Бер ҡайҙа ла бармайбыҙ! — тип Әлиә апайым урынынан һикереп торҙо.
Йөбөҙҙән бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ, — тинем мин дә.
Урҡмағыҙ беҙҙән, — тәртип һаҡсыһы йылмайған булып, минең эргәмә килеп баҫты. Егеттәрсә ҡулымды ҡыҫты. — Мәйтәм, әйҙәгеҙ беҙҙең менән ҡалаға берәй сәғәткә барып килегеҙ. Унда табип һеҙҙе тикшерә лә кире ҡайтара. Апайығыҙ менән йәшәрһегеҙ шунан.
Алай шәп булып сыҡты был милиционер. Ә теге мәрйә апай ул ярамай, быны хөкүмәт ҡушмай, тигән буласы.
Уң бөгөн аят бит. Аш та әҙер. Иртәгә тикшертерһегеҙ әле. — Аш әҙерләүсе Гөлнара апай нисек тә булһа беҙҙе ебәрмәҫкә тырышты.
Юҡ, юҡ, имынны бөгөн. — Милиционер үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. — Балалар ҙур стресс кисергән, психолог ярҙамы кәрәк. Быны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ҡустым, һинең ҡалаға барғың килә бит? — тип башымды һыйпап алды.
Бик әҙәпле, яғымлы тойолдо ағай. Апайым, ағайҙарым ҡаршы булһа ла, тегеләр беҙҙе алып китергә тәким күндерҙе. Бер сәғәттән кире өйөбөҙгә алып киләбеҙ, тигәстәр, әллә ни кәзәләнеп торманыҡ. Машинаға индереп ултырттылар ҙа, унан һуң өйгә инеп, әйберҙәребеҙҙе алып сыҡтылар. "Тимер ат" яйлап ҡына урынынан ҡуҙғалды. Ауылды сығып киткәнсе, ҡарашым өй яғында ине...
Алалағы дүрт ҡатлы балалар дауаханаһына алып килделәр. Эскә ингәс тә беҙҙе ишек төбөндә ултыртып ҡалдырҙылар. Ә теге апайҙар кабинетта ниндәйҙер ҡағыҙҙар тултырҙы. Милиционер ағай ғына яныбыҙҙан бер аҙымға ла ситкә баҫманы. Бер аҙҙан алсаҡ йөҙлө, аҡ халатлы ҡатын кабинетынан сыҡты.
Арағыҙсы, ниндәй матур балалар. Ҡурҡмағыҙ, бында һеҙгә бер кем дә теймәйәсәк. Дүртегеҙҙе лә бер палатаға урынлаштырабыҙ. Иртәнсәк тәмле бутҡа ашарһығыҙ, төшкә кәтлит бирәләр. Йоҡлар алдынан көн дә кефир эсерәләр.
Мин берсә табипҡа, берсә милиционерға ҡарап алдым. Беҙгә бит бер сәғәткә генә ҡалаға алып барабыҙ, тигәйнеләр. Ә табип киреһен әйтә. Алданғаныбыҙҙы аңлағас, Әлиә апай ҙа шунда уҡ киреләнергә тотондо:
Беҙ бында ҡалмайбыҙ. Һеҙ бит бөгөн кире өйөбөҙгә алып барабыҙ, тинегеҙ!
Эйе, һеҙҙең бутҡағыҙ ҙа, кефирығыҙ ҙа кәрәкмәй, — тинем.
Йгә ҡайтам. Сығарығыҙ беҙҙе. — Зөлфирә аяғы менән тыпырсынып илай башланы. — Ата-ай, һин ҡайҙа. Алып ҡайт беҙҙе!
Тынысланығыҙ, зинһар! — Табип та эштең ниҙә икәнен аңланы. Күрәһең, ваҡытынан алда теге һүҙҙәрен ысҡындырып ташлаған. — Һеҙҙе, ысынлап та, тикшерергә кәрәк. Әгәр һау икәнһегеҙ — иртәгә үк ҡайтарабыҙ. Әйҙәгеҙ, дүртенсе ҡатҡа күтәреләйек, палатағыҙҙы күрһәтәм.
Юҡ, бер ниндәй ҙә палатаға бармайбыҙ!
