Атай, атай, һиңә сәй яһаным.
Яуап булманы.
Сәйең һыуына, атай... — тиһә лә апайым, атай урынынан торорға ашыҡманы. Аптырағас, Әлиә янына барып уятырға булды.
Ата-а-й! Ат-та-ай! — Йән өҙгөс тауыштан һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әлиәнең йөҙө ап-аҡ ине. Ҡото осҡан, үҙе һикерәңләп миңә нимәлер аңлатырға тырыша, ҡулы менән әллә кемде ҡыуырға маташҡандай һелтәнә. Апайҙың анау хәтлем ҡысҡырыуына башҡалар ҙа уянды.
Атайыбыҙ үл-гә-ән! Ҡот-ҡар-ығыҙ! Үл-гән! — тип йәнә һөрәнләне.
Тәнем зымбырлап китте. Нисек инде атай үлгән!? Ошо уй мейемде телеп үтте. Быуындар ҡалтырай башланы. Тын алыуы ауырлашты. Нимә эшләргә белмәй, шаҡ ҡатып ҡалдым. Ней илай алманым, ауыҙымды асып һүҙ ҙә әйтеп булмай.
Ле беренсе класта уҡыған иң кесебеҙ Зөлфирә нәҙек тауышы менән сеңләп илап ебәрҙе. Ул ауаз әле булһа ла ҡолаҡ осонда сыңлай. Әйтерһең дә, көсөктө инәһенән тартып алғандар, ә ул ярҙам һорап һөрәнләй. Алһыу апайым да үҙәк өҙгөс илауы менән уға ҡушылды.
Й үкһегән тауыш менән тулды. Һәр беребеҙҙән сөбөр-сөбөр тамған күҙ йәштәрен тыйып булмаҫтай... Ошо мәлдә бөтә ер сөм-ҡара төҫкә буялған кеүек тойолдо миңә.
Дүртәүләшеп атай мәйете алдында оҙаҡ ҡына илап торҙоҡ. Бәлки, беҙҙе йәлләп, терелер, тип уйлағанбыҙҙыр.
Атайым, уян инде, илатма беҙҙе! — тип иң кесебеҙ уның ҡулынан да тартып ҡараны. Ә ул хәрәкәтһеҙ тик ята. Күҙҙәре лә йомолмаған. Үлгән кешенең күҙе йомоҡ була ла инде! Бәлки, атай шаярталыр? Күмәкләшеп уның ҡулдарын һелкетергә тотондоҡ, һеңлебеҙ сәсенән дә тартҡылап ҡараны. Етмәһә, атай ҡулына нимәнелер ныҡ итеп ҡыҫҡан да, ысҡындырырға ла теләмәй. Абайлабыраҡ ҡараһам — ғаиләбеҙ менән төшкән фото. Арабыҙҙа әсәй ҙә бар. Их, булған шул бәхетле саҡтар! Атайыбыҙ әле булһа ла шул кәртишкәгә ҡарап ята кеүек.
Аҙаҡ нисек урманға барып сығыуымды әле лә төшөнә алмайым. Бейек ҡарағайҙар араһында йөрөп, үҙемде тынысландырырға тырышҡанымдыр, күрәһең. Төшкә табан ғына өйгә ҡайтым индем. Ҡапҡа шар асыҡ тора ине. Кәртә тулы халыҡ, бөтәһенең дә күҙе йәшкә мансылған.
Ололар бер-береһе менән һөйләшкәндә шундай һүҙҙәр ишетелеп ҡала:
Их, бахырҡайҙар. Бигерәк бәләкәйҙәр шул.
Ней алып ҡалырға яҡын туғандары юҡ.
Оләсәй-олатайҙары иҫән булһа бер хәл...
Апайҙарымдың, һеңлемдең биттәре ҡыҙарып, күҙ төптәре шешеп бөткәйне. Атайҙы өй уртаһына һалып ҡуйғандар. Ап-аҡ тауарға урағандар. Әбейҙәр ҙә, бабайҙар ҙа беҙҙе тынысландырырға тырыша:
Й, донъяла берәү ҙә мәңге йәшәмәй...
Уй инде ҡуй. Алла бирһә, аяҡҡа баҫырһығыҙ әле.
Тик күп иламағыҙ. Күҙ йәшегеҙ мәрхүмдең ҡәберенә тулыр ҙа, атайығыҙ һыуҙа ятыр.
Кискә табан ҡаланан апай-ағайҙар ҙа килеп төштө. Кемдер уҡыуҙарына шылтыратып әйткән, күрәһең.
Йола буйынса үлгән кешене бер төн өйөндә тоталар икән. Мәйетте көтөргә күрше-тирәлә йәшәгән бабайҙар йыйылды. Беҙҙе иһә ҡаршылағы ағайҙарға алып китергә булдылар. Мәйет ятҡан өйҙә бала йоҡларға тейеш түгел, тинеләр.
Шулай ҙа мин күршеләргә бармаҫҡа булдым, сөнки атайҙың үлеменә әле һаман ышанып бөтмәй инем. Уның эргәһендә ултырғы килде.
Ярай, ир балаға ҡалырға була ул, — тине бабайҙар.
Төнө буйына атайҙың үле кәүҙәһе алдында ултырҙым. Керпек тә ҡаҡманым. Бер ваҡыт ул тын алып ебәрмәһенме!
Атай тере, ҡарағыҙ! Ул әле генә тын алды! Атайым үлмәгән! — тип ҡысҡырҙым да ултырғыстан һикереп төштөм. Шунан битен һыйпап ҡараным. Элек кешеләрҙән ишеткәнем бар ине. Берәүҙе үлгән, тигәндәр, ә уның йөрәге саҡ ҡына туҡтап торған икән. Ул уянып киткән дә, бөтәһен дә шаҡ ҡатырған. Тимәк, минең атайым да үлмәгән!
Ололар тертләп китте:
Бала арыған, йоҡларға алып барығыҙ, — тинеләр. Иртәгәһенә кеше өйөндә уяндым.
* * *
Атайымды ауылда "апа" тип йөрөттөләр. Русса әйткәндә, "дядя" була инде. Беҙҙең яҡта атайыңдан оло ир затын шулай атайҙар. Ауылдың аҡһаҡалы булһынмы, барыбер атайыма ҡустым тип өндәшмәй, ә апа ти. Бындай исем биреүҙең сәбәбе лә бар. Атайым техниканы шул хәтлем яҡшы белде. Тракторҙы бер көн эсендә вис һүтеп, иртәгәһенә "һә" тигәнсе яңынан йыйып ҡуйыр ине. Ярҙам һорап килгәндәргә лә һис ҡуй тип әйткәне булманы. Тракторҙың тауышынан ҡайһы урыны насар эшләгәнен белә ине. Хатта берәүҙәр аҙналар буйына йүнәтә алмаған "тимер атты", атайыбыҙ бер көндә "теҙгенләй" торғайны.
Бер заман колхоз гөрләп торған осорҙа "апаны" баш механик итеп ҡуйғандар. Ул ап-аҡ күлдәк кейеп эшкә килгән. Ҡараһа, йәш тракторист нимәнелер ремонтлап маташа. Атайым ҡайһы ерен сисергә, нисек нығытырға кәрәклеген өйрәтеп киткән. Төштән һуң тегенең эргәһенә барһа, ул һаман соҡона икән. Атайым йәне көйөп, үҙе ремонтларға тотонған. Эштән ап-аҡ күлдәге мазутҡа буялып ҡайтҡан. Ә бит баш механиктың бурысы башҡа. Иртәгәһенә колхоз етәкселегенә барған да:
Кире тракторист итеп ҡуйығыҙ. Кешегә аҡыл өйрәткәнсе үҙем эшләйем! — тигән.
Ябай һәм ярҙамсыл булғанға ауыл халҡы уны хөрмәтләп "апа" тип йөрөттө. Ә мине "апаның улы" тиҙәр ине...
Атайҙы өйҙән алып сыҡтылар. Урам кеше менән тулды. Яңы ғына аңлай башланым: атай бит башҡаса бер ҡасан да был өйгә ҡайтмаясаҡ. Уның яғымлы тауышын да ишетмәйәсәкбеҙ. "Балаҡайым, тор инде", тип уятыусы ла булмаҫ. Класташтарға атайым шуны алып бирҙе, быны алып бирҙе, тип хәҙер маҡтана алмаҫмын. Урманға ла еләк ашарға кем менән йөрөрбөҙ икән?
Зөлфирә һеңлебеҙ, атайҙың кәүҙәһен алып сыҡҡанда, йәнә нәҙек тауышы менән сеңләп ебәрҙе: