Нимә һуң ул аң? Үҙгәрә торған төшөнсәме? Үҙгәрмәй торғанмы? 4 страница

* * *

...Ғәбит бесән тейәп ҡайтып килә, ти. Ғәлиә ҡапҡа асырға сыҡҡан да:

— Ни эшләп арҡалығын күтәреберәк бәйләмәнең? Атты ҡара тиргә батырғанһың! — тип асыуланған.

— Үҙең әйтеп ебәрмәнең бит. Алдына бесән һалғанда бушатҡайным. Күтәреп бәйләргә самаһын белмәнем, — тип аҡланған ти Ғәбит.

* * *

...Ғәбит менән Ғәлиә ҡунаҡҡа барған. Итле туҡмас бешергәндәр. Аш бик оҡшаған Ғәбиткә.
— Еңгәй, туҡмасың бик тәмле булған. Нисә йомортҡа һыттың? — тип һораған, ти, Ғәбит.


... Үҙ-ара татыу йәшәгәс, бындай лаҡаптарға иҫтәре китмәй Ғәбит менән Ғәлиәнең. Лаҡап-маҙар ишетһәләр:

— Уныһын да белгәндәр. Әллә, беҙҙе тыңлап, аҙаҡ лаҡап һөйләп йөрөр өсөн кеше яллағандар инде! — тип кенә ҡуялар ҙа үткәрә лә ебәрәләр. Әммә береһенән-береһе матур балалары үҫеп, иҫ белә башлағас, урамда уйнағанда әсе телле өлҡәнерәк балалар мыҫҡыл итеп төрлө һорау бирәләр:

— Айнур, атайың туҡмасҡа нисә йомортҡа һыта?

— Айгизә, әсәйеңдән ат егергә өйрәндеңме әле?

— Һеҙҙә кем икмәк һала ул?

Ошондай һүҙҙәрҙе ишетеп, ғәрләнеп ҡайта башлай балалар.

— Былай булмай, — тигән һығымтаға килә Ғәлиә менән Ғәбит. — Берәй ҡалаға китәйек. Унда кемдең кемдә эше бар. Балаларҙың күңеле китек, йомоҡ булып үҫмәһен, — тип, нисә йыл йыйған йорт-ҡаралтыларын һатып, Стәрлетамаҡҡа күсеп китәләр.

Мәсьәләне дөрөҫ хәл итә Ғәбит менән Ғәлиә.

Был ваҡиға аша әйтәһе һүҙҙең әрәсәһе шул: әсә ғоманлы саҡта ла, балаһын имеҙгән ваҡытта ла үҙенең уй-тойғолары менән сабыйының Эске донъяһын бар итеүҙә иҫ китмәле ҙур тәьҫир яһай ала. Тәрбиә бына ҡасан башлана!

Зифа менән Заһир

Йырҙарҙа йырланғанса, икеһе лә пар килеп ҡауыштылар улар. Зифа, исеме менән бергә тыуған кеүек, зифа буйлы, һөйкөмлө, иғтибарҙы үҙенә генә тартып торорлоҡ матур ине. «Камил ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш?» тигән һорауға: «Зифа кеүек», — тип кенә яуап бирерлек аҡыллы, уңған, эш һөйөүсән дә ине. Шуның өсөндөр ҙә эшендә лә бик ихтирам итәләр, ҡәҙерләйҙәр, уның фекеренә ҡолаҡ һалалар, вазифаһында бик тиҙ үрләтәләр.

Заһир — баҫалҡы, күп һөйләшмәҫ, тын ғына аҡҡан йылға һымаҡ, ипле генә үҙ эшен башҡарып йөрөй торған ир. Һирпелеп кенә ҡарап алып ипле генә итеп йылмая ла эшкә сума. Өйөндә ағастан һырлап эшләгән кәштәләрен, кейем шкафтарын, өҫтәл-ултырғыстарҙы, хатта ишек тотҡаларын, тәҙрә рамдарына тиклем үҙ ҡулдары менән оҫта итеп семәрләп, ҡулына ни тотһа, шуны гөл кеүек итеп эшләп ҡуя. Был ғаиләне белгән, яратҡан туғандарының да, таныш-белештәренең дә теләктәре бер ине: тормоштарына, үҙ-ара мөнәсәбәттәренә күҙ тейеп кенә ҡуймаһын.

