Таналыҡ буйында ҡалам 6 страница

Петрҙың әсәһе Наталья Нарышкина ,, шаталаҡ “ улын тиҙерәк өйләндереү яғында булды, сөнки ун ете йәшлек егет сығып китә лә юғала, китә лә юғала, ҡайҙа йөрөгәнен берәү ҙә белмәй. Әсәй кеше Петрға ҡатынлыҡҡа Евдокия Федоровна Лопухинаны һайланы, улын күндерә барып 1689 йылда өйләндерҙе. Ләкин Петя был ҡатынын яратманы ла, ҡыйырһытманы ла. Өйләнгәндән һуң да сығып китеп юғала торғайны. Тиҙҙән Петрҙың немец слободаһында ваҡыт уҙғарғаны билдәле булды. Бында ул эсергә, кәрт уйнарға, бейергә өйрәнде. Ошонда Франц Лефорт менән ныҡлап танышты.

Евдокиянан бер ул тыуҙы. Алексей тигән исем ҡуштылар.

Икенсе тапҡыр үҙе теләп, яратып өйләнде.

Бер ваҡыт Шереметьевта булған саҡта өй йыйыштырыусы баҫалҡы һәм сибәр бер ҡыҙыҡайҙы Петр Алексеевич күреп ҡалды. Оҡшатты, ҡайҙан, кем икәнен һорашты. Баҡһаң, Лифляндия дворянины ҡыҙы Марта Самуиловна Скавронская икән. Әсирлеккә эләккән. Шереметьев, Петрҙың ҡыланышынан уҡ һиҙемләп, ҡыҙыҡайҙы батшаға бүләк итте. Бер - нисә айҙан һуң, Петр Алексеевич Мартаға өйләнде, православиегә күсерҙе. Марта Скавронская Екатерина Алексеевнаисемен алды. Балалары күп булды, тик тыуып үлеп торҙолар. Анна менән Елизавета ғына һау булып үҫеп еттеләр.

Улы Алексей менән нишләптер уртаҡ тел таба алманы император. Уны эшкә өйрәтәм тип күпме тырышты: айырым уҡытты, хәрби йүнәлеш буйынса белгес итергә тырышты. Уға уҡытыусыларҙың иң - иң шәптәрен тапты, ҙур хеҙмәт хаҡтарын йәлләмәй түләне. Улы ыжламаны ла, ауырыйым тип карауатҡа һуҙылып ятып йәшереп араҡы, шарап эсеүен белде. Төҫ - буйы менән тас атаһы: оҙон һәм йоҡа кәүҙәле. Ике яратҡан шөғөлө бар Алексейҙың: матур ҡатын - ҡыҙ һәм араҡы. Ике шөғөлөн бергә ҡушһа - донъяһын онота. Йоҡо бүлмәһе уның сегән таборына әйләнә: кемдер килә, кемдер китә, кемдер ашарға - эсергә ташый, кемдер Алексей менән ҡушарлап ҡунаҡ булып ята.

Бер көн килеп Петр батша улына мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы: йә көн дә дәүләт эштәрендә яҡындан ҡатнашаһың, йә монастырға китәһең! Үҙең һайла!

Ошо һөйләшеүҙән һуң, кемдер ҡотортҡандыр инде, Алексей Петрович Австрияға ҡасып китте һәм атаһын тәхеттән төшөрөп, үҙе Рәсәй батшаһы булып ултырыу планын алға һөрҙө. Тик өлгөрә алманы, уны дипломатик юл менән, Австрия властары аша Санкт - Петербургҡа һаҡ аҫтынла килтерҙеләр. Тикшереү барышында ул ғәйебен таныны. Сенат ҡарары менән уға үлем язаһы бирелде.

Шул көнө Петр Беренсе улы ябылған камераға төштө.

- Алеша! Әгәр ғәфү итә алһаң - ғәфү ит, улым, - тип һүҙ башланы батша - Атай булараҡ мин һине йәлләйем, был тирәлә һинән башҡа яҡыныраҡ бер кемем дә юҡ. Батша булараҡ, һине үлем язаһына тарттырырға тип ҡул күтәрҙем, сөнки һин дәүләтебеҙгә ҡаршы көрәшкә сығып, иң ҙур енәйәт эшләнең! Барыһына ла үҙең ғәйепле! Батша улы тип маһайҙың, эскелек менән шөғөлләндең, һарайҙағы һәр юбка аҫтына инеп сыҡтың, минең әйткәндәрҙе тыңламаның! Һуңғы үтенесең булһа - әйт, мин мотлаҡ үтәрмен.

