Мүдәҫҫир (Бөркәнгән) сүрәһе

(Мүдәҫҫир сүрәһе 56 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүдәҫҫир »— ҡаплаулы, уранған, бөркәнгән, тигән мәғәнәләрҙәге һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Эй, бөркәнеп йөрөүсе (Рәсүлем)! (2) Аяғыңа баҫ һәм халыҡтарҙы өгөтлә. (3) Һәм Раббыңды олола. (4)Кейемеңде паҡ тот. (5) Нәжеслектән ваз кис. (6)Ҡылған изгелегең өсөн артыҡ хаҡ талап итмә. (7) Раббыңдың ризалығын ала­һың килһә, түҙ, сабыр ит. (8) Сур борғоһона өрөлгән көн (9) иң ҡыйын көн булыр. (10) Ул көн кәферҙәр өсөн бик еңел булмаҫ.

11. Яңғыҙы ғына яралтылған теге кеше менән икебеҙҙе бергә (хөкөмөбөҙгә) ҡалдыр. (12) Мин уға күп төрлө мал биргән инем. (13) Һәм үҙе янында ғына тора торған тәүфиҡле балалар бирҙек. (14) Уға тормошта киң мөмкинлектәр астыҡ. (15) Шулар өҫтөнә лә малын арттырырға теләп, ҡом­һоҙлана башланы. (16) Юҡ инде, етте! Ул ҡәтғи рәүештә аяттарыбыҙға ҡаршы торҙо. (17) Мин уның өҫтөнә ты­рышҡаны заяға китерлек, әсе ғазап йөкләйәсәкмен. (18) Сөнки ул мәкерле тоҙаҡтар уйланы һәм теүәл хисап менән тоҙаҡ ҡороп ҡуйҙы. (19) Ҡәһәр төшһөн уға! Ул мәкерҙәр ҡорҙо. (20) Ахырҙа ла, әсе ҡәһәр һуҡҡыры, мәкерҙәрен ҡора бирҙе, нисек кенә ҡора ине әле. (21) Унан һуң тирә-яғына ҡараны. (22) Һәм ҡаштарын йыйырҙы, сырайы емерелде. (23) Унан һуң артына боролоп, тәкәббер рәүештә: (24)

— Был, — тине, — (Ҡөръән) боронғоларҙан ҡалған сихыр ғәләмәттәренән башҡа нәмә түгел! (25) Хаҡтыр, был әҙәм уйлап сығарған һүҙ генә.

26. Уны Сәҡәргә (йәһәннәмгә) ташлаясаҡмын. (27) Һин Сәҡәрҙең нимә икәнен беләһеңме? (28) Сәҡәр — ул шундай тамуҡ — бер нимә ҡалдырмый бөтөнләй яндырып бөтөрә (торған, гәүҙәне яңынан үҙ хәленә ҡайтарып, тағын яндыра торған йәһәннәм). (29)Тиреләрҙе көйҙөрә. (30) Шунда ун туғыҙ (фәрештә) булыр. (31) Беҙ янып торған уттың һаҡсыларын бары тик фәрештәләрҙән генә һайлап ҡуйҙыҡ. Уларҙың һанын да кәферҙәрҙе һынар өсөн, шулай итеп, үҙҙәренә ки­тап бирелгән халыҡ ышанһын тип, иман килтергәндәрҙең иманы тағын да нығыһын өсөн, үҙҙәренә Китап бирелгән халыҡ һәм мөьминдәр шиккә ҡалмаһындар, тип, рухтарын­да сир булғандар һәм кәферҙәр:

— Аллаһ был мәҫәле менән нимә әйтергә теләй? — тип баш ватһындар өсөн.

Бына шулай итеп, Аллаһ тура юлға баҫырға теләмәгән­де аҙаштырып, теләгәнде тура юлға күндерер. Раббының күпме ғәскәре барлығын Уның Үҙенән башҡаһы белмәҫ. Былар кешеләр өсөн ап-асыҡ киҫәтеүҙәр булыр.

32. Юҡ, (улар һабаҡ алмаҫтыр) Ай исеме менән, (33) уҙып бара торған төн, (34)атып килә торған таң исеме менән әйтәмен, (35) әлбиттә, (Сәҡәр) ул хәтәр язаларымдың берһе генә. (36) Кешеләрҙе ҡурҡытыр (гөнаһ ҡылыуҙан тыйыр) өсөн, (37)изгелек ҡылыуҙа алға киткәндәр өсөн дә, изгелек ҡылыуҙан тамам артта ҡалғандар өсөн дә киҫәтеү, (хәтәр әфәттәрҙең берһе Сәҡәр булыр). (38)Һәр йән эйәһе үҙенең ғәмәл­дәренә (гөнаһтарына) бәйләнгән. (39) (Ғәмәл дәфтәре) уң яҡ­тан бирелгәндәрҙән башҡа. (40, 41, 42)Улар йәннәттәрҙә булыр, һәм йәһәннәмгә кергән таныштарынан гөнаһлыларҙың хәлен һораштырырҙар.

— Һеҙ нисек Сәҡәргә килеп эләктегеҙ? — тип. (43) Гөнаһлылар әйтер:

— Беҙ намаҙ уҡыманыҡ. (44) Фәҡирҙәрҙе ашатманыҡ. (45) Кәфер һөйләгәндәр араһында беҙ ҙә кәфер һөйләнек. (46) Ҡиәмәт көнөн ялған, уйҙырма, — тинек. (47) Ниһайәт, беҙҙе ҡәтғи киләсәк яза яҡаланы.

48. Шәфәғәт итергә (яҡларға) теләгәндәрҙең шәфәғәте (яҡлауы) уларға һис бер файҙа бирмәҫ. (49) Ни өсөн һуң улар ғибрәт алыуҙан, өгөттән йөҙ сөйөрәләр? (50, 51) Әйтерһең дә, улар арыҫландан ҡасып барыусы ҡырағай ишәк өйөрө. (52)Әлбиттә, уларҙың һәр береһе үҙҙәренә генә сәхифәләр (Китап) индерелгәнде теләй. (53) Булмаҫ! Иң аянысы, улар Әхирәт көнөндә буласаҡ язаларҙан ҡурҡмай. (54) Юҡ шул! Ысындан да, Ҡөръән — ул вәғәздәр-киҫәтеүҙәр Китабы. (55) Теләгән кеше унан өгөт-һабаҡ алыр. (56) Аллаһ ихтыярыннан башҡа берәү ҙә Ҡөръәндән һабаҡ ала алмаҫ. Аллаһтың язаһынан ҡотҡарыу ҙа Аллаһ ихтыярында. Ярлыҡаусы ла Аллаһ ҡына.

Иәмәһ (Ҡиәмәт) сүрәһе

(Ҡиәмәһ сүрәһе 40 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Юҡ! Ҡиәмәт исеме менән әйтәм, (2) (ҡылған яман­лыҡтарына үкенгән) йәндәр исеме менән әйтәм, (3)кеше: үлгәс сереп тарҡалған һөйәктәребеҙҙе бергә йыйып, беҙҙе яңынан терелтә алмаясаҡ, тип уйлаймы? (4) Һис шикһеҙ, уларҙың бармаҡ остарына саҡлы, нисек булған, шулай мөкәммәл итеп, яңынан йыйырға ҡөҙрәтебеҙҙән килә. (5) Ләкин кеше тигән йән эйәһе алға табан да аҙғынлыҡҡа ын­тыла. (6) — Ҡиәмәт көнө ҡасан киләсәк һуң? — (тип көлгән була). (7) Күҙҙәр ҡамашыр. (8) Ай тотолор. (9) Ҡояш менән Ай бергә уҡмашыр. (10) Ул көн килгәс, кеше әйтер:

— Был дәһшәттән ҡайҙа ҡасып ҡотолайым? — тип.

11. Юҡ шул, ҡасыр урын табылмаҫ. (12) Ул Көндө ҡа­сып ҡотолоу урыны бер генә — Аллаһтың хозуры. (13) Ул Көндө һәр кешегә элеккеге донъяла ҡалдырған яҡшы-яман ғәмәлдәре тураһында хәбәр бирелер. (14) Иң дөрөҫө — кеше үҙенә ҡаршы үҙе шаһит булыр (ҡылған гөнаһтары менән). (15)Хатта ул ярлыҡау һорап ялбарһа ла.