Диҡҡәт бик иртә донъя ҡуйып, бишенсе балаһының тыуғанын да күрмәй, арабыҙҙан киткәс, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу бер үҙемә тороп ҡалды. Матди яҡтан ярҙам итерлек бер кешебеҙ ҙә юҡ, биш балаға кемдәндер даими ярҙам да көтөп булмай, уйланым-уйланым да ваҡытлыса ауылға китергә булдым. Өфөгә йомош менән килгән арала Зифаға шылтыратып хәлдәрен белешеп киткеләй инем. Диҡҡәттең вафатынан һуң күп ярҙамын күрҙем уларҙың. Улар, кеше мохтажлығын күреп, йомарт ҡулдары менән ярҙам итергә иҙерҙәр ине.

Өфөгә сираттағы килеүем. Урамдан китеп барһам, машинанан сигнал ишетәм. Боролоп ҡараһам — Заһир. Аптырап киттем. Уның күҙҙәре генә Заһирҙыҡы ине. Ябыҡҡан. Ҡарашына моң ҡунған.

— Апай, һаумы? Ултыр әле машинаға, — тине ул. Заһир мине үҙ апаһындай яҡын күрә ине. — Ҡайҙа бараһың? Аҙ ғына ваҡытың бармы? Һине күргәс, шатлығымдан ҡысҡырып ебәрә яҙҙым.

— Һаумы, Заһир. Ваҡыт ни минеке бит. Табырмын. Әле генә килеп төштөм Өфөгә. Шылтыратып хәлегеҙҙе белешермен тип килә инем.

— Хәл мөшкөл, апай...

— Ни булды, Заһир? — Йөрәкте хәүеф алды.

— Баланы әсәйҙәренә ҡалдырған да минән йәшереп ял итергә киткән бит Зифа.

— Ә ни эшләп һинән йәшереп?

— Икенсе кеше менән... Ҡатын кешенең бер юлы ике ир менән йәшәгәнен ишеткәнең бармы, апай? Ә Зифа йәшәгән. Ышанаһыңмы, апай...

— Һиңә ышанам. Әммә Зифаның был ҡылығына ышанғы килмәй. Һеҙ бит нисә йыл дуҫлашып йөрөп өйләнештегеҙ. Ойләнешкәс тә бер-берегеҙҙән айырылманығыҙ. Ҡасан ике ир менән йәшәп өлгөрһөн ул? Әсәй кеше ул юлға баҫмаҫ.

— Апай, элек түгел, яңыраҡ йәшәй башлаған. Йә һин китеп барҙың, һине тыңлай торғайны ул. Серҙәрен һөйләһә, бәлки, ҡурсалап алып ҡалыр инең.

— Әле Зифаның ҡайтыр ваҡыты етмәйме?

— Юҡ. Ҡәйнәмде лә, бергә китәбеҙ, тип алдаған. Өсөнсө көн балдыҙҙы күреп ҡалдым. Аптырап китте. «Ҡайттығыҙҙамы ни?» — ти. Ә миңә, әсәйемдәргә барабыҙ, тине. Ял йортона шылтыраттым. Ире менән бергә ял итә, тинеләр. Шунан бирле ашаған-эскән юҡ. Урам буйлап машинала тик йөрөйөм.

Заһирҙы өгөтләп өйҙәренә алып килдем. Һәр ваҡыттағыса бөхтәлек, тулы тәртип, һөйләшеп ултырабыҙ.

— Иҫеңдәме, Заһир, бер саҡ икәү-ара бәхәсегеҙ барған саҡта мин һеҙҙә инем. Һиңә лә, унан һуң Зифаға ла иҫкәрткәйнем.

