Таналыҡ буйында ҡалам 3 страница

Ике төркөм бер - береһе менән эт тә бесәй кеүек талашып, теш ҡайрашып, ошаҡлашып йәшәйҙәр. Ваҡ - төйәк интригаларға иғтибар итерлек ваҡыты юҡ уның, иркенләп ял итеп тик ултырғаны ла юҡ. Бына , мәҫәлән, Кремлдә беренсе типографияны ул ойошторҙо, ошо арҡала хөкүмәт ҡағыҙҙарын әҙерләү эше тиҙерәк китте. Баярҙар яратып бөтмәйҙәр уны, сөнки уларҙы оҙон баяр тундары менән Кремлгә инергә рөхсәт итмәне һәм итмәй. Ана, Европа кешеләре ҡыҫҡа кейемдәрҙә йөрөй: атлағанда ла, эш эшләгәндә лә ҡамасауламай.

Славян - грек - латин ауадкмияһын асыуға күпме көс һалды. Ҡаршы килеүселәр бихисап,ә ул барыбер астырҙы. Эргәһендә йөрөгән баярҙар томана, күп өлөшөнөң белеме имза ҡуйыуҙан ары китмәгән. Бына ул буш ваҡыттарҙа музыка менән шөғөлләнергә ярата, нота грамотаһын ентекле өйрәнде. Халыҡ араһында таралып китһен өсөн бер- нисә йыр яҙҙы, ә яңыраҡ кантата яҙып бөтөрҙө. Сиркәүҙә булған саҡтарында йыр тыңлап, уйланып тора торғас, тотто ла литургия яҙҙы, ,, Обедне “ тип атаны ул, уны тауыштарға айырып дүрт тауышлы итте. Сиркәүҙәрҙә йырлайҙар - шәп яңғырай, дүрт тауышы ла ишетелә. Византияның йыр - музыкаһынан бер ҙә ҡайтыщ түгел был беренсе рус литургияһы.

Атаһы Алексей Михайлович бигерәк тә Федорға киң һәм тәрән белем бирергә тырышты. Улы бик отҡор бала булып сыҡты, уҡыуға ынтылып ҡына бара, бирелгән эштәрҙе тулыһынса үҙләштерергә тырыша. Шиғырҙар яҙа башланы. Әле сиркәүҙә уҡылған псалмдарҙы руссаға әйләндереп, шиғыр формаһына килтереп рифмалап сыҡты.Тик оҙағыраҡ шөғөлләнә башлаһа - арый. Бәләкәйҙән һаулығы насар булды, рустарға ят булған цинга менән ауырыны, өҫтәүенә ат санаһы аҫтында бер саҡ тапалып ҡалды. Ярай әле, оҙаҡ ҡына ауырып ятҡандан һуң, һауыҡты.

Ә бына бер туған ағаһы Алексей Алексеевич, атаһының вариҫы, батша булып ултыра торған ағаһы, 1671 йылда вафат булып ҡуйҙы. Алексей ағаһы мәрхүмдән өлкәнерәк апаһы Софья бар, тағы Федорҙың бер туған ҡустыһы Иван - барыһы ла аталарының беренсе ҡатыны Наталья Кирилловна Нарышкинаның балалары. Иван аҡылға һай бала. Атаһының икенсе ҡатыны - Мария Ильинична Милославская. Унан бер малай тыуҙы, Петр тигән исем ҡуштылар ул тиктормаҫ малайға. Һәйбәт иҫләй Федор: 1674 йылдың 1 сентәбрь көнө ине. Атаһы кейенергә ҡушты һәм улар Кремль алдындағы майҙанға сыҡтылар. Бында халыҡ йыйылған. Атаһы ошо халыҡ алдында сығыш яһаны һәм ошонда уҡ Федорҙы тәхеттең вариҫы итеп иғлан итте. Атаһы Федорҙың ҡулына изге крест менән скипетр тотторҙо һәм әйтте: ,, Благословляю тебя, сын, на царство! ”

Бына шулай башланды уның батшалыҡ итеүе. Оҙаҡҡа барырмы, юҡмы - бер Хоҙайға билдәле.

Тик оҙаҡҡа барманы уның батшалыҡ итеүе. 1682 йылдың башында сираттағы Рәсәй батшаһы Федор Алексеевич вафат була.

