Таналыҡ буйында ҡалам 7 страница

- Афарин! Бик шәп! Тик мин хатты Әстрхан губернаторы генерал - фельдмаршал Шереметьев аша тапшырғанда һәйбәт булыр ине тип уйлайым. Ул һине белә, һүҙеңде тыңлар, батшаға үҙ фекерен, бәлки, әйтер ине. Фельдмаршал менән үҙең һөйләш!

Ахырҙа уртаҡ фекергә килделәр, хат яҙҙылар, руссаға әйләндерҙеләр, мисәт ҡуйҙылар.

Бер - нисә көндән һуң, Ыҫмаҡай старшина ете илсене эйәртеп, Кама буйына һуғылып Дөмәйҙе алып, Әстрханға ҡарай юл тотто.

Шереметьев - ҙур хужа, һуғышта фельдмаршал булһа - бында губернатор, абруйы юғары, батша менән әшнә. Шереметьев Ыҫмаҡайҙы яҡты йөҙ менән ҡосаҡлап ҡаршы алды. ,, Урыҫ булһа- ҡосаҡлашырға ярата торған, “- тип уйлап алды Ыҫмаҡай, сығарып хатты уҡытты. Һүҙ менән өҫтәп әйтте:

- Борис Петрович! Ярҙам итегеҙ! Теләһәгеҙ һеҙ генә һуғышты туҡтата алаһығыҙ! Казан төрмәләре башҡорт менән тула, үлтереш ҡыҙғандан - ҡыҙа бара.

Шереметьев барыһын да аңланы. Делегацияның, хат менән Мәскәүгә барып етеп, батша менән осрашыуын хуп күрҙе. Ул Ыҫмаҡайҙы янында ҡалдырҙы һәм уның менән бергәләп Казанға ҡарай юлға сыҡты. Бында килеп еткәс тә, ултырған башҡорттарҙы төрмәнән сығарҙы һәм яу башлыҡтарын өгөтләү өсөн илселәр ебәрҙе. Өфө воеводаһы Тухачевскийҙы саҡыртып алып вазифаһынан бушатты һәм башҡорттар һорауы буйынса, уның урынына Лев Аристовты тәғәйенләне. Үҙе, ваҡыт юҡлығына һылтанып, кире Әстрханға ҡайтып китте.

Бөйөк Петр башҡорттар исеменән яҙылған ғаризнамәне уҡыған, ләкин делегацияны ҡабул итмәгән, Еиреһенсә илселәрҙе һаҡ аҫтында алып Казан властарына тапшырған. Казан каменданты Кудрявцев ҡулға еңел генә килеп ингән илселәрҙе төрмәгә тыҡҡан, уларҙы төрлөсә язалау, туҡмау башланған. Дөмәйҙе, оҙаҡ ваҡыт язалағандан һуң, аҫҡандар. Был ,, ҡара “ хәбәр йәшен тиҙлегендә бөтә Башҡортостанға таралды.

Делегация ағзаларының өҫтөнән ҡылған йыртҡыслыҡ халыҡтың асыуын көсәйтте генә. Батшаға ышанғандары ла хәҙер тыныс юл менән ҡаршы торошто бөтөрөүҙән өмөтөн өҙҙө, күберәк халыҡ көрәш байрағы аҫтына баҫырға мәжбүр булды.

Йәй башында Алдарбай тархан дуҫ - иштәре менән һунарға сығып әйләнде. Һунарҙа саҡта һүҙ күберәк баш күтәргән башҡлорттар тураһында барҙы. Ҡайтһа - хужалығы емерелеп ята, ҡайҙа ҡарама илау - һыҡтау! Ни булды ? Баҡһаң, ике йөҙ драгундан торған язалау отряды килеп етеп, йәйләүенә һөжүм итеп, ут төртөп яндырып, осраған ирҙәрҙе үлтереп, бер - нисә баланы әсирлеккә алып китеп юғалған. Бындай мәшхәргә нисек түҙәһең ? Алдарбай тархан тиҙ генә яҡын - тирәнән уҡсылар йыйҙы, йөҙләп һыбайлы йыйылды. Отрядты артабан күбәйтергә ваҡыт ҡалманы, карателдәр артынан ҡыуа төштөләр. Эҙҙәре буйлап барып тегеләрҙе таптылар, күҙәтеү ойошторҙолар һәм ҡараңғыны көтөргә булдылар. Тегеләр привалға туҡтағандар, иркен йөрөйҙәр, ҡылыстарын һалғандар, мылтыҡтарын пирамида итеп бер - нисә урынға өйөп һөйәп ҡуйғандар. Тамаҡ бешереп ашау менән булышалар.

