Казан ханлығы, нуғай урҙаһы һәләкәт юлында

ЕТЕЛӘ ГЕНӘ ЫРЫУ, БЕРЕҺЕ - БӨРЙӘН

Әҙәби - тарихи китап

Баймаҡ - 2013

Ҡыҫҡаса белешмә

Хәйретдинов Борис Мөхәмәт улы 1948 йылда Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас Сибай педагогия училищеһендә, Башҡорт дәүләт университетында уҡып ,, музыка уҡытыусыһы,” ,, тарихсы “ һөнәрҙәрен ала. Крайҙы өйрәнеүсе, баянсы, йырсы, композитор, ҡобайырсы булып танылған. Оҙаҡ йылдар буйы бер - нисә мәктәп директоры, ауыл Советы рәйесе, совхозда эшселәр комитеты рәйесе, КПРФ - тың Баймаҡ райкомы беренсе секретары булып эшләй. Йыр һәм тарих фәндәренән уҡыта. Ул - Рәсәй, республика конкурстары лауреаты, Батыр Вәлит премияһы лауреаты. Баймаҡ районының һәүәҫкәр композиторҙары һәм ҡобайырсылары клубы етәксеһе.

Баймаҡта йәшәй, хаҡлы ялда.

Тарихыбыҙҙы онотмайыҡ!

Тарихын белмәгән кеше тамырһыҙ ағасҡа бәрәбәр. Шуғалыр башҡорттар элек - электән үткәндәре менән ҡыҙыҡһынған, уларҙы быуын - быуынға күсерә килгән, шәжәрәләрҙә күҙ ҡараһындай һаҡлаған. Был матур йола бөгөнгө көндә лә дауам итә.

Әлеге ваҡытта тарихыбыҙҙы төрлө яҡлап яҡтыртыу өсөн мөмкинлектәр ифрат күп. Уларҙы белеү һәм дөрөҫ йүнәлештә файҙаланыу йәш быуынды тәрбиәләү эшендә лә ыңғай йоғонто яһай. Башҡорт халҡының тарихы ҡатмарлы ла, фәһемле лә. Унан бөгөнгө тормоштоң ҡатмарлы һәм бихисап һорауҙарына яуап табырға мөмкин.

Әле һеҙ ҡулығыҙға алған китапта ла халҡыбыҙҙың ырыуҙары тарихына, шул иҫәптән иң эре һәм көслө ҡәүемдәрҙең береһе - Бөрйән ырыуының үткәндәренә төплө байҡау яһала. Беҙ әле йәшәгән тыуған еребеҙгә, Таналыҡ буйына беренселәрҙән булып килеп нигеҙ һалған данлыҡлы Баймаҡ старшинаның тормош- көнкүрешенән башлап, Азов походында Рәсәй геройы булып танылған ырыуҙашыбыҙ, халҡыбыҙҙың ҡаһарман улдарының береһе, Бөрйән ырыуы тарханы Алдар батыр Иҫәкәйев (Иҫәнгилдин) йәшәгән дәүергә тиклем араны беренсе киҫәк үҙ эсенә ала. Икенсе киҫәктә ХХ быуат башына тиклем ырыуҙарҙың, шул эстән Бөрйән ырыуының үткән юлын үҙ эсенә ала был үҙенсәлекле яҙма. Шулай ырыуҙарҙың үткән юлына тарихи - әҙәби күҙлектән сығып эҙмә - эҙлелекле байҡау яһалған, баһа бирелгән, Рус дәүләтенә ҡушылыу осоро дөрөҫ һүрәтләнгән. Уның авторы Борис Мөхәмәт улы Хәйретдиновҡа, үҙ еренең ысын патриоты булараҡ, был әҫәрҙе яҙыр өсөн күп эҙләнергә, тарихи сығанаҡтар өҫтөндә эшләргә, уларҙы бер системаға һалырға тура килде. Шул хеҙмәттәре өсөн генә лә ул оло баһаға һәм ихтирамға лайыҡ. Үҙ тарихына битараф булмаусыларға был китапты уҡырға саҡырам.

Илһам Йәндәүләтов,

“Китап” нәшриәте директоры.

БЕРЕНСЕ КИҪӘК

Заманалар булған ҡатмарлы

Етеләгенәырыу,береһе-Бөрйән

Ҡарағастай ҡаты тоҡомо.

Үлһә - үлер, дошманына бирмәҫ

Иҙел һыуҙарының йотомон.

Б. Исҡужин

Бүлек

Казан ханлығы, Нуғай урҙаһы һәләкәт юлында

Алтын Урҙа эсендә туҡтауһыҙ дауам иткән ҡанлы талаш - тартыш бөйөклөгөменән дан тотҡан был илде төрлө ханлыҡтарға бүлеп һалды. Оло Урҙа, Нуғай Урҙаһы Ҡазан, Себер, Ҡырым, Әстрхан, Ҡаҙаҡ, Үзбәк ханлыҡтарына бүленде ул. Ошо ханлыҡтар араһында иң ҙурыһы - Н у ғ а й ханлығы. Ул башҡорт иленең ҙур майҙанлы көнъяҡ - көнбайыш өлөшөн үҙ эсенә алып, Ҡазан, Себер, Ҡаҙаҡ һәм төнъяҡ көнсығыш яғынан, урман - тауҙарҙан торған һәм, үҙенең ҙурлығына ғорурланғандай, йәйрәп ятҡан ил. Уның баш йорто - А ҡ т ү б ә, Һаҡмар йылғаһы тамағында урынлашып һәүетемсә генә йәшәп ятҡан, ҡапыл ауыр эштәрҙән бушап, тыныс ҡына ғүмер һөргән ҡарттай, шау - шоуһыҙ ғына көндәрен тыныс үткәргән төбәк.

Аҡтүбәгә бойһонған ырыуҙар Тамъян, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән һәм Бөрйән. Ишле генә ырыуҙар бойһона уға. Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе үҙе генә ете ырыуҙан тора. Бөрйән ҡәбиләһенең дүрт - биш тармағы бар: Монаш, Ямаш, Жансары, Баюлы, Яғылбай. Эре Монаш менән Яғылбай ырыуҙары үҙе ни тора!

Олуғ мырҙа Шәйех Мамай теге донъяға юл алғандан һуң, Аҡтүбә бер аҙға хужаһыҙ булып торҙо. Йософ мырҙа Кесеһарайға күскәс, уның бер туған ҡустыһы Исмәғил, йәшәп килгән йола буйынса, бында - Аҡтүбәгә күсергә тейеш ине. Ләкин ул, был ханлыҡҡа мөһәтһенмәй, ҡулын Кесеһарай тәхетенә һуҙҙы. Шул арҡала талаш - тартыш сыҡты.Был эшкә күрше ханлыҡтарға ла ҡыҫылыу кәрәк булып ҡуйҙы. Бизмәндең ауыр яғы ағаһына тартты. Был тартышта, әлбиттә, Йософ мырҙаның Ҡазан ханлығына ҡан - ҡәрҙәштә булыуы бер яҡтан, тағы ла Мәскәү дәүләтенә ҡаршылыҡта тороуы, бәлки, өҫтөнлөк иткәндер. Хандарҙың тәүге йыйынында уҡ ,, Кесеһарайҙа Йософ мырҙа ултырырға тейеш һәм шуға ултыра,” тип уның исемен Ҡырым ханы Сәхипгәрәй яҡланы. Әллә алдан һөйләшкәндәр, башҡа хандар ҙа баш һелкешеп, Сәхипгәрәй хандың һүҙҙәрен хупланылар. Һемәйеп ҡалған Исмәғилгә тағы Нуғай ханлығы тәҡдим ителде. Ул, үсегепме, әллә башҡа берәй форсат килеп сығыуын көтөпмө - Аҡтүбәнән баш тартты. Исмәғилдең ундай ҡарары Йософ мырҙаны ҡыуандырҙы ғына. Тағы кәңәшләштеләр һәм унда Йософ мырҙаның улын Ғәлиәкрәмде ебәрҙеләр.

