Аумыһығыҙ, — тинек бер тауыштан.

— Һаубыҙ, — тип кенә сикләнде ул. Әллә был апайҙың кәйефе юҡ инде? Кеше менән ипләп һөйләшмәй, буғай. Ҡырт киҫеп яуапланы. Хатта дауаханала табиптар беҙгә йылмайып һүҙ ҡуша ине. Шунан теге апай беҙгә ҡарап торған балаларҙы әрләргә тотондо:

— Нимә йыйылышып киттегеҙ бында, ас ҡарғалар? Берәй ят кеше күренһә, элмәндәшеп килеп етәһегеҙ! Бөтәһен белергә, күрергә кәрәк һеҙгә! — Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, тегеләрҙең бер нисәүһе ҡасып өлгөргәйне. Әммә һары сәсле апай ҡысҡырыуын дауам итте:

Ну ялҡыттығыҙ һеҙ мине, ну хәлемде бөтөрҙөгөҙ. Сәстәремде лә ағартыусы бары һеҙ генә. Тағы һеҙгә нимә етмәй, ә? Төркөмөгөҙҙә генә ултырһағыҙ нимә була? Ҡарға кеүек темеҫкенеп тик йөрөйҙәр. Марш бынан!

Уның "марш" тигәнен ишеткәс, башы эйелә төшкән малай-ҡыҙҙар тиҙ арала таралышып бөттө. Беҙ ҡайҙа килеп эләктек икән? Теге милиционер ағай ҙа төпкә инеп китте лә, юҡ булды. Тиҙерәк китергә кәрәк бынан, тиҙерәк! Ҡысҡырыуын тыңлап торғас, ҡолағым сыңлап китте.

Апай, һеҙ кем булаһығыҙ? — Әлиә ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне.

Директор! Мәүлиҙә Нурғәлиевна исемем. Ярай, етәр! Миңә һорау биргәнде яратмайым. Киттектәр артымдан.

Оҙон коридор буйлап атлайбыҙ. Шунан уңға боролдоҡ, йәнә тура барҙыҡ. Күп тә үтмәй, дарыу еҫе аңҡып торған кабинетҡа килеп индек.

Бына беҙгә тағы дүрт йолҡош килде, — тине Мәүлиҙә Нурғәлиевна беҙгә төбәп.

Шәфҡәт туташы директор ингәс тә урынынан тора һалып, уның янына килде. Етәксеһенең һүҙен ҡеүәтләгәндәй, башын һелкте. Һары сәсле апай һөйләүҙән туҡтаманы:

Сәйҙә, бынауҙарҙың башын ҡарап сыҡ әле. Беттәре барҙыр ул! Әтеү бүтән балаларға йоғор.

Хәҙер, Мәүлиҙә Нурғәлиевна, хәҙер!

Уф, ошо йыйын алкаштарҙың мәхлүктәрен кеше итәм тип ғүмер үтер инде. Хөкүмәткә нужа итеп ниңә табаларҙыр ул, аптырайым. Шунан ошо йолҡоштарҙы дөрөҫ юлға баҫтырам тип күпме нервы бөтә. Бына былар ҙа әле генә шым күренә: тамаҡтары туйһа — шашырҙар әле...

Апай, ниңә улай әйтәһегеҙ, — тип ризаһыҙлығымды белдермәйенсә түҙә алманым.

Уй, шымып тор әле, маңҡа, — тине ҡаты тауышлы етәксе.

Был апайҙың да балалары бармы икән? Булһа, мин уларҙы йәлләмәйем. Нисек түҙәләр икән? Беҙҙең әсәй улай түгел ине...

Фотоаппарат тотоп, медпунктҡа ниндәйҙер ағай килеп инде.

Дүртәүһен дә теҙеп фотоға төшөр. — Мәүлиҙә апай уға бойороҡ бирҙе. — Бер нисә йылдан кеше булып китһәләр, шашына башлайҙар. Ҡайҙан килгәнен, ниндәй ҡиәфәттә булғандарын оноталар. Тамағы туйһа, өҫ-башы йүнле әйбер күрһә, шулай ҡылана улар. Ә беҙ шул саҡ иҫенә төшөрөр өсөн фотоһын күрһәтербеҙ, эйе бит! — тип көлгәс, ирендәре йәйелеп китте. Теге ағай шалт-шолт итеп беҙҙе фотоға төшөрҙө лә юҡ булды.

Шәфҡәт туташы кабинетына күҙлек кейгән йыуан ғына апай килеп инде. Беҙҙе күргәс, көлөп ебәрҙе.

Таныш булығыҙ — Рәйфә апайығыҙ. Ул һеҙҙең тәрбиәсе, — тине директор. Беҙ иҫәнләштек...

Ата-әсәләре ҡайҙа йөрөй икән, Мәүлиҙә Нурғәлиевна?

Лгәндәр...

Нимә булған икән?

Лләсе. Шуртым белһен. Туймаҫтай булып эскәндәрҙер...

Улай түгел! — Әлиә быларға ҡаршылығын белдерҙе. — Һеҙ беҙҙең атайҙы ла, әсәйҙе лә белмәйһегеҙ. Шулай булғас, ниңә улайтып әйтәһегеҙ?

Уй, Мәүлиҙә Нурғәлиевна, былар менән эшләүе ауыр булыр ул. Бынау ҡыҙҙың теле бик үткер күренә.

Улай тимәгеҙ апайыма! Сығарығыҙ беҙҙе, өйөбөҙгә ҡайтабыҙ, — тинем.

Аб-бау! Кәкре аяҡлы малай ҙа шул сама. Апаһы менән килешкән. Ярай мин уларҙы тәртипкә өйрәтермен. — Рәйфә апай тигәндәре шулайтып киҫәтеп ҡуйҙы.

