Арғымаҡ ат юл башлар 1 страница
Аҙ һанлы милләттәрҙе теленән айырыу сәйәсәте бик ентекле уйланылып, һүҙ көсөнөң тәьҫире, атай-әсәйҙәрҙең күңел нескәлеге иҫәпкә алынып, аҡрынлап ҡына Аңға һалынған. Иң хәйләле алым — балаларын туған телдә уҡытыуҙан атай-әсәйҙәрҙең үҙҙәренең «баш тартыуы» тураһында уйҙырмалар таратыу. Сөнки «донъяға тыуған һәр бала юғары уҡыу йортона инергә тейеш, ә унда, рус телен белмәһәң, инеп булмай. Рус телен яҡшы белеү өсөн мотлаҡ туған телде оноторға кәрәк, сөнки ул артыҡ тел, ауылды сыҡҡансы ғына эшкинә, унан кәрәкмәй ҙә, юғары белемле булыу өсөн тотҡарлыҡ яһай». Ошондай фекер һалына атай-әсәй зиһененә. Ундай фекергә мөкиббән ышанған атай-әсәйҙәр бер нәмәне аңламай — туған телдән яҙҙырыу — күңелгә ял биреү, эске донъяны сәләмәтләндереү сараһы булған туған моңдан да айырыу ул.
Беҙ быуын-быуындан ҡандан ҡанға күсә килгән тәбиғи һәләтебеҙҙе лә үҙ туған телебеҙ аша асырға, үҫтерергә, бойомға ашырырға — ябай ғына итеп сағыштырып әйткәндә, йоҙаҡты үҙ асҡысы менән асырға тейешбеҙ. Туған телдән яҙыуҙың бала аңына кире тәьҫир яһауын тәбиғәт иҫтә тотҡан һәм кешегә сикләүһеҙ телдәр өйрәнеү һәләте биргән. Кеше бер генә телдә һөйләшергә һәләтле тигән төшөнсә юҡ. Үҙ йәшәйешең өсөн нисә тел кәрәк, әйҙә, барыһын да өйрән. Тик туған телеңдән яҙма, балаларыңды ла яҙҙырма. Ҡабатлап әйтергә кәрәк: туған телдең функциялары аралашыу, белем алыу ғына түгел.
Кешелек донъяһы йәшәйешендә туған телдең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тәбиғәт биргән иҫ китмәле мөғжизә ул — туған тел. Туған тел — ул тойғо теле, моң теле. Беҙ туған телдә һөйләшеп, туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап, шатлыҡ ишәйтәбеҙ, ҡайғы тарҡатабыҙ, күңел сафландырабыҙ. Ә күңел сәләмәтлегенең физик сәләмәтлеккә тәьҫире иҫ китмәле. Быны медик-ғалимдар күптән иҫбат иткән.
Әммә совет идеологтары телдең әһәмиәтен шул тиклем тарайттылар, әйтерһең, тел — фәҡәт аралашыу сараһы ғына. Әлбиттә, тел — аралашыу сараһы ла. Әммә был уның анатомик функцияһы, ҡулланылышы. Танау — тын алыу, күҙ — күреү сараһы тигән һымаҡ төшөнсә. Тел бындай ғына функция үтәй икән, бөтә донъя халҡын бер генә аралашыу теленә күсереп тә була. Ләкин ул саҡта инде һәр милләттең рухи донъяһының асҡысы булып торған тел булмаһа, был рухи донъя, тимәк, милләт юҡҡа сыҡты тигән һүҙ. Үҙ рухи донъяһы булмаған милләт ҡол хисабында ҡала. Үҙ телендә, үҙ мәҙәни, сәнғәт, әҙәби ҡаҙаныштарынан күңел ялы ала алмаған кеше башҡа милләттәрҙең рухи ҡаҙанышынан ял алып маташырға мәжбүр була. Был иһә асыҡҡанда тоҙһоҙ аш ашау менән бер. Һөҙөмтәлә, кешенең йәшәү маҡсаты фәҡәт матди байлыҡ туплауға ғына ҡайтып ҡала. Ундайҙар менән идара итеү күпкә еңел, сөнки улар үҙҙәренең рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн бер ни ҙә талап итмәй, уларҙы күберәк аҡса йәки маҡтау ҡағыҙы менән дә