Бөрйән олоҫо старшинаһы Төрөкмән Йәнсәйетов

Башҡорт яу башлыҡтары араһында Пугачев полковнигы булған Бөрйән олоҫо старшинаһы Төрөкмән Йәнсәйетовта бар.

Уның язаға эләкмәй ҡалыу сәбәбе ябай ғына булды: ул тотолманы. Старшинаның ихтилалда ҡатнашыуын ҡаршы яҡ белмәне лә, һиҙмәне лә. Шулай ҙа йәщәгән төйәген алмаштырырға булды ул, ялан яғын ташлап, Урғаҙа йылғаһы буйына килеп урынлашты.

Бөрйән олоҫоноң йортауай старшинаһы Төрөкмән Йәнсәйетов Урғаҙа йылғаһы буйына күсеп ултырып дөрөҫ эшләне, күрәһең. Бындағы тәбиғәттең матурлығы. уның һиллеге һәм байлығы әкиәттәрҙәге кеүек. Малайҙары Һөйәрғол, Иҫәнғол, Ҡәҙерғол, йәнә игеҙәктәр Туҡран менән Йомағол бер сығып китһәләр - ҡайта белмәйҙәр. Өй тирәһендә шәп йүгерергә эшкинмәгән кесерәк малайҙар Яманғол ҡустыһы Яманһары менән тороп ҡалалар, ошонда ғына уйнайҙар, сөнки уларҙы ағалары ,, ҡойроҡ итеп тағып “ йөрөүгә инҡарҙар. 1760 йылдың яҙында Темәстән был яҡҡа күсеп килде Төркмән старшина. Уға өйләнеп айырым донъя көткән улдары Кинйәбулат менән Тулыбай эйәрҙе. Улар артынса бөтә йәй һәм көҙ буйы башҡа ғаиләләр күсенде. Яңы урынға урынлашыу менән бөтәһе лә төҙөлөш эсенә сумды. Иң беренсе бурыс: ҡыш етмәҫ элек өй төҙөп бөтөп инеп өлгөрөргә кәрәк. Унан һуң да әле бихисап төҙөлөш эштәре ҡала. Һарай, аласыҡ, мунса ултыртырға, урам, кәртә - ҡураны һайғау менән уратып алырға кәрәк. Күсеп килеүселәр араһында Бәләбәй өйәҙенең Этҡол, Дүртөйлө, Ҡөрмәнкәй ауылдарында йәшәп киткәндәр бар. Ырыуҙары - Бөрйән, ырыуҙаштар, тимәк. Был тирәләге ерҙәр ҙә - Бөрйән ырыуыныҡы. Яҡында ғына Ирәндек тауы, артабанда йырҙарҙа йырланған Урал тауҙары. Тауҙарҙа ҡайын, ҡарағас, ҡарағай, йүкә, имән, уҫаҡ, йыла, шыршы ағастары гөрләп үҫә. Аҡ шыршы ла бар был яҡтарҙа, тик һирәгерәк осрай. Туғайлыҡтарҙы тал, тирәк ҡаплаған , һаҙлы урындар ҡара ерек, муйыл, ҡарағат,ҡурай еләге менән тулған.

Ә үләндәрҙең, сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ, дөйөмләп һанағанда тау үләндәрен дә, дала ҡылғанын да, болон сәскәләрен дә осратаһың! Тау битләүҙәрендә бейегерәк үләндәр үҫә: йылан тамыр, ҡымыҙлыҡ, аҡ сәскә, ҡырҡҡолас, балтырған, хатта эт табаны үләне лә киң таралған.

Ваҡ йылғалар күп бында, иң ҙурыһы - Яйыҡ йылғаһы. Уның аръяғында - бөйөк ҡаҙаҡ - ҡыпсаҡ далаһы.

- Һай, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек, һиҙмәй ҙә ҡалаһың - үтә лә китә, - тип ҡатыны Бибинисаға һүҙ ҡушты старшина, - яңыраҡ ҡына күсеп килгән һымаҡ инек ун йыл ваҡыт үтеп тә киткән икән!

- Ғүмер үтергә тейеш инде, бер үк Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын, - тип яуапланы Бибиниса, - күсенгән йылы тирмәләр генә ултыра ине, хәҙер инде, Аллаға шөкөр, 39 ғаилә ауылыбыҙҙа матур итеп йәшәй. Туғанлашып та бөттөк инде. Әйткәндәй, быйыл яҙ әллә иртә килергә уйлай инде, йомадиәл әүәл ( март уртаһы ) башланыу менән бик ҡыҙыу иретеп алып китте.

- Мин дә шуға ғәжәпләнеп йөрөп ятам әле.

Ысынлап та 1770 йылдың яҙы иртәрәк килде Урал аръяғына. Урғаҙа һыуының шашып ағыуы тиҙ үтте, үләндәр морон төрттө, тау умырзаяһы битләүҙәрҙе биҙәргә кереште.

Төрөкмән старшина йәйләүгә иртәрәк күсергә ҡарар итте, тәүҙә барып ҡарап килде, малдарын оҙатып ебәрҙе, шунан күсенеү ғәләмәте башланды. Старшинаның йәйләүе Күркәтау шишмәһенең Ҡана йылғаһына ҡойған урынында, Бетерә йылғаһынан артабан.

Күсенеп бер аҙ тын алыуға сапҡын килеп етте, Ырымбур губернаторы яҙған хатты тапшырҙы ул. Хатта былай тип яҙылған: ,, Аҙна - ун көндән һуң һеҙгә Лепехин фамилиялы академик киләсәк. Матур итеп ҡаршы алығыҙ, ғөрөф - ғәҙәттәрегеҙ менән ныҡлап таныштырығыҙ. Ололап оҙатығыҙ! “

Был тирәлә иң эре һәм иң бай феодалдар иҫәбендә йөрөгән Төркмән старшина нисек инде олуғ ҡунаҡты юғары кимәлдә ҡабул итмәһен! Әлбиттә, матур итеп ҡабул итер һәм оҙатыр!

Әҙерлек эше аҡһҡаҡалдар менән кәңәшләшеүҙән башланды. Әлбиттә, оҫта ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, халыҡ йырҙарын башҡарыусы йырсылар, ҡобайырсы- сәсәндәр кәрәк. Был бер, икенсенән, ҡунаҡҡа һәм уны оҙатып йөрөүселәргә айырым тирмә әҙерләү мотлаҡ. Был юҫыҡта уйлаңҡырап алыу кәрәктер, бәлки, хәрби палатка ултыртыу уңайлыраҡ булыр! Әллә тирмәне ярата, әллә юҡ. Ашатып - эсереүҙә бер - ниндәй тотҡарлыҡ булмаҫ: бында аҙыҡ - түлек етерлек, тик Верхнеуральскигә йәки Орскигә араҡы артынан ебәрергә кәрәк буласаҡ!

Һәммәһен дә башынан ҡат - ҡат үткәреп йөрөй Төркмән старшина. Мәшәҡәт өҫтәлә инде, ҡайһылай итәһең - хәл юҡ, ҡунаҡты ҡабул итергә кәрәк барыбер. Икенсе яҡтан ҡыуанып та ҡуя: бындай олуғ ҡунаҡтың Йәнсәйетовтың йәйләүенә һуғылыуы уға тик абруй ғына өҫтәй түгелме ? Бигерәк тә власть башында тороусы санауниктар ҡәнәғәт ҡалыр, йомош төшһә, бәлки, тиҙерәк хәл итерҙәр. Ә академик бер үҙе генә йөрөмәҫ, әлбиттә, эйәрсендәрен дә иҫәпкә алырға кәрәк булыр. Уның ниндәй кеше икәне Төркмәнгә билдәле түгел әле, әммә ҡунаҡ иткән осорҙа уның йәш кеше булыуы, ябай ғаиләнән сығыуы, шулай ҙа тырышып - тырмашып уҡып ғалим булып үҫеп етеүе старшинаны ныҡ ғәжәпкә ҡалдырғайны.

Ысынлап та урыҫ ғалимы һәм натуралисы. Санкт - Петербургтың Фәндәр академияһының академигы Иван Иванович Лепехин ябай һалдат ғаиләһендә тыуып үҫә. Ғүмер баҡый Санкт - Петербургта йәшәй һәм эшләй. Башҡалала академия университетында уҡып юғары белем алды. Уҡыуын артабан дауам итте: Страсбург университетын тамамлап медицина докторы дәрәжәһенә диссертация яҡланы.

Утыҙға бына - бына аяҡ баҫырға торған академиктың Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуы уйламағандан килеп сыҡты. Академияла эшләүсе бер хеҙмәткәр үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп ауырып китә, бер - ниндәй дарыу ярҙам итмәй хөртәйә башлай. Кемдеңдер кәңәше буйынса Башҡортостанға барып ҡымыҙ менән дауалана һәм һауыға. Шул һауығып ҡайтҡас, ауыҙ һыуы ҡороп, ундағы тәбиғәттең матурлығын, флора һәм фаунаһының байлығын, халҡының үҙенсәлекле тормош менән йәшәүен ураған һайын маҡтап һөйләне. Ошо арҡала Лепехиндың ҡыҙыҡһыныуы артҡандан - арта барҙы. Тәүҙәрәк был ил тураһында фәнни журналдарҙа яҙылған урыҡ - һурыҡ мәғлүмәттәр менән таныша барҙы, шунан үҙ күҙҙәре менән күрәһе килде. Ике йәйҙе Башҡортостанда үткәрҙе. Тәбиғәте, халыҡ тормошо, медицина торошо менән ҡыҙыҡһынды, ауырыуҙарҙы ҡабул итте һәм дауаланы. Өсөнсө тапҡыр сәйәхәткә 1768 йылдың көҙөндә сыҡты һәм Петр Иванович Рычковтың үҙенә, ул йәшәгән Спасск ауылына килеп төштө. Петр Иванович менән ҡыш буйы хатлашып сыҡҡайны йәш ғалим, бер хатында килергә рөхсәт һораны. Яуап хатында Рычков Лепехинға йәй башына ҡарай килергә тәҡдим итте. Килер алдынан Рычковтың ,, Ырымбур губернияһы топографияһы “ исемле монографияһын ентекләп уҡып сыҡты ул, журналдарҙан Ырымбур тарихына ҡағылған мәғлүмәттәр менән танышты.

Лепехиндың ғәжәпләнгәне шул: Рычков ғалим дә, яҙыусы ла түгел, тик дәүләт хеҙмәтсеһе генә, ә ниндәй эштәр башҡара! Тәжрибәле ғалим тип уйларһың!

Петр Рычков малай сағында сауҙагәр атаһы менән бергә йөрөп голланд, немец, франсуз телдәрен өйрәнә. Атаһы уны бухгалтерлыҡҡа уҡыта. Бер - нисә телдә иркен һөйләшкән 21 йәшлек бухгалтер егетте Сенаттың обер - секретары Кириллов бер ваҡыт күреп ҡала һәм Санкт - Петербург таможняһына бухгалтер һәм тәржемәсе итеп эшкә ала. Ә 1734 йылда Ырымбур экспедицияһының етәксеһе Рычков Лепехинды үҙе менән бергә алып китә. Бында ул бухгалтер хеҙмәтен үтәй. башҡорт, татар телен өйрәнеп алып тылмас ролен дә үтәп йөрөй.

Рычков академикты йылы ҡабул итте. Юлда оҙатып йөрөү өсөн вахмистр Василий Кривцов менән марҙыуа тоҡомонан булған Айытҡолды беркетте. Икеһе лә башҡорт телендә һөйләшә беләләр.

Иван Иванович сәйәхәтте яҡын - тирәләге рудниктар менән танышыуҙан башланы, алебастр тауҙарына барҙы, урында үҫкән үләндәрҙең өлгөләрен йыйҙы, халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһынды. Ябай халыҡтың тормош - көнкүреше менән ҡыҙыҡһынды, ғөрөф - ғәҙәттәрен яҙып алды. Яҙылғандарҙы тәртипкә килтерер өсөн ҡайтып китте һәм 1770 йылдың яҙы башланыу менән тағы Башҡортостанға ынтылды.

Был юлы фәнни сәйәхәтте академик Табын ҡаласығынан башланы. Бында тоҙ сығарыу эше менән шөғөлләнәләр икән. Бындағы ерҙәргә Балахон сауҙагәре Иван Утятников тулы хужа. Ул Табындан биш саҡрым ситтәрәк ятҡан ,,Вознесенская“ тип аталған нығытма төҙөп алған һәм тоҙҙан күп табыштар алып иркен йәшәп ята. Академик тоҙ ятҡылыҡтарын ҡараны.