Ҡараңғы төштө. Карателдәр йоҡларға яттылар. ,, Шылт “ иткән дә тауыш та ишетелмәй. Тик дүрт мөйөштә дүрт ҡарауылсы ғына ҡыштырлап ары - бире үтештергеләй.

Ҡарауылсылар тауыш - тынһыҙ ғына теге донъяға оҙатылды. Драгундарҙың күбеһе тороп та, аңлап та өлгөрмәне - киҫеш башланды. Ҡыҫҡа ғына, ләкин үлемесле төнгө алышта ике йөҙ драгун тулыһынса тиерлек ҡырып һалынды, тиҫтәгә яҡыны ғына, ағас араһына сумып, үлемдән ҡотола алды. Драгундар тарафынан әсиргә алынған өс бала, бер үҫмер имен - һауҙар икән! Уларҙы ҡотҡарып, аштып - эсереп алдылар. Ҡайтыр юлға балаларға берәр ат беркеттеләр, ә эйәһеҙ ҡалған башҡа аттар Һаҡмар йылғаһы яғына ҡыуылды. Үлектәрҙе йыйып күмергә бер көн бағышланды.

Ошо ваҡиғанан һуң Алдар Иҫәнгилдин Бөрйәндәрҙең оранын һөрәнләне, ярҙамсылары оранды йәйләүҙән - йәйләүгә таратты. Алдар батырҙың артабанғы аҙымы булып, аманатлыҡҡа алынып, Өфөлә йәшәгән ҡустыһы Тарпанды ҡотҡарыу булды. Бер - нисә сая егет, был эште тауыш - тынһыҙ ғына башҡарып, Өфөнән тархандың бер туған ҡустыһын ,, урлап “ алып ҡайттылар.

Бөрйән олоҫо яуға күтәрелде. Казан даруғаһынан Дүмәй менән Күсем, Нуғай даруғаһынан Иман батыр, Себер даруғаһынан Миндеғужа билдәле етәксе булып киттеләр. Ә улар араһында иң күренекле етәксе булып Алдар батыр Иҫәнгилдин ҡалҡты.

Алдарбай тархан олоҫон күтәргәндән һуң тура Өфөнө баҫып алыр өсөн юлланды. Уның ҡулы аҫтына ике меңләгән яугир тупланды. Был көс Өфөгә етә яҙып ялға туҡтаны. Өфө аръяғында Күсем батырҙың биш меңлек һуғышсыһы ҡаланан биш саҡрым тирәһендә шулай уҡ ялға килеп туҡтаны.

Баш күтәреүселәрҙең ике лагерь булып яҡында ғына урынлашыуын ишеткән Өфө воеводаһы Аристов ныҡ ҡурҡыуға төштө. Берҙән - бер ышанысы булған ҡул аҫтындағы полкты Петр Хохлов етәкселегендә Стәрле яғына ебәргәйне, бөгөн - иртән ҡайтып етергә тейештәр. Шул полк килеп өлгөрмәҫ борон баш күтәреүселәрҙең ҡайһы отряды булһа ла Өфөгә бәреп инһә - ҡаршы торорлоҡ мөмкинлек юҡ, сөнки бындағы бер - ике йөҙ казактарҙан торған бәләкәй генә гарнизон ҡаланы һаҡлай алмаҫы көн кеүек асыҡ. Ул уйлағанса, ҡала хәле ҡыл өҫтөндә генә ҡалды.

Ҡурҡыштан ҡанаты ҡайырылып ултырған воеводаға Күсем батырҙан бер төркөм илсе килгәс аптырап китте, шулай ҙа бер ни булмағандай ҡабул итте уларҙы. Килеүселәрҙең әйтеүенсә, Күсем батыр властҡа ҡаршы көрәште туҡтатҡан, киреһенсә боласыларҙан Өфөнө һаҡларға килгән икән. Шарты шул: бер бот дары, Рәсәйҙең байрағын һәм абруйлы офицер ебәрһен, щул ваҡытта ул Алдар батырҙың яусыларына ҡаршы сығасаҡ! Офицер кәңәшсе булараҡ кәрәк.

