Нимә һуң ул аң? Үҙгәрә торған төшөнсәме? Үҙгәрмәй торғанмы? 5 страница

Күп балалы әсә — Сәлимә апай тураһында яҙырға тигән ниәт менән мин туп-тура уларҙың үҙҙәренә килдем.

Сәлимә апайҙар йәшәгән йорт ауыл осонда, бик матур урында. Ишек алды ҙур. Йәм-йәшел ҡаҙ үләне. Мал икенсе ҡапҡанан йөрөй, ишек алды аша үтмәй. Шуға ишек алды таҙа, йәшел, сәскәле. Ә балалар ғәжәп матурҙар һәм теремектәр. Өлкәндәре ҡул араһына инә башлаған. Сәғәтенә нисә тапҡыр әйтеләлер «әсәй» тигән һүҙ! Әле береһе, әле икенсеһе «әсәй» ҙә «әсәй» тип, әле эш һорап, әле башҡарған эштәрен күрһәтеп, әле башҡа йомош менән йүгерешеп йөрөй.

— Атайҙарына бик мөрәжәғәт итмәйҙәрме? Гел әсәй ҙә әсәй, тиҙәр, — тип һорайым.

— Өй тирәһендә күберәк мин булам бит. Атайҙары әллә ни өйҙә лә тормай. Колхоз эше шул инде: таң һарыһынан тороп китә, ҡараңғыла ҡайта.

Бөтә ғаилә йыйылып, аш ашарға ултырҙыҡ. Ашау урыны тышта. Иркен. Япма аҫтында. Күмәкләшеп йөрөп һауыт-һаба, ҡашығаяҡ, аш-һыу ташынылар. Бәләкәйҙәре сынаяҡ һанашһынмы, ҡалаҡтар теҙһенме. Ашарға ултырышҡайныҡ, балаалар күберәк булып китте. Береһе Сәлимәгә «инәй», тип ипләшкәс, уның икенсе кеше балаһы икәнлеген аңланым.

— Быныһы һеҙҙеке түгел, ахыры.

— Ғәлимәнең улы, — тине лә Сәлимә апай, баланы тупылдатып һөйөп ҡуйҙы. — Ғәлимәнең игеҙ балалары тыуҙы. Мәшәҡәте ҙур. Шуға быныһы бында.

— Быларынан айырып алғыһыҙ. Бер туғандар кеүек, — тинем. Малайҙың өҫ-башы ҡаласараҡ булғас, тағы һорай ҡуйҙым.— Ҡаланан килдеме?

— Ғәлимәләр ҡалала йәшәй биреп алды ла, хәҙер ауылға ҡайттылар, рәхмәт яуғырҙар, — тип, тағы бик ҡәнәғәт кенә йөҙ менән баланы һөйөп алды. Бала ла иркәләү йылыһына һыйынып ҡына бара ине.

Уғаса Ғәлимә апай ҙа килеп етте. Сәлимә апайҙан айырып ,алғыһыҙ ине. Тик кәүҙәгә генә сибегерәк. Бала «Әсәй!» тип ҡаршы йүгерҙе. Ғәлимә баланы күтәреп алып һөйҙө лә, төшөрөп, минең менән күреште. Сәй эскәс, балалар таралышты. Мин Сәлимә апайҙың ғаиләһе, балалары, ире тураһында һораша башланым.

— Мәрйәм һылыу, әгәр мөмкин булһа, яҙма һин минең турала, йәме? — тип үтенде Сәлимә апай.

Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың үтә баҫалҡылығына өйрәнеп бөткәйнем инде. Эштә алдынғы булһындармы, ғаиләлә өлгөлөмө, — мине яҙма, ти ҙә торалар. Шуға ни өсөн тап Сәлимә апайҙар тураһында яҙырға тейешлегемде аңлата башланым:

— Мин шул тиклем матур ғаиләгә килеп юлыҡтым. Башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп яҙа алһам ярар ине, тип уйланып ултырам, һәр балағыҙҙың үҙенсәлекле холҡо, ә һеҙҙең һәр береһенә үҙенсәлекле мөнәсәбәтегеҙ бар. Һәр олоһо бәләкәйен хәстәрләгән була, ҡырмыҫҡалар кеүек, бөтәһе лә эшләп маташа. Өҫтәүенә, туған йәнлеләр. Ни эшләп яҙмаҫҡа ти?

