Түңгәүер башҡорттары Наполеон францияһына ҡаршы һуғышта

Түңгәүерҙең данлы тарихы

Атаҡлы ғалимыбыҙ, башҡорттарҙың тәүге тарихсыларынан булған Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың: “Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышынды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү; икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө – хандар тураһында риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү” тигән.

Түңгәүер (йәки Тәңгәүер, Дүңгәүер) башҡорт халҡының бик боронғо һәм төп ырыуҙарының береһе. Тарихи сығанаҡтарҙан сығып әйткәндә, Үҫәргән, Түңгәүер, Бөрйән ырыуҙары Көньяҡ Уралда беҙҙең эраның VII быуатында уҡ билдәле булған.

Түңгәүер /Таңғауыр/ ырыуы шәжәрәлә уларҙың башбабаһы итеп яҙылған Ҡаңғырат – Ҡаңғы-ир-ат (йәғни Ҡаңғы ырыуының ир-аты, халҡы) тигән һүҙ ул; был иһә Түңгәүер ырыуының, Ҡыпсаҡ ырыуы һымаҡ уҡ, туп-тура – Ҡаңғынан, ә Ҡаңғы үҙе, өҫтәрәк күреүебеҙсә, Үҫәргәндән тармаҡланып сыҡҡан ырыуҙар икәнлеген иҫбатлай. Түңгәүерҙең (йәки Дүңгәүерҙең) туп-тура Ҡаңғы аша Үҫәргән дауамы икәнлеген ул ырыу исемен мифик Ата бүрегә бәйлелеге лә дөрөҫләй.

Башҡорт халҡының төп ырыуҙарының береһен тәшкил иткән Түңгәүер ҡәбиләһенең барлыҡҡа килеү тарихы боронғо Бөйөк Төрки Ҡағанатында (төркиҙәрҙең дәүләте, беҙҙең эраның VI-VIII б.б.) билдәле булған Тонгра ырыуына ла барып тоташа.

Боронғо риүәйәттәрҙә һөйләүенсә, түңгәүер башҡорттары үҙҙәренең килеп сығыу тамырҙарын боронғо төрки донъяһының оло дәүләте – Тәрки Ҡағанат ҡағаны (ханы) Күлтәгин менән дә бәйләйҙәр. Күлтәген VII быуат аҙағы VIII быуат баштарында Икенсе Төрки ҡағанатының ҡағаны булып торған. Орхон-Йәнәсәй йылғалары буйында Күлтәгин ҡаған хөрмәтенә ҡуйылған “бәңгү”(мәңге) ташта табылған. Н.М.Ядринцев (1842-1894) — Себерҙе өйрәнеүсе күренекле ғалим, боронғо төрки Орхон-Йәнәсәй ташъяҙмаларын асҡан кеше. Шулай итеп, Күлтәгин реаль тарихи шәхес булған.

Түңгәүерҙәрҙең килеп сығыуында ҡуңғрат ырыуының этник компонентының ҡыҫылышы ла бар. Шәжәрә буйынса, Түңгәүер бей Ҡуңғрат бейҙең улы тип күрһәтелә. Ҡуңғрат бейҙең ырыуы Сыңғыҙхан империяһы ваҡытында өҫтөнлөклө ырыуҙан һанала, ул Сыңғыҙхан династияһының барлыҡҡа килеүендә һәм нығыныуында билдәле бер роль уйнай. Сыңғыҙхандың ҡатыны, уның улдарының әсәһе Ҡуңғрат бейҙең ҡыҙы Бүртә була. Тимәк, Сыңғыҙхан династияһының хандары Түңгәүер бейгә туған булып сыға. Легендалар һәм архив документтары буйынса, түңгәүерҙәр борон бөрйәндәргә һәм әйлеләргә туғанлыҡ ептәре менән бәйле булған.

Түңгәүер этнонимы (ырыу исеме) тарих таңында төрки һәм монгол ҡәбиләләренең бер ерҙәрәк йәшәгәнең дә күрһәтә. Мәҫәлән, монголдар араһында ла тангор, тангур атамалы ырыуҙар булыуы фәнгә билдәле. Ҡайһы бер түңгәүер риүәйәттәрендә уларҙың ата-бабалары итеп, Ҡуңғырат хандың улы Дингәүер күрһәтелә. Шулай итеп, боронғо Түңгәүер ырыуы, боронғо төркиҙәр донъяһынанда көн күреп, төрки ҡәбилә һаналған.

Түңгәүер ырыуының да бик боронғо замандарҙа ҡабул ителгән атрибуттары бар. Түңгәүерҙәрҙең ырыу ағасы – ерек, ҡошо – һайыҫҡан, тамғаһы – ярым ай, ораны – “Ҡуңғырат” булһа ла, ара-аймаҡтарҙың да үҙ тамғалары булған. Улар башҡорт ырыуҙары араһында беренселәрҙән булып ислам динен ҡабул итә.