— Һүҙҙәрең иҫтә ҡалған, ә ниҙән килеп сыҡты ул һөйләшеү — онотҡанмын. Үтә ныҡ яратышҡан кешеләрҙең бер-береһенә талабы ла ҙур була. Һин аҙ ғына үҙгәрт үҙеңде. Телгә яғымлыраҡ, һүҙгә татлыраҡ бул, иғтибарыңды һүҙ менән дә аңғарт, тинең. Ә мин, нисек бармын — тулаймын инде, апай. Шулай тәрбиәләгәндәр, тинем. Ә нимәнән башланды һуң ундай һөйләшеү, апай? Ул саҡта ниндәйҙер хәүеф тыуҙырыр-лыҡ бер ни ҙә юҡ ине бит. Беҙ бик һәйбәт йәшәй инек. Ҡайҙан ундай шик төштө һиңә?

— ...Мин һеҙгә килгәйнем. Һин өйҙә юҡ инең. Зифа ҡамыр баҫа, бәлеш һалырға йөрөй.

— Бөгөн бер хеҙмәткәребеҙ төшкө ашҡа бәлеш килтергән. Ҡамыры шул тиклем тәмле. Рецебын алып ҡайттым да Заһир ҡайтҡансы бәлеш һалайым тип йөрөйөм, — тип өтәләнеп йөрөп ята.

Бәлеш бешеүгә һин ҡайттың. Ултырып, матурлап бәлеш ашаныҡ.

— Рәхмәт, һыйланың, — тинең дә тороп киттең.

— Бәлеш тәмле булманымы ни, Заһир? — тип һораны Зифа.

— Бәй, бик тәмле.

— Улай булғас, ни эшләп тәмле тип әйтмәнең? Мин бит ҡамырын икенсе төрлөрәк баҫтым, яңы рецепт өйрәнеп ҡайттым.

— Һинең инде белмәгән нәмәң юҡ. Ҡайһыныһын ҡасан өйрәнгәнеңде ҡайҙан беләйем? Ҡамырын тәмле итәһеңме, эсенә һалған ашамлығынмы — айырмайым мин. Тәмлеме? Тәмле. Ашайым да ашайым, Беҙҙе шулай өйрәттеләр өйҙә — эш тә һайлама, аш та һайлама. Ҡулыңа тотторғандар икән — эшлә, алдыңа ҡуйғандар икән — аша, — тинең дә, кейемеңде алмаштырып, гаражыңа сығып киттең, мин Зифа менән ултырып ҡалдым.

— Бына шулай, апай... — тине лә Зифа, күҙҙәрен йәш алды. — «Ни эшләп илайһың, Зифа?» — тип һораһалар, бәлеш бешергәйнем, Заһир рәхмәт кенә әйтеп тороп китте, башҡа бер ни ҙә өндәшмәне, тиһәм, бот сабып көләләр бит инде. Беләм, аңлайым уныһын. Ә миңә ауыр. Күңелемә ауыр. Аҙ ғына йылы һүҙ әйтеү ҡыйынмы ни уға? Минең ниндәй ғаиләлә үҫкәнемде белә, беҙҙең ғаиләләге мөнәсәбәтте күрә лә баһа! — Зифа әлеге булған үпкәһен генә түгел, бығаса йыйылып килгәндәрен дә һалды был һүҙҙәренә. Илаһын, әҙерәк күңелен бушатып алһын, тип тыйманым. Һин ҡайтып индең.

— Әллә илап ултыра инде, әҙәм ышандырып? Ҡатындар урамда иҫереп тәгәрәп ятҡан ирҙәрен арҡаһынан һөйә-һөйә алып ҡайта, ә һин...

Зифа өндәшмәне. Шунан:

— Мин, бәлки, бәхеттән илайымдыр. Һин һораманың бит ле, — тине, үҙе күстәнәс әҙерләй башланы. — Машинаңды рәтләһәң, апайҙы илтеп ҡуй. Әллә ҡасандан ашыға ине, балалары көтәлер, — тине.

— Бына шундай нескә генә күңелле инде Зифаҡайыбыҙ, сшай. Ҡасан, нисек, нимә әйтергә белмәй аптырайым. Ҡайһылай әйтһәм дә, оҡшамай уға.

— Ә һин уға оҡшарға тырышма. Үҙеңә оҡшарға тырыш. Зифаға булған мөнәсәбәтеңде беләм бит, шуны һүҙ менән дә ойт.

