Ырымбур экспедицияһы һәм уның эҙемтәләре

XVIII быуаттың 30-cы йылдарында Сенаттың обер - секретары Кириллов Рәсәйҙең көнъяҡ - көнсығышына хәрби - сәйәси экспедиция ойоштороу проектын хөкүмәткә индергән. Маҡсаты: Башҡортостан менән Ҡаҙағстан сигендәге Үр йылғаһы буйында яңы ҡалаға - Ырымбурға нигеҙ һалыу. Әбей батша Анна Ивановна, проектты хуплар алдынан, Тевкелев етәкселегендәге илселәрҙе Ҡаҙағстанға һөйләшеү өсөн ебәргән. Маҡсаты: Кесе Жуз ханы Әбелхәйерҙе Рәсәйгә ҡушылырға өндәргә, килеп сыҡмаһа - Кесе Жузды подданныйлыҡҡа күндереп торорға кәрәк. Был эште Рәсәй хөкүмәте Тевкелевҡа ҡушҡан.

Өфөгә килеп төшкән Тевкелев ҡаҙаҡтар яғына барыу өсөн илселәр исемлегенә Алдарбай тарханды ла индергән һәм уны Өфөгә саҡыртты.

Китте Алдарбай Өфөгә, шик - шөбһәһе мейене быраулай: тағы ни булды икән ? Нимәгә саҡырталар ?

Ҡалаға килһә -күрҙе: Мәскәү яғынан күмәк кешеләр килеп төшкән, ҡаҙаҡтарға илсе булып барырға тейештәр икән. Башлыҡтары - Тевкелев Алексей Иванович. Суҡындырылған татар, русса ла, татарса ла иркен һөйләшә. Элекке Ҡотломөхәммәт мулла, хәҙер - рус полковнигы. Кесе Жузға бергәләп барып әйләнергә тәҡдим яһаны ул.

Тегеләй - былай әйләндереп уйлап - уйлап торҙо ла ризалашты Алдарбай. Хәҙер ул - бөрйәндәрҙең старшинаһы булып та хеҙмәт итә, сөнки тыныс ваҡытта, һуғыш - хәтәр булмағанда, тарханлыҡтың кәрәге юҡ. Тарханлыҡ - хәрби вазифа, руссаға әйләндерһәң - полк командиры, полковник була инде.

Илселәрҙе оҙата барыу өсөн башҡорт яугирҙәрен дә алырға булғандар. Быны белгәс, Алдарбай һаҡсылар төркөмө башлығы итеп үҙен оҙата килгән Шоңғарҙы тәғәйенләргә тәҡдим итте. Риза булдылар был тәҡдимгә. Тевкелев Шоңҡарҙы саҡыртып алып былай тине:

- Егет! Һине һаҡсылар төркөмө етәксеһе итеп билдәләйем. Хәҙер һин миңә туранан - тура бойһонаһың, шуны иҫеңдән сығарма! Бөгөндән старшина Иҫәкәев кешеһе булыуҙан туҡтайһың, - тине. Сыҡҡас, Шоңҡар Алдарбайҙан һораны:

- Ҡайнаға! Нишләп һинең фамилияңды боҙоп атай ул ?

- Урыҫ дөкәминттәрендә шулай яҙылған - Иҫәкәев тип.

- Мин барыбер һинең ризалыҡһыҙ бер эште лә башҡармаясаҡмын, шулай һөйләшәйек, ҡайнаға.

- Ярай, шулай булһын, кейәү.

Илселәр ҙур ылау булып тейәлеп Өфөнән сығып киткәндә йәй ахыры булып килә ине.

Ылау алдынан Шоңҡарҙың ун һаҡсыһы һыбай бара. Араларында Алдар Иҫәнгилдин менән Алексей Тевкелев йәнәш килә.

- Ҡаҙаҡтарға илселәр башлығы итеп батша ғәли йәнәптәре мине һайланы, - тип һөйләп килә полковник, - мине Һарайҙа ҙурлайҙар, ниндәй эш ҡушһалар ҙа башҡарып сыға торғайным. Быныһын да башҡарырбыҙ, Алла бирһә!

- Исемең урыҫтыҡы булғас, татарса һөйләшеү ҡыҙыҡ күренә. Сиркәүгә йөрөйһөгөҙҙөр суҡынырға ?

- Айырым йөрөмәйем. Күмәк урыҫ йыйылған урында кеше ыңғайына суҡынам, мосолмандар араһында булһам - уҡынам. Мин аяттарҙың береһен дә онотмағанмын!

