Нфәл (Табыш малы) сүрәһе. 3 страница
29. Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә инанмаған, Аллаһ һәм уның илсеһе харам иткән нәмәләрҙең харам икәнлегенә ышанмаған, хаҡ дингә буйһонмаған китап әһелдәре рисуай булып, һеҙгә баш эйеп, һалымдарын үҙ ҡулдары менән килтереп, һеҙгә тапшырғандарына саҡлы улар менән һуғышығыҙ.
30. Йәһүдтәр:
— Ғөзәйер — Аллаһтың улы, — тинеләр. Христиандар ҙа:
— Мәсих (Ғайса) — Аллаһтың улы, - тинеләр.
Был уларҙың ауыҙы менән әйтелә торған элеккеге кәферҙәрҙең һүҙенә бик тә оҡшаған. Аллаһ уларҙы Үҙе ҡәһәрләйәсәк. (Ғәжәп!) Нисек итеп, улар паҡтан нәжескә керәләр?
31. Улар Аллаһтан баш тартып, үҙҙәренең ғалимдарын, руханиҙарын һәм Мәрйәм улы Мәсихте (Ғайсаны) Илаһ итеп табына башланылар. Гәрсә, уларға: бары тик бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ, тип әйтелде. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ! Ул Үҙенә тиң һанағандарҙан юғары тора.
32. Аллаһтың нурын (улар) ауыҙҙары менән (өрөп) һүндерергә булалар. Ләкин, иманһыҙҙарға был оҡшамаһа ла, Аллаһ нур (Ҡөръән) индереүен туҡтатмаҫ.
33. (Был эш) мөшриктәргә оҡшамаһа ла, Ул динен бөтөн диндәрҙән өҫтөн ҡуйыр өсөн, һидәйәт һәм хаҡ дин менән Рәсүлен юлланы.
34. Әй, иман килтергән әҙәмдәр! (Кәфер) руханиҙары, ғалимдарының күбеһе әҙәмдәрҙең малдарын хаҡһыҙ юлдар менән ашайҙар һәм уларҙы Аллаһ юлынан яҙҙыралар. Алтын-көмөш йыйып та, Аллаһ юлында сарыф итмәгәндәр арағыҙҙа юҡмы ни? Бына, һин шундайҙарҙан «һөйөнсө» ал: уларға хәтәр яза биреләсәк.
(Йәһүд равиндары менән христиан руханиҙары Мөҡәтдәс китаптарҙағы: Иңжил, Тәүрәттәге аяттарҙы дөнъя рәхәте өсөн, ришвәт алыр өсөн үҙгәрттеләр. Бигрәк тә, хәҙрәти Мөхәммәдтең Пәйғәмбәр булып киләсәгенә бәйле аяттарҙы боҙҙолар. Юғарылағы аят бына шуларҙың ерәнгес эштәренә ишара яһай. Аяттың икенсе өлөшө иһә алтын-көмөшө, туплаған аҡсаһы, малы булып та, мохтаждарға, изгелекле ғәмәлдәргә, халыҡ өсөн кәрәкле эштәргә сарыф итмәгән, йәғни, зәкәт бирмәгәндәрҙең Әхирәттә дәһшәтле яза күрәсәктәре тураһында хәбәр итә».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
35. (Был алтын-көмөш аҡсалар) йәһәннәм утында ҡыҙҙырылып, маңғайҙарына, янбаштарына һәм арҡаларына йәбештереләсәк Көндө:
— Бына был (туймаҫ) нәфсегеҙ туплаған әйберҙәрегеҙ. Инде туплағанығыҙға күрә, тәмен дә татығыҙ, — тип әйтеләсәк.
36. Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан көндән алып, Аллаһтың хисабына күрә, айҙарҙың һуны ун ике; уларҙың дүртеһе (һуғышыу) харам айҙар булып иҫәпләнә, диндең дөрөҫ хисабы шулдыр. Ул айҙарҙа (харам айҙарҙа) үҙегеҙгә золом итмәгеҙ, мөшриктәр үҙ-ара берләшеп, һеҙгә ҡаршы һуғыш башлаһа, һеҙ ҙә берләшеп уларға ҡаршы һуғышығыҙ. Белеп тороғоҙ, Аллаһ (яманлыҡ ҡылыуҙан) һаҡланғандар менән бергә.
37. (Харам айҙарҙың) урындарын күсереү кәферлекте арттырыу, тигән һүҙ. Был ғәмәл кәферҙәрҙең аҙғынлығын арттырыр; Аллаһ харам ҡылғанды боҙоу һәм Уның харам ҡылғанын хәләл ҡылыу өсөн (харам айҙы) улар бер йылды хәләл, икенсе йылды харам айға һананылар. (Шулай итеп), уларҙың яман эштәре үҙҙәренә яҡшы булып күренде. Аллаһ кәфер халыҡты тура юлға күндермәҫ.
38. Әй, иманлы кешеләр, һеҙгә нимә булды? —Аллаһ юлында һуғышырға сығығыҙ, — тип әйтелгәс, ауырайып, ергә һыйынаһығыҙ. Фани донъялағы был тормошто һеҙ Әхирәттәге мәңге тормошҡа алмаштығыҙмы ни? Ләкин фани донъя тормошоның файҙаһы, Әхирәт донъяһыныҡына ҡарағанда бик тә әҙҙер.
(«Тәбүк һуғышына сығырға әмер килгәс, йәйҙең бик тә эҫе ваҡыты булғанға күрә, сәхәбәләр һуғышҡа сығырға ҡыйынһындылар».Шәйх Ноғмани тәфсиренән.)
39. Әгәр ҙә һеҙ (кәрәк саҡта дин өсөн) һуғышҡа сыҡмаһағыҙ, (Аллаһ) һеҙҙе һыҙландырыусы ғазапҡа дусар итәсәк һәм һеҙҙең урынға башҡа бер ҡәүемде килтерәсәк; һеҙ һуғышҡа сыҡманы, тип кенә Аллаһҡа зарар килмәҫ. Аллаһ бар нәмәнән дә ҡөҙрәтлеҙер.
40. Һеҙ уға (Рәсүлүллаға) ярҙам итмәһәгеҙ ҙә, уға Аллаһ ярҙам иткән ине бит инде. Мөшриктәр уны (Мәккәнән) ҡыуып сығарҙы, ҡыуылғандар икәү ине, берһе ул (Рәсүлүлла) ине. Бына улар мәмерйәгә кереп ҡасты. Ул юлдашына:
— Ҡайғырма, Аллаһ беҙҙең менән, — тине.
Аллаһ уға Үҙе тарафынан сабырлыҡ һәм күҙгә күренмәҫ ғәскәр индерҙе, кәферҙәрҙең һүҙҙәрен юҡҡа сығарҙы, Аллаһтың һүҙе иһә бөйөктер. Аллаһ өҫтөндер һәм Ул хикмәт эйәһеҙер.
