Таналыҡ буйында ҡалам 2 страница
Күҙ алдында Әминәнең күңеле күтәрелде. Беренсенән, Дәүербәк ип-имен ҡайтты, икенсенән, уны әллә ҡайҙарға алып китергә йыйынмай, ә үҙе бында, Таналыҡ буйында йәшәргә ҡалам, тип әйтә. Бик һәйбәт, бик шәп хәбәр бит был!
- Өлкәндәр ҡайҙа ?
- Әсәйемдәр бесән йыйырға киттеләр, ә атайым урманда, урман ҡырҡыусыларға барып һөйләшеп киләм, тип сыҡҡайны. Хәҙер ҡайтыр ул, ит бешереп торорға ҡушҡайны, шуны һалып ҡайната торайым. Сығып тор әле! Тирмә эсен йыйыштырайым.
Дәүербәк сығып китте, ике аттан йөктәренән бушатты, йүгәндәрен алып тышаны ла - Һаҡмар буйына ебәрҙе. Ҡунаҡтар өсөн тотолған буш тирмәгә тоҡтарын индереп урынлаштырҙы.
Сығыуынаа тирмә алдында биш-алты йәшлек бер-нисә малай көтөп тора.
- Ағай! Күстәнәс бир! Күстәнәс.
“Ай, әттәгенәһе! Нимә бирәйем икән? Кумәс бар ине, шуны бирмәһәм булмаҫ!”
Егет күмәсте табып сығарып ҡырҡты ла, малайҙарға берәр телем икмәк таратып сыҡты. Тегеләре, рәхмәт әйтеп, артабан йүгерҙеләр.
Кискә ҡарай Бәҙретдин ҡайтып төштө.
- Был кем йөрөй тиһәм, Дәүербәк икән дә. Һаумы, кейәү бала! Бына имен-һау килеп күренгәс, күңелгә йылы йүгерҙе. Оҙаҡлап киттең бит! Әллә һалдаттар юлда тотоп, ултыртып ҡуйҙылармы икән, тигән уй ҙа килде бер мәл. Белмәҫһең юл хәлен! Бөтә ҙур юлдарға ҡарауыл ҡуйып бөткәндәрен ишетеп йөрөйөм. Әйҙә, тирмә эсенә инеп ултырайыҡ.
- Оҙаҡлауҙың сәбәптәрен һуңыраҡ яйлап аңғартырмын әле. Баштан уҡ шуны әйтеп ҡуяйым: мин ошонда, Таналыҡ буйында, ҡалып йәшәргә тигән уй менән был яҡтарға килеп еттем. Моғайын, ҡаршы булмаҫһығыҙ.
- Бәрәкалла! Иманлы ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙ булһын. Ана, атайымдың өйө буш тора. Тағы һине тимерлек көтә, тимерлектән бигерәк Әминә көтә, - тип Бәҙретдин көлөп ебәрҙе.
- Бәҙретдин бында кем менән күңелле итеп һөйләшеп ултыра, тиһәм Дәүербәк килеп төшкән икән дә, - тип килеп инеп күреште Бану, - күңелем һиҙҙе ошо арала килеп төшөр һымаҡ ине шул.
- Банубикә! Дәүербәк кейәү ҡыуандырҙы бит әле!
- Йә, әйт! Нисек ҡыуандырҙы ?
- Бында ҡалып йәшәргә ҡарар иткән, яңы әйтте.
- Бик һәйбәт, бик һәйбәт! Кем ҡаршы булһын? Берәү ҙә ҡаршы түгел. Бик яҡшы. Ә һин, Бәҙретдин, ошо арала бата уҡыт, артабан йәһәтләп туй үткәреп, бурысыбыҙҙы үтәп ҡуяйыҡ!
- Шулай шул. Мин дә тап һинеңсә фекер йөрөтәм. киләһе йомала уҡ бата уҡытырбыҙ, шунан туйға әҙерләнә башларбыҙ, Алла бирһә.
Дәүербәк өсәүһенә лә бүләктәрен таратып сыҡты. Барыһының да күңелдәре күтәрелеп китте.
- Банубикә! Беҙгә ҡымыҙ кәрәк!
