Холҡоң яҡшы, йөҙөң яҡты, һүҙең татлы.

Дарить себя — не значит продавать.

И рядом спать — не значит переспать.

Не отомстить — не значит все простить.

Не рядом быть — не значит не любить!

Омар Хайям

– Иҙрис, бер тапҡыр ғына хыянат итергә ирек бир, – Нәфисә төшкө аш мәлендә ҡапыл иренә ҡараны. – Түҙерлек әмәлем ҡалманы. Рөхсәт ит, зинһар.

Ашыҡмай ғына ашап ултырған ир был хәбәрҙәнме, әллә эргәһендә осоп йөрөгән һағыҙаҡтан ҡотолоу өсөнмө, тәүҙә ҡалағын өҫтәлгә ҡуйҙы, шунан ҡулдары менән һелтәнеп бөжәкте ҡыуҙы. Яңынан ҡалағына теймәне. Ҡалҡынды. Ярһыманы. Ҡатынына мөлдөрәп ҡараны. Был ҡараштан Нәфисә лә ҡалҡынды:

– Мин балаһыҙ йәшәй алмайым, аңла, – тип шыбырҙаны уныһы нишләптер. – Башҡаса бауырыма баҫыр хәсрәтем юҡ минең.

Иҙрис, оҙаҡ ҡарап торғандан һуң, сығыр өсөн ишек тотҡаһына тотондо ла ҡатынына боролдо:

– Һинең тормошоңдан китергә кәрәктер миңә, Нәфисә?

– Юҡ, юҡ, китмә, мәңге китмә! – тип ҡатыны уның янына йүгереп килде. Уның был һүҙҙәренә иғтибар ҙа бирмәй ир ишекте һаҡ ҡына ябып тышҡа сыҡты.

Был хәбәрҙең ҡасан да булһа әйтелерен белә, шуға көтә ине ул, тик улай ҡапыл, бөгөн, һәүетемсә йәшәп ятҡанда, ҡатынының ауыҙынан сығыр тип уйламаны. Дөрөҫөрәге, бындай хәбәрҙе бөтөнләй көтмәне, мин һинән китәм, тип әйтергә тейеш кеүек ине ул. Һигеҙ йыл йәшәнеләр, ә балалары юҡ. Ә йәш бара. Ул үҙе утыҙҙы артылды, хәләле унан ике йәшкә йәшерәк. Тик бит һигеҙ йыл эсендә һаман да һөйөп-һөйөшөп туйғандары юҡ. Һуңғы ике айҙа ғына һөйөклөһөндә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙгән кеүек ул. Юҡ, һөйөүҙәре үтмәне. Нәфисәһен мәктәптән ҡайтҡансы юҡһына, ул булмаһа, өйҙә янған шәмдең яҡтыһы, ауыҙға ҡапҡан һурпаның таты юҡ. Агроном булғас, баҫыу-яландан мотлаҡ сәскә алып ҡайта, шулай һөйгәнен һөйөндөрә. Район үҙәгенә эш менән бер-ике көнгә барып ҡайтһа ҡатыны, үлеп һағына үҙен, ҡайтыр сәғәтен түҙмәй ҡапҡа алдына сығып ҡаршы ала. Эйе, уны әҙ генә күрмәй торһа, ҡояш һүрелгән кеүек. Һигеҙ йыл йәшәп, һис тә унан биҙгәне лә, ялҡҡаны ла юҡ. Нәфисәһе лә уны ярата, белә ул. Дәфтәр, мәктәп эштәре менән һуңлап уның янына килеп ятҡас, уятмаҫ өсөн уның күҙҙәренән, маңлайынан, ирененән һаҡ ҡына һыйпай. Наҙлап ҡына иренен тейгеҙеп ала, “берҙән-берем” тип шыбырҙай. Йоҡлар-йоҡламаҫ ятҡан Иҙрис был ҡытыҡлаған наҙҙан ипле генә йылмая. Рәхәт уға. Ул белә, бындай ҙа яғымлылыҡты, яғылыр-яғылмаҫлыҡ ҡына наҙҙы үтә яратҡан кеше генә бирә ала. Ә бөгөн килеп, хыянат итәм, ти. Бына һиңә мөхәббәт?!

Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ, тиһәләр ҙә… Йорттары ҡотло ғына кеүек тә. Был Аҡморон ауылына улар, уҡып бөткәс, тәғәйенләнеш буйынса килгәйнеләр. Ете йыл элек. Оҡшаттылар ауылды ла, халҡын да. Ике йылдан бына ошо урында күркәм йорт һатып алдылар. Ҡотло урын, тинеләр. Баҡсаһындағы алмағас ҡына ни тора, йыл да тоҡлап-тоҡлап алма алалар. Ағасы бар йорттоң һайрар ҡоштары ла етерлек, сут-сут килеп көндө уяталар, сут-сут килеп көндө оҙаталар. Өй эсенән дә кеше өҙөлгәне юҡ, дуҫтар, әхирәттәр, күршеләр ингеләп тора. Балалары сыр-сыу килеп өйҙөң аҫтын-өҫкә күтәрһәләр ҙә Нәфисә бер һүҙ ҙә әйтмәй. Бала саҡта шулай шашып та уйнамағас, ти ҙә ҡуя. Ҡунаҡтар ҡайтҡас, ҡолаҡты сыңлатып та, һыҙлатып та тынлыҡ хөкөм һөрөп ала.

Балалы өй – баҙар, балаһыҙ өй – тулы зар. Ана шул зар килде лә инде. Күпме уны ҡыуып ҡаранылар, юлын быуҙылар. Тәүҙә, оҙаҡ бала булмаған өйҙә ишек яңаҡтарын алмаштырыу йолаһы бар, тигәс, уныһын да эшләне хужа. Оҫталығы самалы булһа ла, балтаға тәүәккәл генә тотоноп, килтереп сығарҙы тәки. Тик бала ғына был яңы яңаҡлы ишектән килеп сығырға ашыҡманы.

Түлһеҙ ҡатындарға яңы шишмә һыуы килешә тигәс, Иҙрис аҙна буйы ауыл ситендә ике әлүмин тимерсыбыҡ менән яңы шишмә эҙләне. Барыбер тапты, ҡаҙа торғас, ике ҡайын араһынан тап-таҙа һыулы уласыҡ ағып китте. Яңы шишмә һыуын биҙрәләп-биҙрәләп алып ҡайтты. Ҡатыны, һыу түгел был, торғаны менән шәрбәт һуты лаһа, тип кинәнеп эскән булды. Шунан икәүһе йырлап-көйләп, ҡысҡырып-шашып:

Уңдан бир, һулдан бир!

Уйламаған һыуҙан бир!

Ыу уңға, һыу һулға!

Уйы ташһын түлгә!

– тип һамаҡланылар, шул шишмә һыуы менән һибешә-һибешә, көлөшә-шаярыша түшәккә ауғайнылар. Шашып айҡашҡайнылар ҙа. Илерткес төн хәтәр булғайны ла, тик шишмә һыуы ғына көткәнде алып килмәне.

Нәфисәһе, һәр ҡунаҡта тиерлек, берәйһе йәш балаһы менән килһә, алдына алып, итәгенә ултыртып һейҙертеп тә ҡараны инде. Был хуш еҫте аңҡытып итәген йыумайса ла йөрөнө. Һиңә хас булмаған еҫ килә, әллә өҫтөңә быҙау ярау ҡылдымы, тип мыҫҡыллағас, туҡтатты.

Яҡын-тирәләге бағымсы-дауалаусы ҡалманы. Баҡһаң, сәбәп ҡатында булмаған. Үткән йыл Иҙрис көҙөн бөйөрөнә һыуыҡ үткәреп, район дауаханаһында ятҡанда ап-аҡ сәсле табип әйтте. Йәш саҡта көрәшсе булманығыҙмы, тип һораны уныһы тәүҙә. Эйе, үҫмер сағында, әрмегә китмәҫ борон көрәшеп маташҡайны шул. Табип бил тирәһен тотҡоланы ла, бер тамырығыҙ ҡыҫылған кеүек күренә, балағыҙ бармы исмаһам, тип һораны. Юҡ, тигәс, булмаҫ та ахыры, тип ҡәтғи әйтеп ҡуйҙы. Нишләп, тигәс, үҙемдең күҙәтеүем буйынса, ғәҙәттә ундай ирҙәрҙең орлоғо атаһыҙ була торған, тине. Ҡаты кеше булғандыр ҡартың, ҡәҙимге хәл итеп һөйләне лә ҡуйҙы. Шунан һуң Иҙристең көнө бөттө лә. Ҡайғыһын ҡайтҡас ҡатынына һөйләне. Уныһы, был хәбәргә хатта шатланып китеп, бөтөнләй аптыратты.

