Хөрмәтле Президиум, депутаттар һәм район ойошмалары етәкселәре! 4 страница

Отчет йылында 34 мең 294 кешенең ауырыуы теркәлгән, шуның 13 мең 946-һы 17 йәшкә тиклемге балалар.

Дөйөм ауырыуҙар структураһына килгәндә тын алыу сирҙәре беренсе урында (49,5 %), икенсе урында нервы системаһы (20,6 %), өсөнсө урында ҡан әйләнеше сирҙәре (19,6 %) килә. Яман шеш менән яфаланыусы 0,9 % кеше диспансер иҫәптә тора.

2016 йылда үлем осраҡтарының 13,3 процентҡа кәмеүе күҙәтелә. Үлемдең иң күбе ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан килгән, йәғни 24,8 процент. Отчет осоронда туберкулез менән ауырыусылар теркәлмәгән.

Сирҙәрҙе, шул иҫәптән профессиональ ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау маҡсатында отчет йылында 2983 кеше диспансерлаштырыу үтте, үтәлеш 100 процент.

Һәр етәксе һәм эш биреүсе профсоюз ойошмалары менән берлектә хеҙмәткәрҙәрҙе диспансерлаштырыу һәм һауыҡтырыу планын төҙөп, уларҙа медицина тикшереүен үткәреүҙе мотлаҡ бурысы тип ҡабул итергә тейеш.

МӘҒАРИФ

2015-2016 уҡыу йылында мәғариф системаһының эшмәкәрлеге дәүләт стандарттарына ярашлы сифатлы белем биреү, халыҡтың белем алыуға булған хоҡуғын тулы шарттарҙа ҡәнәғәтләндереүгә ҡоролдо.

Әлеге ваҡытта районда мәғариф өлкәһендә 6 урта мәктәп, уның 17 филиалы (16 төп һәм 1 башланғыс мәктәп), 1 төп һәм 5 аҙ комплектлы башланғыс дөйөм белем биреү, 6 башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, 8 мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, мәктәп нигеҙендәге 16 мәктәпкәсә төркөм, 2 өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы эшләп килә.

Кадрҙар ҡеүәтенә килгәндә был өлкәлә райондың 780 гражданы хеҙмәт итә, шул иҫәптән 463 педагогик хеҙмәткәр. Уҡытыусылар уртаса 37 йәштә, уларҙың 373-ө юғары белемле, 119-ың 10 -дан 20 йылға тиклем эш стажы бар.

Отчет йылында был өлкәгә 565 млн. һум аҡса бүленде, ул район бюджетының 62,3 % - ын тәшкил итә.

Районда бөтәһе мәктәпкәсә йәштә булған 2074 бала иҫәпләнә, шуларҙың 1363 – ө балалар баҡсаларында тәрбиәләнә. Мәктәпкәсә белем биреү менән тәьмин ителеүсе балаларҙың өлөшө 65,7 процент тәшкил итә. Сиратта тороусы балалар һаны 93. Балалар баҡсаһына йөрөмәгән 5,5-7 йәшлек буласаҡ беренсе класс уҡыусылары өсөн база мәктәптәрендә, филиалдарҙа мәктәпкәсә белем биреү ойошторолған.

Балалар баҡсаһына иң күп йөрөүселәр һаны Яңы Усман (75%), Мораҙым филиалдарының (74%) мәктәпкәсә төркөмдәрендә, Ҡотан (70%), Яңы Монасип (72%) һәм Ҡурғашлы (70%) башланғыс мәктәп-балалар баҡсаларында теркәлгән. Иң һүлпән йөрөүҙәр Ҡолғана, Ғәлиәкбәр ауылдарында, шулай уҡ Иҫке Собханғол ауылының 2-се һанлы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһында күҙәтелә.

Мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу маҡсаты менән уҡыусыларға һәм тәрбиәләнеүселәргә ҡулайлы уңайлыҡтар булдырылған.

2016 йылда Иҫке Собханғол, Әбделмәмбәт, Иҫке Монасип һәм Ырғыҙлы урта мәктәптәренә 3 «Газель» һәм 1 ПАЗ автобустары бирелде. Иҫке Монасип урта мәктәбенең Нәби филиалында, Әбделмәмбәт урта, Мәндәғол башланғыс мәктәптәрендә, Байназар урта мәктәбенең Яуымбай филиалында, Иҫке Монасип балалар баҡсаһында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.

«Ауыл мәктәптәрендә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә уңайлыҡтар тыуҙырыу» федераль программаһына ярашлы Мораҙым һәм Яуымбай ауылдарында ике бина спорт залына үҙгәртеп эшләнде, Нәби филиалының спорт залы төҙөкләндерелде.