алдаштырырға мөмкин. Шуның өсөн дә аҙ һанлы милләттәрҙе туған телһеҙ, рухи донъяһыҙ ҡалдырыу сәйәсәтен үткәреү юлдары уйлап табылған да инде. Ҡатнаш ғаиләләр маҡтала, уларҙан тыуған балалар вундеркинд була, тигән уйҙырмалар таратыла... (Ҡатнаш милләтле ғаиләнән тыуған балалар вундеркинд булып фән өлкәһендә бөйөк асыштар яһауға һәләтле булһа, Япония әллә ҡасан артта ҡалып, Волга буйындағы республикалар, бигерәк тә ҡатнаш ғаиләләр ҡороу яғынан иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән башҡорттар, алда барыр ине.) Бөйөк комсомол төҙөлөштәре, сиҙәм ер үҙләштереү, ауыл ерҙәрендә совхоздар ойоштороп, ситтән башҡа милләт кешеләренән белгестәр саҡырып, мәктәптәрҙе рус теллегә әйләндереү, мәктәптәрҙә музыка дәрестәрен фәҡәт рус программаһы буйынса ғына алып барыу, туған республикаңдың, туған халҡыңдың тарихын өйрәнмәү, өйҙә ғаилә теле итеп рус теленә өҫтөнлөк биреүҙе талап итеү һәм башҡа юлдар менән өлгәштеләр был «юғары» күрһәткескә...
Рәсәй халыҡтарын руслаштырыуҙан рус халҡына отош булдымы? Юҡ. Ул, ҡуйы һөткә һыу ҡушып күбәйткән кеүек, һан яғынан артһа ла, сифатын юғалта барҙы. Совет власы йылдарында донъяның алтын фондына мәҙәниәт өлкәһендә лә, сәнғәттә лә, әҙәбиәттә лә бармаҡ менән генә һанарлыҡ классик әҫәрҙәр өҫтәне. Рус телле башҡа милләт кешеләре рус халҡы сәнғәтенән, ҡаҙаныштарынан файҙалана ғына ала, нигеҙҙә, ниҙер өҫтәй алмай. Ошо хәҡиҡәтте аңлатыусыларҙы милләтселектә ғәйепләнеләр. Даими пропаганда үҙенекен итте, һәм әлеге көнгә тиклем туған телен инҡар итеүселәр, балалары менән фәҡәт рус телендә генә һөйләшеүсе юғары белемле, әммә милләтен инҡар итеүсе бынамын тигән белгестәр арта бара. Шуныһы ифрат ҙур үкенес тыуҙыра — улар үҙ арттарынан башҡорт милләте вәкилдәре ҡалдыра алмай. Ә бит бынамын тигән композиторҙар, олпат яҙыусылар, йырсылар үҙ ғаиләһендә танылыу, аңлау тапмай, үҙҙәрен дауам итеүсе ҡалдыра алмай ҡартайҙылар. Ике ғалимдан тыуған өсөнсө ғалим егет аптыратҡайны мине. Атаһы ла, әсәһе лә башҡорт милләтенән. Улдары аҡыллы, белемле, һәләтле матур башҡорт егете. Башҡорт телендә бөтөнләй һөйләшмәй. «Мин үҙемде туҡһан ете процентҡа рус тип иҫәпләйем, сөнки мин туған халҡымдың телен дә, традицияларын да белмәйем, рус телендә фекер йөрөтәм. Минеңсә, кеше ниндәй телдә фекерләй, шул милләт вәкиле булып һанала», тигән фекерҙә был егет. Ул хаҡлы. Тик бер һорау бирергә кәрәк ул егеткә: күңелендә лә, ҡанында ла рус традициялары йөрөтәме? Рустар уны үҙ милләте вәкиле тип иҫәпләйме?
Быға тиклем ҡалаларҙа тәрбиә һәм төрлө яҡлы белем алған әҙерлекле белгестәребеҙ үҙ милләтенә ят бауырға әйләнә барҙы, ә мәҙәниәт-сәнғәтебеҙ һәм фәнебеҙ ауыл мәктәптәрен тамамлаған белгестәр иҫәбенә тулылана. Һуңғы йылдарҙа ғына был йәһәттән алға китеш бар. Ҡала йәштәренең башҡортлашыуы, ауыл йәштәренең үҙ башҡортлоҡтарын һаҡларға тырышыуы күҙәтелә.