- Хәҙер килтерәм! Ит тә бешкән, бер юлы ашап алығыҙ. Буласаҡ кейәүҙе һүҙ менән күп албырғатма, юл кешеһе арығандыр. Ял итһен!
- Ана, уның бер үҙенә бер ҡунаҡ тирмәһе, күпме теләй - ял итә ала. Әммә иртәгә төштән һуң, кейәү бала, икәүләшеп тимерлеккә барырбыҙ, шул эште һинең ҡарамаҡҡа тапшырырмын. Тимерлектең хужаһы итеп ҡуям мин һине. Унда әле ике кеще эшләп тора. Шуларға-күҙ ҡолаҡ булып, йүнәлеш биреп тороусы берәү кәрәк. Кәрәк ваҡытта үҙең дә эшләшерһең, ул эште яратаһың түгелме?
- Эйе, ул эште нишләптер яраттым. Бында килгәнгә тиклем тимерлек эшен күҙ алдына килтермәй торғайным, күрҙем - яраттым. Тимерҙе үҙеңә бойһондороу ҡыҙыҡ бит. Ҡыҙҙыраһың да үҙең теләгәнсә бөгәһең, бораһын, йәлпәштерәһең, һуҙаһың - ғәләмәт ҡыҙыҡ эш!
Бану һауыттарға ҡымыҙ һалып ҡулдарына тотторҙо:
- Бына ҡымыҙ. Бер юлы күмәкләп ашап та алайыҡ, ит бешкән, һалма һалынған, - тип аңғартты Бану, - Әминә, табаҡҡа аш ҡойоп килтер!
Аштан һуң аҡ тирмәлә ике ир-ат ҡымыҙ эсә-эсә тағы бер аҙ әңгәмәләштеләр, кәңәшләштеләр. Тик төн уртаһында ғына йоҡларға яттылар.
Бер-нисә көндән һуң Баймаҡ утарында бата уҡытыу тантанаһы булды. Бата аятын Вәлиулла ҡарт башҡарҙы. Ул, Бәҙретдин, ҡарсығы менән кәңәшләшеп, туйҙа Дәүербәккә ҡыяматлыҡ атай- әсәй булырға ризалашты. Тимәк, туйға әҙерләнеү мәшәҡәте уға ла тейәсәк. Ҡарт ҡарсығы һәм туғандары менән Дәүербәк яғынан ҡоҙа булып ҡатнашасаҡ. Тәртип шулай: ҡыяматлыҡ атай менән әсәй туйҙа төп ҡоҙа, ҡоҙағый булып ултырырға тейештәр.
Туйҙы йәйләүҙән ҡайтҡас үткәрергә булдылар. Туйға әҙерләнеү башланды: ат һимертергә ҡуйҙылар, ҡымыҙҙы йыйнау китте, сейә ҡушылған май, ҡорот йомғаҡланды. Бер төркөм йәштәр, аттарға алмаштырып буҫтау, ситса туҡыма, һауыт һаба алып ҡайтыр өсөн Аҡтүбәгә ебәрелде. Алыҫлығы 333 саҡрым булған Аҡтүбә баҙарына барғандар ғәҙәттә бер аҙнала әйләнеп ҡайтып киләләр. Бөрйән башҡорттары ғәҙәттә шул баҙар менән бәйләнеш тоталар, сөнки унда башҡорт аттары бик тиҙ үтә һәм нимә теләйһең, шул әйберҙе һатып алырға була. Ҡыр-ҡаҙаҡтар ерендә урынлашҡан Аҡтүбәгә сауҙугәрҙәр тауар һатырға Ҡытайҙан, Урта Азиянан, Афғанстандан, Урта һәм Оло Урҙа ерҙәренән киләләр. Ул яҡта бөрйән башҡорттарын танып, белеп, көтөп торалар.
Баҙарға барған егеттәр уңып ҡайттылар: ҡытат, буҫтау, ебәк, ситса алып ҡайтып, халыҡты ҡыуандырҙылар. Былай ашарға һәм туйға тип ҡарбуз, өрөк йөҙөм, финик, виноград тейәп ҡайтҡандар. Һатлыҡҡа алып барған аттарын да тулыһынса һатып ебәргәндәр.
Көндәр сыуаҡ һәм йылы тороу сәбәпле туйҙы тәбиғәт ҡосағында, Илсебикә тауы итәгендә ойошторҙолар. Туй түгел - һабантуй булды был тантаналы сара.
