Арғымаҡ ат юл башлар 3 страница
Был сығышты халыҡ нисек ҡабул иткәндер — белмәйем, иммә иртәгеһен, РОНО-ла кем булып эшләгәндер, бер кеше килеп етте өйгә. (Ул ир туҡһанынсы йылдарҙа туған телдең, традицияның кешене формалаштырыуҙағы роле хаҡында ғилми хеҙмәттәр яҙып нәшер итте һәм трибуналарҙан ошо хаҡта ялҡынлы телмәрҙәр тота ине. Бәлки, туған телгә ҡарата мөңәсәбәте үҙгәргәндер, күп кенә кешеләр, аҙаҡтан булһа ла аңлап, балалары менән туған телдә һөйләшә башланы бит, тип уйлар инең — балалары бер ауыҙ һүҙ ҙә башҡортса белмәй, белергә лә теләмәй. — М. Б.)
— Мәктәптә бөтә фәндәр ҙә рус телендә уҡытыла, Мәрхәбә апай. Юғары уҡыу йорттарының береһендә генә лә башҡортса уҡытылмай. Бала рус телен белмәй наҙан ҡалһа, институтҡа инә алмаҫ бит! Һеҙ кисә ерле юҡ нәмә һөйләнегеҙ йыйылышта.
— Наҙан бала институтҡа бара алмайҙыр инде ул!
— Үҙегеҙ үк әйтеп тораһығыҙ, наҙан бала институтҡа бара алмай, тип. Ә һеҙ, өйҙә башҡортса һөйләшегеҙ, тип өгөтләп, балаларҙы наҙан ҡалдырмаҡсыһығыҙ.
— Ҡустым, тыңла әле. Мин нисек бар — шулай һөйләнем. Ысынлап та, минең балалар өйҙә бер ауыҙ һүҙ ҙә русса әйтмәй. Мин үҙ балам менән ни эшләп русса һөйләшеп ултырайым? Мин әсәй бит. Хоҙай биргән туған телем бар минең. Шул телдә уйлайым, шул телдә йырлайым. Шунан, ҡустым, тыңла әле. Ни эшләп рус балалары ла насар уҡый һуң? Ни эшләп улар бөтәһе лә елдерә һуғып институтҡа инеп бөтмәй? Ни эшләп рус булып тыуған балалар, минең балаларҙан килеп, үҙ туған телдәренә өйрәнәләр? Рустар өйҙәрендә гел русса ғына һөйләшәләр бит. Ә минең башҡорт балаларым уларға диктант яҙҙыра, өйрәтә. Бына һин уҡыған кеше — аңлат. Шуны аңлатһаң, һин нисек ҡушаһың — шулай һөйләрмен.
— Хушығыҙ.
Мин төштән һуң, икенсе сменала уҡый торғайным. Шуға был һөйләшеүҙең шаһиты булдым.
Иҫәнғолда гимназия директоры булып эшләгән саҡта Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына делегаттар һайлау йыйылышы булды. Райондың абруйлы кешеләренән вәкилдәр йыйылғайны. Һәр район Өфөлә йәшәүсе күренекле бер нисә яҡташын делегат итеп күрһәтергә тейеш ине. Ейәнсуранан билдәле хирург, медицина фәндәре докторы Ибраһим Рәхмәтуллин, күренекле геолог, Дәүләт премияһы лауреаты Басир Мәһәҙиев, фән докторы Роберт Яҡшыбаев, шағир Марат Кәримовтар һайланды. Өфөлә йәшәүсе бер «патриотыбыҙҙың» да фамилияһын уҡығайнылар, Таҙлар ауылынан бер уҡытыусы: «Әгәр уны һайлаһағыҙ, республика гәзитенә мәҡәлә яҙып ебәрәм. Ел ыңғайына тәгәрәп йөрөгән ҡамғаҡ һымаҡ, әле былай, әле тегеләй кеше ниндәй делегат булһын ул! Теге заманда бер ҙә патриот түгел ине әле. Илленсе йылдарҙа башланғыс кластарҙы уҡыттым. Үҙем башҡорт, уҡыусыларым башҡорт. Ҡушҡас, русса уҡытам. Русса белмәгән уҡыусыларыма аҙыраҡ ҡына башҡортсалап аңлата торғайным. Ошо кеше, ул саҡта РОНО-ла инспектор ине, шуны ишетеп ҡалып, Таҙларға килеп еткән. Директор бүлмәһенә индереп әрләгәнен һис тә онотаһым юҡ! «Тиҙәк таҙартыусылар ғына һөйләшә торған башҡорт телең менән ҡайҙа бараһың!» — тине миңә. Уны нисек Башҡорт ҡоролтайына делегат итеп һайламаҡ кәрәк!» — тип ҡаршы сыҡты, һәм уның кандидатураһы исемлектән төшөп ҡалды.
