Рәйфә апай, мөмкинме саҡ ҡына телевизорҙың тауышын өҫтәргә! — тинем.
Кит, ҡолағың ишетмәйме әллә! Юҡ! — Тәрбиәсе гелән шулай яуаплай. Был юлы ла ғәҙәтенә тап төшөрмәне. — Йоҡларға һалып ҡуймағанға рәхмәт әйт әле!
Апай-ай! Ул бит минең әсәйемдең яратҡан йыры... Мөмкинме? Зинһар өсөн...
Юҡ, тинем, юҡ! Әсәйең яратҡан, ә минең йәнем һөймәй ул йырҙы. Шул йырсыны күрә алмайым. Исмаһам, йүнле прическа ла эшләй белмәй. Етмәһә, гел мөхәббәт тураһында йырлай ҙа йөрөй. Вообще һүндерегеҙ телевизорҙы, марш йоҡларға! Һеҙ тип байрамымды байрам итмәй йөрөп ятам. Һеҙҙән башҡа ғаиләм юҡтыр шул. Хәҙер үк ятығыҙ йоҡларға! Йөҙөгөҙ һытылып — кәйефемде боҙмағыҙ әле. — Рәйфә апай асыуланып телевизорҙың шнурын шарт итеп йолҡоп алды ла, беҙҙе бүлмәләргә ҡыуырға тотондо.
Чтобы иртәгә тиклем берәүегеҙҙе лә күрмәйем!
Минең теләгем арҡаһында Яңы йыл байрамы шулай тамамланды. Бүлмәмә йүгереп килеп индем дә, карауатыма ауҙым. Битте эҫе күҙ йәштәре өтөп алды. Күҙ алдымда алсаҡ йөҙлө, һомғол буйлы әсәйемдең һыны тора. Ә теге йыр һаман ҡолаҡта сыңлай:
Буду любить тебя всегда,
Я не могу иначе...
Алдырма, әсәй!
Сәй, ниңә беҙҙе иртә ташлап киттең? Бында ҡыйын. Һине уйламаған көнөбөҙ юҡ. Ишетәһеңме мине, әсә-ә-әй!
Сеү, илама улым. Күҙ йәштәрегеҙ ҡәберемә һыу булып тула. Белһәгеҙсе ни хәтлем йәнем өҙгөләнгәнен... Анау көндә тәрбиәсегеҙ асҡыс менән һинең башыңа һуҡҡанын күрмәне тиһеңме, улҡайым? Эй, әрненем шунда! Тик ярҙам итә алмайым, шуныһы үкенесле...
Теге донъяла рәхәт, тиҙәр. Был дөрөҫмө?
Йән киҫәккәйҙәремдән айырылғас, ожмахтың да тәмен һиҙмәйем. Һеҙҙең менән хушлашҡан һуңғы минуттарҙы иҫкә төшөрәм дә һыҡтайым. Ә һин унда үҙеңде ҡыйыу тоттоң, улым.
Ул көндө мин бөгөнгөләй хәтерләйем. Бөтә халыҡ Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә ине. Ә һин шул көндә, ғәҙәттәгесә, ауырының. Әсәй, нисек түҙҙең икән шул хәтлем һыҙланыуҙарға? Өс йыл яттың бит тормайынса. Дауаханаға ла ниңәлер ашыҡманың.
Ле булһа ла үкенәм, балам. Табиптар, операцияға ят тип, мине күпме өгөтләне. Әгәр унан баш тартһаң, был шештең ҙурайыу ихтималлығын да иҫкәрттеләр. Береһенән-береһе бәләкәстәремде яңғыҙын ҡалдыра алманым. Атайығыҙ көн һайын эштә. Дауаханаға бер мәл ятырға булғайным да ул, өс кенә йәшлек Зөлфирәбеҙ итәккә килеп йәбеште лә иларға тотондо. "Әсәй, ташлама инде беҙҙе, ташлама", ти. Уның артынса һеҙ өсәүләшеп мине һырып алдығыҙ. Һәр кемегеҙҙең күҙендә — йәш. "Ҡалдырма, әсәй" тиһегеҙ. Мөлдөрәп төбәлгәнегеҙҙе күреп, нисек дауаханаға китмәк кәрәк. Ҡалдым шул. Ә аҙаҡ инде һуң булды. Табиптар яман шеш тапты... Ҡабат аяҡҡа баҫа алманым.