- Биш намаҙҙы ла беләһеңме улайһа ?

- Әлбиттә, беләм. Ҡаҙаҡтарға барғас, биш намаҙҙы теүәл үтәрмен тип уйлап барам әле. Унда мине Ҡотломөхәммәт мулла тип таныштырырһығыҙ һәм шулай тип миңә өндәшерһегеҙ!

- Шулай дөрөҫ булыр, - тип баш һелкте Алдарбай, - улар дини кешеләрҙе ныҡ ихтирам итәләр, араларында муллалар юҡ тиерлек, булғаны да башҡорт нәҫеленән. Ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер үҙ һүҙле кеше тиҙәр, ипкә килтереүе ҡыйыныраҡ булыр инде! Былай бүләктәрҙе йәлләмәй алғанһығыҙ, моғайын, файҙаһы тейер, - тип һүҙ ялғаны тархан.

- Ипкә килтерербеҙ ханды, Иҫәкәев. Мин барҙа - уның өсөн ҡайғырма, - тип кәпәренеп алды полковник, - бына йөрөп ҡайтҡас, бәлки, мине тағы юғарыраҡ күтәрерҙәр. Йә генерал итерҙәр, йә губернатор итеп тәғәйенләрҙәр, күрерһең әле шунан ,, абыйыңды ”!

,, Был һөмһөҙ бәндә тағы ,, зәм - зәм “ һыуын эсеп алған да баһа! Әйтәгүр, ауыҙынан һаҫыҡ еҫ килә, теле лә асылып китте” - тип уйлап алды Алдарбай тархан, тик был турала бер - ни ҙә әйтмәне, һүҙҙе икенсе юҫыҡта дауам итте:

- Яйыҡҡа яҡынлағас та Әбелхәйер ханға сапҡын ебәрәйек! Беҙҙе ҡаршы алырға ышаныслы кешәләрен ебәрһен! Далала аҙып - туҙып йөрөгән төркөмдәр күп була торған, һаҡланыу кәрәк!

- Дөрөҫ фекер әйттең! Шулай итербеҙ инде.

Яйыҡты аша сыҡҡас, лагерь ҡороп ялға туҡтанылар, ханға сапҡые ебәрҙеләр.

Сапҡындар төркөмө аҙна үткәс, ҡораллы ҡаҙаҡтарҙы эйәртеп әйләнеп ҡайтты. Ҡаҙаҡтар араһында тархандың танышы Бүкәнбай ҙа бар. Ул Алдарҙы ҡосаҡлап уҡ алды, хәл - әхеүәл һорашып алып китте, шунан Тевкелев менән танышты.

Юлға бик тиҙ әҙерләнделәр

Илселәрҙең карауаны осо - ҡырыйы булмаған ҡаҙаҡ далаларына инеп китте.

Был яҡтарҙа барыуы ауырыраҡ булып сыҡты. Тәгәрмәстәр ҡомға бата, ауыр арба тартҡан аттар тиҙ йонсой. Шулай ҙа хан урдуғаһына мажараһыҙ ғына барып еттеләр, бушандылар, урынлаштылар һәм хандың саҡырыуын көтә башланылар.

Хан ике көн көттөргәндән һуң ҡабул итте. Полковник менән тархан уға икәүләшеп кенә инергә булдылар. Аҡ тирмә алдында күп кенә кеше хан саҡырыуы буйынса ҡоролтайға йыйылған: батырҙар, бейҙәр, солтандар, старшиналар - барыһы ла ике Рәсәй илсеһен күҙ ҡараштары менән генә оҙатып ҡалдылар, һүҙ ҡатыусы булманы.

Әбелхәйер хан атлас яҫтыҡтар араһында ултыра ине. Илселәрҙең сәләменә яуап итеп башын һелкте һәм түргә саҡырҙы. Ултырышыу менән Тевкелев көйлө итеп бер - нисә ҡыҫҡа сүрәләрҙе уҡып сыҡты һәм доға ҡылды. Үҙе һәм Алдарбай мулла менән таныштырҙы, әбей батшаның Грамотаһын тотторҙо, шунда уҡ илселәрҙең килеү маҡсатын асып һалды.

- Маҡсатығыҙ аңлашыла, ләкин мин әлегә бер һүҙ ҙә өндәшмәйем. Был мәсьәләне ҡоролтай хәл итергә тейеш! Уға күрә халыҡ алдына сығайыҡ! - тип хан әйтте лә беренсе булып тышҡа атланы.