Ныҡ ҡыуанды воевода: Хоҙайы ҡотҡарҙы уны! Йәһәтләп Өфө дворянины Федор Гладышевты ике бот тәмәке һәм ил байрағын тоттороп Күсем лагерына оҙатты. Ҡайһылай шәп килеп сыҡты был, әйҙә бер - береһен дөмөктөрөп бөтөрһөндәр!

Күсем батыр Гладышевты йылы ҡаршыланы, дары урынына тәмәке ебәргәндәрен күреп туҡтамай көлөп алып китте. Һиҙә ул: воевода уға тулыһынса ышанып етмәй. Шулай ҙа бер - ни һиҙҙермәне, Алдарбай яугирҙәренә ҡаршы һуғышҡа әҙерләнә башланы.

Өфө полкы менән берлектә Күсем батыр һуғышсылары бергәләп һиңә ҡаршы һөжүм итергә әҙерләнә тип тарханға еткерҙеләр. Нишләргә ? Үҙ башҡортоңа ҡаршы алышыу егетлек түгел бит инде, ә - алйотлоҡ. Эш һуғышҡа барып етһә - сигенергә тура килер! Шулай ҙа Күсем менән күҙмә - күҙ һөйләшеп ҡарарға кәрәк, бәлки, уртаҡ тел табып ҡуйырҙар! Сапҡын ебәрҙе тархан Казан юлы батырына, Ағиҙел ярында ҙур күпер эргәһендә осрашып һөйләшергә тәҡдим яһаны. Ризалашты Күсем Түләкәев!

Алдарбай, уйламаған хәл - ваҡиға килеп сыҡһа - бәлән тип, алдан уҡ бер йөҙ һыбайлыны яҡындағы ҡыуаҡлыҡ артына йәшерҙе. Артабанғы бөгөлдә хәрби палатка ултыртты һәм мул ғына һый - хөрмәт әҙерләргә ҡушты.

Тәғәйенләнгән ваҡытта ҙур күпер эогәһендәге яланда ике батыр аттарынан төшмәй генә осрашты. Оҙатыусылары арттараҡ ҡалып туҡтанылар. Бөтәһе лә тулы ҡораллы.

- Әс-сәләмү - ғәләйкүм, Күсем батыр! - Беренсе булып тархан сәләмләне Казан юлы батырын.

- Үә ғәләйкүм вәс-сәләм, Алдар батыр! Ни йомош ? Мине әрләп алырға булдыңмы ? Бергә - бер алышҡа сығайыҡ, тип саҡырҙыңмы әллә ? Улай икән мин әҙер! Ә ҡылыс бар саҡта үҙемде әрләргә лә юл ҡуймаясаҡмын. Шуны бел!

Күсемдең тәккәберлегенә Алдар аптыраңҡырап ҡуйҙы, шулай ҙа тыныс тауыш менән яуап бирҙе:

- Алышҡа түгел, киреһенсә һөйләшергә, кәңәшләшергә тип саҡырҙым мин һине, батыр. Әйҙә, минең тирмәгә рәхим ит! Төш атыңдан!

Ике батыр ҙа аттарынан төшөп йән һаҡлаусыларына тотторҙолар ҙа ҡул бирештеләр һәм палаткаға инделәр.

- Һый әҙерләп кемде көтәһегеҙ ?

- Һине көтәбеҙ, батыр. Бөгөнгө көндә һинән дә абруйлыраҡ ҡунағым юҡ минең!

Ашнаҡсы ҡымыҙ тотторҙо. Алдарбай бер йотоп ҡымыҙҙы самаланы ла һүҙҙе артабан дауам итте:

- Күсем батыр! Һеҙҙең ҡылған батырлыҡтарығыҙҙы ишетеп йөрөйбөҙ. Баш күтәреп Казан юлында дыу теттерҙегеҙ бит! Аңлайым хәҙерге хәлегеҙҙе лә, бәлки, һыуынғанһығыҙҙыр. Ләкин беҙгә бергәләп эш итергә кәрәк! Бер- беребеҙ менән алышып үлтерешеп бөтһәк - дошман ҡыуанасаҡ, ә халыҡ ҡарғаясаҡ беҙҙе. Бына беҙ, Нуғуй юлы, һеҙгә ярҙамға килдек.