Был уҡытыусының һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар ине. Сөнки ул ирҙең патриотлығы демократик елдәр иҫкәс кенә башланды һәм, шунлыҡтан, күп сығыштарында экстремистик фекерҙәргә юл ҡуя, башҡа милләттәргә ғәйепләү ташлай һәм ошоноң менән башҡорт халҡы исеменә тап төшөрә ине.
Баланың үҙ фекерен бәләкәйҙән үк булдырырға, уға ыңғай йүнәлеш бирергә, туған телгә, халыҡҡа һөйөү, кешеләрҙе милләтен айырмай яратыу тойғоһо һалырға кәрәк. Кешегә аңлатырҙан, үҙ һүҙеңде иҫбат итер элек, үҙеңдең инаны-уың кәрәк. Үҙ фекереңә үҙең инаныу ғына ныҡлы ихтыяр уята. Шул саҡта ғына башҡаларҙы ла ышандырып була. Үҙең инанмайынса һөйләү кире күренештәргә килтерә.
Ысын патриоттар өсөн бөтә милләттәр ҙә тиң. Улар бер ваҡытта ла бер милләтте икенсеһенән өҫтөн ҡуймай. Фәҡәт үҙ милләтен башҡаларҙан артта ҡалыуынан, кәм булыуынан йәки бөтөнләй юғалып ҡалыуынан ғына ҡурсаларға тырыша. Бына шул ысын патриоттарҙың маҡсаты.
Донъялағы бер ниндәй милләт тә үҙен алмаштырған быуындың ҡайтыш булыуын теләмәй. Үҙенә алмаш быуындың аҡыллыраҡ, аңлыраҡ, камилыраҡ, юғарыраҡ булыуын теләй. Һәр халыҡтың үҙ булмышынан, үҙенең Эске донъяһы талабынан, үҙ маҡсатынан сығып тәрбиә ҡанундары барлыҡҡа килгән. Был ҡалып заманға ҡарап аҙмы-күпме үҙгәрештәр кисерә барһа ла, нигеҙҙә, тотороҡло һаҡлана, сөнки Кешелек донъяһында төп тәрбиә ҡиммәттәре үҙгәрешһеҙ ҡала. Кешелеклелек, ғәҙеллелек, намыҫ һаҡлау, итәғәтле, ихтирамлы булыу, эш һөйөүсәнлек, әүҙемлек, биргән һүҙеңә тоғролоҡ, камиллыҡҡа ынтылыу, һыйышып тыныс йәшәү һәм башҡа шундай сифаттар заманға ҡарап үҙгәрмәй, әммә уны тәрбиәләү юлдары һәр халыҡта үҙенсә. Был тәрбиә ысулдары мәҡәлдәргә һалынған, халыҡтың башҡа төр ижад әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан. Ул — халыҡ педагогикаһы. Әммә меңәр йылдар һынау үткән, камиллашҡан ошо тәрбиә ҡанундары уҡытыу-тәрбиә эшендә файҙаланылмай ине.
Ошо мәсьәлә менән ҡыҙыҡһына башланым.