Уңғы айҙа ауылдағы фельдшер Хәнә апай һиңә аҙна һайын укол ҡаҙай торғайны. Ул ауыр ғына сумаҙанын тотоп килеп инә лә баш осоңа ниндәйҙер шешә менән дарыу ҡуя, аҙаҡ шуны ҡулыңдағы ҡан тамырыңа ебәрә. Шунан һуң кәйефең күтәрелеп китә. Тик һуңғы көндәрҙә беҙгә йышыраҡ килә башланы фельдшер. Әллә күпме укол яһай ҙа ҡайтып китә. Ә унан ҡалған шприц-фәләндәрҙе мейестә яндыра. Яңы йылды ҡаршылар көн бигерәк һыҙландың шул. Ниндәйҙер ҡурҡыныс тауыштар сығарып ыңғыраштың. Быны күреү беҙгә лә ауыр ине. Атай ҙа үҙенә урын таба алмай. Бер тышҡа сыға, бер инә. Туҡтауһыҙ тәмәке көйрәтә. Бүтән көндәге кеүек беҙҙең менән уйнаманы ла. Ә һинең хәлең яҡшы яҡҡа үҙгәрмәне. Ахыр сиктә атай беҙҙе Хәнә апайға ебәрҙе. Яйлап йөрөмәгеҙ, ти, әсәйегеҙҙең хәле хөрт. Үҙе һине өйҙә яңғыҙыңды ҡалдыра алмаған, күрәһең. Беҙ йән-фарманға фельдшерҙың өйөнә йүгерҙек.
Хәнә апай беҙҙе күргәс тә эштең нимәлә икәнен аңланы шикелле. "Байрамға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды, әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ", — ти. Апайым менән икебеҙ өҫтәл янына ултырырға ашыҡманыҡ. Һинең тиҙерәк килеп укол яһауҙарын һыҙланып көтөп ятыуыңды беләбеҙ бит. Шулай ҙа фельдшер күндерҙе. Ҡабаланып ҡына берәр шәшкене "түңкәрҙек" тә кейенә башланыҡ. Беҙҙең өҙгөләнеүебеҙҙе күреп, Хәнә апай ҙа башҡаса көсләшеп торманы. Ғәҙәттәгесә, дарыуҙар менән тулы ҙур сумаҙанын алып, беҙҙең яҡҡа атланыҡ.
Тышта ап-аҡ ҡар яуа. Белһәңсе, әсәй, шул ваҡытта минең нимә теләгәнемде! Әсәйем тиҙерәк йүнәлһен тигәйнем... Тик ул теләк барыбер тормошҡа ашманы. "Хәнә апай, берәй яҡшыраҡ дарыуығыҙ юҡмы? Әгәр булһа, бирегеҙсе уны әсәйемә. Мин ҙурайһам, һеҙҙең алдығыҙҙа буш ҡалмам", — тип үтенгәйнем шунда. Фельдшер бер һүҙ ҙә әйтмәне, бары ауыр ғына һулап ҡуйҙы. Ул шул көндә һиңә тағы ла укол яһаны, һуңынан ҡағыҙға ҡултамғаңды ҡуйҙыртты. Яңы йыл етеүгә ике сәғәт ҡалды тигәндә, хәлең яҡшырғандай тойолдо. Тик барыбер өйҙә байрам кәйефе юҡ.
Хәнә апай изге бурысын үтәгәс, атайҙы оҙатып сығыуын һораны. Кәртәлә икәүләшеп нимәлер хаҡында оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙолар. Күпмелер ваҡыт үткәс, атай инде. Ҡаштары төйөлгән, йөҙөндә ниндәйҙер моңһоулыҡ сағыла. Быны һин үҙең дә һиҙҙең бит, әсәй. Етмәһә, фельдшер нимә хаҡында әйтте, тип атайҙан ҡат-ҡат һораның. "Бер нимә лә тимәне, Гөлнурым, оҙаттым ғына", — тине ул. Тағы бер сәғәт ваҡыт үтте. Беҙ, дүрт бала һәм атай, һинең яныңда ултырабыҙ. Ике ағайым менән апайым был мәлдә ҡалала уҡыуҙа ине.
Нисек ете балаға ғүмер бирергә ҡыйыулыҡ таптың, әсәй? Ауыр булғандыр һиңә. Яңы йылға һанаулы ғына минуттар ҡалды. Ниңәлер байрамға әҙерлек тә булманы өйҙә, атайҙың да мәшәҡәте етерлек. Эстән генә киләһе йыл бары һаулыҡ, өйөбөҙгә именлек килтерһен тигән теләгемде әллә күпме ҡабатланым.