Тәбиғәт төрлө-төрлө ағастар, үҫемлектәр, ҡоштар, хатта бөжәктәр һәм башҡаларҙы бар итеп, һәр береһенә үҙенсәлек һәм тәғәйенләнеш бүлгән икән — уның артабанғы йәшәйеше хаҡында ла хәстәрлек күргән. Улар буталмай, һаман үҙҙәренең үҙенсәлеген һаҡлап йәшәй. Һәр милләт тә үҙен үҙе һаҡларға, үҙе хаҡында үҙе хәстәрлек күрергә тейеш. Шуның өсөн уға тел, моң, традиция бирелгән. Кешелек донъяһы ниндәй генә ҡанундар ижад итмәһен, улар тәбиғәт ҡанундарынан ситләшергә тейеш түгел. Тап шул тәбиғәт ҡанундарынан ситләшеү арҡаһында ҙур хаталарға дусар булабыҙ, милләт-ара ыҙғыштар, ҡан ҡойоштарға барып етәбеҙ, тәбиғәт гүзәллектәренән мәхрүм булабыҙ.
Милләт булмышы ла — тәбиғи ҡанун. Кешелек донъяһы күпме йәшәй, шул тиклем үк үҙенең традициялары, үҙенсәлектәре менән милләттәр ҙә йәшәйәсәк һәм үҙгәргән хәлдә фәҡәт үҙ булмышы нигеҙендә генә үҙгәреш кисерәсәк һәм камиллашасаҡ. Үҙ булмышынан ситләшкән халыҡ милләт булараҡ ер йөҙөнән юғаласаҡ, айырым вәкилдәре рухи яҡтан тарҡаласаҡ.
Ошо хәҡиҡәтте аңлаған бер төркөм зыялылар алтмышынсы йылдар уртаһында балаларына башҡортса уҡытыу-тәрбиә эше алып барырлыҡ мәктәп астырыуҙы юллай башларға булды.
Өфөлә бындай мәктәп һәм аҙаҡтан балалар баҡсаһы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаштым. Мәктәп астырғанда иң ауыры балалар йыйыу ине. Башҡорт мәктәптәре астырыуға ғүмерҙәрен арнаған Мөхәммәт Исҡужин менән Иҙел Агишевтарҙан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр уның ауырлығын. Урамда башҡортса һөйләшкән кеше ишетһәң, ҡолаҡ ҡарп итеп ҡала. «Һин кем, ҡайҙан, мәктәп йәшендә балаң бармы, Өфөлә башҡорттарҙан таныштарығыҙ бармы? Уларҙың мәктәп йәшендә балалары бармы?» — тигән һорауҙар яуҙыра башлайһың. Адрестар табаһың, өйҙәренә бараһың, сәғәттәр буйы аңлатыу эше үткәрәһең. Юғары белемле, әммә «совет кешеләре бер милләтле булырға тейеш» тигән ялған ҡарашты ныҡ һеңдергән әҙәмдәргә сәғәттәр буйы туған телдең ни өсөн кәрәклеген аңлатып ултыраһың.
