Хәшер (Ҡыуып сығарыу) сүрәһе
(Хәшер сүрәһе 24 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Хәшер» — ҡыуып сығарыу, бер урынға туплау, йыйнау мәғәнәләрендәге һүҙ. 2—7 нсе аяттарҙа йәһүд ҡәбилаһе Надир тоҡомон ҡыуыпп сығарыу тураһында һөйләнә. Һүҙҙең беренсе мәғәнәһендәге исемде алған сүрә.)
Бисмилл әһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла еңелеү белмәҫ, хикмәт эйәһе —Аллаһты маҡтап тәсбих әйтә.
2. Китабы булған халыҡтың иман килтермәгәндәрен (Тәурәтле йәһүдтәрҙе) әүәлгеһендә йорттарынан ҡыуып сығарған — Аллаһтыр. Һеҙ уларҙың ҡыуыласағын күҙ алдына ла килтерә алмай инегеҙ. Улар: ҡәлғәләребеҙ беҙҙе Аллаһтан һаҡлар, тип өмөтләнә ине. Әммә Аллаһтың язаһы уларға көтмәгән яҡтан килде. Ул уларҙың йөрәктәренә ҡурҡыу һалды. Улар өйҙәрен үҙ ҡулдары менән һәм дә мөьминдәрҙең ҡулы менән харап иттеләр. Әй, һеҙ! Башында аҡылы булғандар, бынан ғибрәт алығыҙ. (3) Әгәр ҙә Аллаһ уларҙың тәҡдиренә ҡыуыласаҡтарын яҙып ҡуймаған булһа, әлбиттә, уларҙы донъяла уҡ язалаған булыр ине. Әхирәттә лә улар өсөн йәһәннәм ғазабы бар. (4) Был (ҡыуылыу һәм язалар) уларҙың Аллаһҡа һәм уның Пәйғәмбәренә ҡаршы килеүҙәре арҡаһында булды. Аллаһҡа ҡаршы килгән кеше белеп торһон, Аллаһтың язаһы бик тә хәтәр буласаҡ.
5. Хөрмә ағастарының берһен генә киҫеүегеҙ ҙә йәки киҫмәйенсә ҡалдырыуығыҙ, Аллаһтың рөхсәте менән генә булыр. Аллаһ юлдан яҙғандарҙы меҫкен хәлдә ҡалдырыу өсөн шулай эшләй.
6. Аллаһ ярҙамы менән уларҙан алған ғәнимәт малдары Пәйғәмбәргә тейеш; сөнки һеҙ ул малды алыр өсөн ат менеп, дөйәгә атланып килмәнегеҙ. Аллаһ пәйғәмбәрҙәрен айырым кешеләрҙән өҫтөн ҡылыр. Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә. (7) Аллаһ ярҙамындә Пәйғәмбәр өсөн яулап алынған илдәрҙәге байлыҡ-ғәнимәт Аллаһҡа, Пәйғәмбәргә, уның яҡындарына, йәтимдәргә, фәҡирҙәргә һәм юлда ҡалған юлсыларға булыр. Шулай булғас, был малдар, был байлыҡ бары тик байҙар араһында ғына бүлешер өсөн була алмай. Пәйғәмбәр һеҙгә нимә бирһә, шуны алығыҙ, нәмәне алырға тыя икән, уны алмағыҙ. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Аллаһтың язаһы бик тә хәтәрҙер. (8) (Аллаһ биргән был ғәнимәт малдары) йорттарынан ҡыуылған һәм малдары таланған, Аллаһтан бер ниғмәт һәм ризалыҡ өмөт иткән, Аллаһтың диненә һәм Пәйғәмбәренә ярҙам иткән фәҡир мөһәжирҙәргә бирелергә тейеш. Бына, улар — тура юлдағылар. (9) Байтаҡтан әүүәл Мәҙинәне ватан итеп, ихлас күңелдән иман килтергән кешеләр үҙҙәре янына күсеп килгән мөһәжирҙәрҙе яҡын итеп ҡаршы алырҙар, уларға бирелгән мал (ғәнимәт) арҡаһында (күпсенеп) көнләшеү хисе тоймаҫтар. Хатта үҙҙәре ҡыйын хәлдә (ас) булһалар ҙа, улар (мохтаждарҙың, Мөһәжирҙәрҙең) ихтыяжын алға ҡуйыр. Кем нәфсеһен (малға хирыҫлығын) тыя белә, шул мораҙына ирешкәндәрҙән булыр.
10. Быларҙан һуң килеүселәр әйтер:
— Раббыбыҙ, беҙҙе һәм беҙҙән элек килеп киткән иманлы ҡәрҙәштәребеҙҙе, зинһар, ярлыҡа; күңелдәребеҙҙә, иман килтергәндәргә ҡаршы һис бер хөсөтлөк ҡалдырма. Раббыбыҙ, шик юҡ, Һин — сикһеҙ мәрхәмәтле, сикһеҙ рәхмәтле.
11. Монафиҡтарҙы берҙә күргәнең юҡмы ни? Китаплы халыҡтың кәфер булған ҡәрҙәштәренә әйттеләр:
— Әгәр һеҙ йортоғоҙҙан ҡыуылһағыҙ, шик юҡ, беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә китәсәкбеҙ; һеҙҙән башҡа һис берәүгә лә эйәрмәйбеҙ. Әгәр һуғышҡа керер булһағыҙ, әлбиттә, ярҙам итербеҙ, — тигән һүҙҙәрен ишетмәнеңме? Аллаһ шаһиттыр, улар, әлбиттә, ялғансы.
12. Ысындан да, әгәр улар ҡыуылһа, монафиҡтар йорт ташлап, уларға эйәрмәҫ. Тегеләре һуғышҡа керһә, ярҙамға килмәҫ. Табандарын ялтыратып, һуғыш ҡырын ташлап ҡасырҙар. Ахырҙа уларҙың үҙҙәренә лә ярҙам итеүсе булмаҫ.
13. Шуныһы көн кеүек асыҡтыр, һеҙҙән ҡурҡыу уларҙың йөрәктәренә кереп урынлашҡан. Был ҡурҡыу Аллаһ ғазабынан ҡурҡыуға ҡарағанда көслөрәк. Улар — (Хәҡиҡәттең ҡайһы яҡта икәнен) аңламай торған нәҫел.
14. Улар (иманһыҙҙар) берҙәм булып һеҙгә ҡаршы һуғыша алмаҫтар; нығытылған ҡәлғәләр артына йәки таш ҡоймаларға боҫоп ҡына һуғышырҙар. Үҙ араларындағы һуғыш ҡаты булыр. Гәрсә, улар һиңә берҙәм булып күренер, әммә уларҙың күңелдәре айырым. Улар — аҡылға ултырмаған бер халыҡтыр. (15) Уларҙың хәле үҙҙәренән алда ғына йәшәп киткән һәм гөнаһтарына күрә язаһын да алған ҡәүемдәрҙеке кеүек. Уларға хәтәр яза бар.
16. Монафиҡтарҙың хәле иһә нәҡ шайтандың хәле кеүек. Шайтан кешегә:
— Инҡар ит! — тине. Кеше инҡар иткәс:
— Мин һеҙҙән йыраҡ торам, сөнки мин ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһтан ҡурҡам, — ти. (17) Икеһенең дә ахыры — мәңгелек ут булыр. Улар шунда ҡаласаҡ. Бына был (йәһәннәм) — залимдарҙың язаһы.
18. Әй, иман килтергән бәндәләр! Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм һәр кем, киләсәк өсөн нимә әҙерләгәнлеге тураһында уйланһын. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙан хәбәрҙар. (19) Аллаһты онотҡан һәм шуның арҡаһында Аллаһ та уларға (яҡшылыҡтың) нимә икәнен онотторған кешеләр кеүек булмағыҙ. Улар — Аллаһ юлынан яҙған бәндәләр. (20) Йәһәннәмгә кергәндәр менән йәннәткә кергәндәр тиң булмаҫ. Йәннәттәгеләр — мораҙҙарына ирешкән мөьминдәр.
21. Әгәр ҙә Беҙ был Ҡөръәнде тау башына индергән булһа инек, ихтимал, Аллаһтан ҡурҡыуҙан тетрәп, тау урталай ярылған булыр ине. Был миҫалдарҙы Беҙ кешеләр һабаҡ алһын, тип килтерәбеҙ.
22. Аллаһтың сифаты шулдыр —Унан башҡа олуғ ҡөҙрәтенә эйә зат юҡ. Күренмәгәндәрҙе лә, күренгәндәрҙе лә белеп тороусы. Аллаһ — мәрхәмәтле, Аллаһ — рәхимле. (23)Аллаһтың сифаты шулдыр — Унан башҡа олуғ ҡөҙрәткә эйә зат юҡ. Ул бөтөн мөлкәттең берҙән-бер хужаһы, изгеҙер, именлек өләшеүсе, ышаныс биреүсе. Күҙәтеп, һаҡлап тороусы. Еңелеү белмәҫ. Теләгәнен башҡарыусы. Олуғлыҡта тиңе булмаған. Уға тиңләштерелгәндәрҙең барсаһынан өҫтөн — бер Аллаһ. (24) Аллаһ шулдыр, Ул (ғәләмдәрҙе) барлыҡҡа килтереүсе; яралтыусы (юҡтан бар итеүсе), хасил иткәндәргә рәүеш (тәртип, һүрәт, система) биреүсе — Аллаһ. Иң матур исемдәр Аллаһта ғына. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барсаһы Уға тәсбих әйтә. Ул — һәр ваҡыт ҡөҙрәт һәм хикмәттәр эйәһе.