡты һәм ҡалған ғәскәрҙе һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында б и р е л е р г ә ҡарар итте.
Төрөктәр ярты ай төшөрөлгән тыуҙарын эйелдереп сыҡтылар, атышты туҡтаттылар һәм парламентерҙар ебәрҙеләр. Шарт берәү: төрөк һуғышсылары Азовты ҡалдыра, төҙөк ҡалған караптарға ултырып китә, тик рустар ҡамасауламаһын!
Петр батша риза булды.
Оло еңеү килде! Азов ҡәлғәһе бирелде!
Иртәгәһе көндө бөтә рус ғәскәрен асыҡ урынға теҙҙеләр. Петр Алексеевич бартыһын да еңеү менән ҡотланы, бүләктәр бирҙе. Кемгәлер батша ҡулынан көмөш хәнйәр, кемгәлер итек эләкте. Алдар батырға батша алтын ҡынлы ҡылыс бүләк итте һәм өҫтәп былай тип әйтте:
- Бөркөттәр! Баһадирға ҡарап ҡалығыҙ, ул - ошолай була! Ошондай һуғышсылар бар саҡта Рәсәй бер кемдән дә еңелмәйәсәк. Тағы Алдар Исәкәев, ата - олаталары кеүек, тоғро хеҙмәте һәм батырлығы өсөн тарханлыҡ дәрәжәһе менән бүләкләнә. ҡотлайым! Ура, һуғышсылар!
Бөтә ғәскәрҙең ,, ура “ тауышы киң аҡланды яңғыратты.
Тантана бөткәс тә Петр Беренсе Алдарбайҙы еңеү уңайы менән ойошторолған мәжлескә, үҙ сатырына саҡырҙы.
Күп ултырманы алманы бында батыр, уны эҙләп табып, ағаһы Дәүләтбайҙың вафат булыуын хәбәр иттеләр.
Батыр батшаға хәлде аңлатты һәм ағаһын Уралға алып ҡайтып күмергә рөхсәт һораны. Петр бер һүҙһеҙ ризалыҡ бирҙе, ҡайғыһын уртаҡлашты һәм әйтте:
- Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, брат, Рәсәй иле хаҡына ағайыңды һаҡлай алмауыбыҙ өсөн беҙҙе, зинһар, кисер! Мин һинең һәм ағайыңдың батырлығын онотмаясаҡмын. Ауылығыҙға тиклем нисә көнлөк юл ?
- Егерме биш көнлөк юл, ике мең саҡрым тирәһе аралыҡ.
- Башҡорт полкы башлығы итеп кемде ҡалдыраһың ?
- Уран олоҫо старшинаһы Ыҫмаҡай ҡалыр! Ул минең урынбаҫар булып йөрөй.
- Бик яҡшы! Урынбаҫарығыҙға еткерегеҙ: башҡорт полкын тағы өс айға ҡалдырып торабыҙ. Азовты тәртипкә килтерегә кәрәк: емереклектәрен йыйырға, урамдарын таҙартырға! Бөтә далаға хәрби инспекция үткәрергә һәм гарнизон хеҙмәтен үтәргә тура килер уларға!