Рус яҙыусылары башҡорттар тураһында
( ХIХ быуат- ХХ быуат башы )
Билдәле рус яҙыусыларының бер өлөшө рус тематикаһынан өҙөлмәйенсә шулай уҡ башҡорт тарихын, фольклорын үҙ иткәндәр, күргән - белгәндәрен аҡ ҡағыҙға төшөргәндәр, ысынбарлыҡты сағылдырғандар. Башҡорттарҙың ауыҙ - тел ижадынөйрәнеүҙә, көнкүрешен, тарихын яҙыуҙа ғалим - фольклорсылар кеүек үк ниндәйҙер миҡдарҙа үҙ өлөштәрен индергәндәр.
ЛевНиколаевичТолстой,билдәлеһәмбөйөк рус яҙыусыһы, ике тапҡыр, 1871,1875 йылдарҙа Һамар далаларына килеп, башҡорттар араһында йәшәп киткән. ,,Ильяс,“ ,,Кешегә күпме ер кәрәк“ тигән хикәйәләрендә үҙенең күргән - белгәндәренән сығып, башҡорт ерҙәрен талау тураһында яҙған. Толстой губернатор тәржемәсеһе Мирсәлих Биксурин менән таныша, унан Перовский тураһында һораша, хикәйә яҙырға самалай, ләкин был уй ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында тормошҡа ашмай ҡала.
Һаулығы ҡаҡшау арҡаһында Лев Николаевич ҡымыҙ эсеп, ял итеп алырға мәжбүр була. Ҡымыҙ менән дауаланыуҙы танышы доктор Андрей Берс тәҡдим итә. Толстой Һамар губернияһын һайлай һәм юлға сыға. Үҙе менән бергә хеҙмәтсеһе Алексей Ореховты һәм ике крәҫтиән малайын Василий Морозов менән Егор Черновты ала. Дауаланған осорҙа был ике малайҙы, үҙе әйткәнсә, ,,бәләкәй мужиктарҙы” уҡыта: артабан уҡырға, яҙырға өйрәтә, сөнки улар Толстой ойошторған ,,Ясная поляна“ мәктәбендә тағы ҡырҡ уҡыусы менән бер ҡатарҙан арыуыҡ ваҡыт белем алыу менән шөғөлләнгән булалар. Мәскәүҙән Твергә тимер юл менән, артабан Һамарға тиклем пароходта киләләр, ә артабан ҡаланан 130 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, Кәмәлек йылғаһы буйындағы башҡорт йәйләүенә юлсылар ат экипажы яллап килеп етәләр. Яҙыусы юлдаштарына: ,, Гәзит тә уҡымаясаҡмын, хат та алмаясаҡмын, китапты онотасаҡмын, ҡымыҙ эсеп, һарыҡ ите ашап, эсемде ҡояшҡа ҡыҙҙырып тик ятасаҡмын,” тип йылмайып шаярта. Малайҙарҙың береһе Василий Морозов аҙаҡтан, Һамар менән Кәмәлек юлын иҫенә былай тип төшөрә: ,,Бында осһоҙ - ҡырыйһыҙ дала, бер - ниндәй ауыл, ағаслыҡ йәки ҡыуаҡлыҡ күрмәҫһең, тик кейеҙ менән ҡапланған тирмәләр генә беҙҙе ҡаршы алды. Шуларҙың береһен, иң бай күренгәнен, ятаҡ итеп һайлап алдыҡ һәм дүртәүләшеп урынлаштыҡ.
Толстой ҡымыҙ эсте, ҡояшта янды һәм һыу төшөргә яратты. Шифалы ҡымыҙ, хуш еҫле һауа яҙыусының һаулығына ыңғай тәьҫир итте. Ял иткәндә лә ул тик ултырманы: малайҙарға һабаҡ бирҙе, башҡорттар менән аралашты, уларҙың ғөрөф - ғәҙәттәрен, көнкүрештәрен өйрәнде, йырҙарын, легендаларын, әкиәттәрен яратып тыңланы. Бәләкәйенән башлап ҙурҙарына тиклем бөтә башҡорттар ҙа графты яраттылар һәм хөрмәт иттеләр. Толстой ҡарттар менән дә, йәштәр менән дә тиҙ уртаҡ тел тапты, уларҙы шаярта, мәрәкәләй, ҡыҙыҡ табып йылмая һәм шат көлә торғайны. Башҡорттар уға тиҙ өйрәнеп яҡынлап алдылар, осраһа - һәр кем уны йылмайып, баш эйеп сәләмләне, хатта дүрт - биш йәшлектәре лә йылмайып, баш һелкеп ,,кенәз Тул“ тип үсекләп, шаяра - көлә үткәндәре булды.”
Толстойҙың өйҙә булмаһа ла жандармдар Ясная Полянаға килеп тентеү үткәрәләр, ниндәйҙер шрифт эҙләйҙәр, тик уны таба алмайҙар. Ошо тентеү тураһында ишетеп, граф йәһәтләп имениеһенә ҡайтып китә.
Лев Николаевич, яңынан һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, Ҡаралыҡҡа икенсе тапҡыр 1871 йылдың 15 июнендә килеп етә. Был юлы ул алты йәшлек ҡәйнеше Степан Берс һәм хеҙмәтсеһе Василий Суворов менән килеп төшә.
Туғыҙ йыл эсендә бында ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә. Крепостной хоҡуҡты юҡҡа сығарағандан һуң, башҡорт ерҙәрен алырға, таларға тип төрлө яҡтарҙан ҡулдар һуҙыла. Башҡорт халҡының хәле, тормошо насарайғандан - насарая барғаны күҙгә ташлана. Бындай күңелһеҙ хәлде Толстой юлда уҡ һиҙә һәм аптырай. Ҡатыны Софья Андреевнаға ебәргән хатында Лев Николаевич ,,башҡорттар мине танынылар һәм шатланып ҡаршы алдылар“ тип яҙа. Артабан халыҡтың элекке йәшәйешенән насарыраҡ көн күреүен бәйән итеп, уларҙың иң яҡшы ерҙәрен төрлө юл менән тартып, талап, йәки ,,һатып“ алыуҙарын яҙа. Дуҫтарына, ҡатынына яҙған күп кенә хаттарында башҡорттарҙың бик һәләтле, киң күңелле, ҡунаҡсыл, изгелекле халыҡ булыуҙары тураһында бәйән итә. Уны был халыҡтың ябайлығы, бер ҡатлылығы һәм шул уҡ ваҡытта киң даланың матурлығы хайран ҡалдыра. ,,Беҙ тағы тирмәлә урынлаштыҡ, бында һауыт - һаба ла, карауат та, аҡ икмәк тә, ҡалаҡ та юҡ. Әммә бындай уңайһыҙлыҡтар мин өйрәнгәнмен.”
(Толстой Л. Н. Полное собрание сочинений в 90 томах. Юбилейное издание. М., ГИХЛ, 1928-1958, т.62, стр. 187).
Ҡымыҙ дауаһы, даланың саф һауаһы, ҡояш нуры һәм ябай башҡорттар менән аралашыу яҙыусының һаулығына тик ыңғай тәьҫир яһай. Тағы башҡорттар араһында күберәк булырға тырыша, иғтибар менән йырҙарын тыңлай. Һәр бер йырҙың, көйҙөң, легенданың барлыҡҡа килеү тарихы менән ҡыҙыҡһына. Бигерәк тә өзләү сәнғәтенә, өзләүселәрҙең оҫталығына ул ныҡ ғәжәпләнә. Был халыҡтың ҡунаҡсыл һәм ябай һәм шул уҡ ваҡытта намыҫсан булыуына аптырай.
Ҡаралыҡ башҡорттарының эргәлә йәшәгәндәре менән граф Толстой яҡындан дуҫлаша, уларҙы оҙаҡ йылдар онотмай. Шуларҙың береһе, яҙыусыны ҡымыҙ менән тәьмин итеп тороусы Мөхәмәт Рәхмәтуллин киң мәҙәниәтлелеге һәм юғары интеллектлылығы менән башҡаларҙан ныҡ айырылып торған. Ул урыҫ телендә иркен һөйләшә, ғәрәп телен яҡшы белә, ҡөръән аяттарын яҡшы уҡый икән. Ҡымыҙсы фәлсәфәгә шәп кеше: элек халыҡ нисек иркен йәшәгән, хәҙер тарлыҡта, ерһеҙ булып нишләп ҡыҫыңҡы һәм насар йәшәй - бына шул тема буйынса ул һөйләргә, Толстой тыңларға ярата. Яҙыусы тағы бер танышы Хажиморат менән шатраш (шашка) уйнарға ярата. Был юморист һәм хәлле генә йәшәгән башҡорт һәр ваҡыт эргә - тирәләге кешеләрҙең: урыҫтарҙың, башҡорттарҙың кәйефен күтәрер булған.