Пожар һәм терроризм хәүефһеҙлеген тәъмин итеү маҡсатында 9 белем биреү усағында автоматлаштырылған сигнал биреү ҡоролмалары сафҡа инде, 3 объектта янғын сигнализацияһы тергеҙелде. Бөтә мәктәп һәм балалар баҡсаларында видео күҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырылған.

2015-2016 уҡыу йылында район мәктәптәрендә 2842 бала белем алды, бөгөнгө көндә уҡыусылар һаны 2943. Өлгәш – 100%, белем сифаты 52 % тәшкил итте. 96,6 % уҡыусы беренсе сменала, ҡалған 3,4 % -ы икенсе сменала уҡый. Туған телде өйрәнеү һәм уҡытыу буйынса беҙҙең район 98,2 % -ҡа тәъмин ителгән, был күрһәткес буйынса Бөрйән республикала 2-се урында килә. Профилле белем алыусылар һаны 79,3 %. 5 урта мәктәп янындағы интернатта 164 уҡыусы тәрбиәләнә.

Район билмәһендә 22 мәктәп автобусы 28 ауылдан 389 уҡыусыны ваҡытында йөрөтөп тора. Персонал һәм техника барлыҡ норма талаптарына яуап бирә.

Отчет осоронда 21 предмет буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп һәм муниципаль этаптары үткәрелде. Бәйгенең мәктәп этабында 2 меңдән ашыу, ә муниципаль этабында иһә 23 мәктәптән 795 уҡыусы ҡатнашты. Бөтә төр олимпиадалар буйынса уҡыусылар 174 призлы урын яуланы. Иң күп призлы урындарҙы Иҫке Собханғол урта мәктәбе (52), филиал һәм төп мәктәптәр араһында Тимер филиалы (15 урын) алды.

2014-2015 уҡыу йылының һөҙөмтәләре буйынса Бөрйән районы Бөтә Рәсәй олимпиадаһының региональ этабында еңеүселәр һәм призерҙар һаны менән республика кимәлендә 33 урында килә ине. Әммә 2015-2016 уҡыу йылында бындай олимпиадала 1 генә уҡыусы ҡатнашыу сәбәпле был һан ҡырҡа кәмене.

Район Хакимиәте стипендияһына иң алдынғы 5 уҡыусы – Ғәҙелгәрәй мәктәбенән Әҙилә Ишмөхәмәтова, Әбделмәмбәттән Ильяс Насыров, Иҫке Собханғол урта мәктәбенән Азамат Хәкимов һәм Инсур Әхмәтов, Байназар урта мәктәбенән Вилиә Ғизәтуллина лайыҡ булдылар. Вилиә Ғиззәтуллина уҡыуҙағы юғары күрһәткестәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының стипендиаты булыуға ла өлгәште.

2016 йылда төп дөйөм белем тураһында аттестатты 244 уҡыусы алды, 11-се класты 83 сығарылыш уҡыусыһы тамамланы. 2 мотлаҡ имтиханды тапшырыу һөҙөмтәләре буйынса 1 уҡыусы тейешле кимәлде үтә алмайынса, аттестат ала алманы. “Уҡыуҙағы махсус уңыштары өсөн” миҙалына 11 уҡыу алдынғыһы лайыҡ булды.

Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре район буйынса уртаса 45,9 балл. Химия, биология фәндәренән күрһәткестәр түбән булды.

Юғары уҡыу йортона инеүселәр һаны отчет йылында артып, 54,9% булды (2015 йылда – 43,2 %), урта махсус уҡыу йорттарына инеүселәр һаны киреһенсә кәмеп, 17,1 (2015 йылда – 46,8) процент тәшкил итте.

Йыл һайын абитуриенттарҙы юғары уҡыу йорттарына килешеү нигеҙендә маҡсатлы индереү эше алып барыла. 2016 йылда район Хакимиәте Өфө дәүләт нефть-техник, Башҡорт дәүләт аграр һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттары менән маҡсатлы ҡабул итеү тураһында килешеүҙәр төҙөнө. Улар нигеҙендә беҙҙең райондан 17 сығарылыш уҡыусыһы уҡырға инде, шул иҫәптән 5 уҡыусы Бөрйән үҙәк дауаханаһы менән килешеү төҙөп медицина университеты, 4 уҡыусы мәғариф бүлеге менән килешеү төҙөп педагогик университет студенты булыу бәхетенә иреште.