– Шулай тип уйлағайным да, сәбәп һиндә булғас, дауалап була, –тип һалдырҙы. Баяғы бағымсы-дауалаусыларына йәшерен генә хәҙер Иҙрис барып ҡайтты. Тик... ҡарт табиптың, ысынлап та артыҡ ҡаты булһа ла, әйткән ҡарары хаҡлы булып сыҡты, шикелле.

Ә Нәфисә бөгөн төшөндә Һауаны, эйе Һауаны, Ерҙәге тәүге әҙәм затының ҡатынын күрҙе. Бына Һаҡмар буйындағы әрәмәлектәге бер ағастан алма өҙөп алды ла Нәфисәгә һуҙҙы. Ошо алманы ашаһаң, балаға уҙырһың, тине. Нәфисә уны алып ҡапты, уныһы ҡаты төшлө муйыл булып сыҡты, үҙе алма кеүек эре, үҙе йәшел. Тик тәмле, шундай тәмле. Һауаның киткән яғына боролоп ҡарағайны, бер малай йүгереп килә. Килде лә уның ҡосағына һыйынды, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле үҙе, бик тә Иҙрисенә оҡшағайны. Һөйөнөп уянды Нәфисә. Күктән бер ишара кеүек ҡабул итте төштө ҡатын. Шуға бар ҡыйыулығын йыйып бөгөн иренә өндәште. Хатта ул кем менән хыянат итәсәген дә белә... белә кеүек. Тәүҙә ул мөхәббәтенә ышанып, ышыҡланып йәшәне, шунан да, эшенән дә, бар тормоштан да йәм табып йәшәне. Ни тиклем сыр-сыу килеп балалар янында үтһә лә көнө, ваҡыты-ваҡыты менән эсе бошто, күңеленә хәтәр яҡын уйынсығын юғалтҡан да мәңге таба алмаҫ кеүек әсе һағыш инеп ояланы. Һәр ерҙә йылмайып-көлөп кенә йөрөһә лә, буш өйөндә мәғәнәһеҙ тынлыҡтан башы әйләнде. Һуңғы йылдарҙа өҙөлөп һөйгән Иҙрисе генә ул бушлыҡты тултыра алмай башланы. Ярата ул уны, өҙөлөп ярата. Унһыҙ был тормошон да күҙ алдына килтерә алмай. Донъяла иң ҙур бәхет – мөхәббәтле булыу. Ул мөхәббәтле, уны ла үлеп яратҡан заты янында. Һине яраталар икән, тимәк, һин кемгәлер кәрәк. Быны яҡшы аңлай ул. Шуға уны юғалтҡыһы ла килмәй. Был халәте менән килешеп кенә йәшәп булмаҫын да аңлай. Башҡорт ҡатындары өсөн ир – изге. Күҙ йәшен дә, ҡайғы-хәсрәтен дә көслө ҡатын һәр ергә сәсеп йөрөмәгән, йәшереп һәм йәшенеп кенә эсенән сығарған, ир намыҫын һаҡлаған. Барыһын да эсенә йотоп Нәфисә лә йәшәй ала. Тик… уға бит бала табыу һәләтен лә, теләген лә, мөмкинлеген дә биргән Хоҙай. Тыуҙырғас та, ҡыҙ енесенән итеп яратҡас та, нәҫелеңдең, ҡәүемеңдең, халҡыңдың дауамы һинең буйыңда ята, тип изге бурыс ҡуйған түгелме?! Шул йөк миңә тамырым, ҡаным аша Кешелек барлыҡҡа килгәндән бирле килә. Ниңә ул миндә туҡтарға тейеш, ти. Минең бит бында ғәйебем юҡ. Икенсенең ғәйебе мине Әсә булыуҙан мәхрүм итә алмай. Ундай хоҡуғы бармы? Төрлө уйҙарҙарҙан уйылды Нәфисә. Хоҡуғы бар, әлбиттә. Ул Хоҙай тарафынан һинең яртың булып ебәрелгән һәм уны түлһеҙ итергә ҡарар ҡылынған икән, һин дә ҡыҫыр, тимәк. Тик ул Әсә булырға теләй. Фанилыҡта иң изге теләк, Тәңре ебәргән иң мөҡәддәс бүләк ошо түгелме һуң? Хатта мөхәббәте аша атлап үтергә лә риза, тик балаһы, дауамы уға: “Әсәй, әсәйем!” – тигән тылсымлы һүҙҙе генә өндәшһен. Әсәй, әсәкәйем…

