Нимә һуң ул аң? Үҙгәрә торған төшөнсәме? Үҙгәрмәй торғанмы? 2 страница
Уның Япониянан ауыл старостаһына рус телендә яҙған хаты ла һаҡлана, һуғышта ятып ҡалған йәки әсир төшкән ирҙәрҙең ҡатындарына балаларын бағыуҙа ярҙам итергә, рәнйетмәҫкә, тип хат яҙған. «Беҙ әсирҙә мәңге булмабыҙ», — тип иҫкәртеп тә ҡуйған. Бураҡаевтар шәжәрәһен алып барған. Шәжәрә исем-шәрифтәрҙән генә тормай, ғаилә ағзаларының һәр береһенең холоҡ-ғәҙәте лә яҙылған. Граждандар һуғышы мәлендә ауылға аҡтарҙы ла, ҡыҙылдарҙы ла индертмәй, ауыл ирҙәрен туплап, ауылды һаҡларға тырышҡан. Күпме ваҡытҡа еткәндер уның был фиҙаҡәрлеге, әммә, нисек кенә булмаһын, халыҡты үҙенсә ҡурсалап маташҡан. Ауылды аҡтар баҫып алғас, халыҡты рәнйеткәне өсөн береһен атып үлтергән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, ҡатындар бәләкәй сана һөйрәп урманға утынға барған саҡта, йәшерәк ҡатындарға урмансы бәйләнеп маташҡан. Быны ишетеп ҡалған Зыяйетдин ҡайным урмансыны өйөнә саҡырып алған, ишеген бикләп ҡуйған да утын ағасы алып «аҡылға ултыртып» сығарған. Бер саҡ Диҡҡәт балыҡ тоторға тип һалған мурҙаһын ҡарарға барһа, күрше урыҫ ауылы ирҙәре мурҙаны сығарып маташалар икән. Ун бер-ун ике йәшлек Диҡҡәт йүгереп барып бер ирҙең ҡулына йәбешкән. Уныһы Диҡҡәтте күтәреп алып һыуға ырғытырға торғанда, икенсеһе: «Не трогай! Он же Зияйкин внук! Всю деревню дотла сожжет!» — тип ҡысҡырып ебәргән. Ғүмере буйы ауылын яратып, ауылының именлеген һаҡлап, ҡулынан килгән тиклем ҡурсалап йәшәгән ҡайным бер етәксенең Үрге һәм Урта Мотал ауылдарын яратмауы арҡаһында ғына «перспективаһыҙ ауылдар» исемлегенә теркәп ебәргәне, үҙенең бер ни ҙә эшләй алмағанлығы, ә уландарының бирешеүе өсөн әсенеп тәрән көрһөнә ине.
— Эй-й-й, үрге мәсет, түбәнге мәсет тип һөйләүҙәр тарихҡа ғына ҡалды инде. Ике мәсетле Үрге Мотал бөгөнгө көндә юҡ ителһенсе! Ә илгә ул ниндәй батырҙар бирҙе! Беҙҙең ауылдан ғына ла йөҙгә яҡын кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашты. Ниғмәтша Рыҫҡолов, Ғариф Ураҙбаевтар орден тағып ҡайттылар. Минең улым Насретдин батырҙарса һәләк булды. Бөгөн килеп уларҙың ауылы юҡ. Шуның өсөн ҡан ҡойҙолармы ни ул егеттәр? — тип тағы ауыр көрһөнөп һүҙгә ҡушылды Зыяйетдин ҡайным.
— Диҡҡәт улым, Моталдың зыяратына булһа ла кәртә тотоп ҡуйырға кәрәк ине, исмаһам. Бигерәк мал аяғы аҫтында ҡалған, тиҙәр бит.
— Июль башында бөтә ауылдаштар йыйылышырға һөйләштек. Шул саҡта кәртәләп китербеҙ, олатай.
— Ярай, әләйһәң. Әруахтар тыныс ятһын, исмаһам.
— Атай, Әбделхай ағайым айыу бейетә башлағайны. Тамамлап ҡуйһын, — тине, атаһының үтә әсенеүенә күңеле тулып киткән Фәсхетдин ҡайнаға.
