Нимә һуң ул аң? Үҙгәрә торған төшөнсәме? Үҙгәрмәй торғанмы? 3 страница
Миңә ун биш йәш тулған саҡта хушлашты был донъя менән өләсәйем. Үлер алда мине янына саҡырып алды ла: «Ҡыҙым, төҫөң менән дә, холҡоң менән дә атайыңа тартҡанһың. Түҙемлеһең. Әсәйеңдең иң сабыр балаһы һин. Ауыр булһа ла, уны үҙең ҡара. Әсәйеңдең холҡо ауыр. Холоҡ тиһәм дә холоҡтан түгел инде, әллә ниндәй ҡәһәрле бер нәсәп булды, кеше яфалатҡыс», — тине, тәрән көрһөнөп. Өләсәйем: «Иш янына ҡуш тигәндәй, имгәк булып, һеҙҙе яфалап ятмаһам ярар ине. Хоҙайҙан теләгәнем шул», — ти торғайны. Оҙаҡ ятманы түшәктә. Әсәйемде яңыраҡ ерләнек. Биш бала менән йәш кенә көйө тол ҡалғас, бәлки, ысынлап та ныҡ ҡына ауырығандыр. Бәлки, атайымды бик яратып, юғалтыуға йөрәге һыҙлап яфаланғандыр, тип уйлаһам, өләсәйемдең: «Әллә ниндәй нәсәп булды, кеше яфалап», — тигән һүҙҙәре минең был фаразыма ҡаршы килә. Өләсәйемдең, әсенеп-әсенеп: «Был саҡлы ла атайыңа оҡшарһың икән, Хоҙайым!» — тип әсәйемә үпкә һүҙҙәре әйткәнен дә ишеткәйнем. «Оҡшатмаҫ кәрәк ине. Мин ғәйеплеме уға!» — тип яуап бирҙе әсәйем, «Һуң хәҙер аҡыл ултырған бит. Үҙең әсәйһең. Үҙгәрт холҡоңдо». «Ни эшләп үҙгәртеп тәрбиәләмәнең һуң?» Ирекһеҙҙән ошондай һөйләшеүҙең шаһиты булғайным һәм әсәйемде ныҡ йәлләгәйнем. Өләсәйемде үтә лә яратһам да, «Ысынлап та, ни эшләп әсәйемде үҙе кеүек тәрбиәләмәгән икән? Ә хәҙер асыулана», — тигән аптыраулы һорау тыуғайны бәләкәй сағымда. Ошо һорауҙы шул саҡта уҡ өләсәйемә бирергә, асыҡларға, ни эшләп ниндәйҙер нәсәптең үҙәгенә үтеүен төпсөнөргә кәрәк булғандыр... «Аңлатайым өләсәйеңдең хәлен», — тигәндер инде Тәңре. «Һин тигәнсә булмай икән тәбиғәт яҙмыштары», — тигәндәй, ҙур ҡыҙым шул тиклем әсәйемә оҡшаған. Ҡойоп ҡуйған һымаҡ. Төҫө, буй-һыны — тотош ҡына ул инде. Төҫкә бик сибәр ине әсәйем. Ап-аҡ йөҙлө, һары бөҙрә сәсле, зәп-зәңгәр күҙле ине. «Әсәйеңдең тышҡы ҡиәфәте бөтөнләй башҡортҡа оҡшамаған, ҡарашы гына башҡортса!» — ти торғайнылар. Ҡыҙымды ла шулай тиҙәр. Төҫө генә оҡшаһа икән дә ул... Уҡыуға ла барымы булманы. Ташланы. Эшкә лә ихласлығы юҡ. «Ауырыйым, минең хәлемде аңламайһығыҙ. Үлгәс, аңларһығыҙ ҙа, һуң булыр», — тип йәлләтә-йәлләтә буй еткерҙе. Тик ятыуына ла риза булыр инең хатта. Холҡо боҙоҡ. Ни уйлағанын, ни ҡыласағын белеп булмай. Ирендәрен ҡымтып өндәшмәй йөрөй бирә лә, абайламай ҙа ҡалаһың — эш боҙа ла ҡуя. Кешегә һиҙҙермәй, ҡайһы саҡта атаһына ла өндәшмәй, бәләкәй туғандарына белгертмәй, үҙен тыйып, асыуланып йә ҡурҡытып үткәреп ебәрәм, инде тынысландым тиһәң — тағы ҡыйыҡ эше беленә. Бер ваҡыт ситтән килгән егетте, кейәүгә сығам тип, эйәртеп ҡайтты. Ризалаштыҡ. Бәлки, арыу ғына йәшәп китер, тынысланыр, тинек. Ул егеттең ауылынан өй алып бирҙек. Бына тигән туй яһаныҡ.
