Диалогик һөйләмде баһалау.
- “5”ле ҡуйыла: тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа; әңгәмәләшенең һорауҙарында тулы яуап ҡайтарһа;
- “4”ле ҡуйыла: дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа; 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә;
- “3”лө ҡуйыла: уҡытыусы ярҙамында ғына һорау йәки яуап бирһә; һорауҙар биргәндә һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр ебәрһә йәки өйрәнмәгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә; 4-5 һөйләм хатаһы ебәрһә;
- “2”ле ҡуйыла: әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән яуап бирһә йәки бирә алмаһа; 8-ҙән артыҡ хата ебәрһә;
Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.
Диктанттарҙы баһалау.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр инә.Грамматик эштәр өҫтәп бирелгәндә,диктант текстары бер аҙ ҡыҫҡартыла.Орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: I класта-3 орфограмма, II -4/1 , III- 5/2 , IV-6/2 , V -8/3 VI-10/3 , VII -12/6, VIII-14/6, IX-16/6
Диктантты баһалағанда төҙәтелә,әммә иҫәпкә алынмай торған хаталар:
1)мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;
2)әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;
3)автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуация;
4)механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.
Тупаҫ булмаған хаталар:
1)ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2)бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3)бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4)үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
Хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2пунктуацион хата булған эшкә: 1/0,1/2,0/2.
Орфографик, 2 пунктуацион ,1орфографик, 3 пунктуацион: 2/2,1/3,2/3,3/3,1/5,0/7.
«3»- 4 орфографик, 4пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4,3/5,3/6,
өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.
Орфографик, 9 пунктуацион: 8/10,9/9
«1»- уҡытыусы ҡарамағында.
Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:
«5»-бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.
«4»-эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.
«3»-яртыһынан әҙерегә дөрөҫ эшләнһә.
«2»-бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгән.
Инша һәм изложениеларҙы баһалау.
Билдәләр | Баһалауҙың төп критерийҙары | |
Йөкмәтке һәм телмәр | Грамоталылыҡ | |
«5» | 1.Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә. 2.Фактик хаталар юҡ. 3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла. 4.Эштең һүҙлеге бай. 5.Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәтке яғынан-5, телмәр яғынан 5 кәмселек булырға мөмкин. | 3орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин. |
“4” | 1.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем тайпылыштар бар). 2.Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар. 3.Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған. 4.Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин. 5.Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8, телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин. | 7 орфографик, 6 пунктуацион йәки 2 орфографик, 13 пунктуацион, 5 грамматик хата |
“3” | 1.Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ. 3.Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. 4.Эштә йөкмәтке яғынан -15, телмәре яғынан15 хата булыуы мөмкин. | 10 орфографик,13 пунктуацион, 8 грамматик хата |
“2” | 1.Эш теманы асмай. 2.Бик күп фактик, һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән. 3.Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ. 4.Эштең йөкмәткеһендә-20, телмәрендә-20-нән күберәк хата ебәрелгән. | 12-15орфографик,10 пунктуацион,12 грамматик хата . |
Биәт буйынса
Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар. Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә, тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә,
йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.
Уҡыу тиҙлеген тикшереү
Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.
Баһалар
Кластар | «5» | «4» | «3» | «2» |
I | 15-тән кәмерәк | |||
II | 30-ҙан кәмерәк | |||
III | 40-тан кәмерәк | |||
IV | 55-тән кәмерәк | |||
V | 80-дән кәмерәк | |||
VI | 90-дан кәмерәк | |||
VII | 100-ҙән кәмерәк | |||
VIII | 110-дан кәмерәк | |||
IX | 120-нән кәмерәк |
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу; телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү; бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.