Мүмтәхинә (Ҡатын-ҡыҙҙы һынау) сүрәһе

(Мүмтәхинә сүрәһе 13 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Мүмтәхинә» — һыналыуға дусар ҡатын, тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әй, иман килтергән халыҡ, әгәр Минең юлымда һуғы­шырға һәм ризалығымды алырға теләһәгеҙ, Минең дә дош­маным, һеҙҙең дә дошманығыҙ булғандарға хөрмәт күрһәтеп, йәшерен мөхәббәт тәрбиәләгәндәрҙе дуҫ итмәгеҙ. Сөнки улар һеҙгә килгән Хәҡиҡәтте (Ҡөръәнде) инҡар итте. Аллаһҡа инанғанығыҙ өсөн, Пәйғәмбәрҙе лә, һеҙҙе лә ватанығыҙҙан ҡыуҙылар. Мин һеҙҙең йәшерен эштәрегеҙҙе лә, асыҡ ҡылмыш­тарығыҙҙы ла бик яҡшы белеп торам. Кем быны ҡылһа (иманһыҙҙарҙы дуҫ итһә, уларға мөхәббәт тотһа), шул тура юл­дан яҙған булып иҫәпләнер.

2. Әгәр ҙә инде улар һеҙҙе тотҡон итһә, дошманлыҡ ҡылһалар, ҡулдары һәм телдәре менән һеҙҙе рәнйетеп, (Аллаһты инҡар итеп, динегеҙҙән) ваз кистерһәләр, (3) Ҡиәмәт көнөндә яҡын ҡәрҙәштәрегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа һеҙгә фай­ҙа итә алмаҫ. Аллаһ һеҙҙе уларҙан (яҡындарығыҙҙан) айырыр. Аллаһ бөтөн ғәмәлдәрегеҙҙе күреп тора.

4. Хаҡтыр, Ибраһим да һәм уның менән бергә булған­дар ҙа һеҙҙең өсөн гүзәл бер үрнәк булып тора. Улар ҡәүем­дәренә әйттеләр:

— Беҙ һеҙҙән һәм Аллаһты инҡар итеп, башҡа нәмәләргә табынғандарҙан ҡәтғи баш тартабыҙ. Һеҙҙе (туғандары­быҙ тип) танымайбыҙ. Һеҙ бары тик бер Аллаһҡа иман килтергәнегеҙгә саҡлы, арабыҙҙағы дошманлыҡ, асыу-үпкә бөт­мәйәсәк. Ләкин Ибраһим атаһына әйтте:

— Әлбиттә, мин (Аллаһ) һине кисерһен тип (доға ҡылып) ялбарасаҡмын. Ләкин Аллаһтан һиңә киләсәкте (бер генә язаны ла) мин тотҡарлай алмаясаҡмын, — тине. Мөьминдәр әйтте:

— Раббыбыҙ, бары тик һиңә генә һыйындыҡ, һиңә генә йүнәлдек. Ҡайтыш та бары тик Һинең тарафҡа ғына була­саҡ.

(«Хәҙрәти Ибраһим иман килтермәгән атаһына, иман килтерер өсөн форсат уаҡыты бирә, һәм шул арала атаһы өсөн ярлыҡау һорап, Аллаһҡа ялбара, ләкин инде һуң була, Ибраһимдың атаһы инде Аллаһ тарафынан ярлыҡанмаҫ дәрәжәләге кәферҙәр рәтенә ҡуйыла. Сөнки Аллаһтың: кәферҙәр өсөн ярлыҡау булмаҫ, тигән әмере бар». Али Тургут тәфсиренән.)

5. — Раббыбыҙ, беҙҙе инҡарсылар хөкөмөнә тапшырып, тәжрибә-һынау кешеләре итмә. Ярлыҡа беҙҙе. Йә, Раббыбыҙ! Берҙән-бер еңеүсе һәм хикмәт эйәһе бары тик Һин Үҙең генә.

6. Хаҡтыр, улар (пәйғәмбәрҙәр менән сәхәбәләре) һеҙҙең өсөн, Аллаһҡа һәм Әхирәткә ышанғандар өсөн гүзәл үрнәк. Кем йөҙ сөйөрә, (шул һәләкәткә дусар). Һис шикһеҙ, Аллаһ бай (бер нимәгә лә мохтаж түгел), Ул маҡтауға лайыҡ.

7. Ихтимал, ике аралағы (иман килтергән туғандар менән иман килтермәгән туғандар араһындағы) дошманлыҡты бөтөрөп, Аллаһ һеҙҙе оҙаҡламай дуҫлаштырыр ҙа. Аллаһтың көсө етәрлек. Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәт эйәһе.

8. Һеҙҙең яҡтан дин юлында һуғышмаһа ла, һеҙҙе ватанығыҙҙан ҡыумаған кешеләргә изгелек ҡылыуығыҙҙы һәм улар­ға ғәҙел булыуығыҙҙы Аллаһ тыймаҫ. Аллаһ ғәҙел булғандар­ҙы ятарта.

9. Динегеҙгә ҡаршы һеҙҙең менән һуғышып, һеҙҙе ватанығыҙҙан ҡыуып сығарғандарҙы һәм ҡыуып сығарыуҙа кәферҙәргә ярҙам итешкәндәрҙе дуҫ итһәгеҙ, Аллаһ хупламаҫ. Кем шулар менән дуҫлаша, шулар залимдар булыр.

10. Әй, иман килтергән әҙәмдәр! Мөьминә ҡатындар һижрәт итеп, һеҙҙең янға килһә, уларҙы һынағыҙ. Улар иманлымы-юҡмы икәнен Аллаһ бик яҡшы белә. Уларҙың иманлы ҡатындар икәненә ышанғас, уларҙы кәферҙәргө ҡайтармағыҙ. Был ҡатындар уларға хәләл түгел. Тегеләре лә был ҡатындарға хәләл булмаҫ. Уларҙың ирҙәре биргән мәһерҙәрен кире ҡайтарығыҙ. Мәһерҙәрен ирҙәренә кире ҡайтарған осраҡта, уларға өйләнеү гөнаһ булмаҫ. Кәфер ҡатындарҙы никахығыҙҙа тотмағыҙ, улар өсөн булған сығымдарҙы талап итегеҙ. Улар ҙа шулай уҡ үҙ яҡтарынан булған сығымды һеҙҙән һораһын. Аллаһтың хөкөмө шундай. Арағыҙҙы Аллаһ хөкөм итә. Аллаһ барыһын да белеп тора, Ул — хикмәт эйәһе.

11. Әгәр ҙә берәй мөьминдең ҡатыны ташлап, кәферҙәргә ҡасып китһә, һеҙ улар менән һуғышығыҙ, еңгәндән һуң, ҡатынһыҙ ҡалған иргә (ҡасып киткән ҡатынға тотҡан сығымдары ҡәҙәр) ғәнимәт малынан өлөш бирегеҙ. Үҙегеҙ иман килтергән Аллаһ ҡаршыһында ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан һаҡланы­ғыҙ.

12. Эй, пәйғәмбәр! Иманлы ҡатындар һиңә килеп:

— Аллаһҡа тиңдәштәр уйлап сығармаҫбыҙ, урлашмаҫбыҙ, зина эшләмәҫбеҙ, үҙ сабыйҙарыбыҙҙы үлтермәҫбеҙ (көмәнебеҙҙе төшөрмәҫбеҙ), ҡулдарыбыҙ менән аяҡтарыбыҙ араһында булғандарҙы ялғанлап (йәшерен уйнаштан тыуған балабыҙҙы) башҡа иргә һылтамаҫбыҙ, изгелекле эштәрҙә һиңә ҡаршы булмаҫбыҙ, тип ант итһәләр, анттарын ҡабул ит һәм улар өсөн Аллаһтан ярлыҡау һора. Шик юҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.

13. Әй, иман килтергән әҙәм балалары, Аллаһ язаға тарт­ҡан ҡәүемде дуҫ итмәгеҙ. Сөнки улар Әхирәт көнөнән өмөт өҙҙө. Кәферҙәр (мәйеттәрҙең терелеп) ҡәберҙән сығыуҙарына ышанманы.

Саф (Рәт) сүрәһе

(Саф сүрәһе 14 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. Аллаһ юлын­дағы изге һуғыш - Жиһадта һуғышуысыларҙыц ғәскәр сафы тураһындағы сүрә.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Күктәрҙәге (фәрештәләр, ҡоштар, есемдәр) һәм Ер­ҙәге (кешеләр, хайуандар, үҫемлек, тауҙар, диңгеҙҙәр) Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыла. Аллаһ өҫтөндөр, хикмәт эйәһелер.

2. Әй, иман килтергән кешеләр! Эшләй алмаған, эшләмә­йәсәк нәмәләрегеҙ тураһында ни өсөн әйтәһегеҙ? (3)Эшләмәйәсәгегеҙ тураһында эшләйем, тип әйтеүегеҙ Аллаһтың нәфрәтенә дусар.

4. Аллаһ Үҙ юлында һуғышҡанда (дошман түгел, ел дә үтеп керә алмаҫлыҡ) тоташ саф булып һуғышҡандарҙы хуп­лай. Дөрөҫө шул.

5. Бер ваҡыт Муса ҡәүеменә:

— Әй, халҡым, минең Аллаһ тарафынан күндерелгән пәйғәмбәр булыуымды белгәнегеҙ көйөнсә, ни өсөн мине рәнйетәһегеҙ? — тине.

Улар тура юлдан сыҡҡас, Аллаһ уларҙың күңелдәрен дә аҙаштырҙы. Аллаһ фәсиҡтәр өйөрөн тура юлға күндермәҫ.

6. Иҫегеҙҙәме һуң, Мәрйәм улы Ғайса:

— Әй, Исраил тоҡомо, мин Аллаһтың һеҙгә ебәргән илсеһе булам, минән алда килгән Тәүрәтты дөрөҫләүсе һәм минән һуң да киләсәк Әхмәт исемле бер пәйғәмбәр тураһында һөйөнөслө хәбәр килтерҙем, — тине. Был хаҡта ул ышаныслы дәлилдәр килтергәс, улар:

— Был - көн кеүек ап-асыҡ бер сихыр, — тинеләр.

7. Исламды ҡабул итегеҙ, тип өгөтләп тә Аллаһ хөкөмдә­ре тураһында ялған һөйләгән кешенән дә ҡәбәхәтерәк кеше бар­мы икән! Аллаһ ҡәбәхәттәр өйөрөн тура юлға йүнәлтмәҫ. (8) Улар ауыҙы менән Аллаһтың нурын һүндерергә теләй, кәферҙәргә ул нур кәрәкмәһә лә, Аллаһ нур индереүҙән туҡтамаҫ. (9) Мөшриктәр теләмәһә лә, Исламды бөтөн диндәрҙән дә өҫтөн итер өсөн Пәйғәмбәрен тура юл һәм Хаҡлыҡ менән күндергән — Аллаһтыр.

10. Әй, иманға килгән кешеләр, һеҙҙе әсе ғазаптан ҡот­ҡарасаҡ бер алыш-биреш ысулын һеҙгә күрһәтәйемме? (11) Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә инанығыҙ, малдарығыҙ менән, йәнегеҙ менән Аллаһ юлында Жиһад итегеҙ. Белеп тороғоҙ, был һеҙҙең өсөн бик тә хәйерле ғәмәл булыр.

12. Был тәҡдирҙә Аллаһ һеҙҙең гөнаһтарығыҙҙы кисерер, һеҙҙе арыҡтарынан шишмәләр ағып ятуысы йәннәттәргә, Ғәден йәннәтендәге мөһәбәт һарайҙарға уры­нлаштырыр. Бына, бөйөк моратҡа ирешеү шул булыр. (13) Күңелегеҙгә хуш килә торған тағын бер нәмә булыр: һеҙгә Аллаһтан ярҙам килер, унан һуң оҙаҡ та уҙмаҫ, бөйөк еңеү булыр. Шулар тураһында хәбәр итеп, һин мөьминдәрҙән һөйөнсө ал.

14. Әй, иманға килгән бәндәләр! Аллаһтың динендә пәйғәмбәрҙәргә ярҙамсы булығыҙ. Мәрйәм улы Ғайса үҙе­нең хауариҙарына (сәхәбәләр кеүек яҡындарына) әйткән ине:

— Аллаһ юлынан киткәнемдә миңә кем ярҙамсы булыр? — тине. Хауариҙар иһә:

— Аллаһ юлында һиңә беҙ ярҙамсы булырбыҙ, — тинеләр. Исраил тоҡомонан бер төркөм халыҡ иман килтерҙе, башҡалары инҡар итте. Ниһайәт, Беҙ иманлыларҙы дошман­дарынан өҫтөн сығарҙыҡ. Иманлылар еңеүсе булды.

Жумға (Йома) сүрәһе

(Жумға сүрәһе 11 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла донъя милкенең хужаһы, кәмселектән азат, ғәләмдәрҙең Раббыһы, хөкөмдар — Аллаһҡа тәсбих әйтә.

2. Хәреф танымаған наҙандар араһынан сығып, үҙҙәренә аяттар уҡыған, уларҙы сафлыҡҡа өндәгән, уларға Китап һәм хикмәтте өйрәткән бер Пәйғәмбәр күндереүсе Аллаһ булды. Хаҡтыр, улар башта ҡиблаһыҙ аҙашып йөрөүсе ҡәүем ине.

(Йәһүдтәрҙән, христиандарҙан айырмалы булараҡ, ғәрәптәргә уларҙан алда китап индерелмәгән ине).

3. (Пәйғәмбәрҙе Аллаһ) мөьминдәргә генә түгел, уларға ҡатнашы булмаған башҡа халыҡтарға ла индерҙе. Аллаһ — сикһеҙ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе.

4. Был - Аллаһтың мәрхәмәтелер. Ул теләгәненә рәхмәтен индерер. Аллаһ — сикһеҙ миһырбан эйәһе.

5. Тәүрәт китабы бирелеп тә, уның буйынса ғәмәл ҡылма­ған бәндәләрҙең хәле тау-тау китап тейәгән ишәктеке кеүек­тер. (Күп китап ташыһа ла, ишәккә белем кермәҫ.) Аллаһтың аяттарын боҙоп күрһәтеүсе ҡәүемдең хәле бик тә яман. Аллаһ залимдар өйөрөн тура юлға күндермәҫ.

6. Әйт һин:

— Әй, йәһүд халҡы! — тип. — Һеҙ бөтөн халыҡтарға ҡара­ғанда ла беҙ генә Аллаһҡа яҡын дуҫ, тип раҫламаҡсы була­һығыҙ, әгәр һүҙегеҙ хаҡ икән, әйҙәгеҙ, тиҙерәк үлегеҙ (Аллаһҡа тиҙерәк яҡынайырһығыҙ, сөнки Аллаһтың дуҫтары Әхирәткә ышана.) (7) Ләкин эшләнгән гөнаһтарынан ҡурҡып, улар үлемде ашыҡтырмаҫтар. Аллаһ залимдарҙы бик яҡшы белеп тора.

8. Әйт һин:

— Һеҙ үлемдән ҡасһағыҙ ҙа, ул һеҙҙе яҡалаясаҡ. Ахырҙа күренгәнде һәм йәшеренде белгән Аллаһ хозурына килтереләсәкһегеҙ. Аллаһ нимә ҡылғанығыҙ тураһында һеҙгә хәбәр бирәсәк.

9. Әй, иман килтергән кешеләр! Йомға көндө намаҙға саҡырғас (аҙан әйтелгәс), Аллаһты зикер итергә ашығығыҙ һәм алыш-биреште ҡалдырып тороғоҙ. Беләһегеҙ килһә, был эш (намаҙ уҡыу) һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк булыр.

10. Намаҙ уҡылып бөтөүгә үк ҡайһығыҙ ҡайҙа таралығыҙ һәм Аллаһтан ниғмәт һорағыҙ. Аллаһты күп зикер иткән ке­шенең Сәғәдәткә ирешеүе ихтимал.

11. Улар берәй ерҙә әйбер һатҡандарын күрһәләр йәки берәй тамашаға юлыҡһалар, һинең яңғыҙыңды ҡалдырып, китеп барырҙар. Әйт һин:

— Аллаһҡа яҡын тороу (намаҙҙа, сәждәлә, доғала булыу) та­машанан да, сауҙанан да яҡшыраҡ, — тип. Аллаһ — ризыҡ биреүселәрҙең иң хәйерлеһе.

Наши рекомендации