Беҙҙе кире ҡайтарығыҙ!
Етәр һеҙгә киреләнергә! — Милиционер асыуланып китте. — Һеҙҙең алдығыҙҙа инәлеп торорға малаймындыр шул!
Еҙ бит үҙегеҙ бер сәғәткә генә тип әйттегеҙ. Хәҙер өйҙә апай-ағайҙарыбыҙ борсолалыр. Ҡайтарығыҙ инде беҙҙе, ағай. — Әлиә беҙҙең арала иң олоһо булғанғалыр, яҡларға тырышты.
Етәр, башымды ҡаңғыртмағыҙ! Итәк, күп ваҡытымды алдығыҙ! — Шунан милиционер минең менән Әлиәнең ҡулынан ныҡ итеп тотто ла, өҫкә һөйрәп тигәндәй алып китте. Сараһыҙҙан, илай-илай артыбыҙҙан Алһыу менән Зөлфирә эйәрҙе. Палатаға урынлаштырғас та беҙҙе бикләп ҡуйҙылар.
* * *
Быға тиклем ят ерҙә ҡунырға әллә ни тура килмәгәйне. Шуға ла дауаханала йоҡлай алмай төнө буйына ыҙалап сыҡтым. Таң атыр-атмаҫ борон бер үк ваҡытта Әлиә апайым да уянды. Палатала эҫе, етмәһә, әллә ниндәй һаҫыҡ дарыу еҫе аңҡып тора.
Нисек йоҡланың, апай? — Тәүге һорауым шул булды.
Уй-й, бында бер көн дә торғом килмәй. Төнө буйына һаташтым. Әллә ниндәй ҡурҡыныс төштәр күреп бөттөм. Шайтандар аяҡты ҡытыҡлай кеүек...
Мин дә насар йоҡланым. Ә беҙҙе бөгөн ҡайтарырҙар микән?
Ллә инде. Бында балаларҙы оҙаҡ тоталар, тиҙәр ҙә һә, — Әлиә уфтанып ҡуйҙы.
Юҡ, юҡ. Ҡасып булһа ла ҡайтам!
Минең дә ҡайтҡы килә лә ул. Ауылға тиклем йыраҡ бит. Билет алырға аҡсабыҙ ҙа юҡ...
Эйе, аҡсаһыҙ беҙ нисек кире ҡайтабыҙ инде. Етмәһә, дүртәүбеҙ. Ә өйгә шул тиклем ҡайтҡы килә. Үҙемдең карауатымды ла, баҡсабыҙҙы ла, урамды ла шул тиклем һағындым. Ниңә генә мин ҡошҡа әйләнә алмайым икән!? Анау әкиәттәге кеүек, ауылым янына осор ҙа китер инем. Туғандарымды ла үҙемә ултыртып, ишегебеҙ алдына ғына илтер инем. Ниңә генә атайыбыҙ үлде икән? Әгәр ул яныбыҙҙа булһа, ошолайтып беҙҙе ҡалдырыр инеме?!
Атай менән һуңғы тапҡыр һөйләшеп ултырғаным иҫемә төштө. Туҡта әле, туҡта... Нимә тигәйне шул мине саҡырып янына? "Ғүмер буйына минең иң ҡәҙерле әйберем булды. Шуны һиңә бирергә уйланым..."
Нимә уйланып киттең, Ильяс?
Беләһеңме, апай, миңә атай бер нәмә бирәм тигәйне.
Нимә һуң?
Лләсе. Ул нәмә минең өсөн иң ҡәҙерлеһе тине.
Шунан уны ҡайҙа иттең?
Кисен үҙе янына саҡыртып шул хаҡта һөйләй башлағас, ныҡ итеп йүткереп алып китте. Ярай, был һөйләшеүҙе иртәгә ҡалдырайыҡ тигәйне. Ә иртәгәһенә... — Үлде, уянманы тигән һүҙҙәрҙе һис тә генә әйтке килмәне. Былай ҙа атайҙы иҫкә төшөрһәң, күңелгә шул тиклем ауыр булып китә.
Ипләп кенә палатаның ишеге асылды. Иҙән йыуыусы ингән икән. Апайым менән һөйләшеп ултырғаныбыҙҙы күргәс, аптырап китте.