Башҡорт полктары яуҙа
Рәсәй императоры Александр Беренсе һәм уның яран - генералдары өсөн иртәме - һуңмы Францияның илде баҫып алыу өсөн һуғыш башлаясағы көн кеүек асыҡ ине. Уға атаһы Павелдан бик күп хәл ителмәгән мәсьәләләр ҡалды. Шуларҙан иң ҙурыһы - крепостной правоны йомшартыу буйынса реформа үткәреү, ә тышҡы политикала бар Европаны ҡалтыратып тотҡан Францияны һәм уның императоры Напалеонды үҙ урынына ултыртыу, мөмкин булһа башҡа илдәр менән һуғыша алмаҫтай итеп хәлен бөтөрөү. Александр бик яҡшы аңлай: Банапарт менән һуғышта Рәсәй еңелһә - ул тәхеттән ҡолаҡ ҡаласаҡ һәм, әгәр шунда уҡ үлтереп ташламаһалар, башы төрмәлә серейәсәк, ә ил ваҡ ҡына дәүләттәрҙән торған франсуз ере буласаҡ.
Александр - Павелдың өлкән улы. Бәләкәйҙән ул ҡартәсәһе Екатерина Икенсе, атаһы Павел Петрович һәм һәм тәрбиәсеһе Лагарп тәрбиәһендә үҫте, өс төрлө тәрбиәне үҙләштерергә тура килде уға. Өләсәһе менән атаһы бер - береһен яратманылар. Александрға былай тип һөйләнеләр: Екатерина Алексеевна тәхеткә менеп ултырғанда Александрҙың атаһы Павликка ете йәш булған, ә Павелдың әсәһе үлеп киткәндә 42 йәш тулған булған. Павел Петрович әсәһен законһыҙ юл менән тәхетте алды, атайымды әрәм итте һәм ҡартайып бөтһә лә миңә һаман батшалыҡты тапшырмай, тип битәрләр булған. Әсәһе, Екатерина, Павелдан рәт сыҡмаясаҡ, тип һанаған.
Швейцариянан килгән тәрбиәсе миндә крепостной тәртиптәргә ҡарата ерәнеп ҡарау тойғоһон тәрбиәләне, тип атаһы Александрға һөйләй торғайны:
- Һинең ҡаныңа данлы немец ҡаны ҡушылған, батша булһаң Европаға ҡарап һәм үрнәк алып, Рәсәйҙәге ҡырағай тәртиптәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләргә тейешһең, - тип тәрбиәсе тылҡыған. - Крепостной право - насар система, бөтә кеше ирекле йәшәргә тейеш, тик был турала ваҡыты етмәйенсә өндәшмә, дошман һәр саҡ эргәлә була ул, иң яҡын дуҫҡа ла бөтә эс сереңде һөйләргә ярамай, - тип өйрәткән Лагарп. Бындай ҡаршылыҡлы тәрбиә арҡаһында уға йомоҡ булырға, яраҡлашырға, алдашырға тура килгән. Бер ыңғай холоҡ һыҙаты булған: ошаҡ йөрөтмәне, сөнки шул арҡала талаш сығырынан ҡурҡты. Екатерина тере сағында дәүләт эштәренә ҡыҫылып йөрөмәһен өсөн Павелды Һарайҙан ситтә тоторға тырышҡан, ул Петербургтан ситтә ятҡан Гатчинаға ауылына ебәрелгән. Пруссияға сәйәхәткә барып ҡайтҡандан һуң, бөйөк кенәз Павел пруссактар армияһына, хәрби кейемдәренә, ундағы тәртиптәргә иҫе киткән һәм шуларҙы ҡайтҡас та Гатчинаға кереткән. Фридрих Икенсе уның кумиры булған. Тиҙ арала Гатчина төҙөлөшө менән пруссактарҙың ҡасабаһына әйләнгән. Аҡ - ҡара буйлы шлагбаумдар ҡуйылған. Бындағы ғәскәр пруссактар формаһына кейендерелгән. Бөтә хәрбиҙәрҙе өс гвардия полкына бүлеп, уларға Семеновский, Преображенский, Измайловский тигән исемдәр биргәндәр. Казармалар, ат һарайҙары пруссактарҙыҡына оҡшатып яңынан төҙөлгән.
