Кинйә Арыҫланов, Ҡаранай Моратов, Бәҙәрғол Юнаев 1 страница
Дон казагы Пугачев Емельян Иванович, һикһән Яйыҡ казагынан торған отряд ойоштороп, Бударино форпосынан алыҫ булмаған Толкачевтар утарынан сығып, Яйыҡ ҡаласығына юл тотто. Ошо уҡ көндө Яйыҡ казактарына мөрәжәғәт итеп Манифест тараттырҙы, император Петр Өсөнсө исеменән ер һәм ирек вәғәҙә итеп, үҙенә хеҙмәткә саҡырҙы.
Ихтилалдың икенсе көнөндә үк Иҙеркәй Баймәков Пугачевҡа 20 башҡорт һыбайлыһын алып килеп ҡушты. Үҙенә уллыҡҡа алған Болтай Иҙеркәев менән бергәләп, Баймәков Манифесты төркигә әйләндерә һәм таратыу сараһын күрә. Пугачевтың, (ә башҡорттар уны ,,Бүгәсәү батша,“ тип атап йөрөтә башлайҙар) манифестары, хаттары, указдары рус казактарының һәм крәҫтиәндәренең, рус булмаған халыҡтарҙың ғүмер буйы күңелендә йөрөткән уй - хыялдарына тап килгән. Шуға күрә завод крәҫтиәндәре ,,мужиктар“ батшаһын яҡын күргән, күпләп ҡушыла башлаған. Шулай итеп, казактар болаһы булып башланған ихтилал крәҫтиәндәр һуғышына әүерелеп киткән.
Күтәрелештең тәүге көндәренән үк ошо төбәктәге халыҡтарға йоғонто яһау өсөн көрәш йәйелдерелгән. Был юҫыҡта атлы һәм хәрби оҫталыҡҡа өйрәтелгән башҡорттарҙы йәлеп итеү, үҙ яғыңа ауҙарыу бигерәк тә мөһим булған. Бүгәсәү быны бик яҡшы аңлағандыр, күрәһең.
Ырымбур генерал - губернаторы Рейнсдорп шулай уҡ башҡорттарға иҫәп тотҡан. Ул боланы урындағы гарнизон ғәскәре һәм башҡорт һыбайлылары ярҙамында баҫтырырға уйлаған. Екатерина Икенсе лә, Ырымбур губернаторы кеүек, уны Яйыҡ казактарының сираттағы боларышы тип уйлай. Был ваҡытта Төркиә менән һуғыш алып барған әбей батша ла боланы урындағы бәләкәй көс менән тынысландырырға теләй.
Ләкин был күтәрелеш башҡа ихтилалдарҙан айырмалы рәүештә ифрат киң ҡолас менән йәйелгән, бик ҙур майҙанды солғап алған. Тиҙ арала Пугачев үҙенең уҫаллығын күрһәтеп өлгөрә. Ул да Урал менән Волга аралығында йәшәгән ябай халыҡтың ярҙамына өмөт итә. Шуға күрә башҡорт волостары старшиналары ҡулына Пугачев манифестары килә башлай, уның артынан губерния канцелярияһы бойороҡтары бер туҡтауһыҙ яуа. Аптырамаҫ урыныңдан аптырарһың!
Крәҫтиәндәр һуғышының тәүге көндәренән үк рус булмаған халыҡтарҙы ихтилалға йәлеп итеүҙә Иҙеркәй Баймәков ҙур роль уйнай. Ул - отставкаға сыҡҡан Яйыҡ казагы, сығышы - башҡорт, үҙе күп йылдар эсендә казактар араһында йәшәгәнгә, уларҙың тормошон һәм ихтыяждарын яҡшы белгән, ҙур тормош тәжрибәһе туплаған, тәүәккәл һәм ҡыйыу кеше. Пугачевтың башҡорттарға төбәгән указын да үҙе төркигә әйләндерҙе, үҙе таратты. Бер данаһын Бошман - ҡыпсаҡ волосы старшинаһы Кинйә Арыҫлановҡа алып барҙы. Икәүләшеп бик оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар, кәңәшләштеләр.Ҡаҙаҡтарҙың Кесе Жузы хакимы Нурали ханға ла ул хат яҙҙы, баш күтәреүселәргә ҡушылырға тәҡдим итте. Хатта Волга ҡалмыҡтары тайшаһы Ценден - Доржегә барып ихтилалға ҡушылырға күндереп ҡайтыусы - тағы ла ул. Иҙеркәй ихтилалал дауамында Пугачевтың иң яҡын көрәштәштәренең береһе була, унһыҙ бер генә хәрби кәңәшмә лә үтмәй. Баймәковтың өгөтләүе арҡаһында Кинйә Арыҫланов та Пугачевҡа ҡушыла. Тәүҙә ул 30 сентябрь көнө ике туған ҡустыһы Ҡотлогилде Абдрахманов етәкселегендә Пугачевҡа 6 кешелек делегация ебәрә. Делегация башҡорттарға төбәп яҙылған Бүгәсәү батша указын Кинйәгә алып ҡайтып тоттора. Октябрь башында был указды алғас, Нуғай юлының иң арҙаҡлы старшиналарының береһе Кинйә Арыҫланов 500 кешеһе менән Бәрҙе ҡәлғәһенә килеп Пугачевҡа ҡушылды. Дәртле һәм аҡыллы, башҡорттарға яҡшы танылған, киң мәғлүмәтле, рус һәм төрки телен, яҙмаларын һәйбәт белгән Кинйә тиҙ арала Пугачевтың иң яҡын ярҙамсыһына әйләнә. ,, Баш полковник “ чинын алған Арыҫланов яңы килгән башҡорт, мишәр, татар отрядтары менән етәкселек итә башлай. Бер ыңғайы тылмас ролен дә үтәп өлгөргән. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: Кинйә башҡорттарға һәм старшиналарға хаттарҙы, мөрәжәғәттәрҙе үҙе яҙа. Хат таратыуҙа һәм өгөтләү эшен алып барыуҙа үҙенең иң ышаныслы кешеләрен, шул иҫәптән улы Һеләүһенде, ҡустыһы Ҡотлогилдене файҙаланған. Был ышаныслы кешеләр ,,батша“ манифестары менән иң тәүҙә Башҡортостандың төпкөл олоҫтарына ебәрелгән, улар өгөт - нәсихәт эшен бик ҡыҙыу алып барғандар, чиндар алғандар. Пугачев менән яҡындан танышып, уның да ышаныслы ярҙамсыларына әүерелгәндәр. Салауат Юлаев, Ҡаранай Моратов, Ҡасҡын Һамаров, Ҡотлогилде Абдрахманов, Ҡәнзәфәр Усаев, Бәхтиәр Ҡаныҡаев, Бәҙерғол Юнаев, Иҙеркәй Баймәков, Батырҡай Иткинин һәм башҡалар ошо юлды үтеп полковниктар булып киткәндәр, айырым өҫтөнлөктәр һәм киң хоҡуҡ менән файҙаланғандар, ә Бәҙерғол Юнаев фельдмаршал чинын алған. Улар халыҡ араһына барып, баш күтәреүселәр яҡлы отрядтар йыйыу буйынса бик дәррәү эш йәйелдереп ебәргәндәр. Екатерина Икенсене был бола тора - бирә ныҡ ҡурҡыуға һала. Иң беренсе ҡан дошман - Емельян Пугачев, унан ҡала башҡорт яу башлыҡтары Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Ҡаранай Моратов, Бәҙерғол Юнаев - бөтәһе дүртәү Рәсәй хөкүмәтенең иң ҡурҡыныс дошмандарына әүерелгән. Быларҙан башҡа, әлбиттә, Әлибай Мырҙағолов, Һеләүһен Кинзин, Юлай Аҙналин, Ҡасҡын Һамаров кеүек рус булмаған етәкселәр ҙә байтаҡ булған, әммә эше, әүҙемлеге, батырлығы буйынса һанап үтелгән дүрт башҡорт яу башлыҡтарына тиңләшерлек шәхестәр булмағандыр, моғайын.
Боларыш 1773 йылдың октябрь - ноябрь айҙарында бик йылдам рәүештә төньяҡҡа табан йәйелеп киткән һәм бөтә Башҡортостанды солғап алған. Ноябрь урталарында Бүгәсәү ғәскәрендә 10 меңгә яҡын башҡорт атлылары булған. Казактар һәм ҡалмыҡтар менән бергәләп улар баш күтәреүселәрҙең ғәскәренең иң һуғышсан өлөшөн тәшкил иткән. Яйыҡ ҡаласығына, Ырымбур ҡалаһына яһалған һөжүмдәрҙә, атап әйткәндә, генерал Кар, бригадир Белов корпустарын тар - мар итеүҙә башҡорт һыбайлыларының роле хәл иткес була.
Әлибай Мырҙағолов старшина бер юлы тейерлек ике пакет алды: береһе Кинйә Арыҫлановтан килгән хат һәм указ, икенсеһе - губернаторҙың приказы. Бында уйланмайынса булмай :ҡайһылай итһәң дөрөҫ булыр икән ?
Шулай ҙа губернаторға бойһонорға була, команда йыйып Стәрлетамаҡҡа йыйылыу пунктына барып етә. Бында кенәз капитан Ураков командалар йыйыу менән булыша. Ул Әлибай Мырҙағоловты үҙенең ярҙамсыһы итеп тәғәйенләй һәм бар ғәскәрҙе уға бойһондора, артабан кеше йыйыуҙы дауам итергә ҡуша. Капитан эште теүәлләгәндән һуң генерал Карға барып ҡушылырға тейеш. Ике аҙна эсендә Ураков ике мең ярым һалдат йыя алған, шуларҙың яртыһы - башҡорт һыбайлылары. Был һыбайлылыр эсендә 19 йәшлек Салауаттың килтергән отряды ла бар. Команда юлға сыға, ләкин нишләптер ҡыбырлай һалмай яй ғына шыуышалар, берәү ҙә яуға инә һалырға ынтылып бармай, сөнки Кинйәнең башҡорттарға төбәп яҙған Манифесы һәр кемгә тейерлек билдәле, шул күңелде ышҡый. Ә генерал Кар быларҙы көтә - көтә көтөк була, көтөп ала алмай. Шул арала 9 ноябрь көнө Йөҙәй ауылы эргәһендә генералдың ғәскәре ,,мужиктар батшаһы“ тарафынан тулыһынса тар - мар ителә. Уның корпусындағы мең ярым башҡорт шулай уҡ Бүгәсәү яғына сыға.
Биҡҡол ауылына яҡынлашып килгән ваҡытта Ураков командаһын бер - нисә һыбайлыһы менән Ҡотлогилде Абдрахманов ҡаршы ала һәм Әлибай старшина ҡулына батша Петр Федорович исеменән указ уҡыла. Ҡотлогилде үҙ яғына саҡырып ҡыҫҡа ғына нотоҡ әйтә. Салауат Юлаев эйәр өҫтөнөн төшмәйенсә ялҡынлы һүҙе менән Бүгәсәүгә ҡушылырға әҙер икәнен белдерә. Башҡалар был һүҙҙәрҙе күтәреп алалар һәм команда Әлибай старшинаның әмерен тыңлап Ырымбурға ҡарай борола. Эштең ниҙә икәнен һиҙеп ҡалған Ураков бер - нисә тиҫтә һыбайлылары менән тиҙерәк ҡасыу яғын ҡарай. Мишәр старшинаһы Миндәй Тупыев, ҡайҙа барырға белмәй бер килке аптырап тора ла, үҙенең кескәй генә төркөмө менән кире Стәрле яғына олаға. Әлибай менән Салауаттың һыбайлыларын Бәрҙеләге Бүгәс ставкаһында һур шатлыҡ менән ҡаршы алалар. Бында декабрь баштарында уҡ баш күтәреүселәрҙең һаны 20 меңдән ашып китә, шуның яртыһын башҡорт һыбайлылары тәшкил итте.
Тап бына ошо һуғыштарҙа үҙенең хәрби оҫталығы, ҡыйыулығы һәм баш күтәреүселәр отрядтарын аныҡ етәкләй белеүе менән әлегә йәш - елкенсәк С а л а у а т Ю л а е в айырылып сыҡҡан. Кешене үтә күреп торған Кинйә абыҙ Салауаттың ғәйрәтле яусы - һуғышсы икәнен йәһәт кенә күреп ҡала, был турала Бүгәс батшаға еткерә. Шуға күрә Пугачев та егетте күтәрә, тиҙ үҫтерә. Кинйә абыҙ баштараҡ Салауатты үҙ ҡулы аҫтындағы командала тота, хәрби өйрәнеүҙәрҙә һынай, тәүәкәл һәм тынғыһыҙ егетте сабырлыҡҡа, хәйләкәрлеккә өйрәтә. Үҙ отряды сафында Ырымбурҙы штурмлауҙа ҡатнаштыра.
Октябрь - ноябрь буйы пугачевсылар Ырымбурҙы штурмлайҙар, тик һөҙөмтәһе булмай, сөнки был ҡәлғә нығытылған, уратып алынған стеналары бейек һәм ныҡ. Етмәһә, стена тышынан ҡәлғә тәрән һәм ун метр киңлектәге һыу менән уратып алынған. Дүрт метр тирәһе бейеклектәге стеналарҙың боролоштары өҫтөнә туптар өсөн унлап оя - бастион ҡоролған. Дүрт таш ҡапҡаһы ныҡ нығытылған. Шуға күрә ҡаланы бер - нисә тапҡыр штурмлау бер - ниндәй һөҙөмтә бирмәне. Һөжүм итеүселәр туп йәҙрәләренән, мылтыҡ пуляларынан күпләп ҡырылды. Баҫҡыс ярҙамында менеп ҡарау ҙа файҙа бирмәне, һөңгө йә багор менән сәнсеп, терәп атып төшөрҙөләр. Пуляларҙы йәлләмәйҙәр, кешеләрҙе лә...
Эстәгеләрҙең хәле һәйбәт, аҙыҡ - түлек, һыу оҙайлы ваҡытҡа етерлек, хәрби кәрәк - яраҡтар, туптар, патрондар йыйынтығы - артығы менән, бөгөн - иртән өҫтәмә көс килеп етергә тора.
Ырымбурҙы ҡамауҙа етешһелектәр ҙә булғандыр: әллә ҡараңғыны файҙаланып, әллә ҡарауылды юҡ итеп, 13 ноябрь төнөндә Верхне - Озерский (Үрге Күл) крепосынан сыҡҡан бригадир Корф командаһы һиҙҙермәйсә Ырымбурға килеп керҙе. Шулай итеп, Ырымбур гарнизоны 2500 һалдатҡа, 22 тупҡа артты. Ҡыуанысынан губернатор Рейнсдорп иртәгәһе көнө алышты туптарҙан атыуҙан башланы, уға Бүгәсәү туптары яуап бирҙе. Бер сәғәттән ашыу барған туптар атышынан һуң, гарнизон, яңы килгәндәр менән берлектә, ҡаланан сығып баш күтәреүселәргә ҡаршы сапҡын яһаны. Бүгәсәү уларға ҡаршы нисек етте - шулай ҡоралланған ун меңлек сәкмәнле ғәскәрен күтәрҙе. Күп урынға туптарҙың төтөнө таралып ергә ятты, өҫкә күтәрелмәне, шул арҡала бер - береңде күреү мөмкинлеге күпкә тарайҙы.
Бына ошо алышта Салауат Юлаев һыбайлылары Кинйә абыҙ командаһы эсендә беренсе тапҡыр һуғышҡа керҙе. Уның төркөмө йәшен тиҙлегендә сабып барып гренадерҙарҙың рәтен тишеп үтте, йәйәүле һалдаттар араһына барып инеп алышты дауам итте. Тик уларҙы гренадерҙар ҡамай башланы, ҡыҫмаҡҡа алды. Быны күреп торған Кинйә Арыҫланов үҙ резервын шул яҡ тошҡа ташланы. Улар гренадерҙарҙы һәм йәйәүлеләрҙе киҫә - киҫә бүҫеп инделәр һәм Салауаттың төркөмө менән ҡушылып дошманын ҡыҫырыҡлай башланылар. Тегеләр ҡалаға ҡарай сигенә башланылар, ҡалғандары ла тырым - тырағай һибелеп, атыша - атыша сигенделәр һәм киренән ҡалаға инеп бикләнделәр. Тик пушкалары яңынан ата башланы.
Ярты көн дауамында барған был алышта Салауат Юлаев тәүге яу сирҡанысын алды, ҡурҡыу белмәҫ һуғышсы, ғәйрәтле һәм тәүәккәл икәнен танытты, батырлығын күрһәтте. Уны рәткә ,,Салауат батыр“ тип атай башланылар. Ошо яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Салауатҡа походный полковник исеме бирелде. Эш былай булды: алыш тынғандың иртәгәһенә иртә менән Салауатты Пугачев штабына саҡырттылар. Штаб ике бүлмәле ҙур өйҙә урынлашҡан. Төпкө бүлмәнең иң түрендә бәләкәй генә сәхнә кеүек күтәренке майҙансыҡ эшләнгән. Шуның өҫтөндә кресло - тәхеттә ҡуйы ҡара сәсле, түңәрәк теремек күҙле ,,император Петр III“ ултыра. Уның эргәһенән Кинйә Арыҫланов, Иван Зарубин - Чика, Афанасий Соколов - Хлопуша, Афанасий Перфильев, Андрей Овчинников, Максим Шигаев урын алған. Бында ҡыҙып - ҡыҙып һөйләшеү, кәңәш ҡороу бара. Төп тема: кисәге алышҡа йомғаҡ яһау. Тәүҙә уңыштар билдәләнде, шунда уҡ хаталар асыҡланды, бер һүҙ менән әйткәндә, батырлыҡтар хупланды, батырҙар маҡталды, ә ҡурҡаҡлыҡтар, приказды еренә еткереп үтәмәүселәр, баш - баштаҡлыҡ ҡылғандар ғәйепләнде. Тәнәфестән һуң Бүгәсәү батша Салауат Юлаевты төп яҡҡа саҡыртты һәм һүҙ башланы:
- Ну, Салаватка, как дела ? Герои не должны унывать! Правильно я говорю ? Рана не серьезная ? В строю можешь остаться ?
- Теҙмә һорауҙарға ул берәмләп яуап бирҙе:
- Яра төҙәлеп бара, сафҡа яраҡлымын, хөрмәтле император ғәли йәнәптәре.
- Тимәк, сафҡа яраҡлыһың! Бик һәйбәт.Улайһа, иғтибар менән тыңла! Артабанғы һүҙ тик һиңә ҡағыла. Ваня, уҡып ебәр әле!
Штабта өлкән писарь ролен башҡарған йәш казак Иван Почиталин аяҡ өҫтө баҫып хәрби дәрәжәләр биреү тураһындағы император указын уҡый башланы. Салауат Юлай улына ҡылған батырлыҡтары, ойоштороу һәләте өсөн походный полковник дәрәжәһе бирергә тип, тип әйтелгәйне указда. Ун туғыҙы яңы тулған башҡорт егете ошо ерҙә Пугачев армияһының иң йәш полковнигы булып китте.
- Ҡотлайым, Салават Юлаевич, яңы дәрәжәң менән, артабан да миңә тоғро хеҙмәт ит! - Пугачев ҡарашын алғараҡ күсерҙе. - Балаҡайҙарым минең, тыңлағыҙ әле! Беҙ бөйөк эштәр менән шөғөлләнәбеҙ. Алла бирһә, эштәребеҙ яйланасаҡ. Уның өсөн күтәрелеш майҙандары киңәйергә тейеш. Ихтилал тиҙ арала бөтә Уралға, тағы Волга буйына таралырға тейеш. Шуға күрә иң ышаныслы, батыр хәрби етәкселәрем төрлө тарафтарға таралып, халыҡты күтәрергә бурыслы. Чика, һин Өфө яғына юл тот, көс йыйып уны ҡамап ал, ә төп бурысың - Өфөнө алыу. Хлопуша Әүжән заводы яғына ҡарай юл ал, ундағы эшселәр менән һөйләшеп ҡорал ҡойоуҙы юлға һал! Һиңә, Салауат Юлаевич, тыуған яҡтарыңа ҡайтып халҡыңды күтәреү бурысы йөкмәтелә. Ошо хатты һалып ал, атайыңа тотторорһоң. Әлегә хуш, уңыштар юлдаш булһын!
Шулай итеп, уны отрядтар йыйып, яңы һуғыш майҙаны асыу өсөн тыуған яҡтарына оҙаттылар. Артабан Салауат батыр һәм яңы походный полковник тауған яғынан йыйылған отрядтары менән Өфө эргәһенә барып Зарубин - Чикаға барып ҡушылырға бойороҡ алды.
- Ваня, указдағы исемлектә артабан кем яҙылған ?
Иван Почиталин аяҡ үрә баҫып яуап бирҙе:
- Сотник Ҡәнзәфәр Усаев, император ғәли йәнәптәре. Ул бында, саҡырыуҙы көтөп тора.
- Саҡыр инһен!
Ҡәнзәфәр инеп хәрбиҙәрсә иҫәнләште һәм аяғүрә баҫып ҡатты.
- Вольно, вольно, балаҡайым , яҡыныраҡ кил әле бындараҡ! Молодец, сотник! Герой! Тоғро хеҙмәтең өсөн һиңә мең - мең рәхмәт белдерәм. Ә батырлыҡтарың өсөн беҙ һиңә походный полковник исемен бирәбеҙ. Артабан үҙеңә полк йыйып алып сая һуғышырһың, тип уйлайым. Ысын күңелдән яңы дәрәжә алыуың менән ҡотлайбыҙ! Сығырға мөмкин.
Шулай итеп, походный полковник исемен шулай уҡ йөҙ башы Ҡәнзәфәр Усаев та алды. Йөҙ һыбайлыһы менән килеп ҡушылған Ҡәнзәфәр Ырымбур эргәһендәге һуғыштарҙа үҙен оҫта һуғышсы итеп күрһәтте, уның сотняһы иң хәл иткес урындарҙа бүҫеп инеп дошманын уңлы - һуллы сапҡыланы, сигенеүҙе белмәне.
Октябрь айында ихтилал Башҡортостандың төньяғына табан йәйелә башланы. Ай уртаһында Тамъян олоҫоноң яу старшинаһы Ҡасҡын Һамаров отряды Твердышев - Мясниковтың Воскресенский баҡыр иретеү заводын ҡулға төшөрҙө, Ҡарғалы руднигын баҫып алды. Уларҙағы туптарҙы, йәҙрәне, ҡурғашты, аҡсаны, 600 эшсене Бәрҙегә, Пугачев ставкаһына оҙатты.
Салауат Юлаев Бәрҙе биҫтәһенән декабрь баштарында юлға сыҡты. Бикҡол, Стәрлетамаҡ аша үтеп, өйөндә бер - ике көн ял итеп алғас, ғәскәр туплау эше менән ҡыҙыу шөғөлләнә башланы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул тарҡау халыҡты берләштереп 800 кешенән торған ҙур булған төркөмдө йыя алды. Бында башҡорт, мишәр, татар, мари, сыуаш милләтенән булған яугирҙәр йыйылды. Эш, әлбиттә, шыма ғына ла бармай. Мәҫәлән, Себер юлының өс старшинаһы - Ҡолой Балтасов, Солтанморат Янышев, Хәлил Якупов Салауатҡа ҡушылыуҙан ҡырҡа баш тарта. Уларҙан башҡа Себер юлында Салауат батырҙың саҡырыуына ҡушылмаған, хөкүмәткә тоғролоҡ һаҡлаған башҡорттар ҙа табыла. Юлай ауылынан Мөхәмәткилде, Сөйәрембәт, Яҡшымбәт Аптыраҡовтар Салауатҡа ҡаршы ҡотҡо тараталар, төрлөсә уға аҫтан аяҡ салалар. Ошоларҙы ишеткән Салауат үҙ яҡлылары менән һөйләшергә барһа - былар, бер өйгә бикләнеп, өсәүләшеп атып ҡаршы алалар. Атыш барышында өй янып китә һәм эстәгеләр һәләк була. Нисек кенә ауыр булмаһын команда йыйыла һәм казактарҙың саҡырыуын алған ыңғайы Салауаттың яңы ғәскәре Красноуфимск ҡәлғәһенә ҡарай йүнәлә һәм 1774 йылдың 12 ғинуарында барып етә. Ҡала халҡы, казактар Салауаттың һыбайлыларын ҡаласыҡ ситендә үк икмәк - тоҙ менән ҡаршы алды. Шулай итеп, ҡәлғә һуғышһыҙ ғына бирелде һәм шул арҡала күпме ғүмерҙәр өҙөлмәй ҡалды. Ошолай килеп сығыуы, әлбиттә, ҙур ҡыуаныс!