Исра (Төнгө йөрөү, Яҡуп улдары) сүрәһе 6 страница
— Беҙ (донъяла йәки ҡәберҙә) ун көн генә булдыҡ, — тип әйтерҙәр. (104) Уларҙың нимә тураһында һөйләшкәнен Беҙ бик яҡшы ишетеп торабыҙ. Уларҙың иң зиһенлеһе, иң тура булғаны:
— Бер көндән дә артыҡ булманығыҙ, — тип әйтер.
105. (Ий, Мөхәммәд) һинән тауҙар хаҡында һорарҙар (Ҡиәмәт көнөндә тауҙарға нимә булыр?) Әйт:
— Аллаһ уларҙы туҙанға әүерелдерер, — тип. (106) Шулай уҡ, Ер өҫтөн тип-тигеҙ сүл хәленә килтерәсәк. (107) Шунда бер генә ҡалҡыулыҡ та йәки соҡор урын да күрәлмәҫһегеҙ.
(108) Ул Көндө кешеләр саҡырыуға йөҙ тотоп, уңға-һулға тайпылмаҫтан, (Исрафилға) эйәреп барырҙар. Шунан һуң, мәрхәмәтле Аллаһ ҡаршыһында тауыштар тығар. Шуға күрә, һин уларҙың бышылдашҡандарын ғына ишетерһең.
(109) Ул Көндө Раббы тарафынан рөхсәт алған һәм Аллаһтың ризалығын ҡаҙанған кешеләрҙән башҡа һис кемгә лә шәфәғәт, файҙа теймәҫ. (110) Ул кешеләрҙең киләсәген дә, үткәндәрен дә белә. Улар был турала белмәй генә. (Аллаһтың эштәрен белеп торорлоҡ мәғлүмәт уларҙа юҡ.) (111)Ул Көндө йөҙҙәр тере һәм һәр нәмәгә хаким булған Аллаһ алдына эйелер. Ғәҙелһеҙлек ҡылғандар иһә тар-мар ителер. (112) Мөьмин булараҡ, изгелек ҡылған кеше язанан да, хоҡуҡтары ҡыҫылыуҙан да (язаһы арттырылып, сауабы кәметелеүҙән дә) ҡурҡмаҫ.
113. (Ий, Мөхәммәд) Беҙ уны ғәрәпсә Ҡөръән булараҡ индерҙек һәм (кешеләрҙе гөнаһтары өсөн биреләсәк ғазап менән) күп тапҡырҙар ҡурҡыттыҡ. Ихтимал, улар (гөнаһ ҡылыуҙан баш тартыр) һаҡланыр. Йәки ул (Ҡөръән) ғибрәт (киҫәтеү һәм вәғәз) булараҡ иҫтәренә төшөрөп тороусы булыр.
114. Хөкөмдар Аллаһ мотлаҡ бөйөктер. Һиңә барыһы ла индерелеп бетмәйенсә, һин (Ҡөръән уҡырға) ашыҡма.
— Раббым, минең ғилемемде арттыр, — тип әйт.
115. Бынан әүүәл дә Беҙ Әҙәм менән (ярамаған ағастан емеш алып ашамаҫҡа тип) килешекән инек. Ләкин ул (антын) онотто. (Шайтан ҡотортҡанына түҙә алманы, тәүәккәл рәүештә ҡаршы тора алманы, ярамаған емеште ашаны, гөнаһ ҡылды.) Беҙ шунда (Әҙәмдең холҡонда Аллаһҡа буйһоноу ҡарары) түҙемлелек күрмәнек. (116) Бер уаҡыт Беҙ фәрештәләргә:
— Әҙәмгә сәждә итегеҙ! — тигән инек. Уларҙың барыһы ла сәждә итте. Иблистән башҡа. Ул ҡарышып, баш тартты. (117) Шунан һуң Беҙ әйттек:
— Ий, Әҙәм, — тинек. — Ул (Иблис) һиң лә, ҡатыныңа ла хәтәр дошман. Аң булығыҙ, һеҙҙе ул йәннәттән сығарттырмаһын. Юҡһа, бик ҡыйын хәлдә ҡалырһығыҙ. (118) Хәҙергә бында (йәннәттә) һин асыҡмаҫһың һәм дә яланғас булыуҙан ҡурҡмаҫһың. (119) Һыуһыҙлыҡтан интекмәйәсәкһең, эҫҫенән дә язаланмаҫһың.
120. Шайтан уны вәсүәсәгә һалды:
— Ий, Әҙәм, — тине. — Һиңә мәңгелек ағасын һәм икһеҙ-сикһеҙ хакимлыҡты күрһәтәйемме? — тине.