1681 йылда башланған башҡорт ихтилалы Федор батша үлгәндән һуң дауам итә, ә бер йылдан һуң, 1682 йылдың яҙында киреһенсә көсәйә. Баш күтәреүселәр Һамар ҡалаһына һөжүм иткәндәр, Көнгөрҙө ҡамағандар, Кама тирәһендә хәрәкәт иткәндәр. Июнь башында Кама аръяғындағы ҡәлғәләр тирәһендә ҙур алыштар була. Ошо алыштврҙың береһендә ихтилала етәксеһе Сәйет яралана, ләкин алыш дауам итә.

Нуғай юлындағы баш күтәреүселәр Өфөгә тиклем бары еткәндәр. Башҡорттар менән бергә ҡалмыҡтар ҙа булған унда.

Халыҡхәрәкәтен әүҙемләшеүе, ҡалмыҡ отрядтарының Башҡортостанда күренеүе хөкүмәт хәлен етди ҡатмарландыра. Өфө воеводаһының был отрядтарға ҡаршы һөжүм ойошторорлоҡ көсө булмаған.

Бындайшарттарҙахөкүмәтбашҡорттарҙы тынысландырырға тырыша. Ул үҙенең мөрәжәжәғәтендә христианлыҡҡа күсереүҙән баш тартыуын белдергән, төрлө мәрхәмәттәр күрһәтергә вәғәҙә биргән. Мөрәжәғәт боланың тыныслана барыуына булышлыҡ иткән. Икенсе яҡтан, Казан воеводаһы Урусовтың язалау отрядтары һөжүмгә күскән.

Шулай итеп, 1683 йылдың көҙөндә Башҡортостандың күпселек өлөшөндә ихтилал баҫтырылған. Иң әүҙем ҡатнашҡан яусылар язаланған. Казан юлы башҡорттарының етәксеһе булған Түләкәй аҫылған, бихисап етәкселәр атып үлтерелгән. Күп яусы һуғыш ҡырҙарында ятып ҡалған. Язалау отрядтары башҡорт ауылдарын, йәйләүҙәрен яндырған, ҡыйратҡан,

Ә Мәскәү Кремле үҙ тормошо менән йәшәүҙе дауам итте. Федор Алексеевич гүр эйәһе булғандан һуң, тәхеткә уның балаһы ултырырға тейеш. Федор мәрхүмдең, ике тапҡыр өйләнеп өлгөрһә лә, балаһы булманы. Уның урынына ике ҡустыһы бар: Иван - бер туған ҡустыһы, бер ата - әсәнән. Петр ҡустыһының әсә башҡа, ата бер. Уның әсәһе - Нарышкина Наталья Кирилловна.

Иван тыумыштан аҡылға зәғиф булды, уға хәҙер ун алты йәш. Петяға ун йәш, бик теремек, бөтә нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан, шаян малай булып үҫеп килә. Икеһенең дә батша тәхетенә ултырырҙай хоҡуҡтары бар. Шуға күрә һарайҙа бер - береһенә ҡаршы булған ике төркөм барлыҡҡа килде. Милославскийҙар Ваняны тәхеткә ултыртырға тырышты, Нарышкиндар - Петяны. Бер - береһенә ҡаршы булған был ике төркөм электән үк бар ине, тик эштәрен аҫтыртын алып барҙылар. Хәҙер алыш асыҡтан - асыҡҡа күсте.

Дәүләт башына кемде батша итеп ултыртыу мәсьәләһе тағы алғы планға сыҡты.

Патриарх Иоким менән күпселек баярҙар Петяны ҡуйыу яғында булдылар, улар уйлауынса, дәүләт башына иҫәр Иванды батша итеп ултыртыу - үҙе хыянатсылыҡ. Баярҙарҙың күпселек өлөшөнә таянып патриарх Иоким ун йәшлек Петяны сиркәүҙә һәм майҙанда рус дәүләтенең батшаһы итеп иғлан итте. Баярҙар һәм хеҙмәткәрҙәр уға ант иттеләр. Петрҙың әсәһе Наталья Кирилловна улына регент итеп ҡуйылды.