***

Иҙрис баҡсалағы эскәмйәгә сығып ултырҙы. Алмағастар сәскә атҡан, еҫенән иҫерергә була. “Ысынлап сығырға ла китергәме? Нәфисә көткән бәхетте мин уға бүләк итә алмайым. Бар һөйөүемде, йөрәгемде, хатта ғүмеремде бирә алам, тик… ул теләгән бәхет орлоғо миндә юҡ. Йәл”.

Өйҙөң ишеге асылып ябылды. Нәфисә сыҡты, тимәк. Иҙрис һиҙһә лә, өй яғына боролманы. Нәфисә лә уны шәйләне. Яй ғына атлап килгән аҙымдарын бар йөрәге менән тойҙо ир. Ҡатын шым ғына эскәмйәнең икенсе яҡ ситенә килеп ултырҙы. Кисә булһа, шаулап, бармаҡтарын Иҙристең ҡалын бөҙрә сәстәренә ҡаҙап, икенсе ҡулы менән муйынынан ҡосоп ихахайлап торор ине әле. Бөгөн сымылдыҡҡа инергә оялып торған йәш ҡыҙ кеүек шымып ҡалған. Оҙаҡ тауыш-тынһыҙ, алма сәскәһе еҫенә кинәнеп ултырҙылар. Иҙрис, терһәктәрен тубығына терәп, эйәген усына һалған да шымып ҡалған. Һәр кем үҙ уйында ине. Ир ҡатынына ҡарамаһа ла, уның йөрәгенең дөп-дөп типкәнен ишеткәндәй. Беренсе һүҙҙе ир башланы, дөрөҫөрәге, баяғы һүҙен һуҙҙы.

– Һинең тормошоңдан китергә кәрәктер миңә, Нәфисә? Һин бәхетле булһын өсөн... – Үҙе ап-аҡ ҡына сәскәне өҙөп Нәфисәгә тотторҙо. Уныһы сәскәне танауына терәне.

– Тәмле, иҫерткес... Тик хәҙер алма булып етешә алманы инде... Мин ғүмерем буйы мәңгелек мөхәббәт тураһында һәм шул хәләл мөхәббәтемдән ике сабый хаҡында хыялландым, – ишетелер-ишетмәҫ талғын ғына һөйләне Нәфисә. – Минең генә түгел, барыһының да татлы хыялылыр был. Шөкөр, Аллаһ миңә мәрхәмәтле, уйлағандарым алдыма килә бара. Һин минең мәңгелек мөхәббәтем, Иҙрис. Ә икенсеһе әлегә хыял ғына булып ҡала. Йәшәй-йәшәй шуны аңлай барам, бер мәл күңелем диңгеҙендә, был донъянан һыуһындарым ҡанмай үтәм инде, тигән зар-интизар ғына сайпылмаҫмы, тим. Барыбер нимәлер уйларға кәрәк.

– Хыянат бер ваҡытта ла ғәфү ителмәй, быны аңлайһыңдыр. Хыянат янында мөхәббәткә урын юҡ, – тиһә лә, моңһоу сағында ҡалай күркәм үҙе, тип бисәһенә һоҡланып ултырҙы Иҙрис.

– Был хыянат түгел, был тоғролоҡ. Әсәлеккә, кешелеккә, кешелектең артабан йәшәүенә тоғролоҡ.

– Философ. Һинең тоғролоҡ тип мин кеше балаһын ҡарайыммы шунан? Бар ғәмдең мыҫҡыллы ҡарашын тойоп.

– Ул кешенеке түгел, ул һинеке. Мөхәббәтебеҙ хаҡына эшләйем мин уны. Яттар аҫтында ятыр сарсаған дәртем юҡ әле. Миңә орлоҡ ҡына кәрәк.

– Мөхәббәтте былай һаҡлап булмаймы? – Ир ҡыҙа барғанын тойҙо.