Quot;Утты һүндерегеҙ, зинһар", — ти башланың бер заман. Ятҡан ереңдән йә һул яҡҡа, йә уңға башыңды борғоларға тотондоң. Атай беҙҙе икенсе бүлмәгә алып инде. Ә һинең шул уҡ һүҙҙәрең йәнә ҡабатланды: "Утты һүндерегеҙ, утты!" Ыҙалауыңды бәләкәстәрем күрмәһен, тинеңме? Әллә беҙҙе ҡурҡытмайым, тип уйланыңмы? Ошо төндә беҙҙең йөрәк нисек типкәнен белһәңсе?! "Әсәй үлергә йыйына, шикелле" тип хафаға ҡалды Әлиә апай. Быны ишеткәс, күмәкләшеп иларға тотондоҡ. Егет кеше күҙ йәшен түгергә тейеш түгел, тигәйнең бит. Мин әйткәнеңде үтәргә тырыштым. Һиҙмәҫтән, өҫ кейемемдәге төймәмде лә өҙгәнмен икән. Иламаҫ өсөн аҙаҡ уны тешләп алдым. Шул тиклем көсәнгәнмен, хатта алғы тештәреп сатнап киткән. Ҡыҙҙар туҡтауһыҙ илай, күпме тырышһам да, мин дә күҙ йәшемде тыя алманым.
Ыҙарып бөткән атайыбыҙ беҙҙе һин ятҡан бүлмәгә алып сыҡты. Карауатың алдына теҙелеп баҫтыҡ. Аҙаҡ тын ғына, нимә әйтергә лә белмәй торҙо ла: "Балаларым, әсәйегеҙ һеҙҙе яратҡан кеүек, уны ла яратығыҙ әле", тине. Шунан беренсе булып һинең маңлайыңдан үпте. Беҙ ҙә үптек, ә һинең йәштәрең туҡтауһыҙ аға. Нимәлер әйтергә лә тырышып ҡараның, тик хәлең юҡ ине. Был беҙҙең һуңғы тапҡыр һине үбеүебеҙ булды. "Әсәйгә бит ҡыйын, әйҙәгеҙ аяғын ыуайыҡ", тине лә Әлиә апай, үҙенсә хәлеңде еңеләйтергә тырышты. Барыбыҙ ҙа илашабыҙ, атай ғына күҙ йәштәрен күрһәтергә тырышмай. Ярҙам итә алманыҡ шул һиңә. Һин күҙҙәреңде йомдоң, тын алыуҙан да туҡтаның... Их, шунда үҙем табип булһам. Бер көн эсендә аяҡҡа баҫтырыр инем!
Етәр, балам, ауыр хәтерҙе яңыртмасы. Былай ҙа күңелем тулы һағыш-хәсрәт. Һеҙгә еңел булмағанын беләм. Атайығыҙ ҙа ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр һеҙҙе ташламаны...
Эйе, әсәй, атайға ла әсе нужа һурпаһын күп һемерергә тура килде. Һине ерләгәндән һуң аҙна ла үтмәне, силсәвиттән, мәктәптән етәкселәр килә башланы. "Өсәүһе ярай ҡалала уҡый, ә бәләкәй генә дүрт балаңды аяҡҡа баҫтырыу еңел булмаҫ, әйҙә детдомға бир", тиҙәр. Атайыбыҙ бирешмәне, үҙ һүҙендә ҡаты торҙо. Ҡаланан да, ауыл советынан да йыш килделәр. Асыуы килгәс, иҫән сағымда балаларымды кеше ҡулына бирәһем юҡ, тине лә атай көтмәгән ҡунаҡтарҙы һүгеп сығарҙы. Һин беҙҙең менән булмағас, мәктәптең ҡайһы бер уҡытыусылары ла уҫаллана төштө. Һорауға дөрөҫ яуап бирһәң дә, "ике" ҡуйырға торалар. Һуңынан, аталары балаларын ҡарай алмай, уҡыуҙары хөрт тип ҡалаға ялыу яҙалар. Тамам аптыратып бөттөләр инде — уларҙың бар теләге беҙҙе балалар йортона ебәреү ине. Ҡатыны булмағанға, Ғиззәт мул ғына пенсия ала, шуға ла балаларын дәүләт ҡарауына бирергә ашыҡмай, тигән хәбәр ҙә таратыусылар табылды. Ауыл хакимиәтендә атайға "Һинән дә бай кеше юҡ. Бигерәк бәхетлегә әйләндең" тигән бер ахмаҡ. Ул түҙмәйенсә, йәне көйөп шул мәхлүкте бәреп осорған. Һин киткәс яман ҡайғырҙы шул атай. Төндәрен йоҡламай сығыр ине. Йыл самаһы үткәс, ул да йыш сирләй башланы. Тракторҙа эшләгәндә үпкәһенә һыуыҡ үткән. Туҡтауһыҙ уйланды бит, шуға ла ауырығандыр. Һин үлгәндән һуң өс йыл үтте тигәндә атайыбыҙ ҙа яҡты донъя менән хушлашты. Ә беҙҙе бында, балалар йортона, алып килделәр.