Йҙәгеҙ! — Алғы рәттә ултырғандарҙың күҙҙәре балҡып китте.
Шуға иң һәләтлеләрҙе йыйып алдым да инде. Беҙ әкиәт сәхнәләштерербеҙ. Имеш, Кащей исемле яуыз зат Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы үҙендә бикләп тота! Ә Ҡуян, Төлкө, Айыу һәм башҡалар байрамыбыҙҙың төп ҡунаҡтарын ҡотҡарырға тейеш. Ҡыҙыҡмы әкиәт?
Эйе-е! Ҡыҙыҡ! — тип кемуҙарҙан ҡысҡырҙыҡ. Күңел күтәрелеп китте. Бына хәҙер Айыу буласаҡмын һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡотҡарасаҡмын.Үәт, шәп була!
Ойоштороусы ролдәрҙе өләшә башланы. Тик ниңәлер урман йәнлектәрен уйнарға бүтәндәргә бирҙеләрсе.
Миңә? — тинем аптырам.
Ойоштороусы көлдө лә:
Ин, Ильяс, Кащей булаң, — тине. — Быны һин генә булдырасаҡһың.
Ниңә улай, апай! Мин насар, ҡурҡыныс нәмәне уйнағым килмәй, бүтәндәр минән көләсәк.
Юҡсы, туғаным. Һиңә иң яуаплы бурыс йөкмәтелде. Был бит ысынында түгел, ә әкиәтте күрһәтеү генә.
— Нимәңде мыжып тораһың унда! — тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, артымда тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай тора. Ул тамаша залына беҙҙең эш нисек барыуын ҡыҙыҡһынып ингән икән. Уны күргәс тә, башым түбән эйелде. Ә Рәйфә апай һөйләүҙән туҡтаманы:
Й, ошо Ильясты! Үҙенә күрә түгел — әллә кем булып ҡылана ул. Гелән йә артист, йә яҙыусы булам ти ҙә йөрөй, йә ғалим булам тип аптырата. Ә үҙенең кәкре аяғы хаҡында уйлап та бирмәй. Һиңә Кащейҙы уйнайһың тип әйткәндәр бит, тимәк, булаһың!
Тамашаны ойоштороусы мине яҡларға тырышты:
Ильяс ризалашты ул. Беҙ уның менән аңлашырбыҙ. Был бит бары әкиәт кенә.
Шунда уҡ ризалашырға тейеш ине. — Күҙлеген һөртә-һөртә һөйләнде Рәйфә апай. — Ыңғайына торһаң, елкәңә менеп ултырырҙар. Күҙеңде соҡорҙар. Һин, һеңлем, әле яңы ғына бында эшләйһең, шуға быларҙың холҡон белеп бөтмәйһең. Мин бында егерме йылдан артыҡ сәс ағартам. Ә бына Ильясты Кащей итеп ҡуйып — бик шәп иткәнһең! Ул бит Кащейҙың һыңары. Уға костюм тегеп этләнергә лә кәрәкмәй, футболкаһын сисһә — ҡабырғалары үтә күренеп тора. Нәҙек ҡулы, кәкре аяҡтары... Һуйған да ҡаплаған Кащей!
Кемдән көлөргә генә белмәй ултырған малай-ҡыҙҙар шарҡылдашырға тотондо:
Ха-ха... Ильяс — Кащей!
Нәҙек бармаҡ...
Кәкре аяҡ.
Рлегемдән сыҙай алмай, күҙҙәрем йәшкә тулышып, сығып ҡастым...
Нисек кенә теләмәһәм дә, Яңы йыл кисәһендә яуыз герой ҡиәфәтендә уйнарға тура килде. Байрамға тиклем, бик күп шиғырҙар ҙа ятланым, сөнки бының өсөн Ҡыш бабай тәмле-татлы бирәсәген яҡшы беләм. Ә бында, детдомда, ундай тәмлекәстәр күберәк иң яҡты төштә генә осрай.
Ысынлап та, тырышлығым юҡҡа сыҡманы. Ике кеҫәм дә кәнфит-печеньелар менән тулды. Яңы йыл етеүгә һанаулы сәғәттәр ҡалғас, беҙҙең төркөм йәнләнеп китте. Үҙебеҙ эшләгән төрлө биҙәүестәрҙе бынан бер нисә көн элек урынлаштырып бөткәйнек. Әле иһә бөтәһе лә аш бүлмәһенән сығышмай. Байрам хөрмәтенә билмән бешерәләр. Бында ҡыуанырлыҡ нимә бар тиерһегеҙ? Мин өйҙән айырылғандан бирле уның тәмен дә онота башланым. Бында йылына бер генә тәтей икән ошо бәхет.