Александр иҫләй: атаһы Павел Петрович 1796 йылда тәхеткә ултырҙы. Эште Екатеринаның фавориттарын һөргөнгә ебәреүҙән башланы. Цензура керетте, хөсүси типографияларҙы яптырҙы, сит ил китаптарын керетеүгә ҡырҡа ҡаршы килде. Армияла ныҡлы тәртип урынлаштырырға күп көс һалды. Ярандарына, санауниктарына тупаҫ булды, шуның менән генералдарҙың, офицерҙарҙың уға ҡарата кире ҡарашын тыуҙырҙы. Генерал Пален бер төркөм санауниктар менән батшаға ҡаршы заговор ойошторҙо, был эшкә Александрҙың үҙен дә йәлеп итте. ,, Әгәр атайыңды тәхеттән алып ташламаһаҡ, һин бер ваҡытта ла батша була за алмаясаҡһың,” тине ул. - Ғүмерең Петр Беренсенең улы Алексейҙыҡы кеүек өҙөләсәк, тап шулай осланыуы көн кеүек асыҡ, - тип ҡурҡытты Пален. Риза булды Александр һарай түңкәрелешенә, тик атайымды тере ҡалдырығыҙ, тип үтенде.
1801 йылдың 11-нән 12-һенә ҡараған март айының төнөндә заговорсылар Павел батшаның йоҡо бүлмәһенә баҫып инделәр һәм тәхеттән баш тартыу тураһында актҡа ҡул ҡуйыуҙы талап иттеләр. Батша ризалыҡ бирмәй ныҡ торҙо, шуға күрә уны үлтереп ҡотолоу юлын һайланылар. Атаһының үле икәнен ишеткәс Александр илай башланы. Илауын генерал Пален тупаҫ рәүештә бүлдерҙе: - ,, Ярай булды, Алекс, һиңә лә балалыҡтан сығыр ваҡыт етте, тыныслан һәм гвардияға сығып күрен! Улар атайыңдың йөрәктән ауырып үлгәнен беләләр.”
Бына шулай 23 йәшлек Александр Павлович Рәсәй императоры булып китте. Ләкин шатланаһы урынға киреһенсә күңел тыныслығын юғалтты, теләгәндә йоҡлап китә алманы. Йоҡоға талып ҡына китһә - тертләп уянды. Төн етһә - уның баш осонан атаһының шәүләһе китмәне. Император булып ултырғас та заговорсыларҙан тиҙ ҡотолоу юлын тапты ул: сәбәп табып барыһын да төрлө урынға һөрҙө.
Яңы батша Рәсәйҙә реформалар үткәреү тураһында күп уйланды, ләкин крепостной правоны юҡҡа сығарыу юлын таба алмайынса этләнде. Аптыранған ваҡыттарҙа дуҫтары Кочубей, Чарторыйский, Строганов менән кәңәш ҡорҙо. Кәңәшләшеү йыйылышын ,,Негласный комитет“ тип атанылар. Халыҡ тормошон еңеләйтеү юлдарын эҙләнеләр, нимәнелер башлап ҡуйҙылар, әммә аҙағына тиклем алып барып еткереүгә тәжрибә етмәне. Шулай ҙа франсуз яуы алдынан ниндәйҙер уйланған һәм планлаштырылған эштәр эшләнеп өлгөрҙө, шуға ҡыуана ул. Дәүләт крәҫтиәндәрен дворяндарға һатыуҙы тыйҙы. Яңынан университеттар, лицейҙар, гимназиялар аса алдылар, насар эшме ни ? Крепостной правоны ғәмәлдән сығарыуға беренсе аҙым яһалды. 1803 йылда ,,Ирекле иген игеүселәр“ тураһында указ ҡабул ителде. Хәҙер помещик, был указ буйынса, әгәр теләһә үҙ крәҫтиәндәрен ере менән бергә иреккә ебәрә ала, тик ер өсөн аҡса алып ҡалырға тейеш. Ләкин помещиктар был указды күрмәмеш - белмәмеш булдылар, һөҙөмтәлә тик 47 мең крепостной крәҫтиән ирек алырға иреште. Быныһы - эске сәйәсәт.