Алексей бер һүҙ ҙә өндәшмәне, атаһы аша стенаға ҡарауын дауам итте.

- Нишләп атайыңа өндәшмәйһең ? Мине ғәфү итмәҫкә булдыңмы әллә ?

Алексей, текләп атаһына оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң, телгә килде:

- Һин миңә атай түгелһең! Ул исемлектән мин һине әллә ҡасан уҡ һыҙып ташланым. Әйтәйемме һин кем. Һин - батша кейемендәге кеше йәнен алыусы иблис. Күпме стрелецтарҙы теге доньяға олаҡтырҙың, моғайын һанамайһыңдыр әле! Ҡара эштәрең өсөн Хоҙайҙың ҡәһәре һиңә лә төшәсәк әле! Мин һине күрә алмайым! - тип ул атаһының битенә төкөрҙө. - Бар, йән алыусы палачтарыңа әйт, мине тиҙерәк килеп үлтерһендәр! Мин барыбер кеше була алмайым, туҡмап - өҙгөсләп бөттөләр инде. Һуңғы үтенесем шул: күҙемдән юғал! Ни тиклем тиҙерәк китһәң - шул тиклем миңә яҡшыраҡ булыр.

Сенаттың Алексейгә ҡағылған ҡарары тормошҡа ашманы, иртәнсәк, иртә менән, Алексейҙы үлгән көйө таптылар...

Дуҫтары күп Петр Алексеевичтың, ярты һүҙҙән аңлап, күҙгә ҡарап ҡына торалар, уларға, Александр Меньшиков кеүектәргә, теләһә - ниндәй ауыр эш йөкмәтергә була - тырышалар һәм башҡарып сығалар. Тик дошмандары ла етәрлек - шуныһы күңелде ҡыра. Яңыраҡ окольничий Саковин менән полковник Циклер уны, Рәсәй императорын, үлтерергә самалап йәшерен һүҙ ҡуйышҡандар. Ярай әле заговор асылды һәм оҙаҡҡа һуҙмай ул икәүҙе аҫыуға хөкөм итеп, бер - нисә көндән ҡарарҙы еренә еткереп ҡуйҙылар.

Кемде үҙенән һуң батша итеп ҡалдырырға ?

Ауырымаһа үҙ - үҙенә был һорауҙы бирмәҫ ине Петр Алексеевич. Фин ҡултығында һалдаттарҙы ҡотҡарам тип, боҙло һыуға төшөп һыуыҡ тейҙерҙе ул - пневмония ыҙалата башланы. Уға уремея ҡушылды.

Кем уны алмаштырыр ? Балалармы ? Ике улы ла гүр эйәһе. Ҡыҙҙарҙан Анна менән Елизавета имен - һау йөрөйҙәр. Анна тиҙҙән Рәсәйҙе ташлап китә: ул Голштинский герцогына йәрәштерелгән. Ә Елизаветаға 15 йәш, башында ел уйнай, унан ниндәй батша сыҡһын! Ҡыҙҙарҙың икеһе лә дәүләт рулен тоторлоҡ түгелдәр шул. Әллә Алексейҙың улы Петя тәхеттә ултыра алырлыҡмы ? Юҡ! Ултыра алмаҫ, атаһының юлынан китеп барыуы бар. Атайымды үлтертте тип үс тота тип ишеткеләне батша. Бәлки, был хәбәр дөрөҫтөр. Ә ҡатыны Екатерина Алексеевна нисек ? Дәүләт менән идара итә алырлыҡ мөмкинлеге бармы ?

Юҡ, тип иңҡар итеп булмай, сөнки Катя һәр ваҡыт уның эргәһендә булды, ярҙамлашты, аҙмы - күпме булһа ла дәүләт эштәренә ваҡыты - ваҡыты менән ҡатнашты, санауниктарҙың бөтәһенә лә таныш.