16. (Эй, Мөхәммәд) ашығып, (Ҡөръән аяттарының барыһы ла уахи ителеп бөтмәйенсә) ятларға тырышма. (17) Шик юҡ, уны (Ҡөръәнде Китап итеп) туплау, уҡытыу эштәре беҙҙең ихтыярыбыҙҙа. (18) Шулай булғас, Беҙ уны (Жәбраил теле менән һиңә) уҡыған ваҡытта ҡабатлап бар. (19) Һуңынан уны аңлатып биреү ҙә, хаҡтыр, беҙҙең ихтыярҙа. (20) Аяныс, һеҙ фани донъяны яратаһығыҙ. (21) (Тормош мәшәҡәттәрендә ашыға-ҡабалана) һеҙ Ҡиәмәт тураһында ла онотаһығыҙ.

22. Ул көндө берәүҙәренең йөҙө яҡты булыр. (23) Улар Аллаһҡа ҡарап торор. (24) Икенселәренең һытыҡ сырайы ҡара көйгән булыр. (25) Улар умыртҡа һөйәктәрен һындырасаҡ яза киләсәген һиҙенеп, шулай ҡайғылы күренер. (26)Юҡ шул, йәнегеҙ боғаҙ төйөрөнә (умрау һөйәгенә) менеп еткәс: (27)- Кем беҙҙе дауалар, кем ҡотҡарыр! - тип ҡысҡырыр­һығыҙ. (28) Шунда ғына кеше йәндән айырылыр ваҡыт еткә­нен белер. (29) Бер теҙ икенсеһенә берегер (ҡылған гөнаһтары арҡаһында йөрөй алмаҫ хәлгә килер).(30)Ул көндө ҡайтары­лыш бары тик Аллаһ хозурына булыр. (31) Сөнки был кеше иман килтермәне һәм намаҙ уҡыманы. (32) Шулар өҫтөнә, ул (Ҡөръәнде) ялғанға сығарҙы, иманға арҡа ҡуйып китте. (33)Халҡы алдында үҙен әллә кемгә ҡуйып, маһайып йөрөй башланы. (34) Һин йәһәннәм киҫәүе булырға лайыҡ, бик тә лайыҡ. (35) Һиңә ғазаптар булһын, һин уға лайыҡ. Бик тә лайыҡ. (36) Кеше үҙен: һис сикләүҙәрһеҙ, күҙәтеүсеһеҙ йәшәргә хаҡлы, тип һынаймы әллә? (37) Ул әсә ҡарынына атылған бер нәҫел орлоғонан хасил икәнен онотамы? (38) Һуңынан шул бер ойошҡан ҡан кеүек (яралғы) булды, унан һуң уны кеше ҡиәфәтенә керетеп, донъяға яралттыҡ. (39)Ирле-ҡатынлы - итеп тыуҙырҙыҡ. (40) (Ошоларҙы бар итә алған Аллаһ) мәйеттәрҙе генә терелтә ала торғандыр, бит?

Инсан (Кеше) сүрәһе

(Инсан сүрәһе 31 аяттан тора. Мәккәлә, Мәҙинәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Хаҡтыр, әҙәм затының исеме лә, есеме лә булма­ған саҡтан алып, (әҙәм заты барлыҡҡа килгәс) оҙаҡ замана­лар уҙып китмәнеме?

2. Хәҡиҡәт шулдыр, Беҙ кешене ҡатнашма ярал­ғынан яһаныҡ. Уны һынап ҡарар өсөн, ишетеү, күреү һәләте бирҙек. (3) Хаҡтыр, Беҙ уға тура юл күрһәттек. Теләһә, шөкөр ҡылыусы булыр, теләмәһә кәферлекте һайлар. (4) Хаҡтыр, беҙ кәферҙәр өсөн сылбырҙар, тимер бығау-ҡыршауҙар һәм ялҡынлы ут әҙерләп ҡуйҙыҡ.

