Арамей яҙмалы көмбәҙҙәр.
Көмбәҙҙәр\\Барлыҡбашланғыстар
Иршат ЗИАНБЕРДИН
«Көмбәҙ»-металл ҡалайҙарынан (алтын, көмөш, баҡыр), ҡуласа рәүешле итеп ҡырҡылып, көмбәҙ формаhына килтерелеп, битенә биҙәк- һүрәт сүкелгән йәки яҙма яҙылған биҙәүестер. Көмбәҙ һүҙе боронғо башҡорт теленән «барлыҡ башланғыс» тип тәржемә ителә hәм ғәҙәттә үзендә, биҙәүесте эшләгэн ваҡытҡа ғәмәлдэ булған ҡағиҙәләрҙең, шул осорҙа ҡулланылған яҙма төрҙәре менэн башҡарылған, текстарын тота. Көмбәҙ биҙәүес кенә түгел ә тарихи мәғлүмәт сығанағы ла булып сыҡты.
Түбәндә Башкортостандынг төрлө райондарында табылған көмбәҙҙәр тикшерелеп үтеләләр.
Кхароштхи яҙмалы көмбэҙҙәр.
Учалы районындағы Килмәк ауылының көмбәҙе. Нәйрә Гиләжева фотоhы.
Транскрипцияhы:«Гhадhаваната».
Тәржемәhе: «Гадвәнәт (иҫәпкә алынған)».
Был көмбәҙ, Майтреяга (киләсәк Буддага) табыныусы башҡорттар тарафынан башҡарылған. Кхароштхи яҙмарының ҡулланыу вакытынан,беҙҙең эраға тиклемге VII быуаттан беҙҙең эраның -VII быуаттары арауығы, сығып шул осорҙа башҡарылған тип тоҫмаллап була. Был яҙмалар уңдан hулға уҡылалар.
Брахми яҙмалы көмбәҙҙәр.
Брахми яҙмалары беҙҙең эраға тиклемге IV быуаттарза барлыҡҡа килә. Башҡорт документтарында 1016-нсы йылдарга тиклем ҡулланылына. Яҙма уңдан hулға уҡыла.
Бөръйән районының Иҫке-Собханҡул ауылы көмбәҙҙәре. Көнhылыу Котлобаева фотоhы.
Беренсе көмбәҙ.
Транскрипцияhы:«Екhаса сала едhа. Инаинаи».
Тәржемәhе: «Яҡшы йылдар йәдәттекелер («йәдәт» - тәу ана). Иннай».
Аңлатма: Иннай беҙҙең эраның 280-320-нсе йылдарында манихей дине сиркәүенең башлығы була.
Икенсе көмбәҙ.
Транскрипцияhы:«Така угhа пhакаи. Игhаинатhа даи».
Тәржемәhе: «Дога Уға (Аллаhҡа) пәйки хәбәр еткереүсе). Игнатий даhи».
Аңлатма: Игнатий - беҙҙең эраның 68-107-нсе йылдарындағы Антахъя (Антиохия) ҡалаһы бискубы (епискобы),..
Бижбуләк районы (Дим йылғаhы буйы) табылған көмбәҙҙәр. Евген Чи менән Рөстәм Иҫәбирҙин фотолары.
Беренсе көмбәҙ.
Транскрипцияhы: «Епhа у саба, Епhа у саба».
Тәржемәhе: «Ябҡы (эңер) вә собых (иртә), Ябҡы (ҡараңгылыҡ) вә собых (яҡтылыҡ)».
Аңлатма: Манихей дине боронғо башҡорттар араhында ла таралған була. Караңғылык hәм яҡтылык был диндә…………………………….
Икенсе көмбәҙ.
Транскрипцияhы: «Пага наса сапае баhа. Яина пари».
Тәржемәhе: «Пак инсандың сайбаны (….) баhа. Пәри (саф, таҙа) Йән ».
Жаин пари (Пәри Йән). Гонаhҡа батҡанға тиклем, Эҙәм ғәлиәссәләмде үҙенең пәйғәмбәре итеп танырға теләмәү осорона тиклем, күктәге фәрештәләрҙең пәйғәмбәре. Был исем «Гөнаhhыҙ Йән» тигән асылға эйә. Уны христиан динендәгеләр «Люцифир» тип атап йөрөтәләр. Гонаhҡа батып ергә төшөрөлгәндән hуң уны «шайтан, иблес» тип атайҙар. Исеме лә ҡапма- ҡаршы асыл алып «Ен-бәрей», йәғни барлыҡ алама көстәрҙе аңлата башлай.
Ейәнсура районы көмбәҙҙәре. Автор фотоhы hәм hүрәте.
Беренсе көмбәҙ.
Башҡортостандың Уҙәк дәүләт тарихи музейы фондынан. С. Шитова фотоhы.
Транскрипцияhы: «Пhасага джаhата нау татhала. Инаинаи даи».
Тәржемәhе: «Баhа сағы ижтиhат итеүсенең яңы тәғәлләhенән. Иннай даhи».
Англатма: Иннай беҙҙең эраның 280-320-нсе йылдарында манихей дине сиркәүенең башлығы була.
Икенсе көмбәҙ.
Йейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Мырҙабаев Рамаҙан ағай тапҡан.
Транскрипцияhы: «Тhаегhала еунана есадhа. Инаинаина даи папhа».
Тәржемәhе: «(Аллаh) Тәғәллә мәңге йәш есемдер. Инайҙан даhи папа».
Аңлатма: Уйлауымса ошо фәтеүә Зәнгел атаның (икенсе исеме Фавос) уҡыусыhы Диуана Августиндыҡы (Аврелий Августиндыкы) булырға тейеш. Был, көнбайыш философияhының атаhы тип hаналған шәхес, католик диненә күскәнгә тиклем ғилемгә тап Зәнгел атанан өйрәнә. Тап манихей динен тотҡан осорҙарында,….йылдар, Диуана Августин үҙенең тубәндә аталып үтеүсе, үлемhеҙ хеҙмәттәрен яҙа ла инде.
……………………………………………………………………………………...
Арамей яҙмалы көмбәҙҙәр.