— Апай, беҙҙе улай өйрәтмәнеләр. Уны сөсө теллелек тип һанай инек. Бына бөгөн, мәҫәлән, ни тип маҡтайым ашты? Ашҡа баһа бирмәгеҙ. Аштың ниндәйе лә һинән оло. Олоға баһа бирмәйҙәр, ти ине өләсәйем.

— Ә һин ашҡа баһа бирмә. Зифаның оҫталығын баһала.

— Яһалма килеп сығыр бит. Тағы оҡшатмаҫ. Тормош өсөн ул ваҡ мәсьәлә түгелме, апай? Һин дә, Диҡҡәт ағай бешергән бәлешемде маҡтаманы, тип буҫығып илап ултыра торғайныңмы?

— Диҡҡәт тә сөсөләнеүҙе яратманы, ә шулай ҙа оҫта ғына итеп матур һүҙҙәр әйтә торғайны. Ул һүҙҙәр әле лә күңелде иркәләй. Ундай һүҙҙәр әйтелмәгән булһа, миңә ауыр булыр ине хәҙер.

— Уны бик аҡыллы кеше булған, тиҙәр. Иҫән сағында осрашырға насип булманы. Берәй маҡтау һүҙен әйт әле, сер булмаһа.

— Ҡайһыныһын әйтәйем? Бына, мәҫәлән, бер ваҡыт улым дәрес әҙерләп ултыра. Башҡорт әҙәбиәтенән мәҡәлдәр яҙып килергә ҡушҡандар. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тип йыш ҡабатлайымдыр инде. Ошо мәҡәлде яҙып ҡуйған да минән былай тип һорай:

— Әсәй, ә ҡыҙ кешегә нисә төрлө һөнәр кәрәк?

— «Егет» тигән һүҙ малайҙарҙы, ағайҙарҙы ғына күҙҙә тотмай, һәйбәт кешене, егет икәнһең, тип маҡтайҙар. Был тормошта арыу кеше булам тиһәң, кәмендә етмеш төрлө һөнәрең булырға тейеш, тигәнде аңлата мәҡәл.

— Әсәй, әйҙә һинең һөнәрҙәреңде һанайыҡ, — ти башланылар балалар.

Шул саҡ Диҡҡәт:

— Әсәйеңдең белгән һөнәрҙәрен түгел, белмәгәндәрен һанағыҙ. Тиҙерәк булыр, — тине. Ул мине балалар алдында ла күтәрҙе, миңә ҡарата ла мөнәсәбәтен аңлатты, үҙенә лә ихтирам арттырҙы.

— Бик аҡыллы кеше ине, тиҙәр шул Диҡҡәт ағайҙы, — тип ҡабатланы Заһир.

— Аҡыллы ине. Мин хатта уны иҫән саҡта күрмәгән, уның менән осрашмаған кешене бик күп нәмәнән мәхрүм ҡалған һымаҡ тоям. Ғаиләлә лә үҙ-ара мөнәсәбәтте бик оҫта ҡорғандыр, тип уйлайым, сөнки миңә бейем, бикәс, ҡайнаға менән дә, уларҙың ғаиләләре менән дә бергә йәшәргә тура килде. Өйҙөң ҡайһы мөйөшөн ҡараһаң да, кеше ултыра торғайны. Күмәк йәшәнек. Өҫтәүенә, тәүге ҡатынынан ҡыҙы Айгөлдө алып ҡайта торғайным. Ошондай ҡатмарлы аралашыу беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәткә зыян килтермәне.

— Нисек көйләне ул?

— Миңә алдан уҡ иҫкәртеп, барыһының ҡылығы-холҡо тураһында әйтеп ҡуйҙы. Кемгә ниндәй мөғәмәләлә булһам, аҙағы нисек буласаҡлығын иҫкәртте лә, ҡалғанын үҙең самала, был хаҡта башҡаса һүҙ булмаҫ, тине. Мин самаланым.

— Нисек?