– Нисек яратҡанды беләһең, тик балаһыҙ йәшәп булмай. Мин кибәм, мин балаһыҙ ҡырағайға әйләнә барғанымды тоям. Ә ҡырағайҙарҙың мөхәббәте булмай. Беҙ икебеҙ ҙә ҡырағайлашасаҡбыҙ. Балаһыҙ был йәмғиәт беҙҙе ҡабул итмәйәсәк, – Нәфисә мөлдөрәп иренә ҡараны.

– Тик балалы был йортта мин бит артыҡ буласаҡмын. Ул минеке булмаясаҡ, – түҙмәне, ҡысҡырып ебәрҙе ир кеше. Тороп алма ағасы янынан йөрөп килде.

– Үҙ буласаҡһың. Быны бер кем дә белмәйәсәк.

– Нимәне, хыянаттымы, һөйәреңдеме?

– Тыныслан. Һөйәр, имеш… хыянат та түгел, сараһыҙлыҡты… Бер кем белмәйәсәк.

– Мин дәме?

– Һин дә. Юҡ, һин беләһең уны.

– Кем ул?

– Кем түгел, һин үҙең ул! Һин, тик һин генә! Минең өсөн башҡа ир юҡ.

– Һантыйға һанама, зинһар. Кемдеңдер аҫтына инеп ятырға рөхсәт һорайһың түгелме һуң?

– Ул һин буласаҡһың, һин… Башҡа булып та. Һине генә тоясаҡмын, һине генә уйлаясаҡмын. Һәм беҙ мәңге бергә буласаҡбыҙ. Тик берҙе генә ирек бир. Кем икәнен һорама, белә ҡалһаң… атайлыҡ хисең булмаясаҡ, – һуңғы һүҙҙәрен ҡатын күңеленән көскә һөйрәп сығарҙы.

– Ә былай шул тормошҡа, шул һаләткә күнеп йәшәргәме? – яңынан ҡатыны янына ултырҙы.

– Күнеү кәрәкмәй, аңла, һин – атай. Нисек аңламаҫҡа мөмкин шуны. Мин бит һиңә күңелем, йөрәгем, йәнем, теләгем менән хыянат итмәйем, – тигәс, ауыҙына борос ҡапҡандай йөҙөн һытып ҡуйҙы. – Бөтөнләй итмәйем, мин һиңә тоғро!

– Тәнең менән… Мин хатта һине башҡа менән күҙ алдына килтерә алмайым. Отеллоға әйләнәм хәҙер.

– Рөхсәт юҡ, тимәк. Яныңда шәмдәй иреп һүнермен, ярай, шулай. Һин дә һулыясаҡһың, – ҡатындың илағыһы килде, түҙҙе, баяғы сәскәне усына һалды ла, битен ҡапланы. Тынлыҡ тағы оҙаҡҡа һуҙылды.

– Лайыҡлы ирме һуң? – Иҙристең был һорауы көлкө уятты Нәфисәлә. Тик быны һиҙҙермәне. “Әйтте һүҙ, үҙенән лайыҡ ир бармы һуң, алтынымды минең?!”

– Һин минән китһәң дә, мин һинән барыбер бала табасаҡмын. Инанғанмын шуға. Матурлыҡ, мөхәббәт, камиллыҡ, киләсәк хаҡына инаныуым был.

– Оһо, ниндәй юғары нота, баш әйләнерлек. Бер гүләйт итеп бала табып бирәм үҙеңә, тип ябайса ғына аңлат та ҡуй, – үҙенең был йәмһеҙ һүҙҙәренән ир үҙе тетрәнде, хатта төкөрөп ҡуйҙы. Шунан ҡапыл ҡатынын ҡосаҡлап алды. – Ғәфү ит, улай тип әйткем килмәгәйне.

Нәфисә йылы ҡосаҡта иҙрәп ултыра бирҙе. Шунан тороп алмағасты барып ҡосаҡланы. “Теленән тартып кәрәк иректе алмаһам да, хәлемде аңлаттым. Рөхсәте булмаһын да. Мин нисек хәл итәм, шулай буласаҡ”, – тигән ҡарарға килде. Шунан йөрәк өҙгөс тауыш менән:

– Их, ошо алмағас булһам… Тамырҙарыңды ергә ебәр ҙә, йыл да тупылдатып алма бир ҙә тор ине ул, – тине.

– Бул һуң алма, мин һине барыбер яратыр инем, – тип бышылданы ире.

