Кинйә Арыҫланов, Ҡаранай Моратов, Бәҙәрғол Юнаев 2 страница

Красноуфимскиға ингәс тә Салауат үҙенең ярҙамсылары менән станица йортона урынлашты һәм башы - аяғы менән яңы мәшәҡәттәргә сумды. Иң беренсе нәүбәттә ҡаласыҡтың яңы хәкимиәтен булдырыу тора. Ябай халыҡтың тормош - көнкүрешен аңлаған кешеләр кәрәк. Бына өҫтәлдә ҡала - ҡәлғәнең атманы булған есаул Григорий Овчинников өҫтөнән ялыу ҡағыҙы килеп ятты. Атаман, Николай Бахматов менән берлектә халыҡты Салауат ғәскәренә ҡаршы күтәрелергә ҡотортҡан, ҡалаға инергә ҡамасауларға маташҡан, тик казактар уның һүҙен тыңламаған. Бүгәс полковнигы ҡаланың кисәге хакимдарын берәмләп саҡыртып һорау алды һәм һәр береһен ҡарауыл аҫтына тапшыра барҙы. Григорий Овчинниковты иң аҙаҡтан индерҙеләр. Алтмышы яңыраҡ тулып үткән ҡарттың йөҙө борсоулы, ҡойола башлаған сәсе, һаҡал - мыйығы салланған, ә күҙҙәре янып тора. Салауат ҡартҡа ултырырға ҡушты:

- Хеҙмәт нисек бара, господин есаул ? Казактар менән уртаҡ тел табып буламы ?

- Хеҙмәт ни төрлөсә бара инде ул, мин - өлкән йәштәге казак, әллә ни текә ырғып - һикереп йөрөп хеҙмәт итергә көс етеңкерәмәй. Тағы ялҡытты ла. Ғүмер буйы хеҙмәттәмен бит инде.

- Ялҡытҡас нишләп ғариза биреп китеп барманығыҙ ? Казактар ҙа яратып етмәй икән. Ана, теге ҡағыҙҙа гонаһтарығыҙҙы барлап сыҡҡандар. - Салауат ҡағыҙ яғына ҡарап ымланы.

- Бөтә кешегә ярап бөтөп булмай инде, йәшерен дошмандар һәр саҡ була. Анау тиклем эшләү дәүерендә гонаһтарым да етерлек булғандыр инде, танмайым. Бөгөндән был эштән китергә әҙермен, бушатығыҙ!

- Ғариза яҙығыҙ! Бушатырбыҙ.

- Яҙа белмәйем бит әле, - тип башын сайҡаны Овчинников.

- Михаил, ҡартласҡа ғариза яҙырға булыш әле, - тип Салауат яуҙашы Мальцевҡа өндәште. - Ҡартласты өйөнә ҡайтарығыҙ, ирекле йөрөһөн, тик ҡәлғәнән рөхсәтһеҙ сығып китмәһен. Юлдарҙа ҡарауыл көнө - төнө булырға тейеш, рөхсәт ҡағыҙы беҙҙән алмайынса берәү ҙә сығып китергә тейеш түгел.

- Ғариза әҙер, полковник Юлаев. Тағы өсәү хөкөм көтөп тора, индерәйемме, әллә ҡайтарып ебәрәйемме ?

- Инһендәр! - Салауат ингәндәргә күҙ һалды, уның алдына станица йортоноң воеводаһы Бахматов, комиссар Попов, вахмистр Савинов килеп һерәйҙе. Ни булырын тын ғына көтөп торалар.

- Мин һеҙҙе язаға тарттырырға уйламайым, ҡайтығыҙ, бер ҡайҙа ла сыҡмағыҙ. Өйҙәрегеҙҙе һаҡ аҫтына алабыҙ. Ялыу - фәлән, йәки башҡа бер үҙгәрештәр килеп сыҡмаһа - ирекле булырһығыҙ! Ҡайтығыҙ!

Тыштағы халыҡтың геүләүе станица йорто эсенә шул көйө ишетелеп тора, ныҡлап эшкә сумырға ҡамасаулай. Кешеләр шатлана, бейешә, йырлаша, көлөшә. Әллә был ҡаласыҡтың бар халҡы йыйылышып торамы икән ? Бынауындай һыуыҡта нишләп өйҙә генә ултырмаҫҡа! - тигән уй үтте Салауаттың башынан. - Туҡта! Был халыҡ ниндәйҙер яңылыҡ көҫәп йыйылмағанмы икән ? Булмаһа, яңылыҡ менән таныштырып, уларҙы ҡайтарып ебәреү мөмкинлеге бар. Эйе, яңы указды халыҡҡа иғлан итеү кәрәк, яңы түрәләрен белеп йөрөһөндәр әле.