— Иң элек төп маҡсатымды билдәләнем. Маҡсатым — Диҡҡәт менән бергә йәшәү, уның кәйефенә ыңғай эмоциялар арттырыу, мөмкин тиклем уның һаулығын һаҡлау. Уның ҡан баҫымы һәр ваҡыт бик юғары булды. Эше күп, өйҙә ял итерлек мөмкинлек самалы. Шуға уның сәләмәтлегенә ҡарата көндәлек иғтибар кәрәк ине. Тормоштоң башҡа бөтә ығы-зығыһын ошо маҡсаттан сығып хәл итеү. Өндәшмәҫкәме, иғтибар итмәҫкәме, ҡырт киҫеп кенә ҡуйырғамы, яйға һалыуҙың башҡа сараларын эҙләргәме...

— Үҙегеҙҙең теләккә ҡаршы килгән нәмәләрҙе Диҡҡәт ағай хаҡына тип эшләй инегеҙме?

— Булғыланы. Үҙ балаларыбыҙ юҡ саҡта ул ҡыҙын бик һағына ине, һәм мин уны өйҙәренә, Айгөлдәрҙең яңы ғаиләһенә барып, алып ҡайта торғайным. Ҡатындың икенсе иренең Оксана исемле ҡыҙы бар ине. Айгөл үҙе генә түгел, Оксана ла эйәреп килә торғайны. Яңы өйләнешкән саҡ. Аҡса яғы наҡыҫ. Ә балалар тегенеһен һорай, быныһын һорай. Айгөлгә һигеҙ, Оксанаға ете йәш ине ул саҡта. Алып ҡайтам, алып барам. Мин уны, әлбиттә, үтә ҡыйынһынмай башҡарҙым, әммә оло ихласлыҡ менән дә түгел, әлбиттә. Ә Айгөлдөң әсәһе командировкаға киткән саҡтарҙа баланың йыйылыштарына ла йөрөргә тура килде. Оксана ла мине яҡын итеп алды. Хатта Айгөлдәр ул ғаиләнән киткәс тә, Оксана урамда күреп ҡалһа, йүгереп килеп ҡосаҡлап ала торғайны.

Мин үҙҙәре генә йәшәп тә килешә алмаған ир менән ҡатынға гел аптырайым. Икәүҙән-икәү һөйләшеп кенә лә мөнәсәбәттәрҙе яйға һалып була бит. Скрипка ҡылының береһен генә көйләмәйҙәр. Башта береһен, уға эйәрә ҡалғандарын көйләргә кәрәк. Тәүҙә йәшәү маҡсаты билдәләп, шул Маҡсатҡа ҡарап мөнәсәбәттәрҙе көйләйһең.

— Өйләнешкәс, маҡсат бер инде. Донъя көтөү, балалар үҫтереү.

— Ошо маҡсатыңа ярашлы үҙгәрергә кәрәк аҙыраҡ.

— Белмәйем, әллә үҙем туң, әллә Зифаларҙың ғаиләһен .аңлап етмәйем. Зифаның атаһы ла, әсәһе лә, туғандары ла гәжәп кешеләр. Барған һайын һоҡланып ҡайтам. Тик шул сөсөлөктәренә өйрәнә алмайым. Берәй нәмә алып ҡайтып биреп өлгөрмәйһең — рәхмәт тә рәхмәт, ҡайҙан белеп алдың, бигерәк белдеклеһең, тип сөсөләнә башлайҙар. Йәки берәй нәмә эшләп өлгөрмәйһең — ҡулдарың алтын икән, ҡарағыҙ әле, еҙнәгеҙ нисек итеп эшләп ҡуйҙы, өйрәнеп ҡалығыҙ, килегеҙ әле, тип, ваҡыт үткәреп, берәй сәғәт һәр береһенә күрһәтеп сығалар. Эшләгән нәмәне емереп ташларҙай булаһың. Әйтерһең, мин маҡталыр өсөн, күргәҙмә өсөн эшләйем. Бер көн баҡсала ишек кәсәген семерләтеп ҡуйғайным, Зифа: «Ҡара әле ниндәй шәп килеп сыҡты! Бигерәк кенә алтын да имде ҡулдарың!» — ти башлағайны, «Ҡуйсы әле шул сөсө телләнеүеңде! Матур икән — матур, оҫта икән — оҫта, — бала-саға түгелмен дә инде йүкә шына ҡағырға», — тигәйнем, былай ҙа ҡара түңәрәк күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап алды ла үпкәләне лә ҡуйҙы.