Ғалим Ауырғазы менән Инйәр йылғалары арауығында, Ҡарманай ауылында булды, башҡорттарҙың милли кейемдәре менән ҡыҙыҡһынды. Юл буйында төрлө рудаларҙы тикшерҙе, алебастр ятҡылыҡтарын билдәләне, мәмерйәләр менән танышты. Солтанғол ауылы эргәһендә урындағы халыҡ ,,ыҫмала” тип атаған гудронға тип булды. Урал һырттары аша төшөп Твердышев менән Мясниковтың баҡыр иретеү заводын ҡарап сыҡты. Ҡотолоғужа ауылында һабантуйға тап килде, байрамда башынан - аҙағына тиклем ҡатнашты, ғөрөф- ғәҙәттәрҙе, ярыш төрҙәрен һәм тәртиптәрен яҙып алды. Воскресенский баҡыр иретеү заводына, артабан Йылайыр йылғаһы ярында урынлашҡан Преображенский баҡыр иретеү заводына туҡтап китте. Артабанғы маршрут: Ҡыҙыл Мәсет ауылы - Вознесенский баҡыр иретеү заводы - Шүлгән - таш мәмерйәһе. Мәмерйәне ентекләп тикшереп сыҡты, ,,Йылҡысыҡҡан“ күлендә йыуынып алды. Артабан Кананикольск заводына ҡарай юл тотто, заводты ҡарап сыҡты. Ял итеп алғандан һуң көнсығышҡа ҡарай тартып армыт - армыт Урал тауҙары аша Бөрйән олоҫо старшинаһы Таулыҡайҙың ауылына килеп етеп йоҡланылар. Икенсе көн Сапсал ямы һәм ошо уҡ исемле йылға аша сығып Талҡаҫ күленә килделәр. Ошонда Брагин менән бәйле ваҡиғаларҙы ишетеп ҡуйын дәфтәренә яҙып ҡуйҙы. Юлсылар Илеш старшинаның йәйләүенә һуғылып бер аҙ ял иттеләр, бында бер аҡһаҡалды ерләүҙә ҡатнашып, Лепехин күргәндәрен ҡағыҙға теркәй барҙы.

Төрөкмән старшинаның йәйләүенә барыр юлды белгән оҙатыусылар кәрәк булды. Лепехинды оҙатырға Илеш старшина менән Сураш батыр риза булды.

Сураш батырҙың үткән ихтилалда ҡатнашыуын ишеткән Лепехин юлда батыр менән әңгәмәләшеп алырға форсат тапты:

- Ҡайһы ерҙә көн итәһең, батыр ?

- Мин үҙемдең исемем менән йөрөтөлгән Сураш ауылында йәшәйем, Ирәндек буйында урынлашҡан ул, хәҙер йәйләүҙәбеҙ, - тип яуапланы Сураш.

- Брагин кемдең ҡулынан һәләк булды ?

- Минең уҡ тейҙе уға. Хоҙайбирҙе менән икебеҙ бер юлы уҡ сойорғотҡайныҡ, уныҡы - кәмәне тиште, минеке - тейҙе, кәүҙәһе бөгөлөп төштө шунда уҡ.

- Һеҙ ҡайҙан - ҡайҙа аттығыҙ ?

- Ирәндек тауы яғынан аттыҡ. Тау мастеры кәмәлә балыҡ тотоп ултыра ине.

- Шунан ?

- Шунан ни Ялан Этҡол менән Хоҙайбирҙе ярҙағы кәмәне һыуға төшөрөп Брагинға барып еттеләр һәм үлеһе тураһында ишара яһанылар. Кәүҙәһен ер ҡуйынына тыҡтыҡ.

- Нисек язанан ҡотола алдың, Сураш мәргән, - тип ҡыҙыҡһынды академик, - карателдәр бик тиҙ килеп еткәндәр бит ?

- Беҙ аҡһаҡалдар кәңәшен тотоп шул көнө үк ҡаҙаҡ далаларына ҡарай елдек. Китер алдынан Сапсал ямын баҫып алып көлөн күккә осорҙоҡ...

- Килеп еттек, хөрмәтле Иван Иванович, килеп еттек, - тип ҡысҡырып ебәрҙе алда юл ярып барған старшина Илеш Назаров, - ан-а-а, аҡланда Төрөкмән дуҫтың тирмәләре күренә!

Лепехин алға, аҡланға күҙен һалды. Күка аҡлан, күҙҙең яуын алырҙай, ғәжәйеп матур, төрлө сәскәләр менән биҙәлгәндәй күренә, натюрморттарың ары торһон! Урман башланған аҡлан ситендә аҡ, һоро, тағы әллә ниндәй төҫтәрҙән торған тирмәләр теҙелеп ултырған.

Эйәрләнгән аттарҙың күпләп тороуы академиктың күңелен тынғыһыҙлағандай булды. Ни өсөн бында күпләп йыйылғандар ? Әллә берәйһенең вафатымы ?

- Һеҙҙе ҡаршыларға тирә - яҡтан халыҡ йыйылған, - тип аңғартты Илеш старшина Лепехиндың тынысһыҙланғанын һиҙеп.

Аҡлан ситендә ҡарауылда торған малайҙар кем - уҙарҙан ҡысҡырышып алып киттеләр:

- Киләләр, киләләр! Аттары күренде!

Төрөкмән старшина, бер - нисә кешеһен эйәртеп, етеп килгән ҡунаҡтарға ҡаршы шәп итеп атланы. Ҡунаҡтар туҡтап аттарынан төштөләр. Ике ҡуллап күрешешеп сыҡҡандан һуң, көрәгәсе шул урында уҡ, килеүселәрҙе әсе ҡымыҙ менән һыйлай башланы. Старшина Лепехинға үҙ ҡулы менән сеүәтәләге ҡымыҙҙы тотторҙо:

- Рәхим итегеҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Хөрмәтле Иван Иванович ғәле йәнәптәре! Төклө аяҡтарығыҙ менән! Тәүҙә ҡымыҙҙан ауыҙ итегеҙ! Беҙҙә хөрмәттең башы шулай.

- Рәхмәт, хөрмәтле старшина! Ҡымыҙығыҙ үткер икән, хәмер йотҡандай булдым! Эсемде ҡайһылай ныҡ яндырып алып китте! Булды, ярай.

-Булғас, әйҙәгеҙ, алға үтегеҙ! Әйҙәгеҙ, минең арттан!

Бөтәһе лә ҡабаланмай ғына аҡлан түренә ҡарай ҡыбырланылар. Илеш старшина Төркмәнгә тигеҙләнде лә:

- Ҡорҙаш! Һин әллә ҡасан уҡ ҡунаҡ ҡабул итергә әҙерләнеп бөткәнһеңдер инде, - тип йылмайҙы.

- Үҙебеҙсә әҙерләндек, буғай.

- Хәмеҫр ҙә алдырҙығыҙмы ?

- Алдырҙыҡ, әлбиттә, кәрәк булырмы, юҡмы - уныһын белмәйем. Әйткәндәй, ғалим менгән ат һинекенә оҡшай, биреп торҙоңмо әллә ?

- Юҡ, ҡорҙаш, бирмәнем, - тип яуапланы Илеш, - бүләк иттем оялыштан. Лепехин ғәле йәнәптәрен йүнле итеп ҡаршы ала алманыҡ, йә иркенләп һый - хөрмәт күрһәтеп булманы, мәшәҡәттәр күбәйҙе лә китте. Арабыҙҙа иң өлкән һаналған аҡһаҡалыбыҙ Сөләймән ҡарт үлеп ҡалды. Йыназаға йыйылышып доғаһын уҡый башлауға ҡунаҡтарыбыҙ килде лә төштө. Беҙ бушағансы көтөп ултырып торҙолар. Шул арала академик нимәлер яҙып та ултырҙы, гүргә оҙатыу тәртиптәрен һорашты, бабайҙар менән һөйләшеп тә өлгөрҙө. Аҙағыраҡ ҡунаҡ итәйек тиһәк - юлсылар ҡабалана. Оялыштан ат бүләк итеп күңелемде тынысландырҙым.

Күҙ күрем ер үтеп тирмәләргә килеп еттеләр. Олуғ ҡунаҡ менән оҙатыусылары өсөн йәйләү хужаһы поход палаткаһы әҙерләүҙе уңай күрҙе. Лепехин, вахмистр һәм тәржемәсе шунда инеп урынлаштылар. Оҙата килеүсе башҡорттар күрше тирмәгә индерелде.

Аттар тышалды, ҡунаҡтарға кейемдәрен алмаштырып бит - ҡул йыуып алыуға ваҡыт бирелде. Ошонан һуң Төрөкмән инеп мәжлес ҡороуға Лепехиндан рөхсәт һораны.

-Һеҙ нисек теләйһегеҙ, шулай була инде, беҙ - хужаның ишәге, - тип йылмайҙы академик һәм старшинаның кейеменә күҙ ташланы. Йәнсәйетовтың башында бай биҙәкле ялтыр түбәтәй, өҫтөндә йылҡылдап торған камзул, аяғында йомшаҡ сарыҡ. Билендә тик ҙур танатаналарҙа ғына тағып йөрөр бай биҙәкле, алтын һырлы ҡәмәр - билбау. Академик бындай ҡәмәрҙе күргәне юҡ әле. Уның башы- көмөштән, ситтәре алтынлатылған биҙәктәр менән тулған. Билбауҙың уратаһы гел аҫыл таштарҙан тора. Лепехин түҙмәне, тәржемәсеһе аша бер - нисә һорау бирҙе:

- Был билбау нисек тип атала ?

Ҡәмәр уның исеме, уны тик байҙар ҡына биленә таға ала, сөнки бик ҡиммәтле билбау. Ҡәмәрҙе шәп арғымаҡҡа йәки ике үгеҙгә алмаштырырға мөмкин.

- Русса нисек тәржемә ителә ?

- Кушак тип әйтелә ул.

- Кушакта агат, бирюза, сердоликты таныным, башҡортса нисек аталалар ?

- Агаттың тәржемәһен белмәйем, - тип яуап бирҙе йәйләү хужаһы, - сердолик - аҡыҡ, бирюза - фирүзә була.

- Итеккә тартым аяҡ кейеме нисек атала?

- Сарыҡ уның исеме. Башы - ат тиреһенән, ҡуңысы - буҫтауҙан тора.

Академик ишеткәндәрен ҡағыҙға теркәй барҙы.

Бына саҡырылған башҡорттар палаткаға инеп урынлаша башланылар. Йәйләү хужаһы академикты иң төпкә ултыртты, үҙе уның уң яғынан, ҡустыһы Әүжән һул яғынан урын алдылар. Артабан вахмистр, тәржемәсе һәм башҡа ҡунаҡтар үҙ урынларын белеп урынлаштылар. Рус ҡунаҡтары баштан уҡ хәмерҙән баш тарттылар, академик уны ултыртмаҫҡа ҡушты. Ҡалғандарын бал менән һыйлай башланылар.

Вахмистр үҙе алып килгән көмөшкәне күстәнәс булараҡ тәҡдим иткәйне, рустарҙан да, башҡорттарҙан да эсеүсе булманы, уны вахмистр үҙе эсте һәм мәжлес тамамланмаҫ элек мөйөшкә шылып барып ятып тәрән йоҡоға талды.

Эйе, хәмер эсеүсе булманы, ләкин бал эсеү ҡыҙыу барҙы, уның артынан ҡымыҙға сират етте, үҙ - ара иркенерәк һөйләшеүҙәр, көлөшөүҙәр йышайҙы.

Мәжлестең ҡыҙа башлаған мәлендә ҡурай һәм ҡумыҙ тотҡан музыканттар килеп инде. Йыраусы ҡурай моңона ҡушылып ,,Буранбай“ йырын һуҙҙы.

Табаҡ та ғына табаҡ, ай аҡ ҡағыҙ

Буранбайҙың яҙған хаттары.

Шул хаттарҙы алып уҡып ҡарап

Зар илайҙар ауыл ҡарттары...

Палаткала тынлыҡ урынлашты. Моң күңелдәрҙе елкендерҙе, һағышҡа батырҙы, уйландырҙы. Ошонан һуң йәнлерәк көйҙәр китте, шаян йырҙар башҡарылды, бейеү көйҙәрен дә онотманылар. Тәржемәсе академикка ҡурайҙы - чебызга, ҡумыҙҙы - варган тип тәржемә яһаны. Музыканттар уйнап сығыуға алтмыш тирәһендәге аҡһаҡал үҙенең вокал оҫталыҡтарын күрһәтте. Ул Алдар, Ҡараһаҡал, Килмәк, Салауат батыр тураһында йырланы, һамаҡлап ебәрҙе. Йыраусы батырҙарҙың нисек һуғышҡандарын, яра алғандарын, үлеп ҡалғандарын хәрәкәттәр менән оҫта итеп күрһәтте. Бына ул,, Ҡара юрға “ йырына күсте. Моңһоу йөҙөнә шатлыҡлы сырайҙар ҡунды. ,, Һайт, ҡара юрға” тигән урынында тыңлаусылар дәррәү ҡушылып киттеләр, бейеүгә төшә башланылар. Ултырып ҡалған берәү ат сапҡанды, төрлө ҡош һайрауын оҫта итеп һыҙғырып академикты ныҡ ғәжәпкә ҡалдырҙы.

Мәжлес уҡ атышыу менән тамамланды. Барыһы ла аҡлан ситенә йыйылды. Тәүҙә таяҡ сәнсеп уға алама бер түбәтәй элделәр, сәп булды инде. Теләк белдереүселәр һыбай елеп барғанда шуға төбәп аттылар. Ҡатнашҡандарҙың күбеһе сәпкә тейҙерә алды.

Бына бер егет сәп урынына үҙе торҙо. Уға төбәп ике уҡсы алмашлап ата башланы. Егет уҡтарҙан ялтарып өлгөрөп торҙо, уға бер уҡ та теймәне - бына шул Иван Ивановичты тағы ныҡ аптыратты. Ҡараңғы төшөүгә мәжлес тамамланды.

Иртәгәһе көнө Лепехин урманды, яҡын - тирәләге түбәләрҙе ҡыҙырып сыҡты, ниҙер яҙҙы, таш өлгөләрен һалып алды.

Тулы көн буйына Төрөкмән старшинанан Бөрйән ырыуы тарихын һөйләтте һәм тәржемәсе ярҙамында арыуыҡ мәғлүмәтте яҙып алды академик.

- Бөрйәндәр күп һанлы һәм боронғо ырыуҙарҙан һанала, - тип һөйләп алып китте Йәнсәйетов һәм ҡағыҙҙарын ҡутара башланы. - Әлбиттә, бер бөрйән ырыуы ғына башҡорттоң булмышын, тарихын сағылдырмай. Был ырыуҙан башҡа меңдәр, табындар, юрматылар, ҡыпсаҡтар, үҫәргәндәр, түңгәүерҙәр, тамъяндар, табындар, ҡатайҙар, ҡаршындар, йәлдәктәр, әрәйҙәр, йәнәйҙәр, әйлеләр, йыландар, ҡырғыҙҙар, бүләләр, таҙҙар, ирәктәр, урандар, ғәйнәләр бар.

Халҡыбыҙҙың боронғо тарихын ентекле өйрәнеү өсөн бер - ниндәй яҙма мәғлүмәт юҡ. Башҡорт шәжәрәләре бар ҙа ул, Бөрйән ырыуынын шәжәрәләре лә бар, ләкин улар боронғораҡ осорҙо үҙ эсенә алмағандар. Тағы риүәйәттәр, йыр - ҡобайырҙар һаҡланған. Уларҙа ысынбарлыҡ сағыла, уларға ышаныс менән ҡарарға кәрәк, ,, әкиәт ул “ тип ҡул һелтәргә ярамай.

Бөрйәндәрҙең Монаш, Ямаш, Нуғай - Бөрйән, Байулы - Бөрйән тигән бүленеш ырыуҙары яҡшы билдәле, сөнки улар бик киң таралған булған. Ырыуҙаштарыбыҙ нигеҙҙә Ағиҙелдең үрге ағымынан башлап,көнъяҡҡа Яйыҡ буйына тиклем йәшәгән.Ҡайһы берәүҙәр бөрйәндәр ҡайҙандыр ситтән килеп урынлашҡан, тиҙәр. Дөрөҫ түгел улайтып әйтеү. Ҡәбиләбеҙ тәүтормош ваҡы тынан башлап ошо ерҙәрҙә өйөрөлгән, мал ҡыуалап Яйыҡ аръяғына ла барып сыҡҡан. Беҙҙең эраның башында уларҙың күпселек өлөшө төрөктәрҙең бер ырыуына эйәреп Урта Азияға күсә. Ошонда ,,Төрөк ҡағанаты “ исемле дәүләт эсенә инеп улар төрөктәр менән бергә Иран биләмәләренә баҫып ингән. Был дәүләт туҡтауһыҙ һуғыш алып бара торғас, йәйелеп китә, Тымыҡ океандан алып Көнбайыш Себергә тиклем һуҙыла, Ҡаҙаҡстан, урта Азия ерҙәрен үҙ эсенә ала. Иң беренсе ҡаған Бумын булған, уның бер туған ҡустыһы Истеми Көнъяҡ Уралды баҫып алып Оло Иҙелгә (Волга) тиклем барып етә. Төнъяҡ Кавказды, Ҡырымды, Ҡара диңгеҙ буйын буйһондорғандан һуң, Төрөк ҡағанаты ике өлөшкә - Көнбайыш һәм Көнсығыш ҡағанатҡа бүленә. Истеми ҡаған үҙенең Һарайын Ҡырғыҙстандағы Чуй йылғаһы буйындағы Чуяб ҡалаһына урынлаштыра. Ул бөтә һаҡсыларын бөрйәндәр араһынан һайлап ала, сөнки Ҡаған уларҙы төркиҙәрҙе барлыҡҡа килтереүсе һундарға яҡыныраҡ тора, тип һанаған.”

- Ә ,, Бурджан “ этнонимының мәғәнәһе нәмә аңлата икән ? - Академик бындай һорауҙы бая уҡ бирергә уйлап ултыра ине.

- Бурджан һүҙенең мәғәнәһе асыҡ түгел, шуға төрлөсә аңлатып ҡарайҙар. Төркисә ,, джан “ башҡортса ,, йән “ тигәнде аңлата. Йән ул бөтә тереклекте, шул эстән кешене тере итеүсе Хоҙай Тәғәләнең нуры. Ә монголса ,, джан “ - кеше, ҡәбилә , халыҡ тигәнде аңлата. ,, Бур “ тигән өлөшөнөң мәғәнәһе шулай уҡ асыҡ түгел. Иран телендә ,, бурдан “ ҙур, бөйөк тигәнде аңлата. Бәлки, ,, бурджан “ атамаһы - ҙур ҡәбилә, бөйөк халыҡ тигәнде аңлаталыр. Был бер, икенсенән ырыуҙың исемен Бөрйән бей менән дә бәйләйҙәр.

Бер риүәйәттә әйтелгәнсә, Бөрйән бейҙең бер улы - Ҡараҡалпаҡ. Ошо улы Арал диңгеҙе буйында төйәк ҡорған, ул ваҡытта диңгеҙ исемһеҙ булған әле. Ҡараҡалпаҡтың ике улы - Урал менән Арал - шунда тыуып - үҫеп ир етәләр. Бер - нисә йыл ҡоролоҡ була бында, мал күпләп үлә. Урал ҡустыһына төнъяҡҡа, тауҙар иленә барып төйәкләнәйек, тип тәҡдим яһай, ләкин Арал тыңламай үҙ төйәгендә ҡала. Урал бейҙекеләр күсенеп китәләр һәм Ыҡ, Оло һәм Кесе Кинель, Дим йылғалары буйына урынлашалар. Монголдарҙың ҡыҫымы арҡаһында ,,Таш билбау“ тауҙарының аръяғына көнъяҡҡа ҡарай барып һыйынғандар. Ағиҙел, Яйыҡ, Һаҡмар, Таналыҡ буйҙарына төйәкләнгәндәр. Ошонан һуң Таш билбау тауҙарын Урал бей хөрмәтенә Урал тауҙары, тип атап йөрөтә башлайҙар.

Яңы урында, таулы - урманлы ерҙәрҙә, улар малсылыҡ менән элеккесә иркенләп шөғөлләнә алмаған. Шуға күрә ҡайһы берҙәре Урал аръяғындағы далаларҙы үҙ иткән. Урман - тауҙарҙа йәшәгәндәре малсылыҡтан башҡа һунарсылыҡ, урмансылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Өйҙәрҙе бәләкәй генә итеп ағастан төҙөйҙәр.

- Тимәк, бөрйәндәр, ғөмүмән башҡорттар игенселек менән ул ваҡыттарҙа шөғөлләнмәгән ? Шулаймы ?