Сәлимә апай бер аҙ өндәшмәй ултырҙы ла, һикереп тороп:

— Туҡта әле, һылыу, сәй яңыртайым, — тип, самауырына һыу һалды. Ҡуҙ өҫтәне. Ризалаттым, ахыры, тип ҡыуандым үҙ алдыма. Самауыр шыжлай башланы. Сәлимә апай сәй яһаны ла миңә һуҙҙы. Сынаяҡ өҫтө зың-зың «бейей» ине. Сәлимә апайҙың шулай ныҡ тулҡынланғанына аптырап киттем. Ул керпек һирпеп кенә миңә ҡарап алды ла еңелсә генә көрһөнөп һүҙ башланы:

— Һылыу, яҙҙырмауымдың сәбәбе итеп түгел, йөрәгемдең бер серен һиңә асҡым килеп һөйләйем. Йөрәгемде һәр ваҡыт өйкәп торған нәмә барлығын бер күрәҙәсегә һөйләгәйнем, сер һыйырлыҡ, кешегә сығармаҫлыҡ кешегә генә һөйләп, бушанып ала торғаның бар. Ауыр бер нәмә һаҡлайһың йөрәгеңдә. Шул ихласлығыңдың ишеген бикләп тик тора, тине. Үҙем дә беләм шулай икәнлеген. Тик кемгә һөйләһәм дә, серем асылыр ҙа барыһы ла селпәрәмә килер кеүек. Һылыу, һиңә һөйләргә яҙғандыр, — тине лә ғәжәп бер хәл тураһында һөйләне Сәлимә апай.

(Хәҙер был ваҡиға тураһында яҙһам да ярайҙыр. Сәлимә апайҙан: «Бер ваҡыт, исемдәрегеҙҙе үҙгәртеп, яҙһам — рөхсәтме?» —тип һорағас, «Танымаҫлыҡ ҡына итеп яҙһаң ни — яҙырһың», — тигәйне тартынып ҡына.

Яңы гына кеүек тойолһа ла, ҡырҡ йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән был командировкаға... Яҙмыш беҙҙе ҡабаттан осраштырманы.)

«...Минең биш балам булды. Алтынсыһына ауырға ҡалдым. Ә Ғәлимә ире менән айырылышыу сигенә етте.

— Миңә бала кәрәк, — тип теңкәһенә тейҙе ире. Ғәлимә үҙе лә балаһыҙлыҡты ауыр кисерҙе. Уларҙың хәсрәт утында яныуын күреү миңә лә еңел түгел ине. Игеҙ һыңары булғас, бала табыу мөмкинлеген тотош алғанмын да Ғәлимәне оло бәхеттән мәхрүм иткәнмен кеүек тоя башланым үҙемде. Йөрәгем һыҙлауҙан туҡтаманы. Ғәлимәне йәлләнем, ирен бик ярата, унһыҙ ни эшләр? Ир бирмәк, йән бирмәк, тип ҡайғырҙым. Туған менән бала ҡайғыһы бирмәһен, һылыуҡайым. Йә ярҙам итеп булмай, йә һыпырып ташларлыҡ түгел — күкрәктә ҡуҙ һымаҡ нәмәлер яндырып тик тора. Бер ваҡыт төн уртаһында уянып киттем. Ниндәйҙер бер фекер йөрәгемде өтөп алды ла ҡапыл зиһенемде яҡтыртып ебәрҙе. Уйланып ята торғас, был фекер шунан ғибәрәт булды: алтынсы баланы уға бирергә булдым. Бының өсөн Ғәлимә лә үҙен ауырға ҡалған итеп күрһәтергә тейеш ине. Бер туғаныбыҙ врач ине, уның менән сер беркетеп ҡуйҙыҡ. Ире, ҡалаға эшкә урынлашам, тип киткәйне. Бәлки, бөтөнләй сығып китергә лә уйлағандыр. Бик оҙаҡ ҡайтмай йөрөнө. Ҡайтһа-ҡайтмаһа ла, Ғәлимәне бәхетле итеү сараһын күрәйем әле, тип хәл иттем. (Аҙаҡ Ғәлимәнең хәлен ишеткәс, һыйлым да ҡайтты.) Баланы имеҙмәҫ элек бирергә булдым. Имеҙһәм, айырыла алмаҫ инем. Ул саҡтағы һыҙланыуҙар, ул саҡтағы үҙәк өҙөлөүҙәр... Ғәлимәләр йәшәргә ҡалаға күсеп китте. Баланы яһалма аҙыҡ менән үҫтерҙеләр. Ә мин һөт төшкән һайын сабыйымды йәлләйем, йөрәк һыҙлай. Әйтерһең, тамырҙарым тиртеп һөт төшмәй, ә баланың имгеһе килеү теләге миңә һыҙланыу булып ҡайта. Етенсеһен тапҡас ҡына, бер аҙ тынысландым. Ғәлимәләр бик матур йәшәп китте. Уның өсөн шатлығым ҙур булды, ана шул ҡайғымды еңеләйтте.