Тышҡы сәйәсәттә беренсе нәүбәттә Франция менән ҡапма - ҡаршылыҡлы торош һағайта. Генерал Наполеон властҡа килеү менән ул яңы ерҙәрҙе баҫып алыу өсөн һуғыштар башлап ебәрҙе. Наполеонға ҡаршы союздарға инеп һәм уға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашып Рәсәй ике тапҡыр союзниктары менән бергә еңелеүгә дусар ителде. 1805 йылдағы Аустерлиц эргәһендәге бәрелештә 85 меңлек австро - рус ғәскәре 73 меңлек Наполеон армияһынан еңелде. Ике йылдан һуң рустар икенсе тапҡыр франсуздарҙан туҡмалды. Ике ил араһындағы бындай торош артабан һуғышһыҙ хәл ителерҙәй түгел ине, сөнки Наполеон да, Александр ҙа Европаны үҙ ҡулдары аҫтында тоторға ынтылыусы императорҙар. Бына ошо сәбәп арҡаһында 1810 йылда уҡ Рәсәй һәм Франция һуғышҡа әҙерләнә башлай. Бындай шарттарҙа Александр Беренсегә Төркиә менән барған һуғышты йәһәтләп туҡтатыу зарур ине. Был миссияны һуғыш алып барған рус ғәскәренең баш командующийы Михаил Илларионович Кутузов дипломатик юл менән бик уңышлы итеп үтәй алды. Бер - нисә бәрелештә еңгәндән һуң Кутузов төрөк пашаһына хат яҙҙы, һуғышты туҡтатып килешергә, уның шарттарын һөйләшергә тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә 1812 йылдың майында Төркиә менән барған һуғыш туҡтатылды, тыныслыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Рәсәй менән Төркиә сиге Прут йылғаһы буйынса булдырылды, Бессарабия һәм Сербия Рәсәй ҡарамағына күсерелде һәм улар Рәсәй батшаһы ҡулынан автономия алдылар. Был - ике бәләкәй ил үҙаллы дәүләт булып әүерелергә беренсе аҙым яһанылар.
Һуғыш алдынан рус разведкаһы уңышлы эш алып барҙы. Полковник Чернышов Наполеондың мобилизация планын ҡулға төшөрә алды. Шул арҡала Рәсәй императоры һәм генералдары ҡаршы яҡты күпме ғәскәр йыйыла, ҡасан һөжүм башланырға тейеш - барыһын да алдан белеп торҙолар.
Рәсәйҙең хәрби министры Барклай де Толли Рига, Бобруйск, Киев, Житомир ҡалаларын нығытмаға әйләндереү эшен үҙ өҫтөнә алды. Уның планы буйынса июнь уртаһында Варшаваға, Данцигҡа һөжүм итеп ҡулға төшөрөргә һәм артабан франсуздарға ҡаршы превентив яу асырға. Ләкин өлгөрә алмай ҡалдылар.
1812 йылдың 12 июнендә Наполеондың ,,Бөйөк армияһы“ Неманды кисеп Рәсәй еренә баҫып инде. Австрия Пруссия, Варшава герцогствоһы полктары Наполеон армияһы эсендә булып, башҡалар менән бергә алға ынтылды. Рәсәй халыҡтары өсөн Ватанһуғышы башланды. 640 меңлек франсуз армияһына ҡаршы рустар 317 меңлек ғәскәр ҡуя алдылар. Был ғәскәр Барклай де Толли, Багратион , Тормасов етәкселегендә өс армияға бүленгән һәм улар Петербург, Мәскәү, Киев йүнәлештәрен ҡаплап торорға бурыслылар ине. Рәсәйҙең тағы 300 меңгә яҡын ғәскәре Урал аръяғында, Молдавияла, Кавказда, Ҡырымда урынлашҡан булыу арҡаһында уларҙы ҡапыл ғына ил баҫыусыларға ҡаршы ташлау мөмкинлеге булманы.
Наполеон армияһы беренсе көндәрҙән башлап тик алға барҙы, Мәскәү юлын ҡаплап торған Барклай армияһы, һуғышсылар һаны ике тапҡырға аҙ булыу арҡаһында, уларға ҡаршы тора алмай артҡа сигенә башланы. Бындай шарттарҙа Багратион армияһы менән ҡушылыу беренсел бурысҡа әйләнде. Франсуздар баҫып алған өлкәләрҙә халыҡтың бер өлөшө армияға эйәреп китте, крәҫтиәндәр ауылдарын ташлап, урмандарҙы төйәк итеп партизан һуғышын йәйелдереп ебәрҙеләр. Батша Александр Беренсе июль башында халыҡ ополчениеләре төҙөп дошманға ҡаршы аяуһыҙ һуғыш алып барыу тураһында манифестҡа ҡул ҡуйҙы. Тик ошондай юл менән генә дошманға ҡаршы тороусылар һанын күбәйтеү мөмкинлеге бар ине. Икенсенән, партизан һуғышын законлаштырыу, партизандарҙы һалдаттарға тиң ҡуйыу һәм уларҙы ҡанатландырыу ҡағыҙы ине был манифест. Был һуғыштың башланыуы Рәсәйҙә ғәмәлдә булған рекрут буйынса һалдатҡа алыуҙың эшкинмәгән система икәнен күрһәтте, сөнки һалдатҡа алынғандарҙан башҡаһы хәрби әҙерлек үтмәгән, шуға күрә һуғыш барышында уларҙы саҡырып алып хәрби алымдарға өйрәтергә ваҡыт та, мөмкинлек тә юҡ. Дошман тын алырға ирек бирмәй алға бара ла бара.