— Әйҙә, дауам ит. Тел эләктереп ҡалған мәлдә әйтеп үтәйем, тип уйлауым. Өлкәнәйгәс, хәтер келт итеп кенә ҡала ул. Әле генә бер фекер зиһенде ярып килеп инә лә, әйтә һалып ҡалмаһаң, тел осона етеп һүҙгә әйләнгеләгәнсе юҡ та була. Әбделхай, һин үҙең, мәсетте телгә алып, йөрәкте иләҫләндереп ебәрҙең бит.
— Ҡуй инде, ҡайным, ни һөйләһәң дә, ни тотһаң да Мотал иҫкә төшөп тик тора шул. Әйҙә, ҡайнаға, мин аш әҙерләгәнсе айыуыңды бейетә тор, — тип, Ғәлиә еңгәй, ҡайныһының иҫтәлектәргә бирелеп китеүен аҡлағандай, йомғаҡ яһаны ла, оло кешенең һүҙен бүлдерергә ҡыймай ултырған Әбделхай ҡайнағаға һүҙ дилбегәһен тоттороп, ашъяулыҡ йәйә башланы. Ҡыҙҙары Люциә, Әлфиә өтәләнеп йөрөп ярҙам иттеләр.
Әбделхай ҡайнаға һүҙен дауам итте:
— ... Айыу бейетеүсе үҙ ҡәҙерен үҙе белеп кенә, текә баҫып, ҡайҡая биреп тора. Майҙанға халыҡ йыйылғанын көтә. Үрге Мотал халҡы тотош йыйыла. Сәңгелдәктәге сабыйҙарын йомарлап, ҡуйындарына ҡыҫтырып, йәш килендәргә саҡлы килеп етә. Майҙан уратып, күпереп ятҡан үлән өҫтөнә лыпын ултырып тамаша көтәләр. Теге ир олпат ҡына ҡыланып айыуын сылбырынан ысҡындыра. Айыу халыҡҡа ҡарап баш эйә. Халыҡ гөж килә. Шунан хужаһы ҡурайҙа бейеү көйө уйнай башлай. Айыу көй ыңғайына ҡәҙимге һелкенеп торған була. Теге ирҙең мутлығының сиге юҡ. Бәлки, айыу һелкенеүенә тура килтереп тә уйнағандыр ҡурайын. Иллә-мәгәр халыҡты ышандыра ине. Бер аҙ бейетеп алғас, еңдәрен һыҙғанып тороп айыуы менән көрмәкләшә башлай. Эй айпашалар, эй айпашалар. Шунан айыу еңә тегене. Еңә лә, артҡы аяҡтарына баҫып, тағы баш эйә. Был юлы хужаһы шәкәр киҫәге һоғондороп ебәрә. Халыҡ тын да алмай ҡарап тора был тамашаны. Һуңғы килеүендә лә шулай, айыуҙан еңелеп, уныһы баш эйеп, инде китәбеҙ тип кенә торалар ине, күрше ауылдың данлыҡлы көрәшсеһе... теге... кем әле, Зыяйетдин ағай? — тип өндәште ҡайныма. Ҡарт һаҡалын һыйпап алды ла:
— Ҡуй, мырҙам, исемен әйтмәй генә һөйлә, көрәшеп дан ҡаҙанһа, атап әйтер инең. Бығаса яулаған данын шул саҡтағы дыуамаллығы менән юҡҡа сығарҙы бит. Артабан ни өсөндөр көрәштәрҙә лә ҡатнашманы ла ҡуйҙы ул. Хөртөн исемләмәй һөйләп өйрән һин уның. Күңелеңә артыҡ ҡара нур йыйма, — тине.
— Айыуҙы ебәрмәйерәк тотаһың, шикелле, ауылдан. Ни эшләтәһең хәҙер? — тип һораны Фәсхетдин ҡайнаға тағы.
Әбделхай ҡайнаға, мәҙәк һөйләүсе ҡиәфәте алып, үҙе лә ҡайҡайыбыраҡ ултырҙы ла һүҙен дауам итте:
— Теге көрәшсе сыҡты ла: «Ҡана, үҙем көрәшеп ҡарайым», — тип ең һыҙғана ла башланы. Ғәйрәт ташып тора инде! Тирә-яҡта һабантуйҙарҙа бер тапҡыр ҙа еңелгән кеше түгел ине.