Күп тә торманы, айырылды ла ҡайтты. Ярай, уңмағас, уңманы. Ирҙән айырылыусы ул ғына түгел. Ул хәтле өҙгөләмәйем үҙемде, тип уйлап, үҙемдән хөртөрәк яҙмышлы кешеләр менән сағыштырып, шөкөр итеп, аҙыраҡ тынысланып йөрөй инем, икенсеһен эйәртеп ҡайтты. «Бына, таныш булығыҙ», — тип тора, иҫе лә китмәй. Әйтерһең, баҙарға барып әйбер һатып алып ҡайтҡан. Бер йыл торманы, уныһы ла ҡайтып китте. «Үҙе уҡытыусы, балаһын йүнләп тәрбиәләй алмаған», — тигән һүҙҙәр ишетә башланым. Ике бәләкәйебеҙ яҡшы уҡый, мәктәп эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Уларына хатта артыҡ иғтибар ҙа юҡ һымаҡ. Бөтә булмышымды ошо өлкән ҡыҙым биләне. Эшкә барыр булһам, ҡалтырана башлайым. Оят, ғәрлек. Бөтәһе лә бармаҡ менән төртөп күрһәткән һымаҡ. Яҡшыһы онотолдо, яманын телдән төшөрмәйҙәр. Тәрбиә сәғәтендә берәйһенә бер һүҙ әйтеп өлгөрмәйһең — үҙ балаңды ҡара, үҙ балаңа өйрәт, тип әйтеүселәр ҙә булғыланы. Ярай, кеше һүҙен үткәреп тә ебәрер, иғтибар итмәҫкә лә тырышыр инең дә, ҡыҙым үҙе, үҙәктәргә үткәреп, әсе-әсе һүҙҙәр әйтә башланы... Тамам ауырыуға әйләндем. «Ниндәй гонаһтарым бар һинең алда, балаҡайым?» — тип илаған саҡтарым да аҙ булманы. Борсоулы сағымды күреп ҡалһа, күҙҙәрендәге быяла һалҡынлығы менән текләп тора, бер ни ҙә өндәшмәй, хатта ҡарашы менән мине иҫәрлектә, уның хәлен аңламауҙа ғәйепләгән һымаҡ. «Хоҙайым, тағы ике балам бар бит, уларын аяҡҡа баҫтырырлыҡ көс бир миңә», — тим. Барыһын да атаһына һөйләп булмай. Ир йөрәге лә таштан яралмаған, һиҙенеп йөрөй инде. Уның да сәстәренә сал төштө. Ҡыҙымдың хатта үпкә һүҙҙәре лә әсәйемдекенә оҡшаған. Әйтерһең, уның йәне күскән. Ҡайһы саҡта йән күсә тигәндәренә ышанып та ҡуям.