Башҡорт далаһы Лев Николаевичтың күңеленә хуш килә. Фет фамилиялы дуҫына ошо дала һәм ундағы аҫабалар тураһында ул былай тип яҙа:
,, Край здесь прекрасный, по своему возрасту только что выходящий из девственности, по богатству, здоровью и в особенности по простоте и неиспорченности народа. Здесь очень хорошо и значительно - всё. Если бы не тоска по семье, я бы был совершенно счастлив здесь. Если бы начать описывать, то я исписал бы сто листов, описывая здншний край и мои занятия. Читаю Геродота, который с подробностями описывает тех самых галактофагов - скифов, среди которых я живу.”
( Толстой Л. Н. ПСС, т. 61, стр. 256 ).
Далала алты аҙна дауаланғандан һуң граф Толстой июль аҙағында Ясная Полянаға ҡайтып китә. Ә бер ай тирәһе өйҙә булғандан һуң Мәскәүгә барып әйләнә һәм Н. П. Тучковтан Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙенән ер һатып ала. Шул ергә килеп, Таналыҡ йылғаһы буйындағы утарҙа имение төҙөтә.
,, Башҡорт алпауыты “ булып алған Л. Н. Толстой һамарҙағы имениегә йыл да килергә тырыша. 1872 йылда төҙөлөш эштәре барышын ҡарап китеү өсөн ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа килеп китә, ә тағы бер йылдан һуң бөтә ғаиләһе менән имениеһенә килеп төшә. Был ваҡытта яҙыусының ғаиләһе алты баланан ғибәрәт була: Сергей, Илья, Татьяна, Мария, Лёва һәи яңыраҡ ҡына тыуған Петя. Юлда килгән ваҡыттағы бер мажараны яҙыусының улы Илья Львович һуңыраҡ былай тип яҙа:
,, Мимо Казани мы проехали днем. Пока пароход стоял на пристани, мы втрем,папа, Сережа и я, пошли бродить по пригороду, около пристани. Папа хотел взглянуть на город, где он когда то жил и учился в университете, и мы не заметили, как в разговоре прошло время и мы забрели довольно далеко. Пока мы бордили по городу, пароход ушел.
( Толстой И. Л. Мои воспоминания. М., 1933, стр. 70 ).
Был турала Софья Андреевна капитанға еткергәндән һуң ғына, ул пароходты кире бороп, һуңлап ҡалған пассажирҙарҙы ултыртып ала.
1873 йылдың йәйендә ҡоролоҡ була, йәй дауамында бер тамсы ла ямғыр төшмәй. Артынса - аслыҡ яҡынлап килә. Ошондай ауыр ваҡытта Толстой оҙаҡҡа һуҙмайынса Һамар крәҫтиәндәренә һәм башҡорттарға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға. Яҡын - тирәләге ауылдарға сығып, хәлдәрен белешеп мәғлүмәт туплай һәм матбуғатта сығыш яһап, урыҫ крәҫтиәндәренең, Һамар башҡорттарының асығыуын һүрәтләп ярҙам итеүҙе үтенә. Яҙыусы - гуманистың сығыштары бушҡа булмай, аҡса, икмәк, он йыйыу компаниеһы башлана. Граф үҙе лә ситтә ҡалмай, крәҫтиәндәрҙең хәлен белешеп өйҙән - өйгә йөрөй, асығыусыларға икмәк йүнләй, аҡса менән ярҙам итә.
,,Кешегә күпме ер кәрәк“ хикәйәһендә Л. Н. Толстой урыҫ кулагы Пахомдың башҡорттарҙан ер алған мәлен тасуирләй. Осһоҙ хаҡҡа башҡорт ерҙәре һатылғанды ишетеп, Пахом ҙур ғына өлөш эләктерергә тип уйлап килә. Алыш - биреш ваҡытында ул старшинаны ,,майлай“, тегеһе осһоҙ хаҡҡа һатырға риза була. Күпме ер был хаҡҡа алырға була тигән һорауға башҡорт старшинаһы ошондай шарт ҡуя: ҡояш сыҡҡандан алып байығанға тиклем ошо ерҙән алырға уйлаған сик буйлап ҡулса яһап йүгереп үтергә һәм ҡояш офоҡҡа төшөп өлгөрмәҫ элек, йүгереп киткән ергә кире әйләнеп килеп өлгөрөргә! Шул ваҡытта бөтә урап сыҡҡан ерҙең эс яғы - һинеке. Өлгөрмәһәң - аҡсаң юғаласаҡ, ер ҙә тәтемәйәсәк. Пахом тәүҙә бәлкәйерәк түңәрәк яһап йүгерергә самалай, ләкин ҡылғандан һәм шау сәскәнән торған киң даланы күреп, ҡыҙығыуҙан Пахомдың күҙҙәре яна, алынасаҡ ерҙе киңәйтер өсөн һаман ситкәрәк тартып йүгерә һәм килеп етә алмай юлда ҡолап йән бирә.
Лев Николаевич бында артыҡ нәфсе өсөн Хоҙай Тәғәлә язаһын бирә тигәнде аңлатырға тырышҡан. Артыҡ байлыҡ һәм ҙур нәфсе кешене һәләкәткә алып килә тигән фәлсәфәүи ҡарашты беҙгә еткерә.
,,Ильяс“ тип аталған хикәйәлә Лев Николаевич тәүҙә бай булып йәшәп, аҙаҡтан фәҡир булып ҡалған Ильяс менән ҡатыны Шәмсимаһины һүрәтләй. Уларға элек ҡатнашып йәшәгән бай күршеһе Мөхәмәтшаһ ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа, үҙенә батрак итеп ала, эшләп һәүетемсә генә йәшәргә бөтә мөмкинлектәрҙе бирә. Ярлы булып ҡалғандан һуң Өфө губернаһында ғүмер һөргән Ильясҡа һәм уның ҡатынына күңел күтәреңкелеге килә, эске тыныслыҡ урынлаша. Хикәйә геройы бына шуға ҡыуана.
Йыл да Кәмәлек башҡорттары араһында булған граф Толстой ,,мине башҡорттар беләләр һәм хөрмәт итәләр“ тип ураған һайын әйтер һәм хаттарында яҙыр булған. Ул ваҡыттағы граф менән ҡатнашҡан Кәмәлек башҡорттары яҙыусыны ,,изге күңелле, шәфҡәтле барин“ булараҡ бик яҡшы белгәндәр. Ә хәҙерге көндә Толстой - яҙыусыны белмәгән бер генә башҡорт та юҡтыр, күрәһең.
Авдеев Михаил Васильевич (1821 - 1876) - үҙ ваҡытындағы билдәле беллетрист ( прозаик ) - яҙыусы. Ырымбурҙа тыуып үҫә. Ғаиләһе менән бергә 1830 йылда Өфөгә күсә, ошонда гимназияла уҡый, һуңыраҡ Петербургта юлдар төҙөлөшө институтына инеп, уҡып тамамлай. Волга - Мәскәү каналын төҙөүҙә бер аҙ эшләгәндән һуң, Нижний Новгородҡа юл дистанцияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Ошонда эшләгән осорҙа үҙ һөнәре буйынса эштәр башҡарыу менән бер рәттән проза яҙыу эшенә тотона.
Яҙыусының ҡайһы бер очерктары, хикәйәләре Башҡортостан менән тоташҡан, шуныһы менән ҡиммәтле лә. Авдеевтың ,,Һыу аҫты ташы“ романы, хикәйәләре, очерктары тупланып ХХ быуатта ғына айырым китап итеп баҫтырылды. (М. В. Авдеев. Поездка на кумыс. Уфа - 1987).
Ошо китапҡа урынлаштырылған ,, Тауҙар “ хикәйәһендә хәл - ваҡиғалар Көнъяҡ Урал ерлегендә бара, тәбиғәт матурлығына хайран ҡалған автор уны ярлы башҡорт тормошо менән сағыштыра: ,, ... Но и тут мне снилась бедная лачужка, бедная башкирка, которая тянет в ней тяжелую, трудную жизнь, припоминая то счастливое время, когда она была на свободе...” ( 222 бит).
Ҡурайға һәм башҡорттарҙың өзләү оҫталығына иғтибар биреп, Михаил Авдеев уларға үҙе аңлағанса характеристика бирә:
,, Чебызга - род дудки с ладами, инструмент чисто башкирский, который, говорят, составляет странное явление в ряду духовых инструментов. Чтобы играть на ней, башкирец упирает ее верхним концом в глазной зуб и, скривив рот,поддерживает ее нижнею губою. Другой инструмент, который мне тоже нигде не случалось слышать, кроме Башкирии - горло. Башкирец, дикий питомец степей, гор и лесов,не хитер на изобретения. Там, где можно вырезать дудку, он срежет ее и сделает чебызгу; там, где нет дудки, он играет на горле...”
,,Ҡымыҙға барыу“ очеркы ла туранан - тура Башҡортостан менән бәйләнгән. Яҙыусы бында ла Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтен һүрәтләй, ҡымыҙҙың бик файҙалы эсемлек икәнен иҫбат итә, уны нисек итеп эшләүҙәре тураһында ентекле итеп яҙа. Ә башҡорттар тураһында Авдеев былай тип фекер йөрөтә: ,, Башкирцы народ здоровый, умный, хитрый и в высшей степени ленивый и праздный. Работают они только тогда, когда им есть нечего...( 327 бит ).