Ситтә йәшәгән саҡтарында, балаға өс йәш тулған йылды, түгә генә ауылға ҡайттылар. Бала шул тиклем миңә оҡшаған! Уҙең дә күрҙең. Уныһы ла яҡшыға. Иремә оҡшаһа, фашланыр йәки әллә ниндәй нахаҡ һүҙҙәргә ҡалыр инек. Хоҙай ризалығы булғандыр. Бер көн Ғәлимә менән ишек алдында һөйләшеп торабыҙ. Балалар уйнай. Шул саҡ уртаҡ балабыҙ, кәртәләү аша һикереп сығам тип, ҡапыл ҡолап төшә яҙҙы ла итәгенән һағып торҙо. Баланы хәүефтән йолоп алып ҡалырға тигән ынтылыш ҡапыл ҡан тамырҙарымды уйнатып, хәрәкәттәремә етеҙлек, сослоҡ өҫтәп ебәрҙе, ҡолап китте тигән ерҙә баланы эләктереп алдым, һигеҙ айлыҡ ауырым бар ине, уны ла һиҙмәй атылдым. Ә Ғәлимә аптыранып тик тора... Ҡымшанмай ҙа... Әсәйлек тойғоһо шыпа ла юҡ. Был хәлдән һуң байтаҡ уйландым, шунан тыныс ҡына йәшәй алмаҫымды аңланым. Балам һәр саҡ хәүеф менән күҙмә-күҙ бер үҙе ҡалыр кеүек тойолдо. Шунан һуң Ғәлимәгә:

— Ҡайтығыҙ һеҙ ауылға. Мин бала өсөн борсолоп тик йөрөрмөн, — тигәс, Ғәлимәләр ҡайтты, һыйлым, Ғәлимәнең ире (беҙҙең яҡта тиңдәшеңдең иренә йәки ҡатынына шулай гизәр. — М. Б.), ҡаланы өнәп етмәй ине, ихлас ризалашты. Өй күтәрештек. Имен, татыу тормош менән йәшәйҙәр. Ҡай-тыуҙарын ҡотлап, игеҙ балалары тыуҙы. Быныбыҙ ике арала йөрөй. Миңә «инәй», ти. Барыбер әсәй инде.

Тағы бер хәлде һөйләп үтәйем әле. Бәләкәй саҡта гел генә өй уйнай торғайныҡ. Балаларыбыҙ күп булыр ине. Ә беҙ бер өйҙә ике әсәй булып уйнайбыҙ. Балалар уртаҡ. Әсәйебеҙ: «Уй ошоларҙы... Уйыңа килгән алдыңа килә, ти халыҡ. Берәй яман хәлгә осрап ҡуймаһағыҙ ярар ине, үҫкәс», — тип әрләй торғайны. Бына бит нисек килеп сыҡты.