«Күҫәк бей» башҡорт эпосында түңгәүерҙәрҙең ырыу башлығы Тимерҡотло бей Башҡорт ханлығын һаҡлап алып ҡалыу ѳсѳн ике ҡәбилә араһында сыҡҡан ыҙғышты тыныс юл менән хәл итеүҙе яҡлап сыға.

Боронғо риүәйәттәрҙә түңгәүерҙең тәү йәшәгән ере итеп төрлө урындар күрһәтелә: Урман-Түңгәүерҙәр үҙҙәрен бик борон Һырдаръя буйында йәшәгәнбеҙ тип иҫәпләй; шулай уҡ Алтай тауҙарын, Иртыш йылғаһы буйын ҡасандыр бик борон түңгәүерҙәр йәшәп киткән ер тип һанағандар.

Бөрйән, тамъян һәм үҫәргәндәр менән бер рәттән, Түңгәүер ырыуы ла «башҡорт» этнонимын тәү башлап йөрөтөүсе ҡәбилә. Улар бик ҙур ер биләмәләренә эйә була: кѳньяҡ һәм кѳнсығыш сиктәре Урал йылғаһының аръяғына, Арал диңгеҙе буйына тиклем, тѳньяҡ сиктәре Ағиҙел йылғаһы буйлап боронғо Башҡорт (Өфө) ҡалаһына ҡәҙәр барып еткән, көнбайышта Ыҡ йылғаһынан алып хәҙерге Башҡортостандың көнбайыш һәм Татарстандың көнсығыш территорияларына тиклем һуҙылған булған.

Түңгәүер ырыуы IX быуатта данлыҡлы Мәсем хан тарафынан берләштерелгән боронғо ун ике оло башҡорт ырыуы араһында телгә алына. Түңгәүерҙәр, башҡа башҡорт ырыуҙары кеүек, оҙон һәм ҡатмарлы юл үткән: сама менән беҙҙең эраның VII- VIII быуаттарында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында төпләнгән һәм IX быуатта Мәсем хан төҙөгән Башҡорт дәүләте составына ингән. XIII быуаттың беренсе яртыһында татар-монголдар ҡыҫым түҙә алмайынса түңгәүерҙәр Көньяҡ Урал алдына, ә һуңыраҡ бөгөнгө йәшәгән урындарына күсенә.

XVIII быуат аҙағында XIX быуат башында ялан түңгәүерҙәр 9-сы Башҡорт кантонына, Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙенең Түңгәүер олоҫона инә. Ә урман түңгәүерҙәр 6-сы Башҡорт кантонына, Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙенең Түңгәүер олоҫона (Аҫҡар, Мәһәҙи ауылдары ла) ҡарай.

Түңгәүерҙәр араһынан сыҡҡан XIX быуат ғалимы, бер нисә хеҙмәт авторы, әүлиә, мөршид, Башҡортостанда ғына түгел, Урта Азия һәм Ҡаҙағстанға даны таралған Ғатаулла ишан Әбделмәликовтың даны беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән.

Түңгәүер ырыуы ла башҡа башҡорт ҡәбиләләре һымаҡ ырыу төркөмдәренә бүленгән булған. Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда түңгәүерҙәр Урман-Түңгәүер һәм Ялан-Түңгәүер кеүек ике ҙур ырыуға бүленеүе билдәле. 1762 йылда рус ғалимы П.И.Рычков та был турала мәғлүмәттәр теркәп ҡалдырған. Был ике төркөм шулай уҡ бәләкәйерәк төркөмдәргә бүленгән. Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында был бүлем ара тип йөрөтөлгән.

Беҙҙең Бөрйән, Йылыйыр ерендә йәшәүсе түңгәүерҙәр Урман (йәки көньяҡ)-Түңгәүер ырыуына ҡарай. Улар бүре, күк мейе, суҡмар аяҡ, төрөй, теләнсе, юрмый, бур, ҡамғаҡ, ҡалмаҡ, тәзе, тырма һ.б. исемле араларға бүленгән. Мәһәҙи ауылы аралары: ҡалаҡбаш, сәрмә, үгеҙ, муҙый, сыйҡым, суҡмар, ҡалмаҡ, буҙыҡ. Аҫҡар ауылы аралары: аптрактар, упайлылар, сыуаштар, түмәйҙәр. Ауыл урамдарын да аралар менән әйтәләр.

Хәҙер улар Башҡортостандың 57 ауылында көн күрә. Шул иҫәптән, Йылайыр районының -17, Хәйбулла районының -15, Күгәрсен, Белорет, Баймаҡ райондарында, Бөрйән районының Мәһәҙи, Аҫҡар ауылдарында йәшәйҙәр.