— Көрәшкең килһә, ҡаршылығым юҡ. Көрәш. Тик аслан айыуҙы еңеп ҡуйма. Алдан иҫкәртәм. Айыу үҙен еңгәнде яратмай. Һәр саҡ еңеүсе булырға тейеш! — тине айыу хужаһы. Көрәшсе өндәшмәне. «Ағайыңды белмәйһең икән әле!» тигәндәй көлөмһөрәп ҡуйҙы ла, майҙанға сығып, айыу менән айпаша башланы. Йөрәге етеп сығыуы үҙе батырлыҡ инде барыбер, Зыяйетдин ағай? Шулай бит?
Ҡайным бер килке өндәшмәй ултырҙы. Мин заманында батыр ҙа, тәүәккәл дә, үткер ҙә булған был ил ҡартының ни әйтерен түҙемһеҙләнеп көттөм.
— Белмәйем, уландар. Мин маҡсатһыҙ батырлыҡты дыуамаллыҡҡа һанайым,— тине ул. Был һүҙҙәр ғүмерлеккә зиһенемә уйылып ҡалды.
— Айыу холҡон белмәүҙәндер инде... — тип, үҙ фекерен ҡыҫтырып ебәрҙе Фәсхетдин ҡайнаға, көрәшсенең дыуамаллығын аҡлағандай.
Әбделхәй ҡайнаға һүҙен дауам итте:
— Көрмәкләшә торғас, тәкей салҡан һалды бит айыуҙы! Майҙан бер юлы «аһ!» тип, ғәжәпләнеүен йәшермәй тулҡынып ҡуйҙы. Әммә айыу күҙ асып йомған арала һикереп торҙо ла тегене һелтәп тә ебәрҙе. Ныҡ теймәне, ахыры. Тейһә, айыу һеңгәҙәтә һалыр ине. Көрәшсе көрәшселеген итте, йылғыр ҙа, сос та булып сыҡты: көрәш майҙанынан ситкәрәк барып усына ҡырсынлы тупраҡ йомарланы ла айыуҙың күҙенә һипте. Уныһы ул-был иткәнсе, еңеүсебеҙ урам буйлап йән-фарман ҡаса башланы. Түңәрәкләп майҙан тирәләп ултырған кешеләр һә тигәнсе ситкә һибелде, ояһы туҙҙырылған һағыҙаҡ һымаҡ, гөжләп әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа ташланды ла өйҙәренә инеп бикләнде. Тамаша ҡайғыһы китте. Айыу елдерә генә тегенең артынан. Еңеүсе әллә осоп барҙы, әллә ҡоймалар аша һикерҙе, керпек ҡаҡҡан арала Зыяйетдин ағайҙың бейек ҡоймаһына барып та етте, даһырлап менеп тә китте. Айыу тегенең артынан үрмәләне. Уйланылмаған, аңғармаҫтан килеп сыҡҡан хәүефле бер тамаша булды халыҡҡа. Дауам ит әле, Зыяйетдин ағай, айыу һинең ҡоймаңды туҡмай бит.
— Минең ҡойма аша һикерҙе шул дыуамал батыр, — тип һүҙҙе ялғап алып китте Зыяйетдин ҡайным.
— Ул көнө өй беренсә саҡырып йөрөнөләр тамашаға, ашығыс эшем булғас, бармай ҡалғайным. Ырымбурҙан килеп тәгәрмәс алып китергә тейештәр ине. Туғын туғығайным. Безелдеге сығып, йәнгә тейгән серекәйҙәрҙе ҡыуырға ла ваҡыт тапмай баш баҫып эшләп йөрөһәм, бер саҡ нимәлер шатыр-шотор итә башланы. Аяҙ көндә ни эшләп күк дөһөрләй икән, тип күтәрелеп ҡараһам, ҡойма аша берәү һикереп төшмәһенме, ҡобараһы осоп. Алан-йолан ҡаранды ла таш келәткә инеп бикләнде. Бәй-бәй, тинем дә ынтылып ҡойма яғына күҙ ташлаһам, аптырап киттем: айыу торасы алғы аяҡтары менән тотоноп. "Ҡарап тора бирҙе лә, ҡойма аша төшә алмаҫын аңлап, ҡапҡа яғына китте. Унан да инә алманы. Эй, йөрөй бер заман ҡойма уратып үкереп. Ҡойманы биргесләп тә ала. Ҡойма тирелеп төшмәҫ тимә уның көсөнә. Тик бирешмәне. Ә ҡапҡаны икәүләшеп терәп торабыҙ. Ана асыла-бына асыланан саҡ ҡала.