Бөрйән ырыуы тағы бер ғаиләгә артты. Шул ҡыуаныс түгелме ни? Дәүербәк иң ҙур ике теләгенә иреште: өйләнде һәм мөхәббәте менән бергә Таналыҡ буйында йәшәргә, эшләргә, донъя көтөргә, балалар үҫтерергә мәңгелеккә тороп ҡалды.
Бүлек
Федор Алексеевич батша
Алексей Михайлович донъя ҡуйғандан һуң, 1676 йылдың 29 ғинуарында, Рәсәй тәхетенә уның улы Федор Алексеевич ултырҙы. Уның арҡаһында властың иң юғары вазифаларын Милославскийҙар биләне. Алексей Михайлович мәрхүмдең икенсе ҡатынының туғандары батша апартаменттарынан берәм-һәрәм һөрөлдө.
Яңы Рәсәй батшаһы Федор, әлегәсә Федя, тәхетте ун алты йәшендә ҡабул итеп алды. Малай әле, егет ҡорона ла тулмаған. Уныһы мөһим түгел, сөнки Рәсәйҙә шундай ҡанун бар: батшаның өлкән улы уның вариҫы тип һанала һәм ул үлгәндән һуң, нисә йәштә булһа ла, хатта сабый көйөнсә лә уның урынына батша булып ултыра ала.
Федорҙың белеме үҙенә күрә насар түгел: уҡый - яҙа белә, латин һәм поляк телдәрен бик тырышып өйрәнде. Христиан дине ҡанундары буйынса ла белеме ныҡлы булырға тейеш, сөнки уны христиан донъяһында киң танылыу тапҡан ғалим, билдәле мәғрифәтсе, православие буйынса юғары дәрәжәләге белгес Семеон Полоцкий тәрбиәләне һәм уҡытты. Бөйөк державаның батшаһы булырҙай сифаттары бихисап, ләкин холҡо йомшаҡ. Сетерекле берәй мәсьәлә ҡалҡып килеп сыҡһа - нисек хәл итергә белмәй аҙаплана. Уныһы әллә ни мөһим түгел, эргәһендә һәр саҡ өйрәтеүселәр, йүнәлеш биреүселәр була. Иң мөһиме - йәш монархтың һаулығы насар, дөрөҫөрәге: тыумыштан насар булды. Ҙурая башлаған осорҙа ла дөйөм хәле яҡшырманы. Милославскийҙар йәш батшаның һау булмауына ҡайғырҙылар, сөнки Федор батша булғанда ғына улар өҫтә йөрөйәсәк, ә йомшаҡ холоҡло булыуына ҡыуандылар ғына. Йомшаҡ холоҡло батшаны үҙең теләгән яҡҡа борорға була бит!
Федор батша арҡаһында уның әсәһенең туғандары Милославскийҙар, Милославскийҙар ярҙамында Долгорукийҙар, Одоевскийҙар, Языковтар, Лихачевтар, Голицындар иң юғары вазифаларға үрләнеләр, мөһим булған постарҙы үҙ - ара бүлешеп алдылар.
Федор батша булып ултырғас та Милославскийҙар менән Нарышкиндар араһындағы ҡаршы торош көсәйҙе генә.
Өҫкә сығып алған Милославскийҙар иң беренсе нәүбәттә Нарышкиндарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған хөкүмәт рәйесе Алексей Матвеевтан үс алырға, унан ҡотолорға булдылар. Көрәште Федор батшаның апаһы Софья ойошторҙо.