— Һеҙ ике төрлө тәрбиә алғанһығыҙ, әммә урталыҡ табып була ине... Икегеҙ ҙә яҡшының да яҡшыһы бит...

* * *

Зифа ла күп балалы ғаиләлә үҫкән. Иң өлкән бала булғанлыҡтан, тәрбиәлә төп иғтибар уға йүнәлтелеп, башҡа балалар унан өлгө алырға тейеш булған. «Зифа апайығыҙҙы тыңлағыҙ. Зифа апайығыҙҙан өлгө алығыҙ. Ана ул ниндәй матур итеп өй йыйыштыра. Ана ул керҙе тап-таҙа йыуа. Уның кеүек уҡығыҙ. Ҡарағыҙ әле Зифа апайығыҙҙың нағышлауын. Тип-тигеҙ. Машина менән нағышлаған кеүек». Һәр эшенә баһа алып, маҡталып үҫә Зифа. Институтта ла «отлично»ға ғына уҡый, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бөтәһенә лә өлгө итеп ҡуйыла. Проектлау институтының бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнгәс тә иң алдынғыларҙан иҫәпләнә.

Был ваҡиғанан күренеүенсә, Зифа менән Заһир ике төрлө һәйбәт ғаиләлә тәрбиә алғандар, һәм уларҙың тәрбиә һөҙөмтәһе ҡанға һалынған аңға тиң булырлыҡ көслө нығынған.Әммә уны үҙгәртеп була. Үҙтәрбиә менән шөғөлләнгән кеше тәрбиәне генә түгел, хатта ҡандан һалынған аңды ла үҙгәртә ла. Маҡсат ҡуйырға һәм Эске энергияңды эшкә ҡушырға кәрәк.

Эске энергия иҫ китмәле көскә эйә. Уның аша ҡанға һалынған, әммә ваҡытлыса ойоған, йоҡомһораған тойғоларҙы уятып ебәрергә, камиллашыуға ынтылыш бирергә мөмкин.

Сәлимә менән Ғәлимә

Бер ғаиләлә Сәлимә менән Ғәлимә исемле игеҙ ҡыҙҙар үҫә. Уларҙың татыулығы ғәҙәттәге игеҙҙәр кеүек кенә булмай, бер-береһенән аҙ ғына башҡа торһалар ҙа, шунда уҡ һағыныша башлайҙар, береһенә ҡатыраҡ һүҙ әйтеүсе булһа, икенсеһе, ни эшләп беҙҙе рәнйетәһең, тип икеһе өсөн дә яуап талап итә. Бер ваҡытта ла мин тип кенә һөйләмәйҙәр, һәр саҡ беҙ, тиҙәр. Буй еткергәс, икеһе лә бер юлы тигәндәй ғашиҡ була һәм, оҙаҡҡа һуҙмай туйҙар үткәреп, ғаилә ҡороп та ебәрәләр. Сәлимәнең бер-бер артлы балалары тыуа, Ғәлимәнеке булмай. Биш балалы Сәлимә алтынсы бала көткән саҡта ғына Ғәлимә лә оҙаҡ көткән шатлыҡ кисерә — ауырға ҡала. Береһен бер көн, икенсеһен икенсе көндә ҡала больницаһына оҙаталар. Икеһенең дә ирҙәре бер аҙҙан Сәлимә менән Ғәлимәне алып ҡайта, тик Сәлимәнең балаһы үле тыуған, тигән хәбәр тарала. Ғәлимәнең балаһы бик сибек кенә сабый була. Уны тәрбиәләү шарттары яҡшыраҡ булһын өсөн, ғаилә ҡалаға күсеп китә. Сәлимә балаһын юғалтыу ҡайғыһын бик ауыр кисерә, икенсе йылына, иҫәп буйынса етенсе балаһын алып ҡайтҡас ҡына, бер аҙ ҡайғыһы тарала.

Наши рекомендации