***

Кемдән орлоҡ аласағын белә ине Нәфисә. Үҙҙәренән ете йорт аша йәшәгән Сара әбейҙең ейәне Рәсүлде һайланы ул. Үҙенән ун йәшкә йәшерәк, балиғ егет. Мәктәптә уҡытманы уны Нәфисә, ситтә йәшәй, өләсәһенә йәйен ҡалдыралар ҙа ҡара көҙҙә алып ҡайтып китәләр икән. Күрәһең, бер ҡайҙа ла эшләмәйҙер, өрлөк бейеклек иргә улай оҙаҡ ауылда ятыу һын да түгел инде. Сара ҡарсыҡ әйтеүенсә, өләсәһенә ҙур ярҙамсы, һәр ҡушҡан йомошон йылдам ғына башҡара икән үҙе. Тик затлы ҡош кеүек, яҙын ҡайта ла көҙөн кире оса. Оҙон ҡыш бауырын ҡарсыҡ яңғыҙы үткәрә.

Ҡатындың уны тәү күреүенә лә күп түгел, бер-ике ай ғына. Еңеү көнө алдынан уҡыусы балалары менән “Тимур командаһы” тип Сара ҡарсыҡтың өйөн таҙартырға килгәйнеләр, шунда күрҙе әлеге егетте. Немуй Рәсүл ҡайтҡан, тип балаларҙың шыбырлашыуынан ғына белеп ҡалды. Уның аҡ йөҙөн, зәңгәр күҙҙәрен һәм оҙон сәстәрен күргәс тә уны Йософ пәйғәмбәргә оҡшатты ул. Эйе, Йософҡа. Бала саҡта өләсәһе Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаһи Йософ”он уға ла, эргә-тирәләге башҡа малай-ҡыҙҙарға ла яттан һөйләй торғайны. Шул тиклем иҫ киткес әкиәт ине ул. Шул саҡта уҡ ул да Зөләйха кеүек Йософҡа ғашиҡ булғайны. Уларҙыҡы кеүек ҡамсы яндырыр көслө мөхәббәте булыуын теләй ине йәш ҡыҙ бала. Өфөлә вузда уҡығанда Иҙрисен тапты. Мөхәббәтле булды. Өләсәһенән әйләнә-килә һөйләтә торғас күп өлөшөн үҙе лә ятлап алғайны был әкиәтте. Буй еткергән егерме йәштәрҙәге Йософ-Рәсүлгә күҙ һалғас та, һәр эште баш баҫып итәғәтле генә башҡарыуы, балаларҙың үсекләп өндәшеүҙәренә лә иғтибар итмәй ышаныусан ҡарашы менән бағыуы бер мөғжизә кеүек күренде.

“Эй, Йософ йән, миһырбанлы, мөрәүәтле,

Холҡоң яҡшы, йөҙөң яҡты, һүҙең татлы.

Йәш айҙай нескә ҡаштарың бар,

Ынйыларға тиң һинең тештәрең бар,

Йофар еҫе килеп торор сәстәрең бар”…

Үҙе лә һиҙмәҫтән бала саҡта ҡалған ошо юлдар хәтеренә килде. Сафлыҡтың үҙе ине Сара ҡарсыҡтың ейәне. Пәйғәмбәрлек еле ҡағылыуын ҡағылмағандыр, шулай ҙа бөтәһенән айырып торған бер сәйерлеге бар ине. Һәр кемгә көлөп-йылмайып ҡарауымы, һарыҡ бәрәсенекеләй ялт-йолт килеп һикергеләп атлауымы, эсендә яуызлыҡ юҡ икәнен белдергән йырыҡ ауыҙымы, донъяны үҙенсә ҡабул итергә әҙер антенна кеүек төрлө яҡҡа тырпайышҡан сәстәреме… – барыһы ла уға килешә ине. Хатта кейгән кейеме, артыҡ киң балаҡлы салбары, оҙон еңле күлдәге лә шулай булырға тейеш кеүек күренде уҡытыусыға. Шулай ҙа төп сәйерлеге телһеҙлегендә ине. Сабый сағында үгеҙҙән ҡурҡып телһеҙ ҡалған, тиҙәр. Ул бөтөнләй өн сығармай ҙа ҡалмай, нисектер аңлатырға теләгән кеүек “Һеү-һеү” тигән өнгә оҡшаш бер һүҙҙе төрлө интонация менән әйтеп, үҙ фекерен белдергән дә кеүек. Өмәнән һуң шаулап-гөрләп сәй эскәндә өләсәһенә теге был һый-ниғмәтте ташышты Рәсүл. Шәкәрҙе алып кил әле, Рәсүл”, – тиһә, егет “һеү-һеү” тип тиҙ үк йомошто үтәй. Уныһы “хәҙер-хәҙер” кеүек яңғырағандай ҡолаҡҡа. “Тағы берәй сынаяҡ сәй эсәһеңме, улым?” – тип һораһа, “һеү-һеү” иһә “мөмкин-мөмкин” тигәнде аңлатҡандай. Балаларҙы яғымлы “һеү-һеү” менән ҡыҫтаны, ҡайһы берҙәренең арҡаларынан да һөйөп алды.