Ҡоролтай бик талашлы булды, шулай ҙа Рәсәйгә подданный булырға тигән ҡарар өҫкә сыҡты. Ошо ҡарар арҡаһында Ырымбурға нигеҙ һалғанда ҡаҙаҡтар яғынан ҡамасаулыҡ та , һөжүм дә булманы.

Ләкин башҡорттарҙы иҫәпкә алмау талаш - тартышҡа, ә һуңыраҡ биш йылға һуҙылған ихтилалға килтереп еткерҙе.

Әбей батша Анна Ивановна 1734 йылдың 1 майында Ырымбур экспедицияһы ойоштороу проектын хуплаған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн батша экспедиция етәксеһе итеп Кирилловты, ярҙамсыһы итеп Тевкелевты ҡуйған.

Экспедиция 1734 йылдың июнь башында Петербургтан ҡуҙғалып сығып, Өфөгә юл алған. Был карауан эсендә 3500 һалдат, драгун, казак, офицер бар. Тағы бер - нисә инженер, геодизист, географ, канцелярия хеҙмәткәрҙәре, сауҙагәр ингән.

Кириллов менән Тевкелевҡа батша тарафынан сикләнмәгән хоҡуҡтар бирелгән, уларға бөтә власть органдары яҡындан ярҙам итергә тейеш булған.

Бындай эштәр тураһында тик башҡорттарға ғына аңғартыусы булмаған. Экспедиция әҙерләнгәнен башҡорттар Петербургтағы Туҡсура мулланың бөтә халыҡҡа исемләп яҙылған хатынан белгән. Туҡсура мулла үҙенең хатында, рустар бөтә башҡорт ерен баҫып алырға, уларҙы бөтә хоҡуҡтан мәхрүм итергә уйлай, тип яҙған һәм Ырымбур ҡалаһын һалыуға бөтә көс менән ҡаршы торорға өндәгән. Шул хәбәрҙе алғас, башҡорт тархандары, старшиналары йыйын йыйып кәңәшләшкәндәр һәм экспедицияны бара торған еренә үткәрмәҫкә ҡарар иткәндәр. Был ҡарарҙы бөтә дүрт даруғаның башҡорто хуплап ҡабул иткән.

1735 йылдың майында башҡорттар йыйын исеменән экспедицияның маҡсаты тураһында аңлатма алыр өсөн Өфөгә ике вәкил ебәргән. Ләкин власть башында тороусылар төп халыҡ менән килешеп эшләргә уйламаған: килгән вәкилдәрҙе туҡмап төрмәгә япҡан. Был хәлдән һуң императрицаның үҙенә барып һөйләшергә паспорт алыу өсөн тағы ике вәкил ебәргән. Өфө властары бер вәкилде үлтергән, икенсеһен сыбыртҡы менән ярып, төрмәгә ташлаған. Кириллов йыйында ҡатнашҡан бөтә кешене төрмәгә ябыр өсөн тотоп килтерергә бойороҡ биргән. Башҡорттарға ҡорал тотоп көрәшкә ҡалҡыуҙан башҡа сара ҡалмаған.

1 июль көнө.

Нуғай даруғаһының Килмәк абыз Нурушев етәкселегендәге өс меңлек отряд экспедицияға ҡушылырға барған Вологодский драгун полкын тар - мар итеп ташлай. Ошо уҡ көндө Аҡай Күсемовтың ғәскәри төркөмө экспедицияның алғы өлөшөнә һөжүм итеп сигенә.

Сентябрь айында Ырымбур һалына торған ерҙән карателдәре менән башҡорттарға ҡаршы походҡа сыҡҡан. Һаҡмар ҡәлғәһенә барып етеп, болала бөтөнләй ҡатнашмаған ун туғыҙ башҡортто хөкөмгә тарттырған: берәүһен осло ҡаҙыҡҡа ултыртҡан, икенсеһенең аяҡ - ҡулдарын сабып өҙҙөргән, ҡалғандарын аҫтырған. Артабан китеп, 10 көн эсендә 21 ауылды яндырған кешеләрен тотошлай үлтергән, булған малдарын аҙыҡтарын тартып алған.

Уның артынса Тевкелев карателдәре менән Әй тамағына ҡарай йүнәлгән һәм декабрь аҙағында барып етеп, баш күтәреүселәрҙе эҙләй башлаған.