Наполеон ғәскәре сигенеп барған ике рус армияһы һәм партизандар менән һуғыш - һуғыша, шул уҡ ваҡытта үлектәрен дә һала - һала Минск, Могилёв аша Смоленскигә ынтылды, сөнки Мәскәүгә иң ҡыҫҡа юл - ошо юл. Был ҡалаға килеп еткәндә Банапарттың армияһында 200 мең тирәһе ғәскәр ҡалды. Рус ғәскәре һуғыша - һуғыша сигенде, дошманының көслө яҡтарын, етешһеҙ урындарын өйрәнеп нығыраҡ белде, партизандарҙың батырлыҡтарын ишетеп рух ныҡлығын күтәрҙе. Бигерәк тә казактар батырҙарса һуғышты, контратакаларға ташланды, дошманын ҡырҙы. Генералдар ҙа батырлыҡ күрһәтте. Шулай бер көн Могилев ҡалаһына яҡын ғына урынлашҡан Салтыковка ауылы эргәһендә генерал - лейтеант Раевский утлы дауыл аҫтында һалдаттарын контратакаға күтәрә алманы. Асыуынан шартларҙай булған командир күҙһәтеү пунктынан 10 һәм 17 йәшлек малайҙарын саҡырып алып, ҡулға - ҡул тотоношоп маршал Даву ғәскәренә ҡаршы атланы. Быны күреп торған һалдаттар шунда уҡ контратакаға күтәрелеп франсуздарҙы сигенергә мәжбүр итәләр.
Смоленскигә етмәҫ элек ике рус армияһы бергә ҡушыла алды. Ваҡытлыса, баш командующийҙы батша тәғәйенләгәнсә, был вазифаны Барклай де Толли үҙ өҫтөнә алып торҙо. Һәләтле стратег, батыр яусы булыуына ҡарамаҫтан, Барклайҙы һалдаттар, офицерҙар өнәп етмәне. Русса акцент менән һөйләшкәнгә күрәлер, ул эргәһендәгеләр менән дә , һалдаттар менән дә әллә ни һөйләшеп барманы. Багратион менән дә уның борсағы бешмәне. Бергә ҡушылғандан һуң Багратион Смоленскиҙән сигенмәй дошманға бар көс менән ҡаршы тороу яғында булды, ә Барклай - сигенеп армияны һаҡлап ҡалыу яғында. Ике генералдың уртаҡ тел таба алмауы стратегия һәм тактика һайлап алыуҙа ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Бындай шарттарҙа яугирҙәр хөрмәт иткән, рус милләтенән булған баш командующий ҡуйыу кәрәклеге алға баҫты, тик батша ни өсөндөр был мәсьәләне хәл итеүҙе һуҙҙы ла һуҙҙы. Армия баш командующий вазифаһында тик Кутузовты күрҙе. Ул яңы ғына төрөктәрҙе еңеп иленә ҡайтҡан герой - командир абруйы менән бөтә генералдарҙан да өҫтөн тора ине. Юғары офицерҙар Михаил Илларионовичты баш командующий итегеҙ, тип императорҙы үтенес ҡағыҙҙары менән күмделәр, Мәскәү, Петербург ополчениеләре Кутузовты үҙ ополчение башлығы итеп ҡуйҙы. Эре санауниктарҙан торған батша янындағы ,,чрезвычайный комитет“ бер тауыштан тигәндәй баш командующий итеп Кутузовты һайланы. Александр Беренсегә, уны яратып етмәһә лә, ошо кандидатураға ризалашырға тура килде. Шулай итеп, 67-се йәш менән барған МихаилИлларионовичКутузовавгуст айында Рәсәй армияһының баш командующийы итеп тәғәйенләнде һәм был туралағы пакетты алған ыңғайы һуғыш яланындағы армияға ашыҡты ул.
Беренсе Ватан һуғышы тип аталған был алышта рус, украин, белорус, ҡалмыҡ, мари, мордва, сыуаш, татар, типтәр, башҡорт һәм башҡа халыҡтар ҡатнашып, дошманды еңеүгә ҙур өлөш индерәләр. Бигерәк тә башҡорттар уртаҡ Ватаныбыҙ булған Рәсәйҙе һаҡлар өсөн яуға барырға атлығып торғандар.