Бигерәк тә муйыл бәлешен үҙ иткәйне Нәфисә. Баҡһаң, Ҡарлытүбә тигән тауҙан әлеге ейәне йыйған муйылдан бешергән икән уны Сара ҡарсыҡ.

– Быйыл бергәләп барырбыҙ, бергәләп йыйырбыҙ, ивет, Рәсүл, – тигән булды уҡытыусы. Балалар ҙа, бергә барайыҡ, тип ҡыуанышты. Шаярып, бөтөнләй уйланылмай әйтелгән ошо хәбәр һуңынан уйындан уймаҡ сығарасағын Нәфисә белмәй ине әле. Ана шул Рәсүл-Йософ уйға һалды ҡатынды. Юҡ, ғашиҡ булманы ул уға, тик нисектер сарсаған күңел гөлө ошо саф шишмәнән тамсы ғына булһа ла шифалы һыу һорай ине. Нисектер сабыйҙарса уның менән шаярғыһы, хатта ҡысҡырып йыр йырлағыһы, хатта уның телһеҙлегенән әҙ генә мәҙәк яһап көлгөһө, еңелсә генә мыҫҡыллағыһы килеп торҙо. Белә инде, улай ярамағанын белә инде. Телһеҙлеге лә, ауыҙы “йоҙаҡлы булыуы ла” ҡулай ине, шикелле, ҡатынға.

***

Июль аҙаҡтарында муйыл бешкәс, Нәфисә Сара ҡарсыҡтарға китте. Йәй һуҙымында Рәсүлде ул ни бары ике-өс тапҡыр ғына күрҙе. Юлда йә магазинда. Өләсәһе ҡағыҙ тоттороп шулай йомошлай торғайны ейәнен. Егеттең етеҙ хәрәкәттәрен, йылмайыусан йөҙөн күреү ҡатындың дәртен уятты, зиһененә һалынған уй-йомағы үҙ сиселешен яйлап ҡына таба барғанын ул йөрәге елкенеүенән тойҙо. Нисек тә егетте үҙенә ҡаратыу юлын уйланы. Иң мөһиме – ҡапыл өркөтөп ҡуймаҫҡа, тине. Йылмайып һөйләште, телең асылманымы әле, тип шаяртҡан булды. Рәсүл тартынманы, йылмайып ҡарап тик торҙо. Ҡатын ҡулынан тотһа, тартып алманы, киреһенсә, гүзәл заттың йылы тәненән, хушбуй еҫенән аңлата алмаҫлыҡ ләззәт кисерҙе.

– Муйыл бешкән тиҙәр, алып бараһыңмы, Сара әбей? – тип шаулап килеп инде ул көндө Нәфисә.

– Мин ни, хәҙер өсөнсө йыл инде урман һауаһын йотҡаным юҡ таһа. Муйыл, еләк менән ана Рәсүл һыйлай үҙемде. Кәрәк-кәрәкмәгән үләнен дә, дарыу-ағыу япрағын да белер-белмәҫтән ул апҡайта. Ҡартайҙым инде, быуындар һыҙлай, – тип таяғына таянып ҡаршы алды етмешен ҡыуған ҡарсыҡ. – Барыр булһаң, Рәсүлемдең артынан ғына эйәрмәһәң. Ҡарлытүбәлә бик уңған тиҙәр, йыйып хөкүмәткә тапшырыусылар ҙа бар, тип ишеттем. Беҙгә үҙебеҙгә етһә, булған. Ҡышын шәкәргә ҡушып ауыҙ итһәң, арыу була торған. Төшө генә теш араһына инеп йонсотмаһа… – әбекәйгә тыңларға кеше генә булһын, хәбәрен көн оҙононда һөйләргә әҙер.