1736 йылдың 19 ғинуарында Тевкелев Һөйәнтөҫ ауылына килеп урынлашҡандан һуң, ауылдың бөтә ғәйепһеҙ халҡын ҡырыу эшенә тотонған: меңдән ашыу кешене, ҡатын- ҡыҙ һәм бала - сағаларҙы ла ҡалдырмай атып, үтә сәнсеп үлтереп бөткән. Тағы 105 кешене аҙбарға бикләп, тереләй яндырған. Ошо ҡот осҡос енәйәттең шаһиты булған Петр Рычков: ,, ...Уларҙың үҙәк өҙөп ҡысҡырышыуынан һәм мылтыҡ тауышынан унда йән тетрәткес мәсхәрә булды,”- тип яҙған.

Һөйәнтөҫтәге ҡанлы мәхшәрҙән һуң Тевкелев йыртҡыслыҡ ҡылыуын дауам иткән, Себер һәм Уса даруғаларында башҡорттарҙың 51 ауылын яндырған, бер - нисә мең кешене үлтергән. Бөтә ҡораллы көстәрҙең башлығы итеп ебәрелгән генерал - лейтенант Румянцев карателдәрҙең бөтәһенә лә Тевкелевтан өлгө алырға ҡушҡан. Ләкин карателдәр баш күтәреүселәрҙе ҡурҡыта алмаған, көрәш аяуһыҙ төҫ алған. Язалау командаларына ҡаршы Йосоп Арыҡов,Төлкөсура Алдағолов, Ҡотоҡай батыр, Иҫәнғол Мәмбәтов, Һабан Себерғолов яугирҙәре уңышлы көрәш алып барғандар. Баш күтәреүселәрҙең йән аямай һуғышҡан. Февраль айында улар Себер даруғаһынан карателдәрҙе тотош ҡыуып сығарған.

Башҡорт яуының ныҡ көсәйеүенән ҡурҡып, 1736 йылдың 11 февралендә рус хөкүмәте указ ҡабулиткән. Уның буйынса түбәндәге саралар ҡаралған:

- яу башлыҡтарына үлем язаһы биреү;

- иң әүҙем ҡатнашҡан кешеләрҙе һөргөнгә ебәреү,ҡалғандарынан штраф итеп ат түләтеү;

- яуапҡа тарттырылған баш күтәреүселәрҙең ғаиләләрен ҡоллоҡҡа һатырға һәм суҡындырырға;

- Башҡорттарға йыйын йыйыуҙы тыйырға;

- Тимерлек тотоуҙы тыйырға;

- уҡымышлы кешеләрен, дин хеҙмәткәрҙәрен ҡаты күҙәтеү аҫтына алырға;

- мәсет һәм мәктәптәрҙе батшаның махсус указы буйынса ғына һалырға;

- аҫаба ерҙәргә урыҫтарҙы ултыртырға, ерҙәрҙе уларға бушлай бирергә;

- ауылдарҙан рөхсәтһеҙ сығып китеүҙе тыйырға;

Биш көндән һуң, 16 февраль көнө, тағы бер указ пәйҙә булған. Хөкүмәт быныһында баш күтәреүселәрҙе тамырынан йолҡор өсөн конкрет саралар билдәләгән:

- боласыларҙы һәр төрлө юл менән ҡырырға, йорт - ҡаралдыларын ҡыйратырға;

- тотолған бурҙарҙы язалап үлтерергә, ҡатындарын, бала - сағаларын һөргөнгә ебәрергә йәки рус ҡалаларына ҡол итеп таратып бирергә;

Ошоуказдарҙанһуң дүрт даруғаға дүрт эре язалау отрядтары һәм полктары ебәрелгән. Май айынан алып көҙгә тиклем бөтә даруғалар тиңһеҙ һуғыш алып барған. Көҙ көнө таланған, ҡыйратылған ауылдарҙа ҡаты аслыҡ башланған. Был хәл карателдәрҙе ҡыуандырған ғына.

1738 - 1739 йылдарҙа Башҡортостанға күп һанлы каратель отрядтары килеп тулған. Баш күтәреүселәр яғынан әүҙем хәрәкәт бөтә барған, сөнки был отрядтарға ҡаршы ҡуйырлыҡ ҙур көс ҡуйырға башҡорттарҙың инде хәле булмаған.