Ләкин Петяға дәүләт менән идара итә башлар өсөн оҙон юлдар үтәһе бар ине әле. Ун йәшлек малайҙың батша булып ултырыуына Софья етәкселегендәге Милославскийҙар ҡаршы сыҡты. Теләк берәү генә: ниндәйҙер юл менән Иванды батша итергә! Үҙенең ошо мәкерле уйын Софья стрелецтар ярҙамы менән башҡарырға булды. Милославскийҙар ,, Иванды Нарышкиндар үлтерергә әҙерләнәләр “ тигән хәбәр тараттылар.

Петяны батша итеп һайлағандың өсөнсө көнөндә Софья ҡотҡоһона төшкән стерелецтарҙан һайланма төркөмө дворецҡа килде һәм уларҙы электән ҡыйырһытҡан полковниктарҙы уҡсылар ҡулына тапшырырға тигән ультиматум ҡуйҙылар. Нарышкиндар был талапты үтәргә мәжбүр булдылар. Полковниктарҙы ҡулға алып майҙанға сығарыуҙары булды, бында йыйылған халыҡ төркөмө ҡулға алынғандарҙы өҙгөләп - йолҡҡослап үлтереп һалдылар. Үҙҙәре яҡлы полковниктарҙы үлемгә дусар итеп Нарышкиндар бола ошоноң менән туҡтар тип уйлағайнылар, әммә ул туҡтаманы.

Софья Һарай уҡсыларының башлығы Иван Андреевич Хованскийҙы бола күтәрергә күндерә алды. Тәүҙә Нарышкиндар Иванды үлтергәндәр тигән хәбәр тараттылар.

15 май көнө пушкаларын тағып, байраҡтар тотоп уҡсылар батша һарайы алдына килделәр. Матвеев, париарх һәм баярҙар уларҙы тупһала ҡаршы алдылар һәм бер аҙ кәңәшләшкәндән һуң тере Иван менән Петяны балконға сығарып уҡсыларға күрһәттеләр, таралырға ҡуштылар. Стрелецтар тыныслана ғына башлағайны, эште Михаил Догорукий боҙҙо. Ул бола сығарып йөрөгәндәрҙе лауылдап әрләй башланы, язалау менән янаны. Уҡсылар шунда уҡ уны тотоп алып йолҡҡослап теге донъяға оҙаттылар һәм батша һарайына үтеп инеп, Нарышкиндарҙы үлтерергә керештеләр. Был ҡанлы мәхшәр өс көнгә һуҙылды. Уҡсылар Иван менән Петр бергәләп батшалыҡ итһен тигән талап ҡуйҙылар. Баяр думаһы һәм Собор Иванды беренсе, Петрҙы икенсе номерлы батша итеп тәғәйенләнеләр. Софья регентша булды. Петр менән әсәһе Мәскәү эргәһендәге Преображенский ауылына ебәрелде.

Софьяның власть башында булыуы ете йылға һуҙылды. Уның иң яҡын ярҙамсыһы булып Посол приказы башлығы кенәз Василий Голицын булды. Регентша уны хөкүмәт башлығы итеп тәғәйенләне, Шакловитыйҙы Кремль уҡсылары башлығы итеп ҡуйҙы.

Иван һәм Петр ысынбарлыҡта идара итеүҙә бөтөнләй ҡатнашманылар. Сит ил ҡунаҡтары булғанда ғына, уларҙы тәхет креслоларына ултыртып, күрһәтеп ала торғайнылар.

Петр үҫкән һайын Софьяның ғәме ҙурая барҙы. 1687 йылда ул батша булып ултырырға ынтылып ҡараны - стрелецтар ҡаршы булды.

1689 йылдың 8 авгусы.

Ошо көндө Софья стрелецтар менән Преображенскийға һөжүм итергә, Петяны үлтереп үҙе батша булырға йыйына тигән хәбәр ауылға килеп етте. Петр Троице - Сергеево монастырына инеп йәшенде һәм үҙенә тоғро булған уҡсыларҙы йыя башланы. Архимандрит Софья эргәһендәге стрелецтарҙы бында, монастырға приказ яҙып саҡырырға кәрәк тигән кәңәш бирҙе. Петр уны тыңланы һәм тап шулай эшләне. Приказды алған уҡсылар отряд - отряд булып монастырь яғына ағылдылар. Тик улар араһында полковник Шакловитый ғына күренмәне. Петр менән һөйләшергә ебәрелгән патриарх Иоким кире Софьяға ҡайтмай шунда ҡалды. Патриархтың Троице - Сергеево монастырында ҡалыуын ишеткән баярҙар, кенәздәр Петя эргәһенә ашыҡтылар.