- Быға тиклем ҡайҙа булдығыҙ ? Беҙ ҡан ҡойҙоҡ, һеҙ - ҡырын ятып ял иттегеҙ! Боланы туҡтатам тип Шереметьевҡа мин һүҙ бирҙем. Өфө воеводаһына килеп баш һалдым. Хәҙер минең әтрәттә Федор Гладышев башлыҡ, ә мин уның эргәһендәге ярҙамсы. Һин дә щулай ит - әсирлектән ҡотолорһоң!

- Улай еңел генә бирелергә тип мин бында килмәнем! Беҙгә бар халыҡ ҡарап тора. Ә һине бирелгәндән һуң да, Өфө полкы ҡалаға инһә - тотоп төрмәгә ташлаясаҡтар һәм йәһәтерәк үлтереү сараһын күрәсәктәр. Күпме батырҙарыбыҙ санауниктарҙың вәғәҙәһенә ышанып башын ҡыйҙы! Һинең кеүек боласыны улар нишләп тере ҡалдырһын ? Шул турала уйла! - Күсемдең тәккәберлеге юҡҡа сыға барғанын тархан күреп ултыра. Әһә, уйлана башланы түгелме ? Артабан дауам итте ул һүҙен. - Воеводаға бирелһәң - үлем көтә, ә һуғышта - тере ҡалыу мөмкинлеге бар. Петр батшаға хат яҙҙыҡ. Унан ташламалар яҙылған яуап хаты алһаҡ, ҡаршы торошто былай ҙа туҡтатырбыҙ. Хәҙергә беҙгә бергәләп Өфө полкын ҡыйратып һалырға кәрәк. Уларҙан башҡа был тирәлә хәрби көс юҡ. Ул ваҡытта воевода ла ипкә киләсәк, беҙҙең шарттарҙы үтәйәсәк!

Уйға батты Күсем Түләкәев. Һаҫыҡ төрмәлә ятыр йәки үлер өсөн килдеме ни ул Өфөгә ? Ә тархан дөрөҫтө әйтә - ризалашмай ҡайҙа бараһың ? Утты - һыуҙы үткән, санауниктарҙың холҡон яҡындан күргән абруйлы тархан бит ул.

- Һинең һүҙеңдә дөрөҫлөк бар, әлбиттә, - тип яуапланы Күсем. - Улай булғас - уйлашайыҡ: ҡайһы тирәлә Өфө полкын ҡаршылайбыҙ һәм кем, ҡайҙан, ҡасан һөжүм итә - шуларҙы аныҡ итеп һөйләшәйек!

Ике батыр тулыһынса уртаҡ тел табып айырылышты.

Өфө полкының башы Ҡуғанаҡ үҙәненә килеп инде. Өс көн йүнләп ял итмәгән полк ныҡ һуҙылған. Күренеп тора: алда һыбай бер тиҫә драгун килә, артынса - биш арбала - биш пушка, башҡа арбаларҙа аҙыҡ - түлек, һуғыш кәрәк - яраҡтары. Ҡалғандары йәйәүле һалдаттар, аяҡтарын саҡ - саҡ һөйрәп атлап киләләр.

Полковник Хохлов Алдар тархандың Өфөгә яҡынлауы тураһында хәбәр алды, ләкин уның ҡул аҫтында нисә һуғышсы - шуныһы уға ҡараңғы. Иң күбеһе, тип уйланы ул, меңдән ашыу атлы яусыһы булыуы мөмкин. Пушкалар, мылтыҡтар менән уларға ҡаршы тороуы әллә ни ҡыйын булмаҫ!

Албағырҙар юлда ат тояҡтары эҙҙәренең күп булыуы, унда - бында йылҡы малы кешнәгән тауыштар ишетелеп ҡалыуын, алыҫта бер - нисә һыбайлыны шәйләүҙәрен әйттеләр. Тимәк, Өфөгә һуғышһыҙ ҡына үтеп китеп бикләнеп булмаясаҡ .

Полковник ғәскәрен асыҡ урынға туҡтатты һәм оборонаға әҙерләнергә ҡушты.