Властар башҡорттар башҡа күтәрелә алмаҫ, тип уйлап, рус хөкүмәте позицияһын нығытыу өсөн 1739 йылдың башында халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәрә башлағандар. Был эште башҡарыу өсөн дүрт юлға ла һалдаттар, казактар һәм офицерҙар ебәрелгән. Халыҡ тағы ҡуҙғый башлаған, яҙып йөрөүселәргә мәғлүмәт биреүҙән баш тартҡандар, ҡыуып ебәргәндәр, ҡарышҡандар.

Халыҡтың яңы күтәрелешен Әйле олоҫо башҡорто Миндеғол Юлаев үҙ етәкселеге аҫтына алған. Үҙ - ара күңәшләшеп уны, Ҡараһаҡал исеме аҫтында башҡорт ханы итеп иғлан иткәндәр.

1740 йылдың ғинуарында Ҡараһаҡал асыҡтан - асыҡ көс тупларға керешкән, ә февраль айында әүҙем һуғыш хәрәкәттәре башлаған. Уның тырышлығы арҡаһында болғаныш Себер һәм Нуғай даруғаларының күпселек өлөшөн солғап алған. Карателдәрҙең вағыраҡ отрядтарына һөжүмдәр ойошторолған.Ҡараһаҡал Уразмин етәкселегендәге карателдәргә һөжүм итеп баҫтырып ебәргән, карателдәр яғында йөрөгән башҡорт старшинаһы Байым Кидрәсовтың ауылын баҫҡан.

Май уртаһында баш күтәреүселәр бик күпкә артыҡ дошман ғәскәренә ҡаршы хәл иткес яуға кергән. Йән аямай һғышыуға ҡарамаҫтан, Ҡараһаҡалдың мең ярымлыҡ отряды еңелгән, 400 яугир һәләк булған. Ҡалғандары Яйыҡ аша сығып өлгөргән. Йылға аша сығып өлгөрмәгән йөҙ илле кешене карателдәр шунда уҡ язалап үлтергәндәр. Һуғыш бының менән генә тамамланмаған. Карателдәр Ҡараһаҡал яугирҙәрен дала буйлап эҙәрләп киткән һәм Тубыл йылғаһына яҡынлашҡан саҡта ҡыуып етеп, һуғыш асҡан. Был алышта 300 башҡорт башын һалған. Ҡалған өлөшө Ҡараһаҡал етәкселегендә далаға ине юғалған.

Алдарбай тархан ҡатнашманы был ихтилалдарҙа, өлкән инде. Яңыраҡ, 1740 йылдың башында, етмеш йәше тулды. Шулай ҙа бөтә яңылыҡтарҙы белеп тора, һәр олоҫта уның үҙ күҙ - ҡолаҡтары бар, кәрәк мәғлүмәттәрҙе еткереп торалар.

Былай ҡараһаң, донъяуи эштәре арыу ғына барған һымаҡ. Балалары күҙле - башлы булып бөттө, ейәндәре күп, кеше араһында кәм - хур булырҙай түгелдәр. Үҙенең һаулығы ла насар уҡ түгел, көндәр буйы атта йөрөп ҡайта - арымай, бәлки, эйәрҙә ултырырға ныҡ өйрәнгәндер.

Старшиналыҡ йөгөн һаман тарта әле, уны һайлай ҙа ҡуялар, һайлай ҙа ҡуялар. Түңәрәк йәште билдәләп, туған - тумасаһы, ул - килендәре, дуҫ - иштәре менән бергәләп мәжлес ҡороп ултырып та алдылар. Бөтәһе лә һәйбәт кеүек , тик йөрәкте ниҙер ышҡый, тыныслана алмай. Яңы аңланы ул бының сәбәбен: биш йыл буйы барған һуғышта ҡатнашмағанға уйланып йөрәге ҡыҫа.

Шулай ҙа күтәрелештән ситтә лә ҡалманы тархан - старшина. Баш күтәреүселәрҙең ике отрядына йөҙәр ат бүләк итте, аҙыҡ - бүлек, ҡорал менән ярҙам итеп тора.

Халыҡты бола күтәреүҙән күпме тыйып килде ул - барыбер күтәрелделәр. Әллә тыйып яңылыш эшләнеме икән ? Бигерәк тә Тевкелевҡа, халыҡ уны Тәфтиләү тип атаны, ныҡ йәне көйә. Тыныс ятҡан ауылдарҙы үртәп, кешеһен язалап йөрөүҙе егетлек күрә шикелле ул. Ошолай килеп сығырын белгәндә ул полковникты Ҡаҙаҡ далаһында, бергә булған саҡта, дөмөктөрөп китер ине, алдан ни булырын ҡайҙан беләһең ?