Кесеһарайҙа йәшәгәндә Ғәлиәкрәмдең бер ҙә абруйы булманы. Олуғ мырҙаның өлкән улы булыуына ҡарамаҫтан, тағы - Ҡазан ханбикәһе Сөйөмбикәнең бер туған ҡустыһы булыуын белһәләр ҙә, һарайҙыҡылар аҙым һайын унан көләләр, ҡайһы берҙәре хатта семетеп, йә төртөп китәләр ине. Әйләнгән һайын ауыҙын шарҙай асып, бер туҡтауһыҙ иҫнәп йөрөгән улын Йософ мырҙа үҙе лә яратып емәй ине. “Асыҡ ауыҙ” ҡушаматы тағылғанын да килтереп еткергәйнеләр. Тағы ҡурҡаҡлығы менән дә дан алды Ғәлиәкрәм.. Урамда осраған этте бүрегә һанап өйөнә ҡарай табан ялтыратҡан. Ҡараһаң, буй - һыны, төҫ - башы, тышҡы ҡиәфәте башҡаларҙан бер ҙә кәм түгел. Йософ мырҙа ошо ҡылыс танаулы, табаҡ битле, түп - түңәрәк тәнле улын, ҡайҙа булһа ла төпкөл яҡҡараҡ урынлаштырып, яман һүҙҙәрҙән нисек тә булһа ҡотолдороу сараһын уйлай ине. Нисек кенә булмаһын ул - хандың улы өҫтә йөрөргә тейеш, даланы шулай.

Исмәғилдең Аҡтүбәгә барыуҙан баш тартыуы Йософ мырҙала ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар тыуҙырҙы. Беренсенән, ошо баш тартыуы арҡаһында Ғәлиәкрәм өсөн йәтеш урын табылыуы ҡыуандырҙы, уғлан - үҙ бауырың, ҡустынан яҡыныраҡ бит. Икенсенән, ҡустыһының уның үксәһенә баҫырға әҙер тороуы хафаландырҙы. Алтын Урҙала күпме бер туғандар талашып, йә яу асып, үлтерешкә барып еткән миҫалдарҙы күпләп килтерергә була. Бында, Кесеһарайҙа күҙ көйөгө булып йөрөгәнсе, үҙ алдына хан булып ултырһын әйҙә! Кемдең улы ? Шуның улы! Хандан хан быуаҙырға тейеш. Бына шулай уйланы буласаҡ Нуғай Урҙаһы ханының атаһы мырҙа Йософ. Шулай ҙа егетте күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай, иң ышаныслы мырҙаларҙы ебәреп, әленән - әле хәл - әхеүәлен белеп торорға тура килер.

Бөйөк Казандың ханы Сәфәргәрәй үлгәндән һуң, Ҡазан тәхетенә яңы хан ҡуйыуҙа Йософ мырҙа айырата күп көс һалды. Уныңса - Казан тәхетенә Нуғай яғы ултырырға тейеш. Бер талай талаш - тартыштан һуң Казандың һуңғы ханы булып Йәҙгәр мырҙа ултырҙы.

Йәҙгәр мырҙа ҡалаға килеп етмәҫ элек үк, Сәфәргәрәй мәрхүмдең ҡатыны Сөйөмбикә атаһы Йософ мырҙанан хат алды. Унда Йәҙгәр хан буласағы яҙылғайны. Аптыратты был хәбәр ханбикәне. Үҙе өсөн түгел, берҙән - бер улы Үтәмешгәрәй өсөн ҡурҡты ул. Эйе, Йәҙгәр мырҙа Сөйөмбикәгә сыбыҡ осо туған, ләкин тәхеткә талаш башланһа - туғанымы атаһымы, улымы - бер ҙә ҡарап тормайҙар. Тәхет ул һөйәркә кеүек: йә үҙеңдеке булып етмәй, йә айырылып булмай. Шул арҡала тулы шатлыҡ та кисерә алмайһың. Шатлығы менән ҡайғы-хәсрәте, ғорурлығы менән ҡурҡыуы йәнәш атлай.