Катя императрица булып ҡалырға ризалыҡ бирһә - шул турала үҙе менән күҙгә - күҙ һөйләшеп указ яҙайым, тип иртә менән ҡатынының йоҡо бүлмәһенә инһә - үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: Катя менән һарай хеҙмәткәре Монс ҡосаҡлашып ултыралар. Тегенеһенең күҙе аҡшайып китте һәм ул тиҙ генә юҡҡа сыҡты, ә Екатерина бер ни булмағандай күҙгә ҡарап ҡатты. Кире сығып китте Петр, бер һүҙ ҙә өндәшмәне, икеһен дә дә язаға тарттырмаҫҡа булды ул, сөнки белә: мөхәббәтте лә, уйнаш итеүҙе лә язалап ҡына юҡҡа сығарып булмай.

Бына шулай итеп, кемде батша итеп ҡалдырыу тураһындағы указ яҙылманы, сөнки император уны кемгәлер төбәп яҙырға теләмәне. Бөтәһенә лә Бөйөк Петрға тиң булырҙай башҡа батша булмаҫы көн кеүек асыҡ ине.

1725 йылдың 28 ғинуарында Петр Беренсе, оҙаҡ ҡына һыҙланып ятҡандан һуң, яҡты донъяны ҡалдырып китте.

Төрлө йүнәлештәрҙә һәм өлкәләрҙә уйламаған яңылыҡтар менән ил тормошон ҡайнатҡан Бөйөк Петр эпохаһы тамамланды, ә эшләгән эштәре тарих биттәренә инеп ҡалды.

Бүлек

Алдарбай тархан

Азов походынан ҡайтҡандан һуң, Алдарбай тархан Иҫәнгилдин бөтөнләйе менән хужалыҡ эштәренә сумды. Атаһы Иҫәнгилде ҡарт кәңәшен тотоп, һайланма ҡарағай бүрәнәләрҙән торған өсәр бүлмәле ике йорт һалдырҙы. Тағы бер ҡатын алып туй үткәрҙе. Быныһы, йәш ҡатыны Һырбикә, тиктормаҫ булып сыҡты. Өйҙә ултырырға яратмай. Ирҙәр кеүек кейенеп ала ла йылҡы өйөрҙәрен ҡарарға тип сыға ла китә, көндәр буйы ат башында йөрөп, кисләтеп кенә ҡайта. Арыу - талыуҙы белмәй, кис ҡайтып өйҙәге эштәрҙе алһыҙ - ялһыҙ башҡарып сыға ла, таң атыу менән тағы урманға сығып юғала. Ир - ат һымаҡ уҡ - ян аҫып, хәнйәр тағып ала ла әллә ҡайҙарға барып сыға. Тик балаға уҙған саҡтарында ғына уны өй тирәһендә күрергә була торғайны. Балалар була торҙо - аяҡҡа баҫа торҙо,ҡул араһына инә торҙо. Мораттан һуң Муса, Мусанан һуң Йосоп донъяға килеп ғаилә тормошон йәмләне. Уларҙан һуң тағы алты малай, ике ҡыҙ булып ҙур ғаиләгә әйләнеп киттеләр: Мәҡсүт, Мансур, Мысыр, Сәйетбаттал, Бәхтигәрәй, Әҙелгәрәй һәм Ғәҙелбанат менән Гөлемеш. Ғаилә ишәйгән һайын мал - тыуар ҙа ишәйҙе. Хәҙер уның исеменә ,, бай “ һүҙен ҡушып әйтә башланылар, Алдарбай булып китте ул. Бигерәк тә йылҡы малы ишәйҙе, Урал менән Ирәндек тауҙары араһында юшап йөрөп көрәйәләр.

Алдарбай тархандың хәҙер ике өйөр йылҡыһы бар, бигерәк тә һуңғы осорҙа йылҡы малы йылдам үрсеп китте. Йылҡыларҙы улдары Морат Муса, Йосоп алмашлап ҡарайҙар, ҡатыны Һырбикә күҙҙән яҙҙырмай.