Улар Матвеевты, насар эшләй тип, аптекалар надзирателе вазифаһынан бушатырға өлгәштеләр. Алексей Михайлович тын алып та өлгөрмәне вино һатыусы голландец Монса Гейға биш йөҙ һум аҡсаны түләмәй кеҫәһенә һалған тигән ғәйеп таҡтылар һәм Посол приказын унан тартып алып, Верхотурьеға воевода итеп ебәрҙеләр. Ул юлға сыҡты, ләкин дошмандарынан ҡотола алманы. Юлда уны ҡыуып еттеләр, ,, һин сихырсы, ҡара китап тотаһың “ тигән ғәйеп яҡтылар һәм Пустоозерскиға һөргөнгә ебәрҙеләр. Ун йәшлек улымды минең менән ҡалдырығыҙ тип инәлде ул эргәһендә торған ,, судьяларға”, ярай әле тыңланылар. Улы менән бергә Пустоозерск ҡаласығына һөргөнгә ебәрҙеләр. Ошо малайҙы файҙаланып һуңыраҡ һөргөндән ҡотолорға самаланы ул, һәм шулай килеп сыҡты ла. Пустоозерскигә килеп урынлашҡас та баярин Матвеев батша исеменә хаттар яҙып, үҙенең ғәйепһеҙ икәнен ураған һайын иҫбат итте, улының ниндәй ыҙалар сиккәнен тасуирләне. Хаттарҙың береһе батшаға барып етте. Ул Матвеевты һөргөндән ҡотҡарҙы, Мезень ҡаласығына күсереп Матвеевҡа утыҙ хеҙмәтсе тәғәйенләне, айына 156 һум жалованье ҡуйҙы һәм улына уҡытыусы ебәрергә әмер бирҙе.
Батша йәшме, ҡартмы уныһына ҡарамайынса, дәүләт кимәлендәге килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итеү - монарх өсөн төп бурыстарыының береһе. Федор батша һәм уның хөкүмәтенә тышҡы сәйәсәттә күп кенә киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булып сыҡты. Иң беренсе нәүбәттә Украина, Польша, Төркиә, Ҡырым менән мөнәсәбәттәрҙе һәм эштәрҙе яйға һалыу. Ярай, Ҡырым һәм Төркиә менән мөнәсәбәттәр яҡшыра бирҙе, буғай. Чичерин походынан һуң Баҡсаһарай килешеүе төҙөлдө. Ошо 1681 йылғы килешеү буйынса улар Киевтың һәм Украинаның көнсығыш өлөшөнөң Рәсәй протектораты аҫтына бирергә ризалаштылар. Киевтан көнбайышта ятҡан ерҙәр Юрий Хмельницкий ҡулында ҡалды.
Рәсәй ҡулы аҫтына күскән ерҙәрҙә реформалар үткәрелде, идара итеү органдары Рәсәйҙекенә оҡшатып үҙгәртелде. Шулай уҡ бында йәшәгән халыҡтың иҫәбе алынды һәм һәр хужалыҡҡа налог һалынды.
Туғандары, бигерәк тә апайҙары бәлиғ булған Федорҙы тиҙерәк өйләндереү яғында булдылар, ҡыҙҙарҙың уныһын, быныһын, тегенеһен тәҡдим итеп ҡаранылар - Федяға оҡшамай ҙа ҡуя. Үҙе тапты ул буласаҡ кәләшен, үҙе танышты. Шулай итеп, Федор батша Смоленск дворянының ҡыҙы Агафья Семеновна Грушецкаяға өйләнде. Бер йылдан һуң, батша ауырыу булһа ла, улы тыуҙы. Илья тигән исем бирҙеләр уға. Әсәһе, әллә өҙлөк булды, бала тыуғандан һуң өс көн ауырып ятты ла вафат булды. Сабый Илья шулай уҡ оҙаҡ йәшәй алманы. Йәшәүҙең шатлығын да, ҡайғыһын да татымайынса донъя ҡуйҙы. Батша һәм уның туғандары өсөн ҡайғылы ваҡиға 1681йылдың яҙында булды.
Был хәл батшаны бөгөп төшөрҙө, ауырып китте, шулай ҙа әҙәм балаһы үлгәндән һуң була торған бар церемонияларҙа ҡатнашты, ҡатынын һуңғы юлға оҙатҡанса әүҙем йөрөнө һәм тормаҫтан сирләп оҙаҡ ҡына ваҡыт ятты.
Май уртаһына ҡарай батша Федор Алексеевич бер аҙ һауыҡты. 16 май көнө хөкүмәттең ,, Мосолман халыҡтарын христианлаштырыу “ тураһындағы хөкүмәт ҡарарын үҙ указы менән раҫланы. Был ҡарар һәм указ менән дәүләт мөгәрәбенә шартлатҡыс һалыуын үҙе лә, башҡа хөкүмәт ағзалары ла һиҙмәне, шикелле, ләкин мосолман халҡы, бигерәк тә башҡорттар, был актты өнәмәне лә, өнһөҙ йоторға ла теләмәне. Шулай итеп ҡарар тағы бер ихтилал башланыуға сәбәпсе булды.