Рәйфә апай, билмән бештеме икән?
Көтөп тороғоҙ саҡ ҡына! Хәҙер бешә тинем бит...
Уның еҫе сыҡҡан да инде. Күптән әҙерҙер, — кемдер ныҡыша бирә.
Тайығыҙ бынан, ас ҡарғалар! Йөрөйһөгөҙ эргәмдә темеҫкенеп. Һалһам — башымды ашарһығыҙ, билләһи! — Ҡоштарҙы ҡыуған кеүек ҡулы менән һелтәнде. — Бешһә лә ултыра бирһен, әйҙә. Сәғәт 12 тулыр саҡта ғына һоғонорһоғоҙ!
Танһыҡ ризыҡҡа алданып йөрөһәк тә, күңел төбөндә моңһоулыҡ бар. Их, әгәр хәҙер атайым да, әсәйем дә тере булһа... Рәхәтләнеп йәшәр инек. Билмән тиеп аш бүлмәһе янында өйөрөлөп йөрөр инемме? Юҡ! Атай үҙе һәр беребеҙгә уйынсыҡ алып бирә. Беҙ яңы ғына өйрәнгән йырҙы уға ишеттерәбеҙ... Хәтирәләр, хәтирәләр.
Рәйфә апай саҡырғас, бөтәбеҙ ҙә өҫтәл артына ултырҙыҡ. Ап-аҡ шәшкеләргә сәй яһалды, һәр беребеҙгә унышар билмән һалынды. Мандарины ла, кәнфите лә, төрлө һуты ла бар ине өҫтәлдә. Тик һаман ниҙер етмәгән кеүек. Әллә ата-әсәйебеҙ булмағас, өҫтәлдең йәме юҡ инде.
Рәйфә апай ҡотлап телмәр тотто:
Балалар, һеҙҙе ошо байрам менән ихлас ҡотлайым! Беҙҙең тормошта төрлө хәлдәр ҙә булғылай: ҡайһы саҡта һеҙҙе әрләп тә алам. Әммә быны мин тик торғандан эшләмәйем. Һеҙ йүнле кеше булһын тип тырышам. Мәктәптә яҡшы уҡығыҙ һәм беҙҙе тыңлап йөрөгөҙ. Әйҙәгеҙ, тормошобоҙ йәмле булһын!
Сәғәт даң-доң ун икене һуға. Элек өйҙә саҡта ошо мәлдә теләк теләй инек. Хәҙер ҙә шуны эшләргә кәрәк.
Янымда ултырған Әмилә исемле класташымдан ҡыҙыҡһынып ҡуйҙым:
Инең ниндәй теләгең бар?
Алла бирһә, әсәйем беҙҙе килеп алһын ине. Детдомдың нимә икәнен дә онотормон. Ә һинеке, Ильяс?
Миләнең һүҙҙәрен ишеткәс, шаҡ ҡаттым да ҡуйҙым. Мин бит ата-әсәйемдең яңынан терелеүен теләй алмайым, сөнки был мөмкин түгел. Ҡасандыр балаһын ташлап киткән әсәй генә уны кире үҙ ҡосағына алыуы ихтимал. Ниңә генә минең әсәйем дә төрмәлә ултырмай икән?! Ҡайтыр ине бит бер заман. Их, көнләштем шул саҡ Әмиләнән. Өмөтһөҙлөктән ҡыйын булып китте. Туҡта әле, туҡта! Миңә бит атайым нимәлер бирәм тигәйне! Әммә ул нимә икәнен һис кенә лә белмәйем. Атайым өсөн ғүмере буйына иң ҡәҙерле булған әйберҙе берәй ҡасан ҡулға алһамсы, тип уйлап ҡуйҙым. Ошо теләктең булыуы ла күңелде бер аҙ күтәреп ебәрҙе.
Шул саҡ телевизорҙан бик шәп концерт күрһәтә башланылар. Уларҙы беҙ иғтибар менән ҡарап ултырабыҙ. Бына экрандан Валентина Толкунова күренде. Әсәйемдең иң яратҡан йырсыһы бит! Ниңәлер шул оҙон сәсле апайҙың тауышын яратып тыңланы ул. Үҙемде белгәндән алып таныш йыр ҡолағымды иркәләне:
...Буду любить тебя всегда,
Я не могу иначе...