Төп йортта, ата - әсәһе менән бергә йәшәргә тип, Ҡәҙербай ҡустыһы ҡалды. Аталары, Иҫәнгилде тархан, яңыраҡ, етмеш туғыҙы тулып үткәс кенә, донъя ҡуйҙы. Әсәләре - Гөлйөҙөм ҡарсыҡ, Аллаға шөкөр, бирешмәй йөрөп ята әле. Алдарбайҙың ағалары Аллағол менән Айытҡужа айырым донъя көтәләр. Айытҡужа үҙенә төйәк итеп Таулы менән Рәжәп йылғалары ҡушылған урынды һайлаһа, Аллағол - Ҡана йылғаһының башын төйәк итте. Тыныс ҡына һәүетемсә донъя көт тә ял ит, йәшә лә йәшә ине!

Ләкин илдә тағы тыныслыҡ юҡ. Халыҡ ризаһыҙлыҡ менән йәшәй, сөнки башҡорт ерҙәрен төрлө юл менән баҫып алыу дауам итә. Йә бында, йә тегендә урыҫ ауылдары барлыҡҡа килә, заводтар һалына, һалымдар йылдан - йыл арта, уның төрҙәре күбәйгәндә - күбәйә. Урыҫ байҙары һәм санауниктары көтөү ерҙәрен, болондарҙы ,, буш ятҡан ерҙәр “ тип баҫып алалар. Ун һигеҙенсе быуат башланыуға өс йыл ярым, әлегә ыңғай яҡҡа бер - ниндәй үҙгәрештәр юҡ.

1704 йылдың май башы.

Майҙың бишенсе көнөндә төштән һуң, бер төркөм дуҫ - иштәре менән, Иман батыр килеп төштө. Алдар тархан асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Алдан аңғартмай килеп төшөүҙәренә ул бер аҙ шаңҡып ҡалды, әллә берәй хәл булдымы икән ? Шулай ҙа үҙен тынысландырҙы, бәлки, көтөлмәгән хәл - ваҡиға килеп сыҡҡандыр ? Бәлки, берәй шатлыҡлы хәбәре барҙыр!? Шулай ҙа Алдарбай шик - шөбһәһен белгертмәне, ҡымыҙ менән һыйланы һәм бер тайҙы һуйырға ҡушты. Ит бешкәнсе тип ике батыр ҡыр - яланға йәйәүләп сығып әйләнделәр. Төп һөйләшеү ошонда, аулаҡта булды.

- Алдарбай батыр! Һин тархан булараҡ, кеше араһында күп йөрөйһөң, яңылыҡтарҙы ишетеп - белеп тораһыңдыр инде! Мәскәүҙән ебәрелгән прибыльщиктар бөтөнләй ҡотороп киттеләр бит! Талаш менән бөткән йыйылышты ишеткәнеңдер, моғайын ?

- Ишеттем, әлбиттә. Ике йыйылыш хаҡында ла килеп әйттеләр. Йә, артабан ниҙәр булды - түкмәй - сәсмәй тағы бер тапҡыр һөйләп ишеттер әле!

- Улар, Мәскәүҙән килгән Андрейка менән Михайло исемле санауниктар, февраль айында һәр даруғанан старшиналарҙы, батырҙарҙы Өфөгә йыйҙылар. Шунда мин дә булдым. Бына шул әҙәмдәр бер ҡағыҙҙы алып, батша указын тыңлағыҙ тип, ҡолаҡҡа ятмаҫтай хәбәр уҡып ишеттерҙеләр. Унда өҫтәмә яҫаҡ тураһында һүҙ бара. Йәнәһе, Петр батша һәр өйгә, һәр йән эйәһенә, һәр һыйыр аҙбарына, һәр мунсаға, һәр мал берәмегенә яҫаҡ һалған. Тағы солоҡ һәм умарта, мал һуйған тире, тирмән , күпер, мәке өсөн, ғибәҙәт ҡылырға йөрөгән өсөн, мәсеткә, баҙарға барған өсөн - түләргә! Урманға һунарға сыҡтыңмы - түлә, берәй йомош менән икенсе яҡҡа сыҡтыңмы - сәйәхәт иткәнең өсөн түлә! Хатта ҡалымдың бер өлөшөн аҡсалата йәки маллата түләргә тейешһең! Туй үткәрһәң - тағы түләйһең.

Беҙ үҙ ҡолағыбыҙға үҙебеҙ ышанманыҡ. Шау - шоу, талаш - тартыш китте. Указ яҙылған ҡағыҙҙы талап алып ентекләп ҡараныҡ. Яҙыуы бар, ләкин мисәт тә, батшаның имзаһы ла юҡ! Бында яҙылғандарҙы батша белмәй, шуға күрә ул - законһыҙ, тимәк, беҙҙең өсөн күрһәтмә түгел, тип талаштыҡ. Тегеләр үҙҙәренекен тылҡып тик торалар. Андрей Жихарев тигәне 72 яҫаҡ төрөн һанап сыҡты, тағы мәсеттәрҙе сиркәүгә оҡшатып төҙөргә тип утҡа май һирпте. Һүҙ менән еңешә алмағас, үҙҙәрен һыу эскеһеҙ итеп туҡмап, ҡағыҙын йыртҡыслап бырағыттыҡ та таралдыҡ.

- Һай, афарин! Бик дөрөҫ эшләгәнһегеҙ! Гел шулай ҡаты булырға кәрәк, Иман батыр!

- Уныһы шулай. Тик был ваҡиға беҙ таралышыу менән генә сикләнмәне, киреһенсә хәл - ваҡиғаның башы ғына булған икән. Март айында беҙҙе тағы Өфөгә йыйҙылар. Был юлы беҙҙең алда воевода Дмитрий менән комиссар Сергеев сығыш яһаны. Ул Мәскәүҙән килгән ике санауник үҙ белдектәре менән йөрөгән, хәҙер һеҙгә батша үҙе ҡул ҡуйған указ менән таныштырабыҙ тип уҡып алып китте. Баҡһаң, унда башҡорттар урыҫ әрмеһенә биш мең ат, мең һуғышсы бирергә бурыслы тип яҙылған икән. Ризалашманыҡ! Имзағыҙҙы ҡуймайынса берәүгә лә ҡайтыу юҡ тип, Сергеев барыбыҙҙы ла ҡулға алды, кемделер - һыуыҡ һарайға бикләне, кемделер - төрмәгә тыҡты. Унда, ҡағыҙға ҡул ҡуйырға ҡыҫтап, туҡманылар, ашатмай - эсермәй тоттолар, ҡайһы бер нығыраҡ талашҡандарҙың ауыҙҙарын шаҡарып араҡы ҡойҙолар. Шул арҡала биш башҡорт үлеп ҡалды. Аптырағас - имзаларыбыҙҙы ҡуйҙыҡ инде. Өфөнән асыу менән ҡайттыҡ. Имза ҡуйғаным өсөн хәҙер мин үҙемә үҙем урын таба алмай үрһәләнеп йөрөйөм. Эстән яуға күтәрелергә әҙер булып бөткәнмен.

- Мин, һин килмәҫ элек, бындай башбаштаҡлыҡ булмаһын тип Петр Алексеевичҡа хат яҙып Өфөгә сапҡын ебәрҙем. Бәлки, берәй файҙаһы булыр!

- Хаттан файҙа әллә ни булмаҫ кеүек һиҙәм, Алдарбай тархан. Һүҙемдең төп асылын әйтәйем: мин Дөмәй батыр менән кәңәш ҡорҙом. Ул - Казан юлы башҡорттарын, мин - Нуғай юлын күтәрәм!

- Иртәрәк түгелме, Иман батыр ? Бер аҙ көтөп ҡарамайыҡмы ?

- Көтә - көтә көтөк булдыҡ, һүҙҙе бойомға ашырырға ваҡыт етте. Һин беҙгә теләктәш түгелһеңме әллә, тархан ?

- Теләктәшмен, әлбиттә. Ләкин бөгөн үк күтәрелергә теләгем юҡ. Беренсенән, императорҙан яуап хаты көтәм, икенсенән, ҡоралды алдан әҙерләргә кәрәк. Уның өсөн миңә ике тимерлекте аяҡҡа баҫтырып, кәрәк - яраҡты һуҡтыра башлау фарыз. Атҡа ҡытлыҡ булмаҫ - минән алырҙар! Дөйөм халыҡ эше өсөн бер - ике йөҙ ат йәлке түгел.

- Аңлаштыҡ, буғай. Тарханһыҙ бөрйәндәрҙе күтәреп булмай бит инде. Шуға күрә был яҡтарға килеп, һинең менән кәңәш - төңәш итеп ҡайтырға булдым. Моғайын, яу юлында осрашырбыҙ әле, Алла бирһә! Булмаһа, ҡуҙғалайыҡ!

