Башҡорт әҙәбиәт ғилемнең үҫеш тарихына дөйөм күҙәтеү.

Октябрға тиклемге әҙәбиәтенең тарихына бәйле айырым мәғлүмәттәрҙе рус краеветтарының, яҙыусыларҙың, баш-т мәғрифәтселәренең хеҙмәттәрендә күререгә мөмкин. 20-30 йыл-ҙа милли мәҙәниәтте өйрәнергә иғтибар арта. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында (иҫкелеккә ҡарата көрәш) был процес туҡтап ҡала, тик 60-сы йыл-ҙа ғына башҡорт әҙәбиәт ғилемесистемалы бер күренеш булараҡ формалаша һәм әҙәбиәт тарихын өйрәнеүгә лә мөмкинлек тыуа. “Окт. тиклемге баш-т әҙәбиәтен өйрәнеү мәсьәләләре” – Ғ.Хөсәйенов доклады. 1965 й. Ә.Харисовтың “Баш-т халҡының әҙәби мираҫы” тигән хеҙмәте донъя күрә.

Әҙәб. тарихын осорҙарға бүлеп мәсьәләһен ҡарауҙа һынылышлы ваҡиғалар роль уйнай. 2 төрлө тәҡдим бар: К.Мәргән – Баш-т әҙәбиәт тарихын Орхон-Йәнәсәй ваҡиғаларынан башлай һәм 2 төркөмгә бүлә (Боронғо дәүер – б.э. VII-XVI б. уртаһына тиклем; Хәҙерге дәүер – XVI беҙҙең көндәргә тиклем). Ғ.Хөсәйенов түбәндәге периодтарҙы бүлә: I.Урта быуаттар әҙәб. (XI-XVIII): 1)Болғар осоро (XI-XIIIб. 1-се ярт.). болғар-башҡ. бәйләнеше әйтелә. “Алдар м-н Зөхрә” эпосында был бәйл. сағыла. Болғар-башҡ. мотивын яҡтыртҡан риүәйәт, легенда, шәжәрә, эпос, тәуарих яҙмалары был 2 халыҡтың ырыуҙашлығын, туғанлығын, рухи культ. берлеген раҫлай. Болғар яҙма ҡомартҡылары бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланмаған. Ҡәбер таштарындағы – эпитафик – яҙмаларҙы ғына күрһәтергә була. Был осорға Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаи Йософ”; 2)Ҡыпсаҡ осоро (XIII б. 2-се ярт.-XVIб.1-се ярт.) Алтын Урҙа дәүере Р.Ғ.Кузеев XIII-XIV б. баш-ң этник тарихын ҡыпсаҡ осоро тип атай. “Ете ырыу” тарихи легендаһы һәм “Урал” йыры ошо дәүер эҙемтәһе. Тарихи риүәйәт, ҡобайыр, әйтештәр ҡарай. “Һуңғы Һартай – эпик традицияларҙан үҫеп сыҡҡан яҙма. ”; 3)Рәсәй осоро (XVI б.2-се ярт.-XVIII б.). II.XIX-XX б. башы әҙәб. (1798-1917й.): XIX б. 1-се ярт. (1798-1870 й.); 2) XIX б. 2-се ярт. (1880-1905, 07 й.); 3) XX б. башы әҙәб. (1905, 07-1917 й.). III.Совет әҙәбиәте (1917-1970 й.).

28. М.Буранғоловтың ижади эшмәкәрлеге. (4 том, 75 стр.)

.(1888- 1966). 1907 й Ҡарғалы мәҙрәсәһен тамамлай һәм 1907 – 1908 йй йәйге мәлдәрендә башҡ-р араһында тәржемәсе сифатында Б-н буйлап оҙон юлдар үтә. Был эште ул б-т фольклорын йыйыу өсөн дә файҙалана. 1938 й Өфөгә күсеп килә. Б-н Тел һәм әҙ-т ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр, бер аҙ ваҡыт Б-т дәүләт драма теарында әҙәби консультант булып эшләй. Был ваҡытта ул ошоғатиклем йыйылып килгән бихисап фольклор материалдарын барлап, системаға килтереп, төрлө йыйынтыҡтар төҙөй, фольклор мотивтарын һәм эпос сюжеттарын файҙаланып, пьесалар, либреттолар яҙа, күләмле поэтик әҫәрҙәр ижат итә. Әммә КПСС Үҙәк Комитетының “Б-н партия ойошмаһында агитация-пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу саралары тураһында” 1945 й 27ғинуарында ҡабул иткән ҡарарында нахаҡҡа буржуаз милләтселектә ғәйепләнгәндән һуң быға тиклем дә асылда эҙәрлекләүгә дусар ителә. Уның исеме лә, ижады ла оҙаҡ йылдар буйы тыйылып тора. Ул Хәсән Буранғоловтан “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға” ҡобайырҙарын яҙып ала. Ғәбит сәсәндән “Урал батыр”, “Ай Уралтау, Уралтау”, “Ете ырыу”, “Юлай м/н Салауат”, “Байыҡ Айҙар сәсән” ҡобайыр-н һәм эпос-н яҙа. Аҡһаҡалдар теленән “Ҡарас һәм Аҡша”, “Ерәнсә сәсән” , “Мәргән м/н Маянһылыу”, “ Мәхмүт сәсәндең йомағы, уға үҙенең яуабы”, “Аҡмырҙа сәсән м/н Ҡобағош сәмәндең әйтеше”. 1917 – “Ашҡаҙар”, “Зәңгәр шәл” -1918, “Буранбай”- 1920, “Йәшерен йөҙҙәр”- 1921-1934, “Алпамыша”-1922, “Ҡара юрға”- 1924, “Шәүрәкәй”- 1925, 1948, “Башҡорт туйы”-1926-1943)пьесалары.”Ҡараһаҡал” драмаһы-1930-1959, “Мәргән”- 1939, “Туҡтар м/н Гөлнур”либреттолары- 1944-1947, “Иҙеүкәй м/н Мораҙым” трагедияһы- 1940 шул дәүер б-т әҙ-ң тарихи драматургия өлгөләрен тәшкил итә. “Ватан һуғышы” исемле ҡобайыры ҙур әһәмиәткә ҡаҙана. Бында б-т яуғирҙарының 1812 й Рәсәйҙе яҡлап күрһәткән тиңһеҙ батырлыҡтары саф ҡобайыр алымдары м/н тасуирлана.

29. 20-се йылдар әҙәби процесы. Әхнәф Харисовтың ғилми эшмәкәрлеге. (3 том. 46 стр.; 5 том, 449 стр.)

Егерменсе йй башында, илдә ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу һәм нығытыу бурыстарына бәйле рәүештә, социалистик культура төҙөлөшөнөң һәм шуның состав өлөшө булған матур әҙәбиәттең яңы бурыстары билдәләнде. Әҙәби-культура хәрәкәтенең яңы осоро башланып китте. Өфөлә “Яңы юл” (1923),”Белем” (1924) тигән әҙәби-политик һәм ижтимағи- педагогик журналдар сыға башлауы б-т культураһының һәм әҙ-ң үҫешен шаҡтай тиҙләтте. Б-т әҙәби яҙыусыларының совет платформаһында идея-политик яҡтан тупланыуы, әҙ-тә яңы реалистик принциптарҙың асыҡлана һәм формалаша барыуы м/н характерлана. Б-н йәмәғәтселеге һәм илебеҙҙең б-т-татар хеҙмәтсәндәре 1923 й М. Ғафури ижади эшсәнлегенә егерме йыл тулыу юбилейын киң рәүештә билдәләп үтте; шул көндәрҙә Ғафуриға Б-ң х-ҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде. Иҫкелекте йырлаусыларға ҡаршы М. Ғафури , Б. ишемғол, Т. Йәнәби шиғри протест ауаздары ҡушылды. Д. Юлтый “Иҫке ағымсы б-т йырсыһы” тигән шиғыры м/н сыҡты. 1928 й уртаһында Мәскәүҙә пролетар яҙыусыларҙың Бөтә Россия ассоциацияһы барлыҡҡа килеү м/н Б-да б-т, рус, татар һәм сыуаш яҙыусыларын берҙәм ижади ойошмаға берләштереү идеяһы тыуа. Б-н пролетариат яҙыусылар ассоциацияһы тәүге йй ижади көстәрҙе ойоштороу, әҙ-тә пролетариат идеологияһын нығытыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарҙы, б-т яҙыусыларының өлкән һәм йөш быуындарының яңы идея-эстетик позицияла берләшеүенә күпмелер булышлыҡ итте. Пролетариат идеологияһы, марксизм-ленинизмдың эстетик нигеҙҙәре м/н ҡыҙыҡһыныу һәм уны үҙләштереү көсәйҙе. Ләкин РАПП-сыларҙың пролетариат идеологияһын әҙ-кә һәм сәнғәткә механик рәүештә күсерергә тырышыуы тенденцияһы, берҙән-бер генә ижади йүнәлешкә өҫтөнлөк биреүе, әҙәби художестволығына, күп төрлөлөгөнә зыян килтереүе, әҙәби хәрәкәтте тотҡарлауы тиҙ арала үҙен белгертте. Ғ.Хәйри, Б. Вәлид, С. Кудаш, С. Агиш к/к яҙыусыларға нигеҙһеҙ яла яғылды. Хәйриселек һәм вәлидселек ҡаршы көрәш кампаниялары асып ебәрелде. Егерменсе йй икенсе яртыһындағы әҙәби хәрәкәткә шуныһы хас: уға совет мәктәптәрендә белем алған әҙерлекле йәш көстәр өҫтәлде, төрлө жанрҙарҙың йылдам үҫеше, бигерәк тә реалистик прозаның алғы планға сығыуы билдәләнде, заман темаһы, яңы кеше образы үҙәк урынды биләй башланы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә М. Ғафури,А. Таһиров, И. Насыри к/к яҙыусыларҙың ҙур күләмле повестары ижал ителде, әҙ-кә килгән Ғ. Хәйри, с. Агиш, Ғ. Дәүләтшин, Б. Вәлид, А. Карнай к/к йәш көстәрҙең төрлө жанрҙар буйынса ижад активлығы көсәйҙе.

(1914-1977). Әҙәбиәтсе, фольклорсы, телсе, йәмәғәт эшмәкәре. 1936 й-дан ғилми-ижади эшмәкәрлеген башлай. Хикәйәләр, очерктар ҙа яҙа. “Тормош яңынан башлана” хикәйәһен яҙа 1945 й. Тәүге күренекле ғилми хеҙмәте – “Әҙәбиәт теорияһы” (1944). Ғилми эшмәкәрлегендә мәктәптәр өсөн дәреслектәр яҙыуға иғтибар бирә. 40-50 й. башҡорт әҙәбиәте үҫешенең үҙәк проблемалары һәм жанр үҙенсәлектәренә арналған “Утыҙ йыл эсендә баш-т әҙәбиәте” (1949), “Һөғыштан һуңғы осорҙа баш-т әҙәбиәте” (1955), “Баш-т әҙәбиәтенең үҫеш юлдары” (1957). С.Юлаев, Ш.Бабич, С.Агиш, С.Ҡудаш, Ә.Бикчәнтәев, И.Абдуллин, Р.Ниғмәти ижадтарын анализлай. “Әҙәби күренештәр” (1963) китабында мәғрифәтсе-яҙыусылар тураһында фекер әйтә, Ш.Бабич ижадын тәрән тикшерә. Һуғыштан ҡайтҡан яҙыусылар ижадына туҡтала. Ошо осор әҫәрҙәренең кәмселектәрен күрһәтә. Ғилми хеҙмәттәрендә халыҡтарр дуҫлығы, әҙәбиәттең үҙ-ара бәйләнешенә иғтибар итә: Украина яҙыусыларының Баш-да булыуына арнап “Башҡортостан күге аҫтында” (1954), татар яҙыусыһы Ғ.Туҡай тур-да “Поэзия ҡаһарманы” (1961) яҙа. “Пушкин әҫәрҙәрендә баш-т” исемле мәҡәләһе лә шул хаҡта һөйләй. Әҙәби әҫәрҙәрҙең теле һәм стиленә иғтибар итә “Әҙәби күренештәр”ҙә, тәржемәләргә талаптар ҡуя “Тәржемә теле хаҡында” (1939). “Баш-т халҡының әҙәби мираҫы” (1965) хеҙмәте айырым урын алып тора. Бында XVIII-XIX быуат-рҙа баш-р араһынан сыҡҡан яҙыусыларҙың хеҙмәттәре индерелгән. Был хеҙмәте өсөн филология фәндәр докторы тигән ғилми дәрәжә һәм профессор исеме бирелде. Төрки халыҡтарҙың ижады үҫеше этаптарына туҡтала, рус әҙәбиәтенең йоғонтоһо көсәйә барыуы тур-да фекер йөрөтә. Ауыҙ-тел әҙәбиәте өлкәһендә күҙәтеүҙәр алып бара. “Рухи тамырҙар” йыйынтығы донъя күрә. Бында М.Ғафури тур-да “Көмөш эстафета һәм Көмөш эстафета һәм 33-сө шиғыр” мәҡәлә, “Ш.Бабич”, Р.Ниғмәти ижадына арналған “Халыҡ шағиры”, И.Абдуллин “Тынғыһыҙ ижад юлы” мәҡәләләр урын алған. 1954, 1959 й. фольклористика өлкәһендә “Баш-т халыҡ ижады”ның I, II томдары сыға. 1954 й. “Баш-т халыҡ йырҙары” йыйынтығы сыға. Баш-т халыҡ ижадының 18 томлыҡ йыйылмаһын әҙерләү буйынса, баш редакторҙарҙың береһе була.

30.И.Абдуллин эшмәкәрлеге. Романдарында һуғыш темаһының эшләнеше. (5 том, 500 стр.)

(1920) Ижадының тәүге осорҙарыннан уҡ проза, драматургия жанрҙарында эшләй башлай. Әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителә. Шаран районы, Ерекле ауылында тыуа. 1927-1935 й. ауылында уҡый, Өфәлә геология-разведка техникумын тамамлай. 1942 й. һуғышҡа китә, яралана. 1954-56 й. Мәскүҙә М.Горький ис. Әҙәбиәт инстит-да уҡый. “ал яулыҡ” тигән тәүге пьесаһын 1938 й. яҙа. Граждандар һуғышы осоро сағылдырыла. 1940 й. “Алыҫ ил сигендә” ис. пьеса, ә Иранда “Тауҙар һәм ҡолдар илендә” очерк яҙа. Уларҙы “Ул Уралдан ине” йыйынтығында баҫтыра 1946 й. Нефтселәр тормошон ентекләп өйрәнә һәм 19946 й. “Тәрән һулыш” (“Девон фонтандары”) пьесаһын яҙа, сәхнәгә ҡуйыла. Йәш замандаштың саф намыҫы, мөхәббәт, дуҫлыҡта тоғролоғо 2се әҫәренең – “Беҙ айырылышмабыҙ” – драмаһының төп темаһы (1949). Драматургияһы күп темалы, күп жанрлы. Героик, романтик драмалар ҙа, тормош-көнкүреш темаларына арналған әҫәр-р ҙә, лирик, сатирик комедиялар ҙа бар. “Урман ҡыҙы” (1959) романтик конфликтлы, геройҙарҙың юғары рухлы характерҙары м-н айырылып тора. “Йыр булып ҡайтырмын” (1970) героик драмаһында БВһ көрәшкән совет патриоттары образдарын кәүҙәләндерә. Хеҙмәттә, ғаиләлә, көнкүрештә тыуған ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы асҡан “Бажалар”, йәшлек романтикаһы м-н һуғарылған “Тиле йәшлек”, “Их, Өфө ҡыҙҙары!”, “Яратам, яратам…” комедиялары хуплау тапты. 60-сы й. уртаһында “Онотолған ант” драмаһы ике дуҫтың үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә килеп сыҡҡан ҡапма-ҡаршылыҡтырҙы күрһәтә. Әҙиптең тиҫтәгә яҡын романы, повестары, хикәйәләре нәҫерҙәре бар. “Һандуғастар разъезы”, “Бер мөхәббәт яҙмышы”, “Ҡайындар япраҡ ярғанда”, “Көтмә”, “Йондоҙҙар атыла”, “Ҡаршы барып ал” йыйынтыҡтары. “Хуш, Рим!” (1969), “Тол ҡатындар иламай”(1977) ис. ике романы күренекле урын ала. Италияла фашизмға ҡаршы көрәшкән совет патриоттарының береһе Леонид Колесниковтың ғүмерен һөйләп сыға. “Свобода” исемле ҡаршылыҡ күрһәтеү отрядында һуғышҡан совет кешеләренең оло батырлығын һүрәтләй. Төп герой атаҡлы Путилов заводы эшсеһе ғаиләһендә тыуа, балалар йортонда тәрбиәләнә. Техникумда уҡып, агроном була. Һуғышта яралана, әсирлеккә эләгә, йыл ярым хәрби пленныйҙар лагерында ята, унан ҡаса, тотола, яңынан ҡаса. Колесников Италияға килеп эләгә, ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәтендә ҡатнаша. Романдың геройҙары – “Свобода” отряды һуғышсылары – интернациональ туғанлыҡ вәкилдәре: Италия еренең һәйбәт күңелле батыр кешеләрен тасуирлай. Ихлас күңелле Россо Руссо, тыныс тәбиғәтле Паоло Марчеллини, тәүәккәл һәм батыр Орландо, саф күңелле батраҡ Доменико, һөйкөмлө бер туғандар Джулия һәм Дуэлия.

“Тол ҡатындар иламай” (“Кедрҙар мең йыл йәшәй”) романы ла идея-тематик яҡтан Европаны фашизм ҡоллоғонан азат итеү, төрлө илдәр һәм төрлө милләт кешеләренең дөйөм дошманға ҡаршы көрәштәге берҙәмлеге проблемаһын дауам итә. Был әҫәрҙә сюжет һыҙығының үҫеше үҙәк героиня Әлфиә Камалованың кисерештәре, хәрәкәттәре м-н бәйле. Үҙ теләге м-н һуғышҡа китеп, разведчик-радист һөнәрен үҙләщтнргән Әлфиә бәләкәй кәүҙәле, ҙур йөрәкле ҡыҙ бер нисә тапҡыр разведкаға дошман тылына бара. Айырыуса Венгрияны азат итеү өсөн һуғыштарҙағы оло батырлығы ентекле тасуирлана. Әлфиәнең уй-тойғолары аша батыр венгр партизандары Фаркаш, Андраш, Габор, Ласло, совет һуғышсылары Иршат, Әшрәф, Сафуан образдары м-н дә таныштыра. Һуғыш уты эсендә ҡыҙға һөйөү килә. Ауыр йәрәхәт алһа ла, хәрби бурысын намыҫлы үтәй. Артабан героиняның ир балаһын үҫтереүен, врач, профессор булыуын күрәбеҙ. Йәшлек дуҫы Әшрәф Ардуванов уны яҡын күрә, Зөфәрен дә үҙ итә, тик Әлфиә тынғыһыҙ, борсоулы тормошто, ижади яҙмышты һайлай.

Яҙыусы һуғышты ҡурҡыныс ауыр хеҙмәт итеп һүрәтләп кенә ҡалмай, ә халыҡ батырлығының эске йөкмәткеһен, сығанаҡтарын асырға ынтыла. “Ҡош юлынан барам” романының идея-художестволы, жанр-үҙенсәлеген документаллеге билдәләй. Тәүге ике романы ла тикшеренеүгә нигеҙләнгән. Был яҡтаняҙыусы ғалим-тарихсы,этнограф рәүешендә сығыш яһай. Роман Бөрө-Мишкә яҡтарында, Өръяҙы һыуы буйында үҫкән ҡаһарман совет разведчигы капитан Фәтхинуровтың Киев ҡалаһында подпольела күрһәткән батырлыҡтарына арналған. Яҙыусы геройҙы халыҡҡа ҡайтара. Хәҙер Өръяҙы буйында фәтхинуров исемендә колхоз бар.

Сюжет ҡоролошо, хикәйәләү алымдары үҙенсәлекле. 31 новелла – рәсми белешмәләр, автор һүҙе, геройҙарҙың монолог-хикәйәләре килтерелә. Романдағы ваҡиғалар, тормошта булғанса, ике киҫәккә б-ленә: тыныс дәүерҙәге йәшлек йылдары һәм һуғыш осорондағы бәрелештәр, осрашыуҙар, мажаралар. Нур Фәтиховтың әсәһе Нәғимә, атаһы Фәтих, гармунсы Хәживәли, бейеүсе Назиф, ауыл сибәре Зәйтүнә, тәүге мөхәббәте Илисә – герой күңелендә эҙ ҡалдыра. Фашистар Киевты баҫып алғас, Фәтиховтың “Днепр” ис. диверсия группаһындағы эшмәкәрлеге әҫәрҙә төп урынды биләй. Геройға Рая Буяненко, Василь Желедко, Федор Кушнир, Мария Куница, Петя Поздняк, Даша Поздняк, Григорий Светлин кеүек патриоттарға таянырға тура килә. Әҫәрҙең фажиғәле рәүштә тамамланыуы – Фәтиховтың дошман ҡулына эләгеп, хәбәрһеҙ юҡ ителеүенә ҡарамаҫтан, роман батырҙарҙың үлемһаҙлеген данлап, уҡыусыны тетрәтә.

“Ҡояш байымай ҙа байымай” тигән яңы романы ла Дон далаларында үлемесле һуғышта бирешмәгән ябай, ләкин үлемһеҙ яугирҙар м-н таныштыра. Улар төрлө милләт улдары, тик бер ғаилә кешеләре.

“Көтмә”, “Сарҙаҡҡа ташланған хаттар”, “Йондоҙҙар атыла” кеүек лирик повестары ҙур иғтибарға лайыҡлы.

31. 30-сы йылдар әҙәбиәте. (3 том, 219 стр.)

Утыҙынсы йй илебеҙҙә социализм төҙөү өсөн көсөргәнешле көрәш барҙы. “Социализм” һәм “Яңылыҡ” исемле йоҡа журналдар әҙ-ге яңылыҡтарҙың байтағын үҙ ваҡытында уҡыусыларға еткереү мөмкинлегенә эйә булды. Илебеҙҙә социализмдың еңеүе өсөн көрәш дәүере әҙәбиәт алдында яңынан-яңы идея-эстетик бурыстар ҡуя торҙо. Улар араһында иң мөһиме социалистик үҙгәрештәрҙе, кешенең яңырыу процесын дөрөҫ һәм асыҡ күрһәтеү, совет кешеһенең рухи үҫеүенә ярҙам итеү булды. Б-Н БЕРЕНСЕ СЪЕЗДЫ 1934, 15-18 март . Совет кешеһенең үҫеүе, тормоштоң яңырыуы процесын яҡтыртыуы, әҙ-т алдында заман тарафынан ҡуйылған бурысты үтәү А. Таһиров, Д. Юлтый, С. Кудаш, И. Насыри, Т. Йәнәби, Булат Ишемғолһымаҡ танылған әҙиптәр өлөшөнә төштө. Социализмдың еңеүсән рухын, илде һәм хужалыҡты үҙгәртеп ҡороу дәртен, кеше аңының яңырыуын йырлап әҙ-кә килгән Р. Ниғмәти, Б. бикбай, С. Агиш, Әкрәм Вәли, С. Мифтахов, Мөхөтдин Тажи, Ғ. Сәләм, М. Хәй, Мөслим Марат, Ғ. Әмири, А. Карнай, Низам Кәрип, Ҡ. Даян, маҡсуд Сөндөклө һәм башҡалар утыҙынсы йй б-т совет әҙ-ң нигеҙен нығытыу ыңғайына формалаштылар. Был йй б-т романы формалашты. Реалистик ҙур сәнғәттең мөһим ҡаҙаныштары булған “Һалдаттар”, “Ҡан”, “Күҙәй” к/к романдар, геройҙарға психологик анализ яһаған повестар, хикәйәләр яҙылды. Заманға ауаздаш драмалар, комедиялар, трагедиялар тыуҙы, актуаль темаларға арналған очерктар ишәйҙе. Поэзияла ода, миниатюра, баллада, сонет, шиғри роман барлыҡҡа килде. Бөтә төр әҫ-ҙә лә тиерлек сатира һәм юмор элементтары активлашты, драматизм көсәйҙе. Геройҙар күңелен, хеҙмәт процесын динамикала һүрәтләү яғынан Д. Юлтый, С.кудаш, А. Таһиров, А. Карнай, Һ. Дәүләтшина очерктары айырыуса уңышлы булдылар. Прозала заман геройын дәүерҙең актуаль проблемаларын хәл итеү процесында һүрәтләүгә ынтылыш Ғ. Ғүмәр “ячейка секретаре”, А. Таһиров “Машиналар ҡаны”, Ғ. Хәйриҙең “ Ҡатын”,Б.Бикбайҙың “Ҡояшлы көн” повестарында яһалды. А.Карнайҙың “Далалағы уттар”,Һ.Дәүләтшинаң “Айбикә” тигән повестарында хеҙмәт кешеләренең яңы тормош төҙөүҙә актив ҡатнашыуы һүрәтләнде. Поэзияла ауыл хужалығын коллективлаштырыу, крәҫтиән психологияһының үҙгәреүе темаһы киңерәк урын алды. Драматургияла А. Таһировтың “Үрнәк”, “Себерәк Ғилман”, С. Мифтаховтың “Һаҡмар”, “Дуслыҡ һәм мөхәббәт”, “Ялан ҡыҙы”, Н. Кәриптең “Алма”һ б пьесаларында колхозлашыу, ауылда синфи көрәш, социалистик аңдың шәхси милекселек психологияһын еңеүе күрһәтелде. Д. Юлтый, Ғ. Ғүмәр, Р. Ниғмәти поэмаларында б-т эшсе синыфының формалашыуы, хеҙмәт энтузиазмы философик дөйөмләштерелде. Ғөмүмән, поэмаларда, драмаларҙа, шиғырҙарҙа , проза әҫ-дә элекке хоҡуҡһыҙҙарҙың совет ососронда үҙ иленең хужаһына әйләнеүе күрһәтелде. 30 й-ҙа яңы кешенең формалашыуын сағылдырыу мәсьәләһе ҡатын-ҡыҙ яҙмышын һүрәтләү, күпселек осраҡта уны дәүерҙең төп геройы итеп күрһәтеүе м/н бәйләнде. Утыҙынсы йй әҙ-дә яңыны төҙөү героикаһы, еңеү пафосы күпселек әҫ-ң төп йөкмәткеһен тәшкил итте. Поэзияла абстракт романтика ысынбарлыҡ факттарынан юғары шиғриәт таба белеү оҫталығы м/н алмашына барҙы. Прозала дөйөмләштереү философик тәрәнлек м/н һуғарылды. Драматургияла революцион-героик башланғыс өҫтөнлөк итте, тарихи үткән м/н дәүер һулышын көндәлек талаптар юғарылығынан раҫлаусан мотивтар әҙ-тә ыңғай синтезлашыу тапты.

32. Н. Нәжми ижады. «Ҡапкалар» поэмаһына идея-эстетик анализ. (5 том, 347 стр.)

(1918-97) Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуа. 1937 й. Өфө металлургия рабфагында уҡый, респ газетаһында тәүге шиғырҙары баҫыла. 1938 й. БДПИ тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә. Вузда яралған дуҫлыҡ хистәре (“Һау бул хәҙергә”), бала саҡта йөрөгән урман-һыуҙарына ашҡыныу (“Һаумы, ауылым!”), мәрхүм атаһының баҫҡан эҙҙәрен эҙләү (“Атай ҡәбере янында”) һ.б. – башланғыс осорҙағы мотивтар. БВһ башланғас, 3сө курстан фронтҡа китә. “Окопта уйҙар”, “Үткән көндәр гүзәллеген уйлап” кеүек шиғырҙары йәшәү һәм үлем хаҡындағы уйланыуҙарҙан, “Күҙҙәреңә бағып туя алманым”, “Иҫән ҡайтһам”, “Тышта һалҡын, землянкала еүеш” тыуҫан яғына, әсәһе һәм һөйгәне тур-да, “Танкист”, “Фронтта төн”, “Роза сәскәһе” фронт көндәлегенең күренештәрен һүрәтләй. 1946 й. Өфөгә ҡайта, уҡыуын дауа итә. Газета-журнал редакцияларында эшләй, Баш-т академия драма театры директоры, “Һәнәк” журналы редакторы була. 1962-69 й. Баш-н Яҙыусылар союзы идаралығының председателе. 1947-49 й. “Теләк”, “Һау бул”, “Веймар…”, “Йөрәгемә яҡын бары ла” шиғырҙарын берләштергән “Ҡайтыу” циклы, “Котелок”, “Миндә аҡ сәс бөртөктәрен күреп…”, “Тамсылар” кеүек шиғырҙары, “Әсә” поэмаһы донъя күрә. Тормоштоң күп яҡлылығын, кеше күңеленең төрлөлөгөн, үҙ-ара мөнәсәбәттең күп ҡырлылығын асыҡлау 50-70 й. башын а тиклем поэзияһының төп йүнәлеше була. Поэма жанры алғы планға сыға. “Ҡапҡалар”, “Йыр тураһында баллада”, “Йоҡлаған бала янында”, “Дуҫ тур-да 11 йыр” поэмаларында ваҡиғалар БВһ йылдарына ҡарай. “Ҡапҡалар” поэмаһының ике донъя, ике заман, ике ҡапҡаны үҙеңдең күңелең ҡапҡалары м-н бәйләнештә ҡарау төп идеяһы. Поэмала автор ваҡиғалар эсендә ҡайнай, әҫәрҙең төп персонажына әйләнә, тормош шағирҙың уй-фекерҙәре аша һыҙатлана. Төп образ – ҡапҡа образы. “Ҡапҡа” ҡат-ҡат һүрәтләнә, яңы һыҙаттар ала бара. Шул ҡапҡа алдында автор үткәнен иҫкә төшөрә, хәҙергеһен байҡай. Ҡапҡа поэманың реаль ерлеген кире ҡаҡҡыһыҙ итә, кешелектең азатлыҡ өсөн көрәшендә оло бер этап булыуына ла баҫым яһай. 1-се ҡапҡа – йорт м-н урам араһында. Сабыйҙың донъяны аңлауы ла шул саҡлы ғына. 2-се ҡапҡа – баҫыу ҡапҡаһы – ауылды киң донъя м-н тоташтырып тора. Был ҡапҡалар бала саҡтың символдары. “Тау артында ла донъя барлығын” белгән үҫмергә “ҡала ҡапҡалары” асыла. Был геройҙың аң даирәһе үҫеүен аңлата. 4-се ҡапҡа – “белем ҡапҡаһы” – образ-төшөнсә, күңел күҙе күрүеҙе талап итә. Ир ҡорона еткәс “Бранденбург ҡапҡаһын” аса. Тыныслыҡты нығытыусыларҙың береһе булараҡ та сығыш яһай. Шуға “кеше күңеленең ҡапҡаларын ҡағам”, ти. Был поэмала шағирҙың биографияһы ғына түгел, ә бер осор яҙмышы һүрәтләнә. Бығ кеше күңеленең ҡапҡаларын ҡағыу, йәғни шиғриәт мәсьәләләре лә килеп ҡатнаша.Шағирҙың 60-80 й. ижат иткән әҫәрҙәренең күпселеге фекергә, аҡылға бай, юғары хистәр м-н яҡтыртылған лирик шиғырҙар. 80 й. бер-бер артлы “Ағым”, “Ғүмерлек йыр”, “Бер туғандар”, “Ике Зөләйха” поэмаларын ижад итә. РФ М.Горький, Баш-ң С.Юлаев ис. премиялар лауреаты. 1993 й. “Баш-ң халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде.

50 й. драматургия өлкәһендә лә актив эшләй. “Яҙғы йыр” (1950) пьесаһы, “Хуш, Хәйруш!” (1952) комед., “Күршеләргә ҡунаҡ килгән” (1976), “Саҡырылмаған ҡунаҡ” (1953), “Гармунсы дуҫ”(1974) пьесалары. Әгәр поэзияла нигеҙҙә тормоштоң героик һәм трагик яғына нығыраҡ иғтибар итһә, драматургияла көнкүреш факттарына байыраҡ.

33. 40-сы йылдарҙағы әҙәби процесс. К. Әхмәтйәновтың ғилми эшмәкәрлеге. (4 том, )

“Ҡыҙыл Башҡортостан” газетаһының 1941 й. 23 июнь һанында Хәниф Кәримдең гитлерсы фашистарға нәфрәт м-н тулы һәм илебеҙ халҡының еңеп сығасағына тәрән ышаныс м-н һуғарылған “Асыу йыры” исемле шиғыры урынлаштырыла. Мәлих Харис “Ҡанға – ҡан, үлемгә – үлем” тигән шиғырын яҙа. Һуғышның тәүге көндәренән үк әҙип һүҙе, шағир йыры халыҡты изге көрәшкә, илде дошмандарҙан һаҡларға өндәгән, яугирҙарҙы батырлыҡҡа рухландырған оран булып яңғырай. “Ҡыҙыл Башҡортостан” газетаһында тылдағы һәм фронттағы яҙыусыларҙың әҫәрҙәре баҫылып тора. А.Карнай редакторлығында сығарылған “Ҡыҙыл атлылар” газетаһында уның үҙенең, шулай уҡ К.Мәргән, Ш.Насыров, Ә.Ихсан һ.б. яҙыусыларҙың кескәй күләмле ,әммә тәрән йөкмәткеле проза әҫәрҙәре донъя күрә. С.Ҡудаш, Р.Ниғмәти, Б.Бикбай шиғырҙары ла сәхнәнән йыш яңғырай. Баш-н дәүләт нәшриәтендә “Фронт һәм тыл” серияһында йыйынтыҡтар сығарыуҙы ойоштороу ғәйәт әһәмиәтле була. С.Ҡудаштың “Саҡырыу”, Р.Ниғмәтиҙең “Мөхәббәт һәм нәфрәт йыры”, “Үлтер, улым, фашисты!”, Б.Бикбайҙың “Йәшәһен тормош”, М.Тажиҙың “Асыу һәм үс”, Б.Фәйзиҙең “Ленинград һағында” китаптары, Б.Димдең “Фронт хикәйәләре”, С.Агиштың “Атлы Илмырҙа”, К.Мәргәндең “Беҙҙең поход” һ.б. хикәйә йыйынтыҡтары ошо серияла донъя күрә. БВһ йыл-да ил азатлығ өсөн көрәш ,совет халҡының патриотизмы, Тыуған илгә бирелгәнлек, батырлыҡ темалары, бөтә совет әҙәбиәтендәге кеүек, баш-т һүҙ сәнғәтенең дә үҙәк темаһына әүерелә. Баштараҡ фашистарға ҡарата нәфрәт белдереү, көрәшкә туранан-тура саҡырыу мотивтары алғы планда тора. Һуңыраҡ иһә һуғышсыларҙың образдары конкрет кәүҙәләндереү аша батырлыҡ, патриотизм идеяларын раҫлау өҫтөнлөк ала бара. Кескенә күләмле шиғырҙар, хикәйәләр, зарисовка һәм очерктар яҙыла. Ваҡиғаларҙы тәрәнерәк анализлап, геройҙарҙы киңерәк ҡылыҡһырлаған, тормошто тулыраҡ сағылдырған хикәйәләр, очерктар, эпик поэмалар, драма әҫәрҙәре һуңғыраҡ этаптарҙа яҙыла башлай. Ә киң күләмле повестар һәм романдар тыуҙырылмай, сөнки ваҡыт та, мөмкинлек тә булмай. Фронтовик шағирҙар М.Харис, Х.Кәрим, Ғ.Әмири ижады публицистик пафослы шиғырҙар м-н байый. С.Кулибайҙәң дошман м-н бәрелештәрҙе сағылдырған балладаар барл килә. М.Кәрим шиғыр һәм поэмалар ижад итә. С.Ҡудашәҫәрҙәрендә йыр-таҡмаҡ стиле өҫтөнлөк итә. Прозала – Б.Дим, А.Карнай, К.Мәргән, С.Агиш, Ғ.Ғүмәрҙең тыл хеҙмәтсәндәре тур-ғы хикәйәләрендә персонаждарҙың кисерештәрен тәрнә итеп биреү м-н бәйле лиризм көслө була. Драматургияла ла кесе күләмле әҫәрҙәр төп урын ала. Р.Ниғмәти, Б.Бикбай, М.Буранғолов, К.Мәргәндең әҫәрҙәре осорҙоң аҙағына таба күренә башлай. Фольклор традицияларына, Урал-батыр, Иҙеүкәй м-н Мораҙым к-к эпос геройҙары, халыҡ геройҙары әҫәрҙәрҙә йәнләндерелә. М.Буранғоловтың француз яуҙарына ҡаршы 1812 й. Ватан һуғышы һәм БВһ тур-ғы ҡобайырҙары халыҡ ижады традицияларын дауам итә. Быға тиклем баш- әҙәбиәте милли ыснбарлыҡты һүрәтләүҙе иғтибар үҙәгендә тотҡан булһа, хәҙер яҙыусыларҙы илебеҙҙәге бөтә халыҡтарҙың хәле борсой. Патриотизм, батырлыҡ темалары халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеген раҫлау м-н тығыҙ берләшә. Баш-т халҡының фронттағы батырлығы башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтендә сағылыш таба. Рус яҙыусылары К.Симоновтың “Баш-т дивизияһында”, И.Эренбургтың “Башҡорттар”, Турҙарҙың “Дуҫтар рухын иҫкә алыу”, Е.Ильина “Йөҙҙән берәү”, татар яҙыусылары М.Әмир, М.Садри, Ш.Мөдәррис, украин, ҡаҙҡ һ.б.

34. Ә.Хәкимов прозаһы. «Думбыра сыңы» романына идея-эстетик анализ. (6 том, 374 стр.)

(1929) Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. 1944 й. ҡыҙыл Армияға саҡырыла. БВһ ҡатнаша. Дәүләкән педагогия училищеһында уҡый, Үзбәкстанда уҡытыусы булып эшләй. Ломоносов ис. Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлай, М.Горький ис. аспирантура бөтөрә. Әҙәбиәткә тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ килә. “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән сағында тәүге хикәйәләре баҫыла. 60 й. күп кенә повестары донъя күрә. 1971 й. “Гөлбикә”, 1978 й. “Алтынсәс” повестары сыға. “Гөлбикәнән һуң автор хәрби-патриотик темеға ҡырҡа боролош яһай. “Осар ҡоштар”, “Йәйғор”, “Бәйге”, “Аҡһаҡ бүре”, “Күпер”, “Алтынсәс” һуғыш осорон һүрәтләй. “Туй” ошо серияның бер төйөнөн – ауыр һуғыштарҙа йөрөгән ир-егеттәрҙең һөйгән йәрҙәренең көнкүрешен хикәйәләй. Һуңғы йылдарҙа Ә.Х. роман жанрына мөрәжәғәт итә. Тәүге “Ҡуштирәк” романы заман проблемаларына арналған булһа, “Думбыра сыңы” һәм “Һауыр ҡумта” баш-т тарихының алыҫ үткәндәрен яңырта. Был һуңғы ике романда үҙ халҡының тарихын йәки йәмғиәт үҫешендә булып үткән ваҡиғаларҙы белеүен генә күрһәтмәй, ә тарихи процестың билдәле бер баҫҡысында төрлө ҡәбилә-ырыуҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, ҡаршылыҡтарҙың сәбәп-һөҙөмтәләрен тикшерә. Аҡһаҡ Тимер һәм Туҡтамыш, Тимер Ҡотлоҡ һәм Иҙеүкәй заманнын күҙәтә. “Думбыра сыңы”нда Боғара баш булған заманы өсөн көслө генә булған Сарыш ырыуындағы тормош-көнкүреш ағышы хикәйәләнә. Үҙәктә Һабрау сәсән яҙмышы тора. Тик идея-художество концепцияһы бер кеше яҙмышына киңерәк. Халыҡ берҙәмлеге һәм үҙаллылығы өсөн Һабрау һүҙ көсө м-н көрәшһә, Сарыш ырыуы ҡорто Боғара көс м-н дә, хәйлә м-н дә тырыша. Был көрәш Аҡ Урҙа ханы Мамайҙың рус кенәзе Дмитрий һәм Туҡтамыш хандың Аҡһаҡ Тимер м-н алыштары фонында бара. Күк ҡорт түрәһе Юлыштың Боғараға әйткән һүҙе әҫәрҙең идея-йөкмәткеһен билдәләй. Баш-т халҡының үҙ аллы йәшәүе, башҡа халыҡтар м-н тиң көн итеүҙәре тур-да хыялланалар. Ә Һабрау был маҡсатты үҙ ижадының йөкмәткеһе итә. Һабрау халыҡты берләштереү, илде үҙ аллы дәүләт итеү м-н бөтә кешеләрҙең дә тиң булыуын уйлай. Ә Боғара ил башына менеп ултырырға хыяллана. Шуға Һабрауҙың халыҡ араһында йөрөүенә ҡаршы. Автор Һабрауҙың оло шәхес булып формалашыуына иғтибар итә. Данлы Ҡылыс батыр ғаиләһендә тыуып үҫкән Һабрауҙы алдан уйлап эш йөрөтөүсе Боғара бей уҡырға ебәрә. Мулла булыр Һабрау Баш-т ере өҫтөнән уҙып киткән ваҡиғалар шиһиты була. Думбыра сыңының һәм сәсән һүҙенең халыҡҡа кәрәклеген аңлай ул.

Ә.Х.-ң һуғыш хаҡындағы повестарында героика һәм трагизм элементы хас булһа, “Ҡуштирәк”тә ирониялы стиль алымы хас. “Думбыра сыңы”, “Һауыр ҡумта”ла баш-т тарихының драматик, хатта трагик стиль хас. Һуңғы йылдарҙа “Ҡош юлы” (1989), “Өйөрмә” (1990), “Дауылдан ҡотолоу юҡ” (1994) ром., “Эшелон” (1995) повесыдонъя күрә. Һуғыш темаһы яҡтыртылһа ла, ошо осор ижтимағи атмосфераһы, тоталитар система шарттарныда шәхес фажиғәһе күрһәтелә. Ә.Х. ниндәй генә темаға арналмаһын, әҫәрҙәре – һуғыш йәки көнкүреш ваҡиғаларынамы, ил эсендәге социаль-сәйәси тартҡылаштарғамы, һәр саҡ тиерлек нигеҙҙә шәхес һәм йәмәғәт, шәхес һәм тарих мәсьәләһе ҡуйыла. Халыҡтың тарихи көрәше – рухи һәм сәйәси азатлыҡҡа, шәхес азатлығына ынтылышы сағыла.

35. 50-се йылдар әҙәби процесының төп үҙенсәлектәре. М.Ғәйнуллиндың ғилми эшмәкәрлеге.20-30 йылдар, дәһшәтле һуғыш ваҡиғалары, һуғыштан һуңы ауыр осор һәр береһе әҙәбиәт алдында үҙенең кисектергеһеҙ бурыстарын ҡуйҙы, юғалтыуҙар, хаталар тыуҙырҙы, халыҡ хәтерендә һаҡланыр ҡаҙаныштар м-н байытты. Яҙыусының тормош м-н бәйләнеше, гражданлыҡ яуаплылығы мәсьәләләре үҙәккә ҡуйылды, тарихи үҫеш, тарих һәм шәхес кеүек төшөнсәләрҙе яңыса күҙ алдына баҫтырҙы. 50-60 йй. Әҙип ҡарашы быға тиклем тыйылып килгән ил тарихының тармаҡтарын ҡыйыу байҡау м-н бергә заман ваҡиғаларын, көндәлек тормошто бөтә ҡаршылыҡтарында күрә алды, шулар хаҡында дөрөҫ һүҙ әйтте. Шәхес культы осоронда ғүмерҙәре фажиғәле өҙөлгән яҙыусыларҙың әҫәрҙәре донъя күрә. Ш.Бабич, Д.Юлтый, А.Таһиров, Т.Йәнәби, И.Насыри, Ғ.Дәүләтшин һ.б. Китаптарҙың, журналдарҙың тиражы арта. Әҫәрҙәр төрлө телдәрҙә донъя күрә: С.Ҡудаш, М.Кәрим, С.Агиш, Б.Бикбай, Ә.Бикчәнтәев, Ә.Вәли, Х.Кәрим, Ғ.Әмири, К.Мәргән, Д.Исламов. Туғандаш халыҡтар араһындағы әҙәбиәт бәйләнеше арта. Шәхестең рухи донъяһын тәрәнерәк өйрәнеүгә, хәл-ваҡиғаларҙың эске мәғәнәһен күрһәтергә, кеше күңелен төрлө яҡлап, йәнле итеп һынландырыу үҙәктә тора. Шиғри саралар төрлөләндерелә, прозала, айырыуса романда, күп планлылыҡ, характерҙарҙы, “күңел диалектикаһын” төрлө яҡлап тормошсан һүрәтләү урын ала. Драматургияның заман талаптарынан артта ҡалыуы, ғаиләләге вағыраҡ мәсьәләләр, шәхси донъя мәшәҡәттәре м-н мауығыу, киҫкен бәрелештә тыуған сюжет кҡсҡргәнешлеген әҫәрҙең аҙағынаса үҫтерә алмау күҙәтелә.Балалар әҙәбиәте йәнләнә. Тарих хәҙерге ысынбарлыҡ, заман темаһы художестволы дөйөмләштереүҙең актуаль мәсьәләләре З.Б “кәмһетелгәндәр”, Ә.вәлиҙең “Гөлйемеш сәскәһе”, Ә.Бикчәнтәйевтың “ Ожмах вәғәҙә итмәйем”, .кудаш “ Йәшлек эҙҙәре буйлап”исемле иҫтәлектәре миҫалында яҡтыртылды,ошо әҫәрҙәр ерлегендә әҙ-ң яңы үрҙәргә артылыуы билдәләнде. Драматургияла М.кәрим !Йырланмаған йыр”, И.Абдуллин “Бер мөхәббәт яҙмышы”, Ф.Иҫәнғолов “ “Алтынбикә”, Н.Мусин “ Ауылым юлдары”.Поэзия өлкәһендәге үҫеш 1-се нәүбәттә поэма жанрындағы күтәрелеш м/н , шағирҙарҙың тормош көнкүрештәренә ҡыйыуыраҡ үтеп инергә, поэтик образдарҙың тәрән мәғәнәле булыуына ынтылыуҙары м/н билдәләнде. Балалар әҙ-те был осорҙа йылдам үҫеш, йәнләнеү кисерҙе. Был өлкәлә Ә. Бикчәнтәев “Илсе ҡыҙы”, “Адъютантҡа үлем юҡ”, М.кәримдең “өстаған”, Ф.иҫәнғоловтоң “ Председатель малайы”. Кешенең кешелеклеге өсөн көрәш темаһы, был осор б-т әҙ-дә философик тәрәнлеккә эйә була барып, әҫәрҙәрҙә яҡты ынтылышты, рухи матурлыҡты романтик юғарылыҡта раҫлау һәм ғәмһеҙлекте, күңел бушлығын уның бөтә түбәнлегендә сатирик фашлау, инҡар итеү, уларҙың береһен икенсеһенә ҡаршы ҡуйыу планында асылды. Был йй яҙылған әҫ-ң күбеһендә ныҡ урын алған ҡаһарманлыҡ темаһы киң ҡоласлы дөйөмләштереүҙәр, тәрән философик йөкмәтке аша асылды-Б.Бикбайҙың !Аҡсәскә”, З.Б-ң “Уйҙар, уйҙар…”, “сәйер кеше” исемле повестары, М.Кәримдең !Ҡара һыуҙар”, Х.Ғиләжевтың”46-сы һалдат”, Ә.Атнабаевтың “Замандашым”проэмаларында, шиғырҙарда .Сатирик һәм юмористик прозаның 50-се йй йылдам үҫешенә ш.насыров ижады ла ыңғай йоғонто яһаны – “Ярғанат” хикәйәһе һәм бер-бер артлы яҙылған тәрән йөкмәткеле, оригиналь формалы фашлаусан-көлкө проза әҫәрҙәре уҡыусылар араһында киң популярлыҡ алды. Ватан һуғ тиклемге һәм унан һуңғы х-ҡ тормошон ҡатмарлы реаллегендә һүрәтләүҙе, кеше характерҙарын, ижтимағи шарттарҙы социаль-психологик яҡтан тәрән анализлауҙары м/н Б.Бикбайҙың “Аҡселән ташғанда”, Х Ғиләжевтың “Погонһыҙ һалдаттар” романдары, М.кәримдең “Ҡара һыуҙар”, Х.Ғиләжевтың “46-сы һалдат” поэмаһы уңыш ҡаҙанды.

36. Б.Рафиков ижадында тарихи теманың эшләнеше. (6 том, 504 стр.) (1934) Мәләүез р-ны дәүләтҡол а. тыуа.1965 - !Ғәжәбстан” исемле йыйынтығы. Уның ил өсөн башҡарған эштәрен, фиҙәҡәрлеген, көрәшен һынландырыу, гражданлыҡ пафосын артабан көсәйә төшеүе, идея-худ йөкмәткеһен тәрәнейеүе Б.Раф-ң “Кисеүҙәр”(1977), “йыһан сәғәтсеһе”(1982) йыйынтыҡтары өсөн характерлы булдылар.Шағир үҙенең тамыр-сығанаҡтары м/н боронғо үткәненә, ҡурай йәнле нәҫел-ырыуына тәрән береккәнен, “тарта мине тарих төплөлдәре һәм дүрт миҙгелдә” тип әйтәул. Х-ң үткән шанлы-ҡанлы йәшәйешенә, сал тарихына тамырҙары береккән, йыһан киңлектәрен иркен байҡар киләсәгенә ышаныслы ҡараған замандаштың рухи донъяһын, кисерештәрен сағылдырыусы б.Раф-ң шиғри әҫәрҙәре баҙыҡлана барып. !Ҡулдар хәтере”, “йыһан сәғәтсеһе”поэмаларында был үҙенсәлектәр таы ла сағыуыраҡ һыҙатланыш тапты.”Ташҡаҙан”романы – социаль-фәлсәфәүи йөкмәтке һалынған, әхләҡи-этик конфликтты тәшкил итә.”Үр елдәре” повесында үҙәк урынды бөгөнгө ауыл тормошондағы яңы социаль-психологик күренештәр, хужалыҡ итеүҙәге проблемалар геройҙар яҙмышына бәйләп һүрәтләнә.Б.Раф-ң хикәйәләренең төп геройҙары оло һәм быуын замандаштары: быуындар бәйләнешен, рухи тамырҙары һаҡлаусыкүркәм күңеллекешеләрҙең сағыу образдары тыуҙырылған.Хикәйәләре: “Бәләкәй баҡса гөлө”,”Туй ҡыңғырауҙары”, “Ҡар һыуы”.Тарихи тема өҫтөндә ентекле һәм төплө эшләү, төрлө ерҙә сәселеп ятҡан фактик материалдарҙы йыйып, худ-лы эшкәртеү, ныҡышмалы ижади процесс һөҙөмтәһе булып Б.Раф-ң “Ҡараһаҡал!, “Ахырзаман көткәндә”исемле тарихи романдары барлыҡҡа килде. “Ҡараһаҡал” романында б-т х-ң XVIIIбыуаттың тәүге ярт-ғы тормошо, феодаль һәм милли иҙеүҙең ҡырҡа көсәйеүенә, б-т ерҙәренең күпләп тартып алыныуына ҡаршы ныҡышмалы көрәше, ҡорал тотоп, ҡан ҡойоп, ирек даулау-яҡлауы һүрәтләнә. “Ахырзаман көткәндә” романында татар-монгол яяуы тотош илдәрҙе. Ғәмәлде баҫыр алдынан шул ил-күстәрҙең тын алышын, афәткә ҡаршы әҙерлектәрен, ғөмүмән. 18 быуат башындағы рухи атмосфераны киң планда хикәйәләүгә ынтылыш күҙәтелә.Б.Раф-ң “Ахырзаман көткәндә” романы ТАРИХ ТӨПКӨЛӨНӘ ТӘРӘН ҮТЕП ИНЕҮ , б-т ырыуҙарының ҡан-ҡәрҙәшлек шәжәрәһен төптән юллау, күп планлы панорам һүрәтләү аша шул осор тормош ағышын бар ҡатлаулылығында иңләп алып эпик һүрәтләүгә дәғүә итеүсе тәрән фәлсәфәүи уйҙар, сигенеүҙәр м/н һуғарылған,х-ҡ тормошоноң яңы ҡатламдарын асыусы. Б-т тарихи прозаһын яңы баҫҡысҡа күтәрелеүсе әҫәр булды.90-сы йй башында Б.Раф ижадындағы тарихи тематиканы тарихи фараз әҫ-дә дауам итте. Ул “Эйәрләнгән ат”(1990). “Тәңреләр һәм төркиҙәр”(1991) тигән тарихи фараздарын яҙҙы.!тәңреләр һәм төркиҙәр” тарихи фаразында орхон-йәнәсәй яҙмаларын тыуҙырыусылар тураһындағы повесть-хикәйәт боронғо төрки ҡәүемдәрҙең, шул иҫәптән боронғо б-т ырыу тармаҡтарының оло тарихи юл башын йәнләндерә. Б.Раф-ң фәнни-фантастик темаға арналған “Лоулла”, “Һуҡайлының һуңғы байрамы” повестары мәктәп уҡыусыларына арналды. Респ-ң СЮ исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.

37. 60-сы йылдар әҙәбиәте. Ғ.Хөсәйеновтың ғилми эшмәкәрлеге. (5 том, 6 том, 335 стр.)

Наши рекомендации