Бындай фекер менән, әлбиттә, килешеп бөтөп булмай, сөнки халыҡты ярлы иткән сәбәптәр бында тулыһынса күрһәтелмәгән. Төп сәбәп, күрәһең, ялҡаулыҡта түгел, ә шул ваҡыттағы иҡдисади система ҡоролошонда.
Михайловский (псевдоним - Гарин) Николай Георгиевич (1852 - 1906) - үҙ ваҡытында билдәле рус яҙыусыларының береһе. Повестары: ,, Детство Тёмы,“ ,,Гимназисты,“ очерктары ,,Вариант,“ ,,Дневник во время войны,” ,,По Корее, Маньчжурии и Ляодунскому полуострову“ киң билдәле булған әҫәрҙәрҙән һанала. Һуңғы очеркта Башҡортостанға арналған урындары бихисап һәм күберәге ер һатып алыу мәсьәләләренә ҡағыла.
Чехов Антон Павлович (1860 - 1904) 1901 йылда Башҡортостанға Ҡымыҙ менән дауаланыр өсөн килә. Аксеново станцияһынан алыҫ булмаған Андреевский санаторийға урынлаша. Ошо осорҙа үҙенә күсер итеп башҡорт милләтенән булған Миңлеғәле Зәкирйәнов тигән ир - азаматты яллай, уның менән яҡын - тирәләге башҡорт ауылдарына барып ҡайта, юлъяҙма алып бара, шундағы крәҫтиәндәр менән әңгәмәләшә. Өфө губернаһы һәм башҡорттар тураһында яҙыусы ,,Таныштарҙа“ (,,У знакомых“) тигән бер хикәйәһендә телгә ала.
Брусянин Василий Васильевич (1867 - 1919) Һамар губернаһындағы Бөгөлмә ҡалаһында сауҙагәр ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы үлеп китеү сәбәпле ҡартатаһы уны үҙ тәрбиәһенә Өфөгә алып ҡайта. Землемерҙар училищеһен тамамлағандан һуң бер аҙ ер үлсәүсе булып эшләп ала. Һикһәненсе йылдарҙа яҙыу - һыҙыу эшенә тотона, ,,Уфимские губернские ведомости“ гәзитендә корреспондент булып эшләй башлай, һуңыраҡ ,,Самарский вестник“ һәм ,,Самарская газета“ хәбәрсеһе була. Ҡайҙа ғына күсһә лә, ҡайҙа ғына йөрөһә лә лә Башҡортостанды тыуған иле итеп һанай һәм күп кенә очерктарын, хикәйәләрен уға, уның халҡына арнай. 1893 йылда Петрбургтың ,,Русская жизнь“ гәзитендә ,,Башҡорт ауылында яңы йыл“ исемле хикәйәһе баҫыла. Унда бындағы халыҡтың сиктән ашҡан нужаһы һүрәтләнә, ауылдың нисек байҙарға һәм ярлыларға нисек бүленеүе күрһәтелә. В. Брусяниндың Башҡортостанға, башҡорттарға арналған әҫәрҙәре байтаҡ ҡына. ,,В лесной Башкирии,“ ,,Беспокойное место,” ,,Былое - тяжелое“ исемле очерктары һәм хикәйәләре, ,,Белый волк,” ,,Вечная могила“ исеме аҫтындағы легендалар, ,,В борьбе за труд“ повесы - бына шундайҙар исемлегенә инә.
,,Русская газета“ биттәрендәге үткер критик сығыштары өсөн 1908 йылда төрмәгә ултырталар. Ошонан һуң ул Финляндияға китеп эмиграцияла биш йыл йәшәй, тик 1913 йылда иленә кире ҡайта һәм әҙәби эшкә сума.
Граждандар һуғышы осоронда Петербургта аҙыҡ - түлекте бүлеү, таратыу буйынса продкомиссияла эшләй, тиф ауырыуы эләгеү арҡаһында 1919 йылдың йәйендә был донъянан китә.
Горький Алексей Максимович (1868 - 1936) - билдәле пролетар яҙыусы. XIX быуаттың 90 - сы йылдарынан башлап рус булмаған халыҡтарҙың фольклорын, атап әйткәндә. Украин, сиған, татар һәм башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеп, үҙ әҫәрҙәрендә ҡулланған авторҙарҙың береһе.