Әйтеп китергә кәрәк, юғары уҡыу йорттарының иң яҡшы урындарына маҡсатлы килешеүҙәр нигеҙендә уҡырға инеү мөмкинселеге бик ҙур ине, ләкин Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре республика кимәленән түбән булыуына бәйле ул урындарға теләүсе абитуриенттар аҙ булды. Өфө дәүләт нефть-техник университетына 4 маҡсатлы урын тотонолмай ҡалды, шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университетының бөтә төр йүнәлештәренә потенциаль мөмкинселек ҡулланылманы.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғолдағы филиалын 2015-2016 уҡыу йылында 94 уҡыусы тамамланы. Уларҙың 26 - һы - автомеханик, 25-е - һатыусы, контролер-кассир, 24-е - тракторист-машинист һәм 19 сығарылыш уҡыусыһы ағастан семәрле әйберҙәр эшләүсе һөнәрҙәренә эйә булды.

Сығарылыш уҡыусыларының 84 % -ы алған белеме буйынса эш башлаған, 8,5 проценты урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итһә, 7,44 % -ы әрме сафтарына саҡырылған. Әлеге ваҡытта колледж филиалында 190 уҡыусы һөнәр ала.

Белем биреү өлкәһендә 2 өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы – «Балалар ижады йорто» һәм «Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе» эшләп килә.

2015-2016 уҡыу йылында спорт мәктәбе нигеҙендә 5 тренер етәкселегендә 317 уҡыусыны үҙ эсенә алған 7 төр секция эшләне. Балалар “Урал” физик культура һәм сәләмәтләндереү комплексында, Әбделмәмбәт, Байназар һәм Иҫке Монасип урта мәктәптәрендә шөғөлләнделәр.

Отчет йылында 1827 уҡыусы ҡатнашлығында 11 спорт төрө буйынса район ярыштары уҙғарылды, зона ярыштарында 7 спорт төрө буйынса - 84, республика-финал ярыштарында 25 уҡыусы ҡатнашты.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре XVIII Башҡортостан уҡыусыларының спорт уйындарында уңышлы сығыш яһаны, финал-республика ярышында мини-футбол буйынса 2-се урын, милли көрәш буйынса 7-се урын яуланы.

2015-2016 уҡыу йылында «Балалар ижады йорто» 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге 254 баланы үҙ эсенә алған 12 балалар берләшмәһе менән эш алып барҙы. Уҡыусылар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланылар. “Аҡбейек” ҡурайсылар ансамбле зона бәйгеһендә 3-сө, Әлшәй районында уҙғарылған “Башҡортостан ынйылары” конкурс-фестивалендә Килдеғол мәктәбенән “Йәншишмә” коллективы 2-се дәрәжә дипломын яуланы. “Еҙ үксә” республика конкурс-фестивалендә “Азамат” һәм “Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамблдәре 2-се урын алыуға өлгәште.

2016 йылда балаларҙың ялын ойоштороу өсөн республика бюджетынан бүленгән 4 млн. аҡсаның 2,8 миллионы көндөҙгө ял итеү үҙәген ойоштороу өсөн, ҡалған сумма “Ағиҙел” һауыҡтырыу лагерендә ял итеүгә бүленде. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың ялын ойоштороу өсөн 345 мең һум аҡса тотонолдо.

Шулай уҡ район бюджетынан профилле лагерҙарҙы һәм уҡыусыларҙың эш берләшмәләрен ойоштороу өсөн 445 мең һум бүленде. Йыл һайын балаларҙың ялын ойоштороуҙың иң ҡулайлы ысулы булып көндөҙгө ял итеү тора. Отчет осоронда 1294 баланы (шуларҙың 904-е ауыр хәлдә ҡалған балалар) үҙ эсенә алған 26 мәктәп базаһында көндөҙгө ял итеү үҙәктәре эшләп килде. Бөтә урта мәктәптәрҙә лә 294 өлкән класс уҡыусыһы өсөн ял һәм эш лагерҙәре булдырылды. 224 балаға 24 мәктәптә ике көнлөк походтар ойошторолдо. “Ағиҙел” һауыҡтырыу лагерендә 3 сменала 319 бала ял итте. Ауыр хәлдә ҡалған 40 бала Белорет районында урынлашҡан “Ҡарағай урманы” (“Сосновый бор”) лагерендә һаулығын нығытты. «Йәш спецназ», «Инсебикә» профилле лагерҙәрендә аҙ тәъмин ителгән, тулы булмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙән, йәмәғәт эштәрендә, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, бәлиғ булмағандарҙың эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияла иҫәптә тороусы, уллыҡҡа алынған 60 бала ял итте.