Ахыр сиктә түҙмәне, Өфөгә китте. Маҡсаты: караттарҙың боҙоҡ эштәрен: ауылдарҙы яндырып кеше үлтереүҙәрен, аттар йыйыуҙарын туҡтатыуҙы воеводанан һорарға.

Воевода ҡабул итмәй аптыратты. Шунан ҡаш емереп ҡаршыланы:

- Нимә кәрәк ? Ни йомош ?

- Халыҡ яфа сигә, шуны туҡтатырға кәрәк ине.

- Кем яфалай ?

- Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ! Карателдәр баш күтәреүселәр менән бәйләнеше булмаған ҡарт - ҡоро, бала - саға, ҡатын ҡыҙҙы рәнйетә, үлтерә, ауылдарҙы яндыра - шул башбаштаҡлыҡты тыйыр кәрәк ине. Ерҙәребеҙҙе һаталар, аттарҙы тартып алалар.

- Һинең был эштәрҙә ни эшең бар ?

- Мин - тархан. Шуға күрә...

- Тарханлыҡ һиңә халыҡты ҡуҙғытыу өсөн бирелмәгән, ҡорал тотоп хөкүмәт һалдаттарын, рус крәҫтиәндәрен үлтереп йөрөүселәрҙе яҡлашыр өсөн дә бирелмәгән, ә батшаға тоғро хеҙмәт итер өсөн иңеңә һалынған. Тиҙҙән ул исем бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ, хөкүмәткә бер файҙа ла юҡ. Бына минең алда хөкүмәттең ҡарары ята. Унда служилый мишәрҙәргә башҡорт ерҙәренән өлөш бирергә, буш ятҡан ерҙәрҙе дворяндарға, офицерҙәргә һатырға, болала ҡатнашҡандарға бер ат күләмендә штраф һалырға тип яҙылған. Шуны бел! Ә хәҙер сығырға мөмкин, һинең менән бушты бушҡа ауҙарып гәпләшеп ултырырға ваҡытым юҡ минең! Иҫән сағыңда күҙемдән юғал!

Ныҡ ғәрләнеп ҡайтты Алдарбай. Ҡайтҡас, бер килке ҡулына эш бармай йөрөнө, уйҙар тулҡынына бирелде. Анау ваҡытта, Аҡай, Килмәк батырҙар күтәрелгәс, Алдарбай, ҡаны ҡыҙып китеп, әллә олоҫ халҡын күтәрәйемме икән, тигән уй башына ла ингәйне, тиҙҙән һыуынды. Олоғайыу кәсәфәтенәнме, әллә батша властарының вәғәҙәләренә ышаныуҙанмы, тыйылды. Баҫыла төшкәс Кириллов урынына тәғәйенләнгән Урусовҡа барырға булды, ул Һамар ҡалаһында ултыра. Унда килеп сыҡмаһа - батшаға ла барып етер! Шуны эшләмәһә - үҙен - үҙе кешегә һанамаясаҡ!

Март башланған көнө юлға сыҡтылар. Һағауыл итеп үҙе менән Әҙелгәрәйҙең улын, ейәне Сурағолдо ғына эйәртте.

Уның юлға сығыуын шымсыларҙың Өфөгә еткереүен, Өфө воеводаһы Урусовҡа хәбәр итеүен, яу ойошторорға йөрөй, иң ҡурҡыныс кешеләрҙең береһе, тип әйтеүен Алдарбай, әлбиттә, белмәй ине.

Март айының буранлап торған көндәре. Күк йөҙө болоттар менән тулған. Туҡтауһыҙ иҫкән ел електәргә үтеп инергә теләгәндәй, кейем һалымды ҡайыҙлай. Ә тәбиғәттең - үҙ ҡанундары. Аллаһы Тәғәлә уны нисек яратҡан, шулай тереклек итә. Меңәрләгән йылдар буйы тәбиғәт үҙ ҡанундарын, үҙ тәртиптәрен үҙгәртмәй ҡала бирә. Әҙәм балаһы нимә менән шөғөл итә, ҡабаланамы, йә юҡмы - уның унда эше юҡ, миҙгелдәре бер - бер артлы килеп тора, китеп тора.

Ярай әле ел гел арттан иҫә - шуныһы ла ҙур булмаған ыңғайлыҡ, тип уйлап бара ине тархан, ейәне тынлыҡты боҙҙо.