Ул - был мәшәҡәттәр менән йәй үткәне лә һиҙелмәне, сентябрь килеп етте.
Көндәрҙең береһендә Василий Владимирович Голицын, хәрби эштәрҙе контролдә тотоу комиссияһа председателе, бик иртә булһа ла, батша менән осрашыуға ашыҡты Уның батшаға сиратһыҙ инә ала торған хоҡуғы бар. Бына ошо хоҡуҡты файҙалананып ул, батшаның йоҡо палатаһына тура инергә баҙнатсылыҡ итте.
- Инергә мөмкинме, Федор Алексеевич ғәле йәнәптәре! Хәйерле иртә! Һеҙгә хоҙайҙан оҙон ғүмер, бәхет һорайым. Мине тыңларлыҡ мөмкинлек бармы: оҙаҡ ваҡыт алмайым, бик мөһим хәбәрҙәр менән килдем.
- Тыңлайым, Василий Володимирович!
- Бер хәбәр - шатлыҡлы, икенсеһе - күңелһеҙ. Ҡайһыныһынан башлайым, хөрмәтле Федор Алексеевич ?
- Был юлы шатлыҡлыһынан башла ?
- Улай булғас тураһын әйтәйем: һиңә бик шәп кәләш таптыҡ!
- Кем ул ?
- Апраксина Марфа Матвеевна. Шәп ҡыҙ: матур, баҫалҡы, имәндәй таҙа, аҡыллы.
- Ярай, был эш иртәгәгә ҡалһын. Марфаны бында саҡыртырһың! Күҙмә - күҙ осрашып һөйләшермен. Ә күңелһеҙ хәбәр нәмә тураһында, ҡайһы яҡтан ?
- Федор Алексеевич! Башҡорттар баш күтәргән.
- Бына һиңә мә! Тик торғанда ауырыу башыңа күҫәк! Кем хәбәр итте ?
- Өфө воеводаһы Коркодиновтан рапорт алдыҡ. Ярҙам һорай, күрһәтмә көтә.
- Сәбәбе нимәлә ?
- Коркидоновтың яҙыуынса, 16 майҙағы указ башҡорттарға оҡшамаған.
- Унда нәмә тип яҙҙыҡ әле, хөрмәтле кенәз, ҡыҫҡаса иҫкә төшөрһәң ине!
- Указда һүҙ рус булмаған халыҡтарҙы православияға күсереү тураһында бара. Былай тип яҙҙыҡ: православиены ҡабул итеп, суҡынып ант иткәндән һуң, был кешегә яңы исем, фамилия бирелә; налогтан азат ителә; рекрутҡа алынмай. Беҙҙең динде ҡабул иткәндәргә ай һайын түбәндәгесә аҡса түләнә:
Ирҙәргә - ун гривень, ҡатындарға - биш. Беҙҙең дингә күсергә риза булмағандарға штраф һалына.
- Указда ,, башҡорт “ тигән һүҙ булдымы ?
- Булманы. Рус булмаған халыҡтар тип яҙып үткәйнек унда.
- Өфө епархияһы ойоштороу тураһында ошо указда яҙған инекме әле ?
- Эйе. Хәҙер епархия ойошторолған, епископ билдәләнгән, эштәр һәйбәт кенә башланып киткән. Быныһы ла башҡорттарға оҡшамаған!
- Ул башҡорттарға тағы баш күтәреү ни бысағыма кәрәк булды икән ? Эшкинмәгән мосолман динен тотҡансы, христианлыҡты ҡабул итеп, аҡса, льгота алып тыныс ҡына йәшәһә ни булған ? Барыбер тиҙҙән башҡорт һымаҡ ваҡ - төйәк халыҡтарҙы русҡа әйләндереп бөтөрәсәкбеҙ.
- Һүҙең хаҡ, Федор Алексеевич! Миндә шулайыраҡ уйлайым: был баш күтәргән халыҡ тиҙҙән булмаясаҡ. Бер быуат үтерме - юҡмы - уларҙы һүрәттәрҙән генә ҡарап табырҙар.