МӘҘӘНИӘТ

Мәҙәниәт — ул байрам йә булмаһа айырым сара ғына түгел, ә рухи йәһәттән бай йәмғиәт төҙөү өсөн көн һайын башҡарыла торған ентекле хеҙмәт. Был йәһәттән беҙҙең район мәҙәни тормоштоң төрлөлөгө һәм үҙенсәлеге менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.

Бөгөнгө көндә районда 27 мәҙәниәт усағы, Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе, Мөхтәр Сәғитов исемендәге музей һәм үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең 21 китапханаһы бар, уларҙың икәүһе моделле: Байназар ауылының модель китапханаһы – “Хазина” шәжәрә өйрәнеү үҙәге, Яңы Усман ауылының модель китапханаһы – халыҡты әхлаҡи-патриотик яҡтан тәрбиәләүсе үҙәге.

“2014-2018 йылдарҙа Бөрйән районында мәҙәниәт һәм сәнғәттең үҫеше” муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында мәҙәниәт усаҡтары эште йәмәғәт ойошмалары, мәктәп, йәштәр бүлеге һәм ауыл биләмәләре менән берлектә башҡарҙы.

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Рәсәй киноһы йылы йөкмәткеле сараларға бай булды. “Мин был ерҙә йәшәйем һәм миңә ошо ер ҡәҙерле” район марафоны, “Коллектив йырлаһа – бөтә ил йырлай” хор коллективтары бәйгеһе, “Яратҡан йәнһүрәт йырҙары” балалар араһындағы йыр конкурсы, “Мәсем-таш” халыҡ ҡурайсылар ансамбленең 70 йыллығына арналған “Курай” байрамы, “Таланттар балҡышы” республика сморт-конкурсының район этабы, “Милләтебеҙ рухы – биҙәктә” конкурс-күргәҙмәһе ойошторолдо.

Йәнғәле Вәхитовтың иҫтәлегенә арналған бейеү байрамы, район ойошмалары һәм ауыл биләмәләре араһында – КВН, Иҙел Ниязғоловтың иҫәтлегенә гармун байрамы, округтар араһында “Ауыл – уртаҡ йортобоҙ” фестивале, “Алтындарға тиң халыҡ ижады” ҡобайыр һәм мөнәжәттәр район конкурсы бихисап халыҡты йәлеп итте.

Районда тәүге тапҡыр сәсәндәр мәктәбе асылды, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә 54 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашып 70-кә яҡын эшен тәҡдим итте.

Рәсәй киноһы йылы сиктәрендә уҙғарылған “Иң тәүге кинофильмдар” тематик кисәһе, “Беҙ тыныс күк йөҙө өсөн” һүрәттәр конкурсы, балалар араһындағы “Әйҙәгеҙ, дуҫ йәшәйек” йыр бәйгеһе, “Мультфильм оҫтаһы” исемле викторина, 11 класс уҡыусылары араһында “Уҡы. Ҡара. Ижад ит” район конкурсы ла бик ойошҡан үтте.

Әбделмәмбәт урта мәктәбе коллективы аяныс яҙмышлы инәй-бабайҙарҙың хәтирәләренән “Ҡара икмәк”, Яңы Усман ауылы халҡы “Иван Грозный Кусимовтар урамында” исемле ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрҙө.

Район таланттары республика кимәлендәге 69 конкурс, бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһаны. “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында Зөлфиә Үҙәнбаева Гран-при яулаһа, ошо уҡ бәйгелә Әлиә Әбдрәшитова лауреат булды, “Әхмәт әйтеше” республика бәйгеһендә Яңы Мөсәт ауылынан Гүзәл Һырлыбаева, “Инсебикә” халыҡ вокаль ансамбле “Белорет йондоҙҙары” халыҡ-ара фестивалендә 1-се урын, “Байыҡ” балалар телевизион бәйгеһендә “Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамбле 2-се урын алды.

“Мәсем-таш” халыҡ ҡурайсылар ансамбле Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында, “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор ансамле “Таҡмаҡ бәйгеһе - 2016”, “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле “Мин яратам һине, тормош!” республика бәйгеләрендә 3-сө урын яуланы. “Иргизлинка” рус халыҡ йырҙары фольклор ансамбле Күгәрсен районында уҙғарылған халыҡ-ара, Мәләүездә “Халыҡ уйындары” төбәк конкурстарында ҡатнашып 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар.