Франсуздар яғынан Рәсәйгә һөжүм итеү ҡурҡынысы янағас, рус хөкүмәте ғәскәр һанын арттырыу сараһын күрә. 1811 йылдың яҙында Ырымбур хәрби губернаторы Григорий Волконскийгә хөкүмәт башҡорттарҙан ике полк, Ставрополь ҡалмыҡтарынан бер полк төҙөргә бойороҡ ебәрә. Быға тиклем 2 типтәр, 2 Ырымбур казактары, 2 Урал казактары полкы төҙөлгән була.
1812 йылда Ырымбур губернаһында иген уңмай. Ләкин аслыҡҡа ҡарамаҫтан башҡорттар һәм казактар үҙҙәренең кейеме, ҡоралы, аты менән һуғышҡа бара. Июль - октябрь айҙарында 18 башҡорт атлы полкы ойошторола, барыһы 28 полк башҡорттарҙыҡы булған. Был һаналған полктарҙан башҡа мишәрҙәр - 2, типтәрҙәр - 2, Ставрополь ҡалмыҡтары - 1, Ырымбур казактары - 5, Урал казактары 5 полк ҡуя. Шулай итеп, Башҡортостандан һәммәһе 45 полк һуғышҡа китә.
Ул ваҡыттағы полк 500 ябай һалдаттан, ике полк командирынан (береһе - башҡорт, икенсеһе - рус), бер старшинанан, 1мулланан, 1 писарҙан, 5 есаулдан, 5 йөҙ башынан, 5 хорунжийҙан, 10 илле башынан торған.
Башҡорт яугирҙарының төп ҡоралы - һөңгө ҡылыс, уҡ - ян була. Бик һирәктәрендә генә мылтыҡ йәки пистолет осраған. Ни өсөн хөкүмәт башҡорт яусыларына мылтыҡ таратып бирмәгәндер - билдәһеҙ, бәлки, мылтыҡтар етешмәгәндер, бәлки, яусыл халыҡты мылтыҡтан атырға өйрәтмәҫкә булғандарҙыр ?
Һуғыш кейеменә килгәндә шуны белергә кәрәк: бөтәһе лә үҙ иҫәптәренә кейенгәндәр. Күк йәки аҡ өҫтәге бишмәт, шул төҫтәге ҡыҙыл лампаслы киң салбар. Башында - кейеҙ бүрек, аяғында - итек, күн портупея, ҡылыс, уҡ - ян, патрондар һалынған ҡумта.
Парад кейемен башҡорттарға үҙҙәре теләгәнсә кейенергә рөхсәт иткәндәр.
Бик һирәгендә тимер күлдәктәр булғаны билдәле. Тимер сымдан үрелгән дүңгәләкле бындай ауыр күлдәкте һуғышҡа инер алдынан ғына кейгәндәр. Ул алыҫтан атылған пулянан ҡылыстан, һөңгөнән һаҡлаған. Тап бына ошондай тимер кейемде һуғыштан һуң Өфө дини семинарияһы уҡытыусыһы Зефиров франсуз яуында ҡатнашҡан Йәнтүрә батыр йәйләүендә үҙ күҙе менән күрә һәм шул турала яҙып ҡалдыра: ,,...Ҡорос дүңгәләктәрҙән эшләнгән был күлдәк яугирҙы башынан алып биленә тиклем ябып тора. Мин дә ун кейергә теләгәйнем, ләкин ул ауыр булып сыҡты, ике бот тирәһе барҙыр, шуға кейә алманым...”
Башҡорттарға Рәсәй алып барған һуғыштарҙа йыш ҡатнашырға тура килгәнлектән, уларҙың үҙенсәлекле һуғышыу алымдары - тактикаһы барлыҡҡа килгән. Дошман отрядтарын һиҙҙермәй генә ҡамап алыуҙа ҙур оҫталыҡҡа ирешәләр улар.Уңайы сыҡһа, ҡурҡып ҡасҡан булып, дошманды ҡыҫыңҡы урынға ылыҡтырып индерәләр ҙә , ҡапыл уратып алып ҡыра торған булғандар. Уратылған дошман, күпселек һуғышсыларын юғалтып, күп ҡорбандарға тарып, бирелергә мәжбүр булған.
Бәрелеш ваҡытында дошманға етәрәк уҡ атылырҙай ер ҡалғас ( 40 аҙым тирәһе ), башҡорт һаҙағын ( уҡ һалғыс ) күкрәгенә шыуҙырып 4 - 5 уҡ атып өлгөрә һәм һөңгөгә күсә.
Ике башҡорт, бер типтәр полкы һуғыштың беренсе көнөнән үк ҡатнашалар, сөнки улар һуғыш башланмаҫ элек, май айында ил сигендә торған булалар.