- Ҡартатай! Беҙҙән алып Һамарға тиклем нисә саҡрым икән ?

- 900 саҡрымдан саҡ ҡына ашыу була.

- Ә нисә көндә барып етербеҙ икән ?

- Үҙең һана: көн дә 100 саҡрым үтеп барһаҡ, унынсы көн ҡалаға инергә тейешбеҙ. Барып етеүен - етербеҙ, тик ҡайта алырбыҙмы икән - бына шул һорау мине борсой әле.

- Мин һине йәнем - тәнем менән һаҡлаясаҡмын, ҡартатай! Алдан буштан - бушҡа ҡайғырып барма әле!

Алдарбай йәнләнеңкерәп китте:

- Был һүҙҙәрең өсөн рәхмәт, улым! Мин һиңә үҙемә ышанғандай ышанам! Юлда беҙҙе берәү ҙә баҫмаҫ, тип уйлайым, сөнки был ерҙәрҙә мине белмәгән әҙәм һирәктер. Мин - өлкән кеше, шуға төптәнерәк уйламай булмай. Барып еткәс, һин боласыларға ярҙам иттең, тип төрмәгә ташлауҙары ла ихтимал. Хәҙер уларҙың асыулы ваҡыттары, башыңа етеүҙәре лә бар. Уларға тулыһынса ышанып булмай. Биш йыл буйы барған боларыш ҡайһы бер санауниктарҙың елек майҙарына үткәндер инде! Бына нәмә, Сурағол: минең менән уйламаған хәл килеп сыҡһа - мине яҡлашам тип тырышма, ә ҡайтыу яғына сап! Шул ваҡытта ғына халыҡ минең ҡайҙа икәнде аңғарыр, ә былай юғалтырҙар ҙа - ҡайҙан эҙләргә белмәй ҡаңғырырҙар ҙа йөрөрҙәр.

- Эш улайға уҡ барып етмәҫ ул, ҡартатай ?

- Мин дә һинеңсә уйлайым, әлбиттә. Шулай ҙа аңғартып ҡуяйым әле, тием.

1740 йыл. 10 февраль.

Юлсылар Һамар ҡалаһына килеп инделәр һәм генерал Урусовтың эшләгән урынын эҙләп киттеләр. Ҡала уртаһындағы ике ҡатлы, тимер ҡапҡалы йортто табыуы әллә ни ҡыйын булманы. Ҡапҡа алдыга барып туҡтауҙары булды, күҙәтеп торғандарҙыр күрәһең, бер офицер сығып ҡаршы алды һәм һорау бирҙе:

- Һеҙ кемдәр ? Ҡайҙан киләһегеҙ ? Ни йомош ?

- Мин башҡорт иленән Алдар Иҫәкәев тархан булам. Генерал менән осрашырға килдем.

- Кем саҡырҙы бында ?

- Берәү ҙә саҡырманы, үҙем килдем.

- Атыңдан төш! Ҡоралыңды ташлап эскә үт! Оҙатыусың торған урынында ҡалһын!

Алдар батыр ҡоралын атында ҡалдырып эскә үтте. Ҡапҡаны үтеүе булды бер төркөм һалдат уратып алып ҡулын шаҡара башланы. Береһен төртөп ебәрҙе, икенсеһенә типте.

- Нимә эшләйһегеҙ ? Ҡағылаһы булмағыҙ!

Береһенең бығауҙы ҡулына эләктереп маташҡанын күреп ҡысҡырҙы:

- Сурағол! Минең атты эйәртеп ал да ҡас! Ҡасмаһаң - башыңды ашарҙар! Ишетәһеңме ?

- Ишеттем, ҡартатай! Аңланым! Һине ҡотҡарырға киләсәмен!

Шул саҡ уның башына нимәлер менән һуҡтылар. Ҡапыл яҡты донъя ҡараңғыланды.

Иҫенә килгәндә ҡараңғы урында ята ине. Ныҡ туҡмалған, бите шешкән, аяҡ - ҡулы саҡ ҡыбырлай. Камерала өс офицер уға ҡарап тора.

- Әһә! Иҫеңә килдеңме ? Әйҙә, полковникка ҡунаҡҡа! Ул һине көтөп ултыра.

Алдарбайҙы елтерәтеп алып сығып киттеләр һәм ҙур өҫтәл артында ултырған полковник алдына килтереп баҫтырҙылар.

- Йә, Иҫәкәев, нимәгә килгәйнең бында ? Кем кәрәк ине ?

