Бөрйән ырыуы башы - Иҫкебей 1 страница
Бөрйәндәрҙең ырыу башлығы Иҫкебейҙең бер ҡыҙыҡ ҡына ғәҙәте бар. Әгәр башында ҡайнаған уй-фекерҙе тәртипкә килтерергә булһа - һунарға сығырға ынтыла. Әле был юлы ла үҙенең иң яҡын бер тиҫтә ярандарын алып өс көн урман ҡыҙырҙы. Эх, сәхрәләре лә һуң был яҡтарҙың! Һауаһы ниндәй саф! Урман-тауға өйрәнгән кеше даланы мөһәтһенмәй. Урман - ул бында йәшәгәндәр өсөн-аҙыҡ сығанағы, туйындырыусы ла, һыйындырыусы ла, кейендереүсе лә, һөйөндөрөүсе лә ул. Ҡош тауыштарын тыңлап ялдар итеүең - үҙе ни тора! Урман һауаһын еҫкәп, тәбиғәтә йөрөүең - үҙе бер ғүмер.
Иҫкебей ҡырҙа йөрөһә лә төп йорт менән бәйләнеште өҙмәй, көн һайын бер - ике һыбайлы ҡайтып әйләнә, йомоштарҙы үтәй, ил хәлдәрен белеп килә. Шулай итмәйенсә лә булмай, сөнки Иҫкебей башҡа башҡорт ҡәбиләләре араһында иң эре һаналған Бөрйән ҡәбиләһенең башлығы, икенсе һүҙ менән әйткәндә - хужаһы. Атаһы Дүсән бей өс йыл элек ҡәбилә дилбегәһен уға тотторҙо. Алтмыштан уҙған ҡарттың ырыу-ҡәбилә ҡамытынан ҡотолоп, үҙенең уғланына тапшырыуы башҡорттар араһында ғәҙәти хәл. Ил аҡһаҡалдары ла йыйылышып бындай ҡарарҙы хупланы. Был - бер, икенсенән, Иҫкебей атаһының берҙән-бер уғлы. Хәҙер ҡырҡ йәште артмаҡлаған, донъяның әсе-сөсөһөн татып өлгөргән, күп кенә бәрелештәрҙә үҙ уҡ-һаҙағы, үҙ ҡылысы менән ҡатнашҡан ир уртаһы булған хоҙай ҡоло ул. Күп бәрелештәр шул ергә, малға талашыу арҡаһында килеп сыға инде. Үткән бәрелештәрҙә уны берҙе һөңгө менән сәнстеләр, ике тапҡыр ҡылыс менән саптылар - тере ҡалды, тимер күлдәк үлемдән ураған һайын ҡотҡара килде.Ҡайһы берәү “ауыр кейем” тип тимер күлдәкте кеймәй алышҡа сыға. Шул арҡала йә яра ала, йә үлеп ҡала. Ошондай бәрелештәрҙең береһендә Иҫкебейҙең имәндәй ныҡ һәм көслө ике улы, ҡамауҙа ҡалһа ла - бирелмәйенсә, аҡтыҡ көстәре ҡалғансы һуғышып, мәңгелек донъяға күсеп урынлаштылар. Күберәк алыш ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, нуғай ҡәбиләләре менән була. Башҡорттарҙың үҙ-ара тыныс, килешеп йәшәй белмәүҙәре лә бәкәлгә һуға. Ер өсөн талаш-тартышта, барымта-ҡарымтала күпме аҫыл ирҙәр башын һала, күпме бала- саға, йәш ҡатын-ҡыҙ әсиргә әйләнеп сит яҡтарҙа ҡол хәлендәге хеҙмәтсе сифатында зар-интизар булып көн күрергә мәжбүр.