Өсөнсө армия эсендәге 2 - се башҡорт полкы Кобрин ҡалаһы янындағы һуғышта ҡатнашып, дошманды үткәрмәй ҡаршы торған. Был алышта дошмандың 2 мең һалдаты үлтерелгән, 2382 һалдат, 76 офицер һәм 2 генерал әсир алынған. Батырлыҡтары өсөн Бәләбәй өйәҙенән Әйүп Ҡәйепов, Стәрлетамаҡ өйәҙенән Аралбай Аҡсулпанов ҡаһармандарса һуғышҡандары өсөн Изге Анна ордендары менән наградланған.
Составында 1 - се башҡорт полкы булған атаман Платовтың атлы ғәскәре июль аҙағында Себастиандың дивизияһын ҡыйратҡан.
Уҡты мәргән атҡандары, атта оҫта йөрөгәндәре өсөн франсуздар башҡорттарҙы ,, Төнъяҡ амурҙары “ тип атайҙар. Наполеон генералы Марбо амурҙар тураһында былай тип яҙып ҡалдырған: ,, Улар беҙҙең ғәскәрҙәрҙе һәр саҡ һағалап ҡына торалар. Саҡ ҡына уңайы сығыу менән, һағыҙаҡ күсе кеүек ябырылалар.Ә уларҙы ҡыуып етеүе бик ҡыйын.”
Франсуз яуында башҡорт ҡатын - ҡыҙҙарының ҡатнашыуы - ғәжәп хәл. Шуларҙың берәүһе тураһында Василий Зефиров ,, Йәнтүрә хикәйәте”ндә былай тип бәйән итә:
- Дрезден эргәһендә ҡаты һуғыштар бара. Унда Йәнтүрә батыр ҡатыны Аҫылбикә менән бергә һуғышып йөрөй. Бер ваҡыт башҡорт һыбайлыларының бәләкәй генә төркөмө, шул эстән Йәнтүрә ҡатыны менән, һаҡта торған ваҡытта, франсуздар килеп сыға. Башҡорттар ҡурҡып тормай үҙҙәренән һан яғынан күберәк булған франсуздар менән алыша башлайҙар.
,,Беҙ аттарға һикереп мендек тә, - тип һөйләй Йәнтүрә, - тиҙ генә һөңгөләребеҙҙе эйәргә нығытып, һөрән һалып, яуыздар өҫтөнә ташландыҡ. Мин атланған ат бик йылҡыр һәм ҡурҡмаусан ине. Сабып барған ыңғайға бер франсузды һөңгө менән сәнсеп йыҡтым. Һөңгөнө тартып алып маташҡанда, икенсеһе килеп, ҡылысы менән минең яурынға сапты.
...Шунда иҫтән яҙғанмын, һушыма килгәндә, иптәштәремдең яртыһы тегеләр тарафынан тураҡланып бөткәнен күрҙем. Ҡалғандарының ҡул - аяҡтары бәйләнгән. Бисәм янымда юҡ ине.Мин инде уны бөтөнләй был донъяла юҡтыр тип уйланым. Атҡа мендереп беҙҙе әсир итеп алып киттеләр. Сәғәт ярымдан һуң урман араһынан ҡапыл бер йөҙ Дон казактары килеп сыҡты. Беҙҙе уратып алдылар. Унлап ҡына ҡалған франсуздар ҡурҡты. Бирелеүҙәрен белдереп баш эйҙеләр, ҡоралдарын ташланылар. Ҡараһам, бисәм беҙҙе ҡотҡарыусы Дон казактары араһында йөрөй. Ул эштең башы былай килеп сыҡҡан: беҙ һуғыша башлау менән , минең ҡатын, тегеләргә ҡаршы тора алмаясағыбыҙҙы аңлап, һуғыш майҙанынан тайшанып сыҡҡан да беҙҙең төп отрядҡа хәбәр иткән.”
Ҡыйыулығы өсөн Аҫылбикәгә русғәскәрекомандованиеһытарафынан хәрби миҙал тапшырыла. Башҡорт ҡатын - ҡыҙҙарының франсуз яуында ҡатнашыуы хаҡында ,, Ирәмәл “ йырында сағыла. Бер йәш ҡатын:
Илкәйенә дошман баҫып инһә,
Кем генә һуң өйҙә ҡала икән ? -
тип йырлаған да, атҡа менеп, ҡулына ҡорал алып, ире менән бергә франсуз яуына киткән,ти.
Үҙ теләктәре менән һуғышҡа китеүселәр бигерәк тә башҡорттар араһында күпләп булған, сөнки хәрби сословиелә торған халыҡ тыуған ил өсөн барған алышты үҙ тормошоноң бер өлөшө тип һанаған.