Бер ваҡыт мунсала әсәйемде рәхәтләндереп сабындырайым, гел генә ҡоро йыуына ла сыға, тип уйлап, ташҡа аҙыраҡ эҫе һалдым. Һалыуым булды... Эһ-һ, ул ҡарашты күҙ алдына килтерһәм, йөрәгем өшөй башлай. «Үлтерергә уйлайһыңмы мине?!» — тип һикереп килеп торҙо эләүкәлә... Ҡарашы быяла һымаҡ һалҡын. Мине енәйәт өҫтөндә тотҡан кеүек, ышанмай, икеләнеп ҡарай ине. Ҡурҡып киттем. Шул ҡараш күҙ алдыма килгән һайын, үҙемде ғәйепле тоям. «Сабынғыһы килмәгәс, ни эшләп сабындырырға маташтым икән? Ни эшләп алдан ризалығын һораманым икән?» — тип үҙемде битәрләнем. Яңыраҡ ҡыҙым ошондай уҡ ҡараш ташланы миңә. Өсөнсө тапҡыр ир эйәртеп ҡайтҡас: «Балам, бер аҙ ғына яңғыҙ йәшәп ҡараһаңсы! Һин бит үҙеңде белеп бөтмәгәнһең, шуның өсөн ниндәй холоҡло кеше кәрәклеген дә айыра алмайһың. Иң элек үҙеңде аңларға кәрәк», — тигәйнем: «Нисә йәшкә тиклем үҙемде эҙләтергә ниәтең бар? Яңғыҙ ҡартайтырға уйлайһыңмы мине? Атыу ни эшләп үҙең ир менән йәшәйһең?» — тип ҡысҡырмаһынмы! Ә ҡарашы... Тап әсәйемдеке. Ҡыҙымдың холҡона ҡарап, өләсәйемде аңлай башланым; донъяһын ташлап, беҙҙе ҡарарға килеүенең, әсәйемә әсенеп-әсенеп үпкәләүенең, «Ах шул нәсәбегеҙҙе әйтәйем, арамдаланып ятыу тиһәң, һеҙгә ҡуш, ҡулынан эш килмәһә лә, тел тигәндә телеп һала, балаларыңды ҡарау урынына һине көйгә һала алмай йонсойом да йөрөйөм», — тип әсенеүенең сәбәбенә төшөндөм. Әсәйем менән үҙ баламды һөйләү йөрәккә лә, күңелгә лә ауыр. Ике ғәзиз кешем бит улар. Бер бауырбыҙ. Ғәйеп итмәгеҙ инде. Ошо хәлдең әрәсәһенә төшөнгөм килә. Ысынлап та, баш балам булғас, тәрбиәләй белмәнемме? Ваҡытым ҡалманымы? Әллә нәҫел ҡаны шул тиклем көслөмө? Ғүмер буйы көткән донъябыҙҙы, тыуған ерҙе, дуҫтарҙы ҡалдырып күсеп китергә тура килде ошо ҡыҙым арҡаһында. Ялҡауланыуы, насар уҡыуы ғына түгел, тәҙрәнән сығып ҡасып китеүҙәре, оҙон-оҙаҡ ваҡытҡа юғалыуҙары, мине һөйһөнөп етмәгән ҡатындарға мине һөйләүе үҙәктәргә үтте. Атаһына: «Әллә ҡайыш күрһәтеп алаһыңмы?» — тинем бер саҡ, аптырап. «Юҡ, — ти, — ҡыҙ балаға һуғырға ярамай». Үҙем дә ҡурҡтым, һуҡһаң, өйҙән биҙеүе, бөтөнләй ҡайтмауы ихтимал, тип тә уйланым. Намыҫы ни тора! Үҙем әҙәбиәтте, тормош һабаҡтарын шул тиклем яратып уҡытам, ә үҙ балам бер ниндәй ҡалыпҡа һыймаҫ тәртипһеҙ тормош алып бара...
Зәлифә һөйләүен туҡтатты ла тартынып ҡына, әммә шундай өмөт менән, ярҙамға сарсап ҡараны, әйтерһең, мин бер һелтәүҙә уның бөтә ҡайғыларын һыпырып алырлыҡ йәки бер һүҙ менән генә уның ҡыҙын ғаилә ҡалыбына һалырлыҡ ҡөҙрәткә эйәмен.
Лекциямды иң алғы рәттә ултырып, башын баҫып ҡына тыңлай ине ул. Үҙ-үҙенә бикләнеп, уйҙарға сумып ултырған икән.