Күҙен терәп торған бер ҡыҙы ҡалды ырыу башлығының. Шул ҡыҙға йөрәгендәге ҡайғыһын баҫты, улдары иҫкә төшкәндә ҡыҙына ҡарап йыуанды, малайҙарға булған һөйөүен дә ҡыҙына йүнәлтте, иркәләтте. Ҡыҙ - ата йортонда ҡунаҡ ҡына, иртәме-һуңмы кейәүгә сығып ситкә китәсәк. Йәш әле был ҡыҙ, яңыраҡ ҡына ун алты йәше тулып өлгөрҙө, нимә ашайым, нимә кейәйем тимәй - бай һәм ғәмһеҙ үҫте, шулай ҙа өй эсендәге эштәрҙе нисек башҡарырға икәнен йәштән төшөндө, әсәһенә ярҙам итте, бейә, һыйыр һауҙы, атта елеп йөрөргә өйрәнеп алды.Ҡара эшкә лә әрһеҙ булды ҡыҙы: утын бысты, ярҙы, бесән сапты, йыйҙы, күбәләне.
Бына ошондай уйҙарҙы уйлап килә торғас, ҡыуышҡа яҡынлағанын һиҙмәй ҙә ҡалған икән ырыу башы.
Ә тәбиғәттең үҙ ҡануны бар, ул кешеләрҙең йәшәйешенә бөтөнләй бойһонмай. Әле бына Урал тауҙарында тәбиғәттең уянған ваҡыты. Ҡайҙа ҡарама хозур матурлыҡҡа йәм өҫтәп иртә яҙҙан атҡан сәскәләр, бәрхәттәй йомшаҡ үләндәр, яңы ғына һуғылған төҫлө балаҫтай, күҙҙең яуын алып тора. Ниндәй генә ҡоштар тауышы сыҡмай урманда, ҡайһылай ғына ҡыр кейеге юҡ бында! Ана, аттар ҙа тиҙ арала көрәйешеп алдылар, түп - түңәрәк булып ялтырашып торалар, иркенләп аҡландарҙа утлайҙар.
Офоҡта ике һыбайлы пәйҙә булды. Былары хәл-әхеүәл белешеп килергә тип ебәрелгән йомошсолар Бүребай менән уның улы Һөйөндөк. Икеһенең дә кәпәсенә йәшел таҫма бәйләнгән. Йәшел таҫма - төп йорттан йәки башҡа урындан ниндәйҙер яңы мөһим хәбәр булыуын аңлата. Әгәр йомошсолар ҡыҙыл таҫма бәйләһәләр - быныһы бәлә билдәһе, тимәк яу ҡупҡан йәки ырыуҙаштарҙың береһе яҡты донъя менән хушлашҡан була. “Ниндәй мөһим хәбәр бар икән, - тип уйлап алды түрә бер аҙ тулҡынлана биреп, - әллә уйламаған урындан көтөлмәгән ҡунаҡтар килеп төщтө микән?”
Буребай түрәне алыҫтан уҡ танып атын уның яғына борҙо һәм аттан төшөп ата-олатанан күскән мосолман ҡануны буйынса ике ҡуллап килеп күреште. Икеһе лә сүкәйеп биттәрен һыйпап доға ҡылдылар. Шунан Бүребай ашыҡмай ғына һүҙ башланы:
- Иҫкебей ағай, һиңә ырыуҙың баш аҡһаҡалы Дүсән бей йәһәтләп ҡайтырға ҡушты, ҡунаҡтар килгән.
- Ҡайҙан килгәндәр, - тип һораны Иҫкебей.
- Тамъян иленән.
- Кемдәр ?
- Шаҡман түрә үҙенең эйәрсендәре менән.
Тиҙ генә юлға йыйындылар. Электән һунарсыларҙан ҡалған тәртипте һаҡлап, ҡыуыштың түбәһенә ҡаҡланған ит, ҡорот һәм тоҙ ҡыҫтырып ҡуйҙылар.
Ҡош-ҡорт, кейек инеп йөрөмәһен өсөн, ҡыуыш ауыҙын нығытып яптылар. Урманда аҙыҡ ҡалдырып китеүҙең хикмәте шул: асығып киткән үткенсе һунарсы, кәрәк булһа, бер көнгә булһа ла туҡтап тамаҡ туйҙырып китә ала. Үҙе нимә ҡалдыра ала - шуны ҡыҫтыра, булмаһа - хәл юҡ. Тик ҡайһы берҙә ҡалдырылған аҙыҡ “урман хужаһы” ҡушаматлы, алпан - толпан атлап йөрөгән айыу “олатай”ға ла эләгеп ҡуйғылай. Ләкин бындай осраҡтар бик һирәк була, сөнки улар кеше еҫе сыҡҡан урындарға бармауҙы хуп күрәләр.