Улар араһында Ырымбур өйәҙенән Әбделхалик менән Нәзир Әбделвәхитовтар, Бөрө өйәҙенән йорт старшинаһы Әбүталип Абдрахманов улы Сәғит менән, Верхнеуральск өйәҙе, Бөрйән олоҫо Үрге Этҡол (Икенсе Этҡол) ауылынан урядник Баязит Әлембәтов, рядовойҙар: Мөхәмәтғәли Ниәтшин, Мөкмин Әбделсәләмов, Сәйетбаттал Ирмәков һәм башҡалар бар. Үрге Этҡол яугирҙәре Парижға барып етеп, көмөш миҙал кавалерҙары булып имен - һау көйөнсә кире әйләнеп ҡайталар. Бөрйән олоҫо Төрөкмән ауылынан поход старшинаһы Дәүләткилде Йәнбәков Парижды алғанда һәләк була. Уның ауылдаштары Иҫәнғол Һөйәрғолов, Шаянғол Яманғолов, Ишмөхәмәт Муллабаев 15 - се полк яугирҙары Парижға етеп имен - аман ҡайталар.
1812 йылдың 26 авгусында Бородино һуғышыбашлана. Мәскәүҙән 110 км алыҫлыҡта булған Бородино ауылы эргәһендә Кутузов армияны позицияға ҡуйып ҡаршы торорға ҡарар итә. Бында 134 мең франсузға ҡаршы 132 мең рус ғәскәре торған. Бер көнлөк һуғыш барышында дошман Бородиноны баҫып ала, ләкин артабан үтә алмай ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай.
,, Дүрт км киңлек үлектәр һәм яралылар тенән тулды, яралылырҙы ҡат - ҡат тапап аттар, туптар үттеләр, кавалерия атакалары туптарҙың атыуы көн буйына тынманы,” - тип яҙа А. Муравьев, Барклай де Толлиның адъютанты.
Бына бер мәл франсуздар Н.Н. Раевскийҙың батареяһын баҫып алалар. Армия күҙ терәп торған туптар дошман ҡулына күсеүе - бик аяныс хәл! Шул ваҡыт генерал А.П. Ермолов Өфө йәйәүле полк батальоны һәм Ырымбур драгундары полкын батареяларҙы кире ҡулға төшөрөү өсөн әйҙәп алып киткән. Улар батареяны ташлап киткән частарҙы туҡтатып кире борған һәм контрһөжүмгә күсеп батареяны тулыһынса ҡотҡарған. Был операцияла ҡатнашып батырлыҡ күрһәткәне өсөн 9 офицер - драгун ,,Батырлыҡ һәм ғәйәрлек өсөн“ наградаларын алған. Бородино янындағы һуғыштың беренсе көнөндә атаман Платовтың атлы ғәскәре эсендәге 1- се башҡорт полкы дошман тылына ҡапыл сығып, Валуево эргәһендә уларға ҙур буталыш тыуҙыра. Наполеон төп йүнәлештән алып, уларға ҡаршы 28 мең ғәскәр ебәрергә мәжбүр була. Кис еткәс, һуғыш тыма башлаған мәлдә Михаил Илларионович ошо полкты теҙеп ҡуйып, маҡтай һәм рәхмәт әйтә: ,, Любезные мои, башкиры, молодцы,молодцы! “ - тип һүҙен тамамлай. Ошо маҡтау һүҙҙәре ,, Любизар “ исемле башҡорт йырының ҡушымтаһы булып китә. Башҡорт яугирҙәре, баш командующий ауыҙынан маҡтау һүҙен ишеткәндән һуң, ҡыуаныстарынан шул һуғыш ваҡытында уҡ, йыр сығарып үҙҙәре үк йырлап йөрөйҙәр, ҙур яңылыҡ булған һайын куплетын өҫтәй баралар.
Наполеон икенсе көнө лә һуғышты дауам итергә уйлай, ләкин Кутузов үлектәрҙең һәм яралылырҙың иҫәбен алғандан һуң ғәскәренә сигенергә ҡуша. Бородино һуғышында Наполеон рус армияһын тулыһынса тар - мар итеп, ҡыйратыу маҡсатына ирешә алмай, ул ғәскәр, ҡаршы торорлоҡ көсөн һаҡлап, һуғыша - һуғыша Мәскәү яғына ҡарай сигенә башлай.
Беренсе сентябрҙа Филелә уҙғарылған хәрби совет ултырышында оҙайлы бәхәстән һуң ,,Мәскәүҙе ваҡытлыса ҡалдырырға“ тигән ҡарар ҡабул ителә. Ҡарарҙы ишеткән Мәскәү халҡы ҡаланы ташлап, рус армияһы менән бергә китә башлай. 276 мең халыҡтың бер - нисә меңе генә ҡалала тороп ҡала, улар араһында разведка өсөн ҡалдырылған махсус кешеләр ҙә бихисап була.
