Мин "икеле" тоҡсайҙары менән һөйләшмәйем, — тине лә алдына боролдо.

Ах, һин, заучка! Хәҙер кәрәгеңде алаһың! — Асыуы ташҡан Әмилә класташыбыҙҙың сәсенә барып йәбеште.

Леү-ү! Ебәр тинем!

Инде белерһең кем менән телләшергә!

Парта ҡолап китте. Ултырғыстар йән-яҡҡа осто. Оло йәштәге уҡытыусы уларҙы нисек кенә тынысландырырға маташмаһын, барыбер килеп сыҡманы. Ҡыҙҙар бер-береһенең сәсенә йәбешкән дә, ебәрергә уйламайҙар ҙа. Башҡалар ҙа урынынан торорға баҙнат итмәй. Әмиләнең холҡон улар яҡшы белә — аҙаҡ үҙҙәренә эләгеүе бар.

Фәрит менән икебеҙ Әмиләне айырырға булдыҡ. Бәхәс беҙҙең арҡала башланды бит.

Милә ебәр уны, — тинем тынысландырырға тырышып.

Етәр, һинең өсөн беҙҙән көләләр бит, — ти Фәрит. — Былай ҙа гел детдомдыҡыларҙың эсен сәйнәйҙәр.

Шул арала теге ҡыҙ Әмиләнең ҡулын тешләп алды.

А-а-а! Ҡулымды-ы-ы!

Мин һиңә ебәр тинем бит! — Ҡыҙ ҙа тешләүенең сәбәбен аңлатмаҡсы итте.

Ыҙарып киткән Әмилә йәнә тегегә тондорҙо. Тас та тос һуғыш китте. Дәфтәр, ручкалар тирә-яҡҡа осто. Теге ҡыҙыҡай иҙәнгә ҡолап китте. Беҙ уларҙы айырабыҙ тип, үҙебеҙгә лә "өлөш" алдыҡ.

Милә сап иттереп Фәриттең битен тырнап алды, шунан мине лә осора төртөп ебәрҙе. Ҡысҡырышыуҙарҙан класс яңғырап тора.

Етәр! Етәр! Етә-ә-әр тинем! — Уҡытыусы түҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе. Бөтәһе лә тымып ҡалды. Апай асыулы итеп беҙгә ҡараны. — Хәҙер үк кластан сығығыҙ! Дәресте бүлеп юрамал ҡыланаһығыҙ инде!

Милә шунда уҡ дәфтәр-ручкаларын йыя башланы. Фәрит менән мин генә сығырға ашыҡманыҡ.

Барығыҙ, барығыҙ, барығыҙ! Тиҙерәк күҙемдән юҡ булығыҙ тигәндәй, уҡытыусы ишек яғына күрһәтте. Әмиләнең артынса беҙ ҙә сыҡтыҡ. Ул ишек төбөндә көтөп торған икән. Класта ғауға ҡуптарғаны өсөн уның менән һөйләшке лә килмәй. Ә ул бер ни булмағандай йылмая ғына.

Пкәләмәгеҙ миңә, —тигән була.

— Юҡ, башҡа һинең менән һөйләшмәйем. — Бите тырналған Фәрит шулай яуапланы.

Ярай көймә инде. — Әмилә юхалана бирҙе. — Анау осло танауға йәнеп көйҙө лә китте. Ул үҙе детдомдыҡылар тураһында һөйләнергә ярата. Ә дөрөҫөн әйткәндә, мин юрамал талаштым.

Нисек инде юрамал? — тип аптыраштыҡ.

Бына шулай. Уҡытыусы ҡайтырға тәүҙә үк рөхсәт итмәгәс, нисек тә булһа һыпыртырға кәрәк тип ултыра инем. Шунан кемдер менән булһа талашыр кәрәк тип уйлап ҡуйҙым. Ә теге ҡыҙ минең ҡорбаным булды ла ҡуйҙы. — Һәйбәт иттем, ивет?

Ллә инде... Детдомға уҡытыусыбыҙ шылтыратып әйтмәһә ярар ҙа ул, — тинем.

Йтһен дә, әйҙә! Берҙе әрләрҙәр ҙә оноторҙар. Ә бына бөгөн матур кейем алһам, үәт, исмаһам, шәп буласаҡ. Малайҙар, һеҙгә костюмды үҙем ҡарап бирәсәкмен. Шөкөр, кейемдә мин вкусым бар ул. Тик һеҙ миңә асыуланмағыҙ, йәме!