,,Телһеҙ“( ,,Немой“ ) типаталғанһәмбашҡорт башҡорт легендаларының береһенә нигеҙләнгән хикәйәтендә автор, А. С. Пушкин кеүек, иреккә ынтылған ,,телһеҙ“ башҡорт образын тыуҙыра. Был башҡорт телһеҙ көйө башҡаларҙы ирекле тормош өсөн көрәшкә саҡыра, тик уны эргәһендәгеләр аңламайҙар.
,,Клим Самгиндың тормошо“ (,,Жизнь Клима Самгина”) исемле романында Максим Горький башҡорт халҡының аяныслы тормошон һәм һәм уның ерҙәрен талау, оятһыҙ рәүештә тартып алыу ысулдарын яҡтыртҡан, ер хужаһы башҡорттарға магнаттарҙың төкөрөп ҡарауҙарын асҡан һәм былай тип яҙған: ,, С презрением относились к народу буржуазные магнаты, путем грязных махинаций наживавшие миллионные состояния. Они, эти ,,хмельные от сытости“ солидные люди, у которых ,,башкирской земли целая Франция,“ самоувереннн и цинично заявляли:
,,Там - всё наше, вплоть до реки Белой наше!.. От Бирской вглубь до самых гор - наше! А жители там - башкирьё, дикари, народ негодный, нерабочий, сорьё на земле, нищими по золоту ходят, лень им золото поднять. “
( Максим Горький. Собр. соч. в тридцати томах, т. 3,1953, стр. 215 )
Федоров Александр Митрофанович - (1868 - 1949) - ябай ҡатламдан сыҡҡан яҙыусы. Атаһы көтөү көтөп, итексе булып көн күрә, улын уҡытырға бөтә мөмкинлеген бирә. Буласаҡ яҙыусы Һарытау реаль училищеһенә уҡырға инә, ләкин власть өсөн ҡурҡыныс булған ,,крамольный” эштәре өсөн һуңғы курсынан ҡыуыла. Бер - ике йыл күсмә артист булып көн итә. Федоров мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ шиғырҙар яҙыу менән шөғөлләнә, ә егерме йәшендә профессионал яҙыусы булып өлгөрә. 1894 йылда беренсе китабы - шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығара.
Башҡортостан темаһы А. Н. Федоровтың ижадында күренекле урын алып тора. 1895 йылда ,,Башҡорт далаһында“(,,В башкирской степи“) исемле шиғырҙар циклын китап итеп баҫтырып сығара. Унда тәбиғәт матурлығын һәм муллығын, икһеҙ - сикһеҙ ятҡан башҡорт далаһын күҙаллай. Урындағы халыҡтың ҙенсәлекле, ябай тормошона иғтибарын туплай.
Александр Митрофанович Башҡортостанда мөмкинлек булған һайын булырға тырыша, яҙыусы реалист булараҡ башҡорттарҙың ауыр яҙмышын, үҙенсәлекле тормошон йөрәге аша үткәреп яҙа.
1897 йылда Федоров ,,Дала күренеше“ (,,Степь сказалась“) тип аталған романын яҡты донъяға сығара. Романда актуаль мәсьәлә - башҡорт ерен талауҙа бысраҡ ысулдар ҡулланыуҙы асыҡтан - асыҡ яҙыуы уға ҙур уңыш килтерә.
ХХ быуат башында яҙыусы Өфө һәм Һамар губерналарында ашханалар асып, аслыҡтан итеккән крәҫтиәндәргә ярҙам ҡулы һуҙа. ,,Ер“ ( ,,Земля“ ) романында, ,,Ҡурайсы“ (,,Курайщик“) хикәйәһендә аслыҡ осорондағы тормош - көнкүреште һүрәтләй, башҡорт - рус дуҫлығының нығына барыуын күрһәтә. Яҙыусы күп кенә романдар авторы. ( ,,Наследство,” ,,Природа,“ ,,Камни,” ,,Подвиг,” ,,Бумажное царство“). Бер- нисә пьесаһы (,,Степной дом,” ,,Обыкновененая женщина,” ,,Бурелом“) Рәсәй театр сәхнәләрендә ҡуйыла. 1911 - 1913 йылдарҙа ете томдан торған әҫәрҙәренең йыйынтығын Мәскәүҙә сығарырға өлгәшә. Ләкин революциянан һуң Федоров Европаға эмиграцияға китә.
Туркин Александр Гаврилович (1870 - 1919) Уралдағы Верхне - Уфалей заводы ҡасабаһында тыуа. Силәбе ҡала училищеһен тамамлағандан һуң тыуған ҡасабаһында завод канторында эшләп ала. 1900 йылда Силәбе ҡалаһына күсә һәм адвокатлыҡ эше менән шөғөлләнә башлай.