2016 йылда капиталь ремонт үткәреү өсөн республика бюджетынан бүленгән 800 мең һум аҡсаға Ғәлиәкбәр, Әбделмәмбәт, Нәби, Ҡурғашлы, Тимер, Байғаҙы һәм Мораҙым ауылы мәҙәниәт йорттарының электр селтәрҙәре, газ менән йылытылғандарында ҡаҙанлыҡтар алмаштырылды, Район мәҙәниәт һарайының спорт залы төҙөкләндерелде.

“Реаль эштәр” проекты сиктәрендә мәҙәниәт усаҡтарына музыкаль аппаратура алыу, төҙөкләндереү эштәре башҡарыу өсөн 529 мең һум аҡса бүленде. Урындағы ҡаҙна иҫәбенән 230 мең һумға Нәби ауылының мәҙәниәт йорто газ менән йылытыуға күсте.

Байназар күп функциялы мәҙәни үҙәге “Ауыл клубтары араһында иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы” исемен яулап 100 мең һумлыҡ аҡсалата дәртләндереүгә эйә булды.

Отчет йылында китапханалар тарафынан 10 мең 720 кеше хеҙмәтләндерелгән, был күрһәткес 2015 йыл менән сағыштырғанда 41-гә кәмегән.

2016 йылда федераль бюджеттан бүленгән 5028 һум аҡсаға 29, республика ҡаҙнаһынан бүленгән 80 мең һумға 1473 китап килде. Муниципаль бюджеттан бүленгән 312 мең һумға 5126 китап, гәзит һәм журнал китапханаларға тапшырылды.

Отчет йылында Бөрйән үҙәкләштерелгән китапхана селтәрҙәренең директоры Сәүиә Әминева ауыл ерлегендәге мәҙәниәт учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре конкурсында ҡатнашып, 50 мең һумлыҡ грант алды. Рәсәй киноһы йылына арналған “Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы - 2016” республика конкурсында Яңы усман ауылы китапханасыһы Эльвира Мәжитова “Иғтибар: кино төшөрәбеҙ!” номинацияһында I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә 6 йүнәлеш буйынса 12 уҡытыусы эшләй. Сәнғәт мәктәбендә “Аҡбуҙат” өлгөлө ҡурайсылар, “Ялҡын” һәм “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамблдәре бар. 2016 йылда мәктәпте 16 уҡыусы тамамланы. Әлеге мәлдә 284 уҡыусы өҫтәлмә белем ала.

Отчет осоронда сәнғәт мәктәбе уҡыусылары 32 халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм зона конкурс-фестивалдәрендә ҡатнашып, 4 лауреат, 28 дипломант исемен яуланылар.

ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ ҺӘМ СПОРТ

Бөрйән районында 30 йәшкә тиклем 7723 йәш вәкил иҫәпләнә.

Йәштәрҙе патриотик, рухи-әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү эше “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубының даими өҙлөкһөҙ эшмәкәрлегенә бәйле. Бөгөнгө көндә ойошмала, Иҫке Монасип, Кейекбай, Байназар һәм Ҡыпсаҡ ауыл биләмәләрендә 9 түңәрәк эшләй. Уларҙа 300-ләп үҫмер һәм йәштәр ҡатнаша.

Отчет осоронда «2014-2016 йылдарҙа Бөрйән районында йәштәр сәйәсәтен үҫтереү» исемле муниципаль программаға ярашлы «Йәгеҙ, әле егеттәр!», «Йәш ғаилә», «Бөрйән һылыуы», «Әсәй, атай һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә», «Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы», Өфөлә уҡыған һәм эшләгән Бөрйән студенттары һәм йәштәре менән осрашыу, башҡа бәйгеләр, фестивалдәр үткәрелде.

Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған саралар, “Бында ветеран йәшәй”, “Хәтер шәме”, “Георгий лентаһы”, “Еңеү яулығы”, “Таҙа Ағиҙел”, “Таҙа шишмәләр” кеүек акциялар уҙғарылды. Иҫке Собханғол, Кейекбай, Иҫке Монасип, Ҡыпсаҡ һәм Байназар ауыл биләмәләрендә волонтерҙар ветерандар менән осрашты.

Йәштәр араһында әхлаҡһыҙлыҡты, алкоголизм һәм наркомания кеүек насар күренештәрҙе иҫкәртеү маҡсатында “Айыҡ көн”, “Йәштәр сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн”, “Насар ғәҙәттәрҙе ҡаҙаҡла”, “Белергә тейешһең” акциялары, “Йәшәүгә тест” көнө, “Терроризм, экстремизмды иҫкәртеү” аҙналығы, “Ижад террорға ҡаршы” плакаттар конкурсы, класс сәғәттәре, тренингтар һәм ярыштар үткәрелде.

Наши рекомендации