Шулай итеп, Софья уйлмағанда хәрби терәкһеҙ тороп ҡалды.

Көс бизмәненең үҙ яғына күскәнен күргән Петр ошо уҡ көндө, уҡсылары менән бергә, Кремлгә барып урынлашты. Уның юлына ҡаршы төшөүсе осраманы, киреһенсә уның Кремлгә килеп тәхетте биләүен ишеткәндәр ҡыуандылар ғына

Иң тәүҙә Шакловитый ҡулға алынды һәм Петрға ҡаршы булғаны өсөн язалап үлтерелде. Шунан Софья Һарайҙан ситкә тибелде. Уны Новодевичий монастырына һаҡ аҫтында алып киттеләр. Унда регентшаны монашка иттеләр һәм Сусанна исеме бирҙеләр. Ошонан һуң уның кельяһы көслө һаҡ аҫтына алынды.

Бына шулай Рәсәй илендә Петр Беренсе эпохаһы башланып китте.

Бүлек

Азов походы

СофьяАлексеевна монастырға урынлаштырылғандан һуң да ике батша идараһы элеккесә дауам итте. Петр бөтә эштәрҙе алып барҙы, ә Иван декоратив функция үтәү менән генә сикләнде, рәсми һөйләшеүҙәр ваҡытында һүҙгә ҡыҫылманы, күберәк сиркәүҙә булырға тырышты, Петр ҡустыһына бер ниндәй ҙә ҡамасаулыҡ ҡылманы.

Петр Беренсенең терәге - Приображенский һәм Семеновский полктары. Хәрби эш менән шөғөлләнергә ярата ул. Армия бар, ә ул ниндәй ? Көслөмө, көсһөҙмө ? Быны тик хәрби поход ҡына раҫлай ала. Петр батшаның башында Ҡырымды, йәки Азовты булһа ла яулап алыу теләге уянды, башынан сыҡмай ҙа ҡуя был уй. Ах, уны ҡулға төшөргәндә шәп булыр ине лә ул, иң мөһиме - диңгеҙгә юл асыласаҡ! Ул ваҡытта Азов флоты булдырыуға бер аҙым ғына ҡаласаҡ. Ә был поход, Азов походы, йәш батшаның үҙаллы беренсе аҙымы буласаҡ!

Бына шуға күрә ул Азов нығытмаһын баҫып алыр өсөн походҡа әҙерләнә башланы. 1695 йылдың яҙында Приображенский ( адмирал Лефорт ), Стрелецкий ( генерал Гордон), Семеновский ( генерал Головин ) полктарынан торған егерме меңлек ғәскәр Азовҡа йүнәлде. Батша үҙе лә ғәскәр менән ҡуша сыҡты. Мәскәү, Волга, Дон йылғаларын кисеп, нығытмаға ун биш саҡрым етмәй урынлаштылар. Уларға баярин Шереметьев етәкләгән ун бер меңлек ғәскәр килеп ҡушылды.

Петр Беренсе ябай бомбардир булып һуғышта ҡатнашырға булды, йәғни үҙе туптан атып торасаҡ инде, Алла бирһ!

Килеп еткән ғәскәр ялға туҡтаны, урынлашҡан урындарын яйланы, тәртипкә килтерҙе.

Уйламағанда ,, тел “ алырға форсат тейҙе, рустарҙың яҡынға килеп урынлашыуын белмәй һунар ҡылып янычарҙы тотоп килтерҙеләр. Уның әйтеүенсә нығытманың ете меңлек гарнизонына тағы мең ярым янычар килеп ҡушылған. Далала Ҡырым ханының атлы ғәскәре урынлашҡан. Рустарҙың походҡа сыҡҡанын беләләр, бында килеп еткәнен һиҙмәй ҡалғандар икән.