— Зәлифә һеңлем! Врачтарҙың үҙ балалары ауырымаймы ни? Улар бит һәр ауырыуҙың сәбәбен һәм уны булдырмау юлдарын беләләр. Ә ауырыу барыбер үҙенекен итә. Хатта профессор дәрәжәһендәге белгестәрҙең дә ғаиләһенә барып инә сир. Шулай бит? Насар холоҡ та шулай уҡ — ауырыу, күңел ауырыуы. Ул ҡандан күсә. Уның өсөн үҙеңде сыбыртҡыларға ярамай. Физик яҡтан зәғиф тыуған бала өсөн туҡтауһыҙ үҙен ғәйепләмәй бит әсә кеше. Ә уның хәлен еңеләйтергә тырыша. Күңел ауырыуы ла шундай уҡ сир, уның өсөн өҙгөләнергә, үҙеңде битәрләргә, яфаларға ярамай. Дауаларға кәрәк ҡыҙыңды. Медицина көслө беҙҙә. Нәҫелдән ундай ҡан күскәнгә уның да ғәйебе юҡ. Тик ваҡытында сараһын күрергә кәрәк. Ҡыҙың үҙе аңлап, сәләмәтлеген нығытыу хәстәрлеге күрмәй икән, юлын табырға кәрәк.
— Ҡеше бит уны аңламай. Ғәйеп итә. Беҙҙә ни эшләптер шулай бит: нервынан, психик ауырыуҙан дауаланып сыҡҡан кешегә мөнәсәбәт төрмәлә ултырып сыҡҡандарға ҡарағанда ла хөртөрәк.
— Ғәйеп эҙләп, ғәйбәт һөйләп көн үткәреүселәр ҙә бар донъяла. Ундайҙарға иғтибар итеү — үҙеңдә ғәйеп таныу тигән һүҙ. «Ауыртмаған яғыңа ят» тигән аҡыллы һүҙ бар бит халыҡта, һиңә тыныслыҡ ҡайтарырға кәрәк. Йөрәк ауырыуына әйләнеп китмәһен борсолоуҙарың. Үҙеңде улай сыбыртҡылама.
— Ә мин ҡайғырам да ҡайғырам. Уның холҡон нисек итеп үҙгәртергә икән, тип уйлайым. Ашымдың тәме, йәшәүемдең йәме китте, һин дөрөҫ тәрбиәләмәгәнһең, тип үпкә һүҙҙәре ташлай башланы хәҙер.
— Уныһы ла барҙыр, бәлки. Беҙ, балаға дөрөҫ тәрбиә бирәбеҙ тип, үҙебеҙ уйлап тапҡан ҡалыпҡа һалырға тырышабыҙ. Ә һәр кешенең үҙ холоҡ ҡалыбы була. Уны иҫәпкә алмайбыҙ. Һөҙөмтәлә, беҙ үҙебеҙсә дөрөҫ тәрбиә бирергә ынтылабыҙ, ә уны бала ҡабул итә алмай. Ә ғәйепте иң тәүҙә үҙебеҙҙән түгел, ситтән эҙләй башлайбыҙ.
— Тәрбиәнең бөтөнләй әһәмиәте юҡмы икән ни? Бөтә холоҡ-фиғел ҡан аша ғына күсәме?
— Тәрбиәнең әһәмиәте ҙур. Әммә беҙ кешенең Тышҡы донъяһын ғына тәрбиәләй алабыҙ. Фәҡәт Тышҡы донъя тәрбиәһе аша ғына Эске донъяға тәьҫир итергә мөмкин. Әммә эске донъя аң менән бәйле. Шуға күрә иң тәьҫирле тәрбиә — үҙтәрбиә, Эске донъяһын кеше үҙе генә үҙгәртә ала. Өс балаң өс төрлө холоҡломо?
— Эйе. Шуға аптырап һорайым шул. Мин бит уларға бер үк тәрбиә бирәм. Ни эшләп өсөһө өс төрлө һуң улар?
— Беҙҙең бөтә бәләбеҙ шунда ла инде. Кешенең холҡон өйрәнгән саҡта ҡандан күскән заңды иҫәпкә алмайбыҙ. Балаға дөрөҫ йүнәлеш биреү өсөн, халыҡ әйтмешләй, эс-бауырына инеү, уны өйрәнеү, уның Эске донъяһы менән йәшәп ҡарау, уның холоҡ ҡалыбын белеү мөһим.