— Бала үҙе лә яҡын итеп торалыр әле! — тинем, был хәлгә ныҡ аптырап.

— Һылыу, һине өшөттөм, ахыры. Өйгә инһәк тә булыр ине. Әллә ни эшләп аласыҡта һөйләге килде. Хәсрәттәремдән, һыҙланыуҙарымдан ҡалған яраларым һәр һүҙем, һәр тыныуым менән уңала барыр, төнгө тынлыҡта тирә-яҡҡа таралып юғалыр, тип уҡлауымдыр. Ауыр саҡта әллә ниндәй ырымдарға ышанғы килә. Йөрәктә яра һаман йөрөй. Бала лдында үҙемде ғәйепле тоям. Ирем а дында ла, тәбиғәт алдында ла... Үҙ намыҫым алдында ла. Төштәрем менән өнөмдө бутай башланым. Уяулы-йоҡоло төндәрем ә аҙ булманы. «Әсәй!» — тип, өҙәләнеп, үҙәккенәмде өҙөп ҡысҡырып ебәргән тауышҡа һиҫкәнеп китәм. «Ҡайһ балам ҡысҡырҙы икән?» — тип эҙләйем. Береһе лә ҡысҡырмаған. Бөтәһе лә тып-тыныс. Тик ошо балам ғына йән ғазаптары кисерә, мине эҙләй-эҙләй ҙә: «Әсәй!» — тип ҡысҡырып ебәрә. Шунан ярамаған һүҙ ысҡындырған кешеләй, ауыҙын ҡаплай, ҡурҡып ҡына миңә ҡарап ала, имеш. Үҙемде йыуатам. Ғәлимә бәхетле, балаң яныңда — тыныслан, тип йыуатам. Ә барыбер күңел бушанғансы һөйләй алмағас, төйөр булып тик тора. Элек ҡалай дөрөҫ ғәҙәт булған әле... Ғәҙәтме, йоламы, ырыммы, тигәндәй. Әсәйем һөйләй торғайны. Ҡайғы күтәрә алмай, һарғайып ауырый башлаған кешене тау итәгенә алып барып һөрәнләтә торғайнылар, ти. Урман яңғыратып, тау-таш ярырлыҡ итеп һуҙып тороп ете тапҡыр һөрәнләһә, ҡайғыһы баҫыла, тигәндәр. Мин дә ҡайһы саҡта, урманға сығып, япа-яңғыҙ ҡалып ҡысҡырып-ҡысҡырып илап алайыммы икән әллә, тип уйлай торғайным. Бына, һылыу, рәхәт булып ҡалды. Бөгөн төшөмдә күрҙем мин ошолай күңел рәхәтлеге кисерәсәгемде. Яҡшыға юрағайным.

...Баҡсамдан еләк өҙөп ашайым тиһәм, әллә ниндәй имәнес ҡорт баҫҡан. Шул тиклем ашағым килә — ҡорттарҙан таҙартып-таҙартып ҡабырға ынтылып ҡарайым — ауыҙға яҡын килтерер әмәл юҡ, мыжғып торалар. Шунан эргәләге иләүҙән ҡырмыҫҡалар ябырылды теге ҡорттарға. Әйҙә, берәм-берәм ашайҙар тегеләрҙе. Ҡорттарҙы ашаған һайын, еләктәр матурыраҡ булып ҡала... Йылмайып уянып киттем. Һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр шулай йылмайып уянғанмындыр. Ғәлимәләр күсеп ҡайтҡас та ныҡ ҡыуанғайным, тик үҙемде нисек тотормон икән, тигән хәүеф ҡатыш шатлыҡ ине ул. Шатлыҡтың да төрлөһө була бит...

Рәхмәт, һылыу. Ҡарашың йомшаҡ. Кешене тыңлай беләһең. Әллә ҡасан һине белеп, көтөп алған һымаҡмын. Бәхетле бул. Хәсрәтемде бушаттым. Еңел булып ҡалды, — тине Сәлимә апай.

— Ғәлимә апайҙар күсеп ҡайтып, бала янығыҙҙа булғас, тынысланып ҡалғанһығыҙҙыр әле.