121. Ниһайәт, улар икеһе лә ауыҙ иттеләр (тыйылған ағастың емешен ашанылар). Шунан һуң уларҙың оят ерҙәре асылды. Улар шунда уҡ йәннәт ағастарының япраҡтарынан (оят ерҙәренә) ҡаплауыс әҙерләй башланылар. Шулай итеп, Әҙәм Аллаһ һүҙен тыңламаны һәм юлдан яҙҙы. (122)Һунынан Раббы уны һайланы һәм уның тәүбәһен ҡабул итте һәм тура юлды күрһәтте. (123) Һәм (Әҙәм менән Иблискә) әйтте:
— Бер-берегеҙгә дошман булып, бынан (йәннәттән) сығығыҙ. Минән һеҙгә күрһәтмә (Китап) килер, кем минең өндәмәләремә эйәрә, шул тура юлдан сыҡмаҫ һәм бәхетһеҙ булмаҫ, — тине. (124) Кем минең киҫәтеүҙәремдән йөҙ сөйөрә, һис шикһеҙ, уның тормошо ғазаплы буласаҡ һәм Беҙ уны Ҡиәмәт көнөндә тома һуҡыр килеш (ҡәберенән) ҡубарасаҡбыҙ.
125. Ул әйтер:
— Йә, Раббым, мине нимә өсөн һуҡыр килеш (ҡәберемдән) ҡубарҙың? Әүүәл мин күрә инем бит, — тип әйтер. (126) (Аллаһ) әйтер:
— Шулай шул. Һиңә аяттарым (киҫәтеүҙәрем) килде. Һин уларҙы оноттоң. Бына, һин дә бөгөн онотоласаҡһың (мәхрүм ҡаласаҡһың).
127. Бына, Беҙ сиктәрҙе уҙған (тура юлдан яҙған) һәм Раббының аяттарына инанмағандарҙы шулай язалайбыҙ. Әхирәттәге ғазап иһә тағын да хәтәр һәм тағын да дауамлы булыр. (128) Беҙ уларҙан әүүәлгеләрҙе нисә ғаср буйы һәләк итә килдек. Уларға был һабаҡ булманымы? Юҡһа, улар һәләк булғандарҙың еренә баҫып йөрөйҙәр. Сәләмәт зиһенле булғандар өсөн бында, һис шикһеҙ, ғибрәт алырлыҡ хәлдәр бар. (129)Әгәр ҙә (кәферҙәргә биреләһе язаны кисектерергә) Аллаһтың вәғәҙәһе булмаһа, әлбиттә, (улар донъяла уҡ) язанан ҡотола алмаған булырҙар ине.
130. (Ий, Мөхәммәд) һин улар һөйләгәндәргә түҙ. Ҡояш сығыр алдынан да (сабах намаҙында), Ҡояш байыр алдынан да (аҡшам намаҙында) Раббыңа тәсбих әйт. Төндөң айырым сәғәттәрендә лә (йәстү намаҙында), көндөҙөн дә (тормош мәшәҡәттәре араһында өйлә, икенде намаҙҙарында ла) тәсбих әйт. Һин ҡәнәғәт ҡалырһың. (Аллаһтың ризалығын ҡаҙанған кеше булырһың.) (131) Аң бул, уларға бирелгән байлыҡҡа ҡыҙығып ҡарама. Беҙ ул байлыҡты фани донъяла файҙаланһындар тип, уларҙың ҡайһы бер ҡәүемдәрен һынар өсөн бирҙек. Раббыңдың һиңә биргән ризыҡтары хәйерлерәк, дауамлыраҡ. (132) Ғәйләңә (халҡыңа) намаҙ уҡыуҙы бойор. Үҙең дә намаҙ ҡалдырма. Һинән ризыҡ һорамайбыҙ. Беҙ һине ризыҡландырабыҙ. Тәҡүә кешеләр матур нәтижәгә ирешәсәк.
133. Улар:
— Ни эшләп һуң ул (Аллаһтың пәйғәмбәре булғас) Раббыһынан бер мөғжизә алып килмәне? — тинеләр. Әүүәлге китаптарҙа булғандарҙың ап-асыҡ дәлиле (Ҡөръән) уларға килмәнеме ни?
134. Әгәр ҙә Беҙ бынан (Ҡөръәндән) алда уларҙы һәләк иткән булһа инек, һис шикһеҙ, улар:
- Йә, Раббым, беҙгә бер пәйғәмбәреңде күндергән булһаң, аяттарыңды уҡыған булыр инек, ошо түбәнлектәргәтөшмәгән булыр инек, рисуай ҡалмаған булыр инек, — (тип аҡланған булыр ине).
135. Әйт:
- Һәр кем көтә, — тип. — Шулай итеп, һеҙ ҙә көтөгөҙ. Тура юлдан йөрөүселәр улар кем һәм (тәүбәнән һуң) тура юлды тапҡандар кем икәнен оҙаҡламай белерһегеҙ.