- Лутохин!

- Мин !

- Указ әҙерме ?

- Әҙер, полковник әфәнде!

- Әйҙә, тышҡа, үҙең яҙған указды - үҙең халыҡҡа уҡып ишеттер! Кем буш - барығыҙ ҙа халыҡ алдына сығығыҙ, таный торһондар.

Халыҡ яҡынлап тороп тынысланып бөткәс указ уҡылды. Унда ҡалаға Матвей Чигвинцевтың - атаман, Макар Поповтың - есаул итеп тәғәйенләнеүе яҙылған ине. Сығыш яһарға теләүселәр күп булды, һәр береһе яңы властҡа уңыштар теләне.

Халыҡ йыйылышынан һуң йәш юлбашсы хәрби кәңәшмә йыйҙы һәм Пугачев ставкаһының күрһәтмәһе менән таныштырҙы. Пакетта Салауат ғәскәренә Көңгөр ҡалаһына табан юл алырға ҡушылған ине.

Ике көндән һуң Салауат бер- нисә меңлек ғәскәре менән Көңгөргә табан юлға сыға. Ныҡ нығытылған ҡала бер - нисә штурмға бирешмәй ҡаршы тора. Бында пугачевсыларға ҡаршы эре хәрби көстәр ебәреп өлгөрәләр. 1774 йылдың 23-24 ғинуарындағы баш күтәреүселәрҙең һөжүмдәре улар көткән ыңғай нәтижәне бирмәй. Етмәһә, һуңға күтәрелештә Салауат яралана һәм ул һыҙланыуҙан тәҡәт тапмайынса ғәскәр менән етәкселек итеүҙе Сура Рәсүлевкә тапшырып тыуған яғына ҡайтып китә. Икенсе төркөм етәксеһе Кузнецов та өҫтәмә көс килтереү маҡсатында Чесноковка лагерена ҡарай китә. Абруйлы етәксеһеҙ ҡалған командирҙар халыҡты яңы штурмға күтәрергә баҙнат итмәй. Бын шул ваҡытта Көңгөргә Гагриндың үс алыу ғәскәре килеп етә һәм ул беренсе бәрелештә үк пугачевсыларҙы туҙҙырып таратып ебәрә. Ғинуар аҙағында секунд - майор Гагрин менән подполковник Папав ( Попов түгел ) ғәскәрҙәре ҡаты һуғыштарҙан һуң Красноуфимскиҙы баҫып ала, Матвей Чигвинцев тегеләр ҡулына эләгә. Яраһын уңалтып Сарапул тирәһендә һуғышып йөрөгән Салауат Юлаев Ҡрасноуфимскиға боролоп, көслө һөжүм ойоштороп, уны баҫып ала.

Пугачевтың башҡорттарҙан сыҡҡан иң ышаныслы терәктәренең береһе - Кинйә А р ы ҫ л а н о в. Уны Кинйә абыҙ, Кинйә мулла, Кинйә старшина тип, йәки баш полковник, баш атаман тип тә Пугачев ставкаһында атап йөрөткәндәр. Рус телендә иркен һөйләшкән һәм яҙған Кинйә Арыҫланов үҙ теленең нескәлектәрен дә камил белгән, нуғай, ҡаҙаҡ телдәрен һәйбәт үҙләштергән абруйлы уҙаман. Ундай ғилемле, абруйлы аҡыл эйәләренә башҡорт ,,абыз“ тип өндәшкән, ололаған, сөнки ,,абыз“ һүҙе уҡымышлы, мәғрифәтле тигәнде аңлата. ,,Мулла” тигән ҡушымта һүҙ уның мулла булып эшләп йөрөгәнгә түгел, ә тағы ғилемле, белемле булыуына бәйле атама. Ул муллалыҡ эшен бер ваҡытта ла башҡармаған, күп йылдар дауамында Нуғай юлының волость старшинаһы. Үҙ ваҡытында сик буйы кардон хеҙмәтендә була, хәрби походтарҙа ҡатнаша. Иң уҡымышлы һәм абруйлы етәкселәрҙең береһе. Ихтилалға ҡушылыу осоронда уҡ ул олпатлы ил ағаһы, ғилемле һәм ҙур тормош тәжрибәһе туплаған, етәксе булып өлгөргән шәхес булараҡ танылған урта йәштәрҙәге уҙаман була. Эргәһендә йөрөгән егет, үҙе кеүек ғәҙеллеккә ынтылған улы һәм иң яҡын ярҙамсыһы - Һеләүһен. Тора - бара Пугачев полковнигы булып китәсәк әле ул йәш уҙаман да.