Башҡорт ССР-ы Үҙәк Дәүләт Архивында һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса 1923 йылда 1-се һәм 2-се Түңгәүер волостарында 11 мең 497 башҡорт йәшәгән. Башҡортостан хөкүмәтенең 1930 йылдың 20 авгусындағы ҡарары буйынса административ бүленеү тәртибе үҙгәртелә. Быға тиклем 8 кантон һәм 110 волость урына 48 район төҙөлә. Ә Түңгәүер атамаһы бөтә Башҡортостан буйынса юҡҡа сығарыла. Ул тик халыҡ хәтерендә һәм ҡайһы бер ауыл исемдәрендә генә ҡала.

Уғыштары

Билдәле булыуынса, монгол-татар яуына ҡәҙәр башҡорт ырыуҙары бер дәүләткә берләшкән булыуҙары, үҙ хандары һәм күп һанлы ҡала-ҡәлғәләре булыуы мәғлүм. Әммә татар-монгол баҫҡынсыларының тәүге һөжүмен үҙенә алып, уларға ҡаршы 14 йыл буйы һуғышҡандан һуң башҡорттар еңелә. Был ҡанлы көрәш ваҡытында уларҙың күп һанлы ҡалалары емерелә, халҡы ҡырыла, бөлгөнлөккә төшә.

Ә инде Алтын Урҙа дәүләте тарҡалғас, башҡорт ҡәбиләләре яңынан берләшеү процесен башлайҙар – Үҫәргән, Түңгәүер, Бөрйән, Тамъян, Ҡыпсаҡ ырыуҙары XV быуат аҙағында бик көслө союз төҙөүгә ирешәләр. Был берләшмәне Башҡорт дәүләте тип ҡарау ҙа яңылыш булмаҫ. Сөнки башҡорт халҡының “Күҫәк бей” эпосында был ҡәбиләләр башында бейҙәр тороуы, ә улар барыһы ла ханға буйһоноуы тураһында һөйләнелә. Улар шулай уҡ төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йыйынға йыйыла торған булғандар.

Бөтә башҡорт ырыуҙары кеүек түңгәүерҙәр ҙә, Рус дәүләтенә ҡушылғас, хәрби хеҙмәттә һәм Рәсәй һуғыштарында ҡатнаша башлай. XVI-XVII быуаттарҙа Ливон һуғышында, Ҡырым походында, XVII быуат башында поляк һәм швед интервенттарына ҡаршы һуғыштарҙа, Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский ополчениеларында, XVII быуат аҙағында Петр I-нең Швед һәм Азов походтарында, Пруссияға ҡаршы ете йыллыҡ һуғышта, XVIII быуат аҙағында Рәсәйҙең Швед компанияһына ҡаршы һуғыштарында әүҙем ҡатнаша. Бик күп түңгәүерҙәр һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн тархан исемен алған.

Мәһәҙи түңгәүерен дә граждандар һуғышы ауылды урап үтмәй, яндырыла ла, яңынан тергеҙелә лә.

Түңгәүер башҡорттары Наполеон францияһына ҡаршы һуғышта

Верхнеурал өйәҙенең Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Түңгәүер, Тамъян ырыуы башҡорттары ингән 6-сы кантонында 14-15-се полктар төҙөлә. 14-се башҡорт полкы (командиры майор Селезнев) (ЦГИА РБ ф. 2, оп. 1, д. д. 2181, 4020,14633) 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡандан һуң Лейпциг, Дрезденды, Гамбург, Эрфурт, Веймар, Франкфурт һ. б. ҡалаларын француздарҙан таҙартып, оҙон һәм еңеүле юл үтеп Парижға барып инә. Был 1814 йылдың 19 мартында була. Дәһшәтле алыштарҙа 14-се башҡорт полктары ҡаһарманлыҡтары айырыуса маҡтауға лайыҡ була. Ватан һуғышының бөтә этаптарында үрнәк булырлыҡ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, Наполеонды Рәсәйҙән һәм Көнсығыш Европа илдәренән ҡыуып, Парижды алып, еңеү менән ҡайтҡан һалдаттар араһында Аҫҡар ауылынан: 1. Итбай Елекбаев, 2. Илсеғол Юлдашбаев, 3. Нәҙерғол Зыянбирҙин, 4. Аҫылғужа Мәскәүов, 5. Ғәҙелша Ҡазакбаев, 6. Имәнбай Батыршин. (Һуңғы өсәүһе Белорет районындағы Исмаҡай ауылын нигеҙләйҙәр).

Мәһәҙи егеттәре Әбүталип Сырлыбаев, Ишмырҙа Яулыбаев, Әбделғариф Әхмәров һәм Юлбирҙе Бөркөтов та була. “Парижды алған өсөн 19 март 1814 йыл” һәм “1812 йыл” исемле көмөш миҙалдар менән бүләкләнгәндәр. Шуныһы билдәле: 14-се полк составының 80 проценты яу яланында ятып ҡала, 99 кеше һәм 223 ат ҡына кире әйләнеп ҡайта. Мәһәҙей егете Баязит Ҡунаҡҡужин илдең Көньяҡ-Көнбайыш сиген һаҡлай, Бессарабияла хеҙмәт итә.

Наши рекомендации