Наполеон армияһы Мәскәүгә инеп тә өлгөрмәй, төрлө урындан ҡалала янғын сығып, өйҙәр, биналар яна башлай, ҡала эсендә төтөндән иркенләп тын алылыҡ та мөмкинлек булмай. Янғын ҙур пожарға әйләнеп аҙна буйы туҡтамай. Беренсенән, Кутузов, ҡаланы ташлап сыҡҡан ваҡытта, бөтә аҙыҡ - түлек магазиндарын, складтарҙы яндырырға бойороҡ бирә, икенсенән, Мәскәү генерал - губернаторы Ростопчин янғын һүндереү техникаһын ҡаланан сығарырға, ә араҡы - вино эсемлектәрен теүәл ҡалдырырға, тигән бойороҡ бирә. Мәскәүҙә саҡта Наполеон рус армияһын бөтөнләй күҙҙән юғалта, төрлө тарафтарҙа эҙләп ҡараһа ла таба алмай. Ҡала эсендә эшһеҙ ятҡан франсуз һалдаттары эскелеккә бирелә, асыға башлай. Ҡаланың тирә - яғына аҙыҡ алып килергә тип ебәрелгән отрядтар кире ҡайтмай юҡҡа сығып тик тора. Уларҙы крәҫтиәндәрҙең ирекле отрядтары, армияның ,,тиҙ хәрәкәтсән “ төркөмдәре бөтә юлдарҙа һағалап тора, тар - мар итә, әсиргә ала.
Рус армияһы Мәскәүҙән сығып Рязань юлына төшөп бер - нисә тиҫтә саҡрым юл үткәс, Калуга трактына сығып, бешҡаланан 80 км алыҫлыҡта, көнъяҡ - көнсығыш йүнәлештә урынлашҡан Тарутино ауылында туҡтай. Был маневр менән Кутузов дошмандың Калугаға, пушкалар ҡойоусы Тулаға, Брянскигә барыр юлдарын ҡаплай, шулай итеп, Наполеондың Петербургҡа барыу юлы киҫелә. Франсуз императоры бындай шарттарҙа Александр I менән килешеү төҙөшөү тураһында тәҡдим менән бер - нисә тапҡыр хат ебәреп ҡарай, ләкин Рәсәй императоры, Кутузов менән кәңәшләшкәндән һуң, уның тәҡдимен тыңлап, бер хатҡа ла яуап бирмәй. Бындай шарттарҙа Наполеон Мәскәүҙә оҙаҡҡа ҡала алмай, сөнки армияһы көн дә һуғышһыҙ көйө әҙәйә бара, Петербургҡа ынтылыр ине - тылында 100 меңлек рус ғәскәренең тороуы ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра, алдан һәм арттан ҡамалып ҡыҫмаҡҡа эләгеүе асыҡ күҙаллана. Мәскәүҙә ҡалыр ине - франсуз армияһы эшһеҙлектән, аслыҡтан һәм эсеүҙән һарыҡ көтөүенә әүерелеп бара.
7 октябрь көнө Бонапарттың армияһы Мәскәүҙе ташлап сыҡты, ҡуҙғалыр ваҡытта император Кремлды шартлатырға бойорҙо, ләкин ямғырҙан һуң милтәләр һыуланыу арҡаһында бер - ике урында ғына шартлау яңғыраны, ә мәскәүлеләр, ут - янғын таралмаҫ элек, уны һүндерә алдылар. 115 мең һуғышсынан торған һәм таланған әйберҙәрҙе тейәгән 15 мең арба эйәрткән франсуз армияһы Калуга тракты буйлап Смоленскиға ҡарай йүнәлде.
Наполеондың башҡаланы ташлап сығыуы рустар араһында йәшен тиҙлегендә таралды. Рәсәй ғәскәренең бер өлөшө франсуздарҙың юлына ҡаршы сығып торҙо һәм дошманды ҡаршы алырға әҙерләнде. Халыҡ ополчениеһы төркөмдәре, партизан отрядтары хәрәкәткә килде, регуляр частар ҡуҙғалды.
Франсуздар Мәскәүҙе ташлап китергә мәжбүр булғас, бер башҡорт, бер мишәр полкы Мәскәүгә инә, ә 1-се мишәр полкы баш ҡалала һуғыш бөткәнгә тиклем гарнизон хеҙмәтен үтәр өсөн ҡалдырыла.
Мәскәүҙе азат итеү тураһында ,, Любизар “ исемле йырҙа түбәндәгесә әйтелә: