Шийә (Бөйөк ваҡиға) сүрәһе

(Ғәшийә сүрәһе 26 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәшийә» — ҡаплаусы, томалап алыусы дәһшәт, йәғни Ҡиәмәт-Мәхшәр мәғәнәләрен үҙ эсенә алған һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Ғәшийә — Ҡиәмәт тураһында һиңә хәбәр килдеме? (2) Ул көндө сырайҙар хурлыҡлы рәүештә түбән эйелгән булыр. (3) Ул көндө йонсотоусо эштәр эшләнер. (4) (Гөнаһлылар) дөрләп янған утҡа керәсәктәр. (5) Эсергә бәреп сыҡҡан ныҡ ҡайнар һыу биреләсәк. (6) Зәриғ тигән сәнскеле үҫемлектән башҡа уларға һис бер ризыҡ булмаҫ. (7) Ул тамаҡ та туйҙыр­маҫ, астан да үлтермәҫ.

8. Шундай матур, ҡәнәғәт йөҙҙәр ҙә булыр ул көндө. (9) (Донъяла изгелек ҡылғандарына күрә) улар бәхетле. (10)Улар юғары йәннәттә булыр. (11) Шунда һис бер буш һүҙ һөйләнмәҫ. (12)Шунда — ҡайнап сығыусы шишмәләр ағып торор. (13) Шунда — затлы урындыҡтар. (14) Алдарына кув­шиндар ҡуйылыр. (15) Ҡабартылған яҫтыҡтар теҙелеп торор. (16) Шунда гүзәл балаҫтар йәйелгән булыр.

17. (Ғибрәт алыр өсөн) улар (кәферҙәр) дөйәнең, һәм ямғыр болоттарының да нисек яралтылғанлығы тураһында уйлап ҡарамаҫтармы? (18) Күктең нисек бейек (сикһеҙ) итеп яралтылғанына ҡарап уйланмаҫтармы? (19) Ул тауҙарҙың нисек итеп беркетелгәне тураһында уйлап, (Аллаһтың сикһеҙ ҡөҙрәтенә инанмаҫтармы)? (20) Ерҙең нисек түшәлеп ҡа­бартылғанына ҡарап һабаҡ алмаҫтармы?

21. (Мөхәммәд) һин был турала өҙлөкһөҙ рәүештә уларҙың иҫенә төшөрөп тор. Шулай итеп, киҫәтеп тороу — һинең төп вазифаң. (22) Һин улар өҫтөнән хакимлыҡ итеүсе түгелһең. (23) Ләкин имандан баш тартҡан кешене, (Аллаһты, Ҡөръән­де) инҡар итеүсене (24) Аллаһ хәтәр ғазапҡа һаласаҡ. (25) Шик юҡтыр, уларҙың ҡайтышы фәҡәт Беҙгәлер. (26) Хаҡтыр, уларҙы яуапҡа тартыу — Беҙҙең эш!

Фәжер (Таң) сүрәһе

(Фәжер сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Фәжер»— таң, тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Атып килә торған таң исеме менән, (2) Ун кисәнең (Зөлхижжә айының) ун көнө менән, (3) йоп һандар, таҡ һан­дар менән, (4) алмашынып тороусы көн һәм төн исеме менән ант итеп әйтәм: Ҡиәмәт киләсәк. (5) Башында аҡылы булған кешеләр өсөн ант итерлек дәлилдәр түгелме ни былар?

6. Беләһең бит, Раббың Ғәд ҡәүемен нисек һәләк итте? (7) Мөһәбәт бағаналы бейек һарайҙары һәм Ирам баҡсалары менән (юҡ итте). (8) Ул һарайҙарҙың, ул баҡсалар­ҙың донъяла тиңе юҡ ине. (9)Ҡаяларҙы соҡоп, шәһәр һал­ған Сәмүд халҡының үҙәндәге яҙмышын иҫеңә төшөр.

10. Йәки (яза) ҡаҙыҡтарының хужаһы, күп ғәскәрле Фирғәүен тураһында ла онотма: (11) уларҙың барыһы ла үҙ илдәрендә аҙғын-боҙоҡ тормошта йәшәне. (12) Һәм шулай итеп, улар донъяла яманлыҡты үрсеттеләр. (13) Шуның ар­ҡаһында, Раббың улар өҫтөндә ғазап ҡамсыһын уйнатты. (14)Хаҡтыр, Раббың һәр ваҡыт уларҙы күҙәтеп торор.

(«Фирғәүен мөьминдәрҙе ҡаҙыҡҡа бәйләп язалай, кешеләрҙең ҡот осҡос интегеп үлгәндәрен ҡарап, ләззәтләнә торған була».

Ғәли Өзәк тәфсиренән.)