Генерал Гордондың тәҡдимен ҡабул иттеләр: Азовты маңлайынан, туранан - тура штурмларға булдылар. Туптар эш башланы. Ике яҡтан атышҡан туптар канонадаһы аҫтында рус ғәскәре һөжүмгә күсте, тик көслө ут аҫтында нығытмаға яҡынлай алманы, күп үлектәр ҡалдырып сигенде. Далала урынлашҡан Ҡырым ханы ғәскәре арт яҡтан һөжүм ойошторҙо һәм уға ҡаршы сыҡҡан Дон казактарын сигенеп торорға мәжбүр итте.

Рус армияһының икенсе һөжүме лә уңышһыҙ тамамланды. Күренеп тора - Азов нығытылған, яҡын барырлыҡ түгел. Полк командирҙары ултырышында армияны һаҡлап ҡалыу өсөн һөжүм итеүҙе туҡтатырға, тигән ҡарар ҡабул ителде. Шулай итеп, рус армияһы хурлыҡлы рәүештә, Азов нығытмаһын ала алмайынса, кире ҡайтып китергә мәжбүр булды.

Уңышһыҙ поход Петр Алексеевичтың һарыуын ҡайнатты. Ҡайтып еткәс тә генералдар менән бөтә етешһеҙлектәр тикшерелде һәм икенсе Азов походына әҙерлек башланды. Эшләнәһе эштәр һәм үҙгәрештәр:

1. Өс генерал урынына бер баш командующий билдәләргә! Ул туранан - тура полк командирҙары менән етәкселек итергә тейеш! Был вазифаға баярин Алексей Максимович Шеинды тәғәйенләргә, уға генералиссимус дәрәжәһен бирергә;

2. Мәскәү эргәһендә, Азовҡа оҡшаған нығытма төҙөп, уны штурмларға өйрәнергә;

3. Воронежда һәм Яуза йылғаһы буйында флот төҙөргә. Был эште башҡарып сығыуҙы адмирал Лефортҡа тапшырырға;

4. Башҡорт кавалерия полкын саҡыртып алырға, атлы казактар һанын күбәйтергә, армия һанын ике тапҡырға арттырырға;

Флот төҙөү ғинуарҙа уҡ башланды. Воронеж, Дон йылғалары буйында верфтар ойшторолдо. Унда 26 мең балта оҫтаһы ебәрелде. Улар көн - төн флот эшләүгә керешеп киттеләр. Планлаштырылған эш апрель айында тамамланды: 23 галера ( күп ишкәкле ҙур кәмә ), 2 корабль, 4 брандера ( бәләкәй судно ), 1300 хәрби кәмә һыуға төшөрөлдө. Хәрби көс нисбәте һиҙелерлек арттырылды. Улар бейек стенаға тиҙ генә менергә ҡат - ҡат өйрәнделәр.

1696 йыл. Яҙ.

Рус ғәскәре Азов ҡәлғә - нығытмаһына яҡынлашып урынлашты. Ҡоро ер яғындағы ҡәлғә стенаһына параллель итеп рустар стена - вал күтәрә башланы. Бында көн дә ун ике мең кеше эш башҡарҙы. Вал төҙөлөп бөтөү менән уның өҫтөнә ултыртылған йөҙәрләгән пушка ҡәлғәғә ҡарай ут асты, ҡәлғә стенаһындағы туптарға төҙәп тә аттылар. Төрөктәр яуапһыҙ ҡалманы, уларҙың да туптары телгә килде. Тегендә - бында ут ялҡындары күтәрелде, ҡала емерелә башланы.

Ҡырым ханы һөжүм итә ҡалһа тип, уларға ҡаршы сығып алышыр өсөн, казак һәм башҡорт һыбайлылары уң һәм һул флангыларға оҙатылды. Рус флотилияһы ҡәлғәне һыу яғынан ҡаманы. Туптарҙың туҡтауһыҙ атыуынан ҡала - нығытма ҡара төтөн менән тулды.

Баш командующий генералиссимус Шеин атыуҙы туҡтатып торорға ҡушты һәм аҡ әләм тоттороп, ике казакты Азовҡа ебәрҙе. Ул икәү төрөк ғәскәре башлығы, ҡәлғә коменданты Хәсән Арыҫлан уғлы менән осрашып, ,, һуғышһыҙ баш һалығыҙ “ тигән тәҡдимде еткерергә тейештәр. Икәүҙең береһе кире ҡайтманы, комендант үҙендә бер казакты аманат итеп ҡалдырған. Хәбәре шул: ул, Хәсән бей, һуғыштан тайпылмаясаҡ, ә ҡәлғәне һаҡлаясаҡ. Тағы бейҙең шундай тәҡдиме бар: алыш алдынан ике яҡтан берәр батыр сығып, бергә - бер үлемесле хәнйәр һуғышын үткәрә.