— Ярһытҡанһың бит йыртҡысты, шилма. Көрәшеп маташҡан булдыңмы әллә? Хәҙер һине ялпаштыра һуҡмайынса китмәй ул, — тинем.
Айыу ҡапҡаға емерә яҙып һуға. Айыу бейетеүсе йөрөй, ни эшләргә белмәй аптырап. Байтаҡ ваҡыт үткәс, айыу аҙыраҡ тынысланды шикелле, хужа ир уның эргәһенә килеп башынан һыйпаны, тоҡсайынан ваҡланған шәкәр киҫәге алып ҡаптырҙы. Үҙенә генә билдәле тылсымы булғандыр инде — ярһыуын тамам баҫты. Тылсымы булмаһа, айыуҙың ярһыуын баҫырһың баҫмай ни,
— Тылсым тип, айыу бейетеүсенең күҙ ҡарашы зәһәр булған, тиҙәр. Ысынмы-бушмы, халыҡ бишкә түкмәстереп сурытып ебәрәме, — өйләнгәс, бисәһенә үҙенең күҙе тейеп йонсота башлағас, уныһы ауырыуға әйләнеп китә яҙған да айырылып ҡасҡан, ти. Шунан башҡа өйләнмәгән дә ҡуйған, тиҙәр. Ярай, уныһы һүҙ араһында. Зыяйетдин ағай, тағы ни эшләп көрәшеп маташты һуң теге батыр? — тип һорау менән тамамланы һүҙен Әбделхай ҡайнаға.
— Өгөтләп сығарҙыҡ. Юғиһә айыу ауылдан китмәҫ ине. Ул алдына алғанды ҡуймай. Әле еңмәһә лә, аңдып йөрөп, ҡасан булһа ла үлтерә һуғып китеүе лә ихтимал. Еңгәнгә тиклем күҙәтә йөрөй ти ул ҡорбанын. Еңелеп ҡуймаһаң, булмаҫ, — тинек. Минең бик хәтәр айыу бысағым бар ине. Ул-был була ҡалһа, әҙер торормон, тип, уның менән бергә сыҡтым.
Был юлы көрәш оҙаҡ барманы — еңеүсе алдан билдәле ине. Айыу тынысланды.
Был ваҡиға мине уйландырҙы. Ысынлап та, һин һәр ваҡыт еңеүсе булырға тейешһең, тигән аң ҡайҙан килә айыуҙарҙа? Айыу еңмешлеге тәрбиәнән түгел, ә ҡанға һалынған аң.
Белорет районының Йөйәк ауылында йәшәгән саҡта булған бер ваҡиға иҫтә һаҡлана.
Олон
Бер саҡ, яҙғы ташҡын ваҡытында, йылға аҫтындағы суйыр таштарға ла, бер-береһенә лә ҡаҡлығып, әллә ниндәй сәйер тауыштар сығарып боҙ китә башлаған мәлдә, өс-дүрт аҙналыҡ ҡына ҡолон Инйәргә төшөп киткән. Ҡолондоң төшөүе булған, артынан бейә ырғыған. Халыҡ шаулашып яр буйына йыйыла башлағанда, мин мәктәптән эштән ҡайтып килә инем. Яр текә. Ағым көслө. Эре-эре боҙҙар бер яҡтан кешеләрҙе, икенсе яҡтан ҡолон менән бейәне ярға яҡын ебәрмәй. Яр ҙа ишелеп төшөрҙәй генә. Бейә үҙе һыуҙың ташҡын яғынан йөҙә, ҡолонон томшоғо менән ярға табан этәргән була. Ҡолонҡайҙың башы саҡ-саҡ күренеп ҡала, алыҫтан тырпайып ике ҡолаҡ ҡына күҙгә салына. Яр буйлап тағы бер ат ярһып сабып үтеп китте. Ни эшләп ҡотҡарышмайһығыҙ, тигән кеүек тойолдо уның ҡарашы. Ат күҙендә йәш күргәнем юҡ ине. Әле уның күҙендә йәш сағылып ҡалғандай булды. Шаулашҡан-сыулашҡан