Грамматиканы өйрәнеүҙә билдәлелек, билдәhеҙлек теорияhы
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Аңлатма яҙыу…………………………………………………………………………4
«Башҡорт теленең тарихи грамматикаhы» курсының тематик планы………………………………………………………….….......…................. 5
«Башҡорт теленең тарихи грамматикаhы» курсының программаhы…………………………………..............................……………….6
«Башҡорт теленең тарихи грамматикаhы» курсының практик дәрестәренә семинар hорауҙары…………………....................……………………………… 11
«Башҡорт теленең тарихи грамматикаhы» курсынан студенттарҙың үҙ аллы эштәрен ойоштороу өсөн методик рекомендациялар …………………………14
«Башҡорт теленең тарихи грамматикаhы» курсынан уҡытыусылар өсөн методик рекомендациялар…………………………………………………………15
«Башҡорт теленең тарихи грамматикаhы» курсының практик дәрестәре өсөн материалдар ………………………………………………………………….…….16
«Башҡорт теленең тарихи грамматикаhы» курсынан контроль эш hорауҙары ………………………………………………………………………………………….17
«Башҡорт теленең тарихи грамматикаhы» курсынан тест hорауҙары………………………………………………………………………….…20
«Башҡорт теленең тарихи грамматикаhы» курсынан зачет hорауҙары ………………………………………………………………………………………….22
Технологик карта…………………………………………………………………….23
Семинар дәрестәргә, яҙма эштәргә, зачетҡа әҙерләнеүгә әҙәбиәт исемлеге ………………………………………………………………………………………. ..26
АҢЛАТМА ЯҘЫУ
«Башҡорт теленең тарихи грамматикаhы» курсы юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн уҡыла. Ул грамматик формаларҙың тарихи үҫешен hәм килеп сығыуын өйрәнә. Шуңа күрә лә был курсты уҡытыуҙың маҡсаты булып студенттарға башҡорт теленең фонетик hәм грамматик системаhының тарихи үҫеше тураhында белем биреү тора. Бында шулай уҡ боронғо төрки телендәге hуҙынҡы hәм тартынҡы өндәр системаhы, өндәрҙең үҙгәреү закондары өйрәнелә.
Морфологияла hүҙ төркөмдәре, уларҙың формалашыу тарихы, грамматик категориялары hәм төркөмсәләре аңлатыла.
Синтаксиста hүҙбәйләнештәрҙең, hөйләм төрҙәренең формалашыу тарихы, һүҙҙәрҙең, hөйләмдәрҙең бәйләнеү юлдары, ҡушма hөйләм формалашыуы ҡарала.
Был дисциплина «Хәҙерге башҡорт теле» курсының (фонетика, лексика, морфология, синтаксис) бyлектәренән hуң уҡытыла. Ул «Төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаhы» курсы өсөн дә нигеҙ булып тора. Яңы дәүләт стандарттарына ярашлы төҙөлгән уҡыу планы буйынса курсты уҡытыуға 32 аудитор сәғәт бирелә. Уның 20 сәғәте — лекция, 22 сәғәте - практик дәрестәр өсөн бyленә. Контроль эштәргә ваҡыт бүленмәгәнгә күрә, уны өйгә бирергә йәки семинар дәрестәренең төрлө этаптарында ла үткәрергә мөмкин. Бер семинар дәресенә ике тема ҡаралған. Курс зачет тапшырыу менән тамамлана.
Ҡулланмаға «Башҡорт теленең тарихи грамматикаhы» курсынан тематик план, программа hәм уға методик күрhәтмәләр, семинар дәрестәре планы, зачетҡа, практик дәрестәргә әҙерләнеү өсөн ғилми әҙәбиәт исемлеге, зачет hорауҙары hәм “Боронғо төрки hүҙлеге”нән материалдар индерелгән.
БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ТАРИХИ ГРАММАТИКАҺЫ» КУРСЫНЫҢ ТЕМАТИК ПЛАНЫ
Лекциялар – 20 сәғәт,
Практик дәрестәр –22 сәғәт,
Тикшереү формаhы – зачет (VIII семестр).
Бүлек һәм тема | бөтәһе сәғәт | лекция | семинар | үҙ аллы эштәр | |
9 СЕМЕСТР | |||||
Курстың маҡсаттары, өйрәнеү предметы. Тарихи грамматиканы өйрәнеүҙeң билдәлелек, билдәhеҙлек теорияhы | |||||
Фонетика. Һуҙынҡылар hәм тартынҡылар системаhы, уларҙың тарихи үҫеше | |||||
Морфология. Исем hүҙ төркөмөнөң тарихи үҫеше | |||||
Алмаш hүҙ төркөмөнөң тарихи үҫеше | |||||
Сифат. Уның грамматик категориялары hәм тарихи үҫеше. | |||||
Һандар, уларҙың тарихи үҫеше | |||||
Ҡылымдар. Ҡылымдарҙың заман, hөйкәлеш, йүнәлеш формаларының тарихи үҫеше. | |||||
Рәүеш hүҙ төркөмө hәм уларҙың тарихы. | |||||
Бәйләүестәр, теркәүестәр, киҫәксәләрҙең hәм ҡайhы бер ымлыҡтарҙың тарихи үҫеше | |||||
Синтаксистың тарихи үҫеше тураһында дөйөм мәғлүмәттәр |
2. «БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ТАРИХИ ГРАММАТИКАҺЫ»
КУРСЫНЫҢ ҠЫҪҠАСА ПРОГРАММАҺЫ
Тема 1. Курстың маҡсаттары, өйрәнеү предметы. Тарихи
грамматиканы өйрәнеүҙә билдәлелек, билдәhеҙлек теорияhы
(2 сәғәт)
Ҡыҫҡаса йoкмәткеhе.Курстың өйрәнеү предметы булараҡ тарихи фонетика, тарихи грамматика, башҡорт теленең диалекттары, ҡәрҙәш телдәр, боронғо hәм иҫке төрки телдәренең яҙма ҡомартҡылары. Курстың маҡсаты рәүешендә тарихи грамматиканың хәҙерге грамматиканы өйрәнеүҙәге роле.
Төрки телдәр ғаиләhендә башҡорт теле. Башҡорт теленә яҡын ҡәрҙәш, алыҫ ҡәрҙәш hәм ҡәрҙәш булмаған телдәр.Телде өйрәнеүҙә синхроник hәм диахроник пландар. Төрки телдәренең тарихи үҫешен тикшереүҙә Н.К.Дмитриевтың, А.Н.Кононовтың, Б.А.Серебренниковтың, Н.А.Баскаковтың, Э.В.Севортяндың, Ж.F.Кейекбаевтың, А.М.Щербактың, E.М.Аҙнабаевтың хеҙмәттәре hәм төрки телдәр үҫешенә ҡараштары.
Төрки телдәрҙә аффикстарҙың килеп сығышы хаҡында Г.И.Рамстедтың, Н.К.Дмитриевтың, Э.Ф.Севортяндың, Н.А.Баскаковтың ҡарашы. Ж.F.Кейекбаевтың билдәлелек hәм билдәһеҙлек теорияhы (теория ОПНО). Урал - алтай телдәрендә билдәлелек, билдәhеҙлек теорияhын сағылдырыусы фонетик, морфологик, лексик, синтаксик саралар. Был теорияны булдырыуҙа сағыштырма - тарихи метод.