Ризалашмайынса булмай: тәртибе шулай.

Рустар оҙаҡ ҡына баш ваттылар. Кемде батырҙар алышына бергә - бер сығарырға ? Тиҫтәләгәндәр араһынан бер тауыштан башҡорт полкы башлығы полковник Алдар батыр Иҫәнгилде уғлын һайланылар. Буйы, Петр батшаныҡы кеүек, бер сажин тирәһе. Атта оҫта йөрөй, хәнйәр менән етеҙ алыша.

Алдар батыр Петр батша һәм генералиссимус Шеин менән хушлашҡан ваҡытта рус армияһы сафҡа теҙелә башлағайны ине. Төрөк янычарҙары ҡәлғә стеналары өҫтөнә менеп теҙелештеләр. Урталағы асыҡ майҙанда Алдарбайҙы черкес ырыуынан сыҡҡан төрөк батыр көтөп тора. Теге әҙәм, айыу һымаҡ йыуан кәүҙәле, битен йөн ҡаплаған, януарға оҡшап торған, ошоға тиклем бөтә көрәштәрҙә еңеп йөрөгән бәһлеүән - янычар булып сыҡты. Ятаганы башҡорт батырының хәнйәренән оҙонораҡ һәм кәкере.

Тарих биттәренә инеп, быуындан - быуынға күсә барып, ошо көндәргә тиклем килеп еткән үлемесле алыш башланды. Хәнйәр һуғышында кем дошманын үлтерә - шул еңеүсе. Ике яҡтың да ғәскәре, теҙелешкән урынында ҡалып, алышты тын да алмай күҙәтә. Ситтән ҡарап торғандарға ике батырҙың хәнйәрҙәрен ҡулға тотоп өйөрөлөшөп йөрөүҙәре, бер алға ынтылып, йә кире янтайып йөрөүҙәре шаярышып йөрөгән кеүек күренеп китә ине.

Бына батырҙар бер - береһенә йәбештеләр, көрмәкләшә башланылар, икәүләп ҡолап киттеләр. Сәсе ҡырып алынған черекес Алдарҙың өҫтөнә үк менеп ултырҙы.

Бөтә майҙанда ҡәбер тынлығы урынлашты, бөтә ҡарап торғандар өсөн ваҡыт үлсәме туҡтаны. Унда ни булғандыр - белеп булмай.

Күпме ваҡыт үткәндер, бер саҡ, башҡорт батыры өҫтөндә ултырған черкес бәһлеүәне, яй ғына янтайып ауып төшкәндәй булды.. Ситтәрәк күҙәтеп торған ике батырҙың ике бағауылы алыш булған ергә йүгерҙе. Алдарбай батырҙың бағауылы килгән ыңғайы хәле бөтөп ятҡан башҡорт батырына ярҙам итеп аяғына баҫтырҙы һәм ,, еңдек “ тигән ишара яһап ҡулын өҫкә күтәрҙе. Рустар яғында көслө ,, ур-ра” тауышы яңғыраны, шатлыҡлы шау - шоу башланды.

Көс түгел - таҫыллыҡ еңде. Рустарҙың геройы, бөтә рус ғәскәре араһында иң таҫыллы булған башҡорт батыры еңде!

Алдарҙың башында ҡыҫҡа ғына бер мәл иҫендә ҡалды. Көрмәкләшкәндә Алдар аҫта ҡалды, черкес өҫтә ҡалып ятаганы менән уның йөрәгенә төбәп һелтәнгәндә, ул, ике ҡуллап дошманының хәнйәрле ҡулын тотоп, шаҡарып өлгөрҙө һәм ятаганын уның үҙенә ҡарай бора алды. Хәле бөткән черкес хәнйәре өҫтөнә үҙе үк ҡоланы һәм ул бер - ни тиклем хәрәкәтһеҙ ҡалып торҙо ла шунда уҡ йәнен бирҙе. Алдарбай иҫтән яҙҙы...

Наши рекомендации