- Юҡ, был дөрөҫ түгел. Тап ХIII быуатта, Дәште Ҡыпсаҡ дәүләте осоронда, ҡыпсаҡтарҙың йоғонтоһо арҡаһында бөрйән башҡорттары игенселектең кәрәклеген аңлап, өйрәнеп, төшөнөп иген игә башлайҙар. Иген иккән бөрйәндәр ҙә күсенеүҙән туҡтамаған. Иген баҫыуҙарына күҙ - ҡолаҡ булып тороу өсөн бер - нисә ғаиләне ауылда ҡалдырғандар.

Малдар ни тибендә йөрөгәндәр. Аттар артынан һыйыр малы, шунан һарыҡ - кәзә төшкән. Йәш мал - тыуар ғына тибенгә сыҡмаған. Улар аҙбарҙарҙа һәм һәм һайғау менән кәртәләнгән кәртә - ҡураларҙа аҫралған. Улары өсөн, әлбиттә, етерлек бесән әҙерләнгән. Кемдең аҙбары һәйбәт нығытылмаған улар һыйыр быҙаулаһа йәки һарыҡ бәрәсләһә яңы тыуған мал балаһын тәүге рәттә өйҙә аҫрап, нығынғас ҡына кәртә - ҡураға сығарғандар.

Башҡа ырыуҙар кеүек бөрйәндәр көн йылыныу менән йәйләүҙәргә күскән, унда кейеҙ менән нығытылған тирмәләрҙә, ә ҡайһы берәүҙәр ҡыуыштарҙа йәшәгән. - Старшина, фекерен туплар өсөн, тынып ҡалды. Шул арала Лепехин тағы һорау биреп өлгөрҙө:

- Ҡырҙа улай оҙаҡ йәшәгән башҡорттар ҡул- аяғын йыуып торһа ла - мунса төшмәгәндәрҙер бит ? Кем ҡырға уларға мунса һалып ултыртһын ?

Төрөкмән старшина шунда уҡ яуап тотто:

- Фекер өҙөлгәндәй булғайны - хәҙер ялғанды, Аллаға шөкөр! Хөрмәтле, Иван Иванович ғәле йәнәптәре! Күп кеше тап һеҙҙеңсә уйлай, сөнки беҙҙең халыҡтың тормошон ситтән генә ҡарап фекер йөрөтәләр. Мунсалар булған! Йәйләүҙәрҙә ҡыуыш мунсалар ултыртҡандар, йома һайын йыуынғандар. Ни өсөндөр был турала яҙған кеше юҡтыр, белмәйем. Тәүҙә ҡыуыш ҡорғандар, тиреләр менән ныҡлап япҡандар. Уртаһына йоҙроҡтай түңәрәк йылға таштарын өйөп һалғандар һәм ҡыуыштың башындағы тишекте асып таш аҫтына ут яҡҡандар, һүрелгәс - япҡандар. Мунса төшкән ваҡытта таштарға һыу һибеп боҫ сығарғандар һәм сабынғандар. Ә нимә менән туҡланғандар ? Бөрйәндәр борондан малсылыҡ менән шөғөлләнгәс, күберәк һөттән яһалған аҙыҡтар - ҡорот, эремсек, ҡымыҙ, айран һ.б. менән туҡланған. Ит ҡулланыу йәйен - ҡышын берҙәй булған. Кем йәйгеһен мал һуя, шул артығын үтескә башҡаларға таратҡан. Ә тегеләр үҙ сиратында мал һуйған ваҡытында кире ҡайтарғандар. Беҙ хәҙер ҙә шулай эшләйбеҙ. Ашарға ҡалдырылған ит боҙолмаһын өсөн ағын һыу төбөнә тығып ҡуябыҙ. Элек - электән итте бешереп тә, ҡыҙҙырып та, ыҫлап та, киптереп тә файҙаланғандар. Бишбармаҡтан башҡа, ҡыҙҙырылған ҡурмас, талҡан, сейәле май, ҡаҡ, киптерелгән емеш - еләк аҙыҡ булып хеҙмәт иткән. Мәтрүшкә, балан, ҡарағат, муйыл япрағы сәйен эскәндәр. Кем һоло йәки арпа сәсеп йәшәгән, шулар буҙа әҙерләгәндәр, ҡымыҙ һәр кемдә тиерлек булған. Буҙа йәки бал әҙерләү өсөн ҡомалаҡты киң файҙаланғандар. Бынат ошолар инде минең әйтә торғандар.

- Рәхмәт, хөрмәтле старшина, мәғлүмәтегеҙ бик ҡыҙыҡ һәм файҙалы. Бер юлы умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ тураһында әйтеп китһәгеҙ - шәп булыр ине.

- Ул турала ла әйтәйем. Ғөмүмән, бөрйәндәр умартасылыҡ менән ныҡлы шөғөлләнгәндәр, башҡа ырыуҙарҙа ул тиклем үк таралмаған булған. Бигерәк тә солоҡсолоҡ, урман балын йыйыу киң таралған булған. Бал ҡорттары булған урманды һәр ғаиләгә ғәҙел итеп бүлешеп алғандар. Берәү ҙә икенсенең солоғона үрелмәгән, ундай хәл була ҡалһа - бурҙы туҡмап үлтергәндәр. Бер умартасы ла ҡорттарға бал ҡалдырырға онотмаған. Йылы ҡышлаһын өсөн ҡорттарҙың ояһы ауыҙын ҡоро үлән менән ҡаплап ҡуйғандар. Ҡайһы саҡ солоҡтарҙы айыу туҙҙырған. Бөрйәндәр айыуҙы ҡыуып ебәрергә лә, үлтерергә лә ҡулайлама уйлап тапҡандар. Ябай ғына итеп әйткәндә ул шунан ғибәрәт: солоҡ ауыҙы тапҡырына арҡыс - торҡос бау бәйләгәндәр, ә ул күҫәккә тоташҡан булған. Айыу бауҙы өҙә тартҡан ыңғайы, аҫылынып торған күҫәк тайыш табанға һуҡҡан. Аҫта, шул тапҡырҙа, әйләндереп һалынған ат тырмаһына оҡшаш, өҫкә ҡарап торған осло тимерҙәр булған. Күҫәктән иҫәңгерәгән айыу ошо осло тимерҙәргә төшөп йә яраланып ҡасҡан, йә ҡуҙғала алмайынса шунда ятып үлгән.