Ниндәйҙер бола сығарын Кинйә күптән аңлап йөрөй ине. Халыҡ ыҙа менән йәшәй, власта тороусылар үҙҙәре үк уларҙы ҡыйырһыта, талай, ришүәт ала, ялыу биреүҙән бер файҙа ла юҡ. Әгәр казактар күтәрелмәһә - башҡорттар иртәме - һуңмы баш күтәрерҙәр ине, барыбер.

Тәүҙә хат Ырымбур губернаторынан килде. Ниндәйҙер берәҙәк Дон казагы Пугач банда йыйған, шуларға ҡаршы сығыр өсөн отрядтар ебәрегеҙ, тигән күрһәтмә яҙылған. Артынса Петр III батша исеменән төркисә яҙылған, баш күтәрергә саҡырған ҡағыҙ пәйҙә булды. Күп уйлап торманы Кинйә, Петр Федоровичкә төбәп хат яҙҙы, ҡустыһы Ҡотлогилдене саҡырып алды ла алты һыбайлыны эйәртеп, яу күтәргәндәргә ебәрҙе. Хатында халыҡҡа төбәлгән указ булып, элекке ирек һәм талап алынған ерҙәрҙең кире ҡайтарылыуы тураһында вәғәҙә булһа - ат атланырға әҙер икәнен яҙып ебәрҙе. Киткән сапҡындар дүрт көн тигәндә Манифест тотоп ҡайтып төштөләр. Уҡынылар: ер һәм ирек вәғәҙәләгән бит! Мөһөрө, ҡултамғаһы үҙ урынында. Йөҙ баштарын, есаулдарын саҡырып Манифест менән таныштырҙы, команданы Арыҫлан ауылына йыйырға ҡушты. Бүгәсәүгә барып ҡушылғанда 500 һыбайлынан ашыу булған бер полк булып әүерелгәндәр ине инде. Пугачев ставкаһы был ваҡытта Ҡарғалынан Һаҡмар ҡасабаһына күсеп, Һаҡмар йылғаһы буйына урдуға булып урынлашҡайны. Уларҙы лагерға етмәҫ борон Яманһары Яппаров полкы ҡаршы алды. Яппаров полкы кисә генә килеп етеп ҡушылған булып сыҡты. Йылға туғайына төйәкләнделәр, тирмәләрен теҙеп ҡорҙолар.

Иртәгәһе көнө, 10 октябрҙа, батша хәҙрәттәренә саҡырылып аудиенцияға ашыҡтылар. Аудиенция ул - рәсми осрашыу, шуға күрә һорауҙарға ҡыҫҡа һәм аныҡ яуап бирергә һөйләшеп, кәңәшләшеп барҙылар. Кинйә абыҙ үҙе менән бергә Ҡотлогилдене, Һеләүһенде һәм йөҙ баштарын алды.

Батша сатыры иркен Һаҡмар туғайының иң ҡалҡыу булған ерендә урынлашҡан булып сыҡты.

Ун ике кирәгәле киң сатыр хандарҙыҡына оҡшаған, әллә ҡайҙан ялтырап тора. Сатыр тирәләй -бағауылдар, алдында - ҡораллы һаҡсылар. Ишек төбөндә тағы ике һаҡсы. Бүгәсәү ярандарының береһе ҡаршы алды. Үҙен - атаман Афанасий Перфильев, тип таныттырҙы һәм һәр береһе менән танышып яҙып алды.

Эскә үттеләр. Түрҙәге креслола батша хәҙрәттәре урын алған. Башында бейек папаха, өҫтөндә уҡалар менән биҙәлгән затлы кафтан, яурын аша аҡ төҫтәге яҫы таҫма һалынған. Афанасий тигәндәре ҡыҫҡа ғына рапорт бирҙе, кемдең кем икәнен әйтеп сыҡты. Кинйә Арыҫланов саф урыҫ телендә бер полк килтергәне тураһында рапорт яһаны, полкташтарының сәләмен еткереп батша ғәли йәнәптәренә һаулыҡ теләне.