Башҡорт халыҡ педагогикаһы менән һуңғы йылдарҙа, нигеҙҙә, алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа ғына шөғөлләнә башлауҙарын белдем. Ошо ваҡыт эсендә педагогтар К. Әхейәров, 3. Кейекбаева, В. Баймурзина, Х. Баймурзин, Т. Исхаҡов, Й. Ҡотлогилдина, У. Атанғолов, Ә. Сафиндарҙың байтаҡ ғилми хеҙмәттәре, мәҡәләләре донъя күргән, халыҡ педагогикаһын мәктәптәргә индереү хаҡында ла фекерҙәр әйтелгән. Әммә мәктәптәр өсөн программа төҙөп, ихлас ҡына шөғөлләнеүсе булмаған. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙә уҡытыусылар халыҡ педагогикаһы алымдарын үҙҙәренсә ҡуллана башлағандар. Ҡайһы бер мәктәптәр үҙҙәренең «халыҡ педагогикаһы буйынса» эшләүҙәрен хәбәр иттеләр. Ошондай бер нисә мәктәптә булдым. Әммә улар, нигеҙҙә, фольклор өйрәнәләр ине. Боронғо йырҙар, кис ултырыуҙар, тәбиғәт менән бәйле уйындар, йыр-бейеү, ҡобайыр һәм башҡалар. Ә халыҡ ижадындағы фәлсәфәгә, ғилемгә, этноэтикаға, тәрбиә ҡанундарына һәм башҡа шундай ҡиммәттәргә иғтибар ителмәй ине. Халыҡ педагогикаһы булғас, төп иғтибар тәрбиә ҡанундарына булырға тейеш. Халыҡ ижадында тәрбиә ҡанундары иҫ китмәле! «Урал батыр» эпосын үҙен генә тәрбиә ҡанундары тупланмаһы тип әйтергә мөмкин.
Халыҡ педагогикаһы нигеҙендә программа төҙөп, мәктәптәргә индереп ҡарарға тигән теләк тыуҙы. Әмәлгә ҡалғандай, демократик үҙгәрештәр халыҡ мәғарифы системаһында ла күп кенә яңылыҡтарға мөмкинлек тыуҙырҙы. Төрлө йүнәлештәрҙә инновация уҡыу йорттары асып була ине. Шул мәлдә улым Илгизәр университет тамамланы. Уны ла ҡыҙыҡһындырҙым. Беҙ халыҡ педагогикаһын уҡытыу нигеҙендә гимназия һәм «Артек» тибында йыл әйләнәһенә эшләй торған уҡыу һәм сәләмәтләндереү үҙәге асыу тураһында оло хыял менән пландар төҙөй башланыҡ. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Марат Түләбаевтың ихласлығы менән Иҫәнғолда гимназия асып ебәрҙек һәм уның йүнәлешен халыҡ педагогикаһы нигеҙендә уҡытыу-тәрбиә эше, тип билдәләнек. Йыл әйләнәһенә эшләй торған уҡытыу-тәрбиә комплексы төҙөү һәм асыу өсөн М. Түләбаев Сөләймән ауылы эргәһендәге лагерҙы тәҡдим итте. Ихлас күңелле, патриот йөрәкле Мәғәфур Ғиниәт улы Исмәғилен район гәзите редакторы ине, был эштә ярҙам итергә булды.
(Әйткәндәй, беҙ уның менән бергәләшеп район гәзитенең исемен һәм район исемен Зианчуранан — Ейәнсураға әйләндереүгә өлгәштек, Ерәнсә сәсән ҡәберенә таш ҡуйыу мәсьәләһен күтәреп сыҡтыҡ һәм М.С. Түләбаевтың әүҙем ярҙамы менән был эште лә атҡарып ҡуйҙыҡ. Әйтергә кәрәк, Ейәнсурала гимназия асыу мәсьәләһендә лә уның тел ярҙамы һәм район гәзите аша сығыштарының файҙаһы ҙур булды).
Беҙҙең, балаларым менән минең, гимназия һәм асыҡ һауала этнографик музей ял итеү-уҡытыу үҙәге асыу ниәтен ул саҡтағы министр Рәфҡәт Тимербай улы Гарданов хуплап ҡаршы алды һәм эште гимназия асыуҙан башларға тәҡдим итте. Ә уның урынбаҫары Миңдебай Бәхтейәр улы Юлмөхәмәтов программа төҙөү эшендә әүҙем ҡатнашты. Министрлыҡта эшләүсе Жеүәйрә Ғилман ҡыҙы Зарипова, Сибәр Хөснөлхаҡ ҡыҙы Дәүләтшина, Мәрфуға Шакир ҡыҙы Галина, Стәрлетамаҡ педагогия институты уҡытыусылары, бигерәк тә профессор Булат Ғафаров, ихлас теләктәшлек белдерҙеләр. Ул саҡта Халыҡ мәғарифы министрлығында инновация уҡыу йорттары буйынса инспектор булып эшләгән Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова — аҙаҡ Халыҡ мәғарифы министры — гимназия асыуҙа ныҡ ярҙам итте.