Башҡорт кластарын тәүҙә Красин урамындағы элекке туғыҙынсы башҡорт мәктәбе, хәҙер инглиз теле йүнәлешле мәктәптә астылар. Дөрөҫөрәге, Мәғариф министры Фатима Мостафинаға егеттәребеҙ шул мәктәптә кластар асыуҙы тәҡдим итте, сөнки инглиз теле йүнәлешле мәктәптәр Өфөлә юҡ кимәлендә булғанлыҡтан, был мәктәпкә конкурс шул тиклем ҙур ине, хатта ошо мәктәпкә биреү өсөн генә булһа ла балаларын башҡорт класына бирергә теләүселәр табылды. Аҙаҡ рус класына күсерергә теләһәләр ҙә, балалар үҙҙәре китмәне. Ҡан тартмаһа, йән тарта тигәндәре шулдыр. Балалар тиҙ арала үҙ-ара аралашып, татыулашып, дуҫлашып китә ине. Атайҙары мәктәпкә килтереп, «әни»ләре йәки «мама»лары рус кластарына күсерергә уйлаһа ла, балалар үҙҙәре китмәй ине. Башҡорт кластары арыу ғына эшләй башлағас, балалар баҡсаһы астырыу ихтыяжы тыуҙы. Йәмәғәтселек һәм инициатив төркөм был эште миңә йөкмәтте. Өфөлә ике балалар баҡсаһының мөдире башҡорт ине, береһе тәүге һөйләшеүҙә үк баш тартты, икенсеһе — Сәлимә Азмәтова ихлас риза булды һәм беҙ бергәләшеп юллау эшен башланыҡ. Сәлимә Азмәтова юллау мәсьәләһендә асыҡтан-асыҡ йөрөмәне, сөнки унан бик еңел ҡотолорҙар, һылтау табып эштән ҡыуыр ҙа ҡуйырҙар ине. Мин декрет отпускыһындамын, ваҡыт бар, ҡалала йәшәүсе башҡорт атай-әсәйҙәр исеменән ғариза яҙып, юллау эше башланым. Был эш буйынса ҡултамғалар йыйып, ойҙән өйгә йөрөп аңлатыу мәшәҡәттәре, мәктәп юллауҙағы һымаҡ уҡ, ауыр булманы, сөнки балаларын урынлаштыра алмай йөрөүсе башҡорт атай-әсәйҙәре күп ине. Өфөгә эшкә саҡырылған Диас Хәтип улы Йәнтүриндарҙың ғына ла бер юлы өс балаһын индерҙек исемлеккә. Үҙебеҙҙең ике бала, апайымдың, һылыуымдың балалары... Утыҙ балаға тултырып, бер төркөм асыу өсөн ғариза яҙҙыҡ. Йәйге эҫе көндәрҙә вазифалы етәкселәрҙең ишек төбөндә сәғәттәр буйы ҡабул итеүен көтөп тороуҙар еңел булманы. Мәғариф министры алмаштырылғайны инде. 1972 йылдың август аҙағында Гөлнур ҡыҙым тыуҙы. Шулай булғас, июнь — июль айҙарында ниндәй хәлдә йөрөгәнемде күҙ алдына баҫтырып булалыр.
Киров РОНО-һы мөдире Шерстобитов исеменә яҙылған ғаризабыҙға кире яуап алғас, мин Мәғариф министрының ҡабул итеүен һораным. Индем. Министр миңә Лениндың хеҙмәтен алып, ҡасан булһа ла бөтә милләттәрҙең дә бер телгә күсәсәге тураһындағы яҙмаһын уҡып ишеттерҙе. Минең буш эш менән шөғөлләнеүемде, башҡорт мәктәбенең дә киләсәкһеҙ булыуын аңлатты. Мин, әлбиттә, уның был ҡарашын «аңламаным». Шунан ул:
— Балағыҙҙы башҡортса өйрәткегеҙ килгәс, ауылға ғына ҡайтһағыҙ ни була? — тине.
— Һеҙ һаман Елизавета Указына таянып эш итәһегеҙме?
— Ниндәй Указына?
— Башҡорттарҙы ҡалаға ҡырҡ саҡрымдан да яҡын ебәрмәҫкә тигән.
— Ә ни эшләп улай тиһегеҙ? Мин үҙем дә башҡорт. Әммә Һеҙгә тиклем бер кем дә башҡорт баҡсаһы тип йөрөмәне, һәм мин Өфөлә балаһын башҡортса һөйләштергән бер кемде лә ишеткәнем юҡ.
— Иртәгә иртәнсәк беҙҙе ҡабул итәһегеҙме?
— Кемде ул «беҙҙе»?
— Балаһын башҡортса тәрбиәләү өсөн янып йөрөгәндәрҙе.
— Ҡыҙыҡ булыр ине. Килегеҙ.