Казан ханлығын Иван батша тыныс ҡалдырмаясағын Йософ мырҙа ла, Ҡырым ханы Дәүләтгәрәй ҙә, Әстрхан ханы Ҡасим да, Төрөк ханы Сөләймән дә һиҙенәләр ине. Тик был көндөң тиҙ арала килеп етере берәүҙең дә башына кермәне. “Грозный” ҡушаматлы Рәсәй батшаһы Сәфәргәрәй тере саҡта уҡ Казанға: “Беҙгә һуғышһыҙ - ниһеҙ ҡушылығыҙ”, - тип өндәмә ебәргәйне, тик бушҡа ғына булды, хат яуапһыҙ ҡалды. Йәҙгәр мырҙа хан булып ултырғас та был өндәмәне тағы ҡабатлап уҡып сыҡты, ләкин рус дәүләтенә ҡушылыу тураһында башына ла керетмәне. Иван батша яңы хандан яуап көтһә лә - ала алманы. Был хәл Казан яғынан ҡушылырға ризалыҡ булмауын аңлата ине. Рустарға берҙән - бер ысул ҡалды: ханлыҡты хәрби көс менән теҙләндереү. Бының өсөн теләк тә, көс тә, мөмкинлек тә бар.

Көсәйеп килгән рус дәүләтенең тышҡы сәйәсәтендә ике йүнәлеш төҫмөрләнде:

1) Балтик диңгеҙенә сығыу мәсьәләһен хәл итергә;

2) Яҡын - тирәләге урҙалар менән эште бөтөрөргә;

Бигерәк тә Әстрхан һәм Казан ханлыҡтары, барымта - ҡарымта ойоштороп, сик буйҙарын талап китеүҙәре рустарҙың теңкәһенә ныҡ тейә ине.

Иван IV ныҡлы ҡараға килде: Казанды штурмлап баҫып алырға һәм ханлыҡты хәрби юл менән бойһондорорға! Башҡа сара юҡ!

1551 йылдың йәйендә Казан шәһәре ҡаршыһында бураларҙан торған “Свияжск” исемле нығытма пәйҙә булды. Ә тағы бер йылдан һуң, сентябрь уртаһында Казанды штурмлау башланып китте, октябрь башында ул шәһәр, ныҡ ҡаршы тороуға ҡарамаҫтан, ҡоланы. Мылтыҡтарға ҡаршы уҡ-ян менән ҡаршы тороу ай-һай ауыр эш икәнен ҡаланы һаҡлаусылар үҙ күҙҙәре менән күрҙеләр, үҙ иңдәрендә татынылар.

Казанға ярҙам итеү маҡсатында Ҡырым ханы Тулаға һөжүм итте, ләкин ул нығытманы ала алмайынса кире сигенде.

Казан халҡы батырҙарса һуғышты, ләкин оҙайлы оборона тактикаһы килеп сыҡманы. Хәрби инженер Иван Выродков Казан Кремле аҫтына шартлатҡыс һалдырҙы, көслө шартлау арҡаһында нығытма - диуарҙың бер өлөшө емерелеп төштө. Шул асыҡлыҡтан рус ғәскәре ҡалаға аңғармаҫтан баҫып инде.

Икенсе октябрь ине был көн. Ошо көндө Казан дәүләте йәшәүҙән туҡтаны.

Йәҙгәр ханды мәсет эргәһендә тотоп алдылар. Полк командиры кенәз Полицкий яугирҙәре мәсетте һәм уның алдындағы биналарҙы ҡарап йөрөгәндә, бүлмәләрҙең береһендә юҡлы - барлы сәсен йолҡа -йолҡа кемделер ҡарғап ултырған, бысранып бөткән, йолҡошҡа оҡшаған әҙәмгә юлыҡты.

- Быны нишләтергә? - тип һораны офицерҙарҙың береһе полк командирынан.

- Башын сабып өҙөгөҙ ҙә минең арттан юлығыҙҙы артабан дауам итегеҙ, - тип күрһәтмә бирҙе кенәз Полицкий.

- Туҡта тим! Мин - Казанский хан Ядкар! Төшөндөңмө ? Миңә тейергә ярамай, ҡағылаһы булмағыҙ,кафырҙар! - Шулай ҡысҡырына башланы баяғы бәндә.

Үлтермәнеләр, тикшерергә булдылар. Тиҙҙән уны таныусылар ҙа табылды. Хан үҙе үк ҡулға килеп эләккәс, Иван IV ҡаршыһына тереләй алып барырға булдылар.

Рус батшаһы эргәһенә индергәс тә Йәҙгәр хан үҙен - үҙе иҙәнгә ташланы, илау - һыҡтау аша ғүмерен өҙмәүҙе үтенде.