халыҡты ярға яҡын ебәрмәйҙәр, ҡолондо ҡурҡытып ҡуймағыҙ, тиҙәр. Ә егеттәр Инйәрҙең һөҙәк яры яғына йүгерҙе. Ҡатындар ҡолондо йәлләй, иҫән ҡалырына ышанмай ҙа башланылар. Бына бер саҡ, байтаҡ араны үтеп, бейә менән ҡолон ярҙың һөҙәк еренә килеп етте. Егеттәр боҙҙан боҙға һикереп, ҡолонҡайҙың ҡолағынан эләктереп өлгөрҙөләр ҙә, ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһен һәм ҡолондо тартып та сығарҙылар. Ирҙәр ҡолон менән бейә өҫтөнә толоп ябындыра һалдылар, ашыҡтырып ҡаршылағы өйгә алып инеп киттеләр. Бейәһен дә, ҡолонон да араҡы менән ыуып, йылындырып ҡотҡарып ҡалғандар. Яр буйынан улар өсөн көйөп-янып сабыулап йөрөгән бейә тегеләрен сығарғанды ҡапҡа төбөнән китмәй көтөп алған.
Әсәлек тойғоһо ниндәй ғәжәп! Балаһы өсөн утҡа ла инә, һыуға ла ташлана. «Үҙ бауырым» тигән тойғо аңға тәбиғәттән үк һалына. Ҡолонон ҡотҡарырға тип боҙло һыуға ташланған инә бейә... Уның хәүефен аңлап, кешеләрҙән ярҙам һорағандай, яр буйлап сабыулап йөрөгән икенсе бейә... Мин башта айғыр шулай сабып йөрөймө икән, тип уйлағайным. Ә ул күршеләренең бейәһе булып сыҡҡан.
Анға һалынған әсәлек тойғоһо ниндәй көслө! Ҡан аша күскән башҡа холоҡ-фиғел дә, ҡылыҡ-ғәҙәт тә шулай көслө буламы икән?
* * *
«Тормош һабаҡтары» бөтөн башҡорт мәктәптәрендә лә уҡытыла башлағас, байтаҡ ҡына лекцияларға йөрөргә, дәрестәр бирергә, телевидение аша дәрестәр күрһәтергә тура килде. Лекциялар, ғәҙәттә, район үҙәгендә уҡыла. Тирә-яҡ ауыл мәктәптәренән уҡытыусылар иртәнге автобус менән киләләр ҙә, кискеһе менән ҡайтып китәләр. Иртәгеһен тағы киләләр. Ошо ваҡытҡа ҡулайлаштырып, уҡытыусыларҙың һорауҙарына, теләк-кәңәштәренә ваҡыт ҡалдыра инем. Яҡынданыраҡ аралашырға, эс серҙәрен һөйләргә теләүселәрҙең ҡараштарынан уҡ тойоп була. Ошондай лекцияларҙың береһенән һуң Зәлифә исемле уҡытыусы яныма килеп, мине үҙҙәренә саҡырҙы.
— Ирем хәҙер машина менән килә. Һеҙ бөгөн беҙгә барығыҙ. Мунса ла инерһегеҙ. Һеҙҙең килерҙе күптән көтәм. Лекция уҡырға саҡырҙыҡ, тигәнде ишеткәс, шул тиклем ҡыуандым, — тине.
Зәлифәнең борсоулы йөҙөнә, моңһоу ҡарашына ҡарағанда, минең ярҙамыма үтә лә мохтаж ҡатын тора ине. Баш тартманым. Киттек. Район үҙәгенән алыҫ түгел бик матур төбәктә урынлашҡан ауылда йәшәйҙәр. Донъялары бик бөтөн, икеһенең дә эшсәнлеге күренеп тора. Оло йорт төҙөп ингәндәр. Бүрәнәләрҙән ҡарағас һағыҙы еҫе аңҡып тора.
— Донъя яңырттығыҙмы? Бигерәк матур төҙөгәнһегеҙ, — тием.