Шунан һуң уларға ултырырға тәҡдим иттеләр, шул арала атмандар тауыш - тынһыҙ ғына инеп ҡаршы яҡтан урын алдылар. Ҡәҙимгесә һөйләшеү, танышыу башланды. Уйламағанда батша Петр Федорович Кинйәгә тағы бер һорау бирҙе:

- Ну, Кинйә, һин мине таныйһыңмы ? Әйт әле! Әллә теге ваҡыт осрашҡанды онотоп ҡуйҙыңмы ?

Сатыр эсендә ҡапыл тынлыҡ урынлашты. Кинйә аҡһаҡал ҡапыл аптырап ҡалды. Һуң ул бер ваҡытта ла башҡалаға барғаны ла, батша менән осрашҡаны ла юҡ! Нимә тип әйтеү уңайлыраҡ булыр икән ? Был ниндәй аңлашылмаған һынау әле ? Һорауы хәтәр бит әле!

Кинйә старшинаның ҡыйынһынғанын тойоп батша үҙе телгә килде:

- Мундштук я тебе подарил, аль забыл ? Или не признаешь меня ?

- Вспомнил, конечно, вспомнил ваше величество Петр Федорович! И признал Вас ваше императорское величество. Только я не курю, поэтому табакерку с собой не ношу.

Бындай яуап батшаға да, шундағы атамандарға ла оҡшаны, күрәһең, шаулашып һөйләшеп алып киттеләр. Ә Кинйә Арыҫланов шуны аңланы: ғәҙел батша исеме бигерәк тә башҡорттар өсөн байраҡ булараҡ бик кәрәк, сөнки яҡшы батшаға ышаныс халыҡ күңелендә элек - электән йәшәп килә. Уны ҡапыл да бөтөрөп булмай инде.

Рәсми осрашыуҙан һуң Кинйәнең полкына теҙелергә команда булды. Һәр яугир Петр Федорович батшаға тоғро булырға ант итте, берәр һум аҡса алды. Ошнда уҡ Кинйә Арыҫлановҡа баш полковник тигән юғары чин - дәрәжә бирелде, бөтә башҡорт ғәскәренең атаманы итеп ҡуйылды. Рус булмаған милләт кешеләренә хаттар яҙыу, манифестар, указдар сығарыу, уларҙы төрлө телгә тәржемә итеү эштәре тулыһынса уға йөкмәтелде.

Һыуыҡтар башланғас, Бүгәсәү ставкаһын һәм ғәскәрен Бәрҙе биҫтәһенә күсерҙе. Бәрҙенән ете - һигеҙ саҡрымдағы нығытылған Ырымбурҙы ала алмағас, 170 тәүлеккә һуҙылған ҡамау башланды. Башҡа яҡтарҙа: Красноуфимск, Силәбе, Минзәлә, Өфө тирәһендә яңы яу усаҡтары барлыҡҡа килде. Дөйөм етәкселек итер өсөн Бәрҙе лә хәрби коллегия төҙөлдө, хәрби штаб ағзалары һайланды. Икеһендә лә Кинйә ағза булып һайланды.

Ай аҙағында Өфө тирәләй ваҡиғалар ҡуйыра башланы. Бөрйән олоҫо йөҙ башы Ҡаранай Моратов, Ҡасҡын Һамаров һәм баш күтәреүселәр подполковнигы, Өфө казагы Иван Губанов етәкселегендәге йыйылма отряд Өфөгә килеп етеп, уны төрлө яҡтан уратып алып ҡамай. Ҡамау дүрт ай буйына дауам иткән. Бында, дөйөм хәрәкәткә етәкселек итер өсөн, Зарубин - Чика ебәрелгән. Ул, крәҫтиәндәр һуғышының күренекле юлбашсыһы, Өфө эргәһендәге Чесноковка ауылына 12 декабрҙә килеп еткән. ,,Граф Чернышев” титулын алған был юлбашсыға Бүгәсәү сикләнмәгән хоҡуҡтар биреп ебәргән.

Өфө тирәһендәге алыштарҙа үҙенең етеҙ һуғышыуы менән Ҡ а р а н а й М о р а т о в башҡаларға өлгө булып тора. Кем ул, ҡайһы яҡтан ?