Арбаларҙан туптарҙы алған арала атлы башҡорт уҡсыларының атакаһы башланды. Полк тупсылары бер - нисә тапҡыр атып өлгөрҙөләр, ләкин бушҡа, сөнки бөтә урында ҡул һуғышы башланды. Яусыларҙың икенсе тулҡыны арт яҡтан һалдаттарға ташланды. Өсөнсө төркөм, Алдарҙың һайланма яусылары, уртаға бүҫеп инделәр. Ялан ҡысҡырышҡан, ыңғырашҡан, команда биргән тауыштар менән тулды. Төрлө яҡтан ҡыҫырыҡланған һалдаттар тырым - тырағай ҡаса башланы. Улар артынан эҙәрлекләп Күсемдең егеттәре төштө. Яраланған Хохловты бер - нисә драгуны яу яланынан алып сыҡты. Был төркөм, урман ышығына тартып, Йөрәктау аша алыш барған урындан ситкә тайпылды.

Бер - нисә сәғәт эсендә Өфө полкы тулыһынса тар - мар ителде. Һуғыш яланында полктан яралылар, үлектәр һәм ҡул күтәреп бирелгән һалдаттар ғына ятып ҡалды. Алыш нисек тиҙ башланды, шулай кинәт тамамланды. Юл буйы үлектәр менән тулды.

Ике башҡорт баһадиры йөҙ баштарына үлектәрҙе күмеп, яланды тәртипкә килтерергә әмер бирҙеләр ҙә халыҡты йыйынға саҡырҙылар. Йыйын ҡарары - Казанға сапҡын яһау.

Алдар батыр үҙенең яусыларын Күсем батыр ҡарамағына тапшырҙы ла, үҙе Өфө тирәһендә ғәскәр йыйыу өсөн ҡалды. Яусыларҙың ҡушылма отрядтары бер көн, бер төн ял иткәндән һуң, Казанға ҡарай юл алды.

Казан гарнизонына ярҙамға Мәскәүҙән кенәз Хованский отряды килеп етте. Кенәз ҡала тирәһенән өҫтәмә көс йыйыу эшенә тотондо. Шул арала Хованскийға тағы биш регуляр полк килеп өҫтәлде. Туғыҙ меңдән ашыу ғәскәр баш күтәреүселәргә ҡаршы торооға әҙерләнде. Кенәз Казанды көн - төн нығытты, ҡаршы яҡҡа шымсылар ебәреп яңылыҡтарҙы белеп торҙо.

Баш күтәреүселәр Казанды штурмлауҙан баш тарттылар. Көсәйеп алған Хованский бер - нисә алышта өҫкә сыҡты һәм уларҙы Кама буйына ҡарай ҡыҫырыҡлай башланы. Икенсе яҡтан, ҡаршы яҡ менән һуғышты бөтөрөү тураһында һүҙ алып барҙы, хөкүмәт исеменән болала ҡатнашҡандарға ярлыҡау һәм ташламалар вәғәҙә итте. Яңы һалымдарҙы юҡҡа сығарырға, башҡорттар яҙған ялыуҙарҙы ентекләп тикшерергә, ғәйепле санауниктарҙы язаға тарттырырға һүҙ бирҙе.

Тынғыһыҙ көрәштән арыған яусылар ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе 1707 йылдың көҙөндә ваҡытлыса туҡтатып торорға булдылар.

Башҡортостанда бер йылға һуҙылған тыныслыҡ урынлашты.

1709 йылдың башында Алдарға төрлө өлөҫтарҙан сапҡындар йышайҙы. Нимә эшләргә ? Олоҫтарға воевода һалым йыйыусыларҙы ебәргән, уҙған йылдың недоимкаларын таптыралар, быйылға йылдың һалымын алдан түләргә мәжбүр итәләр, аттар, ылауҙар таптыралар икән.

Тағы ҡоралға тотонмай булмаҫ, күрәһең. Бушатабыҙ тип вәғәҙә бирһәләр ҙә Кудрявцев, Сергеев һәм уларҙың ярандары һаман үҙ урындарында ултыра. Ишетеп йөрөй тархан: халыҡ яуға сығыу яғында. Тик көс аҙыраҡ. Алдарбай хәрби ярҙам һорап ҡарағалпаҡтарға илселәр ебәрҙе, үҙе яуға әҙерләнә башланы. Килгәндәргә яу оранын көтөгөҙ тип ҡайтарып тора. Йәшертен тимерлектәр яңынан асылды, унда ҡорал эшләй башланылар.