“Ниндәй йомош тамъяндарҙы беҙгә юлыҡтырҙы икән”, - тип Иҫкебей төрлөсә уйлап ҡараһа ла бер ҙә ысынбарлыҡты юҫай алманы. Улар, бөрйәндәр түрәһе уйламаған мәсьәлә буйынса, “юҡ” артынан, йәки юҡты бар итер өсөн килгән булып сыҡтылар.
Тамъяндар иле түрәһе Шаҡман бей нишләптер һуңғы осорҙа сирләй ҙә китә, әллә һыуыҡ тейҙергән, әллә башҡа сәбәбе бар. Ауырып ятһаң - башҡа ғүмерҙә лә уйламаған әллә - ниндәй уйҙар килә.
Был донъяла бар эшен теүәлләп, бөтә теләктәрен дә тормошҡа ашырып аяғын һуҙыусылар һирәктер күрәһең, бәлки, юҡтыр ҙа. Шаҡман бейҙең был донъя менән иҫәп-хисабы байтаҡ күп ине әле. Алла алдында бар бәндә лә тигеҙ: ярлымы ул, баймы - маңлайына яҙылған яҙмышты үткәреп бөтөп, ваҡыты еткәс кенә был донъя менән хушлашырға тура килә. Шулай ҙа һәр кемдең күп кенә эшләнеп бөтмәгән эштәре ҡала. Аллаға ришүәт биреп ғүмереңде оҙонайтып булһа - ҡайһылай шәп булыр ине лә ул, ә ул саҡта тәүҙә ныҡ байҙар сиратҡа баҫыр ине, тик Аллаһы Тәғәлә барыһын да тигеҙ күрә. Ул - күктәргә ашҡан берҙән - бер Тәңре. Әҙәмдең бөтә ҡылған ғәмәлдәре яҙылып бара, тиҙәр, ай-һай дөрөҫтөр. Бөтәһен дә белеп, аңлап бөтөп булмай был ике донъя хәлдәрен.
Тап ошондай уйҙар килде һуңғы ваҡытта Шаҡман түрә башына. Бигерәк тә сирләгән ваҡыттарҙа.
Ул да күп нәмәгә өлгөрмәй ҡалды, күп теләктәре бөрөләнмәҫ борон селпәрәмә килде. Ҡараһа - ғүмер аҙағына килеп баҫҡан икән дә баһа!
Әммә ул үҙенең иң ҙур һәм иң төп маҡсатына ирешә алды. Иҫән булған саҡта улы Шаһиғәлене өйләндерҙе һәм Тамъян ырыуы бейе итеп иғлан итте. Аҡһаҡалдарҙың дөйөм йыйылышы был фекерҙе бер ауыҙҙан хупланы. Ырыу йыйынына сығарып тороу кәрәкмәҫ, тигән фекерҙе әйттеләр аҡһаҡалдар, сөнки шул уҡ ҡарарға киләсәктәр. Эйе, был ырыуҙа аҡһаҡалдар һүҙе - һүҙ, ә уларҙың ҡарары мотлаҡ үтәлергә тейеш. Хатта ҡәбилә башлығы ла уларға ҡаршы фекер йөрөтә алмай. Әлегә улар - баш, ҡәбилә түрәһе - түш кенә. Өйләндереү ил мәнфәғәте өсөн кәрәк ине.
Ил теҙгенен улына тоттороу өсөн ике бисәле итеп, мәртәбәле түрә яһау уның башында күптән йөрөй. Шәһиғәле бергә ғүмер иткән ҡатынын ҡайҙандыр ҡырҙан алып ҡайтҡайны. Мәрйә икәнен белгәс, атай кеше тәүҙә ҡаршы булып та ҡараны, тик улы ыҡҡа килмәне. Аптырағас мулла саҡыртып, Марияны Мәрйәм исеме менән алмаштырып, мосолманға әүерелделәр. Буй - һыны, төҫө бигерәк матур шул суҡынмыш килендең! Уныһына һүҙ юҡ! “Телһеҙ” килен тора-бара һәүетемсә генә башҡортсаны әпәләй башланы. Эшкә шәп булып сыҡты килен, шуныһы бигерәк оҡшай ҡайны кешегә. Тәүҙә ситтән килгән килен тураһында һәр төрлө ғәйбәт хәбәрҙәрҙең баҫылғанын көтөргә тура килде. Хатта һуңыраҡ та улына: “Әллә киленде “ысҡындырып” ебәрәһеңме, сит бауыр бит, төрлө хәбәрҙәр йөрөй”, - тиһә лә улы ризалашманы, бындай тәҡдимгә ҡырҡа ҡаршы булды. “Атай! Киленең мине бер саҡ үлемдән алып ҡалды”, - тине лә артабан һүҙен ҡуйыртманы.
Иң мөһиме, тамъяндарға Уралда, яңы төбәктә, ныҡлап тамыр йәйергә кәрәк ине. Сөнки был ҡәбилә бында башҡаларҙан һуңыраҡ килеп ултырҙы. Олатайҙарының йәнтөйәктәре Алтай яғы, Йәнәсәй йылғаһының үрге ағымы.
Улына шәп кәләш әйттереү ниәте уны тирә яҡтағы илдәрҙе, уйы менән генә булһа ла, барлап сығыуға этәрҙе. Минзәлә башҡорттарына барыр инең - бик алыҫта йәшәйҙәр, ҡатнашҡандары ла юҡ. Түбәнге Ағиҙел башҡорттары ырыуҙары күп тә ул, ләкин ваҡ ҡыналар: Йәнәй, Гәрәй, Ҡырғыҙ, Йылан, Йәлдәк, Ҡаршын, Ҡаңлы, Таҙ, Диуанай, Ыуаныш ырыуҙары Тамъянға тиң түгелдәр. Тағы ҡатайҙар бар, ләкин бик ҡырыҫ халыҡ булып күренде улар уға.
Бөрйән түрәһе Иҫкебейҙең йәш һәм матур, баҫалҡы холоҡло ҡыҙы барлығын ишеткәс - күп уйлап торманы, бөгөнгө көн иртә менән атын ошо тарафҡа борҙо.
Бөрйән ырыуының аҡһаҡалдар ҡоро башлығы, йәки ырыуҙың баш аҡһаҡалы уны һәм эйәрсендәрен йылы ҡаршыланы, аптырап та китмәне, әллә килеү сәбәбен һиҙенде инде, нисек кенә булмаһын юлсыларға бер ниндәй һорау биреп тормайынса, һунарҙа йөрөгән Иҫкебейгә йәһәтләп сапҡын ебәрергә булды. Әмәлгә ҡалғандай Иҫкебейҙең үҙенән ике һыбайлы килеп төштө. Бына шуларҙы ҡымыҙ менән һыйлап алғандан һуң, урманға кире ебәрҙе.
Ярай әле Иҫкебей алыҫ китмәгән булып сыҡты. Хәл-әхеүәл һөйләшеп ҡымыҙ эсеп бөтөүгә ҡайты төштө.
Көрәгә индергән йәш кешенең Иҫкебейҙең ҡыҙы икәнен һиҙеп, Тамъян түрәһе “хас йырҙарҙа йырланылған һылыуҡайҙың үҙе бит был”, - тип уйлап ҡуйҙы, бер ҡарауҙан оҡшатты. Берәү менән дә кәңәш итеп тормаҫтан ҡәтғи ҡарарға килде: улына тик ошо ҡыҙҙы алып бирергә! Ике ир-уҙаман алдында ошо юҫыҡта һүҙ башланы. Иҫкебей сиселеп барманы: “Мин егет кешегә бирәсәкмен, тигән уйҙа йөрөйөм”, - тип үҙ яғына ҡайырҙы, уғата эре ҡыланды.
“Эрелек - бөрйәндәргә хас сифат,” тип уйлап ултырҙы түрә - ҡунаҡ. Быларҙың башҡа ырыуҙарға ҡарағанда үҙҙәрен өҫтөнөрәк ҡуйырға яратыуҙары тураһында Шаҡман түрә күп ишеткәне бар ине. Шуға күрә ул бөрйәндәр түрәһенең ҡылығына артыҡ иғтибар биреп барманы.
Заманы шул: ниндәй түрә үҙ ырыуын башҡаларҙан өҫтөн ҡуймай ҙа, ниндәй генә илде йотоп ҡуйырға теләмәй. Шаҡман түрә үҙе шулай, ундағы һауалыҡ берәүҙә лә юҡ.
Ләкин был юлы Шаҡман үҙен уғата сабырлы итеп тотто, шулай кәрәк ине.
Килешә алманылар, шулай ҙа Бөрйән яғы ҡырҡа киҫеп тә ҡуйманы. Бындай етди эшкә ныҡышмалылыҡ, бөрйәндәр әйтмешләй - әрһеҙлек кәрәк.
Шаҡман түрә - еңмештәрҙең еңмеше. Ҡайтып бер аҙ тын алғас, Иҫке бейҙе һәм оло йәштәге атаһын да бер - нисә тапҡыр ҡунаҡҡа саҡырып алды. Килделәр, һыйланып ҡайттылар. Ә үҙе, саҡыралармы-юҡмы, төрлө сәбәптәр табып, бөрйәндәр иленә килә торҙо, гәпләшә торҙо, төрлө күстәнәстәрен йәлләмәне. Тамсы тама - тама таш тишә тигәндәй, Иҫкебей әллә ни ҡаршы булмай башланы, шикелле, йылы ҡаршы алды, һыйланы. Әңгәмәләшеүҙәр шулай йылға яҡын дауам итте. Ошо гәпләшкәндәрҙән сығып Шаҡман түрә шуны аңланы: Бөрйән түрәләре Тамъяндың үҙен “йотоп” алырға бер ҙә ҡаршы түгелдәр, тик йоторға уйлаған киҫәк бик ҙур бит әле! Шаҡмандың башынан ошондай уй йүгереп үтте: “былар буласаҡ кейәүҙәре аша беҙҙең илгә ҡул һалып маташырҙар әле, тик улым баш бирмәҫ! Донъя күреп, күп ерҙәрҙе байҡап ҡайтҡан кеше әле ул. Үҙегеҙ уның ҡулы аҫтында ҡалырһығыҙ әле, Хоҙай насип итһә”...
Ҡоҙалашыуға килеп терәлгәс, ни сәбәптәндер, быға тиклем әллә ни өндәшмәгән Дүсән бей ҡаты ҡаршы торҙо.
- Бөрйәндәр ул, Шаҡман уҙаман, иң таҙа башҡорттар! Кем иң боронғо ил? Беҙ, бөрйәндәр. Кем иң көслөһө? Тағы беҙ. Төшөндөңмө инде. Һин, бөрйәндәрҙән, мәҫәлән, үҫергәндәр, ҡыпсаҡтар нимәһе менән ҡайтыш, тип һорайһың. Үҫәргәндәрҙе беҙҙең менән сағыштырғанда, улар - сүп кенә. Ҡыпсаҡ ете ырыулы, тиһең. Уның ҡарауы беҙ, Бөрйән иле, ун ике тармаҡтан торабыҙ, һәр тармаҡ үҙе бер ырыуға торошло. Кем иле ҙур шунан? Йә әйтеп ҡара! Ә беҙҙең ҡыҙыбыҙҙай эшсән, һылыу был тирәлә бармы? Ю-ю-юҡ! Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек үҫте ул беҙҙең Айбикәбеҙ. Беҙҙең өсөн ҡыҙыбыҙ Айбикә генә түгел, Ҡояшбикә лә. Атаһының берҙән- бер күҙ терәп, йыуаныс булып торған ҡыҙы ул.
Бөрйән иленең баш аҡһаҡалы һөйләгәндә Шаҡман түрә күберәк баш һелкеп ултырҙы. Әлбиттә, күп дәлилдәр килтереп бәхәсләшә алыр ине лә бит - урыны һәм көнө бөгөн түгел.
Дүсән бей һөйләүҙән, һорау алыуҙан бушаманы, хатта теңкәгә тейә башлағандай булды. Ҡартайһа, бәлки, кеше тигән йән эйәһе шулай ваҡсыл була башлайҙыр.
- Һинең улың, Шаҡман ҡустым, (ҡара әле, үҙенән түбәнерәк ҡуйыр өсөн ҡустым, ти башланы) ҡырҙа күп йөрөгән, тиҙәр, мәрйәнән бисә алып ҡайтҡаны ла беҙгә мәғлүм...
- Һай, әттәгенәһе! Йөрөһә һуң - ҡайтҡан бит! Ситтә йөрөгән бар кеше боҙоҡ буламы ни? Эйе, киленде лә эйәртеп алып ҡайтты. Үҙе яратҡас - нисек ҡаршы тораһың? Киленде килгән ыңғайы мосолманлыҡҡа күсереп, “Мәрйәм”, - тип яңы исем-шәриф ҡысҡырттыҡ. Айырып ҡара һин уны хәҙер тамъяндағы башҡа килендәрҙән! Һөйләшеүе лә, кейеме лә хәс үҙебеҙсә. Тик башҡорт күлдәгенең итәген бер ҡарыштай ҡыҫҡартып кейә, эш эшләгәндә ҡамасаулай, ти.
Бына шулай һүҙен бөтөрҙө мут ҡына йылмайып Тамъян түрәһе.
Күп ныҡыша торғас, Шаҡман бөрйәндәрҙең иң дәү түрәләрен еңде. Дүсән бей ҙә, Иҫкебей ҙә ҡоҙалашырға риза булдылар. Шунан һуң ғына Шаҡман асылыңҡырап китеп, “түрә булыр кешегә йәш бисә, татлы ризыҡ кәрәк, шунһыҙ ил мәшәҡәтен йөкләүе бик ауырға төшөүе бар”, - тип әңгәмәне еңел-елпе яҡҡа борҙо.
Ҡалым шарты тураһында һөйләшеү күпкә барманы, тиҙ килештеләр. Хәҙер инде туй үткәреү мәшәҡәте беренсе сиратҡа баҫты. Имен-аман саҡта тиҙерәк туй үткәреп, кәрәкле башҡорт йолаларын атҡарып алыуҙы ике яҡ та хуп күрҙе.
Һаҡсыларын эйәртеп, күтәреңке кәйеф менән Шаҡман түрә иленә ҡайтып инде.
Улы Шәһиғәле өйҙә юҡ ине. Һунарға киткәнен әйттеләр.
- Яңғыҙ киттеме ул, - тип һораны түрә ҡатынынан.
- Юҡ, күмәк киттеләр, киленде лә эйәртеп алды.
- Ай, әттәгенәһе, шул бисәһен ҡалдырмаҫ инде! Көн-төн бергә булырға нисек йыбанмай икән? - тип ҡулын һелтәп ҡуйҙы ул. - Һунарға йөрөү - бисә эшеме ни? Өйҙә күпме эш көтөп ята. Был мәрйә килен малайҙың башын бөтөнләй үҙ яғына борҙо инде! Ярай, бөгөн булмаһа - иртәгә ҡайтыр, сапҡын ебәреп тормайым.
Бер көн көттө, ике көн көттө Шаҡман - урманға киткәндәр һаман ҡайтманы.
Аптырағас, арттарынан ике һыбайлы ебәрҙе, бөтәһенә лә йәһәтләп ҡайтырға ҡушты.
Һунарсылар мул ғына табыш менән ҡайттылар. Атып алынған бүре эргәһендә ҙур тирегә төрөлгән мышы ите лә бар. Мышы итенең бер өлөшөн шунда уҡ сапҡыслап, ҡаҙандарға бешерергә һалдылар. Бүрене тиреһе өсөн түгел, ә тарамышы өсөн атып алдылар. Тамъяндарҙа бүре һеңере менән тартылған ян - шәптән һанала.
Шаһиғәленең ҡайтып етеүен күргәс тә атаһы уны тирмәгә саҡырып алды һәм ҡыҫҡаса хәлде аңлатып бирҙе.
Атаһының уны тағы өйләндерергә ынтылғанын Шаһиғәле күптән белә ине. Һуңғы осорҙа был турала күп тылҡыны ул. Был көн шулай тиҙ килеп етер тигән уй башына ла кермәгәйне әле.
Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк! Әҙерлән! Иртәгә бөрйәндәр иленә сығабыҙ, - тине атаһы Шаһиғәлегә.