— Ә ҡыҙымды ни эшләтәйем икән?
— Намыҫы менән сыбыртҡылап, ҡурҡытып, янап аҡылға ултыртып булмаҫын аңлағанһың. Үҙенсә йәшәһен. Өй һалып биргәнһегеҙ, нисек теләй — шулай көн күреп ҡараһын. Үҙе хаталанһын, үҙе төҙәлһен. Ә кәңәште ҡыҙыңдың яҡын кешеһе — серҙәше йәки психолог аша бирергә кәрәк. Сөнки әлегә ул һеҙҙе тыңламаясаҡ. Ә уның ышанысына инеп алған кеше кәңәш биргән саҡта бер үк нәмәне тылҡыһын. Ҡабатлау таблицаһында билдәле бер тәртипкә һалынған һандар бер туҡтауһыҙ ҡабатлауҙан һуң ятҡа бикләнә. Ятлап алһаң, һиңә хеҙмәт итә башлай. Уйҙы ла, зиһенгә һеңдерер өсөн, көн һайын ҡабатларға кәрәк. Ҡабатланған уй-фекергә үҙең инанаһың, һәм бөтә булмышың шул фекергә буйһона башлай. Шуның өсөн тормошон яйға һалырға, киләсәге хаҡында хәстәрләргә кәрәклеге хаҡындағы фекерҙе тылҡырға, һеңдерергә кәрәк. Ә намыҫы менән ҡамсылау, уның арҡаһында һеҙгә оят килеүе тураһында һүҙҙәр уны оторо ярһыта ғына.
— Мин үҙ әсәйемә улай ныҡ оҡшамағанмын. Ә балам уға тартҡан. Ни эшләп улай икән?
— Бәлки, ғоманлы саҡта әсәйең хаҡында үтә ныҡ уйлағанһыңдыр, борсолғанһыңдыр, әсәйеңдең холоҡ-фиғелдәрен ҡайта-ҡайта иҫләп, балаңдың уға оҡшамауын теләберәк тә ҡуйғанһыңдыр.
— Балаға ғоманлы саҡта уйлаған уйҙар уның холҡона тәьҫир итәме икән?
Зәлифәнең һорауҙарына яуаптар башҡа тыңлаусыларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлап, тормоштан алынған миҫалдарҙан сығып, был хаҡта артабан лекцияларҙа ла һөйләргә булдым.
Ғәли-Ғәлиә
Бик татыу йәшәгән йәш ғаиләлә бер-бер артлы дүрт ҡыҙ бала тыуа. Ир кеше, ғәҙәттә, тәүге баланан башлап малай көтә башлай. Был тәбиғи. Нәҫел дауам итергә, уның шәжәрә ебе юғалмаҫҡа тейеш. Шул — уның маҡсаты. Атай кеше тағы ҡыҙы тыуыуға, имен булыуына шатланһа ла, ир бала булмағас, күңеле төшөп йөрөй. Шунан бишенсеһен мотлаҡ малай итергә яйын эҙләй башлай. Өлкәнерәк таныштары менән кәңәшләшә, шым-шым ғына тәжрибә уртаҡлаша башлайҙар. Күрше ауылда бер ғаиләлә бик ҡыҙыҡ хәл күҙәтелә: балалар гел алмаш тыуа, бер малай, бер ҡыҙ, өсөнсөһө — тағы малай, дүртенсеһе — тағы ҡыҙ, бишенсеһе — малай, алтынсыһы — ҡыҙ бала. Ошо ғаиләгә барып, тәжрибә уртаҡлашырға тәҡдим итәләр. Китә атай кеше кәңәш алырға. Тәжрибәле ғаилә башлығы бик мут булып сыға:
— Аптырағанһың икән! Күптән киләләр уны! Ана, өйөлөп ятҡан мендәрҙәрҙе күрәһеңме? Береһе лә тауыҡ йөнө йәки ҡаҙ йөнөнән яһалмаған. Бөтәһе лә япраҡтан. Ҡыштырлап тора! — ти.
— Шунан?
— Йәй көнө япраҡтар йыйып мендәр тултырып алып ҡал. Ҡыҙ бала кәрәк икән — ҡайын, еләк-емеш япраҡтарынан яһалған мендәр һалып ят баш аҫтына. Ир бала кәрәк икән, рәхим ит — имән, ҡомалаҡ япраҡтарынан яһалған мендәрҙә йоҡла.
— Йыл буйы йоҡларғамы?
— Юҡ, йыл буйына бармай ул, ике-өс ай етә. Кәңәш кенә биреп ҡалмай теге тәжрибәле ир, хатта япраҡ мендәр ҙә ҡосаҡлатып ҡайтара.
— Әйткәнең раҫҡа сығып, ир бала тыуа ҡалһа, һинең исемеңде ҡушырмын.
— Исеме лә әҙер булғас, әйҙә, «Ғәли, Ғәли» тип ҡабатлап йөрө. Бала әсәһенең ҡорһағында ятҡан саҡта уҡ бөтәһен дә тойоп, ишетеп йөрөй. Мин, ҡатыным ир балаға буйға ҡалһа, гел «Урал», «Ел, ерәнем» кеүек йырҙар йырлайым, ә ҡыҙҙарыма иһә «Сәлимәкәй ҡыйғас ҡаш»ты һуҙам. Бөгөндән үк ҡыҙҙарыңа ир бала ҡурсағы алып бир. Ир бала итеп уйнатһындар. Йырлай беләһеңме?
— Аҙ-маҙ һупалайым.
— Көйҙәр бер-береһенән айырылып торорлоҡ йырлаһаң, ярай. Әйҙә, егет, уңыш теләйем.
Урау булһа ла, район үҙәге аша ҡайтып, магазиндарҙан ир бала ҡурсағы эҙләтә атай кеше. Юҡ. Ҡайҙа барма — ҡурсаҡтар гел ҡыҙ бала. Ниһайәт, баш бармаҡтай ғына шыр яланғас итеп эшләнгән сабый ҡурсаҡтар табып ала. Ир бала ҡурсағы табыуҙан төңөлөп бөткән ерҙән быларға юлыҡҡас, атҡа менгәндәй шатлана. Ул ҡурсаҡтарҙы бәләкәй ҡыҙҙар ни өсөндөр «помпас та помпас» тип атайҙар, яратып уйнайҙар.
Шулай итеп, тәжрибәле ир кәңәштәренең һәр бер ҡағиҙәһе теүәл үтәлә.
— Быныһы малай, быныһы малай! — тип шатланып көтә атай кеше, япраҡ мендәрҙән, ысынлап та, ҡомалаҡ еҫтәре аңҡып торғанына ҡыуанып. Әсәй кеше лә, ниһайәт, ирен шатландырасағына, дуҫтарының да ирен «бракодел» тип үртә-мәйәсәктәренә эстән ҡыуанып, өмөтләнеп көтә баланы. Ҡыҙҙары ла ошо уҡ өмөттә була. Тик ҡатыны яғынан ҡайын-еңгәһе генә бикәсенең һыйыр һауырға сүгәләп ултырған саҡта һул яғына көс төшөрөңкөрәгәнен ҡарап тороп:
— Ай-һай, кейәү, улай бик ымһынмағыҙ әле. Бикәс бер ҙә ир бала табырға оҡшамаған. Борон тәғәйен бала көтөргә рөхсәт итмәйҙәр ине, — ти.
— Һин беләһеңме, силсәүит беләме, тигәндәй, ҡайҙан алып әйтәһең, ҡайынеңгә? Малай тигәс, малай! — тип үпкәләй кейәүе. Ә үҙе тыуасаҡ ир балаһы тураһында шул тиклем хыяллана, ат менергә өйрәтеүе лә, балыҡ тота барыуҙары ла, хатта һунарға сығыуҙары ла күҙ алдына килә. Ҡайһы саҡта хатта күҙ алдына килгән күренештәргә ҡыуанып йылмайып ҡуя. Ҡатыны менән икәүләшеп хыялдарға бирелеп китәләр. Ҡайынеңгәһе башҡаса ул фекерен ҡабатламай. «Улайтып миңә ышанмағас, әйҙә, балаһы тыуғансы булһа ла малай атаһы булып йәшәһен», — ти ҙә ҡуя.