15. Ләкин кеше тигән әҙәм заты, Аллаһ уны һынарға теләп, үҙенә байлыҡ бирһә, маһайып әйтер:

— Аллаһ мине генә шәрәфле дуҫы итеп, байлыҡ бирҙе, — тип һөйләр. (16) Ләкин ваҡыты етеп, уны (һынар өсөн) бирелгән ризыҡты сикләһә:

— Раббым мине кәмһетте, — тип әйтәсәк.

17. Юҡ, һеҙ (иманһыҙҙар) йәтимдәргә изгелек ҡылмайһығыҙ. (18) Мохтаж кешенең тамағын туйҙырыр өсөн бер-берегеҙҙе өгөтләмәйһегеҙ. (19)— Был — хәләл, был - харам, - тип тормаҫтан, мираҫ малын (тол ҡатындарҙың өлөшөн, йәтимдәргә ҡал­ған мираҫты) ашайһығыҙ. (20) Байлыҡты хәттин тыш (кәрә­генән артыҡ) яратаһығыҙ.

21. Юҡ шул! Ер тетрәп, киҫәк-киҫәк телгеләнеп (тау­ҙар, ҡаялар тип-тигеҙ ергә әүерелеп), туҙан хәленә килгәс, (22) Раббының әмере менән (Ергә төшөп) фәрештәләр саф-саф теҙелешкәс, (23)алдарына йәһәннәм сығарылғас, әҙәм балаһы ул көндө (бөтөн ҡылғандарын) аңлар. Ләкин хатала­рын (һуңлап) аңлауҙан ниндәй файҙа?

24. — Аһ, фани донъяла алдағы тормошом өсөн изгелектәр ҡылған булһам, — тип уфтанасаҡ.

25. Ул көндө (Аллаһ язалаған кеүек) башҡа берәү ҙә язалай алмаясаҡ. (26) Аллаһ бығаулаған кеүек бер кем дә бығаулай алмаҫ.

27. Әй, маҡсатына ирешкән йән! (28) Раббың хозурына кил. Ҡәнәғәт булып һәм ҡәнәғәтлеккә ирештерелгән сифатта. (29) Башҡа бәндәләрем менән бергә, (30)әй, паҡ мосолман, әйҙә, кер йәннәткә!

Бәләд (Ҡала, Ил) сүрәһе

(Бәләд сүрәһе 20 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Бәләд» — ҡала.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Юҡ, ошо изге шәһәр (Мәккә) исеме менән әйтәм, (2) был ҡала (ны кәферҙәрҙән яулап алыу) һиңә хәләлдер, (сөнки һин ошо шәһәрҙә тыуып-үҫтең).(3)Бабайың һәм уның тоҡомо изгеләрҙән булһын, (4) Беҙ кешене, хаҡтыр, мәшәҡәттәр (ҡыйынлыҡтар) өсөн яралттыҡ. (5) (Кәфер) әҙәм балаһы: үҙенән башҡа ҡеүәт эйәһе донъяла юҡ, тип хаталана­мы? (6) Ул:— (Исламды бөтөрөр өсөн, Пәйғәмбәрҙе үлтерер өсөн) күпме мал сарыф иттем, — тип маҡтана. (7) — Ҡылғандарымды (енәйәттәремде, фәхешлегемде) берәү ҙә күрмәй, — тип уйлаймы?

8. (Хәҡиҡәтте) күрер өсөн Беҙ уға ике күҙ бирмәнек­ме? (9) (Дөрөҫлөктө һөйләр өсөн) беҙ уға бер тел менән ике ирен бирмәнекме? (10) Беҙ уға ике юл күрһәтмәнекме (береһе — дин юлы — ауыр юл, икенсеһе — динһеҙлек юлы — анһат юл)? (11) Ләкин ул ауыр юлдан — текә юлдан китмәне. (12) Текә ҡыя юлдарының нимә икәнен һин беләһеңме? (13) Ҡолоңды азат итеү ул — текә ҡыя юлдар. (14) Йәки аслыҡ килгән ваҡыт­тарҙа мохтаждарға ризыҡ ашатыуҙыр ул — текә ҡыя юлдар. (15) Йәтим ҡәрҙәшеңә ярҙам итеү. (16) Йәки (заяға) тупраҡта ҡаҙыныусы хәйерсенең тамағын туйҙырыу ул — текә ҡыя юлдар аша уҙыу. (17) Бына шунан һуң һеҙ иманлы булып, сабыр-түҙем булып, миһырбан өләшеүсе булып, бер-берегеҙҙе изгелек ҡылырға өндәүселәр булып китерһегеҙ. (18) Бына шулар уң яҡтағылар булыр. (19) Аяттарыбыҙҙы кәферлеккә сығарғандар иһә, шулар булыр. (20)Уларға ишектәре (сығып ҡаса алмаҫлыҡ итеп) ҡаты бикләнгән йәһәннәм уты булыр.