Һунарға килгәндә бөрйәндәр оҫта һунарсыға әүерелеп киткәндәр, төрлө ысул ҡулланып һунар иткәндәр. Бигерәк тә ,,тайга“ ысулы таралып киткән: тәрән ҡарҙа сыңғы кейеп кейек баҫтырған, атыу өсөн уҡ - ян файҙаланған. Ҡапҡан йәки тәпе ҡуйғандар. Ә инде айыуҙы өңөнән ҡыуалап сығарған саҡта асалы һөңгө ышаныслы ҡорал булған. Далала иһә һунарҙың икенсе ысулын уңай күргәндәр. Бында кейекте күберәген һыбай баҫтырғандар. Шул уҡ ваҡытта, ҡаҙаҡ - ҡырғыҙҙар кеүек , һунар ҡоштарын - бөркөттәрҙе, ыласындарҙы, шоңҡар - ҡарсығаларҙы сөйөп һунар иткәндәр. Улар ярҙамында бүре, төлкө, ҡуян тотҡандар. Йыш ҡына бүрене күмәкләп баҫтырып, хәлен бөтөрөп, ҡамсы йәки суҡмар менән һуғып алғандар. Бүре, төлкө, ҡуян тиреһенән кәпәстәр, кейем - һалым теккәндәр. Көн - көнкүреш өсөн тире эшкәрткәндәр, төрлө кәрәкле әйберҙәр эшләгәндәр, аҙыҡ һаҡлау өсөн тоҡ теккәндәр, ҡайыш яһағандар. Кесерткән һәм киндерҙән туҡымалар һуҡҡандар, сүс алғандар, таҫтамал эшләгәндәр, аяҡ кейемдәре теккәндәр. Йөндән кейеҙ баҫҡандар...

Тағы бер төн ҡунғандан һуң ғалим, Төрөкмән старшинаның йәйләүе менән хушлашып, Белоретҡа ҡарай юл тотто. Маҡсаты Байым тарханға һуғылып, шул тирәләге тау - таштарҙы тикшереп сығыу икән. Тура юлдан алып китте Илеш старшина төркөмдө: Күркәтау, Бетерә, Биш ҡолон йылғалары аша Ағиҙелгә ҡарай тарттылар.

Шулай итеп, Бөрйән ырыуы башҡорттары академик Лепехинды, ҡайһы ғына урында туҡтамаһын, ололап ҡаршы алдылар, һыйлап оҙаттылар, яратып ҡалдылар. ,, Урыҫтар араһында ла аҡыллы, инсафлы кешеләр бихисап икән,” - тип Йәнсәйетов килгән ҡунаҡҡа риза булып, шат йөҙ менән оҙатып ҡалды...

Лепехин сәйәхәтенә бер йыл үтте тигәндә, 1771 йылдың йәйендә бер - нисә йыл баҫылып торған ер өсөн талаш заводчикГригорийАлексеевичМасаловтың оятһыҙлығы арҡаһында көсәйә төштө. Масаловтарҙың сығышы - Тула биҫтәһенән, аталары Перфилий - ябай тимерсе. Улдары сауҙагәрлекте ташлап сәнәғәт юлына боролалар, Ҡана йылғаһы буйына килеп Кананикольск заводын төҙөп ултырталар. Бөрйән олоҫо ерендә урынлашҡан завод суйын ҡойоу, тимер эшкәртеү, баҡыр иретеү эштәре менән шөғөлләнә. Бер туған Масаловтар бер Ҡана заводы менән мөһәтһенмәй Назы - Петровск , Суховяз, Өпәле, Златоуст ( Косотур ) суйын ҡойоу заводтарын ултыртып кеҫә ҡалынайталар.

Ҡана заводына килгәндә уның алты ҙур мейесе, өс горны ( домна мейестәре ), пар менән хәрәкәткә килеүсе өс ҙур сүкеше бар. Төп эшмәкәрлеге - баҡыр иретеү.

Яҡын тирәлә йәшәгән бөрйәндәр осһоҙ ғына хаҡҡа үҙ аттары менән заводҡа руда ташыйҙар. Һаҡмар, Ҡортло йылғалары буйы, Ҡананың түбәнге ағымы тапҡыры рудаға бай. Түбәнге Этҡол, Таулыҡай, Сыңғыҙ, Үрге Этҡол (Айытҡужа), Муллабайым (Байым) ауылы башҡорттары руда ятҡылыҡтары ҡайҙа бар, шул ерҙәрҙе бик яҡшы белгәндәр.

Был осорҙа Кананикольск ( башҡорттар ,, Ҡана “ тип атағандар ) 250 өйҙән торған ҙур биҫтәгә әйләнә, биҫтәнең үҙенән генә 294 кеше заводта даими эшләй. Биҫтәнең үҙәге - ағастан төҙөлгән сиркәү.

Был яҡтағы руда баҡырға бай һанала: 100 бот руданан 2,5 бот баҡыр сыға.

Масаловтарҙы яҡшы белә бөрйәндәр. Аталары Перфилийҙың Тула ҡорал эшләү заводында тимерсе булып эшләп ҡартайғанын, күпмелер аҡса йыйып һалғанын әллә ҡасан уҡ ишеттеләр. Тағы шул билдәле булды: Порфилийҙың малайҙары Алексей,Максим,ИванБольшой,ИванМеньшойтәүҙә сауҙагәр булып йөрөп атаһының аҡсаһын арыуыҡ күбәйтә алалар. Илленсе йылдар тирәһендә дүрт бер туғандар Башҡортостан ерендә пәйҙә булалар. 1751 йылда Назы - Петровский заводын Осокиндан 27 меңгә һатып алып сәнәғәт йүнәлешендәге эштәрен башлап ебәрәләр. Ошо уҡ йылда Ҡана йылғаһы буйында баҡыр иретеү заводы төҙөү тураһында Ырымбур губерна канцелярияһынан рөхсәт алалар. Сентябрь айында дүрт яҡҡа ҡарай ун бишәр саҡрым ерҙе алыу тураһында бөрйән башҡорттары менән килешеү төҙөйҙәр, ер өсөн оброк түләп торорға тейеш булалар. Ҡана йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған тамағында ике яр буйлап һуҙылған урманды йыл һайын егерме һум түләп тороу шарты менән ҡырҡырға рөхсәт алалар.

Бер ваҡыт ошоға тиклем берҙәм эш иткән дүрт бер туған Масаловтар ыҙғышып китә, шул арҡала заводтарҙы бүлешеү башлана. Алексей Перфильевичҡа һәм улдары Григорий менән Иванға Ҡана заводы тәтей. Ҡартайып барған Алексей етәкселекте ике улына тапшырып үҙе бөтөнләйгә эштән ситләшә.

Ә Максим Перфильевичҡа төҙөлөп бөтмәгән Златоус заводы тейә. Иван Большой Назы - Петровский заводын эләктерә, Иван Меньшойға Исәт провинцияһындағы төҙөләсәк заводтың ере генә тәтей.

Григорий менән Иван Ҡана заводының тулы хужаларына әйләнгәс тә эште киңәйтеү яғын әүҙемләштерәләр. Баҡыр иретеү өсөн өҫтәп дүрт домна мейесе төҙөтәләр, ағас бысыу цехтарын киңәйтәләр, тирмән төҙөп ултырталар, Волга буйынан тағы ике йөҙ крәҫтиәнде килтерәләр, милләтенә ҡарап тормайҙар. Бында шулай урыҫ, мари, марҙыуа, сыуаш, удмурт халыҡтарының осмоттары Ҡана еренә һыйыналар. Заводта биш йөҙҙән ашыу эшсе, тиҫтәләгән мастер, бригадир эшләп алып китә. Тәүҙә заводчиктар үҙҙәренә беркетелгән ерҙәрҙә ағас ҡырҡалар, ә 70 - cе йылдың йәйендә сик аша сығып, башҡорт ерҙәренән урлап урманды ҡырҡыу эшенә тотоналар.