— Янымда булыуынан ғына түгел, һылыу. Ғәлимәнең үҙ балалары тыуыу тынысландырҙы. Әсәлек тойғоһо уянды Ғәлимәлә. Хәҙер ҡолатыу түгел, сит-ят кешенең ҡарашынан да ҡурсалай. Бәләкәйҙәре ыңғайына быныһын да сосолтоп күтәрә һалып ала. Бала тауышы ишетеү менән, тертләп кенә тора. Ана шул тынысландырҙы...

«Әсәлек тойғоһо уянды Ғәлимәлә». Бына бит ул ҡанға һалынған, әммә йоҡомһораған тойғо нисек уяна ла тотош булмышыңды ялмап ала һәм үҙгәртеп тә ебәрә! Тәбиғәт, Тәңре, Алла, Хоҙай аңда йоҡомһораған тойғоно ҡайтанан уятһын өсөн, йүнәлеш бирергә кәрәк. Был осраҡта Әсә булыу тойғоһо уянһын өсөн, Ғәлимәгә бала алырға һәм Эске донъяһында әсәлек тойғоһо уянырлыҡ йүнәлеш бирергә кәрәк булған.

Аҫырауға бала алған ҡатындың аҙаҡ үҙенең дә бала табыуы йыш ҡына осрай. Күрәһең, балаға ҡалмауына үҙе лә борсолоп, кешенән дә тартынып, иренән дә йәберһетелеп, кәйефе балаһыҙ булыуға көйләнә башлай. Ә бала алғандан һуң әсәлек тойғоһо уны ҡанатландырып ебәрә, ул үҙен тиңдәр араһында тиң һанай башлай, ғорурлана, үҙен әсәй тип ышандыра. Кеше пулмышы быға күнә, әсәй булыу тойғоһо уның йоҡоға талған, йомоҡланған күҙәнәктәрен уята, аңына тәьҫир итә, үҙгәреш индерә.

Тимәк, ҡанға һалынған аңды фәҡәт эске көс тәьҫире менән генә уятып була. Ә эске көстө йәнләндереп ебәреү кешенең үҙенән тора. Психотерапия алымдары тәбиғәттең ошо мөмкинлегенә нигеҙләнгән һәм иҫ китмәле һөҙөмтәләр иңрә.

Ҡанға һалынған эске мөмкинлекте файҙаланыу, ҡабатлап әйтергә кәрәк, кешенең үҙенән генә тора.

Аңдағы йоҡомһораған ҡайһы бер тойғоларҙы уятып, булмышыңды үҙгәртерлек көскә әйләндереп ебәреүҙә һүҙ көсөнөң әһәмиәте ғәйәт ҙур.

Тел телеп һала, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Һүҙ көсө менән ни теләһәң, шуны эшләп була. Теләйһең икән — яраштыр, теләйһең икән — талаштыр. Теләһәң — һауыҡтыр, теләһәң ғүмерлек сиргә һал.

Нәзифә


Бергә эшләгән бик һөйкөмлө, матур, ипле, аҡыллы Нәзифә исемле бер ҡатын, үҙ эсенә бикләнеп, ауырыуға һабышҡан кеше кеүек, өндәшмәҫкә әйләнде лә ҡуйҙы. Тулы ғына, йомро ғына кәүҙәһе шиңгәндән-шиңә барҙы. Эс серен белергә теләйем, ҡайғыһы булһа, уртаҡлашайым, ярҙам кәрәк булһа, ҡулдан килгән тиклем ярҙам итәйем, тигән ниәт менән һүҙ башлап ҡарайым. Юҡ. Өндәшмәй — эстән һыҙа. Бер көндө эштән ҡайтырға бергә сыҡтыҡ. Нәзифә автобус ишегенән инде лә мөйөшкә генә һыйынып баҫты.

— Әйҙә, алда урын бар. Ултырайыҡ, — тием. Баш тарта.

— Оялам, — ти.

— Нимәнән оялаһың?

— Йәмһеҙлегемдән.

— Кем йәмһеҙ? Һинме? Ни эшләп улай тиһең? — Мин аптырап киттем.

— Ирем шулай ти. һинең менән урамда йөрөргә лә оялам. Ауылда ғына ҡәҙимге күренгәнһең икән. Бында әҙәм ҡарағыһыҙһың, — ти.

Эштең ниҙә икәнлеген аңланым. Иртәгеһен бергә эшләгән бер ҡатын менән кәңәшләштек тә бик матур күлдәк һатып алдыҡ. Теге ҡатын, үҙемә алғайным, тар булды, кейеп ҡара әле, тип әйтергә тейеш ине.

Нәзифә күлдәкте кейеп ҡараны. Матур зәңгәр күҙҙәренә зәңгәр төҫлө күлдәк тәненә кипсәлеп кенә тора, йөҙөн дә асып ебәрҙе. Нәзифә көҙгөгә ҡарап моңһоу ғына йылмайып ҡуйған булды.

— Ал. Бигерәк килешә бит, — тибеҙ.

— Аҡсам да юҡ, ирем менән кәңәшләшмәйенсә алыу ҙа уңайһыҙ.

— Аҡсаһын яйлап түләрһең әле. Ашыҡтырмайбыҙ. Эш хаҡы алған һайын аҙлап бирерһең йәки өҫтәмә эш алырһың.

Өгөтләй торғас, күлдәкте алдырттыҡ. Бергә эшләгән ир-егеттәрҙең дә күҙенә салынды был үҙгәреш, улар ҙа маҡтау һүҙҙәре әйтте. Һүҙ һыйырлыҡ, сер һатмаҫлыҡ кешеләр аша уның матур ҡатын икәнлеген зиһененә һала башланыҡ. Эш аҙыраҡ көндәрҙә кино ҡарарға, магазиндарға йөрөргә лә эйәртә башланыҡ. Беҙ тегендә-бында барған саҡта, башым ауырта, ауырыйым, тип һылтаулап ултырып ҡалғанлығының сәбәбенә төшөндөк. Урамда ла кешенән йәшеренмәй, оялмай, кәүҙәһен тура тотоп, текә баҫып йөрөй башланы. Ярты йыл да үтмәне, бына тигән сибәр ҡатынға әйләнде Нәзифәбеҙ. Ире үҙе көнләшә башланы, эштән ҡаршы килеп алыр булып китте.

Спортсы


Тағы бер ваҡиға. «Башҡортостан» гәзите редакцияһында сибек кенә, кәүҙәгә бәләкәй генә бер ир эшләй ине. Ҡатыны уны һанға һуҡмай ташлап сығып киткән. Ә ир кеше йәшәүҙән тамам төңөлгән.

Машинистка ҡатындар бик шаян да, кешегә иғтибарлы ла, хәстәрлекле лә була торғайны. Орҡоя Хәйбуллина, Фәниә Гәрәева апайҙар менән һөйләштек тә, «Был ағайҙы маҡтап, күңелен күтәреп, ирәйтеп ебәрәйек әле, юҡҡа сығып ҡуймаһын, йәш бит әле, бәлки, өйләнер ҙә. Һәйбәт кеше», — тигән һығымтаға килдек. Мин тәржемәсе булып эшләйем. Ул саҡтарҙа тәржемәне ҡулдан яҙып эшләмәй, туранан-тура машинисткаларға әйтә инек. Шуға гел генә машбюрола була торғайным. Байтаҡ ҡына тәжрибә туплаған, донъя күргән өлкән апайҙар менән көндәр буйы бергә булыу, һөйләшеү, кәңәшләшеү минең үҙемә лә фәһемле була ине. Әле инде юҡҡа сығып барған ир кешене ҡурсалап ҡалыу хаҡында кәңәш ҡорабыҙ.

Ошондай һығымтаға килдек. Был ир кешенең башҡаларға оҡшамаған өҫтөнлөгөн табып, был өҫтөнлөктө фәҡәт уның ғына ҡаҙанышы булараҡ маҡтарға кәрәк. Шул саҡта ул үҙенә икенсе күҙ менән ҡарай башлар. Бер көн шулай кәңәш-төңәш итешеп һөйләшеп кенә ултыра инек — бәләкәй генә булып, күҙлеген рәтләй-рәтләй, башын бик ныҡ эйеп, теге ағай килеп имде.