Әҙәбиәт һуҡмағына Туркин шағир булараҡ килеп инә, 1889 йылда ,,Иртә үлдең һин...“ (,,Умерла ты рано...“) исемле беренсе шиғыры донъя күрә. Артынса ,,Рудокоп,“ ,,У костра,“ ,,Крест не выдал“ исемле һәм башҡа хикәйәләре баҫылып сыға.
1902 йылда Туркин ,,Уральские миниатюры“ тигән хикәйәләр йыйынтығынан торған китап баҫтыра. Унда Урал заводында эшләүсе эшселәрҙең завод хужаларына ҡаршы сығыштары һүрәтләнә.
1914 йылда хикәйәләрҙән торған икенсе йыйынтыҡты сығара. Революцион көстәрҙең берләшеүе, үҫә барыуы, башҡорт ауылдарының уяна башлауы - бына шулар төп теманы тәшкил итәләр.
,,Силәбе тормошо“ (,,Челябинская жизнь“) исемле хикәйәһендә үлә барыусы башҡорт ауылдары турыһында фекер йөрөтә, хәйерселектән сығыу юлдарын уйлай.. Бына нәмә тип яҙа ул:
... ,, Вечером в тусклой степи мигают огни. Всмотритесь, - и вы увидите жалкие охапки изб. Это - башкирские деревни.
Там сидят изглоданные вечной нуждой и мраком люди. В смрадных и гнилых углах ютятся голые сифилисные дети и матери - с красными воспаленными, больными глазами. Там бесправное существо - женщина, жалкая рабыня своего голодного повелителя.
Там хорошо живется только богатым муллам.
А если бы щедрой рукой бросить в эти забытые степи и знание и всеобщую надежду ? Если бы обогреть их по человечески и крикнуть бы им:
- Вставай! Ведь и ты человек.
( ТуркинА. Г. Избранные произведения. Челябинск, 1937, стр. 251-256.)
Автор фекеренсә, тик белем биреп, ышаныс өҫтәп алға өндәгәндә генә башҡорттарҙың аяныслы, аслы туҡлы тормошон үҙгәртергә мөмкин.
Крашенинников Николай Александрович (1878 - 1941) - рус яҙыусыһы Ырымбур губернаһындағы Соль - Илецкиҙә тыуып үҫә, башланғыс белемде шунда ала. Мәскәү университетының юридик факультетын тамамлай. Башҡорттарҙы бала сағынан уҡ белә, йәшәйештәрен күреп үҫә, бәләкәйҙән башҡорт хикәйәләре, бигерәк тә риүәйәттәре менән ҡыҙыҡһына. Ошо ҡыҙыҡһыныу ҙур булмаған хикәйәләр яҙып баҫтырыуға этәрә лә инде. Крашенинниковтың ,,Урман ҡарауылсыһы“ ( “Лесной сторож”) тигән тәүге хикәйәһе һәм ,,Ҡуналҡа“ (,, Ночлег“) исемле тағы бер хикәйәһе 1899 йылда донъя күрә. 1907 йылда донъя күргән ,,Һүнә барыусы Башҡортостан“(,,Угасающаая Башкирия“) тигән очерктар һәм хикәйәләр китабы киң танылыу ҡаҙана. ,,Йәмилә“(,,Амеля”) романында урыҫ әҙәбиәтендә төп герой булып тәү тапҡыр башҡорт ҡатын - ҡыҙы кәүҙәләнә. ,,Под солнцем Башкирии“тип исемләнгән йыйынтығына ,,Утлы бағана“ исемле роман - хроникаһы, ете хикәйә һәм легенда ингән. Крашенинниковтың мөхәббәткә арналған әҫәрҙәре лә бихисап. ,,Бәләкәй Тася хаҡында“ пьесаһын, ,,Рәхиләнең һыҡтауы“ исемле поэтик драмаһын, ,,Мөхәббәт әкиәте“ повысен, тағы ,,Барышнялар,“ ,,Ғиффәтлелек,” ,,Инсафлыҡ“ романдарын йәмәғәтселек йылы ҡабул итә.
Афиногенов ( Степной) Николай Александрович (1878 - 1947) - Пенза губернияһының Норовчата ҡалаһында тыуа, атаһы - олоҫ писары. Төп белем алғандан һуң уездный училище тамамлай. Япон һуғышында ҡатнаша. Беренсе рус революцияһы осоронда революцион агитация алып барған өсөн бер - нисә ай төрмәлә ултырып сыға. Унан сыҡҡас та Ырымбурға килеп 1908 - 1909 йылдарҙа ,,Простор и степь“ исемле гәзит сығара башлай. Унда яҙылған статьяларҙан ,,крамола“ табып Н. Степнойҙы тағы төрмәгә бер йылға ултырталар.