Иҫәнғолдоң беренсе урта мәктәбе нигеҙендә гимназия кластары асылды. Мин гимназия буйынса директор урынбаҫары вазифаһын алып барам. Гимназия кластары өсөн теҙмәне (расписание) айырым төҙөйөм. «Халыҡ педагогикаһы» тигән предмет индерелде. Аҙнаһына бер тапҡыр. Тәжрибә дәрестәре. Улым менән өйҙә программа төҙөйбөҙ, темалар һайлайбыҙ, материал табабыҙ (үҙебеҙҙең китапхананың байлығы һәм тематик яҡтан төрлөлөгө ҡотҡара ине. — М. Б.), уҡыусыларҙың йәшенә һәм ҡабул итеү ҡеүәһенә ҡарап, темалар бүләбеҙ. Мәктәп уҡытыусылары ла был предмет менән ныҡ ҡыҙыҡһынды. «Нимә ул? Динме? Хәҙистәрме?» —тип һорашалар. Беҙ бөтөн дәрестәребеҙҙе лә асыҡ тип иғлан иттек. Яҡын-тирәләге райондарҙан төркөмләп-төркөмләп тә, берәмләп тә уҡытыусылар килде. Бер көн үҙебеҙҙең мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары дәресемә инеп ултырҙы. Дәрес халыҡтың баланы хеҙмәткә өйрәтеү алымдарына арналғайны, һәм беҙ уҡыусылар менән хеҙмәт һәм хеҙмәткә өйрәтеү тураһында унға яҡын мәҡәлгә анализ яһаныҡ, теге йәки был мәҡәлдең ниндәй фәһем биреүен дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйҙыҡ. «Был мәҡәлдәр менән халыҡ ниндәй сифаттар тәрбиәләргә уйлаған?» — тигән һорауға күмәкләшеп яуап эҙләнек. Өйҙә тағы хеҙмәт тураһында икешәр мәҡәл яҙып килергә эш бирҙем. Рус телле башҡорт етәксе дәресемә анализ яһаны:
— Не было наглядностей. Можно было использовать рисунки, иллюстрации. Были, конечно, положительные, довольно интересные моменты.
— Какие? — тип һорайым.
— Воспитательные. Я, например, записала тут пословицу одну: «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ».
— Дорогая....... этот учебный предмет уже по названию воспитательный. У меня было использовано десять воспитательных пословиц, плюс к этому ученики сами привели около пятнадцати пословиц.
— Я же не могу такой анализ давать, что весь урок был воспитательным. У меня есть стандарт анализа уроков. Там ясно записано — были ли науроке воспитательные моменты?
Совет педагогикаһы ғилемендә бөтә нәмә стандартҡа һалынғайны. Дәрестең нисә минуты — журнал тултырыуға, нисә минуты — өйгә эш тикшереүгә, нисә минуты — яңы тема аңлатыуға һәм башҡалар. Тәрбиә эшендә лә шулай уҡ. Был стандарттан әле лә арына алмайбыҙ. Стандарттан аҙ ғына ситләшкән уҡытыусының эше ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Дәрес ойоштороуҙа стандарт мотлаҡ булған предметтар була. Әммә тотош ҡына стандартҡа йәбешеп ятыуҙың, ижади эшләмәүҙең кире һөҙөмтәләре лә байтаҡ. Ошондай стандарт менән үткәрелгән осрашыуҙарҙың береһе тураһында һөйләп үтәйем.
Иҫәнғолда эшләгән саҡта мине балалар баҡсаһына осрашыуға саҡырҙылар. Дүрт-биш йәшлек балалар төркөмө. Минең ейәнем Айгиз дә ошо төркөмдә. Осрашыу башланды. Тәрбиәсе тәбиғәтте һаҡлауҙың бик мөһим эш икәнлеген, ул хаҡта дәүләт кимәлендә закон ҡабул ителгәнлеген һөйләне. Ейәнсура районының бик матур тәбиғәт ҡосағында урынлашыуын тасуири итеп аңлатты. Балаларҙың түҙемлеге бөттө, әммә тыныс ултырырға тырышалар. Шунан сират минең менән таныштырыуға етте.