Илселәр ҡарағалпаҡтарҙан ҡайтып Көсөк хандың ошондай хәбәрен еткерҙеләр: әгәр башҡорттар минең нәҫелдән хан ҡуйһа - ярҙам итербеҙ!

Көсөк хандың улы Ырыҫмөхәммәт май башында илле кешенән торған төркөм менән Алдарбайға тура килеп төштө. Был яугирҙәр кәкре ҡыҫҡа ҡылыс - ятаған таҡҡандар, уҡ - һаҙаҡтары, һөңгөләре бар, ҡайһыныһы ҡалҡан аҫып алған. Кейемдәре менән дә башҡаларҙан айырылып торалар: Тархан, үҙенең отрядына ҡарағалпаҡтарҙы ҡушып, Сыбаркүлгә ҡарай походҡа ҡуҙғалды. Тархан ҡарағалпаҡтарҙан күберәк көс килер тип уйлағайны, уйы тормошҡа ашманы. Ни хәл итәһең , Көсөк хандың башҡорт иленә үҙ нәҫеленән хан ҡуйыр өсөн генә ҡыланғаны күренеп, беленеп тора.

Албағырҙар Белояр биҫтәһендә батша һалдаттары булыуын хәбәр иттеләр. Ике яҡлап ойошторолған һөжүм һалдаттар өсөн көтөлмөгөн хәл булды, улар тырым - тырағай ҡаса башланылар. Бирелгәндәренә теймәнеләр, ҡоралдарын тартып алып биҫтәнән ситкә сығарып ебәрҙеләр. Һөҙөмтәлә бер башҡорт, бер ҡарағалпаҡ яугире, тиҫтәнән ашыу гарнизон һалдаты яу ҡырында һәләк булды. Уларҙы күмеп, тәрбиәләп бөткәс - ял иғлан ителде. Артабан Крутихинск биҫтәһен һөжүм итергә булдылар. Биҫтәне ике йөҙ һалдат һаҡлай. Һуғышһыҙ бирелегеҙ тигән өгөт - нәсихәткә ризалашманылар улар. Биҫтәнең стенеларына ут төртөп, асылған һәм ҡолаған ҡойма аша баш күтәреүселәрҙең мең ярымлыҡ отряды эс яҡҡа елеп барып инде. Дөйөм буталыш башланды. Ҡоралдарын ташлап ҡасҡан һалдаттарҙы был юлы эҙәрлекләп торманылар.

Ураҡайҙан сапҡын килде. Баҡһаң, ул Ҡатай заводын ала алмай интегә икән! Алдар батыр егеттәре менән шул заводҡа ҡарай ашыҡты. Бер көнлөк алыш һөҙөмтәһендә заводты ҡулға төшөрҙөләр һәм ҡунып ял итеп алыр өсөн Чусовой йылғаһы үҙәненә китеп юғалдылар.

Иртән тороуға албағырҙар яңы хәбәр килтерҙеләр: ун саҡрым алыҫлыҡтағы үҙәндә подполковник Толбузиндың полкы лагерь булып урынлашҡан, дүрт тубы бар. Нисек алышты башларға ? Алдар батыр отряд башлыҡтарын саҡырып алып кәңәшләште. Биш йөҙ һалдат ҙур көс, юғалтыуҙар булмаһын өсөн хәйлә менән дә алдырырға кәрәк. Һөйләштеләр: маңлайға - маңлай һуғышыу һөҙөмтәһеҙ буласаҡ. Ысул былай: алдан яугирҙәрҙе ҡыҫыңҡы урындың ике яғына йәшереп һалып, һалдаттарҙы шунда индерергә һәм алдын - артын ябып, дүрт яҡтан ҡамағандан һуң һуғыш асырға! Башта бер төркөм яугир һалдаттарға ташлана һәм ҡыҫыңҡы урынға ҡасып китә. Бындай уңайлы таулы - ташлы урын яҡында ғына бар.

Тубылдан килгән атлы рус полкы бына нисә көн инде башҡорт өйөрөн тар - мар - итергә күптәнән ҡырсынып йөрөй. Полк командиры, подполковник Толбузин, башҡорт атлыларының лагерға яҡынлашыуы тураһында хәбәр алғас - ҡыуанып китте, күпме ел ҡыуып буштан - буш йөрөргә була ? Ә бында үҙҙәре үк килеп ҡабырға торалар.

Наши рекомендации