Башҡорт темаһы ,,Батырҙың үлеме“ (,,Смерть батыра”), ,,Кашкыр“ (,,Бүре“) исемле хикәйәләрендә сағыла. Иркенлектә йәшәп өйрәнгән халыҡтың нисек бөлгөнлөккә төшөүе, төрлө сәбәптәр арҡаһында батырҙарҙың юҡҡа сығыуы бернесе хикәйәһендә һүрәтләнһә, икенсеһендә йәмғиәттә йәшәп килгән ҡырағайлыҡ һәм йыртҡыслылыҡ закондары фаш ителә, кейәүгә биргәндә башҡорт ҡатын - ҡыҙҙарының ,,тауар“ булып һатып - алыныуы күрһәтелә.
Ларионов (Белорецкий) Григорий Прокопьевич (1879 - 1913) - Көнъяҡ Уралдағы Белорет заводының ҡасабаһында тыуып үҫә, шуға ла псевдонимы - Белорецкий. Өфө гимнзияһында уҡыған сағында уҡ буласаҡ яҙыусы ҡулъяҙма әҙәби журнал сығарыу менән шөғөлләнә. Шунда үҙенең яҙған шиғырҙарын, хикәйәләрен, очерктарын урынлаштыра. Гимназияны тамамлағандан һуң Григорий Белорецкий Петербургтағы медико - хирургик академияға инеп белемен арттыра. Йәй көндәре Ырымбур губернаһы станицаларында Өфөлә, Белоретта ауырыуҙарҙы дауалау менән шөғөлләнә, практика үтә. Либерал - демократ булараҡ үҙ әҫәрҙәрендә Ырымбур крайының, Урал регионының ябай халҡының, бигерәк тә эшсе - крәҫтиәндәрҙең ауыр көнкүрешен яҡтыртырға тырыша. Был юҫыҡта авторҙың ,,Заводская поэзия“ (1902) очеркы быға асыҡ миҫал булып тора.
Рус - япон һуғышында Белорецкий врач булараҡ ҡатнаша һәм һуғыш яланында, яралыларҙы эҙләй сыҡҡан ваҡытта, ауыр яра ала. ,,На войне“ китабында Григорий Прокопьевич ябай рус һалдатының батырлығын, офицерҙарҙың, генералдарҙың эшкинмәгәнлектәрен асып һала. Шуға күрә китап цензура тарафынан тыйыла, автор үҙе полиция надзоры аҫтына эләгә.
,,Һуңлап килгән көҙ мәлендә“ (,,Поздней осенью”) хикәйәһендә автор завод эшсеһе Семенға ялланып эшләп йөрөгән башҡорт крәҫтиәне Хәйретдин тураһында һүҙ алып бара. Хәйерселектән сыға алмаған Хәйретдин Аллаһҡа ялбарып, унан яҡшыраҡ яҙмыш һорап ҡарай, ләкин барыһы ла бушҡа була. Һәм ул аңлай: мулыраҡ, яҡшыраҡ тормош өсөн көрәшергә кәрәк. Кемгә ҡаршы көрәшергә ? Әлбиттә, байҙарға, боярҙарға ҡаршы. Ни өсөн уларға ҡаршы көрәшергә ? Сөнки улар ярлыларҙы ҡыйырһыта. Артабан авторҙың һүҙҙәрен килтерәйек:
,, ... Да, крепко обидели богатые бедных башкир... Много прнянял от них горя и обиды и бездомный Хайритдин. Но им мало того, что они отняли все у него, нет - они еще, как победители над побежденными, вечно издеваются над ним, над тем, что он не русский, а башкир. Его зовут только собакой, для него держат особую посуду, которую считают поганой, над ним смеются, оскорбляют и его самого и его веру, и его народ.
(Башкирия в русской литературе. Уфа, 1965, том 3, стр.448 ).
Аллаға ышаныс бөтөү сәбәпле, Хәйретдин көрәш юлына баҫырға уйлай.
Шулай итеп, көрәшеүсе пролетариатҡа союзник булырҙай, революцияға нығыраҡ тартыла барған крәҫтиән тыуа.
Полиция тарафынан бер туҡтауһыҙ эҙәрлекләүгә дусар булған Григорий Ларионовтың нервылары ҡаҡшай, ул ауырыуға һабыша һәм яҡты көндәргә сығырҙай мөмкинлек таба алмайынса үҙ - үҙенә ҡул һала.
Алтынсы бүлек