— Балалар, бөгөн беҙҙә ҡунаҡта яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева. Уның китаптары — халыҡ өсөн иң мөһим темаларҙың береһе — тәбиғәтте һаҡлауға арналған. Ул үҙенең әҫәрҙәрендә... — һәм башҡа шундай юҫыҡта минең хаҡта һөйләне, китаптарымды күрһәтте һәм балаларҙан, — Балалар, һеҙ яҙыусының кем булыуын аңланығыҙмы? — тип һораны. Балалар был оҙайлы һөйләшеүҙең аҙағы етеп килеүгә шул тиклем ҡыуанды һәм бер тауыштан:
— Аңланыҡ! Аңланыҡ! — тип ҡысҡырҙылар. Миңә уларҙың ни тип яуап бирерҙәре ҡыҙыҡ ине, сөнки береһе лә йүнләп тыңламаны. Был әңгәмә уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятманы. Балаларҙың йәше лә, аңлау кимәле лә, сыҙап ултырыу ваҡыты ла иҫәпкә алынмағайны.
— Аңлаһағыҙ, мин бик шатмын. Әйтегеҙ әле, кем була ул яҙыусы? — тип һораны тәрбиәсе.
— Айгиздең өләсәһе, — тип яуап бирҙе балалар. Стандарт буйынса төҙөлгән план менән алып барылған осрашыуҙың һөҙөмтәһе шулай булды. Миңә һүҙ биргәс, һөйләп торманым. Балалар арығайны. Ә күңелле бер уйын уйнап алдыҡ. Ул уйын емеш-еләкте нисек йыйырға кәрәклеге тураһында ине. Иң оҡшағаны шул булды балаларға, сөнки урамда осрашҡан саҡта йүгерешеп килеп ҡосаҡлап алалар ҙа, ҡасан беҙгә киләһегеҙ, теге уйынды тағы ҡасан уйнайбыҙ, тип саҡыралар йәки, апай, беҙ муйыл йыйған саҡта, ағасты һындырмай ғына тирәбеҙ, тип уйындың әһәмиәтен аңлағандарын әйтеп китәләр ине.
Стандарттар төҙөлгән саҡта ни өсөндөр баланың ихтыяжы иғтибарҙан ситтән ҡала. Хатта әҙәбиәт дәрестәрендә лә стандарт буйынса фекерләргә өйрәтәбеҙ. Миңә башҡорт әҙәбиәте буйынса байтаҡ ҡына дәрестәрҙә булырға тура килә ине. Дәрескә анализ яһаған ваҡытта һәр ваҡыт үҙем мәктәптә уҡыған саҡтағы әҙәбиәт дәрестәре менән сағыштыра торғайным. Уҡытыусыбыҙ Мәликә Ғибаҙулла ҡыҙы Йосопова дәреслекһеҙ уҡытты, сөнки беҙ уҡыған йылдарҙа, башҡорт кластары тәүгә генә асылғанлыҡтандыр, әҙәбиәттән дәреслектәр юҡ ине, ҡайҙан етте шунан әҙәби әҫәрҙәр табып алып уҡый ҙа, уҡытыусы менән бергә анализ яһай торғайныҡ. Бына ул дәрестәр — ысын дәрес, ысын һабаҡ ине. Һәр кем үҙ фекерен әйтә, бәхәсләшә. Хатта башҡа предметтар буйынса әллә ни өлгәшмәһәләр ҙә, әҙәбиәт дәрестәрендә ҙур активлыҡ күрһәтәләр ине. Ә уҡытыусы, уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлап бөткәндән һуң, йомғаҡлап ҡуя. Минеңсә, өлкән синыфтарҙа әҙәби әҫәрҙәр буйынса уҡытыусылар өсөн генә ҡулланма булырға тейеш. Уҡыусы әҫәр буйынса фекер йөрөтөргә, унан фәһем алырға, әҙәби әҫәрҙе яратырға өйрәтергә тейеш. Ғөмүмән, әҙәбиәт дәрестәре — балала әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уятыу дәресе булырға тейеш. Юғиһә, беҙ хронологик тәртиптә уҡытыу тигән принцип менән бала аңына һыймаған, зиһене ҡабул итә алмаған әҫәрҙәрҙән башлап уҡытабыҙ. Мәктәп программаһы