Ҡаранай иң аҫыл һаналған батырҙар тоҡомонан. Атаһы Морат 1740 йылғы башҡорт яуы ҡаһарманы. Ҡартатаһы Алдар тархан Иҫәнгилдин Петр I заманындағы Азов походы батыры. Рәсәй хөкүмәтен дер һелкеткән шәхес. Үҙе - танылған ил ағаһы, Өфө өйәҙе Нуғай юлы Ялан - Бөрйән ырыуы старшинаһы. Илле бишенсе йылғы ихтилалда ҡатнашты ул - язанан да ҡотола алды. ,,Ғәйебен “ раҫларҙай ҡағыҙ - документтар булманы, сөнки яза отрядтарына тотолмай оҙаҡ ваҡыт ҡасып йөрөнө - шул ҡотҡарҙы. Властар соҡсоноп этләтмәһен өсөн ситкә китеп йәшәргә кәрәк тигән уй тыуҙы. Әмәлгә ҡалғандай, Мең ырыуының бер батыры үҙенең яғына күсеп ултырырға тәҡдим яһаны. Шул кәңәште тыңлап, Өршәк йылғаһы буйын ҡыҙырып бер ҡат ҡарап сыҡты. Ямғырсы ауылынан алыҫ булмаған йәмле генә бер туғайҙы оҡшатты. Оҙаҡҡа һуҙмай ғаиләһен ошо ергә килтерҙе, уларға тағы ике ғаилә туғандары эйәрҙе. Ике аты һәм бейәһенән башҡа малын Ҡаранай бөрйәндәргә һатып китте, яңы ерҙә урындағы мал булмаһа - тиҙ юғалыуы бар, сөнки башҡорттоң ат -һыйыр малы үҙ илен эҙләп ҡайтыусан. ,,Ҡаранай утары“ тигән исем алды был урын. Ошо ерҙә тирмәләр ҡороп урынлаштылар, ағас ҡырҡып, бура бурап өй күтәреү эштәре башланды. Меңлеләр бик ярҙамсы халыҡ икән, яҡындан ярҙам иттеләр: ағас ҡырҡтылар, бүрәнә ташынылар, өй күтәрештеләр, аласыҡ, һарай эшләштеләр. Алыш - биреш иттеләр, ярҙам ҡулы һуҙҙылар.

Тағы бер ҡайтып әйләнде Ҡаранай батыр бөрйәндәр иленә. Был юлы тиҫтәләгән умарталарын алып килде. Уңды ул быйыл бал ҡорттарынан. Балға алмаштырып быҙаулы һыйыр алып ҡайтты, өй төҙөүселәргә бал менән түләне.

Утарҙы оҡшатып йәш ғаиләләр күпләп күсеп килделәр, өйҙәр күтәреп матур итеп бергәләп йәшәй башланылар. Биш - алты йыл араһында утар иллеләгән ғаиләнән торған матур һәм төҙөк ауылға әйләнде. Ауылға нигеҙ һалыусы күркәм холоҡло һәм етәкселек итеү тәжрибәһе булған Ҡаранай батырҙы ауыл старшинаһы итеп һайлап ҡуйҙылар.

Бына шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда Ырымбур губернаторы Рейнсдорп хаты килеп төштө. Һәр ауыл, ҙурлығына ҡарап 50 - 100 кешенән торған команда төҙөп Яйыҡ сик һыҙығына ҡарай сығырға тейеш һәм ҡасып барған ҡалмыҡтарҙың юлын быуып кире ҡайтарырға тейеш. Ҡаранай, йөҙ башы булараҡ сыҡты, командаһы менән юлға сыҡты һәм сик буйындағы тәғәйен урынға ашыҡты. Билдәләнгән урынға барып еткәс Ҡаранайға һәм башҡаларға шул асыҡланды: Рәсәйҙең көнъяҡ өлөшөндә йәшәп ятҡан ҡалмыҡтар, йыл да һалым арта барыуына риза булмайынса, дәррәү күтәрелеп Ҡытайға һәм Джунғарияға ҡарай күсенә башлағандар икән. Был хәлде ишеткән Екатерина Икенсе губернатор Рейнсдорпҡа бойороҡ ебәрә: 8 меңлек башҡорт - мишәр ғәскәре йыйып ҡалмыҡтарҙың юлына арҡыры тороп, сик аша үткәрмәйенсә кире йәшәгән урындарына борорға! Губернатор йыйылған ғәскәрҙе дүрт өлөшкә бүлеп, инструкция биреп сик буйына тарата. Тик хөкүмәт уйлағанса килеп сыҡмай: башҡорттар менән ҡалмыҡтар араһында ысын мәғәнәһендә ҡан ҡойош һуғыш китә. Ҡалмыҡтар ҡаршы тороусылар менән аяуһыҙ алышып, сикте бер- нисә урындан өҙөп ҡаҙаҡ далаларына сығалар. Арттарынан ҡыуа төшкән Ырымбур казактары һәм башҡорт командалары аҙналар буйы көн - төн тип тормай уңға - һулға боролоп эҙләп 800 саҡрым үтәләр, ләкин ҡыуып етергә хәлдәренән килмәй. Бер - нисә көнлөк аҙыҡ менән сыҡҡан һыбайлылар, һуңға ҡарай һыуһыҙ интегә башлайҙар, асығалар. Ҡамғаҡтан башҡа үлән һәм эсер һыу булмау сәбәпле аттар ҙа хәлдән тая, артабан атлай алмай йығыла һәм күпләп үлә башлай. Бындай ауыр шарттарҙа ҡыуғын ғәскәр миссияһын үтәй алмайынса Ырымбурға кире ҡайтырға мәжбүр була.