Шәмс (Ҡояш) сүрәһе

(Шәмс сүрәһе 15 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Шәмс» — Ҡояш, тигән һүҙ.)

Бисмилл әһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Ҡояш һәм уның нурҙары менән, (2) (уға эйәреүсе) Ай менән, (3) яҡтылыҡ алып килеүсе көн, (4) уны ҡаплаусы төн, (5) Күкте ҡороп ҡуйыусы (Аллаһҡа) һәм Күк, (6) яҫтыҡтай түшәлгән Ер, (7) һәр әҙәми затҡа һәм уны (Ер йөҙөндә йәшәрлек итеп) яралтҡан, (8) уға һәм яҡшылыҡ, һәм яманлыҡ ҡылырға ирекле иткәндең исеме менән әйтәм: (9) йәнен паҡ тотҡан кеше мораҙына (Сәғәдәткә) ирешәсәк. (10) Выжданын кер ҡаплаған кеше, әлбиттә, хәтәр зыян күрәсәк.

11. Аҙғынлығы арҡаһында Ҫәмүд халҡы хаҡ һүҙҙе (Пәйғәмбәребеҙҙе) ҡабул итмәне. (12) Шул халыҡтың иң бәхетһеҙ бер башкиҫәре (изге дөйәне боғаҙларға алынды). (13) Гәрсә, Пәйғәмбәр уларға алдан уҡ әйтеп ҡуйған ине:

— Аллаһтың әсә дөйәһенә ҡағылмағыҙ. Ул һыу эскәндә уға ҡамасауламағыҙ, - тип әйтелде. (14) Ләкин уны ялғансы, тинеләр. Һәм, дөйәнең бот һеңерҙәрен киҫеп йыҡтылар ҙа, һуйҙы­лар. Гөнаһтарына күрә Раббы улар өҫтөнә яза ебәрҙе, барыһын да һәләк итте, ер менән тигеҙләне. (15) Уларҙы шулай һәләк иткәне өсөн, Аллаһ һис кем алдында ла яуап тотмаҫ.

Ләйл (Төн) сүрәһе

(Ләйл сүрәһе 21 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ләйл» — төн, тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Ҡараңғылығы менән тирә-яҡты ҡаплаған төн, (2) яҡ­тылығы менән асылған көн, (3) һәм ир менән ҡатын ене­сен яралтҡандың исеме менән ант итәм: (4) шуныһы хаҡтыр, һеҙҙең нәфсе һәүәҫлектәрегеҙ төрлөгөҙҙөң төрлөсә; (5) кемдер (хәйер-саҙаҡа, зәкәт) бирер, кемдер (гөнаһ ҡылыу­ҙан, харамдан) ҡурҡыр. (6) Кемдер гүзәллеккә һоҡланыр һәм уның хаҡлығын раҫлар, (7) Беҙ ҙә уларҙың Сәғәдәткә барыр юлдарын уң итербеҙ.

8. Әммә кем (тар күңелле, матди һәм рухи) һаранлыҡта булһа, Аллаһҡа ихтыяж тоймаһа, (9) иң хәтәре — (алдашһа, ялғанлаһа), гүзәллекте инҡар итһә (10) Беҙ уларға иң хәтәр язаға барыр юлдарҙы уң итербеҙ. (11) Һәләк булғанда, донъяла йыйған байлығы уға ярҙам итмәҫ. (12) Шик юҡ, тура юлды күрһәтеү Беҙҙең ихтыярыбыҙҙа. (13) Әлбиттә, Әхирәт тә, донъя ла беҙҙең әмеребеҙҙә.

14. Дөрләп, ялҡынланып яныусы ут язаһы буласаҡ тип, һеҙҙе киҫәттем. (15) Бәхетһеҙ бәндәләр генә, (16) Хәҡиҡәтте ялғанға сығарғандар ғына, йөҙ сөйөрөп, (Аллаһ менән Ҡөръ­әнде) инҡар иткәндәр генә ул йәһәннәмгә керә. (17) Ләкин (гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланған (саф мосолман) кешеһе, (18) ма­лын (Аллаһ юлында) сарыф иткән әҙәм йәһәннәмдән йыраҡ тотолор.

19. Түләү-әжер (саҙаҡа-хәйер башҡалар алдында) яҡшы бу­лып күренер өсөн генә бирелмәҫ. Был ғәмәл өсөн Аллаһ хозурында һис бер дәрәжә юҡтыр. (20) Аллаһ ризалығы өсөн ҡылған изгелектәр генә сауапҡа һаналыр. (21) Һәр хәлдә, ул үҙе лә алға табан (Аллаһтан) ҡәнәғәт ҡаласаҡ.

Наши рекомендации