Рәйфә, һин быларҙы төркөмгә алып бар. Аҙаҡ тағы һөйләшербеҙ әле.

Ярай, Мәүлиҙә Нурғәлиевна.

Тәрбиәсе беҙҙе икенсе ҡатҡа алып китте. Рәйфә апай бүлмәләр менән таныштырып йөрөгәндә, беҙгә бер ҡыҙыҡай осраны.

Апай, тағы дүрт детдомовский өҫтәлдеме? — тип һораны тәрбиәсенән.

Кит бынан, йөрөмә юлда! — Рәйфә апай теге ҡыҙҙы ҡыуып ебәрҙе.

Quot;Детдомовский" һүҙе ҡолағымды йыртып индеме ни! Бер-беребеҙгә аптырап ҡарап алдыҡ. Әлиәнең йөҙө ҡасты. Башым әйләнеп китте. Йәшен атҡандай тойолдо.

Бында ҡалмайбыҙ, сығарығыҙ беҙҙе! — Апайым илап ишек яғына ынтылды.

Беҙ өйгә ҡайтабыҙ! — тине Алһыу.

Сәйемә әйтәм, әйтәм! — Зөлфирә лә ҡысҡырып илай башланы.

Еңлемде ҡулынан тотоп алдым да сығыу яғына дүртәүләп йүгерҙек. Әммә ишек бикле ине. Типкеләп тә ҡараныҡ, ә ул асылманы...

Сараһыҙҙан түҙә алмай, иҙәнгә ултырып түгелеп иланыҡ. Ишек төбөндә беҙ оҙаҡ ҡына шулай үкһеп ултырҙыҡ. Беҙ бөгөндән — детдом балалары...

Сәйемдең йыры

Аумыһығыҙ, — тинек бер тауыштан. - student2.ru

"Детдом балаһы" тигән һүҙгә яйлап күнә лә башланыҡ. Урамда китеп барғанда кешеләрҙең бер-береһенә ҡарап:

Ана, детдом балаһы йөрөп ята. Берәй нәмәңде сәлдереп ҡуймаһын! — тиеүҙәренә лә аптырамайбыҙ. Балалар йортонда йәшәһәк тә, ауыл мәктәбенә йөрөйбөҙ. Халыҡ детдомдыҡыларға бер төрлөрәк ҡарай. Малайҙарҙың береһе эш ҡылһа: "Эй шул детдомдыҡыларҙан яҡшыны өмөт итмә инде", — тиҙәр ҙә ҡуялар.

Балалар йортона килгәс тә, иң кесебеҙҙе бүтән төркөмгә урынлаштырҙылар. Детдомда йәмғеһе биш төркөм бар һәм балаларҙы йәшенә ҡарап бүләләр. Беренсе төркөмдә әле саҡ атлай башлағандары, ә бишенсеһендә — юғары кластарҙа уҡығандар. Зөлфирәне беҙҙән айырыуҙары үтә лә ҡыйын булды, сөнки һеңлемдең хәлен беләм тип теләгән ваҡытында барып булмай — ундағы график буйынса ғына. Ә был йортта тәртиптәр ҡаты — һин шуға буйһонорға тейешһең. Ҡайһы саҡта һеңлебеҙ йәшәгән төркөмгә барһаҡ — уның бите тырналған йәиһә ҡулы күгәргән осраҡ та булғылай. Баҡтиһәң, йә малайҙар уға ҡул күтәрә, йә тәрбиәсе шулайтып "уҡытып" маташа. Балалар йортондағы тормош ошондайыраҡ һынауҙарҙан башланды.

Ебеҙҙә йәшәгәндә урамға сығыу ҡыйын түгел ине. Ә бында тик тәрбиәсе рөхсәт итһә генә оло бәхет тәтей. Әгәр төркөмдәштәрҙән берәйһе мәктәптән "икеле" алып ҡайтһа, язаһын бөтәһе лә татый. Күмәкләшеп дәфтәр-китапҡа ғына текәлеп көнө буйына ултырырға тейешбеҙ.

Теләгән нәмәңде ашатмайҙар. Колбаса, кәнфит, ҡаймаҡ тигәндең нимә икәнен дә оноттоҡ. Бик күп ризыҡтарҙы бында ашарға ярамай. "Санэпидемстанция рөхсәт итмәй" тиҙәр ҙә ҡуялар. Уныһы кемдер ул, белмәйем.

Ярты йылға яҡын бында йәшәп, шуны аңланым: балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә төрлө икән. Беҙҙең төркөмдә ике тәрбиәсебеҙ һәм улар бер-береһенән шул тиклем айырылалар. Рәйфә апай уҫалыраҡ тойолһа, Хәкимә апай, киреһенсә, һәр саҡ алсаҡ йөҙлө.

* * *

Был байрамды бала саҡтан түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Быйыл да ошо көндә ниндәйҙер мөғжизә булыр, күптәнге хыялдарым тормошҡа ашыр тип ышандым.

Яңы йылға тиклем ике аҙна ҡалғас та, бер нисә малай-ҡыҙҙы тамаша залына йыйып алдылар. Уларҙың араһында мин дә бар. Ундай сараларҙа элек өйҙә йәшәгәндә лә ҡатнаштым. Әле балалар йортонда ла һәләтемде күрһәтермен, тип уйланым.

Балалар! — тип башланы һүҙен байрамды ойоштороусы апай. — Иң күркәм байрамға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Шуға ла беҙ ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, бөгөндән үк эшкә тотонорға тейешбеҙ. Әйҙәгеҙ әле, беҙ бүтәндәрҙе иҫ киткес тамаша менән ҡыуандырайыҡ!

Наши рекомендации