буйынса ин, боронғо әҙәбиәт тураһындағы темалар уҡыусының ун дүрт-ун биш йәшлек сағына тура килә. Өҫтәүенә, стандарт буйынса фекер йөрөтөргә өйрәтәбеҙ. Уҡыусыла үҙ аллы фекерләүгә форсат юҡ. Ул үҙ фекерен әйтә башлаһа, уны наҙанлыҡта ғәйепләү генә бар. Белорет районының Йөйәк урта мәктәбендә эшләгәндә, стандарттан ситләшеп, үҙемсә дәрестәр биреп ҡарай башланым. Уҡыусылар менән дәреслекһеҙ дәрес үткәрҙем, үҙ фекерҙәрен нитергә, бәхәсләшергә, үҙ фекереңде иҫбатлай һәм яҡлай белергә өйрәттем. Уҡыусыларға әҙәби әҫәрҙең матурлығын, уның үҙе бер оло тормош, фәһемле тормош икәнлеген, беҙ әҙәби әҫәрҙәге геройҙарҙы аҡҡа һәм ҡараға бүлергә түгел, ә һәр геройҙың ыңғай яғынан да, кире яғынан да фәһем алырға тейешбеҙ, тигән ҡараштан сығып уҡыттым. Был тәжрибәм хаҡында Мәғариф министрлығы инспекторҙары һәм Миндибай Бәхтейәр улы Юлмөхәмәтов менән уртаҡлаштым. Улар Йөйәккә килеп, минең дәресемде ҡарарға теләк белдерҙе. Бер төркөм ғалимдар, нәшриәт редакторҙары, министрлыҡ вәкилдәре, Өфө мәктәбе уҡытыусылары, Стәрлетамаҡ педагогия институты уҡытыусылары килде. Асыҡ дәрес өсөн уҡыу программаһына инмәгән әҫәрҙе — яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың «Аҡҡошом минең» повесын алдым. Уҡыусыларға әҫәрҙе ентекләп уҡып сығығыҙ, тигән генә эш бирҙем. Уҡыусыларҙы алдан әҙерләмәнем. Фәҡәт повесты бик яҡшы итеп уҡығыҙ, һеҙ уйламаған һорауҙар биреүем ихтимал, әйтәйек, тәбиғәт күренешен тасуирлауҙың кеше характерын асыуҙағы роле, тигән һорауҙар ҙа булыуы ихтимал, тип кенә әйттем. Уҡыусыларҙың күбеһе, ғәҙәттә, тәбиғәт күренешен тасуирлаған урындарҙы уҡырға яратмай. Шуның өсөн был хаҡта айырым әйттем.
Ҡунаҡтар күп килде. Бәләкәй генә класс бүлмәһе. Халыҡ күп. Ә дәрес шул тиклем йәнле барҙы, мин биргән һорауҙарға уҡыусылар ғына түгел, ҡунаҡтар үҙҙәре лә яуап эҙләй, хатта уҡыусыларҙан алда үҙ фекерҙәрен әйтә, уҡыусылар менән ҡапма-ҡаршы фекергә килә башланылар, дәрес үҙ-ара фекер алышыуға, бәхәскә әйләнеп китте. Ғалим Мирас Иҙелбаев, йыр кеүек дәрес ҡараныҡ, тип баһа бирҙе. Ғалимдың был фекере мине бик шатландырҙы. Әммә минең маҡсатым маҡталыу түгел ине. Әҙәбиәт дәреслектәрен дә, дәрестәрен дә заманға яраҡлаштырыу — фекер тупларға өйрәтеү дәресенә әйләндереү кәрәклеге тураһында фекер алышыу ине. Тик... Әҙәбиәт дәрестәре һаман стандарт дәреслек буйынса үткәрелә, уҡыусылар әҙәби әҫәрҙәрҙән һыуынғандан-һыуына бара. Әҙәби әҫәрҙәребеҙ һаман аҙыраҡ уҡыла, хатта ҡайһы бер яҙыусылар менән осрашыу ваҡытында автограф алыр осөн дә китап алмаған осраҡтар бар. Был хаҡта әҙәбиәт дәреслектәре төҙөүсе ғалимдарға фекеремде әйткәйнем — мине дилетантлыҡта ғына ғәйепләнеләр. Уҡыусыларҙы фекерләргә өйрәтеү... Ошо хаҡта ҡайтанан-ҡайта уйландым, һәм аҙаҡ был хыялым «Тормош һабаҡтары»на һалынды.