- Мин Урусов генералға килдем! Уға алып барығыҙ мине!

- Бәлки, батшаға тура алып барырға кәрәктер һине ?

- Алып барһағыҙ яҡшы булыр ине. Мин батша менән һөйләшкәнем бар, хатта бер мәл ҡосаҡлашып та йөрөнөк.

- Һинең һөйләшеп йөрөгән батшаң әллә ҡасан уҡ ер ҡуйынына керҙе. Ә генерал Урусовтың һинең һымаҡ боласы менән осрашып ултырырға ваҡыты юҡ. Мине бер генә нәмә ҡыҙыҡһындыра: башҡорттар һинең етәкселегеңдә яңы бола әҙерләйҙәр, тип ишеттем. Уны ҡасан башларға уйланығыҙ ?

Бер - ниндәй бола булмаясағын белһә лә Алдарбай тархан киреһен әйтте:

- Мине ебәрмәһәгеҙ - бола бөгөн үк башланасаҡ!

- Ебәрәбеҙ! Бөгөн үк һине һаҡ аҫтында Башҡортостанға ебәрәбеҙ. Алып китегеҙ!

Юлға сыҡтылар. Арбала ике ҡарауылсы һалдат, береһе - дилбегә тотҡан, икенсеһе - мылтығын тотоп артта ултыра. Тотҡондоң һыңар аяғын арбаға ҡуша бәйләп нығыттылар. Яҙғы бысраҡта аҙнаға яҡын юлда булдылар. Ҡарауылсылары әҙәм рәтле кешеләр булып сыҡтылар: эҫе сәй эсерҙеләр, икмәк бирҙеләр.

Бер биҫтәгә килеп инделәр. Был ҡайһы ер ? Урамдары, йорттары таныш күренә. Бәй, был Минзәлә бит! Яу менән килгәндә бында булғайны Алдарбай.

Төрмәгә индереп бикләнеләр.

Өс көн буйына ләм - мим! Аҙ ғына ашарына бирәләр ҙә - кире бикләйҙәр. Нимә эшләргә уйлайҙар - билдәһеҙ.

Өс көндән һуң генерал - майор Саймонов алдына килтереп баҫтырҙылар.

- Йә, бунтовщик Иҫәкәев, нисек батшаға ҡаршы эш алып барғаныңды бәйнә - бәйнә һөйләп ташла!

- Минең батшаға ҡаршы эш алып барғаным юҡ, мин тәртипһеҙлектәргә ҡаршы көрәшәм, ғәйепһеҙ кешеләр төрмәгә ябылған, шуларҙы ҡотҡарырға , тип йөрөйөм.

- Туҡта! Уларын беҙ былай ҙа беләбеҙ! Һинең властарға ҡаршы эш итеп йөрөүең билдәле - шуны һөйлә! Ярҙамсыларың кемдәр ? Һөйлә!

- Һөйләрлек бер һүҙем дә юҡ минең!

- Молчать! Йәшәгең килмәйме әллә ?

Алдарбай өндәшмәне. Алйот һорау: кемдең йәшәгеһе килмәһен инде!

- Һөйләшкеһе килмәй бының. Алып сығығыҙ һәм эшкәртегеҙ!

Алдарбайҙы икенсе бер бүлмәгә индереп һалдылар һәм йәлләд сыбыртҡы менә ярырға тотондо. Тора бирә тотҡон иҫтән яҙҙы...

1740 йыл. 16 март.

Төрмәнән ҡулдары бәйләнгән тотҡондарҙы алып сыҡтылар. Бер яҡ ситтә генерал Саймонов менән полковник Тевкелев баҫҡан. Имгәтелгән тотҡондар аяҡтарын саҡ һөйрәп атлайҙар. Дар ағасы алдына теҙеп уларҙың исемлеген уҡып сыҡтылар:

Алдар Иҫәнов, Күзәк Бүләшев, Илекәй Үҫәнов, Ҡаныҡай Аллаяров, Сәйет Алкалин, Яҡуп Аблаев, Исҡужа Ҡарашев, Алдаҡай Мөрәков.

Приговор - аҫырға!

Приговор ошонда уҡ еренә еткерелде. Язалауҙарҙан бынан алда үлгән Йәммәт Бикәевтең үле кәүҙәһен аяғынан аҫып ҡуйҙылар.

Икенсе киҫәк

Утлы ҡулса эсендә

Бүлек

Наши рекомендации