Туғыҙ айға һуҙылған хыял ҡапыл селпәрәмә килә — бишенсе бала ла ҡыҙ булып тыуа.
— Ғәли тип исем әҙерләгәйнем — Ғәлиә тип ҡушайыҡ инде. Ярай, минең ҡыҙҙар, кәләшкә оҡшап, уңғандар улар. Ҡайһы берәүҙәрҙең малайҙарына биргеһеҙ, — ти биш ҡыҙ бала атаһы, кинйәкәйенең тас үҙе булып үҫеп килеүенә ихлас шатланып. Бер аҙҙан бөтә бошоноуҙары юҡҡа сыға, Ғәлиә атаһынан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөй, уға ярҙамлаша, ат та менә, балыҡҡа ла эйәреп бара, урман ҡырҡырға ла, бесәнгә лә атаһы менән бергә китә. Ҡалын ҡуйы сәсле, оҙон толомло, килешле кәүҙәле ҡыҙ булып үҫеп китһә лә, кәлебе менән ир балаларға тартыбыраҡ тора. Малайҙар менән футбол уйнай, саңғыла йөрөгәндә уларҙан ҡалышмай. Класташ ҡыҙҙары менән ярышҡан саҡта гел беренсе урынды алғас, улар хатта, Ғәлиә малайҙар менән ярышһын, барыбер беренсе урынды ала ул, тиҙәр уҡытыусыға. Ғәлиә мәктәптә малайҙар араһында ла икенсе-өсөнсө урынды ала. Хатта Өфөгә лә саңғы ярышына ебәрәләр. Тик унда малайҙар менән ярышырға рөхсәт итмәйҙәр, ә ҡыҙҙар исемлегенә индерелмәгән була. Юҡҡа-барға бошонмай торған Ғәлиә, Өфөнө күреүенә лә ныҡ шатланып, тыныслана. Шунан ярышҡа килгән сит райондан бер малай, туңдырманы күп ашап ауырып киткәс, малайҙар кейеме кейеп, уның урынына ярышҡа сыға ла ботөнләй икенсе район мәктәбенә еңеү яулай.
Ғәлиә һигеҙенсе класта ваҡытта күрше ауылдан килгән уҡыусылар араһында тыныс ҡына холоҡло Ғәбит тигән малай менән дуҫлаша. Ғәбит ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән. Өлкәндәре лә ир бала. Ғәбитте әсәһе лә, башҡалар ҙа ҡыҙ бала булыр тип көткәндәр, сөнки әсәһенең ғоманлы саҡта ҡойҡа ашағыһы килгән. Әсәһе бесәнгә төшөр алда мал һуйған күршеһенән тояҡтар алып, ҡыуана-ҡыуана ҡойҡа бешергән: «Хәҙерге заман ҡыҙҙары әллә ни эшләп ир әсәһе менән бергә йәшәү яғында түгел, ҡартайған көнөмдә килен ҡулына ҡарап ҡалғансы, исмаһам, ҡыҙым түшәгендә ятырмын», — тип хыялланған, ҡыҙ бала булырына өмөт итеп. Әммә ҡуйы ҡара сәсле ир бала донъяға килә. Сабыйға Ғәбит тип исем ҡушалар. Ғәбит бәләкәйҙән әсәһе тирәһендә урала, хатта бәйләм бәйләргә лә өйрәнә, ҡамыр баҫа, икмәк бешерә, туҡмасына тиклем киҫә. Ошо ир бала менән Ғәлиә тәүге көндә үк бер-береһен яҡын күреп, дуҫлашып китәләр. Аҙаҡ өйләнешәләр ҙә совхоз үҙәгенә йәшәргә китәләр. Татыу йәшәйҙәр. Тик улар хаҡында әленән-әле лаҡап-мәҙәктәр һөйләп сығарып ҡына торалар.