- Юҡ! Улай булмай! Ит ашап, ҡымыҙ эсмәйенсә юлға һеҙҙе оҙатмайым әле!

Иман батыр ҡайтып киткәндән һуң Алдарбай Иҫәнгилде улы оҙаҡ ҡына уйға батып йөрөнө. Тегеләй итһәң дә - булмай, былай итһәң дә - оҡшамай. Яуға күтәрелһәң - күпме кеше һәләк буласаҡ, бер Хоҙай белә. Күтәрелмәһәң - баҫымсаҡҡа баҡа ла айғыр тигәндәй - өҫкә менеп баралар. Ике уртала ҡалды тархан, ваҡиғалар ағышын бер аҙ көтөргә булды.

Яҙ башында карателдәр ат йыйырға тип Нуғай һәм Казан даруғаларына сығып китте. Халыҡты талау, ҡаршы сыҡҡандарҙы ҡырыу, үлтереү башланды. Был оятһыҙлыҡ һәм ҡанһыҙлыҡ башҡортта ҡаты нәфрәт уятып, ҡорал алырға мәжбүр итте. Дөмәй Ишкәев Кама йылғаһы буйында хәрәкәт башланы, Иман батыр Соловар ҡаласығын баҫты.

Көндәрҙең береһендә Алдарбайға Уран олоҫо старшинаһы Ыҫмаҡай дуҫы килеп төштө. Азов походы ваҡытында ул башҡорт полковнигы Иҫәнгилдиндың йән һаҡсыһы, төп кәңәшсеһе, урынбаҫары булып та йөрөгәйне. Алдарбай уға ышана, шуға күрә поход ваҡытында, ағаһын ерләр өсөн ҡайтҡан саҡта, полк башлығы итеп Ыҫмаҡайҙы ҡалдырғайны. Бына шул батыр хәҙер килеп төшкән.

Ҡымыҙ, буҙа эсеп үткәндәрҙе, шулай уҡ Азов походы осорондағы ҡыҙыҡ, йә булмаһа ҡурҡыныс хәлдәрҙе иҫләп ултырҙылар. Батшаны, Шеинды, Шереметьевты иҫкә алдылар, башҡорт батырҙарын, тереләрен, шаһит булғандарын барлап сыҡтылар. Һүҙ барыбер башҡорт болаһына килеп терәлде. Беренсе һүҙҙе Ыҫмаҡай башланы:

- Алдар дуҫ! Халыҡ яуға күтәрелә - һинең менән мин аптырауҙа ҡалып йөрөйбөҙ. Һорашһам - һин дә яуға ҡушылмағанһың икән. Бер - ниндәй фекергә килә алмай йөрөнөм - йөрөнөм дә, кәңәшләшеп алайым тип был яҡҡа һиңә саптым. Нишләйбеҙ, дуҫ ? Яуға ҡушылабыҙмы - юҡмы ? Нишләргә ? Фекереңде асыҡ итеп әйт миңә!

- Ыҫмаҡай туған! Мин әлегә утҡа инмәү яғында. Батшаға хат яҙып ебәргәйнем, шунан яуап көтәм!

- Шунан, яуап килер тип ышанаһыңмы ?

- Ышанам.

- Мин ышанмайым! Батша булғас, ул үҙ яғын ҡайырыр тип уйлайым. Тағы бер шөбһәм бар: хатың барып етмәүе мөмкин. Ялыуҙы санауниктары батшаның ҡулына тоттороп тормаҫ инде!

- Һинеңсә нишләп була ? Әйт һүҙеңде!

- Һүҙем шул: тағы берҙе һинеңсә эшләп ҡарайыҡ. Батшаға бөтә ҡыйырһытыуҙарҙы күрһәтеп тағы хат яҙайыҡ һәм бер төркөм илсе ебәреп ҡулына тапшырайыҡ!

- Мин ҡаршы түгел. Һинеңсә кемде төркөм башлығы итеп ебәрергә була ?

- Төркөм башына Дөмәй батыр Ишкәевте ҡуйырға була. Мин үҙем дә кәңәшсе булып барам! Ышаныслы кешеләрҙе йыйыу ҙа минең елкәлә булһын!

Наши рекомендации