Урманды урлап ҡырҡыуға ҡаршы нишләргә лә белеп булмай! Ялыу менән завод управляющийына барһаң - беҙҙекеләр түгел, тип тана. Илеш старшина, шулай уҡ Таулыҡай старшина заводҡа күпме тапҡыр барып ғәҙеллек таба алмай әйләнделәр. Әлбиттә, үсләштеләр, тик бер ниҙә ҡылып булмай бит инде!

Бер ваҡыт Ҡананың крәҫтиәндәре Таулыҡайҙар еренә үтеп инеп урмандың ҡуйы ерҙәренән урлап ағас ҡырҡып алып киткәндәр. Таулыҡай старшина ялыу менән барыуҙан бер файҙа ла юҡ икәнен белеп - күреп тора.

Ә Сураш старшина уйлап йөрөй торғас көрәштең икенсе ысулын һайларға булды, күршеһе Илеш старшина менән дә кәңәшләшеп хуплау алды һәм ҡәтғи ҡарарға килде: урманды алмашлап ҡарауылларға, бурҙар тотолһа - туҡмарға һәмбәйләп һалып ҡайтарырға!

Хәҙер инде ике төркөм егет - елкенсәк көн дә урманды ҡыҙырып байҡап ҡайта. Урман тынлығы оҙаҡҡа һуҙылманы: бер көн иртә менән урыҫтар килеп төшөп урманды ҡырҡа башламаһындармы! Ашығалар тегеләр, ҡырҡҡан береһен, ат йөгө туламы, юҡмы - тейәп ҡайтарып ҡына торалар. Сираттағы урман ҡарап йөрөүселәр Ҡусҡар менән Асҡар Ҡотлоюловтар бындай хәлде күргәс аптырап ҡалалар: нишләргә ? Эргәләренә барһаң - үлтереп тығырҙар, йәйләүгә ҡайтып бер килке кеше эйәртеп килеп ҡыуам тиһәң - өлгөрмәйһең! Ҡайһылай итергә ? Күҙәтәләр: Ҡананыҡылар ҡамыттарын да алмайынса һәр атты үҙ арбаһына бәйләгәндәр ҙә алдарына сабып йәшел бесән һалғандар, аттарҙы былай ҡуйыу, әлбиттә, тиҙ генә егеп шылыуға уңай. Үҙҙәре йән тәслимгә ағас ҡырҡыу менән мәшғүлдәр. Аттар эргәһендә ҡарауыл - фәлән юҡ. Кәңәш - төңәш итәләр ҙә егеттәр аттарҙы ҡамыттары менән ҡуша эләктереп юҡҡа сығалар. Арбалар ултырып ҡала.

Ҡамыт кейҙерелгән алты атты егеттәр туп - тура Таулыҡай Сурашевҡа алып баралар. Старшина ни булғанын һорашҡандан һуң Асҡар менән Ҡусҡарҙы әрләп ташлай. Аттарҙы алып барып урындарына ҡуйығыҙ, юғиһә судтан башығыҙ сыҡмаясаҡ,ти. Тегеләре тыңламай, кире алып барғылары килмәй. Аҙаҡ һыуына старшина, эҙҙе йәшерер өсөн алыҫта көн иткән Байым старшинаға алып барып аттарҙы ҡамыты - ние менән бергә алмаштырып алып ҡайтырға тигән ҡарарға киләләр һәм шулай эшләйҙәр. Шул уҡ көндө ҡамытлы аттар юҡҡа сыға.

Иртәгәһе көндө бер төркөм казак йәйләүгә килеп темеҫкенеп йөрөй: аттарҙы, ҡамыттарҙы ҡата - ҡат ҡарап сығалар, тик бер - ниндәй ҙә шипкерт таба алмайынса ҡайтып китергә мәжбүр булалар.

Ошо ваҡиғанан һуң таулыҡайҙарҙың урманын киҫеү туҡталып тора, әммә икенсе йәй урлап ҡырҡыу яңынан башлана.

Урманды урлап ҡырҡыу ваҡиғаларын Төрөкмән старшина ла ишетеп йөрөй, хафалана, сөнки уның йәйләүе Ҡана ере менән сиктәш. Быйыл Күркәтау йылғаһы буйына йәйләүгә күсенгәс тә урманды, көтөүлектәрҙе үҙ күҙе менән ҡарап сыҡты, барыһының да имен - аман булыуына ҡыуанды. Ҡайтҡас та Әүжәнде саҡырып алып йомошон әйтте:

- Ҡустым, һиңә бер - ике кеше ҡушып бирермен, быйыл йәй урманды һиңә ҡарауылларға тура килер. Бигерәк тә Күркәтау йылғаһы буйын күҙҙән ысҡындырмаҫҡа ине.

- Ә урман ҡырҡыусы урыҫтарға тап булһаҡ - ни эшләргә ?

-Тап булмаҫҡа яҙһын инде, Аллам һаҡлаһын! Әгәр ундай хәл була ҡалһа, берегеҙ йәйләүгә саба, ҡалғандары күҙәтә.

- Артабан нишләйбеҙ ? - Әүжән нишләптер ныҡышып һораны.

- Ай, әттәгенәһе! Ни ҡылырға һөйләшербеҙ, кәңәшләшербеҙ әле. Нисек кенә булмаһын һаҡ эш итергә кәрәк беҙгә! Урыҫтарҙы туҡмап ҡайтарыуҙан файҙа булмаясаҡ, киреһенсә үҙебеҙҙең башҡа бәлә генә булыр. Берҙән - бер юл - судлашыу инде!

Ошо һөйләшеүҙән һуң ун көндәй ваҡыт үтте. Урман ҡарауылсылары сираттағы байҡау яһағанда балта туҡылдағаны, бысҡы шыжлағаны ишетелеп ҡалды. Әүжән ике юлдашы менән шул яҡҡа боролдо һәм урман бурҙарының тап өҫтөнә килеп сыҡмаһынмы! Осрашыу көтмәгәндә булғандыр, күрәһең, ике яҡ та бер - береһенә аптырап ҡарап алып киттеләр. Баҡтиһәң, дүрт урман ҡырҡыусы был яҡ яр буйындағы ағасты киҫәләр ҙә һыуға тәгәрәтәләр икән. Бөгөлгә тиклем йөҙөп барған ағасты икенсе бур төркөм тотоп алып арбаларға тейәй. Әүжән тегеләргә ҡысҡырып өндәште:

Наши рекомендации