- Ниндәй тәҡдимең бар, Василий Володимирович ?
- Мин батша һәм Сенат исеменән Казан воеводаһы Шереметьевҡа, Өфө воеводаһы Коркодиновҡа күрһәтмә әҙерләнем, шуны уҡып сығы ҡултамға ҡуйырға кәрәк. Улар кисекмәҫтән, ситтән ярҙам көтөп тормайынса, урындағы хәрби көстәрҙе йыйып, боласыларға ҡаршы көрәш башларға тейеш.
- Урындағы көскә генә ышанып булмайҙыр бит ? Мин үҙәктән хәрби командалар ебәреү отошло булыр тип уйлайым. Кемдәрҙе команда башлығы итеп тәғәйенләп була ?
- Минеңсә был эште ағалы - ҡустылы Барятинскийҙар еренә еткереп башҡара алырҙар тип ышанам. Бөгөнгө көндә уларҙан да башлыраҡ хәрби етәкселәрҙе күрмәйем.
- Уларҙы тәғәйенләү тураһында ошонда уҡ указ яҙып әҙерлә!
Батша кейенеп бөткәнсе, Голицын указдың ҡараламаһын яҙып бөттө.
Федор Алексеевич ҡағыҙҙы алып күйүгертеп сыҡты ла, ,, шулай булһын “ тип яҙып ҡулын ҡуйҙы.
Кенәз ҡағыҙҙы төргәк һымаҡ итеп түңәрәтеп бөкләне лә әйтте:
- Күп булһа ике өс аҙна үтер, беҙ башҡорттарҙың арт һабағын уҡытырбыҙ. Төрөктәр менән һуғышып өйрәнгән ғәскәр төрөк ҡалдыҡтарын тиҙ арала туҙҙырып ташлар тигән уйҙа торам.
- Нишләп башҡортто төрөк ҡалдығы тиһең ? Берәй бәйләнештәре бармы әллә ?
,, Батшабыҙ Рәсәй тарихын белмәй, белһә лә - бик һай йөҙә,” - тип уйлап алды Голицын, шунан әйтте:
- Бәйләнештәре бар. Башҡорттар төрки халыҡ. Икенсерәк итеп әйткәндә төрөктәрҙең бер бәләкәй өлөшө. Урал тауҙары араһына ҡайҙан, ҡасан килгәндәрен берәү ҙә белмәй. Уларҙы Монголиянан, Ҡытайҙан, урта Азиянан килгән ҡырағай халыҡ тип тарихсылар һанайҙар. Ат һуйып ашарға яраталар.
- Тьфу! - Йәш батша иҙәнгә төкөрөп ебәрҙе, - тапҡандар шунда ашар мал! Яңылыҡ булһа - тура ин! Әлегә хуш, Василий Володимирович!
Федор батша ишек аша урынлашҡан эш бүлмәһенә сыҡты һәм йыйылып киткән ҡағыҙҙарға ҡарап уйға батты.
Милославскийҙар менән Нарышкиндар араһындағы тартышты бер ҙә бөтөрөрлөк түгел. Милославскийҙар Наталья Нарышкинаны, улы Петя менән бергә, Мәскәүҙән ебәрергә, берәй монастырға урынлаштырырға тип ,, һайрап торалар “ - риза булманы батша һәм булмаясаҡ та. Наталья Алексеевна уның үгәй әсәһе, атаһының икенсе ҡатыны, Федорға ҡарата итәғәтле булды, кәрәк булғанда ярҙам итте, гел яҡшылыҡҡа өйрәтте. Иң мөһиме: уны, Федорҙы, ситкә типмәне. Минән һуң кем батша булыуы мөмкин икән тип һорау бирә батша үҙ - үҙенә. Үҙенең балалары булманы. Бер туған ҡустыһы Ивандың тәхеттә ултырырға хоҡуғы бар, тик ул аҡылға еңел.Тимәк, күрә тороп ултыртырға ярамай. Софья апаһы, йәшәп килгән ҡанундар буйынса, бер - нисек тә батша тәхетенә ултыра алмай. Шулай булғас Наталья Алексеевнаның улы, ата бер, әсә башҡа ҡустыһы Петянан башҡа кеше тәхеткә дәғүә итерҙәй кеше юҡ!