— Ағай, беҙ тап һеҙҙең турала бәхәс алып барабыҙ. Беҙҙең редакцияла зәп-зәңгәр күҙле кеше Әниф Бикҡолон ҡына, тиҙәр. Ә мин, һеҙҙең дә күҙҙәрегеҙ зәп-зәңгәр, болотһоҙ күк йөҙө һымаҡ, тим. Ышанмайҙар. Күҙлегегеҙҙе сисеп, күҙ ҡыҫып ебәрегеҙ әле йәшерәк машинистка ҡыҙҙарға, ағай. Минең еңелеп ҡалғы килмәй, — тием.

Ағай күҙлеген сисеп, йылмая-йылмая тирә-яҡҡа ҡарап плды. Ҡулъяулығын сығарып, бик оҙаҡ итеп күҙлеген һөртөп ултырҙы. Үҙе шул арала алмаш-тилмәш машинисткаларға ҡарай ине, һәм бер аҙҙан хатта Эстонияла армияла хеҙмәт иткән саҡта күҙҙәренең тап-таҙа зәңгәрлеге арҡаһында уны эстон егете тип уйлап, эстонса белмәгәне өсөн тетеп әрләгәндәрен дә һөйләп ебәрҙе. Унан һуң, мәҡәләһен баҫтырып алды ла, кәүҙәһен башҡа ваҡыттағыға ҡарағанда ҡушлыраҡ тотоп, яурындарын яҙып, текә баҫып, эре-эре аҙымлап атлап сығып та китте.

— Һин күҙлек аша уның күҙҙәрен ҡайҙан абайлап ҡалдың? Күҙең үткер ҙә инде. Ысынлап та, зәп-зәңгәр шул, — тине Фәниә апай.

Был ваҡиғанан һуң уның галстугын маҡтап ебәреү, яңы күлдәгенең килешеүен, ғөмүмән, уның зауыҡ менән кейенә белеүен маҡтауҙар йыш ҡына ҡабатланып торҙо. Ағайыбыҙ күҙгә күренеп үҙгәреп китте. Шаянлығы кире ҡайтты. Көләмәстәр һөйләй, шаян һүҙҙәр әйтә башланы. Машинистка апайҙарҙың береһе уның тапҡырлығын, отҡорлоғон, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмауын, ниндәй хәлдәрҙән дә сығыу юлын таба алыуын маҡтаны. «Үҙең шулай булғанға мәҡәләләрең дә уҡымлы һинең», — тип тә дәртләндереп ебәрҙек. Ағай үҙе менән булған бер ҡыҙыҡ хәлде лә һөйләп алды.

«...Яңы өйләнешкән саҡ. Ағиҙел буйына һыу инергә барҙыҡ. Кәләш һыуға төшмәй ҙә ҡуя. Мин үҙем генә һыу инә башлағайным, бер төркөм ҡыҙҙар һыу һибергә тотондо. Мин дә ҡаршы һибәм тегеләргә. Бер аҙҙан ҡараһам, кәләш юҡ. Сыҡһам, кейемемде тотош алған да, ҡайтҡан да киткән. Ни эшләргә? Элекке замандағы оҙон трусик тубыҡҡа етеп тора. Хәҙерге кеүек плавки түгел. Йылға ярына барып ныҡ ҡына итеп һығып кейҙем дә, йүгерә-атлай, ҡулдарҙы тигеҙ генә һелтәй-һелтәй, ҡайтып киттем, йәнәһе, спортсымын инде...»

Шулай итеп, башын баҫып, ҡайғыға бирешеп йөрөгән ағайыбыҙ элекке булмышына ҡайтты ла ҡуйҙы. Бер аҙҙан ул яңынан ғаилә ҡороп ебәрҙе. Һүҙҙең тәьҫир итеү көсө иҫ китмәле.

Наши рекомендации