Беҙ барҙыҡ. Унау инек. Геолог Диҡҡәт Бураҡаев, телсе ғалим Радик Зарипов, нефтсе инженерҙар Шамил Туҡаев менән Әсғәт Биишев, уҡытыусы Айрат Ғафаров, Мусин фамилиялы инженер егет — исемен онотҡанмын (1-се республика интернат-мәктәбен тамамлағайны. — М. Б.), шағир Рәми Ғарипов, яҙыусы Фәрит Иҫәнғолов, Ф. Байышев — күренекле телсе ғалим Таһир Байышев ағайҙың туғаны.
Министр былай булырын көтмәгәйне, ахыры. Бер торҙо, бер ултырҙы. Шунан аптырауы бер аҙ баҫылғас, ултырышырға тәҡдим итте. Егеттәр баланы башҡортса тәрбиәләүҙең мөһимлеге тураһында һөйләнеләр. Радик Зарипов Өфөлә күптән инде татар телле 1-се һанлы балалар баҡсаһы һәм 15-се һанлы татар мәктәбе булыуы хаҡында ла телгә алды.
Министр беҙҙең алда Киров РОНО-һы мөдиренә телефондан шылтыратты:
— Товарищ Шерстобитов! У вас есть заявление от родителей об открытии башкирского детского сада? Откройте им одну группу, если смогут набрать детей.
Өфө ҡалаһының Фрунзе урамында 12-се башҡорт балалар баҡсаһында тарихта беренсе тапҡыр башҡорт телендә тәрбиәләү өсөн ике төркөм асылды. (Башҡорт балалар баҡсаһы Архангель районының Аҙау ауылында бар, тинеләр. — М. Б.) Һәр яңы башланғысты үҙеңдән башларға кәрәк. Ҡоро һүҙ — ҡуңалтаҡ итек. Шуның өсөн ике балабыҙҙы әлегәсә йөрөгән баҡсаларынан алып, ун икенсе балалар баҡсаһына күсерергә булдыҡ. Путевкаларын 12-се балалар баҡсаһына алмаштырырға тип, РОНО-ға биргәйнек, бер аҙҙан йәш кенә ҡыҙ килеп инде беҙҙең өйгә:
— Һеҙ балалар баҡсаһындағы урындарығыҙҙы алмаштырыуҙы һорап, ғариза яҙғанһығыҙ. Ун икенсе балалар баҡсаһы һеҙгә бик алыҫ, йөрөүгә лә уңайһыҙ. Унда шарттар ҙа юҡ. Боронғо ағас бинала ғына урынлашҡан. Әйҙәгеҙ, ишек алдындағы баҡсаға урынлаштырайыҡ, — ти. Әйтергә кәрәк, беҙ «Океан» магазины өҫтөнән фатир алдыҡ та, Республика мәктәп-интернаты туҡталышындағы балалар баҡсаһында йөрөгән балаларыбыҙҙың урынын тап шул ишек алдындағы баҡсаға алмаштырыуҙы юллап бер йыл йөрөгәйнек инде. Барған һайын «урын юҡ» тип яуап ҡайтаралар ине. Ә әле «тәҡдим» үҙе юллап килеп еткән. Башҡорт балалар баҡсаһына йыйылған балалар иҫәбен кәметеү маҡсаты менән ебәрелгәнлеге көн кеүек асыҡ. Башҡорт класына балалар йыйған саҡта ла шундай уҡ хәл булғайны. Утыҙ ғариза йыйып, тәүге йыйылыш үткәргән көндә, был егерме алтынсы август көнө ине, ихтирам иткән бер ғалимыбыҙҙың ҡатыны (Өфө ҡыҙы. — М. Б.) бик ентекле әҙерләнеп телмәр тотто, башҡортса уҡытып, балаһын наҙан ҡалдырғыһы килмәүен, иренең дә башҡорт мәктәбен тамамлағандан һуң фәҡәт башҡорт филология факультетында уҡытырға ғына эшкинеүен, русса акцент менән һөйләшеүен, башҡорт теленең башҡа бер нәмәгә лә эшкинмәүен, киләсәкһеҙ булыуын, хәҙерге заманда инглиз телендә өйрәтергә кәрәклеген аңлатты ла ғаризаһын кире алды. Уның артынса уҡ тағы ун биш гариза кире алынды, һәм башҡорт класы асылыуы хәүеф алдында тороп ҡалды. Почта бүлексәләренә барып, башҡортса матбуғатҡа яҙылыусы кешеләрҙе һорашып, өйҙәренә йөрөп, уларҙан тағы башҡорт ғаиләләре хаҡында белешеп, балалар һанын тултырырға тотондоҡ. Әммә ваҡыт бик аҙ ҡалғайны һәм, өҫтәүенә, беренсе класҡа бараһы балаларҙың мәктәптәрҙә йыйылыштары булып, урынлашып бөткәйнеләр. Ә башҡорт класы асыу тураһында приказ булғайны һәм, балалар һаны ун бергә генә тулһа ла, класс асылды. Бындай приказды 1971 йылға тиклем Мәғариф министры булған Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина сығарҙы. Шуның өсөн дә Өфө ҡала башҡорт гимназияһы хаҡлы рәүештә Ф. Х. Мостафина исемен йөрөтә. Әммә балалар баҡсаһы юллаған мәлдә Фатима Мостафина хаҡлы ялға оҙатылғайны.