Бергә уҡып, бер йортта йәшәгән кешегә оҙаҡ үпкәләп буламы инде?! Әмилә лә шул хәтлем мауыҡтырғыс һөйләүгә әүәҫ. Ғәйебе булһа ла, уны танып, йәтеш кенә итеп аҡлана белә. Бына әле лә класта ғауғаның сығыуы шул иртәрәк ҡайтыу хәстәрләүенән икән тине.

Ярай, Әмилә, бүтәнсә улайтма. Белгең килһә, аҡыллы ҡыҙҙар һуғышып, талашып йөрөмәй. — Оҙаҡ шым барғандан һуң Фәрит телгә килде.

Әмилә был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡыуанып китте:

И-и-и, минең аҡыллыларым! Бүтәнсә улайтмам, әммә ҡаршы сыҡһалар — шымып ҡалмам!

Балалар йортонда күпселек ыҙғыш шул кейемгә бәйле. Йөҙ балаға бер юлы әйберҙәр алып киләләр ҙә, шунан тараталар. Өйҙәге кеүек һәр кемде кейендерер өсөн айырым баҙарға йөрөтмәйҙәр. Гелән бөтәһенә лә бер үк төҫтә әйбер алына. Аяҡ кейеме лә, костюм да, куртка ла, шапка ла, бирсәткәләр ҙә — бөтәһе лә бер иш! Игеҙәк кеүек йөрөйһөң шунда! "Ана, инкубаторҙар урамға сыҡҡан!" — тип мыҫҡыллай ауылдан ҡайһы берәүҙәр. Әй, ғәрләнәм шул һүҙҙәрҙе ишетһәм. Ошо сепрәк-сапраҡтарҙы һаҡлап кейә белеү ҙә — ҙур оҫталыҡ. Берәүҙең бирсәткәһе тишелһә, икенсенекен урлай ҙа ҡуя. Ә һин минеке тип әйтеп ҡара! Бөтәһе лә бер иш бит! Бик һирәк кенә бүтән төҫтәге бер нисә кейем килә. Бына шул өлөшкә эләгәйем тип хыяллана ла инде Әмилә.

Бына мин ҙурайһам, теләгән кейемде һатып аласаҡмын. — Фәрит татлы хыялдары менән уртаҡлашырға тотондо. — Балаларыма ла, ҡатыныма ла бүтәндәрҙә булмағанын һайлармын. Һеҙгә лә иң затлыһын бүләк итермен, йәме?!

Класташыбыҙҙың йомартлығынан йылмайып ебәрҙек. Эй, хыялланырға ярата ла инде Фәрит! Беҙҙә эшләгән Флүрә апай, әгәр ныҡ теләһәң — хыялдарың тормошҡа аша, ти. Фәриттең дә, минең дә, Әмиләнең дә уйлағандары ысынға әйләнһә ярар ине.

Бөгөн төркөмөбөҙҙә Хәкимә апай эшләй. Беҙҙең иртә ҡайтыуыбыҙға аптырап ҡуйҙы.

— Әй, уҡытыусы ауырып киткән, — тип яуапланы Әмилә.

Беҙ мәктәп кейемдәрен алыштырғансы, сос ҡыҙыҡай келәт яғын урап өлгөргән. "Хәкимә апай, унда хәҙер кейем бирәләр. Әйҙәгеҙ, шунда барайыҡ", — тип Әмилә һорағас, тәрбиәсебеҙ теге "хазина"ға алып китте.

Ур-ра, беҙ беренсе! — Әмилә шатлығынан һикереп ебәрҙе. — Уңдыҡ былай булғас. Малайҙар, тәүҙә миңә һайлайбыҙ ҙа, шунан үҙем һеҙгә ҡарап бирәм, йәме.

Алай класташыбыҙ сос икән! Ысынлап та, бер нисә бүтән төҫлө кроссовки, костюмдар ҙа килтергәндәр. Бүтәндәрҙән айырылып торған кейемдә йөрөйәсәгемде күҙ алдыма килтергәс, күңелгә йылы йүгерҙе. Фәрит тә ҡыуанысынан ҡайҙа баҫырға белмәй.

Наши рекомендации