Казанды алыу шатлығынанмы, әллә башҡа бер сәбәп арҡаһындамы рус батшаһы был юлы хандың йәнен ҡыйҙыртманы, уғата егеттәрсә ҡыланды, яғымлы булырға тырышты, бкр аҙ уйланыңҡырап торҙо ла әйтте:

- Әгәр христиан диненә күсеп миңә тоғро хеҙмәт итһәң - тере ҡалдырам! Тере ҡалдырыу ғына түгел, хатта бер ҡаланы бүләк итәм. Тик ул ҡала бынан булмаясаҡ!

Ризалашты хан Йәҙгәр, динен алмаштырыуға ла ҡаршы килмәне. Рәхмәттәр әйтә - әйтә батшаның аяҡ аҫтына йығылды.

Шулай итеп, әсиргә эләккән Йәҙгәр хан күмәк яугирҙар ҡарап торғанда суҡынды һәм христиан динен, оҙаҡ уйлап та тормайынса, ҡабул итте. Шул көндө үк Семеон Касаевич исеме аҫтында рус дәүләтенә хеҙмәт итә башланы. Иван Дүртенсе уға Звенигород ҡалаһын бүләк итте.

Ағиҙел менән Ҡариҙел арауығында урынлашҡан Имәнлеҡаланы меңлеләр килеп ҡыйратҡан осорҙа, яйын табып, Әхмәтгәрәй хан саҡ ҡасып ҡотолдо. Торлағын башҡорттар урата башлағанда һиҙҙе: тотолһа - баш китәсәк. Һөжүм итеүселәр йәлләп тормаясаҡ, сөнки ваҡытында ул меңлеләрҙе үҙе ныҡ ҡыҫты, хәҙер шуның ҡоһорон төшөрөргә килгәндәр, әллә Казандың ҡолауын ишеттеләр микән, тип уйланы хан. Уның уйҙарында дөрөҫлөк ярылып ята ине.

Нишләргә? Ҡайһылай итеп ҡотолорға? Кәрәк булғанда баш эшләмәй торған!

Шул арала хандың торлағын уратып алдылар һәм эскә инмәйенсә генә һөжүм итеүселәр ҡатын -ҡыҙҙарға, бала - сағаларға сығырға ҡуштылар. Уларҙы ҡурҡытмаҫ өсөн шулай эшләнеләр, буғай, улар сығып бөткәс - өйгә инеп ир - атты барлай башланылар. Хан уйлай торғас яйын тапты. Бисә булып кейенеп, ике баланы етәкләп, ҡатын - ҡыҙҙар менән бергә сығып шылды. Тора биргәс, үҙ ярандарын йыйып алып, Аҡтүбәгә килеп етте.

Ағаһы Йософ мырҙаны теге донъяға оҙатҡандан һуң, Исмәғил мырҙа үҙенең бик майрыҡ ҡына булған Ҡаҙыҡбай исемле улын бында, Аҡтүбәгә хан итеп ебәргәйне. Йәш мырҙа был урында бер аҙна ла ултырып өлгөрмәне, ҡурҡыныс хәбәрҙәр тейәп Имәнлеҡаланан Әхмәтгәрәй хан килеп төшмәһенме! Меңлеләрҙең ханға ҡаршы баш күтәреүе Ҡаҙыҡбайҙы бөтөнләй ҡурҡытты.

- Юҡ мин бында ҡалмайым, - тине ул, - бөгөнмө - иртәнме бындағы халыҡ ҡуҙғыһа - мин ҡайҙа барам ? Бигерәк тә бөрйәндәр менән ҡыпсаҡтар ышанысһыҙ һәм ҡурҡыныс халыҡ. Һинән, ҡалмайым, абзый!

Һәм ҡалманы. Сыбыҡ осо булған Әхмәтгәрәй ханға эйәреп, бөтә йыйған байлығын тейәп, ҡораллы һаҡсыларын әйҙәләп эйәртеп, Ҡаҙыҡбай Кесеһарай яғына юл тотто.

Бына шулай Нуғай хандары ярандары менән берлектә ханлыҡтарын ташлап ,, тайыу “ яғын ҡаранылар. Хәҙер инде ырыу баштары үҙҙәре - баш, үҙҙәре - түш булып ҡалдылар.

Нуғай Урҙаһының ханһыҙ йәшәү осоро башланды.

Бүлек

Наши рекомендации