5. Әлбиттә, изгелекле кешеләр иһә кәфур майы (камфора) ҡушылған эсемлектәр эсер, (6) Аллаһтың иғтибарына лайыҡ бәндәләр эсә торған ул шәрбәт шишмәһе өҙлөкһөҙ ағып то­рор. (7)Ул бәндәләр, дәһшәте һәр ерҙә мәғлүм булған шул көндән (Ҡиәмәт яуабынан) ҡурҡып, анттарына тоғро ҡалыр, вазифаларын теүәл үтәрҙәр. (8)Үҙҙәре лә фәҡир булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы ризыҡтарын мохтаждарға, йәтимгә, әсир кешегә бирер. (9)Улар хәйерселәргә:

— Беҙ һеҙҙе Аллаһ ризалығын алыр өсөн ашатабыҙ, һеҙҙән бер түләү ҙә, рәхмәт әйтүегеҙҙе лә көтмәйбеҙ. (10)Ысындан да, беҙ ситен (ауыр) һәм хәтәр бер көндөң ғазабынан ҡурҡабыҙ, — тип әйтерҙәр. (11) Бына шуның арҡаһында Аллаһ ул көндө уларҙы әфәттән ҡотҡарыр, сырайҙарына нур өҫтәр, күңелдәренә ҡыуаныс бирер.

12. Түҙем (сабыр) булғандарына күрә, Аллаһ уларға йәннәтте ебәк кейемдәре менән бүләк итер. (13) Шунда урындыҡтарға ҡырын ятып, эҫҫе лә, һалҡын да булмаған мөхиттә, (14) йәннәт ағастарының күләгәһендә, үрелеп кенә ала торған емештәр ашап, истирәхәт ҡылырҙар. (15) Улар­ға көмөш кувшиндарҙан бәллүр касаларҙа, (16) көмөшһыу та­шаяҡ һауыттарҙа, йәндәре теләгәнсә (йәннәт шәрбәте) өләшеп йөрөрҙәр. (17) Шунда зәнйәфил һуты ҡатыштырыл­ған эсемлек һалынған каса бирерҙәр. (18) Шундағы шишмәнең исеме Сәлсәбил тип атала. (19) Мәңге йәш саф егеттәр тирә-йүндә хеҙмәт күрһәтеп йөрөр. Ул егеттәрҙең сафлығы, әйтерһең дә, сәселгән ынйы бөртөктәре. (20) Ул йәннәтте күрер булһаң, шаҡ ҡатырһың. Ул — ниғмәт, сикһеҙ гүзәллек солтанаты. (21) Уларҙың өҫтөндә ҡалын-йоҡа йәшел ебәк кейемдәр булыр, улар көмөш беләҙектәр кейгән булыр. Аллаһ уларға саф, татлы эсемлек кенә эсерер. (22)Хаҡтыр, Аллаһ юлында күрһәткән хеҙмәттәрегеҙ өсөн, вәғәҙә ителгән әжер ошо булыр.

23. (Эй, Мөхәммәд) Ысынлап та, Ҡөръәнде һиңә Беҙ өлөшләп индерҙек. (Уны башҡа зат индерә алмай.) (24) Аллаһтың хөкөмөн сабыр ғына көт; һис бер иманһыҙға һәм гөнаһлыға эйәрмә. (25) Иртә-кис Аллаһ исемен зикер ит. (26) Төндөң бер өлөшөн Уға сәждә итеп уҙҙыр, төндөң оҙон ваҡытында ла тәсбих тарт.

27. Хаҡтыр, кешеләр күҙ асып йомғансы уҙып китә торған фани донъяға мөкиббән һәм киләсәктә баштарына төшәсәк (Әхирәт) көндө оноталар. (28) Уларҙы Беҙ юҡтан бар иттек һәм уларҙың теҙ быуындарын ныҡ иттек. Әгәр их­тыяр итһәк, (уларҙы юҡ итеп) улар урынына бүтәндәрҙе бар ҡылыр инек. (29)Шик юҡтыр, был — бер өгөт-нәсихәт. Телә­ге булған кеше Раббыға йүнәлер.

30. Һеҙ теләгәндәр фәҡәт Аллаһ әмере менән генә тормошҡа ашар. Шик юҡ, Аллаһ бар нәмәне лә белеп тора. Ул — хикмәт эйәһелер. (31) Ихтыяр иткән кешеһен Ул рәхмәтенә бағышлар. Кәферҙәр өсөн хәтәр ғазап бирер.

Наши рекомендации