— Беҙ бында яңыраҡ күсеп килдек. Башҡортостандың икенсе сигендә йәшәй инек. Иремдең армияла бергә хеҙмәт иткән дуҫы саҡырҙы ла, күстек тә килдек, — тине лә Зәлифә моңһоу ғына йылмайып ҡуйҙы. Әммә был яҡтарға күсеп килеүҙең сәбәбендә тәрән сер һаҡланғанлығы һәм Зәлифәнең керпектәре аҫтына йәшеренгән һағыштың да күсеүгә бәйле булыуын тойҙом. Шуға артабан һорашманым.
Шулай булып сыҡты ла. Мунса инеп, ашап алғас, айырым бүлмәгә урын әҙерләне лә яныма инде Зәлифә.
— Апай, мин һеҙҙең кәңәшегеҙгә мохтажмын, — тине.
— Ярҙам итерлек булһам, ихлас тыңлайым, — тинем. — Тик әгәр һүҙ үҙ-ара мөнәсәбәт, тәрбиә хаҡында барһа, ваҡыт йәлләмәйек, бәйнә-бәйнә, энәһенән ебенә саҡлы һөйлә. Бөгөн лекцияла әйтеп киттем бит: тел ярҙамы биреү өсөн хәл-ваҡиғаның төп сәбәбен белергә кәрәк. Бөтәһен дә асыҡтан-асыҡ һөйләмәһәң, ваҡиғаларҙы фәҡәт үҙ баһаң, үҙ ҡарашың аша ғына һүрәтләһәң — кәңәш дөрөҫ булмай. Үҙең генә уҡыр, уҡығандан һуң йыртып ташлар көндәлегеңә нисек яҙыр инең — шулай һөйлә.
Ыҙым әсәйемә оҡшаған
...Атайыбыҙ аварияға эләгеп ҡапыл ғына һәләк булған, әсәйебеҙ итәк тулы бала менән ҡалған. Мин — иң төпсөгө, атайым үлгәндә йәшем дә тулмаған. Беҙгә өләсәйем күсеп килде. Әсәйемә беҙҙе ҡарашырға, үҫтерешергә ярҙам итте. Әле лә күҙ алдымда: ут кеүек ине ул. Кеше бер баҫҡанда, ул биш баҫыр ине.
Әсәйем, йәш булһа ла, һәр саҡ, ауырыйым, ауырыйым, тине лә йөрөнө. Аҡрын ғына атлар, ипле генә һөйләшер ине. Ҡатыраҡ ауырып китһә, үлермен инде, үлермен, ти ҙә бөтәбеҙҙе хәүефкә һалыр ине. Етмеш йәшенә тиклем йәшәне, әммә үлеп китермен тип ҡурҡытмаған бер генә көнө лә булмағандыр. Беҙҙең йөрәктәребеҙҙе ауырыу итеп бөттө. Беҙ нисек үҫәбеҙ, нисек уҡыйбыҙ — уйлап та бирмәне. Мәктәп — күрше ауылда. Һуңлабыраҡ ҡайтһаҡ: «Ни булды?» — тип һораманы. «Минең хәлде беләһегеҙ, ни эшләп һуңлайһығыҙ? Һеҙ ҡайтыуға, бәлки, йән биреп ҡуйырмын, уйынға әүрәп, мине уйлап та бирмәйһегеҙ», — тип үпкәләй ине. Ә беҙ ҡайһы ваҡыт, асығыуҙан хәлебеҙ бөтөп, ҡайһы ваҡыт өшөп саҡ ҡайтып инәбеҙ. Өләсәйем, әсәйегеҙ бер үҙе биш бала ҡарай, уға ихтирамлы булығыҙ, әсәйегеҙҙе эшләтмәгеҙ, һаҡлағыҙ, тип кенә торҙо. Мин шулай кәрәктер тип уйлай инем. Тик әсәйемдең үтә лә кәүгәсел, үҙен генә яратып йәшәүе аптырата ине. Әсәй булараҡ мин уны яраттым, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем баҡтым. Минең менән йәшәне, мыжыуҙың да кәрәген бирҙе, әлбиттә. Теге оҡшаманы, был оҡшаманы. Ярай әле ирем һәйбәт. Оло кеше бит, өндәшмә, тигән булыр ине. Өләсәйем дә алдан иҫкәртеп ҡуйғайны, юғиһә бөтөнләй аптырар инем уның холҡона.