“Аулаҡта икәү генә сығып китһәк, кеше күрмәҫме, һүҙ сыҡмаҫмы, – тип уйлап алды ҡатын. – Шулай ҙа былай ҙа уңай мәл булмаҫ. Ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Бәлки, егеттә берәй төрлө ут-осҡон уята алыр. Дәртлерәк, тәүәккәлерәк ҡыланырға кәрәк”.

Төштән һуң килһәләр ҙә, тиҙ үк ике ҙур биҙрәне тултырҙылар. Рәсүл бик етеҙ булып сыҡты, ағас башына ла менеп йыйҙы. Суҡлы-суҡлы ботаҡтарҙы эйеп бирҙе, ҡайһы берҙәрен һындырып аҫҡа ла ташланы. Был тарафҡа беренсе тапҡыр килмәүен аңлатты. Килгәндә күрер күҙгә бик салынмаһа ла, ҡалҡыу ғына урын булып сыҡты, тау биленән үк тирә-яҡ уста ятҡандай ғына күренде. Алыҫта ауылдың күренгән өйҙәрен һанап, ҡарап ултырып та алдылар. Шешәгә һалып яһап килтергән һөтлө сәйҙе эстеләр, икмәк менән кәнфит ҡушып ашап тамаҡ та ялғап алған булдылар. Нәфисә егеткә нисек тә оҡшарға тырышты, йылмайып уның һәр аҙымын маҡтаны. Бигерәк көслөһөң дә инде, Рәсүл, белмәгән эшең юҡ, ой, ир азаматы, тип ауыҙ һыуын ағыҙҙы. Үҙе егеттең кире яҡтарын да табырға тырышты. Тик нисектер таба алманы. Һәр ҡыланышы, һәр хәрәкәте, йөҙөндә уйнаған һәр һыры ла, нуры ла килешле ине. Асып һалырға теле генә юҡ бахырҙың.

Һөтлө сәйҙе эсеп бөткәс, ҡатын ситкә боролоп һаҡ ҡына кофта төймәләрен ысҡындырҙы. Шунан егеткә борола бирҙе лә, ярым асыҡ түшен ҡаплай биреп:

– Рәсүл, – тип наҙлы ғына өндәште. – Һыуһаныңмы, һөт эскең киләме? – нишләп шулай ымһындырырға булды – үҙе лә аңламаны ҡатын. Янындағы егетте бала тип күреүеме, әллә ҡапыл башҡаһын уйлап тапманымы… Ап-аҡ тулы түштәрен асып һалды ла ҡара төймәләрен бармаҡтары менән һыйпаны. “Һөт тәмле-е” тип һуҙҙы. Бындай “батырлыҡты” көтмәгән Рәсүл тәүҙә һағайып ҡараны, шунан оялышынанмы, ҡурҡышынанмы, һикереп тороп муйыл олонона йәшенде. Күҙен ике ҡулы менән ҡаплап тора биргәс, бармаҡтарын шылдырып аса бирҙе лә ҡатын яғына ҡараны. Ғүмерҙә улай яҡындан күрмәгән ҡатын-ҡыҙҙың мәрмәр аҡ тәне уны телһеҙ генә түгел, хәҙер күҙһеҙ итә ине. Күҙҙәре ҡамашты. Ул йыш-йыш тын алырға тотондо. Ҡатындың һөттәй ап-аҡ йомро түштәре донъяла уның өсөн иң гүзәл һүрәт, ҡояш кеүек балҡып бешкән ике йомро күмәсте хәтерләтте, шуға ул тәмле лә, йылы ла, нурлы ла, хатта ҡәҙерле лә ине. Ул күҙҙәрен ҙур асып ҡатын яғына ҡарап оҙаҡ торҙо. Ике күҙен ике түштән айыра алманы.

Был ҡараштан ҡатын хатта баҙап ҡалды. Бер аҙ күкрәктәрен ҡаплай бирҙе лә, ҡулын яңынан төшөрҙө. “Ҡиссаи Йософ” иҫенә килде. Үҙен гонаһлы Зөләйха кеүек хис итте. Бер аҙ тартынып оялып киткәндәй булды, тик дәрте лә, хисе лә башҡаға этәрҙе.

Зөләйха тажын һалды, тәхеттән төштө,

Наши рекомендации