Мөхәммәт Исҡужин менән Иҙел Агишев ағайҙар шул саҡ Өфө башҡорттарының исемлеген төҙөй башланы. «Өфө ҡалаһының һәр районында бер башҡорт мәктәбе булырға тейеш», — тип хыяллана һәм шул маҡсат менән эшләй ине улар. Уларҙың был хыялы тормошҡа ашмаҫ бер уйҙырма һымаҡ булып тойола ине. Әммә утыҙ йыл дауамында Өфө ҡалаһының һәр районында тип әйтерлек башҡорт мәктәптәре асыуға өлгәште халыҡ. Быларға нигеҙҙе Мөхәммәт Исҡужин менән Иҙел Агишев һалды.
Халыҡ Мөхәммәт Исҡужиндың хеҙмәтен ихлас баһаланы. Етмеш йәше Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында шығырым тулы тамашасы ҡотлауы аҫтында билдәләнде. Кисәнең сценарийын мин төҙөнөм һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы артисткаһы Әнисә Яхина менән бергә алып та барҙыҡ. Байтаҡ ҡына рәсми юбилейҙар күрелде. Әммә был юбилей айырыуса тулҡынландырғыс булды, сөнки уны халыҡ үткәрҙе. Тағы шуныһы ҡыуаныслы — Мөхәммәт ағай үҙе иҫән саҡта халҡы баһаһын һәм һөйөүен күрҙе.
Был кисәлә балаларын башҡорт мәктәптәрендә уҡытмаған атай-әсәйҙәр ҙур һабаҡ алды. Сөнки күп кенәләр: «Беҙ өйҙә лә туған телдә һөйләшәбеҙ ул. Өйрәнерҙәр әле», — тиҙәр ҙә балаларын рус мәктәбендә уҡыталар. Әммә мөхитенең дә, уҡыған предметтарҙың да, уҡытҡан уҡытыусыларҙың да тәрбиә эшендә, рух һалыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булғанлығын, фекерҙәш дуҫтарының булыуын, аҙаҡ туғандар кеүек аралашып йөрөйәсәктәрен аңлап етмәйҙәр. Бөгөнгө көндә егерменсе башҡорт мәктәбен, йөҙ утыҙ алтынсы лицейҙы тамамлаған уҡыусылар бер-береһе менән туғандар кеүек аралашалар, бер-береһенә ярҙам итәләр, бер-береһенә таяныстар, уларҙың рухтары бер-береһенә тартыла. Вазифаһының юғары булыуына һылтанып, башҡорт мәктәбенә балаларын бирмәгән һәм әлеге көндә балалары менән бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ тапмаған бер ғалимә ҡатын минән: «Һин балаларың менән нимә хаҡында һөйләшәһең ул? Минекеләр хәл белергә килһә, ике һорау ғына бирә алам: «Хәлең нисек? Сәй әсәһеңме?» — башҡа һөйләшер уртаҡ нәмә юҡ. Ә һин балаларың менән туҡтауһыҙ һөйләшәһең, көлөшәһегеҙ, үҙ-ара бәхәсләшәһегеҙ. Ҡарап тороуы күңелле», — тип аптыраны.