(«Һижрәт заманаһында мөшриктәрҙең иҙеүенә сыҙай алмайынса, хәҙрәти Әбү Бәкер менән хәҙрәти Пәйғәмбәребеҙ Сәүер тауындағы мәмерйәгә кереп ҡаса. Ҡыуа килеүсе мөшриктәрҙең аяҡ тауыштарын ишеткәс, Әбү Бәкер бик ныҡ ҡурҡа. Аллаһ Тәғәлә мәмерйә ауыҙын ҡаплап ҡуя. Ҡыуа килеүселәр бында үлән һырған, күптән кеше кермәгән ҡыуыш икән, тип, мәмерйә эсенә кермәй китә».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән )
41.(Әй, мөьминдәр) еңел булһа ла, ауыр булһа ла, малдарығыҙ, йәндәрегеҙ менән Аллаһ юлында Жиһад итегеҙ. Шулай ғәмәл ҡылһағыҙ, белеп тороғоҙ, һеҙгә бик тә хәйерле булыр. (42) Һуғышта табыш алыу форсаты мәғлүм булһа, барасаҡ яу юлы яҡын булһа, һис шикһеҙ, улар һинең менән яуға сығыр ине. Ләкин мәшәҡәтле юл йыраҡ ине шул. Шуға күрә, улар яуға барманы. Аллаһ исеме менән ант итеп улар:
— Их, көсөбөҙ булһа, беҙ ҙә һинең менән яуға барыр инек, — тип үҙҙәрен үҙҙәре һәләк итте. Гәрсә, Аллаһ уларҙың ялғансы икәнен теүәл белә ине. (43)Аллаһ һине ғәфү итте. Тура кешене һынап, уның тура икәнлегенә ышанмайынса, ни өсөн һин уларға һуғыштан ҡалырға рөхсәт иттең? (44) Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә инанғандар малдары, йәндәре менән һуғышыр өсөн һинән рөхсәт һорамаҫ. Аллаһ тәҡүә (ысын) мосолмандарҙы бик тә яҡшы белеп тора. (45) Бары тик Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ышанмағандар һуғыштан ҡалырға һинән рөхсәт һорарҙар һәм уларҙың күңелдәрен шом баҫыр, Улар шуға аптырап йөрөр. (46)Һуғышта ҡатнашырға теләгән булһалар, улар, һис шикһеҙ, алдан уҡ әҙерләнгән булыр ине. Ләкин Аллаһ уларҙың был ҡылғандарын (йәғни, ихлас түгеллектәрен) оҡшатманы, уларҙың һуғышҡа барыуҙарын теләмәне. Уларға:
— Өйөгөҙҙәгеләр менән бергә ҡалығыҙ, — тине. (47)Улар һеҙҙең менән бергә һуғышҡа сыҡҡан булһалар ҙа, арағыҙҙы боҙоуҙан һәм фетнә сығарыуҙан башҡа нәмә эшләмәгән булырҙар ине. Уларҙың (фетнәүи) һүҙенә ҡолаҡ һалыусылар ҙа арағыҙҙа табылыр ине. Аллаһ гөнаһлыларҙы ғәйәт яҡшы белә. (48) Хаҡтыр, улар элек тә фетнә сығарырға йөрөнөләр һәм һиңә күпме мәкер ҡорҙолар. Ниһайәт, дөрөҫлөк инде, уларҙың көйөнөсөнә, Аллаһтың әмере еренә еткерелде. (49) Уларҙың шундайҙары ла бар:
— (Һуғышҡа бармаҫҡа) миңә рөхсәт бир, мине фетнәгә (вәсүәсәгә, йәғни мал талау, әсир ҡатындар менән зина ҡылыуға) юлыҡтырма, — тип хәйлә ҡорғандары ла. Белеп тороғоҙ, улар ысынлыҡта үҙҙәре фетнәселәрҙер. Кәферҙәрҙе, һис шикһеҙ, йәһәннәм уты солғаясаҡ. (50) Һиңә бер изгелек (еңеү, ғәнимәт малы) килһә, улар асыуҙан ҡайғырыр. Башыңа берәй бәлә (еңелеү, таланыу) килһә, улар:
— Ярай әле, беҙ алдан әмәлен күрҙек (һуғышҡа барманыҡ), — тип, танауҙарын сөйөп, һөйөнә-һөйөнә китәләр.
51. Әйт һин:
— Аллаһ яҙғандан башҡа нәмә беҙҙең өҫкә килмәҫ. Ул— беҙҙең ярҙамсыбыҙ. Шуға күрә, һеҙ — мосолмандар, бары тик Аллаһҡа инанығыҙ, — тип. (52) Әйт һин:
— Һеҙ: беҙгә ике изгелектең береһе килер, тип көтәһегеҙме? Беҙ ҙә: һеҙҙең башығыҙға ике яманлыҡтың береһе килер, тип көтәбеҙ. Һеҙгә Аллаһтан яза килер йәки Аллаһ һеҙҙе беҙҙең ҡулдар менән һәләк итер, тип. Һеҙ ҙә көтөгөҙ, беҙ ҙә көтәбеҙ, — тип.
53. Әйт һин (монафиҡтарға):
— Үҙ теләгегеҙ менән биргән сығымдарғыҙ (саҙаҡағыҙ) ҙа, ирекһеҙҙән биргәнегеҙ ҙә ҡабул ителмәҫ, сөнки һеҙ юлдан яҙған тоҡом, — тип. (54) Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ышанмауҙары арҡаһында, намаҙҙы теләр-теләмәҫ уҡығанға күрә, саҙаҡаны рия менән, (ауырыһынып) биргәнгә күрә, уларҙың саҙаҡалары ҡабул булманы.
55. (Эй, Мөхәммәд) уларҙың (кәферҙәрҙең) байлығы һәм балаларының күплеге һине ҡыҙыҡтырмаһын, Аллаһ фани донъяла уҡ уларҙың ғазаптарын күбәйтеп, уларҙың кәфер булараҡ йән биреүҙәрен теләй.
56. (Монафиҡтар) беҙ ҙә һеҙҙең кеүек (мосолманбыҙ), тип Аллаһ исеме менән ант итә. Гәрсә, улар һеҙҙең кеүек (мосолман) түгел, улар бары тик (һеҙҙең ҡылыстан) ҡурҡҡан бер ҡәүемдер. (57) Һыйыныр урын йәки ҡасырлыҡ мәмерйә йәки кереп ҡотолорлоҡ бер тишек тапһалар, улар (һеҙҙән, диндән ҡасып) шул тарафҡа йүнәлерҙәр ине. (58) Саҙаҡалар хаҡында уларҙың һине ғәйепләгәндәре лә бар. Саҙаҡаларҙан уларға ла (бер өлөш) бирелһә, риза булалар, ә инде, уларға саҙаҡаларҙан (өлөш) бирелмәһә, асыуланалар. (59) Әгәр улар Аллаһ менән Рәсүле биргәндәргә риза булып:
— Аллаһ беҙгә етә, оҙаҡламай Аллаһ ниғмәтен бирәсәк, Рәсүлебеҙ ҙә беҙгә изгелекле буласаҡ; беҙ бары тик Аллаһтан ғына өмөт итәбеҙ, — тип әйтһәләр, бик яҡшы булыр ине лә һуң. (60) Саҙаҡа (зәкәт) Аллаһтан бер фарыз булараҡ, бары тик фәҡирҙәргә, меҫкендәргә, (зәкәт эштәрен башҡарыусы) йомошсоларға, күңелдәре (Исламға) ятҡандарға, (иреккә сығыу өсөн йән атҡан) ҡолдарға, бурысҡа батҡандарға, Аллаһ юлында көс сарыф итеп, Жиһадта ҡатнашҡандарға, юлсыларға бирелергә тейеш. Аллаһ барыһын да бик яҡшы белеп тороусы һәм хикмәттәр эйәһеҙер.
61. (Монафиҡтар) араһында Пәйғәмбәрҙе кәмһетеп һөйләүселәр ҙә бар, улар:
— Ул — ҡолаҡ (йәғни бөтөн нәмәне тыңлап-ишетеп тороусы), — тинеләр.
Һин уларға:
— Ул һеҙҙең өсөн яҡшылыҡтың ҡолағы, — тип әйт.
Ул Аллаһҡа иман килтерә һәм иман килтергән кешеләргә ышана; арағыҙҙан иман килтергән кешеләргә рәхмәт, Аллаһтың илсеһен рәнйеткәндәргә хәтәр яза булыр, — тип әйт. (62)Һеҙҙең ризалығығыҙҙы алыу өсөн, улар Аллаһ исеме менән ант итә. Әгәр улар ысындан да мосолман булһалар, Аллаһ менән Рәсүлүлланың ризалығын ҡаҙанһындар. (63) Улар шуны ла белмәйҙәрме икән һуң, кем дә кем Аллаһ менән Рәсүлүллаға ҡаршы ғәмәл ҡыла, шул йәһәннәм утында мәңге ҡаласаҡ. Бына ошо була инде рисуайға ҡалыу. (64) Монафиҡтар күңелдәрендә булған (мәкерҙе) асып һала торған аят индерелеүенән ҡурҡалар. Әйт:
— Һеҙ көлөгөҙ, Аллаһ эсегеҙҙәге яманлыҡты асып һаласаҡ, — тип. (65) Әгәр уларҙан (мыҫҡыллы көлөүҙәре тураһында) һораһаң, шик юҡ:
— Беҙ бары тик шаяртабыҙ ғына, — тип әйтәсәктәр. Әйт һин:
— Аллаһтан, Уның аяттарынан, Уның Пәйғәмбәренән көлөргә баҙнат итәһегеҙме? — тип. (66) Аҡланырға тырышмағыҙ, сөнки һеҙ иман килтереп тә һуңынан кәферлеккә күскән затһыҙҙар булдығыҙ. Тәүбә иткәндәрегеҙҙе ярлыҡаһаҡ та, гөнаһтарына күрә, башҡаларына яза бирәсәкбеҙ. (67) Монафиҡ ирҙәр менән монафиҡ ҡатындарҙың барыһы ла бер сыбыҡтан үрелгән; улар боҙоҡлоҡҡа йөҙ тотоусылар, изгелектән баш тартыусылар, һарандар. Улар Аллаһты онотто. Аллаһ та уларҙы онотто. Сөнки монафиҡтар нәжеслектең үҙеҙер.
68. Аллаһ ике йөҙлө ирҙәрҙе лә, ике йөҙлө ҡатындарҙы ла, кәферҙәрҙе лә йәһәннәм утында мәңге яндырырға вәғәҙә итте. Аллаһ уларға етәр, Аллаһ уларға ләғнәт ебәрҙе. Уларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ яза әҙерләп ҡуйҙы. (69) (Әй, монафиҡтар, кәферҙәр) һеҙҙән элек йәшәгәндәр кеүек, һеҙ ҙә кәферлек ҡылдығыҙ. Һеҙҙең менән сағыштырғанда, улар ҡеүәтлерәк тә, байырак та, балалары ла күберәк ине, рәхәт йәшәйҙәр ине. Элек йәшәгәндәр кеүек, һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙән рәхәт күрҙегеҙ, улар кеүек, һеҙ ҙә аҙғынлыҡҡа сумдығыҙ. Быларҙың ғәмәлдәре фани донъяла ла, Әхирәттә лә файҙа бирмәҫ. Улар ҙур юғалтыуҙарға дусар. (70) Әллә һуң уларға әүәл йәшәгәндәр(ҙең гөнаһтары) тураһындағы хәбәр барып ирешмәнеме? Нух, Ғәд һәм Сәмүд халыҡтары, Ибраһим ҡәүеме, Мәдйән кешеләре, аҫты өҫкә килгән шәһәрҙәр тураһында хәбәр уларға ишетелмәнеме икән ни? Уларға пәйғәмбәрҙәр асыҡ мәғәнәле аяттар алып килде. Аллаһ уларға йәбер бирмәгән дә булыр ине, ләкин улар үҙҙәренә үҙҙәре яза алды.
(«Пәйғәмбәрҙәр алып килгән ул аяттарҙы тегеләр ялғанға сығарҙы. Нух пәйғәмбәр үҙ халҡына күндерелде, үҙ халҡы уны инҡар итте, Аллаһ илсеһе булараҡ таныманы, Аллаһты бер тип һанаманы. Һәм Нухтың халҡы һыуға батып һәләк булды. Ғәд ҡәүеменә иһә Һуд пәйғәмбәр ебәрелгән ине. Гөнаһтары өсөн уларҙы Аллаһ дәһшәтле ел-дауылда һәләк итте. Хәҙрәти Салихты үҙ халҡына пәйғәмбәр итеп юлланы. Уның халҡы ла ер тетрәүендә юҡҡа сыҡты. Хәҙрәти Ибраһим ҡәүеме әшәке себен һөжүменән үлеп бөттө. Мәдйән халҡына Шөғәйеп илсе булып килде. Гөнаһлы халҡы утта янып һәләк булды. Лут пәйғәмбәрҙең халҡы ҡала харабалары аҫтында юҡ булды».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
71. Мөьмин ирҙәр менән мөьминә ҡатындар бер-береһенең дуҫылыр. Улар изгелек юлына өндәй, яманлыҡтарҙан баш тартырға өгөтләйҙәр, намаҙ ҡалдырмайҙар, зәкәт бирәләр, Аллаһҡа һәм Уның Рәсүленә итәғәт итәләр. Бына быларға Аллаһ рәхмәтен бирер. Шик юҡ, Аллаһ бөйөк һәм хикмәт эйәһелер. (72) Аллаһ мосолман ирҙәренә, мөслимә ҡатындарға мәңге йәшәү өсөн аҫтында йылғалар ағып торған йәннәттәр һәм Ғәден ожмахтарында яҡшы урындар әҙерләп ҡуйҙы. Аллаһтың ризалығы һәр нәмәнән дә өҫтөндөр. Бына бөйөк ҡотолоу ошо булыр.
73. Ий, Пәйғәмбәр! Кәферҙәргә һәм монафиҡтарға ҡаршы Жиһад ит. Уларға ҡырыҫ бул. Уларҙың барыр ере - йәһәннәм. Бик тә хәтәр ул — Улар барасаҡ ер. (74) (Ий, Мөхәммәд) улар:
— Валлаһи, көфөр һүҙ әйтмәнек, — тип, Аллаһ исеме менән ант итә.
Гәрсә, көфөр һөйләнеләр һәм мосолман булғандан һуң йәнә кәферлеккә ҡайттылар. Ҡулдарынан килмәгән эшкә алындылар. Аллаһ менән Рәсүл уларҙы (мосолмандарҙы) үҙ ниғмәттәре менән байытҡаны өсөн үс алырға тырышалар. Әгәр улар (был эштән) тәүбә итһәләр ине, үҙҙәренә яҡшыраҡ булыр ине. Имандан йөҙ сөйөрһәләр, Аллаһ уларҙы фани донъяла ла, Әхирәттә лә әрнеүле яза биреүсе, ғазапҡа дусар итеүсе булыр. Ер йөҙөндә уларҙың ярҙамсыһы ла, дуҫтары ла юҡ.
75. Улар араһында:
— Әгәр Аллаһ беҙгә байлыҡ бирһә, һис шикһеҙ, саҙаҡа бирер инек һәм, әлбиттә, беҙ ҙә изгеләрҙән булыр инек, — тип Аллаһ ҡаршыһында ант итеүселәр ҙә бар. (76) Ләкин Аллаһ хазинаһынан уларға байлыҡ бирелгәс, һаранланып (Аллаһ әмеренән) баш тартып, биргән анттарын боҙҙолар. (77) Ниһайәт, Аллаһҡа биргән вәғәҙәләре һәм ялған таратыуҙары арҡаһында, Аллаһ Тәғәлә уларҙың күңеленә Әхирәткә хәтле эйәреп бара торған нифак-монафиҡлыҡ (фетнәсе һәм ике йөҙлөлөк) ғәҙәтен һалды. (78) Аллаһ уларҙың (монафиҡтарҙың) серен, йәшерен һөйләшкәндәрен һәм гөнаһ ҡылғандарын бик яҡшы белеп торғанын (монафиҡтар үҙҙәре) белмәйҙәрме икән ни һуң? (79) Үҙ теләге менән саҙаҡа биргән мосолман кешеһенән һәм үҙ тырышлыҡтары менән генә тапҡан малынан әҙ генә саҙаҡа биргәндәрҙән (монафиҡтар) мыҫҡыл итеп көләләр. Аллаһ уларҙың үҙҙәрен мәсхәрә итәсәк. Һәм уларҙы әрнеткес ғазапҡа һаласаҡ.