Кесе Жус еренең ханы булараҡ, губернаторҙың һүҙен тыңлап, Нурали хан ҡалмыҡтарҙы ҡыуа сыға. Тегеләр, әллә ни һуғышырға теләктәре лә булмаған ҡаҙаҡтарҙы тар - мар итеп, Урта Жус аша Ҡытай яғына сығып юғалалар.

Был ваҡиғаларҙы үҙ башынана үткәргән Ҡаранай тағы шуға йәне көйҙө: Сенат тарафынан ошо яугирҙәргә бүленгән 12 726 һум аҡсаның бер тине лә яугирҙәргә килеп етмәй.Ҡайҙа ул аҡса ? Кем тотҡарлаған ? Берәү ҙә белмәй. Ярай, шуныһы бер аҙ ҡыуандыра: ҡаҙаҡ далаһынан имен - һау ҡайттылар, шуныһына ғына шөкөр итергә була.

Ҡайтҡандан һуң тағы аҙна тирәһе ваҡыт үтте. Ҡаранай хужалыҡ эштәре менән булышып йөрөй ине, күптәнге танышы Әбделвәхит абыҙ Асанов, ике кеше эйәртеп, килеп төшмәһенме! Абыҙҙың көн иткән урыны - Сәйет биҫтәһе, икенсе исеме - Ҡарғалы. Эйәргән ике әҙәм, шул уҡ биҫтәлә йәшәүсе татар сауҙагәрҙәре, бер туған Әбделрәшит менән Гөбәйҙулла Йосоповтар икән. Танышыу хөрмәтенә эште ҡымыҙҙан башланылар, ул арала бишбармаҡ та өлгөрҙө, ҡабаланмай ултырып ашанылар, һурпа эстеләр. Һүҙ ваҡ - төйәк тирәһендә өйөрөлдө. Сират бал балына етте. Бер ике кәсәнән һуң телдәр сиселеп, асылып китте, маҡтай - маҡтай тамаҡты сылаттылар һәм һөйләшеү үҙенән - үҙе икенсе юҫыҡҡа күсеп китте. Әдделвәхит абыҙ әңгәмәне дауам итеп өй хужаһына һорау менән өндәште:

- Ҡаранай батыр! Һин Ишапов Морат мулланың мажараларын ишетмәнеңме әле ?

- Китап менән бәйле булған ниндәйҙер хәбәр ишетелеп ҡалғайны, көлкөлө хәл булғанмы әллә ?

- Көлкөлө түгел шул. Баштаныраҡ һөйләйем әле: беҙ өсәүләп ошо барыуҙа Морат мулланың хәлен белешергә уйлап китеп барабыҙ. Йәшәйеше - Ҡазан юлындағы Нәҙер олоҫоноң Ишҡәле ауылында. Ауырып киткән тип ишеттек. Бына шул мулла бер- нисә йыл элек үҙенең шәкерттәре менән бергәләп китап - ҡулъяҙма яҙып, шуны бер - нисә данаға күсереп таныштарына таратҡан. Китаптың төп мәғәнәһе: бөтә донъя мосолмандарының берләшмәһен булдырыу, улар күпселек йәшәгән дәүләттәрҙә дини идара керетеү.

Наши рекомендации